2 синыф өсөн «Башҡорт теле» буйынса эш программаһы
рабочая программа
Предварительный просмотр:
«Башҡорт теле» буйынса эш программаһы Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү буйынса икенсе быуын дәүләт стандарттары талаптарына, милли мәктәптәр өсөн эшкәртелгән уҡыу планына таянып ҡоролдо.(приказ№373 06.10.2009 йылдан)Программаның нигеҙенә Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланылған Программа алынды, авторҙары Ф.Ш. Сынбулатова, Г. Ә. Вәлиева.
Эш пограммаһы 2016-2017 уҡыу йылына Абҙаҡ урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла
Был эш программаһы федераль һәм республика закондары талаптарына таянып эшләнде:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы; «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы; Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа кимәле: базис
Программа бер йыл осорға тәғәйенләнелә.
Быйылғы уҡыу планы буйынса туған (башҡорт) теле аҙнаға 2 сәғәт .
Программаға ярашлы:
2 контроль диктант,
2 диктант,
2 инша,
4 изложение
Эш программаһы дәреслектәге тел ғилеменең бөтә бүлектәренә ярашлы бирелгән сәғәттәр һаны иҫәпкә алынып йыллыҡ план төҙөлдө.
Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр
“Туған (башҡорт) теле ” программаһын өйрәнеү процесында уҡыусы өйрәнергә тейеш:
Яңы стандарттарға ярашлы уҡыу сифатын өйрәнгәндә, йәғни тикшереү процесында, түбәндәге һөҙөмтәләр күҙаллана:
- шәхси үҫеш кимәле;
- метапредмет кимәле;
- предмет буйынса белем кимәле.
2-се класта:
1.Шәхси үҫеш кимәле:
- үҙ аллы эш итергә,белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға
- тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға, ата-әсәһенә ҡарата ихтирамлы булырға
- мәтәп йыһаздарына,уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булырға
- Тыуған илде яратырға,ерҙе,телде һаҡларға
- Һаулыҡты һаҡларға
- Тиҫтерҙәреңә,уҡытыусыларға,яҡындарыңа,мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға
2. Предмет буйынса белем алырға:
- һүҙҙәрҙе мәғәнәһе буйынса төркөмләргә,уларға тейешле һорау ҡуйырға;
- һүҙҙәрҙең өнмоделен төҙөргә,уны хәрефтәр менән яҙырға;
- һөйләмдәр төҙөргә,уларҙы тулыландырырға;
- һөйләмдәрҙе әйтелеү маҡсатына ҡарап хәбәр,өндәү,һорау һөйләмдәргә айыра белергә;
- һөйләмдең баш киҫәктәрен белергә ;
-һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға;
-башҡорт теленең дөрөҫ яҙылышҡанундарын,ҡағиҙәләрен үҙләштерергә;
-8-10 һөйләмдән торған (35-40 һүҙ ) тексты күсереп яҙырға;
- 30-35 һүҙҙән торған тексты диктант итеп яҙа белергә;һүҙҙе ижеккә бүлергә,уны юлдан юлға күсерә белергә тейеш.
3. Дөйөм (метапредмет) һөҙөмтәләре булып универсаль уҡыу эшмәкәрлеген (УУЭ) формалаштырыу тора.
Универсаль эш төрҙәрен үҙләштерергә:
- үҙ-аллы уҡыу,мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу,мәғлүмәти сығанаҡтар менән эш,эште планлаштырыу;
- алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү;билдәләмә,ҡағиҙә, алгоритм,һығымта һ.б. график схема,модель,таблица ярҙамында теркәргә;
- диалог ҡорорға,уҡыу материалын тикшерергә, анализларға, һығымта яһарға;
- мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнергә: әңгәмәсене тыңлай, хуплай белергә,аңламағанды итәғәтле итеп һорашырға, яуап алырға һәм рәхмәтеңде белдерергә; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткеререргә , уны яҡлай белергә тейеш.
Программаның йөкмәткеһе
Графика. Хәреф һәм өн. Я, е,ё, ю хәрефле һүҙҙәр. һүҙҙең өн моделе менән тамғаланышы. Уларҙың хәреф менән яҙылышы.
График тамғалар: һүҙҙәр араһында ара ҡалдырыу, юлдан юлға күсереү тамғаһы, ҡыҙыл юл (абзац).
Морфология. Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһы. Кем? Һәм нимә?
һорауына яуап булыусы һүҙҙәр. уның мәғәнәһе, телмәрҙә ҡулланылышы. Кешенең исем-фамилияһын; хайуандарҙың ҡушаматтарын: ер- һыу атамаларын белдереүсе һүҙҙәр.
Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе. Ни эшләй? (бөгөн, хәҙер, ошо мәл), ни эшләне? (кисә), ни эшләр? ни эшләйәсәк? (иртәгә, киләсәктә) һорауҙарына яуап биреүсе һүҙҙәр һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу.
Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе. Ниндәй? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.
Ярҙамсы һүҙҙәр: һәм, менән; -да, -дә, -ҙа, -ҙә, -та, -тә, -ла, -лә; -ғына, -генә, -ҡына, -кенә. Уларҙың айырым торғанда мәғәнә аңлатмауы. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең телмәрҙә ҡулланылышы.
Һүҙьяһалыш. Тамырҙаш һүҙҙәрҙе уҡыу, яҙыу ( «тамыр», «ялғау» төшөнсәһе (термины) бирелмәй).
Синтаксис. Һөйләм, һүҙбәйләнеш, һүҙ (уларҙың оҡшашлығы, айырмаһы). Һөйләмде әйтеү маҡсаты. Һөйләмдә интонация. Хәбәр һөйләм. Һорау һөйләм. Өндәү һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр. Эйәрсән киҫәктәр.
Орфография һәм пунктуация. Дөрөҫ яҙылыш ҡағиҙәләрен өйрәнеү һәм ғәмәли ҡулланыу. Ҙур хәреф. Һөйләм башы. Кеше исем-шәрифтәре. Хайуан ҡушаматтары. Ер-һыу атамалары. Ике кешенең һөйләшеүен диалог формаһында яҙыу. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдә һаналып киткән һүҙҙәр араһында тыныш билдәләре. У-ү, о-ө, э,ы хәрефле һүҙҙәр. Йә, йө, йү, йе һәм йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. Ике өндө белдергән хәрефле (я, е, ё, ю) һүҙҙәр. Һүҙ башында (уы), (уэ) өндәре (в хәрефе).
Телмәр үҫтереү. Аралашыу ситуацияһы. Уға ярашлы һөйләшеү ҡороу. Текст. Тексты таныу. Текстың исеме, уның һөйләмдәренең мәғәнәүи бәйләнеше. Текст абзацтары һәм уларҙың мәғәнәүи эҙмә- эҙлелеге. Текст төҙөү. Диалог (әңгәмә, бәхәс). Монолог (үҙ аллы һөйләнеү, сығыш яһау, иғлан эшләү, доклад). Аралашыу этикеты (сәләм биреү, хушлашыу, ғәфү үтенеү, рәхмәт белдереү, үтенес менән өндәшеү).
Универсаль уҡыу эш төрҙәренә өйрәнеү. Үҙ аллы белем алыу оҫталығына өйрәнеү. Уҡыу эшмәкәрлеге (маҡсатты күҙаллау, уҡыу материалына ҡыҙыҡһыныу, эште планлаштырыу, уҡыу мәсьәләһе, эҙләнеү эше, рефлексия, контроль). Уҡыу диалогы. Аралашыу мәҙәниәте.
Уҡыу – уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге
2-се класс |
Төп әҙәбиәт 1. Сынбулатова Ф.Ш., Вәлива.Г.Ә. Башҡорт теле : Башҡорт мәктәптәренең 2 – се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. – Өфө: Китап, 2014. 2. Салауатова Р.Д.,Казыханова З.И. Башҡорт мәктәптәренең 2 – се класы өсөн “Башҡорт теле” дәреслегенә методик ҡулланма , - Өфө: Китап, 2012 3.Сынбулатова Ф.Ш., 1-4–се кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. Башҡорт теле уҡытыусылары өсөн ҡулланма. - Өфө: Китап, 2011 4.Ә.Т.Мәүлийәрова,Ф.Ш Сынбулатова Әҙәби уҡыу: Башҡорт мәктәптәренең 4 – се класы өсөн дәреслек. Ике киҫәктә. – Өфө: Китап, 2012. Өҫтәлмә әҙәбиәт
-Һүҙлектәр. - Уҡыусыларҙың фәнни-тикшеренеү эшен ойоштороу.Методик ҡулланма. М.И.Баһауетдинова,Г.Н. Йәғәфәрова Өфө.Китап 2011 |
Техник ҡулланмалар:
- Класс таҡтаһы;
- Ноутбук;
- Мультимедиялы проектор;
- экран
Йыһазландырыу
- Күргәҙмә материалдар, һүрәттәр
1- 4 –се класс уҡыусыларының башҡорт теле буйынса белемдәрен,белеүҙәрен (умение) һәм күнекмәләрен баһалау нормалары
Телдән яуаптарҙы баһалау:
Уҡыусыларҙың телдән һөйләмен, уның фонетик, грамматик яғы менән бер рәттән тасуири уҡыуы ла иҫәпкә алына. Телдән һорау формаһында үткәрелә торған күнегеүҙәр һәр дәрестә алып барыла.
Тыңлап аңлау күнекмәләрен баһалау:
1. “тулыһынса аңланы”
2. “өлөшсә аңланы”
3. “аңламаны”
Уҡыусының монологик һөйләүен баһалау:
1. - тәҡдим ителгән тема ( рәсем, ситуация) буйынса хикәйә төҙөй белһә;
- дөрөҫ интонация менән, тулы, эҙмә-эҙлекле итеп, тексҡа баһа биреп, мөнәсәбәтен күрһәтеп һөйләй алһа;
- тупаҫ булмаған пауза хаталары ебәрелһә лә, “5”ле ҡуйыла.
4 -се класта бәйләнешле һөйләм – 10-12 һөйләмдән тәшкил итә.
2. - айырым паузалар, 1-2 һөйләм хатаһы яһаһа;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ булмаған асыҡлаусы һорау бирелһә,”4” ле ҡуйыла
3. - теманың төп йөкмәткеһен асһа;
- 4-6 һөйләм хатаһы ебәрһә;
- уҡытыусы тарафынан икенән артыҡ асыҡлаусы һорау бирелһә йәки уҡытыусы ярҙамынан башҡа йөкмәткеһен һөйләй башлай(тамамлай) алмаһа, “3”лө ҡуйыла.
4. - һөйләгәндә эҙмә-эҙлеклелек һаҡланмаһа;
- паузаларға теүәлһеҙлектәр китһә;
- 6- нан артыҡ һөйләм хатаһы һәм грамматик хата яһаһа, “2”ле ҡуйыла.
Диалогик һөйләмде баһалау:
1. - тейешле темпта дөрөҫ интонация менән һорау ҡуйһа;
- әңгәмәләшенең һорауҙарына тулы яуап ҡайтарһа, “5”ле ҡуйыла
2. - дөрөҫ һорау биреп, үҙе лә әңгәмәләшенең һорауына яуап бирһә, ләкин һөйләү ваҡытында уҡытыусы ярҙамына мохтаж булһа;
- 2-3 һөйләм хатаһы ебәрһә, “4” ле ҡуйыла.
3. - уҡытыусы ярҙамында ғына һорау бирһә ;
- һорауҙар биргәндә, һүҙҙәр һәм грамматик формалар табыуға теүәлһеҙлектәр ебәрһә йәки өйрәнгән теманың бер өлөшөн генә үҙләштерһә;
- 4-5 һөйләм хатаһы ебәрһә, “3” лө ҡуйыла.
4. - әңгәмә ваҡытында ҙур ауырлыҡ менән генә һорау бирһә;
- һорауҙарға үҙ көсө менән яуап бирә алмаһа;
- 6- нан артыҡ хата ебәрһә, “2” ле ҡуйыла.
Диктанттарҙы баһалау
Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.
Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.
Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.
Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:
1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;
2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;
3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;
4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).
Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.
Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:
1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;
2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;
3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;
4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.
Диктант бер генә билдә менән баһалана.
«5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,
«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.
«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Хаталар һаны 15 орфографик хатанан да артып китһә, «1» билдәһе ҡуйыу уҡытыусы ҡарамағында.
Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.
Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:
«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,
«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,
«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,
«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.
Иншаларҙы һәм изложениеларҙы баһалау
Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:
- теманы аса белеүе,тел сараларын инша йәки изложениеның темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы һайлай белеүе,
- яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләренә таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән- уларҙың йөкмәткеһе һәм телмәр төҙөлөшө,икенсе билдә менән грамоталылыҡ кимәле баһалана.
Баһаларҙың төп критерийҙары | ||
Йөкмәтке һәмм телмәр төҙөлөшө | Грамоталылыҡ | Баһалау |
1.Яҙма эштең йөҡкмәткеһе тулыһынса темаға тура килһә, 2. Фактик хата булмаһа, 3.Йөкмәтке эҙмә-эҙлекле бирелһә (план буйынса йәки планһыҙ), 4. Эш лексик яҡтан бай булыуы менә айырылып торһа, 5.Эш темаға һәм төп фекерҙе аңлатыу маҡсатына ярашлы стилдә ябылһа,телмәре тасуири булһа, Иҫкәрмә. Бер генә телмәр хатаһы һәм бер генә йөкмәтке хатаһы булған яҙма эшкә «5» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 1 орфографик,йәки 1 пунктуацион,йәки 1 грамматик хата | «5» билдәһе ҡуйыла |
Иҫкәрмә. Яҙма эштең телмәр хаталары өстән дә,йөкмәткеһендәге хаталар икенән дә артмаһа,уға «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 2 орфографик һәм 2 пунктуацион хата, йәки 1 орфографик һәм 3 пунктуацион хата булһа,йәки бер орфографик хатаһы ла булмайынса, пунктуацион хаталары 4-тән,һәм грамматик хаталары 2-нән артмаһа, | «4» билдәһе ҡуйыла |
Иҫкәрмә. Яҙма эштәге телмәр хаталары 5-тән ,йөкмәткеләге хаталар 4-тән артмаған хәлдә лә,эшкә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Яҙма эштә 4 орфографик һәм 4 пунктуацион хата,йәки 3 орфографик һәм 5 пунктуацион хата, йәки 7 пунктуацион хата һәм орфографик хатаһыҙ булһа,шулар өҫтөнә 4 грамматик хата ебәрелһә, | «3» билдәһе ҡуйыла |
Иҫкәрмә Яҙма эштәге телмәр хаталары 7-нән,йөкмәткеһендәге хаталар һаны 6-нан артмаған хәлдә лә,уға «2» билдәһе ҡуйырға мөмкин. | Орфографик хаталары 7-нән,пунктуацион хаталары 7-нән ,грамматик хаталар ҙа 7-нән артһа, | «2» билдәһе ҡуйыла |
2-се класҡа календарь-тематик план
Дә-рес | Дәрестең темаһы | Сәғәт-тәр һаны | Йөкмәткеһе | Планлаштырылған һөҙөмтә | Яҡын. дата | Факт дата |
1 | Уҡымышлы булыу ни өсөн кәрәк? | 1 | Мәктәптә белем алыу, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнеү. Мотив тыуҙырыу. | 2-се класта уҡыу осорона пландар ҡабул итергә, маҡсатлы йүнәлеш алырға. Уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә. | 1.09 | |
2 3 | Ҙур хәреф. Һөйләм.Һүҙбәйләнеш. | 1 1 | Һөйләм башы һәм аҙағы. Уны тейешле интонация менән уҡыу. Һөйләмде әйтеп яҙҙырыу, күсереп яҙыу. Шиғырҙы күсереп яҙыу. Шиғыр строфаһының һәр юлы ҙур хәрефтән яҙылыуы. | Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға. Уның башында ҙур хәреф, аҙағына тейешле тыныш билдәләрен ҡуйып яҙырға. Күсереп яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә. | 5.09 8.09 | |
4 | Ҙур хәреф. Кеше исемдәре | 1 | 15.09 | |||
5 | Ҙур хәреф. Кеше исемдәре | 1 | Кеше исемдәре, уларҙың мәғәнәһе, яҙылышы. Әйтелгәнсә яҙылмай торған исемдәр: (элэйә)- Әлиә.Күсереп яҙыу. | Кеше исемдәренең мәғәнәһә тураһында мәғлүмәт алыу өсөн төрлө сығанаҡтар ҡулланырҡа. Кеше исемдәрен дөрөҫ яҙырға. | 19.09 | |
6 7 | Ҙур хәреф.Кеше фамилиялары Ҙур хәреф.Кеше фамилиялары | 1 1 | Кеше фамилиялары. Әйтелгәнсә яҙылмай торған фамилиялар.(-ыф), (эф) өндәренә бөткән ир-ат фамилияһының аҙағында -ов, -ев хәрефтәре яҙылыуы:(Кәримыф)-(Кәримов) Күсереп яҙыу. | Кеше исем-фамилияларын дөрөҫ яҙырға. һөйләмдә орфограммалар аҫтына һыҙырға. Уларҙы аңлатырға. Һөйләмде дөрөҫ күсереп яҙырға | 22.09 26.09 | |
8 | Ҙур хәреф. Ер-һыу атамалары. | 1 | Ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙең ҙур хәреф менән яҙылышы. Тыуған ауыл, ҡала янындағы йылға, күл, тау атамалары. Күсереп яҙыу. | Тыуып үҫкән ер-һыу атамалары тураһында мәғлүмәт алырға. Ауыл, ҡала, йылға, күл, тау атамаларын ҙур хәрефтән яҙырға. | 29.09 | |
9 | Ҙур хәреф. Хайуан ҡушаматтары. | 1 | Хайуан ҡушаматтарының ҙур хәреф менән яҙылышы.Йорттағы хайуандарҙың ҡушаматтарын яҙыу. | Ҡушамат хайуанға нимәгә нигеҙләнеп ҡушылыуын аңлатырға. Уларҙы ҙур хәрефтән яҙырға. | 3.10 | |
10 | Диктант”Ҡолонсаҡ” | 1 | Кеше исем-фамилиялары, хайуан ҡушаматтары, ер-һыу атамаларын аңлатҡан һүҙҙәрҙе ҙур хәрефтән яҙыу. Диктант. | Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҙур хәрефтән яҙырға. Һөйләм, тексты дөрөҫ күсереп яҙырға. Диктант тексын иғтибарлы тыңларға. яҙырға. | 6.10 | |
11 | Хаталар өҫтөндә эш. Үҙ-ара һөйләшеү. Диалог. | 1 | Үҙ-ара аралашыу. Теге йәки был күренеш тураһында уй-тойғолар менән бүлешеү. | Үҙ-ара аралашыу оҫталығына өйрәнергә. | 10.10 | |
12 | Үҙ-ара һөйләшеү ҡороу. Диалог. | 1 | Кеше менән танышыу(диалог ҡороу). Танышҡан кешеңде һүрәтләп һөйләү. | Кеше менән танышҡанда мотлаҡ әйтелә торған һүҙҙәрҙе яғымлы итеп әйтергә, аралашыу мәҙәниәтенә өйрәнергә. | 13.10 | |
13 | Йәмғиәт урынында осрашыу. Диалог. | 1 | Йәмғиәт урынында диалог ҡороу. Диалогты дәфтәргә яҙыу тәртибе. | Таныш булмаған кешегә тәү башлап һүҙ ҡушырға, аралашырға күнегергә. | 17.10 | |
14 | Яҡын кешеләрҙе ҡотлау | 1 | Яҡын кешеләрҙе ҡотлау(диалог).Ҡотлау барышындағы һөйләшеү(диалогты) дәфтәргә теркәү. | Яҡын кешеләрҙең тыуған көндәрен ҡағыҙға теркәп ҡуйырға, ул көндө уларҙы ҡотларға. | 20.10 | |
15 16 | Әкиәт геройҙары. Минең тиҫтерҙәрем. Аралашыу этикеты. | 1 1 | Аралашыу этикеты. Үҙ-ара һөйләшеү мәҙәниәте. Диалогты дәфтәргә яҙыу. | Өндәшеү маҡсатына, урынына ҡарап тауышты тейешлесә көйләргә өйрәнергә. | 24.10 27.10 | |
17 18 | Мәғлүмәт, белешмә эҙләү Мәғлүмәт, белешмә эҙләү | 1 1 | Кәрәкле белешмә алыу маҡсатында кешегә өндәшеү. Телефон аша аралашыу. Диалогты тейешле тәртиптә дәфтәргә яҙыу . | Йәмғиәт урындарында ашығыс белешмә кәрәк булғанда фекереңде ҡыҫҡа итеп аңлата белергә. | 31.10 7.11 | |
19 | Тикшереү эше.(№1)Үтелгәнде ҡабатлау. | 1 | 10.11 | |||
20 | Һамаҡ. Әйтеш. | 1 | Бәләкәй жанр ижады. Диалог ҡороу мәҙәниәте. | Һамаҡ, һынамыш, мәҡәл-әйтемдәрҙе яттан белергә.Телмәр ситуацияларында мәҡәл-әйтемдәрҙе урынлы ҡуллана белергә. | 14.11 | |
21 | Һынамыш. Һанамыш . (Һанашмаҡ) | 1 | 17.11 | |||
22 | Мәҡәлдәр,әйтемдәр. | 1 | 21.11 | |||
23 | Иғлан. Белдереү. | 1 | Иғлан, белдереү тексы төҙөү, уны матбуғат биттәрендә баҫтырырға әҙерләү. | Иғлан, белдереү йөкмәткеһен ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп төҙөргә, уны матбуғат биттәрендә баҫтырыуҙы планлаштырырға | 24.11 | |
24 | Тикшереү эше.(№2)Диалог | 1 | Аралашыу, диалог ҡороу оҫталығы.Диалогты дәфтәрҙә грамоталы яҙыу. | Актуаль темаларға ике кеше араһында һөйләшеү өлгөһө ижад итергә. Уны дәфтәргә тейешле ҡағиҙәләргә ярашлы итеп яҙырға. | 28.11 | |
25 | Тикшереү эшенә анализ | 1 | 1.12 | |||
26 27 | Һөйләм. Һөйләм. | 1 1 | Һөйләмдең фекерҙе белдереүе. Һөйләм башы, аҙағы. Хәрәкәтте белдергән һүҙҙеңһөйләмдең иң аҙағында килеүе. | Һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, уның мәғәнәһенә төшөнөргә. Һөйләм төҙөргә.Уны ҙур хәрефтән башларға, аҙағында тейешле тыныш билдәһе ҡуйырға | 5.12 8.12 | |
28 | Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә, хәбәр | 1 | Һөйләмдең эйәһе, хәбәре. Уларҙың һөйләмдәге функцияһы. | Һөйләмдән баш киҫәктәрҙе табырға, аҫтарына һыҙырға | 12.12 | |
29 | Һөйләмдә тыныш билдәләре. Эйә, хәбәр | 1 | 15.12 | |||
30 | Һүрәт буйынса өйрәтеү иншаһы."Торналы күл" | 1 | Һүрәт буйынса инша яҙыу. Сюжет йөкмәткеһе. Уны эҙмә-эҙлекле тасуирлау. | Һүрәткә ярашлы бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, сюжет йөкмәткеһен бирергә | 19.12 | |
31 32 | Хәбәр һөйләм. Хәбәр һөйләм | 1 1 | Хәбәр һөйләм. Һөйләмдә кем йәки нимә тураһында хәбәр ителеүе. | Хәбәр һөйләм аҙағында нөктә ҡуйырға. Уны дөрөҫ күсереп яҙырға. | 22.12 26.12 | |
33 34 | Өндәү һөйләм Өндәү һөйләм | 1 1 | Өндәү һөйләм. Кешегә сәләм биргән, һөйөнөс.. белдергән һөйләмдәр аҙағында өндәү билдәһе ҡуйылыуы | Өндәү һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға.Хәбәр һөйләм аҙағына нөктә, өндәү һөйләм аҙағына өндәү тамғаһы ҡуя белергә. | 29.12 16.01 | |
35 36 | Һорау һөйләм. Һорау һөйләм. | 1 1 | Һорау һөйләм.Нимәлер хаҡында мәғлүмәт алыу маҡсатында өндәшеү, аҙағында һорау билдәһе ҡуйыу. | Һорау һөйләмде тейешле интонация менән уҡырға, һорау бирергә. Текст йөкмәткеһе буйынса һорауҙар төҙөргә. | 19.01 23.01 | |
37 | Текст. Һорау, өндәү Һөйләмдәр | 1 | Текст ике һәм унан күберәк һөйләмдәрҙән тора.Текста һөйләмдәр мәғәнәһе буйынса бер-береһенә бәйле булыуы. Ҡыҙыл юл. | 2-3,3-4һөйләмдән торған текст төҙөй белергә. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға. | 26.01 | |
38 | Текст. Һөйләм | 1 | 30.01 | |||
39 | Тикшереү эше.(№3) | 1 | Һөйләм төҙөү. Уның аҙағында тыныш билдәләре. Һөйләмдең баш киҫәктәрен айырыу. Текст күсереп яҙыу. | Һөйләмде дөрөҫ яҙырға. Тексты күсереп яҙыу ҡағиҙәләренә ярашлы күсереп яҙырға. | 2.02 | |
40 | Һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | 1 | Саф башҡорт һүҙҙәренисек әйтелә,шулай яҙыла: туп, имән...Һүҙҙе ижеккә бүлеү. | 4-5, 5-6хәрефтән торған һүҙҙәрҙеәйтеп яҙырға. Һүҙҙеюлдан юлға күсереү өсөн ижеккә дөрөҫ бүлеү | 6.02 | |
41 | Ҡалын һәм нәҙек әйтелешле һүҙҙәр | 1 | Ә, ө, ү,е,э,и һәм а, о, у,ы хәрефле һүҙҙәр.Һүҙҙең тәүге ижеге ҡалын булһа, башҡа ижектәре лә ҡалын, нәҙек булһа, башҡа ижектәре лә нәҙек. | Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға.Ҡағиҙә төҙөргә. | 9.02 | |
42 | Һүрәт буйынса инша."Елдерәләр саналар" | 1 | Һүрәт йөкмәткеһен эҙмә- эҙлекле бәйән итеү. Яҙма телмәр. | Бирелгән һүҙҙәрҙе ҡулланып, һүрәт буйынса хикәйә төҙөргә. | 13.02 | |
43 | Хаталар өҫтөндә эш. | 1 | 16.02 | |||
44 45 | Һүҙҙе юлдан юлға күсереү Һүҙҙе юлдан юлға күсереү | 1 1 | Ижеккә бүлеү. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. | Һүҙҙе ижеккә бүлеү ысулдарын үҙләштерергә. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү оҫталығы булдырырға | 20.02 27.02 | |
46 | У-ү хәрефе | 1 | У-ү хәрефле һүҙҙәр, уларҙың өн моделе. Һүҙҙе ижеккә бүлеү, уны юлдан юлға күсереү. | У-ү хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, дөрөҫ яҙырға. | 2.03 | |
47 | Тикшереү эше.(№4) | 1 | Инша яҙырға өйрәнергә. Һүрәтте өйрәнеү. һүҙлек эше. Һүрәт йөкмәткеһе буйынса һөйләшеү. План төҙөү. Яҙыу | Инша яҙырға өйрәнергә. | 6.03 | |
48 | О-ө хәрефле һүҙҙәр. | 1 | О-ө хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың әйтелеше, яҙылышы. | О-ө хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 9.03 | |
49 | Ээ хәрефле һүҙҙәр | 1 | Ээ хәрефе һүҙ башында. Ээ хәрефле һүҙҙәр. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү. Күсереп яҙыу. | Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағыштырырға, һығымта яһарға. Ээ хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 13.03 | |
50 | (э) өнө һүҙ башында һәм һүҙ уртаһында | 1 | (э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында е хәрефе менән билдәләнеүе. | Һүҙҙең өн моделен төҙөргә. Уны күҙәтергә, һығымта яһарға,(э) өнө һүҙ уртаһында һәм аҙағында килгән һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 16.03 | |
51 | Ыы хәрефе | 1 | Ыы хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында | Һүҙ байлығын арттырырға. Ыы хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. Бәйләнешле телмәр үҫтерергә. | 20.03 | |
52 | Контроль күсереп яҙыу | 1 | Һөйләмдә бер үк ?-ға яуап биргән хәрәкәт һүҙ. Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һүҙҙ. Һүҙ/бәйл. Һөйләм. Һүҙ-ң дөрөҫ яҙыл-ы. | Эште грамотлы яҙырға. Таҙа яҙырға | 23.03 | |
53 | Йй хәрефле һүҙҙәр. | 1 | Йә, йө, йү, йе(һүҙ уртаһы), йо, йы ҡушымсалы һүҙҙәр. | Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 3.04 | |
54 | Йй хәрефле һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | 1 | Йй хәрефле һүҙҙәр. Уларҙың яҙылышы. | Дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләрен үтәргә | 6.04 | |
55 | Тикшереү эше.(№4) | 1 | Й х1рефле 39881р | 10.04 | ||
56 | (йа) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? Яя хәреф | 1 | Яя хәрефе һүҙ башында, уртаһында, аҙағында. Яя хәрефле һүҙҙәрҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы | Я хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 13.04 | |
57 | (йу) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? Юю хәрефе | 1 | Юю хәрефенең ҡалын һүҙҙә генә яҙылыуы. һүҙҙең өн моделе, транскрипцияла яҙылышы | Юю хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 17.04 | |
58 | (йэ) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? Ее хәрефе | 1 | Ее хәрефенең һүҙ башында яҙылышы. Ее хәрефе һүҙ уртаһында | Ее хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 20.04 | |
59 | (йо) өнө ниндәй хәреф менән тамғалана? Ёё хәрефе | 1 | Ёё хәрефе рус теленән һәм башҡа сит телдәрҙән ингән һүҙҙәрҙә | Ёё хәрефле һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙырға. | 24.04 | |
60 | Тикшереү эше.(№5) | 1 | Ике өндө белдергән хәрефле(е, ё,ю,я) һүҙҙәрҙең яҙылышы | Тикшереү эшен грамоталы башҡарырға | 27.04 | |
61 | Вв (Уу- (ү)хәрефтәре | 1 | Һүҙҙәрҙе аңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмгә бүлеү: предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр, ярҙамсы һүҙҙәр | Һүҙҙәрҙе күҙәтергә, сағышт-рға, һығымта яһарға. Текстағы һүҙҙәрҙеаңлатҡан мәғәнәһе буйынса төркөмләй белергә | 4.05 | |
62 | Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәр | 1 | Тирә-йүндәге предметтар.Уларҙың атамаһы.Кем? Нимә? һорауына яуап биреүсе предмет атамалары. Йәнле, йәнһеҙ предметтар. | Предметтарҙы күҙәтергә, тасуирлап һөйләргә. Предмет атамаһын белдергән һүҙҙәрҙе һөйләм схемаһында тейешле тамғалар менән билдәләргә | 8.05 | |
63 | Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр | 1 | Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Ни эшләй? һорауына яуап булыусы һүҙҙәр. Һөйләмдең мәғәнәһен белдереүсе төп һүҙҙәр-эйә һәм хәбәр | Предметтың башҡарған эшен атарға. Предмет хәрәкәтен белдергән һүҙгә һорау ҡуя белергә. Предмет атамаһына ярашлы уның хәрәкәтен белде-н һүҙҙәр уйлап әйтергә, яҙырға | 11.05 | |
64 | Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр | 1 | Предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр.Ниндәй? -на яуап булыусы предмет билдәһен белдергән һүҙҙәр. Нисек? һорауына яуап булыусы хәрәкәт билдәһен белдергән һүҙҙәр. | Предметҡа ярашлы билдәне атарға. Һүҙбәйләнеш төҙөп яҙырғ. Һөйләмдә билдә- һүҙҙәрҙе 7 айырырға. Уларға һорау ҡуйырға. | 15.05 | |
65 | Һөйләмдең тиң киҫәктәре | 1 | Һөйләмдә бер үк һорауға яуап биреүсе предмет билдәһен һәм хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр. Һөйләмдең эйәһе, хәбәре, эйәр. киҫәкәктәре | Һөйләмдә һаналып киткән билдә-һүҙҙәр араһында өтөр ҡуйырға. Һөйләмдең баш киҫәктәрен, эйәрсән киҫәктәрен тамғалай белеу | 18.05 | |
66 | Ярҙамсы һүҙҙәр | 1 | Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың айырым ғына торғанда мәғәнә белдермәүе. Ярҙамсы һүҙҙәрҙең һөйләмдәге функ-һы. Һәм, менән ярҙамсы һүҙҙәре. Ла-лә, да-дә, та-тә, ғына-генә, ҡына-кенә ярҙ/һүҙ. Уларҙың дөрөҫ яҙылышы. | Ярҙамсы һүҙҙәрҙе телмәрҙе йәнләндереү маҡсатында ҡулланырға. Уларҙы һүҙҙәрҙән айырым яҙырға | 22.05 | |
67 68 | Контроль диктант «Миләүшә» Хаталар өҫтөндә эш. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 1 1 | Һөйләм. Эйә, хәбәр-һөйләмдең баш киҫәктәре. Һөйләмдә эйәрсән киҫәктәр. Һөйләшеү(диалог). Һүҙ төркөмдәре. Предмет атамаһын, хәрәкәтен, билдәһен белдергән һүҙҙәр. Программа материалын үҙләштереү сифатын өйрәнеү Ярҙ/һүҙ. Һөйләмдә тиң киҫәктәрараһында тыныш билдәһе. Әйтелгәнсә яҙылмай торған һүҙҙәр. Һүҙ башында (уэ),(уы) әйтелешле һүҙҙәр | Уҡытыусы уҡыуы аҫтында текст яҙырға. Һүҙҙ-ң өн моделен дөрөҫ төҙөргә, транскрипцияла яҙырға, орфограммаларҙың аҫтына һыҙырға, аңлата белергә | 25.05 29.05 |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Конспект урока на тему "Команда организации конечного цикла. Тело цикла в программе."
Конспект урока информатики на тему "Команда организации конечного цикла. Тело цикла в программе." Конспект составлен в соответствии с требованиями ФГОС второго поколения. Тема рассмотрена в рамках изу...
Рус телендә башлангыч гомуми бирү мәктәбендә татар теле укыту: гомуми программа (татар төркемнәре өчен). Төзүче-авторлары: Ф. Ф. Харисов Ч. М. Харисова.Методик ярдәмлек
Аңлатма язуыРус мәктәпләрендә укучы татар балаларына татар теле укыту үз алдына түбәндәге максат һәм бурычларны куя:а) укучыларда ана телен өйрәнү белән кызыксыну, аңа омтылыш уяту, үз...
Башҡорт теле буйынса дәрес. Тема: Эйәһеҙ һөйләм. (7 класс)
Башҡорт теле буйынса дәрес. Тема: Эйәһеҙ һөйләм. (7 класс)...
10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы
10-сы класта башҡорт әҙәбиәтенән “Хәҙерге башҡорт прозаһы” электив курсы буйынса эш программаһы....
2 синыф өсөн «Әҙәби уҡыу» буйынса эш программаһы
laquo;Әҙәби уҡыу»...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада өсөн тест һорауҙары 7-се синыф
1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?а) 36;б) 27;в) 21;г) 42....
Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса.
Дәрес темаһы Баҡорт балы. 4 класс дәүләт теле буйынса....