Инша."Ер яҙмышы - беҙҙең ҡулда!"
Вложение | Размер |
---|---|
Инша."Ер яҙмышы - беҙҙең ҡулда!" | 25.8 КБ |
«Республикамды данлап йырлайым» конкурсы
Ер яҙмышы- беҙҙең ҡулда.
Башҡарҙы: Учалы ҡалаһы 3-сө лицейының
9 В класы уҡыусыһы Түләбаева Динара
Етәксеһе: Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы
Халыҡтарға ер бүлгәндә хоҙай тәғәлә аманат итеп башҡорттарға тулҡынып аҡҡан йылғалары, сылтыр шишмәләре, йырып сыҡҡыһыҙ ҡарағай урмандары, икһеҙ- сикһеҙ ҡылғанлы далалары, мең төрлө сәскә еҫе аңҡытҡан болондары, болоттарға ашҡан тауҙары, өҙҙөрөп һайрар ҡоштары булған гүзәллектә тиңдәшһеҙ ерҙәрҙе бүләк итеп биргән. Эй кешеләр! Ғәзиз әсәйегеҙҙәй күреп, тыуған ерегеҙҙе яратығыҙ, һаҡлағыҙ, ҡәҙерләгеҙ, тигән
Ғаләм хужаһы биргән урын- беҙҙең туған халҡыбыҙҙың дөйөм баш йорто. Унан тыш кесе йортобоҙ ҙа бар. Ул һәр кемдең үҙе ҡорған донъяһы. Кесе йортобоҙҙо матурларға барлыҡ көсөбөҙҙө һалып тырышабыҙ, саң төшөрмәй таҙа тотабыҙ, сәскәләргә күмәбеҙ. Ә тыуған еребеҙ өсөн шулай өҙгөләнәбеҙме? Ихлас күңелдән хәстәрлек күреп, үҙ әсәйебеҙҙәй яратабыҙмы? Минеңсә, юҡ һәм юҡ! Урмандарға барһаҡ, кәрәкһә кәрәкмәһә лә сәскәләрҙе өҙәбеҙ ҙә йолҡабыҙ, шишмәләребеҙҙең тамырҙарын ҡоротоп, машиналар менән бысратып кисеп үтәбеҙ. Урмандарыбыҙҙы тунап ҡырҡабыҙ. Завод, фабрикаларҙың таҙартылмаған бысраҡ һыуҙарын йылғаларыбыҙға ағыҙабыҙ. Һыуҙар ағыулана, аҙаҡ һайығып ҡорой. Тау- яландарҙы аҡтарып табылған файҙалы ҡаҙылмалар кемдеңдер кеҫәһен ҡалынайтһа, тәбиғәтебеҙҙең хозурлығын юҡҡа сығара. Әлбиттә, был йөрәк өҙгөс күренештәр тирә-яҡҡа ҙур зыян алып килә. Ер тарихында бындай вәхшилеккә тик әҙәм балаһы ғына һәләтлелер Йәнә, һуңғы йылдарҙа хазиналы ерҙәребеҙгә капиталистар сит ил инвесторҙары хужа булып алды ла ер аҫты байлыҡтарын мәңге бөтмәҫтәй күреп, Ер- әсәне талап, көндән- көн күберәк табыш алырға тырыша. Тәбиғәт ресурстарын былай самаһыҙ тотоноу дауам итһә, беҙҙән һуң киләсәк быуындарға ни ҡалыр? Ниңә бер көн менән генә йәшәйбеҙ?
Быйылғы йылдың « Экология йылы» тип иғлан ителеүе- заман талабы. ул. Тыуған еребеҙҙең ҡаҙылма байлыҡтарын, ер- һыуын, урмандарын һаҡлайыҡ, тип оран һалырға күптән ваҡыт. Әгәр ҙә был оранға ҡолаҡ һалып, бар халыҡ тирә- яҡ мөхитте һаҡларға күтәрелеп сыҡһа, тәбиғәтебеҙ байлығына шашынып ҡул һуҙыусылар уйланыр, әҙерәк тыйнаҡланыр, хоҙай биргән байлыҡты былай әрһеҙ тәләфләүгә юл ҡуймаҫ ине.
Юҡһа, тәбиғәтебеҙгә килтергән хилафһыҙлыҡтарыбыҙ өсөн яуап бирә лә башланыҡ түгелме? Йәйҙең матур көнөндә Өфө ҡалаһына килгән ғәрәсәт бының асыҡ миҫалы булып тора. Башҡортостандың бер нисә районында булып үткән дауыл күпме кешегә зыян килтерҙе, хатта кемдәрҙеңдер ғүмерен ҡыйҙы. Яман шеш кеүек ҡурҡыныс ауырыуҙарҙың күбәйеүе, күп кешенең ғүмерен алып китеүе уйланырлыҡтыр ул. Тәбиғәт, бер ғәйепһеҙ йәндәрҙе алып, төрлө ғәрәсәттәр булдырып, үҙенә иғтибар талап итә кеүек.
Әлбиттә, экология мәсьәләһен хәл итеү юлдары бихисап. Бының өсөн төрлө саралар ғына булдырырға кәрәк: завод- фабрикаларҙан сыҡҡан ҡалдыҡтарҙы таҙартыусы ҡоролмалар ҡуйырға, бензин менән йөрөгән машиналар урынына ҡояш нурҙары менән йөрөгәнен уйлап табырға һәм һәр кемебеҙгә, ябай тәбиғәтте һаҡлау ҡағиҙәләрен үтәргә. Тик берҙәм булып эш иткәндә генә уның һөҙөмтәһе буласаҡ : тәбиғәтебеҙ күркәмләнәсәк, һулар һауабыҙ, йылға- күлдәребеҙ таҙарасаҡ, һау- сәләмәт балалар тыуасаҡ, кешеләр бәхетле йәшәйәсәк.
«Һыу ҡәҙерен әҙәм балаһы Ер йөҙөндә эсер һыуҙар бөткәс белер, ғаләмде- аҡыл, ерҙе һаҡсыллыҡ ҡотҡарыр»,- тиелә хәҙистәрҙә. Борон өләсәйҙәр, туғай тулып ултырһа ла, сәскәләрҙе буштан-бушҡа өҙҙөрмәй торғайны. Ә хәҙер балаларҙы шулай өйрәткән кешеләр бармы икән беҙҙә?
Ер –әсәне асыуландырырға ярамай. Ер асыуланһа, зилзилә, мәхшәр ҡубыр, ерҙе һыу баҫыр, ҡоролоҡ, аслыҡ килер. Уның язаһы ҡаты. Ер –әсә ҡәнәғәт булырлыҡ итеп йәшәйек. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулыбыҙҙа.
Разноцветное дерево
Кто самый сильный?
Заповеди детства и юности
Отчего синичка развеселилась
«Течет река Волга»