Башҡорт теленән дидактик материал.
материал на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Башҡорт теленән дидактик материал.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡорт аты

1.Башҡорт аты ниндәй тоҡомға ҡарай?

2.Улар йыл әйләнәһенә ҡайҙа йөрөй?

3.Башҡорт аттары ҡасан таралған?

4.Улар ҡайҙа ҡулланылған?

5.Тағы ла башҡорт аттары      ҡайҙа йәлеп ителгән?

6.Ниндәй һуғышта башҡорт һыбайлылары Парижға тиклем барып еткән?

7.Башҡорт аттарына ниндәй сифаттар хас?

8.Улар бүтән аттарҙан нимәһе менән  айырылып тора?

9.Башҡорт аттары ҡайҙа файҙаланыла?

10.Уларға ниндәй статус бирелгән?



Предварительный просмотр:

Башҡорт  халыҡ ижады

          Әкиәт,легенда, йыр, мәҡәл, йомаҡ… Улар ҡасандыр хыялға бай, телгә оҫта кешеләр тарафынан ижад ителгән һәм телдән телгә, урындан урынға,  быуындан быуынға күсеп, беҙҙең көндәргә килеп еткән.

          Халыҡ ижады тормоштоң бөтә яҡтарына  ла ҡағыла. Унда халыҡ үҙ башынан үткән хәлдәрҙе лә,бөгөнгөһөн дә, яҡты  киләсәк тураһындағы хыял һәм өмөттәрен дә сағылдыра.

         Тыуған ереңде,ғәзиз илеңде, үҙ халҡыңды яратаһың икән, һин ошо ер, оло ил хаҡында     хал ҡың сығарған ижадты өйрәнергә, яратырға, ишәйтергә, киләсәк быуынға  еткерергә бурыслыһың.



Предварительный просмотр:

                               Бөрйән яҡтары.

     Бөрйән яҡтары бик матур. Унда төрлө ағастар үҫә. Күркәм тауҙар болоттарға етеп торған һымаҡ күренә. Тау йылғаларының сылтырап аҡҡан һыуы  бик тәмле.  Урмандарында ҙур  айыуҙар, уҫал бүреләр, хәйләкәр төлкөләр, һоро ҡуяндар,  бәләкәй тейендәр йәшәй. Тау итәктәрендә тәмле еләктәр үҫә.(41 һүҙ)

Өҫтәлмә эш:

Текстан 3 исем, 3 сифат, 3 ҡылым  табып яҙығыҙ.

                      Илем-Башҡортостан.

       Башҡортостан-бик бай ил.Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, матур йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә,йәшел урмандар ҙа күп бында.

       Беҙ йәшәгән ерҙәге байлыҡтарҙы һанап бөткөһөҙ.Нефть һәм газ, күмер һәм металл, алтын һәм баҡыр-бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

       Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан.(61 һүҙ)

Өҫтәлмә эш:

1.Күплектә булған һүҙҙәрҙе  табып яҙығыҙ.

2.Ниндәй һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе яҙығыҙ.

3.Тәүге ике һөйләмде тәржемә ит.



Предварительный просмотр:

Ҡарабаш турғай.

             Бөтә турғайҙар араһында иң сос,  иң етеҙ  ҡош булып  ҡарабаш турғай һанала. Уның бер ваҡытта   ла  тик ултырғанын күрмәҫһең.

            Ҡарабаш турғайҙың ояһы ағас  башында була.  Ул баҡсаларҙы,  урмандарҙы  ҡоротҡостарҙан таҙарта: балаларын тик бөжәктәр менән генә туҡландыра.   Шуға   күрә ҡарабаш турғай- ифрат файҙалы ҡош. Тик  һалҡын ҡыш көндәрендә ҡарабаш турғайҙар аҙыҡ етешмәуҙән ныҡ яфалана. Шуға күрә уларға ҡыш көндәре ем бирергә кәрәк.

   



Предварительный просмотр:

   Кем нимә ярата?

     Гөлфиә кәнфит  ярата. Шуға күрә иртән торҙомо, әсәһен аптыратырға тотона.

         -Әсәй, берҙе генә бир әле…

      Кәнфитте ашап бөтһә, икенсеһен һорай. Теше һыҙлағанда, Гөлфиә тәмле-томлоно ҡабат ауыҙына ҡапмаҫҡа ант итһә лә, теш һыҙлауы баҫылғас  та,  онота  ла  ҡуя. Ә бер көндө ул ҡурсаҡтарын да һыйларға булды.

Һүҙлек эше:

аптыратырға тотона-удивляет

һыҙлағанда-когда болит

тәмле-томлоно-сладости

ҡабат ауыҙына ҡапмаҫҡа ант итә-обещает и в рот не брать

баҫылғас-когда успокаивается

онота ла ҡуя-забывает

 һыйларға булды-решила угостить

 



Предварительный просмотр:

C:\Users\Пользователь\Downloads\2017_03_19\IMG.jpg



Предварительный просмотр:

Һандуғас тауышы.

Муйылды кем ултыртҡан?

Хәҙер ул ни эшләй?

Авторҙы нимә ҡыҙыҡһындыра?

 Һандуғас ни эшләй?

  Белешмә өсөн һүҙҙәр: емеш бирә, ҡыҙыҡһындырмай,  күңелде үҙенә тарта,  ботаҡтарына ҡунып һайраған, өҙөп һайрай, сутылдай,  туҡтамай  һайрай,   юрамал,  дәртләнеберәк һайрай,  икенсе ботаҡҡа күсәләр.      



Предварительный просмотр:

 

C:\Users\Пользователь\Downloads\2017_03_19\2017_03_20\IMG_0002.jpg

Өҫтәлмә эш.

Текстан рәүештәрҙе табып яҙ.



Предварительный просмотр:

5-се кластың рус төркөмө өсөн тәржемә эше.

C:\Users\Пользователь\Downloads\2017_03_20\IMG_0002.jpg

Һүҙлек эше:

түҙемһеҙлек менән көттөләр- ждали с нетерпением

күптән әҙерләп ҡуйған- приготовил давно

теҙелгән-построились

талғын-умеренный,умеренно

кеүек-как



Предварительный просмотр:

Сәскә-тормош йәме.

       Ергә  я. килде. Ҡар ир.й, гөрләүектәр а.а, йылғалар таша, боҙҙар китә.  Беҙ я. матурлығын й.шеллектә, ҡоштар моңонда, с.скәләрҙә күрәбеҙ. Иң беренсе булып  үгәй      инә үләне сәскәләнә.Унан умырзая ҡыуандыра.

      Яҙҙың тәүге сәскәләре  бик  күп:  баллыҡай,  күк умырзая,  кәкүк емеше, кәзә һаҡалы, сибәркәй,

ҡарлуғас  .ләне,ҡаҙ йыуаһы, һары умырзая. Был сәскәләр  йылдан-йыл аҙая бара. Сәскә атҡанда кешеләр уларҙы самаһыҙ күпләп йыя, тәбиғәттең  йәмен ебәрә.

Һүҙҙәрҙе тәрҗемә ит: яҙ килде, ҡар ирей,гөрләүектәр аға, йылғалар таша, яҙ матурлығы,боҙ китә, ҡоштар моңо, үгәй инә үләне

                                                                   



Предварительный просмотр:

Шифалы үҫемлек.

      Картуф- бер йыллыҡ үлән үҫемлек. Уны бөтә доняла сәсеп үҫтерәләр. Уның тыуған яғы- Көньяҡ Америка. Европаға-  ХVI, ә Рәсәйгә ХVIII быуатта Петр  I батша тырышлығы менән килтерелә. Ул туҡлыҡлы һәм мөһим аҙыҡтар рәтенә инә. Юҡҡа ғына уны «икенсе икмәк» тимәйҙәр. Ул шифалы үҫемлек тә. Уның составында крахмалдан тыш  аҡһым, төрлө витаминдар, минераль тоҙҙар, соланин һәм башҡа биологик актив матдәләр бар.

    Дауалау өсөн, нигеҙҙә, картуфтың һуты ҡулланыла. Дауалау өсөн ҡулланыла торған картуф юғары сифатлы, экологик яҡтан таҙа ерҙә  үҫтерелгән булһын. Ҡояшта ятып йәшел төҫ алған, шытҡан картуфы  ашарға ла, дауа өсөн ҡулланырға  ла ярамай.



Предварительный просмотр:

Янғантау

Янғантау шифаханаһы ҡайҙа урынлашҡан?

Унда ер аҫтынан бер туҡтауһыҙ  нимә сыға?

Тау ҡасандан бирле ғалимдарҙың иғтибарын йәлеп итә? Уның сере әлегә асылғанмы?

Янғантау  шифаханаһында ниндәй ауырыуҙарҙы дауалайҙар?

Тау янында ниндәй йылға аға? Ул ҡышын ни эшләй? Уның температураһы ниндәй? Ниндәй ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланыла?

Һүҙлек эше:

ашҡаҙан-эсәк-желудочно-кишечный

бөйөр ауырыуҙары-почечные болезни

шифалы-полезный

быуын ауырыуҙарын-болезни суставов


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

М.Юнысның "Занзибар зәңгәр болытлар артында" әсәре буенча дидактик материал

Дидактиктический материал по татарскому языку предназначен  учителям  с татарским языком обучения. Задания от фонетики до пунктуации  полезны при повторении целого курса родного языка....

"А" хәрефен өйрәнү өчен дидактик материал. 1 сыйныф, рус төркемнәре.

"А"  хәрефен  өйрәнү  өчен  дидактик  материал. 1  сыйныф,  рус  төркемнәре....

"М" хәрефен өйрәнү өчен дидактик материал. 1 сыйныф. рус төркемнәре.

"М" хәрефен  өйрәнү  өчен   дидактик   материал.  Презентация  һәм  уку  материаллары....

Укыту-методик комплектын кулланып балаларны татар теленә өйрәтүдә дидактик уеннарның әһәмияте

Укыту-методик комплектын кулланып балаларны татар теленә өйрәтүдә дидактик уеннарны куллану...

V-IX сыйныфлар өчен татар теленнән милли-төбәк компонентларына нигезләнеп төзелгән дидактик материаллар

Милли горурлык, туган төбәгеңне ихтирам итү хисе туган якның талантлы шәхесләре үрнәгендә тәрбияләнә.Аларның иҗатын өйрәнү,  әсәрләре буенча фикер алышу укучылар күңелендә тирән эз калдыра.Бездә ...

Татар теленнән дидактик материаллар

Укытучыларга дәрестә кулланыр өчен дидактик материаллар...

Олимпиадаға әҙерләнеү өсөн дидактик материал.

Олимпиадаға әҙерләнеү өсөн дидактик материал....