Методик тема: «Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары»
материал

  Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғәҙелшина Аида Урал ҡыҙының сайты

Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Башҡортостан республиҡаһы Өфө ҡалаһы

ҡала округының 99-сы мәктәбе

муниципаль бюджет дөйөм белем биреү учреждениеһы

Методик тема:

«Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары»

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Ғәҙелшина Аида Урал  ҡыҙы төҙөнө

Йөкмәтке

Йөкмәтке

Инеш

 I бүлек

1. 1.1.Ғилми-методик әҙәбиәттә проблеманың тикшерелеү кимәле

2. 1.2.Этномәҙәни компетенция һәм уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары

II бүлек

3. 2.1.Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу буйынса практик эштәрҙе ойоштороу

Йомғаҡлау

Ҡулланылған әҙәбиәт

Инеш

Теманың актуаллеге. Мәғариф – кешелектең киләсәк йәшәйешен, үҫешен тәьмин итә торған иң мөһим тармаҡтарҙың береһе. Һуңғы йылдарҙа Рәсәй һәм Башҡортостан мәғариф системаһы донъя мәғариф киңлегенә инеү йүнәлешендә ҙур үҙгәрештәр кисерә. Уларҙың асылы «заманса уҡытыу» (яңыса белем биреү) төшөнсәһе менән бәйле. Бөгөн яңыса уҡытыу – заман талабы. Ул үҙ сиратында заманса яңы технологиялар ҡулланыуға иғтибарҙы йүнәлтә. Хәҙерге техника үҫешкән заманда тел ҡәҙере, тел белеме кризис кисерә. Уҡыусылар тел ҡәҙерен һәм тел ҡиммәтен тойһон өсөн, әлбиттә, уҡытыусылар иңенә ҙур көс һалына. Башҡорт теле уҡытыусыһы башҡа фәндәр уҡытыусыларынан туған телен, халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихын ихтирам иткән милли рухлы шәхес тәрбиәләүе менән айырылып тора, шуға ла уға заман менән бергә атларға, хатта алдараҡ та барырға тейеш. Туған тел, милләт, ил яҙмышы кеүек мөһим мәсьәләләр уның шәхесен ижади эшләй алыуына туранан-тура бәйләнгәнлектән, башҡорт теле уҡытыусыһы алдан күрә белеүсе, юл ярыусы, әйҙәүсе шәхес булырға тейешлеге көн кеүек асыҡ. Башҡорт теленә өйрәтеүҙә иң мөһиме – уҡытыу процесын дөрөҫ ойоштороу. Бер төрлө, төҫһөҙ дәрестәр үткәреп кенә уҡыусыларҙа телгә ыңғай ҡараш та, ҡыҙыҡһыныу ҙа тәрбиәләп булмай.

Билдәле булыуынса, уҡытыуҙа, тәрбиә эшендә ҡатып ҡалған йүнәлеш, алым юҡ. Һуңғы ваҡытта мәғариф өлкәһендә барған үҙгәрештәр уҡытыу һәм тәрбиә эшен этномәҙәни нигеҙҙә ойоштороуҙы төп йүнәлеш итеп билдәләү кәрәклеген асыҡланы. Был аңлашыла ла. Белем биреүҙең бөгөнгө шарттарында, элекке ҡиммәттәр юҡҡа сыҡҡан, яңы әхлаҡи күрһәткестәр эҙләү дәүерендә, төп рухи ҡиммәттәрҙе, йәмғиәт, кеше, тәбиғәт тураһындағы яңы күҙаллауҙарҙы һайлау актуалләшкәндә, йәш быуынды үҙ аллы тормошҡа әҙерләнеүҙең нигеҙе булып этномәҙәни традицияларҙы нығытыу тора.

Нимә һуң ул этномәҙәниәт?

Этномәҙәниәт – этнос вәкилдәренең ижтимағи-мәҙәни үҫеше барышында барлыҡҡа килгән матди, рухи, милли һәм эстетик байлыҡтарының тарихи йыйылмаһы, һәр бер халыҡтың быуаттар буйы тупланған рухи хазинаһы. Уҡытыу һәм тәрбиә эшен этномәҙәни нигеҙҙә ойоштороу халыҡтың көнкүрешен, тәрбиә алымдарын, ғөрөф-ғәҙәттәрен дәрестә һәм дәрестән тыш сараларҙа мотлаҡ ҡулланып, уҡыусыларҙа туған телгә, үҙ халҡыңдың мәҙәниәтенә, традицияларына һөйөү, бергә йәшәгән халыҡтарға ихтирам тәрбиәләү тигәнде аңлата.

Теманың өйрәнелеү кимәле. Был тема яңылыҡ түгел, әммә уның тураһында яҙылған ғилми эштәр юҡ кимәлендә. Этномәҙәни компетентлыҡтың әһәмиәте педагогтар һәм психологтарҙың тикшеренеү эштәрендә һәйбәт яҡтыртылған. Улар араһында Т.В. Поштарева, И.А. Морозов, Г.Н. Волков, О.Н. Степанова, В.И. Баймурзина, Х.Х. Баймурзин, К.Ш. Әхиәров кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре бар.

Методик теманың объекты: башҡорт телен уҡытыу методикаһы.

Теманың предметы: башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары.

Тикшеренеү методтары: анализ, синтез, сағыштырыу, дөйөмләштереү.

Методик теманың маҡсаты: башҡорт теле дәрестәрендә этномәҙәни компетентлыҡты формалаштырыу юлдарын асыҡлау. Маҡсат менән бер рәттән түбәндәге бурыстар ҡуйылды:

  1. Ғилми-методик әҙәбиәттә проблеманың тикшерелеү кимәлен анализлау.
  2. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу сараларын тикшереү.
  3. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу өсөн практик эштәр системаһын тәҡдим итеү.

Гипотезаһы: әгәр ҙә уҡытыу процесында Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың тәрбиә алымдары, ғөрөф-ғәҙәттәре өйрәнелһә, дәрестән тыш сараларҙа мотлаҡ ҡулланылһа уҡыусыларҙа этномәҙәни компетентлыҡ формалашасаҡ.

Яңылығы: уҡытыу һәм тәрбиә эшен этномәҙәни нигеҙҙә ойоштороу эше башланып ҡына тора һәм шуға ла башҡорт телен этномәҙәни йүнәлештә уҡытыу концепцияһына нигеҙләнеп төҙөлгән дәреслектәр, уҡыу әсбаптары әлегә юҡ. Был методик эштё башҡорт теле дәрестәрендә этномәҙәни компетентлыҡты формалаштыу юлдарын асып биреүгә ынтылыш яһалды тип иҫәпләргә була.

Методик теманың  практик әһәмиәте: милли мәктәптәрҙә уҡытыу, рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә, педколлеждарҙа эшләүсе башҡорт теле уҡытыусыларына, юғары уҡыу йорттары студенттарына был өлкәлә эш алып барыуҙа ҡулланырға мөмкин.

I бүлек

1.1.Ғилми-методик әҙәбиәттә проблеманың тикшерелеү кимәле

Бөгөн башҡорт телен яңы быуын стандарттары нигеҙендә өйрәтеү һәр уҡытыусы өсөн ҙур мәсьәлә булып тора. Күптәрҙе «Нимә ул яңы быуын стандарттары?», «Уның үҙенсәлектәре нимәнән ғибарәт?», «Яңы стандарттар шарттарында эш планын, дәрес планын нисек төҙөргә?», «Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген нисек формалаштырырға?» кеүек көнүҙәк һорауҙар борсой. «Аң-белем үҫешен һәм белемде бер кешегә лә биреп ҡуйып булмай. Өйрәнергә теләгәндәр быға үҙенең эшмәкәрлеге, үҙенең көсө менән ирешергә тейеш», – тигән А. Дистервег. Ысынлап та, бөгөн уҡытыусы үҙенә ҡарата талапсан булмаһа, уҡыусыларын заманға ярашлы итеп уҡыта һәм тәрбиләй алмаясаҡ.

Федераль дәүләт белем биреү стандартында уҡыусыларҙа компетентлыҡ формалаштырыу, белем алырға, уны практикала ҡулланырға өйрәтеү һәм толерантлыҡ формалаштырыу төп бурыстарҙың береһе тип ҡарала. Яңы стандарт шарттарында төп тәрбиәүи бурыстар булып туған телендә, рус һәм сит телдәрҙә аралашҡан,  маҡсат ҡуйып, кәрәкле мәғлүмәтте үҙе тапҡан, алған белемен тормошта дөрөҫ ҡулланыу һәләтенә эйә булған, хаталаныуҙан ҡурҡмай, ышаныслы эш иткән, аралашыу мәҙәниәтен үҙләштергән, рухи һәм әхлаҡи яҡтан дөрөҫ тәрбиә алған, үҙ ҡарашы һәм фекере булған шәхес тәрбиәләү тора [Әминева, 2012:16-18].

Тел – туған мәҙәниәтте, тарихты, ижтимағи мөнәсәбәттәрҙе үҙләштереү сараһы, шәхестең һәм дөйөм милләттең интеллектын, әхлаҡи торошон, үҙаңын үҫтереү ҡоралы, милләтте һаҡлап ҡалыу өсөн дәүләттең мөһим фактор булыуын аңлаусы толерант ҡарашлы, сәйәси яҡтан грамоталы гражданинды тәрбиәләү шарты.

Дөйөм белем биреү маҡсаты – универсаль уҡыу эшмәкәрлеген формалаштырыу (шәхси, регулятив, танып белеү, коммуникатив).

Яңы стандарттар буйынса уҡыусыларҙа лингвистик (тел), аралашыу (коммуникатив), этномәҙәниәт өлкәһенә ҡараған (культурологик) компетентлыҡ булдырыу талап ителә. Программа түбәндәге принциптарға таянып төҙөлә:

  • һәр баланың шәхси үҙенсәлектәрен иҫәпкә алыу;
  • фәннилек һәм системалылыҡ принциптарын һаҡлау;
  • уҡыусыларҙы төрлө яҡлап өҙлөкһөҙ үҫтереү;
  • баланың психик һәм физик һаулығын һаҡлау.

Программа нигеҙендә коммуникативлыҡ принцибы ята.

Предметты яңы стандарттарға таянып уҡытыуҙың этаптары:

  1. Мәктәптең төрөнә, мөмкинлегенә, уҡытыусыларҙың эш тәжрибәһенә ҡарап, уҡытыусылар тарафынан эш программалары төҙөлә. Ул Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында», Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» закондарын, башҡорт теленән һәм әҙәбиәтенән уҡытыу программаһын иҫәпкә алып эшләнә.

Программаның төп маҡсаты – баланы шәхес итеп үҫтереү (Балаларға башҡорт теле буйынса системалы фәнни белем, илебеҙ, телебеҙ, халҡыбыҙҙың тарихы, мәҙәниәте тураһында мәғлүмәт биреү программаның төп маҡсаты булып тора).

  1. Яңы быуын стандарттары нигеҙендә дәрес планы заман талаптарына ярашлы төҙөлә.

Заманса дәрескә түбәндәге талаптар ҡуйыла:

  • төп маҡсат – уҡытыу һәм тәрбиә процесында уҡыусыларҙы шәхес итеп үҫтереү;
  • уҡыусының шәхси танып белеү һәләтен, эҙләнеү-тикшеренеү эшмәкәрлеген үҫтереү;
  • гуманлылыҡ идеяһын тормошҡа ашырыу.

Уҡыусылар төп герой, субъект булып иҫәпләнә; белемде үҙҙәре эҙләнеп таба, һығымта яһай, практикала ҡулланыу юлдарын эҙләй; үҫеү процесында бөтә юғары һөҙөмтәгә ирешеүгә (шәхси, метапредмет, предмет) йүнәлтеү, сәләмәтлек технологиялары иҫәпкә алына.

Компетентлы булыу өсөн проблеманы билдәләү генә етмәй, уны яҡшылап төшөнөргә, төрлө сисеү юлдарын эҙләргә кәрәк. Ә был проблеманы махсус өйрәнеүҙе, йәғни үҙ өҫтөңдә профессиональ эшләүҙе талап итә. Үҙ өлкәңдә, хеҙмәтеңдә компетентлы булыу теләге уянырға тейеш [Абуталипова, 2010:52].

Нимә ул компетентлыҡ? «Компетентлыҡ» төшөнсәһенең тотороҡло ғына билдәләмәһе әле һаман да юҡ. Күп кенә авторҙар компетентлыҡты теге йәки был эшмәкәрлек һәм эш эффектлы башҡарыу менән билдәләйҙәр.

В.Д.Шадриковтың билдәләмәһе буйынса: «Компетентлык профессиональ эшсәнлектең асылын тәшкил итеүсе аң, белем, һәләт, оҫталык һәм шәхси сифаттарҙың берҙәм сағылышы» [http://www.moluch.ru/conf/ped/archive/60/2556/].

Э. Г. Азимов һәм А. Н. Щукин билдәләүенсә «Компетенция – латин теленән ингән һүҙ. Теге йәки был фәнгә өйрәтеү барышында формалашҡан белемдәр, оҫталыҡтар, күнекмәләр һәм уларҙы үҙләштереү нигеҙендә ниндәй ҙә булһа бер эшмәкәрлекте башҡарыу һәләтенә әйтәләр» [Азимов, Щукин, 2009:107].

«Компетентлыҡ» терминының мәғәнәһенә асыҡлыҡ индереп китәйек:

  1. нәмәне булһа ла яҡшы итеп эшләй белеү;
  2. эшкә урынлашҡанда ҡуйылған талаптарға тура килеү;
  3. үҙенсәлекле хеҙмәт функцияларын башҡара белеү [Дәүләтшина, 2010:6].

Компетентлыҡ – билдәле бер мәғәнәгә эйә булып, йәмғиәт мәсьәләләрен хәл итеүгә йүнәлтелгән, эффекты булған һөҙөмтәгә килтергән характеристика. Уны тәшкил итеүсе компетентлыҡтарға белем, һәләт, мотив, ҡиммәттәр һәм ҡараштар инә, әммә улар кешене үҙ аллы компетентлы яһамай.

Был билдәләмәлә «компетентлыҡ» төшөнсәһенең йөкмәткеһенә ике ҡараш инә. Берәүҙәр шәхескә акцент яһаһа (кешегә характеристика), икенселәр – проблеманы хәл итә алыуына, эшмәкәрлегенә ҡарата баһа бирә.

Рәсәй мәғариф системаһында дөйөм белем биреү мәктәптәрендә уҡыусыларҙа түбәндәге компетенциялар комплексын формалаштырыу ҡарала: 1) төп компетенциялар  (метапредмет) йөкмәткеһе ;  2) дөйөм предмет компетенциялары (белем биреүҙең айырым предметтар төркөмөнә һәм өлкәләренә ҡарай); 3) предмет компетенциялары (уҡыу-уҡытыу предметтары сиктәрендә формалаштырыла).

Хәҙерге осорҙа мәктәптең һәм киң йәмәғәтселектең төп маҡсаты –  йәш быуынды донъя күләмендә әһәмиәткә эйә булған мәсьәләләрҙе хәл итә алырлыҡ шәхес итеп тәрбиәләү. Шуға күрә беҙҙең республика, ил мәғариф системаһының бурысы донъя мәғарифының бына ошо маҡсатын ғәмәлгә ашырыуҙан ғибарәт. Бының өсөн уҡыусыларҙа, иң беренсе сиратта, төп мәсьәләләрҙә компетентлыҡ формалаштырырға кәрәк. Беренсе компетенция – шәхестең донъя мәғлүмәте даирәһендә үҙенә кәрәклеһен һайлап ала белеүе, уны анализлай алыуы, компьютерҙан файҙалана белеүе. Икенсе компетенция – уҡыусының эшләргә өйрәнеүе һәм тормош көтөү өсөн үҙен һәм ғаиләһен тәъмин итәрлек аҡса эшләп алыу күнекмәһен үҙләштереүе. Өсөнсө компетенция – аралаша белеү.

Стратегик бурыс сифаты булараҡ, мәғарифҡа йүнәлтелгән донъя мәҙәниәтенең нигеҙе ЮНЕСКО тарафынан былай билдәләнгән: [http://nafikova.jimdo.com/ата-әсәләр-мөйөшө/]

  • балаларҙы һәм йәштәрҙе башҡа халыҡтар, уларҙың мәҙәниәте һәм тарихы, кешелектең төп принциптарын ғәмәлгә ашырыу рухында тәрбиәләү;
  • йәштәрҙе көс ҡулланыуҙан ваз кисергә һәм ҡаршылыҡтарҙы тыныс юл менән хәл итеү юлдарын файҙаланырға өйрәтеү;
  • киләсәк быуынды үҙ халҡының ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, башҡа халыҡтарҙы ихтирам итеү, төрлө социокультура контекстарында күп халыҡтар үҙ-ара тыныс йәшәй алыуын таныу хисе тәрбиәләү.

Белем биреү һәм тәрбиә өлкәһендә компетенцияларҙы дөйөм һәм махсус компетенцияларға бүлеп ҡарайҙар. Дөйөм компетенцияларға эйә булыу шәхескә социаль тормошта үҙ урынын табырға, донъяға билдәле бер ҡараш тәрбиәләргә, гражданлыҡ позицияһын асыҡларға булыша. Ә профессиональ компетенция ниндәй ҙә булһа өлкәлә кәрәкле белем, күнекмәләргә эйә булыуҙы аңлата.

Бөгөн башҡорт телен мәктәптә предмет булараҡ уҡытыуҙың торошон, был өлкәлә ярайһы ҡаҙаныштар, уңыштар булыуға ҡарамаҫтан, тулыһынса ҡәнәғәтләнерлек, тип әйтеп булмай. Мәктәп тамамлаусылар туған телдең асылы, социаль тәбиғәте, функцияһы тураһында элементар төшөнсәне үҙләштерәләр. Уларға телгә ҡарата һаҡсыл  ҡараш, ихтирам һәм талапсанлыҡ тәрбиәләнмәй, тел- милләтең рухи һәм мәҙәни хазинаһы икәнлеген, уны өйрәнеүҙең мөһимлеген аңлау етерлек кимәлдә түгел. Шуға ла, илебеҙҙә тотош мәғариф өлкәһе яңы белем биреү стандарттарына күскән осорҙа, бығаса тупланған алдынғы тәжрибәне һәм фәнни ҡараштарҙы күҙ уңында тотоп, психология, педагогика, лингвистика, мәҙәниәт һәм лингводидактиканың һуңғы ҡаҙаныштарына таянып, мәктәптә башҡорт телен уҡытыуҙың яңы йүнәлешен булдырыу мөһим.

Шулай итеп, был параграфта компетенция һәм компетентлыҡ терминының мәғәнәһенә асыҡлыҡ индерелде. Уның төшөнсәһенә килгәндә былай тип әйтергә мөмкин: профессиональ эшсәнлектең асылын тәшкил итеүсе аң, белем, һәләт, оҫталыҡ һәм шәхси сифаттарҙың сағылышы ул. Шулай уҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лингвистик, коммуникатив, этномәҙәни компетентлыҡтар формалаштырыуҙың әһәмиәтен тикшерелеп кителде.

1.2. Этномәҙәни компетенция һәм уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу юлдары

Айырым бер этностың әҙәби теленең булдырылыуы, һис шикһеҙ, уның рухи үҫешендә ғәйәт ҙур ҡаҙаныш итеп ҡаралырға хаҡлы күренеш, ләкин бөгөн беҙ быны милли мәҙәниәтте тергеҙеүҙең берҙән-бер юлы тип ҡарай алмайбыҙ. Ысынлап та ҡыҫҡа ғына тарихи дәүер эсендә төрки халыҡтарының белем кимәлен күтәреүҙә, мәҙәниәт үҫтереү, сәнғәт эшмәкәрҙәренең бер нисә быуынын тәрбиәләү юлында аҙ эшләнмәне. Әммә уның ахыры дөйөм төрки яланында һәм шулай уҡ айырым этностар тормошонда мәҙәни өҙөклөк хасил булыу менән барып бөттө, сөнки милли мәҙәниәтте тергеҙеү төшөнсәһе бары Совет осоронда тыуҙырылған рухи ҡиммәттәрҙе үҙләштереү сиктәрендә генә ҡабул ителде. Заман өсөн быуаттар төпкөлөнән килгән милли традициялар яңылыҡҡа аяҡ салыусы иҫкелек күренеше булып тойолдо [Нурғәлин, 2010:552].

Этномәҙәниәтте тергеҙеү бөгөн билдәле бер этносҡа ҡарау аңын, этностың үҙен терелтеүгә тиң. Быға ҡәҙәре милли мәҙәниәттәрҙе тергеҙеү иң элек уны заман рухында яңыртыу, яңы сифаттар менән байытыу, традициялар йөгөнән арыныу тип иҫәпләнде. Һуңғыһы уның артта ҡалғанлыҡ, бигерәк тә Европа эталондарына яуап бирмәүсе сифаттар итеп ҡаралды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә уларҙың береһенән ҡотолоп икенсеһен үҙләштереү бурысы торҙо. Шулай итеп, этнос, үҙ йәшәйешенә яраҡлашырға ынтылып, һиҙҙермәйсә генә үҙенең «мин»енән, йәғни ҡанына һеңгән менталитеттан арына барырға мәжбүр ителде. Шул ваҡыттан уның күңеленә заман алдында үҙен ғәйепле таныу, үҙ рухи ҡиммәттәренә, уларҙы тыуҙырған һәм һаҡлап килгән быуындарға ҡарата рәнйеү тойғоһо ныҡлап инеп ултырҙы. Үҙ кәмселегеңде йәшерен таныу шундай уҡ үҙ рухи тормошоңдан этник билдәләрен йәшерен рәүештә ҡыйырһытыуға этәрҙе. Шул дәүерҙең социаль-психологик һауаһы ошондай аң үҫешенә ыңғай шарттар тыуҙыра ине.

Этномәҙәниәт күп быуатлыҡ тарихы менән, һис һүҙһеҙ, үҙ милләтенең йыр-бейеүенә, уйын ҡоралдарына бурыслы. Традицион сәнғәт шул йәһәттән милли менталитет үҙенсәлеген билдәләүсе мөһим элемент булып тора. Ошо компоненттан башҡа уны аңлауы ауыр. Милли менталитет тотош халыҡ өсөн уртаҡ  булған донъяуи сифаттарға таяна, шул нигеҙҙә милли беришлеккә хеҙмәт итә. Шуға күрә милли беришлеккә бары милли менталитеттың тотороҡлоғо аша ғына өлгәшергә мөмкин [Нурғәлин, 2010:552].

Мәҙәниәт һәм милли үҙаң, улар араһындағы мөнәсәбәт тураһында фекер йөрөтөр алдынан иң тәүҙә мәҙәниәт һәм үҙаң терминдарына асыҡлыҡ индереп китергә кәрәк.

Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлегендә мәҙәниәт һүҙенә түбәндәге аңлатма бирелгән: «1) кешелек йәмғиәтенең матди һәм рухи ҡаҙаныштары, культура; 2) аң-белем дәрәжәһе, уҡымышлылыҡ; 3) билдәле тәрбиә күнекмәһе, тәрбиәлелек». Дөйөмләштереп алғанда, мәҙәниәт ниндәйҙер кешеләр йәмғиәтенең бөтөн ҡаҙаныштары [Башҡорт теленең һүҙлеге, 1993:487].

Этномәҙәни компетентлыҡтың асылы шунда: уҡыусының ошо өлкәләге белемен һәм оҫталығын конкрет этник төркөм үҙенсәлеген алырға, уның вәкилдәренең үҙенсәлеген дөрөҫ баһалауға, аралашыу шарттарын тикшерергә,  ризалыҡ атмосфераһын тотоу өсөн адекват моделдәр тәртибен табырға һәм уртаҡ эшмәкәрлеген юғары эффекты булған үҙ-ара ышаныс шарттарын тыуҙырыу тора. Этномәҙәни компетентлыҡ башҡа вәкил кешеләрен аңлай алыуҙы, хөрмәт итеүҙе һәм этномәҙәни айырмалыҡтарын үҙ итеүҙе, күп милләтле йәмғиәттә татыу йәшәүҙе талап итә. Шуға ла этномәҙәни компетентлыҡты белем кимәле һәм оҫталыҡ яғынан ғына билдәләргә ярамай, сөнки күп осраҡта уның роле башҡа төрлө шарттарҙан тора. Икенсе төрлө әйткәндә, этномәҙәни компетентлыҡ менән эш итә белеү йәш быуынға хәҙерге йәшәйештә уңышлы адаптация, юғалып ҡалмау өсөн булышлыҡ итә.

Халыҡтың милли үҙенсәлектәрен актив йөрөтөүсеһе булып уҡытыусы тора, сөнки йәш быуынды халҡының мәҙәниәте менән таныштырыу уның иңендә ята. Был изге эштә алдынға идеялар ята:

  1. Халыҡтың этномәҙәни традицияларын яңынан ҡайтарыу.
  2. Уҡытыу барышында педагогик технологиялар менән халыҡ педагогикаһын бер юлы ҡуллана алыу.
  3. Төрлө милләт вәкилдәре бергә мәҙәни сараларҙа ҡатнашыу, байрам итеү.

Тәрбиә Концепцияһын түбәндәге принциптарға таянып төҙөлгән:

  1. Уҡыусыларҙа Ватан, республика, Конституция, дәүләт, ғаилә һүҙҙәренең төшөнсәһен аңлатып биреү, күп милләтле Башҡортостан республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының гражданины тигән тойғоларҙы формалаштырыу тора.
  2. Башҡортостан һәм Рәсәй милләттәренең традициялары, йолалары, рухи ҡиммәттәренә ыңғай ҡараш, уның теленә һәм тарихына хөрмәт уятыу, этномәҙәни традицияларҙы һаҡлап ҡалыусы шәхес үҫтереү.

Был мөһим принциптар күп милләтле республикала халыҡтарҙың үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәтен, бер-береһенә ҡарата ихтирам итеүен талап итә.

Уҡыу барышында ғына һәр бер кеше халҡының этник мәҙәниәте менән таныша ала. Быларға юл күрһәтеүсе булып мәктәп учреждениелары тора. Этник мәҙәниәтте формалаштырыусы факторҙарға телде, традицияларҙы, йолаларҙы белеү инә [Әхиәров, 2000:328].  

Тел һәм мәҙәниәт – айырылғыһыҙ төшөнсәләр. Һәр халыҡ бүтәндәрҙән үҙенең ҡабатланмаҫ моңо, тормош ҡанундары, йәшәү рәүеше, һәм, әлбиттә, милләттең үҙенсәлеген сағылдырған теле менән айырыла. Телдең тәбиғәтен аңламай тороп, уны өйрәнеп булмай. Ә телдәр тәбиғәте урын-ер тәбиғәтенә яраҡлашып формалаша һәм халыҡтың милли тәбиғәтен сағылдыра.

Тыумыштан билдәле бер этник мөхиттә тәрбиәләнгән бала шул этнос вәкиле булараҡ үҫә, үҙ халҡында булған милли үҙенсәлектәрҙе йөрөтә. Милли үҙаңы булған, халҡының менталитетын үҙенә алған, туған телен яратҡан, уның менән ғорурлана белгән, телгә һәм халыҡҡа тоғролоҡло ижади шәхес тәрбиәләү, һис шикһеҙ, туған тел дәресенән башлана [Морозов, 2011:49- 52].

Телде өйрәнеүгә ылыҡтырыусы көслө педагогик һәм методик алымдарҙы булдырыу, лингводидактикала ҡулланылған традицион методтарҙы файҙаланып, оригиналь методика, педагогик система булдырыу актуаль проблема булып тора.

Этномәҙәни компетентлыҡ өлкәһендә эшләүсе педагогтар, ғалимдар байтаҡ. Уларҙың хеҙмәттәре ҙур терәк һәм ярҙамсы булып тора. Бигерәк был өлкәлә эшләүсе Т.В. Поштареваның хеҙмәттәре ҙур баһаға эйә. Этномәҙәни компетентлыҡ тураһында ул былай тип яҙып китә: «Этномәҙәни компетентлыҡ – ул кешегә генә хас һыҙаттың теге йәки был этник мәҙәниәт тураһында объектив күҙаллауҙары һәм белемдәре булған, эффектлы милли-ара аңлайышҡа һәм эшмәкәрлеккә килтергән белемдәр, һәләттәр һәм тәрбиәүи моделдәрҙең булыуына әйтәләр» [Поштарева, 2009:85-86].

Халыҡ педагогикаһы өлкәһендә эшләүсе В.И. Баймурзинаның хеҙмәттәре бик әһәмиәтле. Ул халыҡ педагогикаһын махсус мәктәптәрҙә уҡытырға мөмкинлеге булмаған хеҙмәтсәндәрҙең тәрбиә өлкәһендәге тәжрибәһенә нигеҙләнгән белем тип билдәләй. Халыҡ педагогикаһы, фәнни педагогиканың нигеҙе булып, бөгөнгө көндә уның менән бергә йәнәш йәшәп килә, тигән фекер килтерә.

Халыҡ педагогикаһының төп маҡсаты – балаларҙы шәхес булараҡ тәрбиәләү, халыҡ ыңғай тип тапҡан сифаттарҙы булдырыу бурыстарын, педагогик алымдарын түкмәй-сәсмәй ауыҙ-тел ижады, йолалар, байрамдар, ғөрөф-ғәҙәттәр аша икенсе быуынға тапшырыу. Тағы ырыу, халыҡ, милләттең тарихы, көнкүреш тәжрибәһе, үҙаңы, милли мәҙәниәт, милли рух кеүек тәрән мәғәнәле төшөнсәләр ҙә инә [Баймурзина, 1993:38-40].

Халыҡ педагогикаһының бай йөкмәткеһе, быуаттар буйы һыналып килгән методикаһы айырым өйрәнеүҙе талап итә. Фәндең, шулай итеп, яңы бер тармағы тыуа. Күренекле ғалим Г.Н. Волков был фәнде этнопедагогика тип атай һәм ошо атама башҡалар тарафынан ҡабул ителә.

Тимәк, этнопедагогика – халыҡтың балалар тәрбиәһе өлкәһендәге тәжрибәһен, уларҙың донъяға ҡараштарын, көнкүрешен, ғаилә, ырыу, ҡәбилә, халыҡ педагогикаһын өйрәнеүсе фән.

Шулай итеп, был параграфта этномәҙәни компетентлыҡ формалаштырыу өлкәһендә эшләүсе ғалимдар, педагогтарҙың хеҙмәттәрен ҡарап сығылды. Рус ғалимдары араһынан Т.В. Поштарева, И.А. Морозов, О.Н. Степанова кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре бик әһәмиәтле. Шулай уҡ башҡорт ғалимдарының да был өлкәлә хеҙмәттәре байтаҡ. Уларға В.И. Баймурзина, К.Ш. Әхиәров, Х.Х. Баймурзин һ.б. индерергә мөмкин. Ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәре уҡытыу процесын халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп алып барыуға ҡоролған һәм был хеҙмәттәр уҡыусыларҙа этномәҙәни компетентлыҡты булдырыуҙа ҙур роль уйнай.

II бүлек

  1. Башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу буйынса практик эштәрҙе ойоштороу

Яңы стандарттар буйынса уҡытыу осоронда уҡыу-уҡытыуҙы гуманлаштырыуға ҙур иғтибар бирелә. Был иһә дәрестәрҙә этномәҙәни компетентлыҡты формалаштырыуҙы күҙ уңында тота.

Уның асылы – уҡыусыларҙы уҡытыуҙа һәм тәрбиәләүҙә халыҡтың милли йолаларына, ғөрөф-ғәҙәтенә таянып эш итеү. Бала билдәле бер мөхиттә йәшәй, билдәле бер этнос вәкиле булып тора. Уҡытыусының маҡсаты булып, бер яҡтан, ошо мөхитте өйрәнеү, формалаштырыу, икенсе яҡтан, тәрбиәүи эштәрҙә уны ҡуллана белеү. Этномәҙәнилек – ижтимағи-мәҙәни үҫеште материаль, рухи һәм эстетик байлыҡ мираҫы аша формалаштырыуҙан ғибарәт.

Мәктәптә этномәҙәни компетентлыҡты формалаштырыу өсөн башҡорт теле программаһының йөкмәткеһен белеүҙә тора. Дәрескә текстар әҙерләү оҙаҡ ваҡыт алмай. Был текстарҙа башҡорт халҡының тормош-көнкүреше һәм мәҙәниәте сағылырға тейеш. Текстарҙың темалары «Башҡорт аштары», «Милли байрамдар», «Башҡорт халҡының мәҙәниәте», «Башҡорт балы» тибында булырға мөмкин. Уҡыусылар был текстарҙың йөкмәткеһен, асылын ҡабул итмәҫкә, аңламаҫҡа ла мөмкин. Шуның өсөн башҡорт халҡының мәҙәниәте тураһында мәғлүмәтте аңлар, күҙ алдына килтерер өсөн текстарҙы анализлап үтергә кәрәк: айырым абзацтарҙы, һөйләмдәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе, аңлашылмаған һүҙҙәргә аңлатма биреү ҙә артыҡ булмаҫ.

Дәрестә этномәҙәни компетентлыҡты формалаштырыуҙың төп бурыстары – үҙ  милләттебеҙгә генә хас тарихи-мәҙәни мираҫыбыҙҙы, милли үҙаңды үҫтереү, дөйөм кешелек ҡиммәттәре менән бер рәттән, туған халҡың өсөн генә хас булған ҡиммәттәрҙе үҙләштереү; халҡыңдың телен, мәҙәниәтен, әҙәбиәтен, тарихын, традицияларын һәм башҡаларҙы өйрәнеү тора.

Башҡорт телен уҡытыуҙың нигеҙендә телдең халыҡтың рухи һәм мәҙәни хазинаһы икәнен аңлатыу, уларҙың үҙ-ара бәйләнешен танып белеүҙе ойоштороу кеүек эштәр булыуы мөһим. Телде өйрәнеүгә ылыҡтырыусы көслө педагогик һәм методик алымдарҙы булдырыу, лингводидактикала ҡулланылған традицион методтарҙы файҙаланып, оригиналь методика, педагогик система булдырыу актуаль проблема булып тора. Башҡорт теле дәрестәрендә күнегеү текстарының йөкмәткеһен аңлашылмаған һүҙҙәрен, юрау-һынамыштарҙың эстәлеген аңлатыу аша баланың рухи донъяһына мөрәжәғәт итергә мөмкин.

Уҡыусыларға түбәндәге күнегеүҙәр тәҡдим ителә.

Практик эш №1

«Аҫаба башҡортҡа өс нәмәне белеү мотлаҡ: беренсеһе – үҙеңдең сығышыңды, йәғни үҙ ырыуыңды, белеү, икенсеһе – йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу һәм өсөнсөһө – хандар тураһындағы риүәйәттәрҙе һәм өләңдәрҙе белеү».

( М. Өмөтбаевтан.)

 Был күнегеү буйынса түбәндәге эштәрҙе тәҡдим итергә мөмкин.

  1. Килтерелгән өҙөктөң йөкмәткеһен аңлат.
  2. Аңлатмалы һүҙлектән аҫаба, ырыу, риүәйәт һүҙҙәренең мәғәнәләрен асыҡла.
  3. Үҙ ырыуың төшөнсәһен нисек аңлайһың?
  4. Йондоҙҙарҙы исемләп аңлатыу тигән һүҙҙәргә ниндәй мәғәнә һалынған?
  5. Уҡыусылар менән ырыуҙар тураһында әңгәмәләшеү.

Практик эш №2.

«Халҡыбыҙҙа ер-һыу, тәбиғәт, хеҙмәткә бәйләнгән әллә күпме байрам бар. Һабантуй, кәкүк сәйе, ҡарға бутҡаһы тураһында беҙ бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ. Һабантуйҙар республикала ғына түгел, унан ситтә лә гөрләп үтеп торһа, ҡайһы бер төбәктәрҙә әле лә һирәкләп булһа ла кәкүк сәйенә, ҡарға бутҡаһына ла сығалар. Ә бына Сөмбөлә байрамы тураһында күптәрегеҙ тәүләп ишетәлер. Башҡорт халҡында элек шундай матур байрам булған. Ул көҙөн, 21 – 23 сентябрҙә – ҡояштың тылсымлы торошона тура килгән көҙгө тигеҙлек мәлендә уҙғарылған. Уңыш байрамында күбеһенсә ир-егеттәр ҡатнашҡан. Улар ҡырға сығып, ҙур байрам ойошторған, ат сабыштары уҙғарылған, батырҙар билдәрен көрәштә һынаған. Ҡорбан итеп йылҡы, һыйыр салғандар, оло инәй-олатайҙарҙан фатиха алғандар, Ер-әсәгә уңыш өсөн рәхмәт әйткәндәр. Тора-бара был йола ярайһы уҡ үҙгәрештәр кисергән, байрамда ҡатын-ҡыҙҙар, йәштәр генә ҡатнаша башлаған. Улар кендек инәләренә бүләктәр биреп, ололарҙан фатиха алған».

(«Йәшлек» гәзитенән)

Тексҡа бәйле эштәр:

  1. Өҙөктө уҡығыҙ. Уға исем бирегеҙ.
  2. Текста ниндәй байрамдар һаналып киткән? Улар тураһында нимә беләһегеҙ? (Һабантуй, кәкүк сәйе, ҡарға бутҡаһы, уңыш байрамы, Сөмбөлә)
  3. Бирелгән һүҙҙәрҙең һәм һүҙбәйләнештәрҙең мәғәнәһен аңлатып бир: ҡорбан, фатиха; ҡояштың тылсымлы торошо, кендек инәләре, көҙгө тигеҙлек мәле, билдәрен көрәштә һынаған.
  4. Һүҙбәйләнештәге бер һүҙҙе үҙгәрткәндә, икенсе һүҙе күсмә мәғәнәгә әйләнерлек итеп үҙгәрт: ҡарға бутҡаһы.
  5. Һөйләмдәрҙең мәғәнәһе үҙгәрмәҫлек итеп ундағы булған һүҙҙәрҙе алып ташлағыҙ.
  6. Бер нисә һөйләмде бер һөйләм килеп сығырлыҡ итеп ҡушырға.
  7. Берәй һөйләмде бер нисә һөйләмгә тарҡатырға.
  8. Төбәктәрҙә, һирәкләп, тәүләп, фатиха һүҙҙәренең синонимдарын тап.
  9. Текста барған мәғлүмәтте 3 һөйләм менән генә әйтеп бирегеҙ һәм яҙып ҡуйығыҙ.
  10. Ни өсөн Ер-әсә һүҙе ҙур хәреф менән яҙылған?
  11. Ер-һыу, Ер-әсә, инә-олатай, ир-егет, ҡатын-ҡыҙҙар һүҙҙәре ниндәй юл менән яһалған?

а) ялғау ярҙамында

б) һүҙҙәрҙе ҡушыу юлы

в) һүҙҙәрҙе парлау юлы

д) бер һүҙҙе ҡабатлау юлы

12. Халҡыбыҙҙа ер-һыу, тәбиғәт, хеҙмәткә бәйләнгән әллә күпме байрам бар. Билдәләнгән һүҙ ниндәй килештә?

13. Һабантуйҙар республикала ғына түгел, унан ситтә лә гөрләп үтеп торһа, ҡайһы бер төбәктәрҙә әле лә һирәкләп булһа ла кәкүк сәйенә, ҡарға бутҡаһына ла сығалар. Һөйләмдә ҡылымдарҙы табып, уларҙың заманын билдәләгеҙ.

14. Текстан шартлы сифаттарҙы табығыҙ.

Практик эш №3.

«Һабантуй – Кама буйы халыҡтарының, бигерәк тә Башҡортостанда һәм Татарстанда киң таралған, традицион игенселек байрамы. Ул мәжүсилек осоронда уҡ барлыҡҡа килгән, ул саҡта уның асылы тәбиғәт Аллаларын һәм рухтарын миһырбанлыҡҡа саҡырыуға ҡайтып ҡалған.

Ауылдарҙың береһе, һабантуй ойоштороп, йыш ҡына икенсе ырыуҙан, ауылдан кешеләрҙе ҡунаҡҡа саҡырған. Саҡырылған ҡунаҡтар ҡатындары һәм балалары менән килгән, һуңынан яуап итеп үҙҙәре ҡунаҡҡа саҡырғандар. Һый бөтә ауыл иҫәбенә ойошторолған, алдан һәр йортҡа йөрөп, йомортҡа, аҡса йыйғандар. Йыйылған аҡсаға бер нисә ат, сәй, шәкәр һатып алғандар. Байрам алдынан йәш егеттәр ат менән бөтә ауылды урап сыҡҡан, һәр йорт алдына туҡталып, йорт хужаһы берәй нәмә сығарып биргәнсе “һөрән һалып, туҡылдатып” торған. Һуңынан вәкилдәрҙең береһе йәш апай-еңгәләрҙән – таҫтамал, яулыҡ, сауҙагәрҙәрҙән йыртыш йыйып алып, был әйберҙәрҙең барыһын да байрам үтәсәк майҙанға алып барған. Майҙан ауыл эргәһендәге ҡалҡыу урында үткәрелгән. Халыҡ майҙанға төштән һуң, бабайҙар намаҙҙан һуң мәсеттән сығыуға йыйылған. Майҙанға түңәрәк яһап урынлашҡандар. Түңәрәк уртаһында көрәш башланған. Һабантуйға көрәштә ҡатнашыу өсөн тирә-яҡтан батырҙар ҙа килгән.

Һабантуйҙа икенсе урында йүгереү торған. Йүгереүҙә унар кеше ҡатнашҡан. Иң беренсе килеүсегә ҙур ит киҫәге, икенсеһенә — ҡабырға, өсөнсөһөнә бәләкәй ит киҫәге биргәндәр. Ҡайһы бер урындарҙа таҫтамал бүләк иткәндәр. Был приздарҙы еңеүселәр хөрмәтле ҡунаҡтарға киренән бүләк иткән. Унан һуң ат сабыштары башланған. ХХ быуат башында иң алдан килгән һыбайлыға – ҡолон, икенсеһенә — биш һум аҡса һәм өсөнсө булып килеүсегә таҫтамал тапшырғандар. Байрам башҡорттарҙың милли аш-һыуы – бишбармаҡ һәм ҡаҙылыҡ бешереп һыйлау менән тамамланған. Ул ошонда уҡ усаҡ яғып әҙерләнгән.

ХХ быуат һабантуйҙың мәғәнәһенә һәм ойоштороуға үҙ төҙәтмәләрен индергән. Хәҙер һабантуйҙар яҙғы сәсеү тамамланғас үткәрелә. Ҡағиҙә булараҡ, ул тәүҙә айырым хужалыҡтарҙа, һуңынан Башҡортостан райондарында һәм эре ҡалаларында байрам ителә. Алдан уны үткәреү урыны билдәләнә, байрам программаһы төҙөлә, йәрминкәләр ойошторола. Айырыуса ауыл ерендә был байрамға туғандары ҡунаҡҡа ҡайта». («Башҡортостан» гәзитенән)

Уҡыусылар текст  менән танышыр алдынан уҡытыусы текст алды күнегеүҙәрен үткәрә. Уҡытыусы «Нимә ул һабантуй?» «Башҡа халыҡтарҙа һабантуй байрамы осраймы?» тибындағы һорауҙар бирә ала.

Текст алдынан үткәрелә торған күнегеүҙәр:

Һорауҙар:

  1. Һабантуй байрамы тураһында нимә беләһегеҙ?
  2. Ни өсөн был байрам Һабантуй тип атала?
  3. Был байрам ҡасан үткәрелә?
  4. Ниндәй халыҡтарҙа һабантуй байрамы үткәрелә?

Текстан һуң үткәрелә торған күнегеүҙәр:

  1. Тексҡа план төҙө.
  2. Текстың йөкмәткеһен ҡыҫҡаса һөйләп өйрән.
  3. Текстағы мәжүсилек, йыртыш, сауҙагәрҙәр, йәрминкә, ҡаҙылыҡ  һүҙҙәренә аңлатма бирегеҙ. Уларҙың синонимдарын яҙығыҙ.
  4. «Үткер күҙ» уйыны. Текстан иҫкергән һүҙҙәрҙе табып яҙырға.
  5. Һүҙбәйләнештәге эйәртеүсе һүҙҙе эйәреүсе һүҙе күсмә мәғәнәгә әйләнерлек итеп үҙгәрт.
  6. Текстан һүҙҙәрҙе парлау, ҡушыу, бер һүҙҙе ҡабатлау юлы менән яһалған исемдәрҙе табығыҙ.
  7. Саҡырылған ҡунаҡтар ҡатындары һәм балалары менән килгән, һуңынан яуап итеп үҙҙәре ҡунаҡҡа саҡырғандар. Билдәләнгән һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай?
  8.  Байрам алдынан йәш егеттәр ат менән бөтә ауылды урап сыҡҡан, һәр йорт алдына туҡталып, йорт хужаһы берәй нәмә сығарып биргәнсе “һөрән һалып, туҡылдатып” торған. Билдәләнгән һүҙҙәр ниндәй һүҙбәйләнеш төрөнә ҡарайҙар?
  9. Йыйылған аҡсаға бер нисә ат, сәй, шәкәр һатып алғандар. Һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.
  10. Һөйләмдән һандарҙы табығыҙ, төркөмсәләрен билдәләгеҙ.
  11. Һүҙҙәрҙе русса эквиваленты менән сағыштырығыҙ.

сәй – чай

йәрминкә - ярмарка

Практик эш №4

«Нардуған — йыл аҙағында, ҡышҡы ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн) үткәс башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың борондан килгән йола байрамы. 25 декабрҙә башланып 5 ғинуарға тиклем дауам итә. Исеме боронғо төрки «нар» (нур) һәм «дуған» (тыуған) һүҙҙәренән килеп сыҡҡан. Нур тыуған, Ҡояш тыуған тигәнде аңлата.

Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы иҫкә алып, алдағы йылға матур теләктәр теләнә. Байрам көндәрендә йәштәр иркенерәк йортҡа йыйыла. Бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата. Был байрам уйын-көлкө менән, киң итеп шаулатып үткәрелә.

Нардуған байрамында арауыҡ ярайһы киңәйә төшә (?) урам буйлап бүләклек, ашамлыҡ йыйыуҙан башлана, өй эсендә дауам итә, ихатала тамамлана. Нардуған көнөндә үткән йылдың иң иҫтәлекле ваҡиғалары иҫкә алына, киләһе йылға теләктәр әйтелә.

Йыйынға һәр кем үҙ өлөшө менән килә. Һуңынан уйындар ташта дауам итә. Нардуған байрамында йондоҙнамә уҡыу, киләсәкте юрау йолаһы ла бар».

(«Башҡорт халыҡ ижады»нан, I том)

Тексҡа бәйле эштәр:

  1. Нардуған – ниндәй байрам ул?
  2. Ниндәй халыҡтарҙа был байрам осрай?
  3. Нардуған байрамында булғанығыҙ бармы?
  4. Тексҡа план төҙөгөҙ.
  5. Беренсе абзацтан ябыҡ ижектәрҙән генә торған һүҙҙәрҙе табығыҙ.
  6. Текстан тик үҙгәртеүсе ялғауҙар ғына ҡабул  иткән һүҙҙәрҙе табығыҙ.
  7. Байрамы, башы, айы һүҙҙәрендә ниндәй ялғау бар?

а) күплек ялғауы

б) хәбәрлек ялғауы

в) килеш ялғауы

г) эйәлек заты ялғауы

8. 25 декабрҙә башланып 5 ғинуарға тиклем дауам итә. Бер составлы һөйләмдең төрөн билдәләгеҙ.

9. Бала-саға өйҙән-өйгә йөрөп хәбәр тарата. Аҫтына һыҙылған һүҙҙең килешен билдәләгеҙ.

10. Һүҙбәйләнештәге бер һүҙҙе үҙгәрткәндә, икенсе һүҙе күсмә мәғәнәгә әйләнерлек итеп үҙгәрт: алдағы йылға, йәштәр йыйыла.

11. Нардуған байрамында арауыҡ ярайһы киңәйә төшә: урам буйлап бүләклек, ашамлыҡ йыйыуҙан башлана, өй эсендә дауам итә, ихатала тамамлана. Аҫтына һыҙылған һүҙҙәрҙең синонимдарын табығыҙ.

12. Нардуған һүҙенән һүҙҙәр төҙөгөҙ.

13. Сифаттарҙы табығыҙ, дәрәжәләрен билдәләгеҙ.

14. Үҙеңә оҡшаған һөйләмде күсереп алғас, һөйләм киҫәктәре буйынса анализла.

15. Нардуған байрамында арауыҡ ярайһы киңәйә төшә (?) урам буйлап бүләклек, ашамлыҡ йыйыуҙан башлана, өй эсендә дауам итә, ихатала тамамлана. Был һөйләмдә ниндәй тыныш билдәһен ҡуйырға кәрәк?

Практик эш №5

Науруз байрамы

Науруз байрамы көн менән төн тиңләшкән көндө башлана ла, ай ахырына тиклем һуҙыла. Уны халыҡта Яңы йыл байрамы тип тә йөрөтәләр.

Науруз байрамына алдан әҙерләнеп ҡуялар. Һәр кем, һәр ауыл хәленән килгәнсә йыйына, уйын төрҙәрен уйлай, ҡайһы ерҙә ҡайһыныһын ойоштороу тураһында һүҙ беркетелә.

Науруз тыуған көндө һәр өйҙә һый әҙерләнә. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Бойҙай – туҡлыҡ, ырыҫ билдәһе ул.

Науруз байрамында ат сабыштырыу, көрәш, ҡыҙ ҡыуыу, тартышыу үткәрелә. Науруз байрамында бүтән төрлө бәйге, ярыштар ҙа була. Никах туйын шул байрамға тура килтереү изге һанала. Байрам Науруз айы бөткәнсе дауам итә.

 («Башҡорт халыҡ ижады»нан, I том)

Текст алдынан үткәрелә торған күнегеүҙәр:

Һорауҙар:

  1. Науруз байрамы тураһында нимә беләһегеҙ?
  2. Ни өсөн был байрам Науруз тип атала?
  3. Ниндәй халыҡтарҙа был байрам осрай?
  4. Тексҡа план төҙө, уның буйынса һөйләргә өйрән.

Текстан һуң үткәрелә торған күнегеүҙәр:

Һорауҙар:

  1. Текстағы ырыҫ, һый, туҡлыҡ, киле, никах һүҙҙәренә аңлатма бирегеҙ.
  2. Науруз байрамында ат сабыштырыу, көрәш, ҡыҙ ҡыуыу, тартышыу үткәрелә. Ҡылымдарҙың йүнәлешен билдәләгеҙ.
  3. Текстан алмаштарҙы табығыҙ, төркөмсәләрен билдәләгеҙ.
  4. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Билдәләнгән һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнә ҡарай.
  5. Текстан исем ҡылымдарҙы табығыҙ.
  6. Айырыуса бешкән итте табаҡҡа турап шуның өҫтөнә килелә төйөп быҡтырылған бойҙай һалынған ашҡа өҫтөнлөк бирелә. Аҫтына һыҙылған һүҙ ниндәй һүҙ төркөмөнән килгән?
  7. Берәй һөйләмде бер нисә һөйләмгә тарҡатырға.
  8. Текста барған мәғлүмәтте 3 һөйләм менән генә әйтеп бирегеҙ һәм яҙып ҡуйығы

Йомғаҡлау

Белем биреүҙең бөгөнгө шарттарында, элекке ҡиммәттәр юҡҡа сыҡҡан, яңы әхлаҡи күрһәткестәр эҙләү дәүерендә, төп рухи ҡиммәттәрҙе, йәмғиәт, кеше, тәбиғәт тураһындағы яңы күҙаллауҙарҙы һайлау актуалләшкәндә, йәш быуынды үҙ аллы тормошҡа әҙерләүҙең нигеҙе булып этномәҙәни традицияларҙы нығытыу тора. Этномәҙәниәт – этнос вәкилдәренең ижтимағи-мәҙәни үҫеше барышында барлыҡҡа килгән матди, рухи, милли һәм эстетик байлыҡтарының тарихи йыйылмаһы, һәр бер халыҡтың быуаттар буйы тупланған хазинаһы. Уҡытыуҙа этномәҙәни материалды ҡулланыу – ул үткәнде тергеҙеү, үткән тормош, һөнәр, фольклор менән мауығыу ғына түгел, ә эҙләнеү һәм уҡытыу-тәрбиә процесында уҡыусыларҙың белемен, һәләтен һәм оҫталығын үҫтерергә, йәмғиәттә үҙ урынын табырҙай шәхес тәрбиәләй алырлыҡ алымдар индереү маҡсаты тора.

Беренсе бүлектә методик темала күтәрелгән проблеманың ғилми-методик әҙәбиәттә тикшерелеү кимәле ҡарап үтелде. Компетентлыҡ терминының мәғәнәһенә асыҡлыҡ индереп киттек. Уның төшөнсәһенә килгәндә былай тип әйтергә мөмкин: профессиональ эшсәнлектең асылын тәшкил итеүсе аң, белем, һәләт, оҫталыҡ һәм шәхси сифаттарҙың сағылышы ул. Шулай итеп, компетентлыҡ уҡыусының белемен һәм һәләтен айырым-айырым түгел, ә комплекслы үҙләштереүгә ҡоролған. Шул  йәһәттән, уҡытыу методтары ла һайлана. Ул  методтарҙы һайлауҙа һәм конструкциялауҙа билдәле бер компетенциялар структураһы һәм функциялары ҡарала. Шулай уҡ дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лингвистик, коммуникатив, этномәҙәни компетентлыҡтар формалаштырыуҙың әһәмиәте билдәләпнеп үтелде.

Шулай уҡ этномәҙәни компетентлыҡ терминының мәғәнәһенә асыҡлыҡ индерелде. Уның төшөнсәһенә килгәндә былай тип әйтергә мөмкин: «Этномәҙәни компетентлыҡ – ул кешегә генә хас һыҙаттың теге йәки был этник мәҙәниәт тураһында объектив күҙаллауҙары һәм белемдәре булған, эффектлы милли-ара аңлайышҡа һәм эшмәкәрлеккә килтергән белемдәр, һәләттәр һәм тәрбиәүи моделдәрҙең булыуына әйтәләр. Этномәҙәни компетентлыҡтың асылы шунда: уҡыусының ошо өлкәләге белемен һәм оҫталығын конкрет этник төркөм үҙенсәлеген алырға, уның вәкилдәренең үҙенсәлеген дөрөҫ баһалауға, аралашыу шарттарын тикшерергә,  ризалыҡ атмосфераһын тотоу өсөн адекват моделдәр тәртибен табырға һәм уртаҡ эшмәкәрлеген юғары эффекты булған үҙ-ара ышаныс шарттарын тыуҙырыу тора. Этномәҙәни компетентлыҡ башҡа вәкил кешеләрен аңлай алыуҙы, хөрмәт итеүҙе һәм этномәҙәни айырмалыҡтарын үҙ итеүҙе, күп милләтле йәмғиәттә татыу йәшәүҙе талап итә. Шуға ла этномәҙәни компетентлыҡты белем кимәле һәм оҫталыҡ яғынан ғына билдәләргә ярамай, сөнки күп осраҡта уның роле башҡа төрлө шарттарҙан тора.

Методик эштә этномәҙәни компетентлыҡ формалаштырыу өлкәһендә эшләүсе ғалимдар, педагогтарҙың хеҙмәттәрен анализланыҡ. Рус ғалимдары араһынан Т.В. Поштарева, И.А. Морозов, Г.Н. Волков, О.Н. Степанова кеүек ғалимдарҙың хеҙмәттәре бик әһәмиәтле. Шулай уҡ башҡорт ғалимдарының да был өлкәлә хеҙмәттәре байтаҡ. Уларға В.И. Баймурзина, К.Ш. Әхиәров, Х.Х. Баймурзин һ.б. индерергә мөмкин. Ғалимдарыбыҙҙың хеҙмәттәре уҡытыу процесын халыҡ педагогикаһына нигеҙләнеп алып барыуға ҡоролған һәм был хеҙмәттәр уҡыусыларҙа этномәҙәни компетентлыҡты булдырыуҙа ҙур роль уйнай.

Икенсе бүлектә башҡорт теле дәрестәрендә уҡыусыларҙың этномәҙәни компетентлығын формалаштырыу буйынса эш төрҙәре ҡарап үтелде. Күнегеү өсөн 5 текст тәҡдим ителде. Һәр бер тексҡа ҡарата практик эштәр тәғәйенләнгән. Улар бөтәһе лә уҡыусыларҙа этномәҙәни компетентлыҡты формалаштырыуға булышлыҡ итә. Дәрестә ҡулланыу өсөн һайланған текстар уҡыусыларҙа тыуған төйәгенең данлыҡлы тарихын, традицияларын, йолаларын, изгелек менән һуғарылған ғөрөф-ғәҙәттәрен белеүгә ярҙам итә. Тәҡдим ителгән күнегеүҙәр, эш төрҙәре ыңғай һөҙөмтәләр килтерһен өсөн уҡыусының мөмкинлектәрен һәм шәхси үҙенсәлектәрен күҙ уңында тоторға кәрәк. Күнегеүҙәр күп төрлө.  Улар уҡыусыларҙың индивидуаль һәм йәш үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп төҙөлдө.

Ҡулланылған әҙәбиәт

Дәреслектәр, уҡыу әсбаптары, монографиялар, китаптар

  1. Ахияров К.Ш. Народная педагогика и современная школа – Уфа : БашГПУ, 2000. – 328 с
  2. Баймурзина В. Башҡорт халыҡ педагогикаһының асылы. // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 1993. - №8. – 38-40 б.
  3. Дәүләтшина М.С. Башҡорт телен уҡытыу методикаһы: башҡорт теле дәүләт теле итеп уҡытылған мәктәптәр өсөн. 1-киҫәк. – Өфө: Китап, 2010. – 120 б.
  4. Нурғәлин З.Ә. Дәүләт теле – ил рухы / З.Ә. Нурғәлин. – Өфө: БР ФА, «Ғилем» нәшриәте, 2010. – 552 б.
  5. Әминева Р.Ә. Яңы быуын стандарттарына күсеү шарттарында рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2012. – №11. – 16-18 б.
  6. Тайчинов М.Г. Этнокультурные традиции воспитания в школах с полиэтническим составом учащихся // Образование и воспитание в меняющемся мире. – М., 1997. – С. 9-12.

Мәҡәләләр

  1. Абуталипова Р.Ә., Хәсәнова Л.Т. Этномәҙәнилек формалаштырыуҙың бер алымы // Башҡортостан уҡытыусыһы. – 2010. - №8. – 52 б.  
  2. Вәлиев И. Хәҙерге этнопедагогика мәсьәләләре // Ватандаш. – 2011. – №7. – 59-62 б.

Һүҙлектәр

  1. Башҡорт теленең һүҙлеге: Ике томда / Россия Фәндәр Академияһы. Башҡортостан ғилми үҙәге. тар., тел һәм әҙ. институты. – М.: Рус.яз., 1993. I том. –487  б.
  2. Азимов Э.Г., Щукин А.Н. Новый словарь методических терминов и понятий (теория и практика обучения языка). – М.: Издательство ИКАР, 2009. – 448 с.

Интернет сығанаҡтар

  1. Морозов И.А. Этнокультурная компетентность и стандарты общего образования второго поколения/ И.А. Морозов // Актуальные вопросы современной педагогики: материалы междунар. Заоч. Науч. Конф. / - Уфа: 2011. – С. 49- 52 [Электронный ресурс]. – Режим доступа: http://www.pedlib.ru/Books/1/0486/1_0486-1.shtml
  2. Поштарева Т.В. Формирование этнокультурной компетентности учащихся в полиэтнической образовательной среде [Электронный ресурс]. – Режим доступа: http://www.scienceforum.ru/2013/151/2187
  3. http://www.moluch.ru/conf/ped/archive/60/2556/
  4. Әсәләр мөйөшө. http://nafikova.jimdo.com/ата-әсәләр-мөйөшө/


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

«Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдәрҙә эшләү технологияһын ҡулланыу»

ldquo;Дәрес– ҡыҙыҡһыныусанлыҡ һәм әхлаҡиинаныуҙар факелын тоҡандырыусы осҡон”.В.А. Сухомлинский...

Инновацион проект: Башҡорт теле дәрестәрендә ҡиммәтле әсбап, тәрбиә, рухиәт, тел һаҡсыһы, бай мәғлүмәт сығанағы булараҡ милли баҫмаларҙы ҡулланыу

Беҙ, уҡытыусылар, "һүҙ" тигән ҡеүәтле ҡорал менән эш итәбеҙ. Ә милли баҫмалар был "ҡоралды" тағы ла үткерерәк, сәпкә тейҙерерлек итә. Шуға ла, көн һайын өйҙәребеҙгә килеп торған туған телебеҙҙә сыҡҡан...

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу".

Методик тема: "Башҡорт теле дәрестәрендә төркөмдә эшләү технологияһын ҡулланыу"....

Доклад "Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу".

Башҡорт теле дәрестәрендә интеграцион метод ҡулланыу.   Һуңғы ваҡытта уҡытыусылар дәрестәрен башҡа төрлө предметтар менән бергә бәйле үткәрә башланылар. Был форма интегрированный дәре...

Докдад “Башҡорт теле дәрестәрендә милли баҫмаларҙы ҡулланыу.”

                                                  Бөгөнгө докла...

Урыҫ мәктәптәрендә инша - һүрәтләү яҙыу өсөн материал туплау һәм башҡорт теле дәрестәрендә ҡулланыу

Был дәрестә Т.Н. Яблонскаяның "Иртә" картинаһы өҫтөндә эш. Бында инша - һүрәтләү этаптары бирелгән....