Башҡорт теленән дәрес планы. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ. Антонимдар.
план-конспект урока (6 класс) на тему
Башҡорт теленән дәрес планы. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ. Антонимдар.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
Башҡорт теленән дәрес планы. Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ. Антонимдар.6-сы класс | 45.5 КБ |
Презентация | 721 КБ |
Предварительный просмотр:
Учалы ҡалаһының 3-сө лицейы
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ.Антонимдар
(6-сы Г класында үткәрелгән асыҡ дәрес)
Уҡытыусыһы; Түләбаева Н.И.
Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ.Антонимдар.
Маҡсат:изгелек тураһында әңгәмәләшеү,темаға бәйле һүҙҙәрҙе үҙләштереү; антонимдар менән таныштырыу һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланырға өйрәтеү;фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;изгелек эшләү теләген уятыу.
Йыһазландырыу:интерактив таҡта, проектор,”Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге”(М. Х. Әхмәтов),”Словарь антонимов русского языка”(Л.В.Введенская)
Дәрес барышы:
I.Ойоштороу мәле.Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар!
Хәйерле көн, ҡәҙерле уҡыусыларым! Ошондай матур көн дә һеҙҙе күреүемә сикһеҙ шатмын. Дәресте ғәҙәттәгесә телебеҙҙе шымартыуҙан башлайыҡ. Мин уҡыйым , ә һеҙ минең арттан ҡабатлағыҙ.
II.Яңы тема.
1) Артикуляцион күнегеү.
-ғы-ғы-ғы-һәр саҡ бул һин алдынғы!
-ма-ма-ма-олонан оло булма!
-лыҡ-лыҡ-лыҡ- эшлә һин тик яҡшылыҡ!
-лек-лек-лек- ҡылғаның булһын изгелек!
а) уҡыусыларҙың уҡыуы,
б) эстән уҡыу,
в) бер нисә баланан уҡытыу.Бик яҡшы , матур уҡынығыҙ.Ә хәҙер иғтибарҙы киләһе слайдҡа йүнәлтәйек.Бында Тамара Ғәниеваның шиғырынан өҙөк бирелгән.Шиғырҙа ҡайһы бер һүҙҙәр төшөп ҡалған. Шул һүҙҙәрҙе ҡуйырға кәрәк. Ул һүҙҙәр таҡтала бирелгән.
Әйҙәгеҙ тикшереп ҡарайыҡ.
2)(Шиғ.эстән уҡытыу)
Ниндәй һүҙҙәр өҫтәр инегеҙ?
Бик һәйбәт һүҙ беләм:”Яҡшы”.
Киреһе ниндәй һуң?- …….
Мин һиңә әйтәмен: “Дөрөҫ”.
Тиҫкәре яуап бир.- …….
(Т. Ғәниева)
Белешмә өсөн һүҙҙәр: ялған,яман.
Балаларҙың уҡыуы.
Был шиғыр нимә тураһында?
Шулай итеп дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
-
Шулай итеп дәрестә нимә ул яҡшы, нимә ул яман тигән һорауға яуап бирәсәкбеҙ.
Яҡшы-яман,дөрөҫ-ялған –былар ниндәй һүҙҙәр?
Тағы ла дәрестә нимә тураһында һөйләшәсәкбеҙ?
Дөрөҫ.Дәрестә антонимдар тураһында ла һөйләшәсәкбеҙЯҙып ҡуяйыҡ бөгөнгө числоны,теманы.Яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ.
Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ проблемаһы һәр саҡ бик актуаль булан.Шуның өсөн рус һәм башҡорт шағирҙары был проблеманы үҙҙәренең әҫәрҙәрендә сағылдырғандар.
3) Рус шағиры,драматургы Владимир Маяковскийҙың яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында ниндәй билдәле әҫәре бар әле?
Башҡортса нисек атала икән?
Шул әҫәрҙең тәржемәһен уҡыйбыҙ.
Шиғырҙан өҙөктө уҡыу.
а)тәржемә күнекмәһе булдырыу.
б)һорауҙарға яуап биреү
-Шиғырҙа ниндәй балалар тураһында һүҙ бара?
-Уларҙың ниндәй насар яғын күрҙек?(табып уҡы)(бысраҡ,ҡоромло,бәләкәйҙәрҙе илата)
-Ниндәй яҡшы яғын күрҙек? Ҡайһы урында бирелгән?(таҙалыҡ ярата,балаларға теймә ти)
-Шиғырҙы уҡығанда ниндәй тойғолар(чувства) тыуҙы?
-Ә һеҙ үҙегеҙ бөгөн,кисә ниндәй яҡшылыҡ эшләнегеҙ?Бәлки һеҙ таҡта һөрткәнегеҙҙер, гөлдәргә һыу һипкәнегеҙҙер,бәлки берәүҙең төшкән ручкаһын алып һалғанығыҙҙыр-быларҙың барыһы ла яҡшылыҡ бит.
-Бәлки бөгөн кемегеҙҙер үҙе лә аңғармаҫтан насарлыҡ эшләгәндер?
-Был шиғыр ҙа ниндәй ҡапма-ҡаршылыҡтарҙы күрәһегеҙ?
-Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ.
4)Яҙыусылар ижадында ғына түгел, башҡорт халыҡ ижадында ла яҡшылыҡ һәм яманлыҡ күрһәтелә. Хәҙер иғтибарҙы киләһе слайдҡа йүнәлтәйек әле. Был слайдта мәҡәлдәр бирелгән. Тик улар дөрөҫ бирелмәгән. Һеҙгә уҡыусылар шул мәҡәлдәрҙең аҙағын табып дөрөҫ итеп яҙырға кәрәк булыр.
Үҙеңде ҙурлама, кесене кеселә
Олоно олола, яманға эйәргән туңыр.
Яҡшығаэйәргән уңыр. кешене хурлама
а) мәҡәлдәрҙе тәржемә итеү.
б)Был мәҡәлдәр нимәгә өйрәтә?
Оло-кесе,яҡшы-яман, уңыр-туңыр,ҙурлау- хурлау-был һүҙҙәр ниндәй һүҙҙәр? Улар нисек атала?
5)Антоним грек теленән алынған һүҙ.Анти –ҡапма-ҡаршы,оним-исем тигәнде аңлата. Антонимдар нимәгә кәрәк?
-
Эйе, улар һөйләмде матурлай, һүҙлек хазинаһын байыта. Ә хәҙерял итеү күнекмәһен эшләп алайыҡ.
6) Ял минуты.
Ҡулдарҙы күтәрҙек,
Аҫҡа төшөрҙөк.
Ҡулдарҙы йәйҙек.
Ҡайсы эшләнек.
Ҡулдар талдылар.
Аҫҡа төштөләр.
Иркен тын алдыҡ.
Парта артына ултырҙыҡ.
Артабан уҡыусылар антонимдар темаһын нығытыу өҫтөндә эшләйбеҙ.
Дәреслектең 42-се битен асып 108-се күнегеүҙе табабыҙ.
Балалар бында беҙгә аңлашылмаған байтаҡ һүҙҙәр бар.Уларҙы асыҡлап китәйек.
7)һүҙлек эше:
киң-широкий
ҡаты-твердый тар-узкий
йыуаш-смирный, кроткий хурлау-срамить
тәпәш- низкий
бейек-высокий
8)108-се күнегеү.
һалҡын-йылы киң-тар тырыш-ялҡау аяҙ-болотло
яҡты-ҡараңғы уҫал-йыуаш таҙа-бысраҡ матур-йәмһеҙ
оҙон-ҡыҫҡа ҡаты-йомшаҡ бейек-тәпәш нәҙек-йыуан
Был һүҙҙәр менән һөйләмдәр уйлайбыҙ.
Башҡортостандаиң тәрән күл-яҡты күл икән.Ул Әбйәлил районында урынлашҡан.Уның тәрәнлеге- 28метр.Беҙҙең райондағы иң тәрән күл- Өргөн.Тәрәнлеге 2-8 метрға тиклем.
Башҡортостанда иң бейек тау ниндәй?Рәсәйҙә?
Рәсәйҙәге иң бейек тау-Эльбрус,бейеклеге 5642 метр,Кавказда урынлашҡан.
Шулай итеп уҡыусылар матур ғына һөйләмдәр төҙөнөгөҙ, бик күп антонимдарҙы белдегеҙ.
Антонимдарҙы һеҙ тағы ла һүҙлектәрҙән таба алаһығыҙ. Был “Башҡорт теленең ант. һүҙлеге”.Авторы Мөхтәр Хөснулхакович Әхтәмов., “Рус теленең ант.һүҙлеге” Икенсе дәрес был һүҙлектәр менән эшләрбеҙ.
9)Ә хәҙер һөйләшкәндәрҙән сығып үҙебеҙ яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында ҡобайыр ижад итеп ҡарайыҡ. Нимә һуң ул ҡобайыр?Ҡобайыр – ул данлау. маҡтау йыры.Уны элек сәсәндәр тыуған илен, батырҙарын маҡтап әйткәндәр.
Уҡыусыларҙы ике төркөмгә бүлеп береһенә ни яман тигәнгә, икенсеһенә ни яҡшы тигәнгә ҡобайыр сығарырға биреү. Берәмләп уҡытыу.
Бер тигәс тә ни яман?
………… шул яман.
Ике тигәс тә ни яман?
………… шул яман.
Афарин балалар! Бик үҙенсәлекле эш булды.Бөтәгеҙҙә тырышып эшләнегеҙ.
VI.Йомғаҡлау.Хәҙер беҙ дәрестең йомғаҡлау өлөшөнә килеп еттек.Бөгөн дәрестә нимәләр белдек? Нимә тураһында һөйләштек? Антонимдарҙы белеү ниңә кәрәк?
Дәрес оҡшанымы?
Дәрес башында ҡуйылған һорауға яуап бирҙекме?
Уҡыусылар мин һеҙҙең яҡшы кеше булып үғеүегеҙгә ышанам.
Көндө -сағыу ғояш, ағасты- япраҡ, кешене-яҡшы уйҙар, изге эштәр биҙәй.”Урал батыр”эпосында ошондай юлдар бар:
Донъяла мәңге ҡалыр эш-
Ул да булһа- яҡшылыҡ.
Күккә лә осор-яҡшылыҡ,
Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ
Телдән дә төшмәҫ- яҡшылыҡ.
VII.Баһалау. Бөгөн ниндәй баһа ҡуябыҙ?
VII.Өй эше алыу.113-сө күнегеү.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Бик һәйбәт һүҙ беләм:”Яҡшы”. Киреһе ниндәй һуң?- ……. Мин һиңә әйтәмен: “Дөрөҫ”. Тиҫкәре яуап бир.- ……. (Т. Ғәниева) Белешмә өсөн һүҙҙәр: ялған - неправда яман -плохой
Бик һәйбәт һүҙ беләм: “Яҡшы”. Киреһе ниндәй һуң?- “ Яман”. Мин һиңә әйтәмен: “Дөрөҫ”. Тиҫкәре яуап бир.- “ Ялған”. (Т. Ғәниева)
Нимә ул яҡшы, нимә ул яман?
( 1893-1930)
Үҙеңде ҙурлама, кесене кеселә. Олоно олола, яманға эйәргән туңыр. Яҡшыға эйәргән уңыр, кешене хурлама.
Үҙеңде ҙурлама , кешене хурлама. Олоно олола, кесене кеселә. Яҡшыға эйәргән уңыр , яманға эйәргән туңыр.
киң-широкий ҡаты-твердый йыуаш-смирный, кроткий тәпәш-низкий бейек-высокий тар-узкий хурлау- срамить,охаивать
Бер тигәс тә ни яман? ………………… шул яман. Ике тигәс тә ни яман? ………………… шул яман. Өс тигәс тә ни яман? ………………… . шул яман
Донъяла мәңге ҡалыр эш- Ул да булһа- яҡшылыҡ. Күккә лә осор-яҡшылыҡ, Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ, Телдән дә төшмәҫ- яҡшылыҡ.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Татар теленнән дәрес планы
Тема: Кушма һәм парлы сүзләр темасын гомумиләштереп кабатлау....
рус классындагы рус балалары өчен татар теленнән календаь-тематик план 3 класс
Автор Р.Хайдарова "рус классында укучы рус балаларына татар теленнән календарь-тематик план 3 класс...
3 сыйныф рус группасы өчен татар теленнән календарь-тематик план.
1. Дәреслек: Күңелле татар теле/Дүртьеллык башлангыч мәктәпнең 3нче сыйныф рус балалары өчен татар теле һәм уку дәреслеге (ике кисәктә), Р.З.Хәйдәрова, Г.М. Әхмәтҗанова, ...
2 синыф өсөн башҡорт теленән календарь - тематик план
№Лексик темаГрамматик темаДәрес төрөУҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристикаСәғәт һаны...