разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "
методическая разработка (8 класс) на тему

Абсаликова Асма Абкадировна

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon tema_zynb_biishevanyn_honrse_menn_oyrnsek_hikyt1.doc61 КБ

Предварительный просмотр:

                  Күгәрсен районы муниципаль районы хакимиәте

             муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

            Йомағужа   2-се һанлы урта дөйөм белем биреү мәктәбе

                                       Зәйнәб Биишеваның

                   “ Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса

                       йомғаҡлау дәресенең   план- конспекты.

                                            8 класс.

                                                           Төҙөүсеһе: башҡорт теле һәм әҙәбиәте                                                                                                                                                                            уҡытыусыһы  Абсалиҡова Әсмә Әпҡәҙир ҡыҙы.

                                             Йомағужа- 2012

Тема :Зәйнәб Биишеваның « Һөнәрсе менән Өйрәнсек» хикәйәте.

Маҡсат: 1. Әҫәрҙең идея- тематик йөкмәткеһен асыу

2.Тел-стиль үҙенсәлектәрен билдәләү

3.Ысын матурлыҡты күрә һәм яуызлыҡтан изгелекте айыра белергә өйрәтеү.

 Йыһазландырыу:1.мультимедия проекторы,З.Биишеваның портреты,көршәк һүрәте. :  

1..Ойоштороу моменты

Һаумыһығыҙ.ултырығыҙ.  Слайд “№1 З.Биишеваның портреты.

Беҙ бөгөнгө дәрестә Зәйнәб Биишеваның  «Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәте буйынса эште дауам итербеҙ.Маҡсатты әйтеү.

Дәрестең эпиграфы                            

                                                   Оҫтаның ҡулы ҡала

                                                    Шағирҙың һүҙе ҡала.

                                       Дәрес планы.

1.Кроссворд ярҙамында йөкмәткеһен иҫкә төшөрөү.

2.Әҫәрҙең конфликтын билдәләү.

3.Алты эшләпә методы буйынса эш.

4.Төп образдарға синквейн төҙөү.

5.Әҫәрҙең тел- стилистик үҙенсәлектәрен билдәләү.

6.Йомғаҡлау.

                                      Дәрес барышы.

1.Әйҙәгеҙ әле  әҫәрҙең йөкмәткеһен иҫкә төшөрөп алайыҡ.

Слайд №2

Бының өсөн түбәндәге һорауҙарға яуап табып, шаҡмаҡтарға яҙып барайыҡ.-

-Ваҡиғалар ҡайҙа бара?

-Ауыл ҡайҙа урынлашҡан?Кавказ булғас , тау,ҡаялар күҙ алдына килә.Ауыл тауҙан өҫтәме ,әллә аҫтамы?

Ауыл эргәһендәге күлдән халыҡ һыу эсә алмаған.Сөнки һыуы ниндәй булған

-Нимә һыуын эскәндәр.?

-Һөнәрсе Өйрәнсектең эшенә ҡарап, ни эшләгән.?

-Һөнәрсе башта үҙе нимәләр яһаған?  

 к

 а

 в

 к

 а

 з

 ө

 ҫ

  т

 ә

 т

 а

 т

 

ы

 р

 л

ы

ш

и

ш

м

ә

к

ө

й

ө

н

г

 ә

н

 к

 а

 с

 а

 

Урталағы шаҡмаҡтарҙы өҫтән аҫҡа уҡыйыҡ.Ниндәй һүҙ килеп сыҡты?Хикәйәләге ваҡиғалар нимә менән бәйләнгән?Эйе,һыу ташый торған көршәк тарихы менән бәйләнгән.

Слайд №2   көршәк һүрәте

Көршәкте һүрәтләп бирегеҙ. Уҡыусылар текстан табып уҡып ишеттерәләр Ниндәй һүрәтләү саралары ҡулланылған? Хуш еҫтәре- эпитет.Сәскәләр көлөп ебәргән- йәнләндереү.Ынйы кеүек нәфис- сағыштырыу .Был кем эшләгән көршәк.

Уҡытыусы.Көршәктә башта “Һөнәрсе  “тигән ҡыҙыл төҫтәге яҙыу була,һуңнан  ҡара төҫтәге ” Өйрәнсек “яҙыуы,шунан тағы -“Һөнәрсе” яҙыуы. Был ниңә шулай була?( Ике уҡыусы һөйләй.)

2. Уҡыусылар ,хикәйәттең  нигеҙендә ниндәй конфликт ята?. Яуап.Изгелекте беҙ Һөнәрсе образында күрәбеҙ.,яуызлыҡ Өйрәнсек образында сағыла.Бына шул изгелек менән яуызлыҡ, гүзәллек һәм тупаҫлыҡ   көрәшен күрәбеҙ.

 Уҡытыусы.Хикәйәтте уҡыған саҡта геройҙарҙың тышҡы ҡиәфәттәренә иғтибар иттегеҙме.? Улар нисек һүрәтләнгән?Уҡыусылар текстан табып уҡып ишеттерәләр

.Һөнәрсе                                                           Өйрәнсек

 оҙон буйлы,ҡаҡса яңаҡлы                  супай күҙле,ҡорһағын май бөргән

,                                                            Битен йөн баҫҡан,башы шәрә.

Уҡытыусы.Улар эште нисек башҡаралар?

Яуап.Һөнәрсе                                                    Өйрәнсек

 Йөрәген һалып.күңелен

биреп эшләй.                                                       Арлы-бирле башҡара.

Улар эшләгән көршәктәр ниндәй?

             Һөнәрсе                                               Өйрәнсек

Еңел,йоҡа,нәфис.                                           Ауыр,тупаҫ,килбәтһеҙ.

Уҡытыусы Тимәк,автор геройҙарҙы сағыштырып, ҡапма –ҡаршы ҡуйып һүрәтләй.Ошо алым нисек атала.?

Яуап.Антитеза тип атала.

Ниңә автор ошо алымды  ҡулланды икән?Яуап.( геройҙарҙың ысын йөҙөн,характерын асып бирер өсөн.)

3.Мин һеҙгә хикәйәт  буйынса «Алты шләпә” методы буйынса эшләргә тәҡдим итәм.Уҡыусылар төркөмдәргә бүленеп эшләйҙәр.Эшләпәләр таратып бирелә.(Уҡыусыларға йүнәлеш биреүсе һорауҙар  яҙып бирелә)

Аҡ эшләпә. Ваҡиғаларҙы.факттарҙы һанап, һөйләп бирә.

Һары эшләпә ыңғай,яҡшы яҡтарҙы билдәләй.Нимә оҡшаны? Нимә  яҡшы булды.?

Һары эшләпә.Һөҙөмтә сығарып,тәҡдим индерә.Нимә эшләргә кәрәк ине?.Нимәне үҙгәртер инем?

Ҡара эшләпә Хикәйәттә нимә оҡшаманы тигән һорауға яуап эҙләй.

Ҡыҙыл эшләпә хис- тойғолар,кисерештәр менән эш итә.Ниндәй өлөштә,эпизодта  ниндәй тойғолар кисерҙек?.

Зәңгәр эшләпә фәлсәфәүи һығымта сығара.Ниндәй фәһем алдыҡ.?Нимәгә өйрәтә был әҫәр?.

Аҡ эшләпә.Ваҡиғаларҙы һанап сыға.

Һары.эшләпә.Һөнәрсе  ауылдаштарын йәлләп,Өйрәнсектең тупаҫ көршәктәренән ҡотолдорор өсөн көршәктәр эшләй башлай.Иҫ китмәле гүзәл ул көршәктәр..Уның киң күңелле булыуы, эшенең  ысын оҫтаһы булыуы оҡшаны.Әҫәрҙең аҙағында дөрөҫлөктөң өҫкө сығыуы оҡшаны.

Йәшел эшләпә.Һөнәрсе яңғыҙы,уның ғаиләһе,балалары юҡ.Өйрәнсектең балалары күп.Шуға ул хатта   насар,йәмһеҙ  ысулдар  менән булһа ла ,уларҙы  ашатыу,ҡарау юлын эҙләй.Үҙенең ҡулынан башҡа эш килмәй.Әгәр ҙә Һөнәрсенең дә балалары булһа,уның ихтыяждары күп булыр ине .Ул саҡта Һөнәрсе Өйрәнсектән алданып йәшәмәҫ ине,тип уйлайбыҙ.

Ҡара эшләпә.Күп нәмә оҡшамай.Шундай талантлы Һөнәрсе ниңә һуҡырҙарса Өйрәнсеккә ышанған.Меҫкен хәлендә йәшәй, ал-ял белмәй эшләй,ә үҙен яҡлай алмай.Ауылдаштары  һис кенә лә уға иғтибар итмәй, тып- тыныс йәшәп ятҡандар.Дөрөҫлөк өҫкә сыға,тик Һөнәрсенең ғүмере ауырлыҡта үтте бит.Үҙ  эшенең емешен,шатлығын татый алманы.

Ҡыҙыл эшләпә.Һөнәрсене йәлләнек. Һәр көршәген Өйрәнсек ҡулынан тартып алып торған. Һөнәрсе бик хәйләкәр,уның оҫта ҡылыныуын күреп аптырап ҡуяһың.Кешеләр  ялғанды  белде,шулай ҙа  күңелгә ҡыйын.

Зәңгәр эшләпә Хикәйәт беҙгә нимә бирҙе.?Яманлыҡтан  яҡшылыҡты ,аҡтан ҡараны айыра белергә өйрәтә.Һөнәсенең көршәктәре . ҡалды.Халыҡ уны һис ҡасан онотмаҫ.Матурлыҡты күрә белергә,уны һаҡларға саҡыра.

4.Хикәйәттең тел- стилистик  үҙенсәлектәрен билдәләү өҫтөндә эш.

 Уҡытыусы .әҫәр нисек уҡыла? Еңелме?  Ауырмы?

 Ниндәй мәҡәл- әйтемдәр осраны? (  бер нисәһен таҡтала яҙып,мәғәнәһен аңлаталар.Күрше хаҡы тәңре хаҡы.Яҡшылыҡ эшлә лә диңгеҙгә ырғыт.Халыҡ белер.Халыҡ белмәһә- балыҡ белер.Һөнәрсенең телмәрендә ниндәй тапҡыр һүҙҙәр осраны.?Тамаҡ ни ул күҙ менән бергә китер,ә көршәктәр һаман йәшәп ҡалыр.Айыу балаһын да өйрәтәләр. Һ.б.)

5.Һөнәрсе менән Өйрәнсек образдарына  ике төркөмгә бүленеп синквейндар төҙөү.

Һөнәрсе                                                 Өйрәнсек

Киң күңелле,  эскерһеҙ.                         Ҡомһоҙ,эшлекһеҙ.
(Эшләй,эҙләй, тырыша.                         Алдай,маҡтана,йәшерә.

 Алтын ҡуллы кеше.                               Ике йөҙлө кеше.

Оҫта.                                                       Алдаҡсы.

Дәрестең эпиграфына иғтибар итәйек.Шулай итеп,Һөнәрсенән нимә ҡалды?

Өйрәнсектән нимә ҡалды? Яуап.Һөнәрсенең матур  көршәктәре ҡалды.Өйрәнсектең яман исеме ҡалды.Халыҡ уны ҡарғаны. Әҫәрҙә күтәрелгән проблема бөгөнгө көндә актуаль  һаналамы? Әлеге ваҡытта һөнәрселәр һәм өйрәнсектәр бармы?Уҡыусыларҙың яуаптарын тыңлау.

6.Дәресте йомғаҡлау.Уҡытыусы.Бөтө әйтелгәндәргә өҫтәп шуны өйтке килә.

Һөнәрсе кеүек ысын талант эйәләре,оҫталар үҙ баһаһын үҙҙәре иҫән,тере саҡта алһа икән.Тормошта ,ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күп осраҡта нәҡ ошо әҫәрҙәге кеүек килеп сыға шул.Ысынбарлыҡта өйрәнсектәр идара итмәһен,һөнәрселәр алда йөрөһөн ине!

Өйгә эше. Инша яҙырға.

      .


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка урока литературы для 6 класса по произведению «Сказание о Кожемяке»

Цели урока:Образовательные: дать представление о древнерусской литературе, условиях ее возникновения, отличительных особенностях; дать понятия “летопись”, познакомить с содержанием “Сказания о Кожемяк...

Разработка урока литературы в 6 классе по произведению «Сказание о белгородском киселе»

Цели урокаОбразовательные: дать представление о древнерусской литературе, условиях ее возникновения, отличительных особенностях; дать понятия “летопись”, познакомить с содержанием “Сказания о бел...

Презентация к уроку: "Библейские сказания"

В презентации содержатся мифы, позволяющие подробно познакомится с Библейскими сказаниями....

План-конспект урока " Нартские сказания"

План-конспект урока (таблица)...

Презентация к методической разработке урока литературы в 6 классе по теме: "Восточное сказание М. Ю. Лермонтова "Три пальмы"

Презентация к методической разработке урока литературы в 6 классе по теме "Восточное сказание М.Ю.Лермонтова "Три пальмы"...

Буклет урока "Библейские сказания"

Буклет урока "Библейские сказания". Ученики во время урока заполняют буклет (словарь урока, родословная первых евреев); знакомятся (повторяют) с Заповедями Божьими. В заключении самостоятель...

Разработка урока литературы в 6 классе на тему "Повесть временных лет. Сказание о белгородском киселе"

Цель: Познакомить учащихся с древнерусской литературой, ее самобытностью и патриотической направленностью на примере «Сказания о белгородском киселе»  Задачи: Обучающие. Ра...