Эссе. Мин-уҡытыусы!
материал на тему
Предварительный просмотр:
Мин- уҡытыусы!
Уҡытыусы! Ниндәй гүзәл исем!
Юҡҡамы ни, Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов үҙенең шиғырында
уҡытыусылар тураһында былай тип яҙа:
« Уҡытыусы- ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кесенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Уҡытыусы ҡулында- кеше киләсәге, уның яҙмышы. Ябай эшсенән алып президентҡа тиклем бөтәһе лә уҡытыусы тәрбиәһе аша үтә. Уҡытыусы үҡыусыға йәшәү серҙәрен өйрәтә: дөрөҫ юлдан барырға, өлкәндәрҙе ихтирам итергә, Тыуған илде яратырға, уға тоғро хеҙмәт итергә әйҙәй.
«Кеше-кеше өсөн ҡиммәтле дарыу ул», -тигән боронғоларҙың һүҙе тап был һөнәр эйәләре тураһында әйтелгәндер. Сөнки уҡытыусы -педагогтың шәхси үрнәге, һүҙе, кәңәше – уҡыусылар өсөн алыштырғыһыҙ бер дарыу.
Уҡытыусы үҙ уҡыусылары өсөн идеаллаштырылған бер образ да: ул барыһын да белә, барыһын да аңлай, кәрәк икән- хәленә керә, йыуата, кәңәш бирә. Ул иң тоғро, иң ышаныслы кешеләрҙең береһе.
Яҡшы уҡытыусы үҙ уҡыусыһының аҙ ғына уңышын да күрә, хуплай, һәр саҡ ярҙам итә – үҫергә, камиллашырға мөмкинлектәр тыуҙыра.
Донъя серҙәрен төшөндөрә- төшөндөрә тормошҡа үҙ ҡарашы булған ысын кешене, шәхесте тәрбиәләй ул.
Уҡытыусының хеҙмәтен бизмәндәргә һалып үлсәп булмай. Уның эшенә иң ҙур баһа- уның уҡыусылары, уларҙың уңыштары, ҡаҙаныштары.
Ә был һөнәргә ҡарата һөйөү һиндә ҡайҙан, тип һорарһығыҙ?
Әлбиттә, бала саҡтан- мине башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡытҡан уҡытыусым- Кәлимова Рәмзилә Әнүәр ҡыҙынан. Тап бына ул, минең күңелемдә, уҡытыусылыҡ һөнәренә ҡарата һөйөү орлоҡтарын шыттырҙы.
Уның нурлы йөҙө, сабыр холҡо, аҡыллы кәңәштәре, ҡыҙыҡлы дәрестәре бөгөнгөләй күҙ алдымда.
Юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнгәндә лә, студент тормошонда ла, практика үткәндә лә -һәр саҡ яныбыҙҙа ныҡлы терәк булды, уҡытыусым.
Бына инде 1998 йылдан бирле ул башлаған юлды дауам итәм- Учалы ҡалаһының 3-сө лицейында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәре алып барам- үҡыусылырымда туған телгә, Тыуған илгә ҡарата һөйөү тәрбиәләйем, йәш быуында әҙәплелек тойғоларын үҫтереү буйынса маҡсатлы эш алып барам.
Дәрестәремде уҡытыусым өйрәткәнсә, мауыҡтырғыс, ҡыҙыҡ итеп үткәрергә тырышам. Бының өсөн дәрестең һәр этабы уйланылған булырға тейеш. Эш барышында уҡыусыларҙың телмәр үҫтереүенә, тасуири
үҡыуҙарына айырыуса иғтибар бүләм. Әлбиттә, эшең ырамлы булһын өсөн даими эҙләнергә, үҙ өҫтөңдә туҡтауһыҙ эшләргә, үҫергә кәрәк. Телгә, әҙәбиәткә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр өсөн, төрлө эш төрҙәре ҡулланам: кроссвордтар, сканвордтар, башватҡыстар, ителлектуаль уйындар.
Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрендә уҡыусыларыма әхлаҡи тәрбиә бирергә тырышам. Дәресте тағы ла мауыҡтырғысыраҡ үткәрер өсөн төрлө инновацион технологиялар ярҙамға килә.
«Заман башҡа – заң башҡа »,- тиҙәр. Бөгөнгө көн уҡытыусыларға, яңы заман талаптарын ҡуя. Бала дәресте уҡытыусы аша ҡабул итә һәм баһалай. Уҡытыусының белем кимәле юғары, сифатлы булыуы тәүге шарт булһа, уның балаларҙы йәлеп итеүе, үҙенең шәхесе аша предметҡа юл аса алыуы-икенсе мотлаҡ шарт. Шәхесте тик шәхес кенә тәрбиәләй ала. Уҡытыусы образына заман үҙе ниндәйҙер төҙәтеүҙәр индерә икән, тимәк, замандың заңын аңлап, уға ярашлы үҙгәрә белергә лә тейешһең.
Бөгөн дәрестә техник саралар киң ҡулланыла. Компьютер, әлбиттә, эште күпкә еңелләштерә, әммә ул уҡытыусыны, уның ялҡынлы һүҙен алмаштыра алмай.
Һүҙҙәр ҙә бит хас кешеләр кеүек:
Берәүҙәре тора ҡысҡырып,
Икенсеһе- артыҡ баҫалҡы ла,
Өсөнсөһө- хатта ҡурҡыныс…
Тик барыбер һүҙҙәр донъяһына
Кеше хужа, кеше аҡылы…
Ә. Вахитов
Һүҙҙәр донъяһына хужа итеүсе, илһамлы һүҙҙе әләм итеүсе, уҡытыусыны һүҙ менән тәрбиәләүсе- әҙәбиәт уҡытыусыһы. Уҡыусы менән аралашҡанда йөҙөң ихлас булмаһа, сырайың нурһыҙ булһа, әйтелгән һуҙҙәр бала йөрәгенә бер ҡасан да барып етмәйәсәк.
Миңә, тел уҡытыусыһына, һәр көҙ яңынан яратҡан уҡыусыларым менән осрашыу, аллы- гөллө сәскәләр еҫен, ҡыуаныу-йылмайыу бүләк итә, дәрестәрҙә эҙләнеүҙәр, уйланыуҙар, асыштар алып килә. Ошо асыштар аша йәшәү мәғәнәһенең туған телгә, әсә теленә бәйле булыуын иҫбатлайым. Минеңсә, һүҙ ҡәҙерен, көсөн белгән, уға һөйөү уятҡан уҡытыусы ғына тылсымлы һүҙе менән киләсәк быуынды тәрбиәләүгә оло өлөш индерә.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"
"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...
Эссе "Мин - уҡытыусы"
Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....
Эссе “Мин – уҡытыусы”.
Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым, хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...
Эссе "Мин - Уҡытыусы"
Эссе " Мин - Уҡытыусы"...
Эссе "Мин уҡытыусы"
Эссе...
Эссе. Мин - уҡытыусы
Эссе...
Эссе "Мин--уҡытыусы"
эссе...