Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса.
план-конспект

Хажиева Айгөл Нурислам ҡыҙының шәхси сайты

Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл dres_temahy_bashkort_baly_4_klass_dult_tele_buyynsa.docx18.93 КБ

Предварительный просмотр:

                                          БАШҠОРТ БАЛЫ
                 (Башҡорт дәүләт теле буйынса 4-се класс өсөн дәрес өлгөһө)
Дәрестең маҡсаты. Башҡорт халҡының боронғо шөғөлө – солоҡсолоҡ менән
танышыу, бал ҡортоноң, балдың файҙаһы тураһында әңгәмәләшеү, телмәр
үҫтереү, дөрөҫ яҙыу күнекмәләре өҫтөндә эшләү.
Күргәҙмә материал: “Башҡорт балы” видеотаҫмаһы, ”Умартасылыҡ” темаһына презентация, сәскә рәсемдәре, дәреслек. Дәрес ФДББС талаптары буйынса үткәрелә.
                                                Дәрестең барышы.
Ойоштороу.
Уҡыусылар.
– Һаумы, ҡояш! Һаумы, дуҫым! Һаумыһығыҙ, уҡытыусым!
Уҡытыусы:
– Һаумыһығыҙ! Ултырығыҙ.
Уҡыусылар:
– Ҡыңғырау шылтыраны,
Беҙ ултырҙыҡ дәрескә.
Китап, дәфтәрҙәр әҙер,
Тотонайыҡ беҙ эшкә!
Уҡытыусы:
– Эште башлайыҡ. Бөгөнгө датаны, класс эшен, теманы дәфтәргә яҙабыҙ.
Төп өлөш. Бөгөнгө теманың исеме “Башҡорт балы” (Уҡытыусы уҡыусылар
алдына проблемлы һорауҙар ҡуя.)
Теманың исемен тәржемә итергә.
Ә ни өсөн башҡорт балы тип атала беҙҙең тема? (Яуаптар тыңланыла.)
Значение слова “башҡорт” – баш – главная, ҡорт – пчела. (Уҡыусылар дәфтәргә яҙалар)
Значение слова, ее происхождение говорит о том, что башкиры – это народ,
который очень давно занимается пчеловодством.
Ә хәҙер өйгә эште тикшереп алайыҡ. (Уҡыусылар һүҙлектән “Ҡортсолоҡ” –
“Пчеловодство” темаһына һүҙҙәрҙе тәржемәһе менән яҙып килергә тейештәр. Был ижади эҙләнеү эше).
Бал – мед
бал ҡорто – пчела
ҡортсолоҡ – пчеловодство
умарта – улей
умартасы (ҡортсо) – пчеловод
умарталыҡ – пасека
кәрәҙ – соты
кәрәҙле бал – сотовый мед
солоҡ – борть
солоҡ балы – бортевой мед
солоҡсолоҡ – бортничество
ҡаяу – жало
(Булмаған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙыу һәм бер нисә уҡыусынан уҡытып ҡарау. Был эште презентация-слайдтар ҡарау менән берлектә алып барыу отошло).
Солоҡ һәм солоҡсолоҡ нимә ул? Кем әйтә ала? Һүҙҙең мәғәнәһен белер өсөн
нимә эшләргә тейешбеҙ? (Проблемалы һорауҙар ҡуйыуҙы дауам итеү. Яуаптарҙы тыңлау). Эйе, беҙ энциклопедияға, аңлатмалы һүҙлектәргә мөрәжәғәт итә алабыҙ.
Ә хәҙер видеояҙма ҡарап үтәйек. (Видеояҙма рус телендә)
Башкортостан – единственное место в России, где люди по-прежнему
занимаются старинным промыслом-бортничеством. Это – древняя форма
пчеловодства. Дикий башкирский мед собирают не на пасеке, а на деревьях! Пчел при этом содержат в сосновых дуплах, которые называются “борть”. Отсюда и необычное название промысла “Бортничество”. С целью сохранения и изучения бортевых пчел в естественном состоянии в 1986 году организован башкирский заповедние “Шульган-Таш”. Бортничество сохранилось в Бурзянском районе Башкортостана. Солоҡ балы нимә булды инде? Бортевой мед – мед диких пчел. “Ҡортсолоҡ” темаһына ингән һүҙҙәрҙе файҙаланып, 84-се күнегеүҙәге тексты телдән сылбырлап уҡыу һәм тәржемә итеү (59-сы биттә): Мөхәррәм бабай – умартасы. Йәй көнө ул умарталарҙан бал ала. Шул саҡта яҡшы теләктәр теләй. Уға беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Бабайым беҙгә кәрәҙле бал бирә. Бал бөтәһенә лә етә. Беҙ тәмле бал ашайбыҙ. Бабайыма рәхмәт әйтәбеҙ.
(Дәреслек менән эшләү, рәсемде иғтибар менән ҡарау, телдән тәржемә итеү).
Уҡытыусы. Балалар, ҡарағыҙ әле, Дарья бөгөн нимәгә оҡшап тора? Эйе, бал
ҡортона. (Бер уҡыусы дәрескә бал ҡорто булып кейенеп килә). Ә уның ҡулында нимә һуң? Бал! Бал ҡорто – Дарья буш ҡул менән килмәгән, күстәнәс алып килгән. Бик йомарт (щедрая) икән. (Дарья матур һауыттағы балды өҫтәлгә ҡуя). Балды күп йыйған. Шулай булғас, ниндәй инде бал ҡорто. Эшсән, тырыш (работящая, трудолюбивая). Ул беҙгә лә эш алып килгән. (Бал ҡорто уҡыусыларға карточкалар  таратып бирә)
Карточкалар менән эш. (Карточкаларҙың исеме – “Бал ҡорто”. Бал
ҡортоноң һүрәте булыуы мөмкин. Формаһы кәрәҙ формаһында булыуы отошло. Һорауҙарға телдән, йәиһә яҙма рәүештә яуаптар бирелә. Был уҡытыусы ҡарамағына. Эш парҙар менән ойошторола).
Был нимә? Был – бал ҡорто.
Бал ҡорттары ниндәй? Бал ҡорттары тырыш (эшсән,йомарт,уҫал).
Бал ниндәй? Бал тәмле.Бал ҡорто нисек безелдәй? Беҙ-ҙ-ҙ-ҙ! (Һуңғы һорауға яуапты бергәләшеп биреү мотлаҡ.) Һеҙҙе-беҙҙҙҙҙ, һеҙҙе-беҙҙҙҙ!
Бал ҡорто беҙгә уйын да алып килгән. “Бал ҡорто” уйыны.
Бал ҡорто уянды,
Йылмайҙы,
Йыуынды,
Елпенде,
Өйөрөлдө һәм осоп китте (Хәрәкәттәр менән күрһәтеү).
Бал ҡорто балды нисек йыя? (Алена шиғыр һөйләй. Һөйләгәндә хәрәкәттәр менән күрһәтә. Шиғырҙар алдан ятланырға тейеш.)
Сәскәнән сәскәгә ҡунып
Бал йыя бал ҡорто.
Эшсән булған өсөн тулған
Бал менән бар йорто.
Балды нимә бирә? (Полина таҡтаға эленгән сәскәләргә күрһәтеп һөйләй).
Аҡ сәскә лә бал бирә,
Күк сәскә лә бал бирә,
Ал сәскә лә бал бирә,
Бар сәскә лә бал бирә.
Йомғаҡлау. Был дәрестә нимәләр белдек?
Бал тәмле, файҙалы. Бал ҡорттары балды сәскәнән йыя. Улар тырыш. Бал
ҡортоноң өйө – умарта йәиһә солоҡ. Умартасы бал ҡорттарын ҡарай.
Балаларҙың эштәрен билдәләү.
Рефлексия. Дәрес оҡшанымы? Дәрес оҡшаһа, балалар тулы кәрәҙҙәрҙе йыялар(улар һары төҫтә – бал менән тулы). Дәрес оҡшамаһа, буш кәрәҙҙәр тапшырыла(улар аҡ төҫтә)
Өйгә эш. Ниндәй сәскәләр тәмле бал бирә?


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Разработка урока физики в 7 классе. Тема:Действие жидкости и газа на погруженное в них тело.

Урок физики в 7 классе.  Действие жидкости и газа на погруженное в них тело. Урок исследование. Работа в группах....

Конспект урока физики в 7 классе по теме:"Действие жидкости и газа на погруженное в них тело. Архимедова сила"

Предложен вариант урока с использованием видеосюжетов "Школьный физический эксперимент"...

Тема 2. Строение тела животных.Урок на тему "Клетка. Ткани." биология – 7 класс

формирую знания семиклассников о единстве органического мира на основе учения о клетке, о сходстве и различии растительной и животной клеток, о взаимосвязи функций всех тканей организма; продолжа...

Сценарий конкурсно - развлекательной программы к осеннему балу на тему «Осенний блюз» 5 - 10 классы.

Традиционно проводимый в школе - интернате Осенний бал в форе литературно - музыкального вечера отдыха с конкурсно - развлекательной программой, исполнением художесвенных номеров и розыгрышем  пр...

Башҡорт теле буйынса дәрес. Тема: Эйәһеҙ һөйләм. (7 класс)

Башҡорт теле буйынса дәрес. Тема: Эйәһеҙ һөйләм. (7 класс)...

4 класс, З.Биишеваның әҫәрҙәре буйынса йомғаҡлау

З.Биишеваның әҫәрҙәре буйынса йомғаҡлау...