Главные вкладки
Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы сайты
Профессия: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы
Профессиональные интересы: Развитие у учащихся интеллектуальных, творческих и коммуникативных способностей на основе личностно-ориентированного подхода.
Увлечения: .
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: город Белорецк
Место работы: МОБУ Башкирская гимназия имени Яныбая Хамматова г.Белорецк
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/bayramgalina-gulnaz-gazizovna"Халыҡтың үлемһеҙлеге - уның телендә. Иң ҙур байлығын - телен биргән халҡыбыҙ алдында һәр беребеҙҙең бурысы бар."
Һаумыһығыҙ, хөрмәтле уҡытыусылар, уҡыусылар, ата-әсәләр һәм сайт ҡунаҡтары!
Һеҙҙе үҙемдең сайтымда күреүемә бик шатмын. Коллегаларымды эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға саҡырам. Теләк-тәҡдимдәрегеҙҙе көтөп ҡалам!
Мин - уҡытыусы. Ғорурланып та, ҙур яуаплылыҡ менән дә әйтәм мин был һүҙҙәрҙе. Белем өләшеүсе, йәшәйеште алға этеүсе, донъяға матурлыҡ өҫтәүсе, кес кенә сабыйҙарҙан шәхес үҫтереүсе, тәрбиәләүсе, оло тормошҡа юл күрһәтеүсе. Ә иң мөһиме, үҙ туған телемде, башҡорт теле бар нескәлектәре, гүзәллеге, бөйөклөгө менән, үҙем шул телдә аралашып, кинәнес алып, бала күңеленә һеңдереүсе бер уҡытыусымын.
О себе
Байрамғәлина Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы, Я.Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһының юғары категориялы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы,башланғыс синыф уҡытыусыларының ҡала – район методик берекмә етәксеһе,”Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы -2011” муниципаль бәйгеһе еңеүсеһе.Йәш быуынды уҡытыуҙағы һәм тәрбиәләүҙәге ҙур уңыштары өсөн бик күп Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.
Ижади эшләүсе,заман менән бергә атлаусы уҡытыусы. Уҡыусылары төрлө кимәлдәге бәйгеләр,фәнни – ғәмәли конференциялар еңеүсеһе. Башланғыс синыфтар өсөн муниципаль кимәлдә йыл да үткәрелә килгән “Мөғжизәләр иле –эҙләнеүҙәр иле”, урта һәм юғары синыф уҡыусыларының “Киләсәккә ҡараш” , Учалы ҡалаһында үткәрелгән “Европа – Азия.Офоҡтарҙы асып” регион –ара фәнни – ғәмәли конференцияла уҡыусылары Хажиалиева Асет, Мөхәмәтйәнова Розалина, Мусина Элина, Астанова Нәркизә уңыштар яулай.”Ғилми PROХәрәкәт -2014” I Республика ғилми – ғәмәли конференцияһында Мостанова Диана “Я.Хамматовтың “Бөртөкләп йыйыла алтын” романында башҡорт халҡының ташҡа бәйле ышаныуҙары, йолалары,ғөрөф – ғәҙәттәре” тигән эше менән Лауреат исеменә лайыҡ булһа, 2019 йылда ошо уҡ бәйгелә 4- се класс уҡыусыһы Эниев Тимерхандың “Ҡаҙҙарҙың кеше тормошондағы әһәмиәте” исемле тикшереү эше еңеү яулай.Гимназиябыҙҙа үткән “Хамматов уҡыуҙары” республика конференцияһында,Сибай ҡалаһында уҙғарылған ”Тапаҡов уҡыуҙары” зональ бәйгеһендә башҡорт яҙыусыларының тормошон һәм ижадын,тыуған яҡтың топонимик атамаларын,халҡыбыҙҙың боронғо үлсәү берәмектәрен,яҙыусы Я.Хамматов әҫәрҙәрен өйрәнеп яҙылған эҙләнеү эштәре юғары баһаланды.2020 йылда “Минең шәжәрәм” тигән эше менән 5- се класс уҡыусыһы Мингәрәйева Залина Башҡорт теле йылына арналған Муниципаль – ара ғилми – ғәмәли конференцияла 2- се урынды яуланы.Быйылғы йылда 1 – се класс уҡыусыһы Хәсәнова Зөһрә “Өләсәйем һандығы” исемле эше менән ҡала кимәлендә 2- се урынды алды.
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты