"Урал батыр" конкурсына сценарий
материал на тему

Түләбаева Нәзирә Ислам ҡыҙы

"Урал батыр" конкурсына сценарий

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл "Урал батыр" конкурсына сценарий16.11 КБ

Предварительный просмотр:

-   Шиғыр “Яҡшылыҡ”

Күккә лә осор – яҡшылыҡ,

Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,

Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,

Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.

-   Бөгөн беҙҙә оло байрам – Урал батыр бәйгеһе!

-   Башҡорттоң баш китабы булған “Урал батыр” эпосы, меңәр йылдар буйы туҡылған белем , аҡыл мәктәбе.

-    Эпостың йөкмәктеһе быуындан- быуанға тапшырылып , бөгөнгәсә килеп еткән.Ата-бабаларыбыҙҙың тәрбиә йолаһы- ҡомартҡы булып күскән.

-  Әйткәндәй тыуған яҡты өйрәтеүселәр “Урал батыр” эпосындағы урындарҙы булған хәлдәрҙе беҙҙең Учалы ере менән бәйләй.

-  Урал батырҙың әсәһе – Йәнбикә исемле йылға, Әүеш ауылы янынан аға. Шул йылға аҡҡан ерҙәге тауҙы тыуған яҡты өйрәнеүселәр Урал батыр сыҡҡан тип иҫбатлайҙар. Күптән түгел ошо тау түбәһенә Урал батырға мәрмәр таш ҡуйылды.

.  -  Эпос буйынса,Урал батыр үҙенең балаларын халыҡ араһына ебәрә. Уның улы – Иҙел, халыҡтың һыуһыҙ интегеүен күреп, тауҙы яра сапҡан, ти, һәм шул ерҙә, шундуҡ, көмөштәй бер аҡ йылға шылтырап аҡҡан. Балалар,был ниндәй йылға тураһында һүҙ бара?(Ағиҙел)Дөрөҫ. Ул ҡайҙан башлана?

-   Иҙел баҫып торған тау

Ирәмәлләп сапҡан тау

Йылға сығып аҡҡан тау

Ирәмәл булып ҡалған, ти.

Был тау турағында ишеткәнегеҙ бармы? Ул ҡайҙа?

Эйе,  ул беҙҙең  Учалы районында иң бейек түбәләрҙең береһе. Ирәмәл итәгенән Спарта Ильясов әйтеүенсә йылға7 баш ала. Улар ниндәй йылғалар?

Ағиҙел, Яйыҡ, Нөгөш, Һаҡмар.

Балалар,былар беҙҙең  Башҡортостан еренән ағыусы  күркәм йылғалар,Урал батырҙың балалары.

.  –     Шулай итеп  “Урал батыр” эпосындағы хәл-ваҡиғиларҙы Учалы ере менән бәйләргә буламы?,Мөмкин,. әлбиттә. Бына шуның өсөн беҙҙең  “Ирәмәл” тәбиғәт паркы туристарҙы йәлеп итеү өсөн  “Урал батыр” маршруты өҫтөндә эшләй. Урал  батыр эпосының хәл – ваҡиғалар Учалы ерендә булғаны иҫбатланһа,кешелек донъяһы беҙҙең ерҙә-Уралда башланыуы асыҡланасаҡ. Бының өҫтөндә ҙур тикшеренеү эштәре бара.Шулай булғас, беҙгә, Учалыларға Урал батыр эпосының тарихын,йөкмәктеһен белмәү мөмкин түгел.

.  -  Бөгөнгө сарабыҙ  Бөйөк Ватан һуғышың 70 йыллығына арналған. Ҡәҙерле бәйгеселәр, бөгөн һеҙҙе ҡотлап балалар баҡсаһынан кескәй дуҫтарыбыҙ килгән.Әйҙә уларҙы тыңлайыҡ. Һүҙ уларға бирелә.

Афарин, балалар!Бик матур шиғыр һөйләнегеҙ!Һеҙҙе тағы ла ҡунаҡҡа көтөп ҡалабыҙ.

-   Хәҙер үҙебеҙҙең эшебеҙҙе дауам итәбеҙ. Бөгөнгө бәйгенең жюри ағазалары менән таныштырып китәбеҙ.

. – 1)Яҙыусылар Союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Муса Муртазин исемендәге премия лауреаты  Мәүлит Байгилде улы Ямалелтдинов.

.  -  2) Муса Муртазин исемле премия лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙам мәҙәниәт эшмәкәре, “Хазина” төркөмө етәксеһе, Ғәрифә Ғиниәт ҡыҙы Кудрявая.

-  3)Мағариф бүлегенең туған телдәр буйынса методисы, Марат Минһажетдинов исемендәге премия лауреаты, Рәсәй Федерацияһының ат- ҡаҙанған уҡытыусыһы Зилә Гиҙитдин кыҙы Шәрәфүтдинова.

-  Беренсе бәйгесене сәхнәгә саҡырайыҡ.Рәхим итегеҙ!Сәхнәгә сыҡҡас та, үҙегеҙ менән таныштырып китегеҙ : асыҡ итеп исем-фамилияғыҙҙы, мәктәбегеҙҙе, класығыҙҙы әйтегеҙ. Был жюри өсөн бик мөһим.

.  -  Хөрмәтле ҡунаҡтар, шуның менән бәйгеселәр сығышы бөттө. Әйҙәгеҙ, жюри ағҙаларын баһалау кәңәшләһенә оҙатайыҡ. Улар кәңәшләшкәнсе беҙ һеҙҙең менән  “Урал батыр”  әкиәтен ҡарай торайыҡ . . .

.  -  Хөрмәтле ҡунаҡтар, әйҙәгеҙ жюри ағзаларын тыңлайыҡ, уларға һүҙ бирәйек. Әлбиттә уларға ла иң-иңдәрҙе һайлап алыу еңел булмағандыр.

-  Шуның менән бөгөнгө бәйгебеҙҙе тамамлайбыҙ.

.  -  Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,

Кеше булһын затығыҙ;

Яманға юл ҡуймағыҙ,

Яҡшынан баш тартмағыҙ!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Сценарий урока по географии "Своеобразие природы Урала", 8 класс

Конспект урока по географии на тему "Своеобразие природы Урала"...

Открытый урок в 8 классе по теме "Природные уникумы Урала. Экологические проблемы Урала"

Открытый урок проводился по географии в 8 классе, с целью обобщения темы "Урал"...

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"

Р.Шәкүр "Урал батыр иле - сал Урал"....

Музыкально-поэтическая композиция "Поэты Южного Урала о городах Южного Урала"

Музыкально-поэтическая композиция "Поэты Южного Урала о городах Южного Урала" . Стихи и песни о городах Южного Урала....

сценарий Фестиваля национальных культур Южного Урала

общешкольный праздник, направленный на развитие толерантности у детей, изучения культуры национальностей, которые проживают рядом с тобой...

Урал- батыр.Сценарий

Шиғыр “Яҡшылыҡ”Күккә лә осор – яҡшылыҡ,Һыуға ла батмаҫ – яҡшылыҡ,Утҡа ла янмаҫ – яҡшылыҡ,Телдән дә төшмәҫ – яҡшылыҡ.-   Бөгөн беҙҙә оло байрам – Ур...