Башҡорт теле буйынса дәрес. Тема: Эйәһеҙ һөйләм. (7 класс)
тест (7 класс) на тему
Башҡорт теле буйынса дәрес. Тема: Эйәһеҙ һөйләм. (7 класс)
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
dokument_microsoft_word_16.docx | 17.44 КБ |
Предварительный просмотр:
Тема: Эйәһеҙ һөйләм.
Маҡсат: эйәһеҙ һөйләм тураһында төшөнсә биреү, уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, логик фекерләү ҡеүәһен үҫтереү, эстетик тәрбиә биреү, билдәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр тураһында белемде нығытыу, уҡыусыларҙа ныҡышмалылыҡ, яуаплылыҡ тәрбиәләү
Йыһазландырыу: дәреслек, күргәҙмәлелек, компьютер, видеопроектор, таблица.
Дәрес барышы
1. Ойоштороу моменты.
- Һаумыһығыҙ, уҡыусылар! Ултырығыҙ!
- Уҡыусылар, девизыбыҙҙы уҡыйыҡ әле. Ваҡ эште лә эре итеп башҡар.- Нисек аңлайһығыҙ?(Эйе, бәләкәй генә эште лә яҡшы итеп эшләргә кәрәк. Беҙ бөгөн шулай тырышайыҡ.)
Әйҙәгеҙ беҙ ҙә бөгөн ошо егәрле, 45 минут ваҡыт эсендә үҙебеҙҙең барлыҡ белемдәребеҙҙе күрһәтеп, тырышып-тырышып эшләп алайыҡ, белем алайыҡ.
Алдағы дәрестә һеҙ бер составлы һөйләм төрҙәре -билдәле эйәле һәм билдәһеҙ эйәле һөйләмдәрҙе үттегеҙ. Ошо үткән материалды ҡабатлап, нығытып китеү маҡсатында, мин һеҙгә тестар алып килдем. Әйҙәгеҙ, ошо тест һорауҙарына яуап биреп алайыҡ. Һеҙгә 6 һорау тәҡдим ителә, һәр һорауға 2 йәки 3 яуап бирелгән. Һеҙ, уҡыусылар, дөрөҫ яуапты ғына табып билдәләйһегеҙ.
Бирелгән һөйләмдең төрөн билдәлә.
Һәр эште үҙ ваҡытында үтә. Был ниндәй бер составлы һөйләм?
А) билдәле эйәле һөйләм
Б) билдәһеҙ эйәле һөйләм
Ағиҙел аша яңы күпер һалғандар. Был ниндәй бер составлы һөйләм?
А) билдәле эйәле һөйләм
Б) билдәһеҙ эйәле һөйләм
Билдәле эйәле һөйләмде билдәлә.
А) Мине урамда туҡтаттылар.
Б) Ҡаланан айырыла алмайһың.
Билдәһеҙ эйәле һөйләмде билдәлә.
А) Минең киткәнемде бер үк уға әйтеп ҡуймағыҙ!
Б) Байрамға бер нисә көн алдан әҙерлек башланылар.
Билдәле эйәле һөйләмдең хәбәре … килә:
А) 1-се, 2-се заттағы ҡылымдан
В) 3-сө заттағы ҡылымдан
В) ҡылым зат формаһы алмаған
Билдәһеҙ эйәле һөйләмдең хәбәре … килә:
А) 1-се, 2-се заттағы ҡылымдан
Б) 3-сө заттағы ҡылымдан
В) зат формаһы булмаған ҡылым
- Ә хәҙер эштәрегеҙҙе иптәшегеҙ менән алмашығыҙ һәм таҡталағы дөрөҫ яуап менән сағыштырып тикшерегеҙ. (Баһа ҡуябыҙ, 1 хата– 5, 2 хата – 4, 3 хата – 3, 2 хата – 2).
- уҡыусылар, шулай итеп, ниндәй һөйләмдәр билдәле эйәле һөйләм тип атала? Ә ниндәй һөйләмдәрҙе билдәһеҙ эйәле һөйләмдәр тип атайҙар?
(уҡыусылар яуабы) (Эйәһе бирелмәһә лә, ниндәй һүҙҙең эйә булып килеүен хәбәрһән беленеп торған һөйләм билдәле эйәле һөйләм була)
(уҡыусылар яуабы) (Билдәһеҙ эйәле һөйләмдә эште башҡарыусыныңкем булыуы асыҡ ҡына билдәле түгел.)
Төп өлөш.
Афарин, уҡыусылар, үткән дәресте бик яҡшы аңлағанһығыҙ икән. Ә хәҙер яңы тема менән танышып китәйек. Дәфтәрҙәрегеҙҙе асып, бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.
(Дәрестең маҡсатын әйттереү. Бөгөн беҙ һеҙҙең бер составлы һөйләмдең 3 төрө -эйәһеҙ һөйләмдәр менән танышып, уларҙың һөйләмдәге, телмәрҙәге ролен билдәләрбеҙ).
- Ә хәҙер таҡтаға иғтибар итәйек.Бында һеҙгә 2 бағанала һөйләмдәр бирелгән.Ошо һөйләмдәргә синтаксик анализ яһап алайыҡ.
1.Мин торорға итәм. Минең торғом килә.
2.Мин бөгөн бик арыным. Бөгөн бик арытылды.
3. Һеҙ эште еренә еткереп башҡарығыҙ. Һеҙгә эште еренә еткереп башҡарырға кәрәк.
-
- Уҡыусылар, ә хәҙер тәүге һөйләмдәрҙе сағыштырайыҡ. Ниндәй айырма бар?(Беренсе һөйләм 2 составлы, ә икенсеһенең тик эйә составы ғына бар) (Минең торғом килә) Күреүегеҙсә, был һөйләмдең эйә составы юҡ. Эйәне табып буламы?(Юк, табып булмай.)
-Эйәнең кәрәклеге бармы?(Кәрәклеге һиҙелмәй). Ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен әйтеү.
Ошо һөйләмгә окшатып, миҫалдар уйлайыҡ әле. (Минең илағым килә.Минең йырлағым килә. Һинең уйнағың килә.) Хәҙер аҫтағы һөйләмдәргә иғтибар итәйек.
Йәгеҙ әле, үҙегеҙ аңлатып ҡарағыҙ. Уҡытыусы ярҙамынды аңлатыу. Миҫалдар уйлайыҡ. ( Урмандан арып ҡайтылды. Кисә оҙаҡ йөрөлдө.)
Һуңғы бағаналағы һөйләмдәрҙе лә шул рәүешле тикшереү. Миҫалдар уйлатыу. (Эштәрҙе тамамларға кәрәк. Уңышты ваҡытында йыйырға! Белемде үҫтеререргә кәрәк.)
- Һығымта яһайыҡ.Ҡайһы бер һөйләмдәрҙә эйә булмай, уның кәрәклеге лә һиҙелеп тормай. Бындай һөйләмдәрҙе эйәһеҙ һөйләм тип атайҙар.Әйҙәгеҙ хәҙер дәреслектәге ҡағиҙәгә иғтибар итәйек.
Нығытыу. Актуалләштереү.
- Ә хәҙер материалды ныҡлап үҙләштереү маҡсатында беҙ һеҙҙең менән дәреслектәге 162-се күнегеүҙе башҡарып алайыҡ. ( Таҡтаға
3 уҡыусы сыға) Беҙ һеҙҙең менән тағы ла нимәне күҙ уңынан ысҡындырмаҫҡа тейешбеҙ?(Эйе, хәбәрҙәрҙең ниндәй һүҙ төркөмөнән килгәнен әйтергә онотмаҫҡа).
-Шулай итеп, нисек уйлайһығыҙ, эйәһеҙ һөйләмдәр ни өсөн кәрәк?
(уҡыусылар яуабы)
- Эйе, эйәһеҙ һөйләмдәр беҙҙең телмәребеҙҙе йыйнаҡ, матур яңғырашлы яһайҙар. Шуға ла кәрәк икән ул.
Һеҙҙең күҙҙәрегеҙ арып киткәндер, шуға ла хәҙер күҙҙәрҙе ял иттереп алайыҡ.
(физминутка)
- Күреүегеҙсә, беҙҙең күп кенә һөйләмдәребеҙ тырышлыҡ, яуаплылыҡ кеүек төшөнсәләр менән бәйле булды. Һеҙҙең маҡсатығыҙ ниндәй, балалар? Һеҙҙең кем булғығыҙ килә киләсәктә? Һеҙ тырыш уҡыусылармы?
Текст өҫтөндә эш. Дидактик материал менән эш
- Ысынлап та, максатҡа ирешеү өсөн нык кына тырышырға кәрәк, шулаймы?
(бер нисә уҡыусынан һөйләмдәрен уҡытыу)
- Шулай итеп, уҡыусылар беҙ һеҙҙең менән бөгөн ниндәй тема үттек? Ниндәй һөйләмдәр эйәһеҙ һөйләмдәр тип аталды? Эйәһеҙ һөйләмдәрҙең роле нимәлә?
(уҡыусылар яуабы)
Баһалау.
Өй эше биреү.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Урок информатики в 6 классе "В здоровом теле - здоровый дух!" по теме "Алгоритмы с повторением"
Цели урока:Образовательная:· Обеспечить в ходе урока повторение основных понятий темы «Алгоритмы», обратив особое внимание на понятие...
Тема 2. Строение тела животных.Урок на тему "Клетка. Ткани." биология – 7 класс
формирую знания семиклассников о единстве органического мира на основе учения о клетке, о сходстве и различии растительной и животной клеток, о взаимосвязи функций всех тканей организма; продолжа...
5 нче сыйныфлар өчен татар теле дәресе планы. Тема "Сөйләм культурасы"
5 нче сыйныфта татар теле дәресе планы бирелә.Татар теле һәрвакыт моңлы, йомшак, нәфис тел булуы белән аерылып тора. Ләкин соңгы елларда сөйләмебезнең сафлыгын, борыңгыдан килгән матурлыгын саклыйсы у...
2 синыф өсөн «Башҡорт теле» буйынса эш программаһы
quot;Башҡорт теле"...
Урок №83 Строение и состав Солнечной системы. Большие планеты Солнечной системы. Малые тела Солнечной системы. (объединенные темы) 9б класс ( гуманитарный профиль)
В рамках дистанционного обучения для учащихся разработан план занятий на платформе РЭШ по заклчительной теме "Элементы астрономии"...
Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса.
Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса....
Татар теле грамматикасын яхшырак үзләштерү максатыннан үткәрелгән мастер-класс
Татар теле грамматикасын яхшырак үзләштерү максатыннан үткәрелгән мастер-класс...