ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"
материал по теме

Насыпова Гульфия Маратовна

 "МИН - УҠЫТЫУСЫ"

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл esse.docx19.34 КБ

Предварительный просмотр:

                                                                           Насипова Гөлфиә Марат ҡыҙы

Мин – уҡытыусы.

Эссе

Уҡытыусы минең өсөн бала саҡтан уҡ сихри, мөһим һөнәрҙәрҙең береһе. Ата – әсәйем уҡытыусы булғанғалырмы, һөнәр нескәлектәрен мин төптән беләм.

Беренсе синыфҡа кескәй генә балалар килә. Һис тик тора  алмаған баланы китап тоттороп ҡыҙыҡһындыра алыу – оло эш. Түбән синыфтан уҡыуға һөйөү тыумаһа, бәлки бала белемгә ынтылмаҫ ине лә. Бала - таҙа ҡағыҙ бите, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр бит. Ата-әсә, уҡытыусылар шул ҡағыҙҙы нисек яҙып тултыра, баланың яҙмышы шулай яҙыла.

Уҡытыусы - балалар  күңеленә белем орлоҡтары сәсеүсе, тормош тигән оло диңгеҙҙә,һауа шарттарының ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, дөрөҫ юл табырға өйрәтеүсе ул!

Мин – Уҡытыусы! Балаларҙы яҡшылыҡҡа, белемгә әйҙәүсе. Кескәй саҡтан уҡытыусы һөнәре мине үҙенә йәлеп итте. Ваҡыт үтә торҙо, әммә ҡыҙыҡһыныуым һүнмәне, киреһенсә, арта ғына барҙы. Урта мәктәпте тамамлағас, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн, Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филология һәм журналистика факультетына юлландым. Бында алдынғы уҡытыусылар менән таныштым, тоғро дуҫтарымды осраттым. Артабан туған тел һәм әҙәбиәт дәрестәренән белем биреү маҡсаты менән Өфө ҡалаһының 18-се һанлы мәктәбенә эшкә килдем. Минең төп маҡсатым – төрлө милләт баларына башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү. Уларҙы ғәмәли яҡтан башҡорт телен аңларға һәм һөйләшергә өйрәтеү. Ошо маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыу өсөн, дәрестәремдә мин дидактик уйындар һәм мауыҡтырғыс күнегеүҙәр ҡулланам. Башҡорт телен өйрәнеү баланың төрлө яҡлы үҫешенә конкрет өлөш индерә, фекерләү әүҙемлеге, ихтыяр көсөн, хәтерҙе нығыта һәм сит ил телдәрен өйрәнергә булышлыҡ итә, сөнки башҡорт теленә хас өндәр сит ил телдәрендә лә бар. Шулай булғас, башҡорт телен өйрәтеүгә, башҡорт телен өйрәтеүсе уҡытыусыға ҙур талаптар ҡуйыла. Уҡытыусының эшкә мөнәсәбәте, уҡытыу процесын дөрөҫ ойоштороуы, балаларҙы ҡыҙыҡһындыра алыуы мөһим роль уйнай. Уҡытыусы шағир ҙа, йырсы ла, музыкант та, артист та булырға тейеш.

Хәҙерге башҡорт теле уҡытыусыһының төп  бурысы – уҡыу сифатын күтәреү, уҡыусыларҙа башҡорт халҡының тарихына, мәҙәниәтенә, теленә ҡыҙыҡһыныу һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уйлап ҡараһаң, уҡытыусы булыу еңел түгел! Минең уйымса, ысын уҡытыусы булыр өсөн, ғүмер буйы уҡырға, өйрәнергә,ә иң мөһиме - балаларҙы яратырга һәм хөрмәт итә белергә кәрәктер. Уҡытыусы һөнәрен һайлауыма үкенмәйем, сөнки яратҡан эшем миңә ҡанат ҡуя, дәрт, көс өҫтәй. Мәктәпкә килеп, һине йылмайып көтөп алған йөҙҙәрҙе күреү –  үҙе үк бик ҙур бәхет минең өсөн. Үз һөнәреңде яратып, хезмәтеңә күрә хөрмәтен  тойоп йәшәүҙән дә зур бәхет бармы икән?!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Эссе "Мин - уҡытыусы"

Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....

Эссе “Мин – уҡытыусы”.

Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым,  хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...

Эссе "Мин - Уҡытыусы"

Эссе " Мин - Уҡытыусы"...

Эссе. Мин-уҡытыусы!

Эссе. Мин-уҡытыусы!...