Өләсәйем һандығы
проект

Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы

Өләсәйем һандығы

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл olsyem_handygy.docx37.37 КБ

Предварительный просмотр:

                        ӨЛӘСӘЙЕМ ҺАНДЫҒЫ

                                                                                 Хәсәнова Зөһрә,

                                                                                 1 – се класс уҡыусыһы

 Матур тәбиғәтле Бөрйән районында минең өләсәйем йәшәй. Ул беҙҙе гел һағынып көтөп тора. Килгән һайын миңә берәй бүләк бирә. Ә бүләктәрҙе ул һандығынан ала. Өләсәйемдең ошо һандығы ныҡ оҡшай. Улар элек тә булғанмы икән? Һандыҡты эшләү ҡыйындыр инде. Ә нимәгә кәрәк икән һандыҡтар? Мин ошо һорауҙарға яуап эҙләп ҡараным. Өләсәйем йәшәгән ауылда күп өйҙәрҙә  һандыҡ бар. Улар төрлө төҫтә,берәүҙәре ҙур, икенселәре бәләкәй. Биҙәкләп эшләнгәндәре осрай. Ҡалала һандыҡтар бик осрамай. Ҡайһы бер балаларҙың хатта уларҙы күргәне лә юҡтыр тип уйлайым. Һандыҡ – ул ҡомартҡы. Нимә ул һандыҡ? Һандыҡ – ғәрәп һүҙе, кейем-һалым һәм башҡа кәрәк-яраҡтарҙы һаҡлай торған ҡапҡаслы ҙур ҡумта [2].

 Рәсәйҙә XIX - сы быуатҡа тиклем, һандыҡ төп йыһаз булараҡ иҫәпләнгән. Ҡайһы ваҡыт шкаф, карауат, ултырғыс йәки өҫтәл урынында ҡулланғандар. Элекке заманда хатта ярлы йәшәгән кешеләрҙең  өйөндә лә мотлаҡ һандыҡ булған. Унда ныҡ ҡәҙерле әйберҙәрҙе һаҡлағандар.

    Иң боронғо һандыҡтар Боронғо Египетта эшләнгән икән. Ҡытайҙа ла осраған. Уларҙы төрлө халыҡ төрлөсә атап йөрөткән. Рустар кубло, скрыни, ларь,ларец тигәндәр.Һандыҡтар формалары менән дә айырылған. Ҡайһыларын йоҡлағанда баштың аҫтына һалып ятҡандар. Аҡса,ҡиммәтле ҡағыҙҙар, биҙәнеү әйберҙәрен һалып ҡуйғандар. Баш аҫтында булғас, ҡараҡтар ҙа  урлай  алмаған. Бәләкәй һандыҡтарҙы «шкатулка» тип йөрөткәндәр. Тыштары тире, туҡыма, тимер менән көплө булған [7].

Борон һандыҡтар өйҙө биҙәп торған. Бындай йыһазы күп булған ғаилә бай һаналған.XVI-XVII быуаттарҙа һандыҡтар Устюг һәм Холмогор ҡалаларында күп эшләнгән. Түбәнге Тагилдың биҙәкле һандыҡтары бөтә донъяға билдәле. Уны яһауҙа төрлө һөнәр оҫталары ҡатнашҡан. Берәүҙәр ағастан йәшник эшләһә, икенселәре тимер йоҙаҡ, өсөнсөләре тотҡаһын, дүртенселәре лаклап биҙәк һалған. Ауыл оҫталары ябайыраҡ, биҙәкһеҙ һандыҡтар яһаған. Кипкән ҡарағай таҡталар ҡулланылған.Ҡарағай нервылар системаһы ауырыуҙарын дауалай тигәндәр. Ҡайын төрлө стресты бөтөрә, алмағас организмды таҙарта тип ышанғандар. Һандыҡтар асыҡ төҫлө итеп яһалған. Боронғоса биҙәлгән башҡорт өйөнөң, тирмәнең  эсендә һандыҡ торған. Уның өҫтөнә матур итеп биҙәкле түшәктәр, буй һәм арҡыры юрғандар, балаҫтар  тәҫләп  һалынған. Ә эсендә быуындан-быуынға тапшырылып килгән ҡәҙерле әйберҙәр. Ҡыҙҙарҙы кейәүгә биргәндә һандыҡ менән оҙатҡандар. Ҡыҙлы әсәйҙәр һандыҡҡа әйберҙе алдан йыйғандар. Өләсәйҙәр, ейәнсәрҙәре донъяға килеү менән, бағышлап һандыҡ эшләтеп, бирнәлек әйбер йыйған. «Етенән йыйһаң - етер, алтынан йыйһаң – артыр»,- тигән ололар. Изге Ҡөрьәнде, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы өскөл хаттарҙы, өләсәйҙәрҙең милли кейемдәрен, еңгәйҙәрҙең беләҙек-сулпыларын,ҡашмау-селтәрҙәрен һаҡлаған тылсымлы йәшник.

         Туйҙа теләктәр әйтелеп бөткәс, килен һандығын сығарғандар. Һандыҡты егет яғынан иң яҡын апаһы бүләк әйтеп асҡан. Ирҙәргә – таҫтамалдар, ҡатын – ҡыҙға – яулыҡ, алҡа, беләҙектәр таратҡандар. Ошо көндә үк килен бирнәһен ҡарау үткәрелгән. Йәш ҡатындың ҡул эшен, сигеү, һуғыу, ҡайыу оҫталығын һынағандар.  

     Һандыҡ яһау таҡта һайлауҙан башлана, ти оҫталар. Иң яҡшы материал  – шыршы. Тик таҡталар яҡшы итеп киптерелгән булырға тейеш. Имән таҡталар ауыр һәм ныҡ була, ләкин унан һандыҡ эшләмәйҙәр. Ҡарағас таҡталарға матур итеп һүрәт төшөрөргә була, һынып та бармай. Әммә ауыр була, тип һөйләй оҫталар. Имән дә, ҡарағас та – һалҡын ағас. Шуға уларҙан эшләнгән әйберҙәр һалҡын, ауыр була. Халыҡ йүкә ағасын  «һөйән» тип йөрөтә. Һөйән –  иң ныҡ ағас, кипһә, балта менән дә юнып булмай, һынып та бармай. Элек кешеләр өйҙөң матсаһын ошо ағастан яһарға тырышҡан. Йүкәнән эшләнгән әйберҙәр ныҡ була, тик ҡиммәткә төшә икән. Бер һандыҡты эшләү өсөн төрлөсә ваҡыт китә. Хатта егерме көндә лә эшләп бөтөп була, тиҙәр. Ярты йылға ла һуҙылырға мөмкин.

    Әбйәлил районында 2016 йылда «Һандыҡ – шоу» байрамы үткән. Асҡар ауылының мәҙәниәт йортонда һандыҡтарҙан күргәҙмә ойошторолған. Унда йөҙәр йылдан ашыу тарихы булған боронғо ҡомартҡылар ҙа булған. Ундай һандыҡтар әсәнән ҡыҙға күсә килгән. Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылы оҫтаһы Данияр Псянчиндең һандыҡтары бөтә кешене һоҡландыра. Бер сөй ҙә ҡаҡмай, хатта йоҙағы менән асҡысын да, ҡапҡасын һәм һандыҡты тоташтырған шарнирға тиклем ағастан сылбыр рәүешендә эшләп ҡуйған ул. Бөгөнгө көндә Данияр ағай ғаиләһе менән Өфөлә йәшәй. Беҙҙең Белорет ҡалаһында Сафиулла Ғайсин тигән ағай йәшәй. Ул да һандыҡтарҙы үҙенсәлекле итеп эшләй.

Өләсәйем һандығы. Минең өләсәйем Хәсәнова Зинира Фазылйән ҡыҙы 1967 йылдың 13 февралендә Хәйбулла районының Иләс ауылында тыуған. Ауылда 8 класты тамамлағас, 1- се һанлы Аҡъяр урта мәктәбендә 9 – сы класта белем ала. 1983 йылда Сибай педагогия училищеһының башланғыс кластар бүлегенә уҡырға инә. 1987 йылда училищены уңышлы тамамлап, Бөрйән районының Мораҙым мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып тәүге хеҙмәт юлын башлай. 1988 йылда Мәһәҙей ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә күсерелә. 2000 - 2005 йылдарҙа ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетының Сибай филиалында юғары белем ала. Әлеге ваҡытта юғары категориялы башланғыс кластар уҡытыусыһы. Олатайым Хәсәнов Вәхит Сәғит улы менән 2 ул тәрбиәләп үҫтергәндәр. Илһам апам полицияла, ә атайым Белорет ҡалаһында комбинатта токарь булып эшләй.

    Өләсәйемдең был һандығы килен булып төшкәндә килгән. Уның әсәһе эсенә бирнәләр тултырған. Һандыҡ ҙур ғына. Минең ҡарт өләсәйемдең иҫтәлеге булып, өйҙө йәмләп тора. Мин өләсәйҙән һандыҡ эсендә нимәләр булыуын һораным. Ҡарт  өләсәйҙең күлдәге, бишмәте һаҡлана икән. Бишмәтенә боронғо тәңкәләр тегелгән. Түшелдереге бар. Уны өләсәй эшләп биргән. Тағы боронғо таҫтамалдар, француз яулығын күрһәтте Зинира өләсәй. Ырғаҡ менән бәйләнгән яулыҡ, мендәр тыштары шундай матурҙар! Элек мендәрҙәргә тышты ҡатын – ҡыҙҙар үҙҙәре теккән. Тыштарын һырып, матур биҙәктәр төшөргәндәр. Ҡыҙҙар кейәүгә сыҡҡанда сигелгән таҫтамал, янсыҡтарҙы ҡәйнештәренә бүләк иткәндәр.

Тикшеренеү эшенең һөҙөмтәләрен анализлағас, түбәндәге һығымталар барлыҡҡа килде: һандыҡ – ул ҡомартҡы. Улар быуындан – быуынға күсә килә.Өләсәйемдең һандығы тарих һаҡлай. Ул – ҡәҙерле ҡомартҡы.

 

                           ҠУЛЛАНЫЛҒАН ӘҘӘБИӘТ

1. Башҡорт халыҡ ижады.Йола фольклоры,1- се  том.- Өфө:Китап, 1995 й.

2. Башҡорт теленең һүҙлеге:Ике томда/Россия Фәндәр Академияһы, Башҡортостан ғилми үҙәге,тарих,тел һәм әҙәбиәт институты.-М.:Рус.яз.,1993.

3. Башҡорт халыҡ ижады.9 - сы том.Йомаҡтар.- Өфө:Китап, 2007 й.

4.Ғөбәҙуллина Ф.Х..Беҙҙең байрамдар.- Өфө: Китап, 2004 й.

5. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналы, №6, 2006 йыл.

6. Ғаилә архивынан алынған  фотолар

7. https://ru.wiktionary.org/wiki /

 

IMG-20201013-WA0053.jpgIMG-20201013-WA0049.jpg

         

   

  2020 йыл. Ҡарт өләсәйҙең бишмәте.         Өләсәйем әсәһенең күлдәген күрһәтә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

"Осҡандың офоғо киң..."

Сценарий внеклассного мероприятия "У успеха крылья широки" (на башкирском языке)...

Мұқағали –поэзия патшасы. М. Мақатаев «Аққулар ұйықтағанда» поэмасы бойынша.

Сабақтың мақсаты: Сезіммен өлең өрген жыр парағы Мұқағали поэзиясына талдау жасау, ақын өлеңінің идеясын, мақсатын ұғын...

"Авыл яши җанда моң булып..."

Фарсель Зыятдиновка багышлап үткәрелгән әдәби-музыкаль кичә...

Конспект урока "Кирәк түгел андый-мондый бәхет"

Конспект урока "Кирәк түгел андый-мондый бәхет"...