Башҡорт (дәүләт)теленән эш планы. 6 - сы класс (рус төркөмө)
календарно-тематическое планирование по теме

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Башҡорт теленән  эш планы. 6 - сы класс (рус төркөмө)

Скачать:


Предварительный просмотр:

Министерство образования Республики Башкортостан

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

лицей №3 МР Учалинский район РБ

«УТВЕРЖДЕНО»

Директор МБОУ лицей № 3

У.М. Яппаров      __________                            

Приказ № 341  от  «29» августа 2017 г.

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по учебно-воспитательной работе

Тимербаева Г.Ф. ______________  

«РАССМОТРЕНО»

на заседании ШМО

(протокол № 2  от 28 августа 2017  г.)

Руководитель  ШМО

Усманова Д.А.          __________

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по научно-методической работе

Мухамедьярова Э.Ф.    ___________

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА

Башкирский язык(государственный)

для учащихся 6 а,б,д классов

Организация-разработчик:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №3 МР Учалинский район Республики Башкортостан

Разработчик:

Тулябаева Назира Исламовна – учитель первой квалификационной категории

                                                                     

                                                                     Учалы    

                                                                     2017 г.

Йөкмәткеһе (Содержание)

1.Аңлатма яҙыу . (Пояснительная записка) -----------------------------------------------------------------

2. Уҡыу предметын  үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.

(Планируемые результаты освоения учебного предмета)

2.1. Уҡыу предметын  үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.

(Планируемые результаты освоения учебного предмета)        ----------------------------------------------

2.2.Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырған һөҙөмтәләргә өлгәшеү технологиялары һәм методтары.

(Педагогические технологии и методы достижения планируемых результатов в рамках учебного предмета )  --------------------------------------------------------------------------------------------------------------

2.3.Уҡыу предметының үтәлеү шарттары .

(Условия реализации учебного предмета) -----------------------------------------------------------------------

3.Уҡыу предметының йөкмәткеһе

3.1.Уҡыу предметының йөкмәткеһе. (Содержание учебного предмета) ----------------------------------

Ҡушымталар .(Приложения)

Ҡушымта 1.  Контроль эштәр (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы) --------------

Ҡушымта 2.  Календарь-тематик  планлаштырыу(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование) -----------------------------------------------------------------------------------------------------------

1.Аңлатма яҙыу . (Пояснительная записка)

 Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс - ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

                Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла.

-«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,

- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы,  

- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы,  

- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

                Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле.Тематик планлаштырыу” (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А.,Рәхмәтуллина З. Өфө, «Эдвис»  уҡытыу – методика үҙәге, 2011йыл нигеҙендә төҙөлдө.

                 Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Учалы ҡалаһы муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhы 3 –сө лицейының « Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына башҡорт телен  уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.(Общая характеристика предмета)

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

-Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

-Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

-Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

-Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекеренде әйтә һәм уны иҫбатлай белеү

-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;  

-Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;  

-Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү

.

Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

Танып белеү маҡсаты.

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

Үҫтереү маҡсаты.

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский).

Балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

-Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп- һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;  

-Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;  

-Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсат.

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

Белем биреү маҡсаты.

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4 йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5)үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.  

Ишетеп аңлау (аудирование):

 1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

 2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу; 4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

 5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.  

Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3) тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;

4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5) бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.  

Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2. матур яҙыу күнекмәләре;

3. байрам открыткалары яҙыу;

4. һүҙлек диктанты яҙыу.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө

 5 класта башҡорт теле һәм әҙәбиәте йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:  

-Һөйләшеү, аралашыу өсөн диалог темалары;

-Класта, өйҙә уҡыу өсөн әҙәби текстар;

-Фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материалдар;

-Уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;

-Уҡыусылар үҙләштерергә тейешле һүҙҙәр теҙмәһе.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

(Ценностные ориентиры содержания учебного предмета)

Башҡорт телен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә; сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

Уҡыу планында предметтың урыны(Место предмета в учебном плане)

Уҡыу планында 6-сы класта башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыуға

6 класта 34 сәғәт бүленгән (аҙнаһына 1 сәғәт, 34 уҡыу аҙнаһы).

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау (Результаты изучения обучающимися программы по предмету)

 Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;

-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй. Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.

2. Уҡыу предметын  үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.

(Планируемые результаты освоения учебного предмета)

2.1. Уҡыу предметын  үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.

(Планируемые результаты освоения учебного предмета)

Шәхси һөҙөмтәләр (Личностные результаты):

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре (метапредметные)

1.Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

2.Уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

3.Уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәрес ҡулланмаһы ,аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре (предметные)

1.Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу: - тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау; - текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү; - программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

 2.Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3.Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4.Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1.Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2.Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3.Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4.Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5.Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

 Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

-аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу; -элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

 -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

 уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

 -яҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; -башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Танып белеү сфераһы: -айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

-ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; -үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

 Эстетик сферала:

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Хеҙмәт сфераһында:

 -уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

2.2.Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырған һөҙөмтәләргә өлгәшеү технологиялары һәм методтары.

(Педагогические технологии и методы достижения планируемых результатов в рамках учебного предмета )

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре, алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ. 
   Тәжрибәле укытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. «Яңылыҡ асам» йәки «асыш яһайым» тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ. Дәрес шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел дәрестәре романтик, патриотик рухлы, «тылсымлы», «серле» булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта. 
   Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, «әҙәби вернисаж», «әҙәби кафе», «эште тикшереүселәр алып бара», «дәрес-аукцион» («белем баҙары»), «хәтер һынаш» («бәхетле осраҡ»), «дәрес-көс һынашыу», «дәрес-йыйын», «дәрес-лабиринт», «дәрес-хөкөм», «мөғжизәгә килә ышанғым», «ҡышҡы һабантуй», «лексик йәрминкә» һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел.
    Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, укыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш. Был һәр дәресте лә уйнап-көлөп, күңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, теге йәки был дәресте билдәле бер уйын ҡалыбына һалыу - ауыр эш. Уҡытыусы ошо уйын ҡағиҙәһенә ярашлы итеп дәрестең структураһын төҙөргә, уҡыусылар теманы үҙләштереүҙе эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр. Мәҫәлән, «лингвистик һабантуй» үткәргәндә, һабантуй программаһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола, тик улар тел дәрестәрендә өйрәнелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрелгән дәрестәрҙә һәр уҡыусының булдыҡлылығына юл асыу, ижади эҙләнеүҙәренә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр хәл ителә. Стандарт булмаған дәрестәрҙе киңерәк ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй, телгә һөйөү тәрбиәләй. 
  Уҡытыуҙың теге йәки был методтарын, формаларын, сараларын мотлаҡ ҡулланыуҙы көсләп тағырға ярамай, һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәтелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, «Серле ҡумта», «Тылсымлы сәскә», «Серле тоҡсай», «Кем күберәк?», «Һүҙҙәр үреү», «Китек диктант», «Кире-мире», «Йомаҡ ҡойошоу», «Мәҡәл әйтешеү» һ.б. шундай исемдәр менән, «донъяны таныу юлы» булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. «Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә», «телдең рухы» тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә», - тигән М. Горькийҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була. "Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этаптарын, һәр этаптың алдында торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар". Бәләкәйерәк синыфтарҙа Л.В.Петрановская классификацияһы буйынса уҡыу уйындарынан дидактик, лексик, грамматик уйындар, комбинаторлы уйындарҙан һүҙ менән эш итә торған кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, шарада, башватҡыстар ҡулланылһа, юғары синыфтарҙа аналитик, контекслы уйындар маҡсатҡа ярашлы файҙаланыла.Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау, һүҙҙәрҙе һөйләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда лексик уйындар ойоштороу отошло.

2.3.Уҡыу предметының үтәлеү шарттары .(Условия реализации учебного предмета)

Кабинеттың йыһазланылышы.

-уҡытыусының өҫтәле,ултырғысы;

-ике урынлыҡ парталар, һәр уҡыусыға етерлек;

-сәскәләр һауыты, информацион стенд;

-темаларға иллюстрацион материалдар, презентациялар;

Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты.

 1. Башҡорт теле .Тематик планлаштырыу. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5 – 11 кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Иҫәнғолова Г.А.,Рәхмәтуллина З. «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, Өфө, 2011 йыл

2. Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009

3. Башҡорт  теле: Уҡытыу рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     6-сы класы  уҡыусылары  өсөн  дәрес  ҡулланмаһы. Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.  Өфө : Китап, 2015.

Уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге.

1.Усманова М. Ғ.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

2.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

3.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео-әсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006 .

4.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

5.Әхтәмов М.Х.- Омонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап, 2006.

6.Әхтәмов М.Х.- Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге.-Өфө: Китап,1987.  

7.Ғәбитова З. М., Усманова М. Ғ.- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған  мәктәптәрҙең 5-се  класы өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр.-Өфө: Китап, 2003.

8.М.И. Баһауетдинова, Г.Н. Йәғәфәрова- Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу.-Өфө: Китап, 2009.

Материал-техник ҡулланмалар

видеомагнитофон

ноутбук

проектор

электрон дәреслек

телевизор  

                                       

Әҙәбиәт исемлеге

1. Башҡорт  теле: Уҡытыу рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     6-сы класы  уҡыусылары  өсөн  дәрес  ҡулланмаһы. Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.  Өфө : Китап, 2015.

2.Усманова М. Ғ., Ғәбитова З.М.- Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы: Рус мәктәптәренең 5-11-се клас уҡытыусылары өсөн ҡулланма.- Өфө: Китап, 2009.

3.Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

4.Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

5.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

6.Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

7.Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

8.Журналдар: «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат».

9.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.:

10.М.Ф. Үтәева-Башҡорт теле. Күнегеүҙәр.- Өфө: РФА ӨҒҮ ТТӘИ, 2007йыл.

Интернет ресурстар :

1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home8

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/

3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/

4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkorttele.livejournal.com/

 5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

6. www.edu.ru Федеральный портал "Российское образование"

7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ http://www.pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

 8. www.apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

 9. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ 10. www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

11. kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программноеобеспечениедля школьников и учителей

12. window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам" 13. school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов.

Материаль-техник ҡулланмалар:

1. Компьютер

2. Интерактив таҡта

3. Мультимедиа проекторы

4. СD проигрыватель

6. Баҫмапособиялар: таблицалар, портреттар.

 7. Ишетеп-күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

8. Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы

3.Уҡыу предметының йөкмәткеһе.

3.1.Уҡыу предметының йөкмәткеһе. (Содержание учебного материала)

 Беҙҙең мәктәп. Бөтәһе-5 сәғәт.

1 сентябрь- Белем көнө. Уҡыусыларҙың хеҙмәт көндәре башланыуы. Белем, тел тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Грамматика буйынса 1-5-се кластарҙа үткәндәрҙе ҡабатлау.Исем.Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәр.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

Башҡортостан ере буйлап. Бөтәһе –11 сәғәт.

Башҡортостан Республикаһы, уның тарихы, күренекле шәхестәре, байлыҡтары менән танышыу. Тема буйынса һөйләү телмәрен үҫтереү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе.Синоним. Антоним. Омоним.Ҡылым.Ҡылымдарҙың заман менән үҙгәреше. Ҡылымдарҙың һөйкәлеше.

Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел. Бөтәһе-3 сәғәт.

Ысын дуҫлыҡтың ҙур мәғәнәгә эйә булыуы,уны һаҡлай белеү.Дуҫлыҡ хаҡында әҫәрҙәр уҡыу,мәҡәлдәр табыу.Сифат.Сифат дәрәжәләре.

Ҡыш дауам итә. Бөтәһе-6 сәғәт.

Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәре.Текстар уҡыу ,шиғырҙар,һынамыштар ятлау,һөйләү һәм яҙыу телмәрен үҫтереү,һүҙ байлығын арттырыу.Алмаш.Алмаштарҙың төркөмсәләре.Алмаштарҙың килеш менән үҙгәреше.

Яҙ килә,яҙ. Бөтәһе-5 сәғәт.

Яҙ миҙгеленең үҙенсәлектәре. Яҙғы тәбиғәтте күҙәтеү.Осоп килеүсе ҡоштар тураһында һөйләшеү.1 май,9май  байрамдары.Рәүеш.Рәүештәрҙең төркөмсәләре.Рәүештәрҙең дәрәжәләре.

 

Йәмле йәй килә.Бөтәһе-4 сәғәт.

Йәйге тәбиғәт, уҡыусыларҙың йәйге ялы тураһында әңгәмә. Тема буйынса текстар уҡыу,шиғырҙар ятлау. Тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.

Һан. Һандарҙың төркөмсәләре.Уларҙың дөрөҫ яҙылышы.Грамматика буйынса 6-сы  класта  үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

                                                                                                   Ҡушымталар .(Приложения)

Ҡушымта 1.  Контроль эштәр (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы)

Контроль эштәр графигы.

1-се сирек

Сәғәттәр һаны

Программа буйынса

Фактик

1

 Ижади диктант. Башҡортостан.

1

16.10

25.10

2

Изложение.Өләсәйем.

1

14.12

20.12

3

Тәржемә эше.Ҡыш яҡынлаша.

1

5.03

21.03

4

Контроль диктант. Файҙалы үтһен ялың.

1

21.05

30.05

Ижади диктант.

Илем- Башҡортостан.

     Башҡортостан-бик бай ил. Унда нимәләр генә юҡ! Аҡ бүрекле тауҙар ҙа, ҡылғанлы киң яландар ҙа, көмөш  һыулы йылғалар ҙа, зәңгәр күлдәр ҙә, икһеҙ- сикһеҙ урмандар ҙа күп бында.

    Беҙ йәшәгән ерҙең ҡуйынындағы  байлыҡтарҙы  һанап бөткөһөҙ. Нефть һәм газ тиһеңме, күмер  һәм металл тиһеңме, алтын һәм баҡыр тиһеңме- бөтәһе лә бар был ерҙәрҙә.

    Шулай уҡ ҡиммәтле тиреле хайуандары, иҫ киткес балы менән дан ҡаҙанған Башҡортостан.

Изложение 

C:\Users\Пользователь\Desktop\контр раб по рп\2017_11_10\IMG_0006.jpg

Тәржемә эше

C:\Users\Пользователь\Desktop\контр раб по рп\2017_11_10\IMG_0010.jpg

Баһалауҙың төп критерийҙары (Критерии и нормы оценки знаний, умений и навыков обучающихся )

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Баһалауҙың төп критерийҙары

Билдәләр

Йөкмәтке һәм телмәр

грамотлылыҡ

“5”

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.

Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

“4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһе 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин.

“3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин.

“2”

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата.

Ҡушымта 2.  Календарь-тематик  планлаштырыу

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование)

Эш прогаммаһы  34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

1-се сирек- 6 а,б-7 с.; 6д-6с.;

2-се сирек- 6 а,б-8 с.;6д-7с.;

3-сө сирек- 6 а,б-10 с.; 6д-11с.;

4-се сирек-  6 а,б-9с.; 6д-10 с.

Контроль эштәр

1-се сирек

2-се сирек

3-сө сирек

4-се сирек

Бөтәһе

1

Диктант

1

1

2

2

Изложение

1

1

3

Тәржемә эше

1

1

Бөтәһе

1

1

1

1

4

Лексик тема

Грамматик тема

Программа буйынса

Фактик

Иҫкәрмә

1

Белем байрамы менән! Һаумы мәктәп!

Башҡорт теленең алфавиты.

4.09

6.09

2

Т.Ғәниева.

Беренсе сентябрь.

Һүҙ. Һүҙбәйләнеш.

Һөйләм.

11.09

13.09

3

Сентябрь- көҙҙөң беренсе айы.

Исем.Исемдәрҙең күплек  ялғауы.

1809

20.09

4

Р.Низамов.

Көҙ күренештәре.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

25.09

27.09

5

К.Кинйәбулатова.

Көҙҙәр еткәс.

Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше.

2.10

4.09

Башҡортостан ере буйлап. Бөтәһе –11 сәғәт.

6

Ватан.

В.Меос ижады.

Иншаға әҙерлек.

9.10

18.09

7

Ижади диктант.

Башҡортостан.

16.10

25.10

Ic.-6д-6 с.

8

Р.Бикбаев.

Салауат батыр һәйкәле.

 Хаталар өҫтөндә эш.Баҫым.

23.10

8.10

Ic.-6а,б-7 с.

9

Күренекле шәхестәр.

6.11

15.11

10

«Ҡайындар ниңә аҡ?» әкиәте.

Синонимдар.

13.10

22.11

11

Г.Юнысова.

Башҡортостан-дуҫлыҡ иле.

Антонимдар.

20.11

6.12

12

С.Юлаев.

Тыуған илем.

Омонимдар.

27.11

13.12

13

Изложение.

Өләсәйем

4.12

20.12

14

В.Сухомлинский.Мин-кеше.

Ҡылымдың юҡлыҡ формаһы.

11.12

27.12

II c.-6д-7 с.

15

Тыуған яғым

тәбиғәте.

Ҡылымдың үткән заманы.

18.12

17.01

16

Яҙыусы һәм ғалим Ж.Кейекбаев.

Ҡылымдың хәҙерге заманы.

25.12

24.01

II c.-6а,б-8 с.

         Дуҫлыҡ ҡәҙерен бел. Бөтәһе-3 сәғәт.

17

Дуҫлыҡ өсөн шул етәме?

Сифат.

15.01

31.01

18

Дуҫлыҡ ауыр саҡта һынала.

Сифат дәрәжәләре.

22.01

7.02

19

А.Йәғәфәрова.

Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар.

Сифат дәрәжәләре.

29.01

14.02

Ҡыш дауам итә. Бөтәһе-6 сәғәт.

20

Ҡышҡы тәбиғәт.

Алмаш.

5.02

21.02

21

Ҡоштар донъяһы.

Зат алмаштары

12.02

28.02

22

Ҡыш көнө.

Эйәлек алмаштары.

19.02

7.03

23

Н.Нәжми.Ҡыш.

Билдәләү,күрһәтеү алмаштары.

26.02

14.03

24

Тәрҗемә эше.

Ҡыш яҡынлаша.

5.03

21.03

III c.-6д-10 с.

25

Ҡарағай урманындағы иртә.

Юҡлыҡ алмаштары.

12.03

4.04

                                                 Яҙ килә,яҙ. Бөтәһе-5 сәғәт.

26

Р.Янбулатова.Ҡоштар ҡайта.

Рәүештәрҙең дәрәжәләре.

19.03

11.04

III c.-6 а,б-10 с.

27

Г.Юнысова.

Тәбиғәтте шулай яраталармы?

Рәүештәрҙең дәрәжәләре.

2.04

18.04

28

Ҡарға бутҡаһы.

Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

9.04

18.04

29

З.Биишева.Баҡсала.

Рәүештәрҙең дөрөҫ яҙылышы.

16.04

25.04

30

Еңеү көнө.

Һан.Ҡушма һандар

23.01

2.05

Йәмле йәй килә.Бөтәһе-4 сәғәт.

31

С.Хажиев.Июнь.

Һан төркөмсәләре.

30.04

16.05

32

Һабантуй.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

22.05

16.05

33

Контроль диктант.

Файҙалы үтһен ялың.

14.05

23.05

34

Тәбиғәт шифаханалары.

Хаталар өҫтөндә эш.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

21.05

30.05

IV c.-6а,б-8с.

IVс.-6д-10с

                                     

 


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс

Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...

Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 7 класс. Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат.

Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат. Ши1ыр2ы4 й5км9тке8ен 72л9штере7.                   У3...

Башҡорт (дәүләт) теленән КТП, 5 класс

Башҡорт (дәүләт) теленән 5-се кластар өсөн КТП, аҙнаһына 1 сәғәт...

Иярчен кисәкләрне кабатлау темасына татар теленнән план-конспект.

7 нче сыйныфта үткәреләчәк татар теледәресенең үрнәк планы һәм конспекты....