Башҡорт (дәүләт) теленән эш планы. 8 - се класс (рус төркөмө)
календарно-тематическое планирование по теме

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Башҡорт (дәүләт) теленән эш планы. 8 - се класс (рус төркөмө)

Скачать:


Предварительный просмотр:

        Йөкмәткеһе.

1.Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

2.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар ( Требования к уровню подготовки обучающихся)

3 .Уҡыу предметын үтәү шарттары ( Условия реализации учебного предмета)

4.Уҡыу предметының йөкмәткеһе(Содержание учебного материала)

 Ҡушымта (Приложение)

 Ҡушымта 1.Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

   

  Ҡушымта 2.Календарь-тематик планлаштырыу.

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование . График уроков контроля знаний )

                      1.Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

                Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,  

- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,  

- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

                Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле.Тематик планлаштырыу” (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А.,Рәхмәтуллина З. Өфө, «Эдвис»  уҡытыу – методика үҙәге, 2011йыл нигеҙендә төҙөлдө.

                 Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Учалы ҡалаһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhы 3 –сө лицейының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына башҡорт телен  уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.(Общая характеристика предмета)

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

-Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

-Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

-Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

-Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекеренде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү

-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;  

-Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;  

-Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү

.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

Танып белеү маҡсаты.

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

Үҫтереү маҡсаты.

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский).

Балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

-Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп- һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;  

-Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;  

-Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсат.

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

Белем биреү маҡсаты.

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4 йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5)үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.  

Ишетеп аңлау (аудирование):

 1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

 2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу; 4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

 5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.  

Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.  

Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2. матур яҙыу күнекмәләре;

3. байрам открыткалары яҙыу;

4. һүҙлек диктанты яҙыу.

2.Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар (Требования к уровню подготовки обучающихся)

 “Мәктәп” темаһы буйынса һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөү. Текст өҫтөндә эшләү, план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо, уҡыу әсбаптары, китапхана, беҙҙең класс тураһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап һ.б. мәҡәлдәр ҡойоу.

  1. Тәҡдим ителгән ситуация буйынса һорауҙар бирә белеү, уҡытыусының (йәки башҡаларҙың) һорауҙарына яуап бирә белеү; яуаптарҙы дөрөҫ интонация менән асыҡ, аңлайышлы итеп әйтеү, һөйләү, бирелгән һорауҙарға тулы итеп яуап биреү, күренекле яҙыусыларҙың биографияһы , ижады өҫтөндә ентекле эш алып барыу.
  2. Ишеткәнде, күргәнде 4-6 һөйләм менән бәйләнешле итеп һөйләү.
  3. Ҡысҡырып, шыма, ролләп, сәхнәләштереп һәм тасури уҡыу.
  4. Һүҙлек һүҙҙәрен белеү һәм уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу.
  5. Дәрестә өйрәнелгән грамматик материалды практик ҡуллана белеү.
  6. 80- 85 һүҙ күләмендә диктант яҙыу;  55-60 һүҙ  изложение һәм 65-70 һүҙ инша яҙа белеү; ҡотлау хаты (открытка) яҙа белеү.
  7. Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 7- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
  8. Программала күрһәтелгән шиғырҙарҙы яттан белеү; 3-4 башҡорт йырын башҡара белеү, мәктәптең үҙешмәкәр сараларында ҡатнашыу, сәхнәлә сығыш яһау. Бөтә был эштәр тураһында бәйләнешле һөйләй белеү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу уларға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо уятыу, кешелеклелек тәрбиәләү.

3 .Уҡыу предметын үтәү шарттары ( Условия реализации учебного предмета)

Кабинеттың йыһазланылышы.

-уҡытыусының өҫтәле,ултырғысы;

-ике урынлыҡ парталар, һәр уҡыусыға етерлек;

-сәскәләр һауыты, информацион стенд;

-темаларға иллюстрацион материалдар, презентациялар;

   

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005., Китап, 2006 .
  5. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
  6. Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2006.
  7. Усманова М.Г., Габитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2002
  8. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско- русский и русско башкирский учебный словарь с  грамматическим приложением.- СПб.6БХВ.- Петербург 2005.
  9. Хисаметдинова Ф.Г.,Муратова Р.Т. русско –башкирский, башкирско- русский словарь- Уфа: ”Маленький гений Башкортостана”, учебно методический центр”Эдвис”, 2010
  10. Русско –башкирский, башкирско- русский словарь. Башкирско русский разговорник.Уфа ГУЛР.Б.”Уфимский полиграф –комбинат”, 2009
  11. Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап, 2005.
  12. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-яңыртылған, 2 -се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.-.
  13. Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса- русса грамматик- орфографик һүҙлек: Рус мәктәбендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма.-Өфө: БКН,1993
  14.  Башкиро-англо-русский словарь пословиц и поговорок /Авт.- сост. Надршина Ф.А., Зубаирова Э.М. Уфа: Китап, 2002.
  15.  Русско –башкирский словарь водных обьектов Р.Б./составители: Хисамитдинова Ф.Г. итд.-Уфа: Китап,2005.

 .     16.Башҡорт теленән программа.

Материаль-техник ҡулланмалар

  • ноутбук
  • проектор, интерактив таҡта, магнитофон

Төп әҙәбиәт исемлеге

  1. Усманова М.Ғ.Ғәбитова З.М. Башҡорт  теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8- се  класс  уҡыусылары  өсөн  .  – Өфө: Китап, 2008.
  2. Ғәбитова З.М. Уҡытыу рус телендә алып барған мәктәптәрҙең 7- 8- се кластары өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик күрһәтмәләр. - Өфө:Китап, 2008.

      3.Усманова М.Г.,Ғәбитова З.М. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы: 5-11 класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап,2009

        4.

Өҫтәлмә әҙәбиәт исемлнге

  1. Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле.Тематик планлаштырыу” (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А.,Рәхмәтуллина З. Өфө, «Эдвис»  уҡытыу – методика үҙәге, 2011йыл нигеҙендә төҙөлдө
  2. .Башкирский учебный словарь с  грамматическим приложением.- СПб.6БХВ.- Петербург 2005.

  3. Хисаметдинова Ф.Г.,Муратова Р.Т. русско –башкирский, башкирско- русский словарь- Уфа: ”Маленький гений Башкортостана”, учебно методический центр”Эдвис”, 2010.

4 Русско –башкирский, башкирско- русский словарь. Башкирско русский разговорник.Уфа ГУЛР.Б.”Уфимский полиграф –комбинат”, 2009.

5.Әхмәтов М.Х. Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге.- Өфө:Китап, 2005.-224 с. Ураҡсин З.Ғ.Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.-яңыртылған, 2 -се баҫма.- Өфө: Китап, 2006.

6.Әбсәләмов З.З., Хажин В.И. Башҡортса- русса грамматик- орфографик һүҙлек: Рус мәктәбендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма.-Өфө: БКН,1993.

7.Башкиро- англо-русский словарь пословиц и поговорок /Авт.- сост. Надршина Ф.А., Зубаирова Э.М. Уфа: Китап, 2002.-160 с. Русско –башкирский словарь водных обьектов Р.Б./составители: Хисамитдинова Ф.Г. итд.-Уфа: Китап,2005.-

8.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

9.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

10.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И.   Мин  башҡортса   уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

11.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

12.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

13. Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

14. Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

15.Автор коллективы.Балалар әҙәбиәт антологияһы. Икенсе китап.Төҙөүсе Сафуан Әлибай.-Өфө:Китап, 1987.-320 бит.

      16..Ғәйнуллин М.Ф.,Хәсәйенов Ғ.Б. Совет Башҡортостаны яҙыусылары. Биографик        белешмә. Тулыландырған, төҙәтелгән ике баҫма.-Өфө:Китап.,1988

                          Интернет ресурстар :

1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home8 

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/ 

3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/ 

4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkorttele.livejournal.com/

 5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

6. www.edu.ru Федеральный портал "Российское образование"

7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ http://www.pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

 8. www.apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

 9. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ 10. www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

11. kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программное обеспечениедля школьников и учителей

12. window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам" 13. school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов.

Материаль-техник ҡулланмалар:

1. Компьютер

2. Интерактив таҡта

3. Мультимедиа проекторы

4. СD проигрыватель

6. Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

 7. Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

8. Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы

4.Уҡыу предметының йөкмәткеһе (Содержание учебного материала)

 Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

  • телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
  • телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
  • бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

 Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәрен һанап китәбеҙ:

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк бурыс.
  2.  Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып  өйрәнелә(интеграция)
  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

 Мәктәпкә барабыҙ (4 сәғәт).

Был тема буйынса 5-7 класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаҡында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-7 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.

  Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт(4 сәғәт)

Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында  мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.

 Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 4 сәғәт )

Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары      тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек  эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.

   Хеҙмәт төбө - хөрмәт (4 сәғәт )

Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.

   Ҡыш дауам итә(4 сәғәт )

 Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

   Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры (4 сәғәт)

  С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.

         Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! ( 3 сәғәт )

 Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.

          Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ.(2сәғәт )

 Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.  Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.

  Ай Уралым, Уралым...(5 сәғәт )    

Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 7- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ҡушымта 1

Контроль эштәр.  Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы. Система оценивания планируемых результатов)

   

     Эш төрө

Үткәрелеү

датаһы

Фактик дата

1

Контроль диктант.

Мул уңыш өсөн көрәш.                      

21.10

17.10

19.10

1

Инша.

Баш ҡалам.                                      

23.12

26.12

21.12

3

Үҙ аллы эш.

 

10.03

13.03

17.03

4

Контроль диктант

Башҡорт балы.

12.05

22.05

17.05

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • ижади эштәр башҡарыу(төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу, нөктәләр урынына тейешле хәрефтәр ҡуйып яҙыу);
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • бирелгән тексты өлөштәргә бүлеү, исемләү, план төҙөү, план буйынса йөйләү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар  төҙөү.
  1. Башҡорт теленең ағымдағы, симестр  йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.Уҡыу йылы башында инеү диктанты, симестр һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе симестрҙың беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

       Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

                                Баһалауҙың төп критерийҙары

Билдәләр

Йөкмәтке һәм телмәр

грамотлылыҡ

“5”

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.

Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

“4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһе 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин.

“3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин.

“2”

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата.

                               

 Ҡушымта 2

 Ҡушымта 2.  Календарь-тематик  планлаштырыу

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование) 

Кластар:   8а,б,в,г,д, класс

Эш прогаммаһы  34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

                                     

                                      8б                                                    8д

Iчетверть   -8 ч.                                        Iчетверть-8ч.                       Iчетверть-8 ч.                          

II четверть-8ч.                                            IIчетверть-8ч.                      IIчетверть-8 ч.

 III четверть- 11ч.                                   III четверть-11ч.                 IIIчетверть-10ч.

 IV четверть-7                                      IVчетверть-7                       IVчетверть-8ч.

                                                       

Iчетверть-8ч.        I четверть-8ч.

II четверть-7ч.                                            IIчетверть-7ч.

 III четверть- 11ч.                                   III четверть-11ч.                

 IV четверть-8                                      IVчетверть-8

                                 

Контроль эштәр иҫәбе

I

II

III

IV

итого

диктант

1

-

-

1

2

 изложение

-

-

-

-

-

инша

-

1

-

-

1

Үҙ аллы эш

-

-

1

-

1

   

                                       

Лексик тема

Грамматик тема

Һүҙлек

Дата

Иҫкәрмә

Беҙ мәктәпкә барабыҙ. Көҙ.( 17 сәғәт)

        Iт.-8г,8в кл.-19 с.

1.

Мәктәпкә барабыҙ.

Башҡорт алфавиты.

Тантаналы көн, шатлыҡ, ишек, һағыныу, аптырай, ашыға, ғорур йөҙ.

9.09

5.09

7.09

2.

Көҙ күренештәре.

Ҡылым.

Тәбиғәт,япраҡтар ҡойола,  болот, ҡоштар, һауа торошо

16.09

12.09

14.09

3

Б. Бикбай. “Туған тел.”

Ҡылым.

Тере шишмә, намыҫ,

хөрмәт итәм, хазина, халыҡ,ғәзиз

23.09

19.09

21.09

4.

Р.Ниғмәтуллин. “Тырышлыҡ”

Ҡылым.

Тырыш, ялҡау,

тырышлыҡ, аңлай, үтәй, тыңлай, һуңға ҡалмай

30.09

26.09

28.09

5.

Ф. Ғөбәйҙуллина. “Көҙ”

Һөйләм төрҙәре.

Иген урыу, мул уңыш, бесән,эҫкерт,илһам алам

турғай

7.1

3.10

5.10

6.

С.Муллабаев. “Көҙгө урман”

Логик баҫым. Фразеологик берәмектәр.

Ҡайын, шыршы, биҙәктәр, оҡшатмай,бүләк өләшеү.

14.10

10.10

12.10

7.

Контроль диктант.

Мул уңыш өсөн көрәш.

21.10

17.10

19.10

8.

Ә. Әхмәт-Хужа.

“Ҡояш”

Хаталар. өҫтөндә эш.

Юлдаш, ҡояш байый, нур сәсә, бейек, юғары, түбән

27.10

24.10

26.10

I c.-8а,б,в,г,д-8 с.

Өфө менән танышыу (4 сәғәт)

9.

Й. Солтанов.

“Өфө-беҙҙең баш ҡалабыҙ”

Ҡылым.

Мөһабәт, тирбәлә, яр башында,текә, сағыл.

11.11

7.11

9.11

10.

С. Садиҡова. “Өфө ни өсөн матур?”

Ҡылымдарҙың төҙөлөшө.

Йылмая, балҡый, ҡорос ат, яна йөрәк.

18.11

14.11

16.11

11.

Ҡаланың иҫтәлекле урындары.

Барлыҡ төшөнсәһе.

Тәбиғәт ҡомартҡылары,

25.11

21.11

23.11

12.

Орджоникидзе районы.

Ҡылымдарҙа заман төшөнсәһе.

Һомайғош, ҡасаба, нефть эшкәртеү

2.12

28.11

30.11

Хеҙмәт төбө - хөрмәт (4сәғәт)

13

Хеҙмәт төбө – хөрмәт.

Ябай һөйләм төрҙәре.

Намыҫлы хеҙмәт,

хөрмәт

9.12

5.12

7.12

14.

В.Моратова “Башҡорттар әрме хеҙмәтендә”

Эйә һәм хәбәр.

Хеҙмәт итеү,әрме, ҡатнашырға,

дәүләт сиге,һаҡларға,

тәьмин итергә,бөлгөнлөккә

төшөргән,әйләнеп ҡайта алмаған,

зәғифләнеп,дәртләндергән

16.12

19.12

14.12

15.

Инша.Баш ҡалам.

Килеп еткәнде һиҙмәй ҙә ҡалғанбыҙ, бармаҡ ҙурлыҡ, бәләкәй булһа ла, баҡтиһәң

23.12

26.12

21.12

II c.- 8в,г-7 с.

16.

Ә. Атнабаев.

 “Ҡара икмәк”

 Юҡлыҡ төшөнсәһе.

Ер аҫты, хазина, йәшмә, зөбәржәт

30.12

28.12

IIc.-8а,б, д-8 с.

Ҡыш дауам итә (4сәғәт)

17.

Ҡыш дауам итә.

Эйә һәм хәбәр.

Ҡыуаҡ, үҫентеләр һынау, туңа, тын ала. Көс туплай, бысҡы вағы

20.01

16.01

18.01

18.

Н.Нәжми. “Ҡыш”

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Ялан, ҡыр, баҫыу,хәл йыя, маһайып, хәлһеҙ, шикелле, ҡабат, ел ыжғыра

27.01

23.01

25.01

19.

С. Әлибаев. “Ҡышҡы урман”

Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.

Серле донъя, ниҙер, ынйы, ҡайын, сафлыҡ

3.02

30.01

1.03

20.

В. Сухомлинский. “Буран”

Һүҙлек менән эш.

Урман сите,кәбән,

табып алдым,һайрай

4.02

6.02

8.02

С. Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры” (4 сәғәт)

21.

С. Юлаев – башҡорт халҡының милли батыры

Аныҡлаусы.

Яу,тәрбиә,яугир,шәхес,кәрәш,етәксе,батыр,шағир

10.02

13.03

15.02

22.

Палдискиҙа Салауат музейы.

Аныҡлаусы.

Иҫтәлек,милли,тарих

17.02

20.02

22.02

23.

А.Кузнецов. “Салауаттан һорау алыу”.

Картина буйынса эш.

Үткерҡараш,ҡәнәғәт,рух,йөҙ,яза,һүрәтләнгән, һын, асыу.

24.02

27.02

1.03

24.

Салауат һәйкәле.

Аныҡлаусы.

Текә яр,ҡаҙаныш, күҙәтә,ышаныс, ижад итеү.

3.03

6.03

15.03

Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! (3 сәғәт)

25.

Үҙ аллы эш.

10.03

13.03

26

Йәмле яҙ килде.

Тултырыусы.

17.03

22.03

Ш с.- 8в,г,д-11с.

27.

Р. Ниғмәти. Ватан.

Аныҡлаусы

Ер кибә, умырзая, тәүге байрам, баш ҡалҡыта, гөрләй

24.03

3.04

5.04

III c.-8а,б-10 с.

Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ( 2 сәғәт)

28

Совет һалдаты.

 Хәлдәр.

Еңеү көнө, тыныслыҡ, фажиғә, һуғыш, ҡайғы, һәләк булған

7.04

10.04

12.04

29

М.Харис. Хат

Хәлдәр.

Борсолоулы уйҙар, йыйырсыҡтар, йәш түкмә, намыҫ, ғүмер бирҙе

14.04

17.04

19.04

Ай, Уралым, Уралым (5сәғәт)

30.

Урманды һаҡлайыҡ.

Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Юллана, туймаҫһың, йөрөй алмай,ашығалар

21.04

24.04

26.

31.

В. Исхаҡов. Талпан.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре.

Талпан. мәкерле дошман, бик ҡурҡыныс, зарарланып, ҡоҫтора, яралы урын

28.04

8.05

3.05

32.

Р.Ниғмәтуллин. Башҡортостан.

Грамматика буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Ҡалҡан, ырыҫ,ҡот. бүлгеләү, терәк, даулап

5.05

15.05

10.05

33.

Контроль диктант.

Башҡорт балы

12.05

22.05

17.05

34.

Йәмле йәй  етте.

  Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Күҙ яуын алырлыҡ, кәкүк уты, кәзә һаҡалы, баш ҡалҡыта

19.05

29.05

24.05

IVc.-8 а,б-7 с.

IV c.-8 в,г,д- 8 с.

 

                                 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс

Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...

5 класс өчен татар теленнән эш планы

Татарстан республикасы Азнакай муниципаль районы...