"Осҡандың офоғо киң..."
методическая разработка по теме

Ялмурзина Алифа Нурмухаметовна

Сценарий внеклассного мероприятия "У успеха крылья широки" (на башкирском языке)

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon scenariy.doc58 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡортостан республикаһы

 Өфө ҡалаһы ҡала округы Орджоникидзе районының

98-се урта дөйөм белем биреү м        әктәбе

муниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы

Осҡандың офоғо киң…

Башҡортостанда йәштәр башланғыстарын үҫтереү һәм яҡлау йылы айҡанлы ойошторолған мәҙәни сара-презентация

Әҙерләүсе: башҡорт теле

һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ялмырҙина Әлифә Нурмөхәмәт ҡыҙы

Өфө 2009

Биҙәлгән сәхнәлә ҡурай моңо ағыла.

Алып барыусы: Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар һәм дә мөхтәрәм ҡунаҡтар!

Орджоникидзерайоны 98-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе исеменән – “Осҡандың офоғо киң” тип аталыусы осрашыуға майҙан күтәрешергә килеүегеҙ өсөн һеҙҙе ҡайнар сәләмләйбеҙ!

Быйылғы 2009 йыл – Рәсәйҙә йәштәр йылы, ә Башҡортостанда йәштәр башланғыстарын үҫтереү һәм яҡлау йылы тип иғлан ителде. Ошо уңайҙан, инициативалы йәштәрҙе үҫтереү һәм дәртләндереү  өсөн, беҙҙең мәктәптең  йәштәргә осрашыу ойоштороу; йәштәргә үҙҙәренең һәләтен күрһәтеү һәм үҫтереү, башҡаларҙан өлгө, дәрт алыу; уңышҡа ирешеү юлдары тураһында фекер алышыу, әүҙем аралашып йәшәүгә ынтылыш тәрбиәләү – изге маҡсатыбыҙ булыр.

Киләсәкте киләсәк ул, тиҙәр,

Киләсәкте, тиҙәр, етәсәк.

Шулай ҙа ул, ләкин кем һуң беҙҙе

Киләсәккә алып киләсәк?

Беҙҙе килсәккә алып киләсәк дәртле, һәләтле, уңышлы йәштәребеҙҙе – халыҡ алдына, почетлы урындарына саҡырайыҡ. 98 – се мәктәптең өмөтлө уҡыусылары, рәхим итегеҙ! (урын алалар).

Заманыбыҙҙың мөһим ваҡиғалары уртаһында ҡайнап йәшәүсе, һоҡланғыс студент йәштәребеҙҙе саҡырайыҡ, рәхим итегеҙ, йәштәр! (урын алалар)

Йәштәр… Йәшлек… Кеше тормошоноң иң сағыу, иң иҫтәлекле, иң емешле илаһи бер мәл… Был гүзәл осорға кемдәр генә тиҙерәк үҫеп етергә хыялланмай ҙа, кемдәр генә уны һағынып һөйләмәй… Һоҡланғыс йәштәр тураһында Рауил ағай Бикбаевтың шиғырын иң өлгөр уҡыусыларыбыҙ – Ринат Сәмиғуллин һәм Регина Ғәлина башҡара (шиғыр һөйләйҙәр).

Алып барыусы: “Булыр бала - биләүҙән”, ти, халҡыбыҙ мәҡәле. Башҡалабыҙҙың ябай рус мәктәбендә һәм илебеҙҙең ғилем усаҡтарында белем алыусы йәштәребеҙ бөгөн нисек һулыш ала, ниндәй хыялдар менән йәшәй (һәләттәрен үҫтерә, күрһәтә беләме? Үҙҙәренең барыр юлдарын нисек итеп күрә?)  Йәштәр алдына беҙ ошондай мәсьәләне ҡуйғайныҡ.

Бының өсөн халҡыбыҙҙың матур йолаһы, атап әйткәндә, “Ҡунаҡ килһә, хәлен һорама, тәүҙә ашатып ал”, - тигән мәҡәленә таянып, тәүҙә һүҙҙе хужаларға бирәйек.

Ә хужалар һынатмай. Башҡалабыҙҙың башҡа мәктәптәре менән бер рәттән, 98 – се урта дөйөм белем биреү мәктәбе лә илебеҙгә лайыҡлы шәхестәр үҫтереү эшенә ҙур өлөш индерә. Айырыусы спорт өлкәһендәге уңыштарыбыҙ ҡыуаныслы.

Уҡыу буйынса район – ҡала олимпиадаларында ла, сәнғәт өлкәһендә лә әүҙем сығыш яһай уҡыусыларыбыҙ. Хәйер, әйҙәгеҙ, үҙҙәренә һүҙ бирәйек.

98 – се мәктәптең иң йәш уңыш эйәләренең береһе – 4Б синыфы уҡыусыһы – Катя Комисарчук.

Был сәскә кеүек ҡыҙ бишкә генә уҡыуҙан тыш, көслө гимнастка булараҡ, республикабыҙҙың төрлө байрам сараларында сығыш яһарға ла өлгөрә. Мәктәп олимпиадаларында ла алдынғылыҡты бирмәй, ә быйыл район һәм ҡала олимпиадаһында рус теле буйынса – I урын, Орджоникидзе районында “Йыл уҡыусыһы” бәйгеһенең  II турында -  III урын яуланы. III турҙа – Катяға уңыштар теләйек!

(Катя башҡортса үҙе тураһында ҡыҫҡаса һөйләй һәм һәләтле гимнастка булараҡ сығыш яһай).

Алып барыусы: Майҙанға- спортсмен егеттәр сыға.

6В синыфы уҡыусыһы – Зәнгизәров Руслан – үҙе бәләкәй булһа ла, спортта еңеүҙәре бик ҙур. Күп һанлы еңеүҙәренең һуңғылары – 2009 йылда каратэ буйынса Башҡортостан берекселегендә – I урын, 2008йылда – Рәсәй берекселегендә - – I урын.

(Руслан үҙе тураһында ҡыҫҡаса һөйләй һәм каратэ менән сығыш яһай)

Киләһе уҡыусы -  9А синыфынан Гөлназ Фәррәхова. Үҙенең тынғыһы ҙлығы, әүҙемлеге менән айырылып тора. Мәктәптең бер сараһы ла Гөлназдың ҡатнашлығынан башҡа үтмәй, сөнки ул – бейеүгә ғашиҡ йән.Гөлназ, һүҙ һиңә бирелә.

(татар  бейеүе “Әпипә”)

Ә  хәҙер сәхнәгә – әхирәттәр сыға. 5В синыфы уҡыусылары Барлыбаева Юлиә, Нуруллина Әҙилә, Ғәлина Регина һәр саҡ бергә. Үҙҙәре әүҙемдәр, тырыштар, ҡыйыуҙар. Бөгөнгө сарала ҡатнашырға ла үҙҙәре теләк белдерҙе. Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар!

(Йыр “Башҡорт телендә һөйләшәм”)

Хәҙер сәхнәгә 11А синыфы уҡыусыһы – Роза Ҡотлозаманованы саҡырабыҙ. Роза – беҙҙең мәктәп йондоҙо, тип хаҡлы рәүештә әйтә алабыҙ. Сығарылыш синыф уҡыусылары араһында көмөш миҙалға кандидат. Әҙәпле, инсафлы, тыныс булыуына ҡарамаҫтан, ныҡышмал, ҡыйыу һәм көслө характерлы.

2009 йылда Совет Армияһы көнөнә арналған хәрби әҙерлек буйынса конкурста ҡатнашып, районда IV урын яуланы. Ә бит автомат йыйыу – егеттәр эше. 2009 йылда – башҡорт теле буйынса ҡала олимпиадаһында – III урын. Розаның үҙенә һүҙ бирәйек, рәхим ит.

(Роза шиғыр һөйләй)

9А синыфында уҡыусы Розалия Шәймәрҙәнова бөтә фәндәрҙән дә тик бишкә генә өлгәшә. Әҙәпле, күп белеүсе, тырыш ҡыҙҙы иптәштәре генә түгел, уҡытыусылар ҙа хөрмәт итә.  Үҙе тураһында – үҙе һөйләһен Розалия, һүҙ  - һиңә!

(башҡорт бейеүе “Һыбайлылар”)

Был осрашыуҙа ҡатнашырға үҙҙәре теләк белдереүсе синыфтар ҙа булды. Шуларҙың береһе – 4Б синыф уҡыусылары – һеҙҙең алда. Башҡорт телен ҙур теләк менән өйрәнеүсе был уҡыусылар – милләтебеҙҙең тарихы, мәҙәниәте менән бик ҡыҙыҡһына, башҡортса йырларға яраталар. Әле Ынйы Мөьминованың “Донъяла иң матур ил” йырын бүләк итәләр. Рәхим итегеҙ, ҡыҙҙар!  (Йыр башҡарыла).

Сахаутдинов Вилдан йырлай.

-Бына шулай итеп, 98 – се мәктәптең өмөтлө уҡыусылары – үҙ хыялдары, маҡсат – һәләттәре менән яҡты киләсәккә ынтылалар. Әлбиттә, уларға һәр эштә ярҙам итеп, дәртләндереп тороусы уҡытыусылары, мәктәп етәкселеге мөһим роль уйнай.

Ә хәҙер – матур йолабыҙҙың дауамы ҡушҡанса, - “Ҡунаҡ аша, ҡара - ҡаршы”. Ҡунаҡтарға һүҙ бирәйек. Ә Ҡунаҡтарҙың да ниндәйҙәре килгән беҙгә майҙан күтәрешергә!

“Тамыр” студияһының йондоҙо, “Сулпылар” телевизион конкурсының, шулай уҡ республика, рәсәй, халыҡ – ара йыр бәйгеләре лауреаты, Бөтә Рәсәй балалар фонды стипендиаты – Сабина Кучаева!

Р.Ғарипов исемендәге республика башҡорт гимназияһының 8Б синыфында тик бишкә генә өлгәшеүҙән тыш, 14-се музыка мәктәбендә фортепьяно класында шөгөлләнә.

Алып барыусы: Киләһе ҡунағыбыҙ – Республика гүзәллек бәйгеһе “Һылыуҡай-2006” конкурсында – I урын яулаусы – Азалия Ялмурзина. Был бәйгелә Башҡортостан телерадиокомпанияһының “Юлдаш һылыуы” һәм “Мисс мобильность” номинацияһы буйынса ла еңеүсе булды ул. Азалияның бынан башҡа уңыштары:

2004 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҡала олимпиадаһында – I  урын, 2001 йылда – “Урал батыр” йәш сәсәндәр бәйгеһенең ҡала турында - I  урын. Бөгөнгө көндә- Азалия Башҡорт дәүләт университетының филология факультеында башҡорт(инглиз теле бүлегенең III  курс студенткаһы, Өфө трикотаж фабрикаһында – модель, “Һылыуҡай” студияһында – хореограф, үҙе төҙөгән “Һомай” төркөмө йырсыһы.Рәхим ит, Азалия! (Бейеү) – Рәхмәт.

Алып барыусы: Уңышлы йәштәрҙең тағы бер һоҡланғыс вәкиле “Серле йондоҙҙар”, “Илһам” конкурстары еңеүсеһе, 1-се Республика башҡорт гимназияһының Рәми Ғарипов исемендәге премияһы лауреаты – Гөлдәр Ғәлимова.

  Гөлдәр ҙә 2005 йылда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ҡала олимпиадаһында II урын, 2003 йылда – “Урал батыр” йәш сәсәндәрҙең республика бәйгеһендә - II урын, 2004 йылда республика фәни-практик конференцияһында - I  урын, 2007 йылда - I  урын. 2004 йылда Пермь ҡалаһында үткән эстрада йырҙарының асыҡ региональ фестивалендә Өфө данын юғары кимәлдә яҡланы. Шул уҡ 2004 йылда – Россия Федерацияһының Федераль йыйылышы дәүләт думаһының рәхмәт хатына лайыҡ булыуы ғына ла күп нәмә тураһында һөйләй. Гөлдәрҙең яңы башланғысы – эшҡыуарлыҡ. Бөгөн ул ҙур уңыштар менән “Амвэй” компанияһы менән эшләй. Гөлдәр, һиңә һүҙ бирелә. Рәхим ит.

(Гөлдәр Ғәлимова - йыр)

Алып барыусы: Хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, уңышлы йәштәребеҙгә рәхмәт белдерәйек.  Ә хәҙер бөтәгеҙҙе лә “госпожа удача”, йәки “уңыш” ғали йәнәйәптәре тураһында фекер алышыу ҡорона саҡырабыҙ.Уңыш – ылыҡтырғыс та, ымһындырғыс та, сәмләндергес тә күренеш. Уңыш тураһында хыялланмаған кеше юҡтыр. Тик уңыш сере -  нимәлә? Уңышка өлгәшеү юлдары ниндәй һуң ул? Уны ҡайҙан, нимәнән эҙләргә кәрәк йәш кешегә? Бының өсөн – тәүҙә халҡыбыҙҙың бай тәжрибәһенә, ололар һүҙе – мәҡәлдәргә ҡолаҡ һалырға кәрәк, сөнки халыҡ аҡылы – дәүерҙәр буйы һыналған, дөрөҫлөгө иҫбатланған. Уҡыусылар, талиптар, мин һеҙгә бер нисә мәҡәл әйтәм, һеҙ был мәҡәлдәрҙе нисек аңлауығыҙ тураһында үҙ фекерегеҙ менән бүлешәһегеҙ. 1 мәҡәл – “Булыр бала – биләүҙән”.2 мәҡәл – “Яҡты уйлының – йөҙө нурлы”.3 мәҡәл – “Айға үрелгән – ай нурына күмелгән”. 4 мәҡәл – “ Осҡандың офоғо киң…”.Тимәк, үткәндәрҙән һабаҡ алһаң, киләсәккә дөрөҫ йүнәлеш алып була. Уңышҡа өлгәше юлдарының киләһе этабы – киләсәк.

     Ә киләсәк – һәр ваҡыт яңыса фекерләү, яңы башланғыс, тормошто һәм үҙеңде яҡшы яҡҡа үҙгәртеп ҡороу, алға һәм юғараға ынтылыу ул. Яңыса фекерләргә, дөрөҫ маҡсат ҡуйырға, һәләтегеҙҙе һәм аңағыҙҙы үҫтерергә һеҙгә бөйөк аҡыл эйәләренең китаптары, айырыуса “Киске Өфө” гәзите ярҙам итер. Унда – “Мәңгелек хәҡиҡәт”, “Аҡыл-ҡаҙна”, “Уңыш ҡаҙан” исемле рубрикалар бар. “Киске Өфө”-нө бер уҡыған кеше, артабан унан айырыла алмай. Йәштәр, һеҙ ҙә бәхетле һәм уңышлы кеше булыр өсөн, аҡыллы кешеләрҙең һүҙҙәренә эйәреп, һығымталар яһағыҙ һәм тормошта ҡулланағыҙ.

     Уңыш серенең иң мөһим этабы -  әлбиттә, бөгөнгө көн. Ә бөгөнгө көн, һәләт, ижад, уңыш тураһында йәштәрҙең фекерен тыңлайыҡ. Мин һеҙгә 7 һорау бирәм, ә һеҙ яуап бирергә әҙерләнегеҙ, йәштәр.

  1 һорау:  Кемдәр уңышҡа өлгәшә ала? Йәш уңышлы кешелә ниндәй сифаттар булыуы мотлаҡ?2 һорау:  Уңышҡа өлгәшеү, әлбиттә, еңел бирелмәй. Кеше ҡаршылыҡтарға, ауырлыҡтарға осрай, хаталана. Ә хаталарҙың файҙаһы бармы, кеше тормошонда улар ниндәй роль уйнай? 3 һорау: Уңышҡа өлгәшеү өсөн ни эшләргә кәрәк? 4 һорау: Нимә ул һәләт, талант? Ялҡау таланттың яҙмышы ниндәй була?5 һорау: Һәләтегеҙҙе үҫтереүҙең ниндәй юлдарын күрәһегеҙ?Ниндәй конкурстар, бәйгеләр бар һәләтлеләргә?6 һорау: Ижад итеп йәшәүселәр генә донъяны матурлай, тормошто алға алып бара. Ижад итеү өсөн нимәнән илһам алаһығыҙ? 7 һорау: Кешенең үҙ ғүмерендә өлгәшә алған иң ҙур еңеүе нимәнән ғибәрәт?

  - Афарин, йәштәр! Һүҙегеҙҙе хуплап, Ринат Сәмиғуллин бөйөк татар шағиры Муса Йәлилдең алтынға бәрәбәр һүҙҙәрен һеҙгә еткерә. (Ринат Сәмиғуллин шиғыр уҡый).

Йомғаҡлау. Хөрмәтле йәштәр, “Иң яҡшы тәрбиәсе – уңыш, сөнки ул кешелә иң мөһимен, үҙ-үҙеңә ышаныс тойғоһон тыуҙыра”. Бәләкәй еңеүҙәр ҙурына ҡанатландыра. Уңышҡа ирешеү өсөн, бөгөн һеҙгә уҡырға, эшләргә, тырышырға кәрәк. Әҙерҙе көтөп ятҡан кеше түгел, ә үҙ-үҙен йәлләмәй, көсөн, ваҡытын сарыф иткән кеше генә уңышҡа өлгәшә. Ризаитдин Фәхретдинов һүҙҙәре менән әйтһәк, “Һәләтле кешеләр күп ул. Тик уңышҡа ирешеүҙә  һандал менән сүкеш араһында сүкелгәндәр генә камиллыҡҡа өлгәшә ала”. Ә йәштәргә бөгөн бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Һәләтегәҙҙе үҫтереү өсөн ниндәй генә конкурс-бәйгеләр юҡ? Аҡыллылырға – олимпиадалар, йырсылырға – “Серле йондоҙҙар”, бейеүселәргә - “Байыҡ”, гүзәл заттарға –“Һылыуҡай”, сәсәндәргә - “Аҡмулла вариҫтары”, спортсыларға – “Урал батыр вариҫтары”, ҡыйыуҙарға – “Салауат йыйыны батыры”, “Сая ҡыҙҙар”, шаяндарға – “Шаяниум” һ.б.

     Ошондай шарттар тыуҙырған республикабыҙға, туған телебеҙгә, президентыбыҙ М.Рәхимовҡа һәм етәкселегенә рәхмәтле булырға кәрәк.

      Быйыл да, йәштәребеҙҙең инициативалы булыуын, уңыш киңлектәрендә юғары осоуын күрергә теләй илебеҙ. Милләтебеҙгә лайыҡлы, рәхмәтле шәхестәр булайыҡ. Һомай кеүек талпынып, Аҡбуҙаттай елкенеп осайыҡ иркенлеккә, йәштәр!  “Осҡандың бит офоғо киң…”

      Осрашыуыбыҙҙы Сабина Кучаеваның “Серле йондоҙҙар” исемле йыры менән тамамлайыҡ. (йыр)

   - Осрашыуға килеп, майҙан күтәрешеүегеҙ өсөн бөтәгеҙгә лә оло рәхмәт!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мұқағали –поэзия патшасы. М. Мақатаев «Аққулар ұйықтағанда» поэмасы бойынша.

Сабақтың мақсаты: Сезіммен өлең өрген жыр парағы Мұқағали поэзиясына талдау жасау, ақын өлеңінің идеясын, мақсатын ұғын...

"Авыл яши җанда моң булып..."

Фарсель Зыятдиновка багышлап үткәрелгән әдәби-музыкаль кичә...

Конспект урока "Кирәк түгел андый-мондый бәхет"

Конспект урока "Кирәк түгел андый-мондый бәхет"...

Өләсәйем һандығы

Өләсәйем һандығы...