Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 8- се класс.
календарно-тематическое планирование на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 8- се  класс. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

Министерство образования Республики Башкортостан

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

лицей №3 МР Учалинский район РБ

                             

«УТВЕРЖДЕНО»

Директор МБОУ лицей № 3

У.М. Яппаров      __________                            

Приказ № 341«29» августа 2017 г.

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по учебно-воспитательной работе

Тимербаева Г.Ф. ______________  

«РАССМОТРЕНО»

на заседании ШМО

(протокол № 2   от 28 августа 2017  г.)

Руководитель  ШМО

Усманова Д.А.          __________

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по научно-методической работе

Мухамедьярова Э.Ф.    ___________

                                                   

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА

Родной башкирский язык и литература

для учащихся 8а,б, г  классов 

Организация-разработчик: 

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №3 МР Учалинский район Республики Башкортостан

Разработчик:

Тулябаева Назира Исламовна – учитель первой квалификационной категории

Учалы

2017 г.


Йөкмәткеһе.

1.Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

2.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар ( Требования к уровню подготовки обучающихся)

3 .Уҡыу предметын үтәү шарттары ( Условия реализации учебного предмета)

4.Уҡыу предметының йөкмәткеһе(Содержание учебного материала)

 Ҡушымта (Приложение)

 Ҡушымта 1.Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

   

  Ҡушымта 2.Календарь-тематик планлаштырыу.

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование . График уроков контроля знаний )

                          1. Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

        Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. БашҡортостанРеспубликаһының мәғариф системаһы алдындаҡуйылған төп бурыс – ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.

Был эш программаһындафедеральһәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,  

- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,  

- Башҡортостан Республикаһының  «Мәғариф тураһында» Законы.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу,башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.

(Общая характеристика предмета)

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

-Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

-Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

-Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

-Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү

-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;  

Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;  

Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.Этно-мәҙәни белем биреү.

 Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

Танып белеү маҡсаты.

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

Үҫтереү маҡсаты.

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

-Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп- һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;  

-Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;  

-Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсат.

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

Белем биреү маҡсаты.

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4 йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5)үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.  

Ишетеп аңлау (аудирование):

 1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

 2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу; 4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

 5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.  

Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3) тексты үҙаллы аңлыуҡыу;

4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5) бәләкәй күләмл ешиғырҙарҙы яттан һөйләү.  

Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2. матур яҙыу күнекмәләре;

3. байрам открыткалары яҙыу;

4. һүҙлек диктанты яҙыу.

2. Уҡыусыларҙың белем һәм кимәленә талаптар (Требования к уровню подготовки обучающихся)

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдеңәһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.

Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

3 .Уҡыу предметын үтәү шарттары (Условия реализации учебного предмета)

 Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты

1.Дәрес ҡулланмаһы: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класс уҡыусылары өсөн . Төҙөүселәре: Авторҙары:  Хөснөтдинова Ф. Ә, Тикеев Д. С., Ғафаров Б.Б.,Өфө, Китап.2011 йыл.

2.Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы:5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап, 2002йыл,166 бит.

4. Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.

Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге:

1.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 9-11-се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. – Өфө: Китап, 2009. – 192 бит.

2.Усманова М.Г. Электронное учебное издание. “Башкирский язык: фонетика и грамматика на башкирском и русском языках”. Уфа-2011

3. Ф.А.Хуснутдинова Башкирский язык.ru.

4. Электронный учебник «Башкирский язык. ru».

5. Усманова М.Г. Электронное учебное издание. “Башкирский язык для 9-го класса”. Уфа- 2011.

6. З.М.Ғәбитова. Төп дөйөм белем биреү буйынса башҡорт теленән өлгә программалар. – Өфө: Китап, 2012. – 48 бит.

7. М.Ғ. Усманова, Г.А.Иҫәнғолова, З.Ә. Рәхмәтуллина. Башҡорт теле: эш программаһы. Тематик планлаштырыу. 5-11 кластар. – Өфө: “Эдвис” уҡытыу- методика үҙәге, “Башҡортостандың бәләкәй даһийы”, 2011. – 168 бит.

8. Г.А.Иҫәнғолова. Башҡорт теленән дидактик материалдар. – Өфө, Китап,2010. – 132 бит.

9. Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап, 2009.- 166 бит.

10. Электрон дәреслек. Башҡорт (дәүләт) теле. 5-11 – Өфө: Мәғариф министрлығы

11. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы

12. Раҡаева Ә.С., Дәүләтшина М.С. Башҡорт теленән контроль һорауҙар, тестар ҡулланмаһы. – Өфө: Педкнига, 2008. – 96 бит

13. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Кита

2. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009. 3. Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть) - Уфа, 2010г.

4. Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2 часть) - Уфа,2011г.

5. Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.

6. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.

7. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8. «Аҡбуҙат» журналы. 9. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр

 

Интернет ресурстар :

1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home8 

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/ 

3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/ 

4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkorttele.livejournal.com/

 5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

6. www.edu.ru Федеральный портал "Российское образование"

7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ http://www.pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

 8. www.apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

 9. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ 10. www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

11. kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программное обеспечениедля школьников и учителей

12. window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам" 13. school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов.

Материаль-техник ҡулланмалар:

1. Компьютер

2. Интерактив таҡта

3. Мультимедиа проекторы

4. СD проигрыватель

6. Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

 7. Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

8. Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы

4. Уҡыу предметының йөкмәткеһе (Содержание учебного предмета)

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө:

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. 8-се класта уҡытыуҙың маҡсаты – түбәнге кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештәтәрәнәйтеү, башҡорт теленеңөндәр системаһы, лексик байлығы,морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды. Был класта фольклор  әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының төрлө жанр һәм тематикалы әҫәрҙәре өйрәнелә.

 Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе.

Мәктәп – белем шишмәһе- 2 сәғәт.

Көҙ- хеҙмәт  миҙгеле – 1 сәғәт.

Башҡортостан- алтын бишек- 1 сәғәт

 Салауат батыр ир ине-3 сәғәт

Ҡыш- 3сәғәт

Әсәйем-күңел ҡояшым-1 сәғәт

Яҙ килә -2 сәғәт

Ай, Уралым,Уралым!-7 сәғәт

Йәй етте- 14 сәғәт

                                                                                                                     Ҡушымта 1.

Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

   

8а,б,в

1

Ижади  диктант.Хушлашыу.

19.10

2

Инша.Тыуған илем –Башҡортостан.

21.12

3

Инша.Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда.

15.03

4

Контроль диктант. Ҙур Өфө.

            17.05

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүҙе баһалау :

     Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеүһәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тестар;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленәһәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар, диктанттар, изложениелар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

     Башҡорт теленән ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеш диктант, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаныңөйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрөһәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдыңҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

        Уҡыу йылы башында инеш диктант, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндәһәм дүшәмбеләүткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалын үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренәҡарап баһалана. Быныңөсөн башҡорт теленән 8-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреүҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Иҫәбе

Диктант

2

Контроль инша

2

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың белем кимәленә, мөмкинселектәренәҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

  • карточкалар менән эш;
  • тест;
  • һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
  • текста һөйләмдәрҙәһүҙҙәр тәртибе;
  • терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
  • һөйләмдәр төҙөү;
  • һүҙлек менән эш;
  • һүрәтләү иншаһы;
  • синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минеңғаиләмдәһ.б.)

Ҡушымта 2

Ҡушымта 2.Календарь-тематик планлаштырыу.

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование . График уроков контроля знаний )

                                                   

Эш прогаммаһы  34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

1-се сирек- 8а,б-8 с. ; 8г- 8 с.

2-се сирек- 8а,б-8 с. ; 8г- 8 с.

3-сө сирек- 8а,б-9 с. ; 8г- 9 с.

4-се сирек-   8а,б-9 с. ; 8г- 9 с.

Контроль эштәр иҫәбе

I

II

III

IV

итого

диктант

1

-

-

1

2

 изложение

-

-

-

-

-

инша

-

1

1

-

2

Темалар

Дата

Факт дата

Өҫтәлмә материал

И

Иҫкәрмә

Мәктәп – белем шишмәһе.(2 сәғәт )

1

С. Әлибай.” Мәктәп юлы”. Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

7.09

2

Н.Мусин”Һабаҡ”.Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

14.09.

портрет,китаптар

Көҙ-хеҙмәт миҙгеле.(1сәғәт)

3

З.Биишева.”Көҙгө ямғыр”.Х. Назар  шиғыры.Эйә менән хәбәр.

21.09

Башҡортостан-алтын бишек.(1 сәғәт)

4

А. Игебаев.”Башҡортостан- илгенәм!”,К.Кинйәбулатова.”Дуҫлыҡ төйәге”.Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

28.09

Салауат батыр ир ине.(3 сәғ.)

5

6

Ф.Рәхимғолова.”Салауат”. Тултырыусы. Т.Дәүләтбирҙина.”Салауат рухы.” Тултырыусы.

5.10

12.10

Портрет,китаптар

7

  Ижади диктант .Хушлашыу.

19.10

                  Ҡыш.(3 сәғәт)

Һүрәттәр

8

  Хаталар өҫтөңдә эш.Ш.Бабич “Ҡышҡы юлда”,

М. Ғайфуллина “Ҡыш моңдары”Хәлдәр.

26.10

I c.-8 с.

9

И Теләүембәтов.”Маралым таңы”.Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре.

9.10

10

 И. Теләүембәтов “ Маралым таңы”. Хәлдәр .Уларҙың төрҙәре.

16.10

Әсәйем-күңел ҡояшым.(1 сәғәт)

11

Ш.Бикҡол.”Әсәйем кәңәштәре” Ике һәм бер составлы һөйләмдәр.

23.11

Портрет,китаптар

Яҙ килә.(2 сәғәт)

12

З.Ғәлимов.”Ялан сәскәләре” Һөйләмдәрҙең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

30.11

13

Р.Сафин.”Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе”. Хәл әйтемдәре һәм уларҙың айырымланыуы.

7.12

Портрет,китаптар

Ай, Уралым, Уралым.! 7 сәғәт)

14

Ҡ.Аралбай.”Ер  тур.ете һүҙ.”

14.12

15

Инша. Тыуған илем -Башҡортостан.

21.12

16

 Хаталар өҫтөндә эш. Кластан тыш уҡыу дәресе.

28.12

Портрет,китаптар

IIc.-8 с.

17

Ж.Кейекбаев”Урал тураһында ҡобайыр”. Инеш һүҙ, инеш һөйләм

18.01

18

Ж.Кейекбаев”Урал тураһында ҡобайыр”. Инеш һүҙ, инеш һөйләм

25.01

Портрет,китаптар

19

.Тәрҗемә эше.

1.02

Портрет,китаптар

20

М.Уразаев.”Еҙ ҡурай” Тура һәм ситләтелгән телмәр

8.02

Йәй етте.

21

Ф.Рәхимғолова.”Бал ҡорто һәм күбәләк” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

15.02

Портрет,китаптар

22

А. Йәғәфәрова. “Кескәй шишмә”

22.02

23

Ш.Янбаев.”Дегәнәк”.Тура һәм ситләтелгән телмәр.

1.03

Портрет,китаптар

24

 Инша. Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда.

15.03

25

Кластан тыш уҡыу дәресе.

22.03

IIIc.-9 с.

26

Р.Солтангәрәев.”Һуңғы һунар” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

5.04

Портрет,китаптар

27

Р.Солтангәрәев.”Һуңғы һунар”.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

12.04

Портрет,китаптар

28

Тәрҗемә эше.

19.04

29

Кластан тыш уҡыу дәресе. М. Ямалетдинов.”Ҡыҙыл итектәр”.

26.04

30

Ә. Хәмәтдинова “Йәшел дарыухана”. Инеш һүҙ һәм инеш һөйләмдәр.

3.05

31

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.Тест.

10.05

32

Контроль диктант.”Ҙур Өфө”

17.05.

33

Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

24.05

34

Йомғаҡлау дәресе.

31.05

IV c.-9с.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

план- конспект урока по физике на тему"Сила тяжести.Вес тела".

план- конспект урока с использованием интерактивной доски для 7 класса....

5 - се кластар өсөн башҡорт теле дәресенә тематик-план

Календар-тематик материла 5 кластар өсөн тәғәйенләнгән...

"Күңелле татар теле" түгәрәгенең эш планы

1 нче сыйныфта "Күңелле татар теле" түгәрәгенең эш планы...

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 6- сы класс

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 6- сы класс...

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 9- сы класс.

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 9- сы  класс....

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 7- се класс.

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 7- се  класс....