Методическая разработка урока. Зәйнәб Биишева. Яҡшы һәм яман
методическая разработка (6 класс)

Галиуллина Таслия Инсафовна

Методическая разработка урока на башкирском языке

Скачать:


Предварительный просмотр:

     

           Тема. Зәйнәб Биишева. «Яҡшы һәм яман» шиғыры.

    Маҡсат. Шиғырҙың йөкмәткеһен аңлау, идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау, поэтик әҫәрҙе тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү, яҡшыны ямандан айырырға  өйрәтеү, кешеләргә изгелекле булырға өндәү, юғары әхлаҡлы шәхес тәрбиәләү.

 Йыһазлау. Электрон һүҙлек, һандар яҙылған плакат, интерактив таҡта,мультимедиа проекторы, аудиомагнитофон.

                      Дәрес барышы

           I. Ойоштороу моменты.

        Сәләмләйбеҙ һауаны

        Именлек булһын өсөн,

       Сәләмләйбеҙ Ер-әсәне

        Беҙҙе туйҙырған өсөн,

       Сәләмләйбеҙ дуҫтарҙы

       Гел дуҫлыҡ булһын өсөн!

Психологик комфорт тыуҙырыу.

         ll.Үтелгән материалды ҡабатлау.

              Плакатта бирелгән һандар буйынса әҙибәнең тормош юлындағы мөһим даталарҙы иҫкә төшөрөп алайыҡ:

     

    III.Яңы тема.

                   -Уҡыусылар, күпселек халыҡ әкиәттәренең төп билдәһе ниндәй әле?

Мәҫәлән, үгәй әсә-етем ҡыҙ, ҡыҙыл ҡалпаҡ- бүре, кәзә-бүре һ.б. геройҙар ҡатнашҡан әкиәттәр аҙағы нисек тамамлана?

           -Яҡшылыҡ яманлыҡты еңә.

           -Бына ошо ике төшөнсә тураһында инде З.Биишеваның “Яҡшы һәм яман” шиғыры.  (Һәр уҡыусыға шиғырҙың тексы таратып бирелә).

         IV.Текст өҫтөндә эш.

             - Уҡытыусының уҡыуы;

             -Үҙ аллы уҡыу;

             - Электрон һүҙлек менән  эш: ахмаҡ, выждан, ил ағаһы, ваҡ йән кешеләр, мәкер, алйот һүҙҙәренең мәғәнәләрен аңлатыу;            

             - Һорауҙарға яуап биреү;

         1. Шиғыр нисек ҡоролған, ниндәй үҙенсәлеге бар?

          -Яманлыҡ һәм яҡшылыҡ тураһындағы строфалар аралаштырып төҙөлгән.

          -Тексты ҡысҡырып уҡыу( 1 уҡыусы яҡшылыҡ, 2-сеһе яманлыҡ тураһында уҡый)

          - Йөкмәткене аңлатыу, дәфтәрҙә яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында схема төҙөү:

                   

                                                                 Хеҙмәт һөйөү

                      Батырлыҡ                                                                    һөйөнә белеү

яҡшы яманды, дөрөҫ ял-        рухың бай булыу

ғанды айыра белеү

                выждан сафлығы        ҡояш, тыуған еребеҙ матурлығы,         байлығы, ергә хеҙмәт, илгә         изгелек

маһайыу, маҡтаныу        дәрәжәле кешеләрҙең илдә бо-

        ҙоҡ теләк менән эш итеүе

тар күңеллелек, мәкерлек,         көслөнөң көсһөҙҙө ҡа-

кеше һөймәү, ҡәҙер белмәү        ғыуы, хурлауы, үҙен

        ҙурлауы

V. Яманлыҡ тураһындағы ҡобайырҙарҙы иҫкә төшөрөү.

       VI. Уҡыусының ҡобайыры тураһында фекерҙәрҙе әйтеү

Яңынан шиғырға әйләнеп ҡайтайыҡ. З.Биишеваның “Яҡшы һәм яман” шиғырында нисә төрлө яҡшылыҡ тураһында яҙған?

  • 7.
  • 7 һаны башҡорттарҙа элек-электән ниндәй роль уйнаған? Уның менән бәйле ниндәй төшөнсәләр беләһегеҙ?

VII.Мәҡәлдәр менән эшләү.

  • Шундай уҡ фекер халыҡ мәҡәлдәрендә лә сағыла.
  • (1 партаға 1 мәҡәлдәге һүҙҙәр яҙылған карточкалар таратыу. Парлы һүҙҙәр ярҙамында яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһындағы мәҡәлдәрҙе тултырып әйтеү, мәғәнәләрен аңлатыу һәм дәфтәргә яҙыу).

          1)Яҡшылыҡ ерҙә--------------

          2)…рәхмәт-------бәләнән-------

          3)Изгелек---------юлда---------

          4)…эштең иртәһе-кисе--------

      Яуаптар интерактив таҡтала ҡарала.

                     1) Яҡшылыҡ ерҙә ятып ҡалмай.

         2) Бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡара.

         3) Изгелек иткән юлда ҡалмаҫ.

         4) Игелекле эштең иртәһе-кисе юҡ.

      VIII. Диалог төҙөү.”Һин ниндәй яҡшылыҡтар эшләнең?”

       IX.Дәресте йомғаҡлау.

       X.Баһалау.

Өйгә эш. Изгелек тураһында мәҡәлдәр яҙырға


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Движения живых организмов" и презентация к ней. Методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Дыхание растений, бактерий и грибов" и презентация к ней.

Методическая разработка урока с поэтапным проведением с приложениямиПрезентация к уроку биологии в  6 классе по теме "Почему организмы совершают движения? ".Методическая разработка урока с поэтап...

Методическая разработка урока "Амины. Анилин", Методическая разработка урока "Многоатомные спирты"

Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 10" О.С. Габриелян.Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 1...

Методическая разработка урока "В зоопарке" методическая разработка по английскому языку (5 класс)

Данный урок основан на учебнике Spotlight 5. Тема урока: В зоопарке . УМК: «Английский в фокусе» (Spotlight- 5) Ю.Е. Ваулина, Дж.Дули, О.Е. Подоляко, В.Эванс. Тип урока: урок актуализ...

Методическая разработка урока «Лучшая методическая разработка по ФГОС» Тема . Сигналы и знаки при кодировании информации. Символы как средство кодирования информации.

Цель урока: изучить технологии получения, обработки и использования информации, т.е. дать представление о сущности информации и формах её материального воплощения.Задачи:- образовательные:...