Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 7- се класс.
календарно-тематическое планирование на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 7- се  класс. 

Скачать:


Предварительный просмотр:

                                Министерство образования Республики Башкортостан

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

лицей №3 МР Учалинский район РБ

                             

«УТВЕРЖДЕНО»

Директор МБОУ лицей № 3

У.М. Яппаров      __________                            

Приказ № 341«29» августа 2017 г.

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по учебно-воспитательной работе

Тимербаева Г.Ф. ______________  

«РАССМОТРЕНО»

на заседании ШМО

(протокол № 2   от 28 августа 2017  г.)

Руководитель  ШМО

Усманова Д.А.          __________

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по научно-методической работе

Мухамедьярова Э.Ф.    ___________

                                                   

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА

 Родной башкирский язык и литература

для учащихся7 г  класса

Организация-разработчик: 

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №3 МР Учалинский район Республики Башкортостан

Разработчик:

Тулябаева Назира Исламовна – учитель первой квалификационной категории

                                                                       Учалы

Йөкмәткеһе (Содержание)

1.Аңлатма яҙыу . (Пояснительная записка) ---------------------------------------------------------

2. Уҡыу предметын  үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.

(Планируемые результаты освоения учебного предмета)

2.1. Уҡыу предметын  үҙләштереүҙә планлаштырылған һөҙөмтәләр.

(Планируемые результаты освоения учебного предмета)        --------------------------------------

2.2.Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырған һөҙөмтәләргә өлгәшеү технологиялары һәм методтары.

(Педагогические технологии и методы достижения планируемых результатов в рамках учебного предмета )  -----------------------------------------------------------------------------------------

2.3.Уҡыу предметының үтәлеү шарттары .

(Условия реализации учебного предмета) ---------------------------------------------------------------

3.Уҡыу предметының йөкмәткеһе

3.1.Уҡыу предметының йөкмәткеһе. (Содержание учебного предмета) --------------------------

Ҡушымталар .(Приложения)

Ҡушымта 1.  Контроль эштәр (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы) ----

Ҡушымта 2.  Календарь-тематик  планлаштырыу(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование) -------------------------------------------------------------------------------

                                                             

1. Аңлатма яҙыу (Пояснительная записка)

        Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. БашҡортостанРеспубликаһының мәғариф системаһы алдындаҡуйылған төп бурыс – ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

 Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙеңI-IX  кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М.,    Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008. 

Башҡортостан  Мәғариф  Министрлығы  тарафынан  тәҡдим  ителгән  программа  Учалы ҡалаһы   муниципаль  бюджет  дөйөм  белем  биреү  учреждениеhы 3-сө лицейының  « Уҡыу  планы»на  ярашлы  рәүештә тормошҡа  ашырыла

Урыҫ телле мәктәптәрҙә башҡорт балаларына туған телде уҡытыу маҡсаты күп яҡлы, һәм ул бер нисә аспекттан тора:

1. Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмғиәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.

2. Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.

3. Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4. Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5. Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле шәхестәре, йолалары, тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

6. Бөтә һаналғандарға таянып, башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға патриотик һәм интернациональ тәрбиә биреү.

 Күренеүенсә, тәҡдим ителгән программа башланғыс кластарҙа башҡорт телен өс йүнәлештә өйрәнеүҙе - башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу,башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү, бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәнеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ милли тәрбиә тураһында ла проблема күтәрелә.

Программаның педагогик (методик) нигеҙҙәре.

(Общая характеристика предмета)

Рус мәктәптәрендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыу программаһы дөйөм педагогик (методик) талаптарға, принциптарға нигеҙләнә.

Улар түбәндәгеләргә ҡайтып ҡала:

-Өйрәнелгән материалды анализлау, сағыштырыу, предметтарҙы ниндәйҙер билдәләре буйынса классификациялау, дөйөмләштереү;

-Предметтарҙың төп үҙенсәлектәрен айыра, аңлата белеү;

-Уҡыусыларға әхләҡи һәм эстетик тәрбиә биреү;

-Предметҡа, күренешкә ҡарата үҙ фекерендә әйтә һәм уны иҫбатлай белеү

-Уҡытыуҙы коммуникатив йүнәлештә алып барыу;

-Башҡорт теле системаһының бөтә кимәлдәрен (фонетик, лексик, морфологик, синтаксик, стилистик, пунктуацион) иҫәпкә алыу һәм практик файҙаланыу;  

Телмәр эшмәкәрлеген бөтә төрҙәре өҫтөндә эшләү;  

Предмет-ара бәйләнеш, тарих, сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт, халыҡ ижады һәм традицияларына нигеҙләнеп өйрәнеү.Этно-мәҙәни белем биреү.

 Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

Танып белеү маҡсаты.

Уҡыусылар башҡорт халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш. Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

Үҫтереү маҡсаты.

Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

-Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп- һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;  

-Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;  

-Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);

- Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.

Тәрбиәүи маҡсат.

Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

Белем биреү маҡсаты.

Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4 йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5)үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.  

Ишетеп аңлау (аудирование):

 1) уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;

 2) әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;

3) тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу; 4) әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;

 5) аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.  

Уҡыу телмәрен үҫтереү:

1) аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;

2) текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;

3) тексты үҙаллы аңлыуҡыу;

4) унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;

5) бәләкәй күләмл ешиғырҙарҙы яттан һөйләү.  

Яҙыу телмәрен үҫтереү:

1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;

2. матур яҙыу күнекмәләре;

3. байрам открыткалары яҙыу;

4. һүҙлек диктанты яҙыу.

2.Уҡыу предметында планлашырған  һөҙөмтәләр (Планируемые результаты освоения учебного предмета)

2.1.Уҡыу предметында планлашырған һөҙөмтәләр (Планируемые результаты освоения учебного предмета)

Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен белеү; ятлау өсөн тәҡдим ителгән өҫәрҙәрҙе яттан һөйләй белеү;

Яҙыусы ижад иткән художестволы картиналарҙы уйлап күҙ алдына баҫтырыу; эпик һәм лирик әҫәрҙәрҙе айыра белеү;

Тәҡдим ителгән художестволы әҫәрҙәрҙе аңлы һәм тасуири уҡыу; ҙур булмаған әҫәрҙәрҙе, өҙөктәрҙе һөйләй белеү;

Йәмғиәт тормошонда телдең роле; туған телдеңәһәмиәте; телдең морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө менән танышыу.

Ижади диктанттар, изложениелар һәм иншалар яҙыу.

             Бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү; өйрәтеү

               характерындағы    изложение,иншалар яҙыу; яҙғанды

               элементар формала камиллаштыра алыу.

Уҡыусыларҙың предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

(Требования к уровню подготовки обучающихся по предмету)

Шәхси һөҙөмтәләр (Личностные результаты):

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре (метапредметные)

1.Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

2.Башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

3.Уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре (предметные)

1.Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу: - тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау; - текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү; - программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

 2.Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3.Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4.Текстыкүсерепяҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙеижеккәбүлеү, юлданюлғакүсереү.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1.Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2.Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3.Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4.Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5.Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

 Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

-аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу; -элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

 -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

 уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

 -яҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; -башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы: -айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

-ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; -үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү. Г. Эстетик сферала: -башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

 -уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

 Г. Эстетик сферала:

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

 -уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

2.2.Уҡыу предметын үҙләштереүҙә планлаштырған һөҙөмтәләргә өлгәшеү технологиялары һәм методтары.

(Педагогические технологии и методы достижения планируемых результатов в рамках учебного предмета )

Уҡыусыларҙа тормошҡа яңыса ҡараш формалаштырыуҙа дәрестәрҙе педагогик, методик талаптарға яуап бирерлек итеп ойоштороу өсөн уҡытыуҙың эффектив формаларын, метод һәм алымдарын эҙләргә, табырға, уңышлыларын практикаға индерергә кәрәк. Балаларҙың танып белеү күнекмәләрен, үҙ аллы эшләргә өйрәнеү активлығын, телмәр эшмәкәрлеген һәм ижади фекерләүен үҫтерергә ярҙам иткән методтар, ысулдар, саралар күптән билдәле, эҙләнеү өсөн урын да юҡ кеүек. Ә бына үҙең генә уйлап тапҡан, бала күңеленә дәрт биргән, киләсәккә әйҙәүсе хыял ҡанаттары үҫтергән, уйнатҡан, уйлатҡан эш төрҙәре, алымдар һәр уҡытыусының ижад лабораторияһында аҫыл таштар кеүек балҡып торасаҡ, оҫталыҡ мәктәбенең табыштары буласаҡ. 
   Тәжрибәле укытыусылар өсөн методикалағы ҡайһы бер алымдар, ысулдар үтә ябай булып күренергә лә мөмкин. «Яңылыҡ асам» йәки «асыш яһайым» тип, дәрес һайын бер методты, системаны тикшереп, тәжрибә үткәреү менән мауығырға ярамай. Дәрестең темаһына, маҡсатына, төрөнә, уҡыусыларҙың йәш үҙенсәлегенә, белем кимәленә тап килерлек, программа материалын һөҙөмтәле үҙләштерергә ярҙам итерлеген һайлап алыу отошло буласаҡ. Дәрес шәхес күңелен ҡуҙғатырлыҡ, уның иң нескә тойғоларына тәьҫир итерлек булһын өсөн уҡытыусы уҡыусының аҡылын, фекерен үҫтереү өсөн йүнәлеш биреүсе, күрһәтеүсе ролен үтәргә тейеш. Тел дәрестәре романтик, патриотик рухлы, «тылсымлы», «серле» булһа, уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу арта. 
   Серлелек төрлө юлдар менән булдырыла. Ябай ғына эш төрҙәренә, дәрестәргә мауыҡтырғыс исемдәр биреү ҙә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра. Мәҫәлән, «әҙәби вернисаж», «әҙәби кафе», «эште тикшереүселәр алып бара», «дәрес-аукцион» («белем баҙары»), «хәтер һынаш» («бәхетле осраҡ»), «дәрес-көс һынашыу», «дәрес-йыйын», «дәрес-лабиринт», «дәрес-хөкөм», «мөғжизәгә килә ышанғым», «ҡышҡы һабантуй», «лексик йәрминкә» һ.б. Эш, әлбиттә, исемдә генә түгел.
    Дәрестең йөкмәткеһе, формаһы, ҡулланылған алымдары уның есеменә тап килеп, укыусыларҙа белемгә ынтылыш тәрбиәләргә тейеш. Был һәр дәресте лә уйнап-көлөп, күңел асып ҡына үткәреү тигәнде аңлатмай. Киреһенсә, теге йәки был дәресте билдәле бер уйын ҡалыбына һалыу - ауыр эш. Уҡытыусы ошо уйын ҡағиҙәһенә ярашлы итеп дәрестең структураһын төҙөргә, уҡыусылар теманы үҙләштереүҙе эҙләнеп, көс түгеп башҡарырға тейешлекте белдерә был ижади дәрестәр. Мәҫәлән, «лингвистик һабантуй» үткәргәндә, һабантуй программаһына бәйле ярыш-уйындар ойошторола, тик улар тел дәрестәрендә өйрәнелә торған программа материалы нигеҙендә төҙөлә. Яңы һәм традицион дәрестәрҙең яңы варианттары формаһында үткәрелгән дәрестәрҙә һәр уҡыусының булдыҡлылығына юл асыу, ижади эҙләнеүҙәренә ярҙам итеү, ҡыҫҡаһы, тормошта үҙ урынын таба алырҙай йәштәр тәрбиәләү кеүек мәсьәләләр хәл ителә. Стандарт булмаған дәрестәрҙе киңерәк ҡулланыу уҡыусыларҙы ижади эшмәкәрлеккә әйҙәй, телгә һөйөү тәрбиәләй. 
  Уҡытыуҙың теге йәки был методтарын, формаларын, сараларын мотлаҡ ҡулланыуҙы көсләп тағырға ярамай, һәр дәрес алдынан өйрәнеләсәк материалға уҡыусы күҙе менән ҡарай белергә кәрәк. Хәҙерге ваҡытта тел практик маҡсаттан йәки функциональ күҙлектән сығып өйрәнелә. Телгә өйрәтеүҙең төп маҡсаты - телмәр үҫтереүҙең һәр бер төрөнә - һөйләшергә, тыңларға, уҡырға, яҙырға өйрәтеү. Ҡағиҙәне күпме генә уҡыһаң да, телгә өйрәтеп булмай, шуға ла матур һөйләмдәр, төҙөк текстар аша телдең һығылмалығын, мөмкинлектәрен күрһәтеү өсөн уйындар, мауыҡтырғыс күнегеүҙәр, төрлө ҡыҙыҡтырырлыҡ саралар дәрестә урын алырға тейеш. Уҡытыусы өйрәтелергә тейешле материалдың йөкмәткеһенә ҡарап төрлө уйындар һайлап, уларға төрлө ҡыҙыҡһындырырлыҡ исемдәр ҙә бирә. Мәҫәлән, «Серле ҡумта», «Тылсымлы сәскә», «Серле тоҡсай», «Кем күберәк?», «Һүҙҙәр үреү», «Китек диктант», «Кире-мире», «Йомаҡ ҡойошоу», «Мәҡәл әйтешеү» һ.б. шундай исемдәр менән, «донъяны таныу юлы» булған ҡыҙыҡлы уйындарҙы, аҡыл эшмәкәрлеген һәм эҙләнеүҙе талап иткән һорау һәм мәсьәләләрҙе файҙаланырға кәрәк. «Бала тик уйында ғына туған телдең нескәлектәренә өйрәнә», «телдең рухы» тип атап йөрөткән нәмәне үҙләштерә», - тигән М. Горькийҙың һүҙҙәре менән килешмәү мөмкин түгел. Уйын аша уҡыусыны туған тел серҙәренә еңел генә үҙенсәлекле юл менән алып инеп була. "Метод һәм алымдарҙы һайлағанда уҡытыусы һәр саҡ дәрестең этаптарын, һәр этаптың алдында торған маҡсаттарҙы күҙ алдында тоторға тейеш. Методтар, алымдар ошо маҡсатҡа йүнәлтелгәндә генә уҡытыусы ҡулында еңел инструмент була алалар". Бәләкәйерәк синыфтарҙа Л.В.Петрановская классификацияһы буйынса уҡыу уйындарынан дидактик, лексик, грамматик уйындар, комбинаторлы уйындарҙан һүҙ менән эш итә торған кроссвордтар, чайнвордтар, ребус, шарада, башватҡыстар ҡулланылһа, юғары синыфтарҙа аналитик, контекслы уйындар маҡсатҡа ярашлы файҙаланыла.Яңы һүҙҙәргә аңлатма биреү, һүҙҙәрҙе тематик принципта туплау, һүҙҙәрҙе һөйләмдә ҡулланыу кеүек эштәрҙе башҡарғанда лексик уйындар ойоштороу отошло.

2.3.Уҡыу предметының үтәлеү шарттары .(Условия реализации учебного предмета)

Кабинеттың йыһазланылышы.

-уҡытыусының өҫтәле,ултырғысы;

-ике урынлыҡ парталар, һәр уҡыусыға етерлек;

-сәскәләр һауыты, информацион стенд;

-темаларға иллюстрацион материалдар, презентациялар;

 

 Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик     комплекты:

1. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте:.Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се класы  өсөн.Авторҙары:  Хөснөтдинова Ф. Ә, Тикеев Д. С., Ғафаров Б.Б.,Өфө, Китап.2010 йыл.

2.Башҡорт теленән диктант һәм изложениелар йыйынтығы. М.Ғ.Усманова, З.М.Ғәбитова.Өфө, 2009 йыл.

3.Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр. Ҙ.М.Ғәбитова, Х.А.Толомбаев. Өфө, 2006.

4.Әҙәбиәт уҡытыуҙа баларҙың ижади һәләтен үҫтереү. И.Ә.Шарапов.Өфө, 1995 .

5. Төп дөйөм белем биреү буйынса өлгө программалар. Башҡорт теле 5-9 класс. З.М.Ғәбитова. Өфө.Китап. 2012.

6.Грамматика башкирского языка.М.Г.Усманова.Уфа.Китап .2012 год.

7. Ғафаров Б.Б.Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. –Өфө :Китап.2008.

кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ., Тикеев Д.С.

9.Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.

10.Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

11.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.

Китап, 2006 .

12.Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

Өфө:Китап.1996 йыл.

Дәрескә әҙерләнеү өсөн кәрәкле әҙәбиәт. Һүҙлектәр.

Алтон С.Доннелли.Завоевание Башкирии Россией 1552-1740. - Уфа, 1995.

Акманов И.Г.Башкирские восстания. – Уфа,1993.

Аслаев Т.Х.,Исламғолов Ы.Ә.Уйнат,уйлат баланы.- Өфө,1987.

Асфандияров А.З. История сел и деревень Башкирской АССР. Книга 1-6. - Уфа, 1990.

Байымов Б.С. Ал гармуның,әйт таҡмағың. - Өфө,1993.

Балалар әҙәбиәте антологияһы. - Өфө,1987.

Башҡорт халыҡ ижады.Йырҙар һәм көйҙәр / Төҙөүсеһе Р.Сөләймәнов.- Өфө,1985.

Башҡорт халыҡ ижады.Йомаҡтар./ Төҙөүсеһе Ф.Надршина.- Өфө,1979

Башҡорт халыҡ ижады. Риүәйәттәр, легендалар. /Төҙөүсеһе Ф.Надршина .- Өфө, 1980

Башҡорт халыҡ музыка ҡоралдары.Реклама буклеты/ Төҙөүсеһе Ю.Ғәйнетдинов һ.б.1989. Башҡортостан.Краткая энциклопедия. – Уфа,1996.

Бикҡужина Т.Ә.Башҡорт теленән синыфтан тыш эштәр. - Өфө, 1991.

Бураҡаев И.Д., Бураҡаева М.С., Юлмөхәмәтов М.Б. Тормош һабаҡтары. - Өфө, 1994. Буранғолов.М. Сәсән аманаты. - Өфө, 1995.

Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. – Өфө, 1993.

Ғүмәров В. Тыуған яҡтың шифалы үҫемлектәре. - Өфө, 1996.

Ғәләүетдинов И.Ғ. Балалар фольклоры. - Өфө, 1994.

Ғәләүетдинов И.Ғ.,Ураҡсин Р.Б. Балалар фольклоры. - Өфө, 1996.

Ишбирҙин Э.Ф. Башҡортостан ҡоштары. - Өфө, 1986.

Йәнтурин С.Үҫемлектәр донъяһына сәйәхәт. - Өфө, 1990.

КузеевР.Г.,БикбулатовН.В.,Шитова С.Н. Декоративное ткачество башкирского.народа.1979.

Кузеев Р.Г. Происхождение башкирского народа. – М.,1974. Культура и быт башкир. – Уфа,1978. МажитовН.,Султанова А. История Башҡортостана с древнейших времен до 16 века. 1994.

Мурат Аджи. Полынь половецкого поля. – М., 1994.

Мусин М. Ял сәғәттәрендә.

Нагаева Л. Башкирская народная хореография. – Уфа, 1995.

Псәнчин В.Ш.Сәләм һиңә, Башҡортостан.Шиғырҙар йыйынтығы. - Өфө,1984.

Рассказы по истории Башҡортостан. – Уфа, 1992.

Садиҡов Ғ. Әйтелмәгән әйтемдәр. - Өфө, 1992.

Сидоров В. По следам Салавата. – Уфа,1988.

Сөләймәнов Ғ. Башҡорт ҡумыҙы // Башҡортостан ҡыҙы, 1973,һ 5.

Сөләймәнов Ғ. Ҡурай.- Өфө, 1985.

Толомбаев Х.А. һ.б. Тылсымлы бүләк. - Өфө, 1995.

Толомбаев Х.А. Уҡыусының телмәр культураһын үҫтереү.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә уҡыусылырҙың танып белеү эшмәкәрлеген активлаштырыу.1983.

Ураҡсин З.Ғ. Тел күрке. - Өфө, 1988

Ураҡсина Р. Тәмле-тәмле-тәмлекәс. - Өфө, 1996.

Хисаметдинова Ф.Г., Эрсен-Раш М., Ураҡсин З.Г. Учим башкирский язык. – Уфа, 1997. ХисаметдиноваФ.Г.Башкирский язык для начинающих. – Уфа,1991.

ХәйҙәровХ.Туййолалары. - Өфө, 1991.

Шитова С.Н. Башкирская народная одежда. – Уфа, 1995.

Шәкүр Р. Сыңрауторналар иле. - Өфө, 1996.

Шәкүр Р. Арҙаҡлы башҡорттар. - Өфө,1998.

Шәкүр Р. Исемдәрҙә - ил тарихы. - Өфө, 1993.

Дәрес өсөн һүҙлектәр

Аҙнағолов Р.Ғ. Башҡортса - русса мәктәп һүҙлеге. - Өфө: Китап, 1998. – 231 бит .

Башҡорт теленең диалекттары һүҙлеге. - Өфө, 2002. - 430 бит.

Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томда.1 том.А-М.- 862 бит. 2 том.Н-Я.- 815 бит. –

М.: “Русский язык”.1993. Башҡортса-русса һүҙлек.-

М.: “Диагора”, “Русский язык”. 1996. - 865 бит.

Башҡортса-русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге //Төҙөүсеһе И.Ғарипов. - Өфө, 1994. Зәйнуллина Г.Д. Русса-башҡортса лингвистик терминдар һүҙлеге. - Өфө, 1991. – 185 бит. КильдибековаТ.А.,Гафурова Г.В.,КинзябаеваН.Н.,Усманова М.Г. Русско-башкирский функционально-когнетивный учебный словарь (сфера думать и говорить). – Уфа, 2002. КильдибековаТ.А.,Гафурова Г.В.,КинзябаеваН.Н.,Усманова М.Г. Русско-башкирский функционально-когнетивный учебный словарь (сфера жить). – Уфа, 2003. – 73 с.

СаяховаЛ.Г.,Усманова М.Г. Башкирско-русский и русско-башкирский учебный словарь с грамматическим приложением.- Санкт-Петербург,1999. – 220 с. Переиздан в 2002 г.

Саяхова Л.Г., Сахипова З.Г., Ураҡсин З.Г., Асадуллина Ф.Ф. Рус-баш. учебный словарь. – Уфа,1986. Словарь топонимов Башкирской АССР.Башҡорт АССР-ының топонимдар һүҙлеге. – 1980

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. - Өфө: Китап,1996. - 289 бит.

Ураҡсин З.Г. Краткий русско-башкирский словарь. – Уфа: Китап, 1994. - 312 бит.

Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең синонимдар һүҙлеге. - Өфө,1985.

Усманова М.Ғ. Башҡорт теленең синоним ҡылымдары һүҙлеге. - Өфө, 2000.- 175 бит

Усманова М.Ғ. Башҡорт ҡылымдарының башҡортса-урыҫса аңлатмалы идеографик һүҙлеге (телмәр ҡылымдары нигеҙендә). 1 – се киҫәк. - Өфө,2002. - 130 бит.

Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең омонимдар һүҙлеге. - Өфө, 1966.- 141 бит.

Әхтәмов М.Х. Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге. - Өфө,1973.- 148 бит

Интернет ресурстар :

1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка - http://tel.bashqort.com/home8 

2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы - http://ostaz.ru/ 

3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/ 

4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkorttele.livejournal.com/

 5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики Башкортостан

6. www.edu.ru Федеральный портал "Российское образование"

7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ http://www.pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики Башкортостан

 8. www.apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной переподготовки работников образования

 9. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ 10. www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова

11. kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программное обеспечениедля школьников и учителей

12. window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам" 13. school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов.

Материаль-техник ҡулланмалар:

1. Компьютер

2. Интерактив таҡта

3. Мультимедиа проекторы

4. СD проигрыватель

6. Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.

 7. Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.

8. Уҡыу- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы

 

 Материаль-техник ҡулланмалар.

телевизор;

видеомагнитофон;

магнитофон;

мультимедиапроектор;

электрон таҡта.

       3.Уҡыу предметының йөкмәткеһе(Содержание учебного предмета)

Башҡорт телен уҡытыуҙың икенсе баҫҡысы 5-9-сы кластарға тура килә. Уның маҡсаты - башланғыс кластарҙа алған белем һәм күнекмәләрҙе икенсе баҫҡыс талаптарына ярашлы практик йүнәлештә тәрәнәйтеү, башҡорт теленеңөндәр системаһы, лексик байлығы, морфологик категориялары һәм синтаксик төҙөлөшө тураһында белем биреү.

Теле барҙың иле бар. (3 сәғәт)

Йырҙар.(1 сәғәт)

Алтын көҙ.(1 сәғәт)

Уҡыу белем шишмәһе.(3 сәғәт)

Хеҙмәте юҡтың -хөрмәте юҡ.(2 сәғәт)

Башҡортостан-ғәзиз ерем.(2 сәғәт).

Эх, күңәлле яҙ килә.(1 сәғәт)

Тел- тере шишмә. (4  сәғәт)

Фонетика, һүҙьяһалыш һәм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.(2 сәғәт)

Ҡылым һөйкәлеше.(5 сәғәт)

Ҡылым төркөмсәләре.(4 сәғәт)

Рәүеш.(2 сәғәт)

Ярҙамсы һүҙ төкөмдәре. (4 сәғәт)

                                                                             

                                                                       Ҡушымталар .(Приложения)

Ҡушымта 1.  Контроль эштәр (Приложение 1. Контрольно-измерительные материалы)

1

Контроль диктант.Үрләү

18.10

2

Инша. Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда.

13.12

3

Контроль диктант. Ағиҙел.

14.03

4

Ә. Лотфуллин “ Оҙатыу” картинаһы буйынса инша.

            10.05

C:\Users\Пользователь\Desktop\контр раб по рп\2017_11_11\IMG.jpg

C:\Users\Пользователь\Desktop\контр раб по рп\2017_11_11\IMG_0001.jpg

                                                                                                                                       

Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау

                                                                                                                                     

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү  характерында була. Уларға түбәндәгеләр инә:

-башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;

-тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);

-дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;

-һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар яҙыу,

-тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар төҙөү.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөнуҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбеләүткәреү тәҡдим ителмәй.Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙмаэштәренә ҡарап баһалана.

Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

Баһалауҙың төп критерийҙары

Билдәләр

Йөкмәтке һәм телмәр

грамотлылыҡ

“5”

1. Эштең йөкмәткеһе темаға тулыһынса тап килә.

2. Фактик хаталар юҡ.

3. Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле асыла.

4. Эштең һүҙлеге бай.

5. Стиль һәм мәғәнәүи яҡтан текст камил.

Эштә йөкмәткеһе яғынан – 5 һәм телмәре яғынан 5 кәмселек булыуы мөмкин.

3 орфографик, 3 пунктуацион йә 4 грамматик хата булыуы мөмкин.

“4”

1. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә темаға тура килә (бер ни тиклем ситкә тайпылыштар бар).

2. Йөкмәтке дөрөҫ, ләкин ҡайһы бер фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Фекер ебендә бер ни тиклем эҙмә-эҙлелек боҙолған.

4. Ҡайһы бер осраҡта һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хата китеүе мөмкин.

5. Эштең стиле уҡ төҙөк һәм мәғәнәле. Дөйөм алғанда, эштең йөкмәткеһе 8 һәм телмәрендә 8 кәмселек булыуы булыуы мөмкин.

7 орфографик, 6 пунктуацион йәки 2 орфографик, 13 пунктуацион хата булыуы мөмкин. Шулай уҡ 5 грамматик хата булыуы мөмкин.

“3”

1. Эш теманан байтаҡ ҡына ситкә тайпылған.

2. Эштең йөкмәткеһе нигеҙҙә дөрөҫ, ләкин фактик, һөйләм төҙөлөшөндә хаталар бар.

3. Эҙмә-эҙлелек тулыһынса һаҡланмай, һүҙҙәрҙең ҡулланылышында хаталар бар.

4. Эштә йөкмәткеһе яғынан – 15, телмәре яғынан 15 хата булыуы мөмкин.

10 орфографик, 13 пунктуацион, шулай уҡ 8 грамматик хата булыуы мөмкин.

“2”

1. Эш теманы асмай.

2. Бик күп фактик, һүҙҙәр ҡулланылышында хаталар ебәрелгән.

3. Эштең бөтә өлөштәрендә лә фекерҙең эҙмә-эҙлелеге боҙолған, һөйләмдәр урынлы ҡулланылмаған, бәйләнеш юҡ.

4. Эштең йөкмәткеһендә - 20, телмәрендә 20-нән күберәк хата ебәрелгән.

12-15 орфографик, 10 пунктацион, 12 грамматик хата.

 Ҡушымта 2.  Календарь-тематик  планлаштырыу

(Приложение 2. Календарно-тематическое планирование)

                     

Эш прогаммаһы  34 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 1 сәғәт)

1-се сирек- 7 г-8 с.;

2-се сирек- 7 г.-8 с. ;

3-сө сирек- 7г- 10 с.;

4-се сирек-   7г-8 с.;

Контроль эштәр

1-се сирек

2-се сирек

3-сө сирек

4-се сирек

Бөтәһе

1

Диктант

1

1

2

2

Инша

1

1

2

Бөтәһе

1

1

1

1

4

Дәрес темаһы

Дата

Фактик дата

Иҫкәрмә

1

Фонетика, һүҙьяһалыш һәм морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

6.09

2

Үҙ аллы һәм  ярҙамсы  ҡылымдар.

20.09

Ҡылым һөйкәлеше.

3

Ҡылым һөйкәлеше. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының заман менән үҙгәреше.

4.10

4

Контроль диктант.Үрләү

18.10

I c.-4 с.

5

 Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдары.

8.11

6

Теләк һөйкәлеше ҡылымдары.

22.11

7

Шарт һөйкәлеше ҡылымдары.

6.12

Ҡылым төркөмсәләре.

8

Исем ҡылым. Исем ҡылымдарҙың яһалышы.

20.12

II c.-4 c.

9

Сифат ҡылым.Сифат ҡылымдарҙың заманы.

17.01

10

Уртаҡ ҡылым.

31.01

11

Хәл ҡылым.

14.02

12

Рәүеш. Рәүеш төркөмсәләре. Рәүеш дәрәжәләре.Уларҙың яһалышы.

28.02

13

Контроль диктант.Ағиҙел.

14.03

Ярҙамсы һүҙ төркөмдәре.

III c.-5 c.

14

Теркәүестәр.Уларҙың төрө, яһалышы.

4.04

15

Киҫәксәләр. Киҫәксәләрҙең бүленеше, дөрөҫ яҙылышы.

18.04

16

Мөнәсәбәт һүҙҙәр.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

2.05

17

Ымлыҡтар.Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

16.05

IV c.-4 c.

Дәрес темаһы

Дата

Фактик дата

Иҫкәрмә

Теле барҙың- иле бар.

1

Халыҡ ижады. Тылсымлы әкиәттәр. “Алтын алма”. Гипербола.

13.09

2

Тормош- көнкүреш әкиәттәре. “Алтын тамсы”.

27.09

3

Риүәйәт һәм легенда тураһында төшөнсә.”Етегән йондоҙ”, “Ай менән Зөһрә”.

12.10

Йырҙар

4

 Йыр тураһында төшөнсә.Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. “Колой кантон”, “Зөлзизә”.

25.10

I c.-4 с.

Алтын көҙ.

5

М.Ғафури. “Ҡыр ҡаҙы”.

15.11

Уҡыу- белем шишмәһе.

6

Р. Байбулатов. “Күңел күҙҙәре”.

29.11

7

Инша. Ер яҙмышы беҙҙең ҡулда.

13.12

8

Б.Бикбай “Рус теле”, М. Кәрим “Миләш”.

27.12

II c.-4 c.

Хеҙмәте юҡтың –хөрмәте юҡ.

9

М. Ғафури “Гөлдәр баҡсаһында”, М.Ямалетдинов “Ураҡ өҫтө”

24.01

10

Ж. Кейекбаев.”Оморҙаҡ бабай”.

7.02

Башҡортостан-ғәзиз ерем.

11

М. Кәрим. “Ҡайын япрағы  тураһында”.Уртаҡ ҡылымдар.

21.02

12

Ф. Иҫәнғолов. “Бер йомғаҡ май”.

7.03

Эх. күңелле яҙ килә!

13

Р.Ниғмәти. “Яҙ килде, яҙ!”, Р. Ғарипов “Һабантурғай”.

21.03

III c.-5 c.

Тел- тере шишмә.

14

Ҡ. Аралбай. “Башҡорт теле”, Ғ. Байбурин “Туған илем”.

11.04

15

М. Кәрим.”Оҙон-оҙаҡ бала саҡ.Кеше тыуҙырырға.” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

25.04

16

Ә. Лотфуллин “Оҙатыу”картинаһы буйынса инша.

10.05

17

М.Ғафури. “Болон”, Х. Назар. “ Йәйге йәшен”, С. Әлибай Ямғыр теләү“”. Йомғаҡлау дәресе.

23.05

IIV c.-4 c.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

план- конспект урока по физике на тему"Сила тяжести.Вес тела".

план- конспект урока с использованием интерактивной доски для 7 класса....

5 - се кластар өсөн башҡорт теле дәресенә тематик-план

Календар-тематик материла 5 кластар өсөн тәғәйенләнгән...

"Күңелле татар теле" түгәрәгенең эш планы

1 нче сыйныфта "Күңелле татар теле" түгәрәгенең эш планы...

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 6- сы класс

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 6- сы класс...

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 8- се класс.

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 8- се  класс....

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 9- сы класс.

Туған ( башҡорт) теле һәм әҙәбиәтенән эш планы. 9- сы  класс....