Эссе "Мин башҡорт теле уҡытыусыһы"
материал по теме
Мин уҡытыусы. Бала саҡтағы хыялым тормошка ашты. Хәҙер һәр көн мине яратып ҡаршы алыусы уҡыусыларым бар.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
esse.doc | 35 КБ |
Предварительный просмотр:
Мин – башҡорт теле уҡытыусыһы!
Ниндәй гүзәл исем!
Кеше итеп һине әҙерләй.
Тормоштоң ул көрәшсеһе итә,
Кескенәнән һөйә, ҡәҙерләй.
Р. Ғарипов
Бала килеш кенә күңелемдә: «Уҡытыусы булам!» тигән уй яралғанда, талпыныу менән был хыялыма ашҡынғанда, уҡытыусы һөнәренең ҙур яуаплылыҡ һәм оло сабырлыҡ талап иткәнен аңлап та етмәй инем әле. Күҙ алдыма бары һәр көн ашҡынып мәктәпкә барыуым, унда киләсәккә өмөт менән бағыусы бала күҙҙәре ҡаршылауы ине.
Хыялым тормошҡа ашты:
Мин уҡытыусы! Парта артында миңә ышап та, яратып та, ҡыҙыҡһынып та төбәлгән балалар – беҙҙең киләсәк.
Ниндәй булыр ул? Ошо сабыйҙар ниндәй шәхес булып үҫер?
Уҡытыусы һөнәре иңдәремә ятҡас ҡына минең яҙмышым – илем, телем, халҡым яҙмышы менән бер тамырға барып тоташҡан икәнен аңланым. Үҙ көнөм өсөн генә түгел, ә халҡым киләсәгенә лә яуаплы икәнмен. Ни тиклем етди һәм яуаплы һөнәр һайлағанымды йылдан-йыл нығыраҡ тоям. Үҙемдә уҡытыусыларымдың күркәм сифаттарын күреп ғорурланам.
Башҡорт теле уҡытыусыһы…
Ул – бөгөнгө көндөң маяғы. Һиңә өмөт тулы ышаныс менән заман үҙе баҡҡан. Шуға ла мин һәр дәрескә яңылыҡ алып килергә тырышам. Һөйләргә өйрәтеү, телмәр үҫтереү – минең төп маҡсатым. Дидактик һәм методик принциптарҙы тормошҡа ашырыу өсөн тел өлкәһендә эшләүсе ғалимдарҙың, профессорҙарҙың, методистарҙың Р.Ғ. Аҙнағолов, Х.А. Толомбаев, Ф.Ғ. Хисаметдинова, З.М. Ғәбитова хеҙмәттәрен, башҡорт телендә сыҡҡан гәзит-журналдарҙы ҡуллунып, таянып эшләйем.
ХХI быуат. Йәмғиәт һәм мәктәп тормошонда үҙгәрештәр. Мәктәптәрҙә уҡытыуҙың яңы технологиялары ҡулланыла, интернет аша мәғлүмәт алыу мөмкинлектәре асылды. Хәҙерге заман уҡытыусыһы төплө белемле булырға, балаларҙың психологияһын яҡшы белергә тейеш.
Әлбиттә, хәҙерге заманда аҙ түләүле лә, ауыр ҙа, яуаплы ла һөнәрҙең абруйы кәмегән һымаҡ. Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, заманалар үҙгәреүе менән балалар, йәш быуын үҙгәрә. Шуға күрә, «Ҡуйсы, ҡуйсы, кеше балаһын түгел, үҙ балаңды аңлап булмай!»-тип әйтеүселәр күп бөгөн, ҡыҙғанысҡа ҡаршы. Тимәк, уҡытыусы ҡайһы ғына заман, ниндәй генә ауырлыҡтар булмаһын, уҡытыусы булып ҡала белергә тейеш, минең уйлауымса.
Бына ете йыл инде Нефтекама ҡалаһының 12-се мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен уҡытам. Мин һөнәр һайлауымда яңылышмағанлығымды йылдар уҙған һайын нығыраҡ аңлайым. Уҡытыусы булыу – ул минең булмышым, яҙмышым. Күҙ алдына килтерегеҙ, һеҙ бәләкәй генә ағас үҫентеһен ултыртаһығыҙ. Бер нисә тиҫтә йылдан ошо урында мәғрүр, киң тармаҡлы ағас үҫеп сығасаҡ.
Барыһы ла уға ҡарап һоҡланасаҡтар һәм һәр береһе ирекһеҙҙән ағасты ултыртыусыны хөрмәт менән иҫкә аласаҡ. Был изге эш кешелек донъяһының булмышына хас булһа, уҡытыусы исемен йөрөтөүсе бөйөк һөнәр эйәһе иңенә икеләтә яуаплылыҡ өҫтәй. Ана шул мәғрүр ағастарҙың шаулап үҫеүе беҙҙән тора ла инде.
Бала саҡта иртәнсәк радионан: Һаумыһығыҙ! Хәйерле иртә!- һүҙҙәре мине йоҡонан уятһа, хәҙер инде үҙем һәр иртәне, һәр дәресте ошо изге һүҙҙәр менән башлайым, сөнки кешенең теле ни тиклем матур, бай булһа, күңеле лә шулай гүзәл тәрбиәләнә, фекере бай, зиһене тәрән, яҡты, аңлы була.
Ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу еңел түгел икәнен, ә яуаплы, ҙур эш булыуын тәүге көндәрҙән үк аңланым. Хәҙер инде минең төп бурысым – үҙ туған телен аңламаған, йә бөтөнләй телде бемәгән балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү, ошо телгә ниндәй юлдар менән һөйөү тәрбиәләү кеүек проблемелар тора. Был проблемаларҙы сисеү өсөн төрлө формалар, методтар ҡулланам.
Минең уйлауымса, башҡорт теле уҡытыусыһы булыуы икеләтә ауырыраҡ:
беренсенән – башҡорт теле уҡытыуҙы күп кенә ата-әсәләр, балалар аңламай;
икенсенән – балаларҙың уҡытыусыға ҡарата ҡараштары үҙгәргән.
Мин, уҡытыусы булараҡ, бөтә көсөмдө биреп, бөтә яҡшылыҡты уҡыусыларымдың күңеленә һеңдерергә тырышым, ерҙе, тормошто аңларға, уны яратырға өйрәтәм. Уның ижад емеше лә йылдар аша билдәләнә. Ваҡыт үтеү менән шуныһы ҡыуандыра: минең күп уҡыусыларым башҡорт телендә аралаша, төрлө мәктәп һәм ҡала күләмендә үткәрелгән конкурстарҙа, сараларҙа ҡатнашалар. Күп кенә уҡыусыларым үҙ теләктәре менән башҡорт телендә сыҡҡан «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдарына яҙылып, ҡыҙыҡһынып уҡыйҙар.
Һәр уҡыусым яҡшы билдәләренә генә өлгәшергә тырыша, сөнки башҡорт телен икенсе предметтар менән бер итеп ҡуя һәм яуаплы ҡарай. Телгә ҡыҙыҡһыныу минең дәрестәремдә артҡандан арта бара. Кем белә, бәлки киләсәктә туған башҡорт телен иғтирам иткән, яратҡан кешеләр күберәк булыр. Уҡытыусының абруйы күтәрелер, уға ҡарата ихтирам артыр. Йомғаҡлап шуны әйтәһем килә: мин бәхетлә! Минең яратҡан һөнәрем, янымда һорау тулы күҙҙәре менән ҡарап торған уҡыусыларым бар. Уҡытыусы өсөн ошо иң ҙур бәхет түгел мени!?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
ЭССЕ "МИН - УҠЫТЫУСЫ"
"МИН - УҠЫТЫУСЫ"...
Йыл уҡытыусыһы - Педагог года - 2016
Заявление, рекомендации, информационная карта участника конкурса "Педагог года - 2016"....
Эссе "Мин - уҡытыусы"
Уҡытыусы булып китеүемә булышлыҡ иткән хәл-ваҡиғалар хаҡында бәйән итәм. Бөгөнгө көн уҡытыусыһының бурыстарын нисек аңлауымды еткерәм....
Эссе “Мин – уҡытыусы”.
Уҡытыусы һөнәрен һайлау – үҙеңә ҡарата талапсанлыҡ, тырышлыҡ билдәһе. Һис шикһеҙ, хаҡ юлдан барам. Хеҙмәт стажым – 23 йыл. Янымда – яратҡан уҡыусыларым, хөрмәтле хеҙмәттәштәрем. Зауығыма ярашлы ...
Эссе "Мин - Уҡытыусы"
Эссе " Мин - Уҡытыусы"...
Мин - уҡытыусы (Эссе)
О миссии, о предназначении профессии учителя...
Эссе "Мин уҡытыусы"
Эссе...