Методическая разработка урока. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы
методическая разработка (6 класс)

Галиуллина Таслия Инсафовна

Конспект урока

Скачать:


Предварительный просмотр:

Тема. З.Биишеваның тормош һәм ижад юлы

Маҡсат: уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, шағир менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү.

Йыһазлау. З.Биишеваның портреты, шағирға арналып эшләнгән альбом, шағирҙың китаптары, мультимедия проекторы.

Дәрес барышы

  1. Ойоштороу.

Психологик атмосфера ситуацияһы тыуҙырыу.

Экранда кроссворд күрһәтелә. Ошо кроссвордты сисһәк, ниндәй яҙыусы тураһында һүҙ барасағын белербеҙ.

Һорауҙар:

1. 1949 йылдан Яҙыусылар ағзаһы.

2. Тыуған районы

3. Тыуған ауылы

4. Был романы өсөн С.Юлаев премияһы бирелгән.

5. Көршәктәрҙе оҫта итеп яһаған

6. З.Биишеваның атаһының исеме.

7. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен һөйләгән олатайҙың исеме

8. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен һөйләгән олатайҙың һүҙҙәре буйынса ҡомартҡы – Ҡаһым түрәнең ҡылысы ошо ҡалаға йөрөп ҡайтҡан.

9. З.Биишева ҡайһы айҙа тыуған?

10. Балсыҡтан яһалған һауыт

11. Техникумды тамамлағас, З.Биишева Баймаҡ районының ошо ауылында уҡытыусы булып эшләй.

12. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтен һөйләгән олатайҙың һүҙҙәре буйынса, ҡомартҡы көршәк – шул яҡтарҙан килгән.

13. “Һөнәрсе менән Өйрәнсек” хикәйәтендә олатай һүҙе.

       

2. Уҡытыусының инеш һүҙе.

Кроссвордта башҡорт халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева сыҡты.

Уҡыусылар, бөгөн беҙ һеҙҙең менән Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлына байҡау яһарбыҙ.

 -Кем ул Зәйнәб Биишева? Ул ҡасан һәм ҡайҙа тыуған? Уға тәүге аҙымдарын яһарға кем һәм ниндәй саралар ярҙам иткән? Ниндәй жанрҙар ижад иткән? Һеҙ ниндәй әҫәрҙәрен беләһегеҙ?

Экранда Зәйнәб Биишеваның портреты.

3. Яҙыусының биографияһы менән таныштырыу.

Зәйнәб Биишева. ...Был исемде әйтеү менән тарихыбыҙҙың үткәне, бөгөнгө һәм киләсәктә буласаҡ саф һәм сағыу биттәре күҙ алдына баҫа. Яҙыусы күпме ғәжәп тәрән йөкмәткеле әҫәрҙәр яҙып ҡалдырған.

4. Яҙыусының ижад иткән жанрҙары менән таныштырыу.

Экранда таблица.

Жанрҙары

Әҫәрҙәр

1.

Хикәйәт

“Һөнәрсе менән Өйрәнсек”

2.

Шиғыр

“Башҡорт теле”

3.

Драматик поэма

“Тылсымлы ҡурай”

4.

Драма

“Серле йөҙөк”

5.

Повесть

“Дуҫ булайыҡ”

6.

Роман

“Емеш”

7.

Әкиәттәр

5. Ҡунаҡтар менән таныштырыу. “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе,

әҙәбиәт белгесе, “Йәншишмә” гәзите хәбәрсеһе, “Аҡбуҙат” журналы хәбәрсеһе, уҡыусылар

 “Йәшлек” гәзите хәбәрсеһе

Бөтә йөрәге менән яратҡан, уның тормошона Ай нурҙарылай яҡты белем, бәхет сатҡылары һипкән Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты Зәйнәб Биишева 1908 йылдың 2 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Күгәрсен районы Туйембәт ауылында ерһеҙ крәҫтиән ғаиләһендә тыуа.

Әҙәбиәт белгесе

Талант һәм ҡаһарманлыҡ – бына ошо ике сифаттың айырылғыһыҙ берлеге З.Биишеваның шәхес бейеклеген билдәләй. Ул бер ваҡытта ла оло маҡсаттарына хыянат итмәне, заман хакимдарына яраҡлашманы, һүҙен кешеләрҙең күҙенә тура ҡарап әйтте. Яңы үрҙәргә ғорур артылды, ғүмере буйы батыр һәм моңло йөрәкле булып ҡалды һәм шулай ҡаласаҡ.

“Йәншишмә” гәзите хәбәрсеһе

Шағирә, әҙибә… Ниндәй тылсымлы көскә эйә ошо һүҙҙәр. Һәр талантлы яҙыусының башҡаларҙан айырылып торған,тик үҙенә генә хас тауышы була. Әҫәрҙәрендә ул тормоштоң эске ағышына тәрән үтеп инә, өр-яңы донъя аса, кеше эшмәкәрлеген, уның психологияһын бөтә ҡатмарлылығында һынландыра.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева үҙенең ғүмерен, йәшәлгән йылдарын айырым осорҙарға бүлеп ҡараны. “Ғөмүмән, мин өс дәүер йәшәнем. Уларҙың тәүгеһе – етемлек, бала һәм үҫмер саҡ дәүере. Ә ғүмеремдең иң ауыр мәлдәре - 37-се йылдарҙан башланды…” - тигәйне. Һәм өсөнсө дәүер – илленсе йылдарҙан һуңғы осор. Был йылдарҙа ул халҡы өсөн ниндәй генә эштәр башҡарманы!

З.Биишева яҙған шиғырҙарҙан өҙөктәр.

1-се уҡыусы

…Теләр инем, гранит ҡая булып,

Ер өҫтөнә ҡабат тыуырға.

Теләр инем йәшәү ҡаршыһында

Сал башымды эйеп торорға.

2-се уҡыусы

Бул һин тик халҡыңа тоғро,

Ит хеҙмәт арыу белмәй.

Маҡтау, хурлау ғүмерһеҙ ул,

Тик хеҙмәт йәшәй, үлмәй.

3-сө уҡыусы

Илап тыуһам да мин, йырлап үҫтем,

Йырлап йәшәйем әле бөгөн дә.

Сәстәремә ҡырау сәселһә лә,

Ҡырау ҡунмаҫ минең күңелгә.

Йырлап йәшәйем,

Халҡым, илем ғүмере

Әкиәттәрҙән гүзәл йыр булғас.

4-се уҡыусы

Яҙғы йырҙай ярһып тыуҙың ергә,

Яҙғы йырҙай ярһып йәшәнең.

Ҡабатланмаҫ яҙғы гүзәл бер йыр,

Моңло бер йыр булды йәшәүең.

5- се уҡыусы

Йыр яратам, ярһып бер йырлаһам,

Ҡанатланам, күккә ашам мин.

Тыуған ергә ырыҫ, бәхет яулап,

Ал таң булып һыҙылып атам мин.

З.Биишеваға арнауҙар

“Аҡбуҙат” журналы хәбәрсеһе

Башҡорт халҡының арҙаҡлы ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһының тәүге халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев премияһы лауреаты Зәйнәб Биишева ижадының тәүге йылдарынан уҡ әҙәбиәттең бөтә тармаҡтарында ла ең һыҙғанып эшләне. Халыҡ тарафынан яратып ҡабул ителгән, һөйөп уҡылған “Яҡтыға” трилогияһына ингән “Кәмһетелгәндәр”, “Оло Эйек буйында”, “Емеш” романдарын ижад итеүгә килеү осоронда ул хикәйә, хикәйәттәр, повестар, шиғырҙар, бер нисә драма, драматик поэма һәм байтаҡ мәҡәләләр авторы ине инде.

Әҙәбиәт белгесе

Бәләкәйҙән үк хеҙмәт һөйөп үҫкән, тынғыһыҙ йәнле, тура һүҙле, ҡурҡыу белмәҫ батыр йөрәкле, ҙур ихтыяр көсөнә эйә булған яҙыусы З.Биишева тик тырыш хеҙмәт, туған халҡына тоғро хеҙмәт итеүҙе бөтәһенән дә өҫтөн күрҙе, оло маҡсатына һәр саҡ тоғро булып ҡалды. Халҡы ла уны яратты, хөрмәт итте. Тырыш, ижади хеҙмәттәре өсөн ул өс мәртәбә Почет Билдәһе ордены менән наградланды. Башҡортостан Республикаһының иң юғары бүләге -  “Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы” тигән арҙаҡлы исем З.Биишеваға беренсе булып бирелде.

1-се уҡыусы

Замандашым минең, башҡорт ҡыҙы,

Ҡәләм тотоп сыҡтың ярышҡа,

Ижад емештәрең һоҡландырғыс,

Яҡшы даның китте алыҫҡа.

Ижад бәйгеһендә ал бирмәнең.

Була белдең яҡшы әсә лә.

Хеҙмәтеңде ҙурлап, ихтирамлап,

Юлдарыңа сәскә сәсәләр…                                              Б.Вәлид

Халыҡ үткән юлда – уның эҙе,

Ғүмерҙәре тотош тарих үҙе.

Уйҙарымдан уйылып һыҙландырыр

Ил әсәһе булып әйткән һүҙе.

Һан өсөн дә, дан өсөн дә түгел

Йөрәгенә һырҙар һалған эше.

Ил әсәһе булған бөйөк кеше!                                         З.Котлогилдина

2-се уҡыусы

Тирбәткәндә милләт сәңгелдәген,

Ул көйләне бөтә белгәнен.

Бар халҡын әсе яҙмыштары

Бәғерҙәрен нисек телгәнен.

Көйҙәрендә өмөт яҡтыһы ла,

Аһ-зары ла аҡты түгелеп.

Өмөт шәмдәй баҙлап янып китте

Балҡытырға башҡорт күңелен.                                     И.Кинйәбулатов

3-сө уҡыусы

З.Биишева! Был исемде әйткәндә күҙ алдына бар булмышы менән ижади хеҙмәткә бағышланған, тулҡынландырғыс ваҡиғалар менән тулы, әйтеп бөтөргөһөҙ ҡыҙыҡлы, һоҡландырғыс тормош килә.

З.Биишева! Был исем – Башҡортостантандағы һәм туғандаш республикаларҙағы эшләүсе йәштәр өсөн бөтмәҫ-төкәнмәҫ белем сығанағы, илһам шишмәһе, тырышлыҡ, үҙ эшеңә, халҡыңа бирелгәнлек, кешелеклелек символы!

Йомғаҡлау.

Уҡытыусы. Был конференцияла беҙ ҡыҫҡаса ғына  З.Биишеваның тормош һәм ижад юлына байҡау яһаныҡ. Башҡортостандың күренекле вәкиле З.Биишеваның ижады, күп яҡлы ижад булараҡ, башҡорт әҙәбиәте тарихында лайыҡлы урын алды.

Йылдар уҙа, дәүерҙәр, ҡоролоштар алмашына, идеологиялар үҙгәрә, ә ялҡынлы яҙыусының талантлы  ижады туған халҡы йөрәгендә йәшәй.

З.Биишева әҫәрҙәре – ысын мәғәнәһендә кешеләрҙе уйландырыусы, аҫыл шиғриәт өлгөләре ул.

     


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой "Мастер и Подмастерье "

Разработка урока по сказанию Зайнаб Биишевой" Мастер и Подмастерье"...

методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Движения живых организмов" и презентация к ней. Методическая разработка урока биологии в 6 классе по теме "Дыхание растений, бактерий и грибов" и презентация к ней.

Методическая разработка урока с поэтапным проведением с приложениямиПрезентация к уроку биологии в  6 классе по теме "Почему организмы совершают движения? ".Методическая разработка урока с поэтап...

Методическая разработка урока "Амины. Анилин", Методическая разработка урока "Многоатомные спирты"

Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 10" О.С. Габриелян.Урок, разработан для учащихся 10 класса, обучающихся по базовой программе. Учебник "Химия 1...

Тема. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы.

Тема.  Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы. Маҡсат: уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, шағир менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү.Йы...

Методическая разработка урока "В зоопарке" методическая разработка по английскому языку (5 класс)

Данный урок основан на учебнике Spotlight 5. Тема урока: В зоопарке . УМК: «Английский в фокусе» (Spotlight- 5) Ю.Е. Ваулина, Дж.Дули, О.Е. Подоляко, В.Эванс. Тип урока: урок актуализ...

Методическая разработка урока. Зәйнәб Биишева. Яҡшы һәм яман

Методическая разработка урока на башкирском языке...