Башҡорт теленән эш планы. 2- се класс(урыҫ төркөмө)
календарно-тематическое планирование на тему

урыҫ группаһы

Скачать:

ВложениеРазмер
Microsoft Office document icon ktp_2_klass_russ.doc322 КБ

Предварительный просмотр:

Министерство образования Республики Башкортостан

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение

лицей №3 МР Учалинский район РБ

«УТВЕРЖДЕНО»

Директор МБОУ лицей № 3

У.М. Яппаров      __________                            

Приказ №360 от «30» августа 2016 г.

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по учебно-воспитательной работе

Тимербаева Г.Ф. ______________  

«РАССМОТРЕНО»

на заседании ШМО

(протокол № 2    от 23 августа 2016  г.)

Руководитель  ШМО

Усманова Д.А.          __________

«СОГЛАСОВАНО»

Заместитель директора по научно-методической работе

Мухамедьярова Э.Ф.    ___________

РАБОЧАЯ ПРОГРАММА УЧЕБНОГО ПРЕДМЕТА

Башкирский язык

для учащихся 2 а, б,в,г ,е классов

Организация-разработчик:

Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение лицей №3 МР Учалинский район Республики Башкортостан

Разработчик:

Фасхутдинова Азалия Ахатовна – учитель первой квалификационной категории

                                                                          Учалы

                                                                          2016 г.

                   

                                                Йөкмәткеһе.

1.Аңлатма яҙыу……………………………………………………………………...2…

2.Программаның маҡсаты һәм бурыстары……………………………………..2-3…..        

3. Уҡыусының белем кимәленә талаптар…….…………………………………3

4 Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре…………………………………….4-5

5.Программаның йөкмәткеһе……………………………………………………. 6-11…

6.Календарь- тематик план………………………………………………………. 12

7. Календарь- тематик планға ҡушымта………………………………………13…

8.Уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмалар ………………………………………14…            

 9.Интернет- ресурстар……………………………………………………………15..

  1.  Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-се класы өсөн (һөйләшеү төркөмө) башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә.Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс-ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.

Программа кимәле: базис.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәрҙең I-IX кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә( интеграция).
  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә( коммуникатив йүнәлеш).

  1. Программаның маҡсаты һәм бурыстары

Башҡорт теленә өйрәтеү буйынса 2-се класс уҡыусылары алдында түбәндәге бурыстар ҡуйыла:

  1. 1-се класта өйрәнелгән материалдарҙы телмәрҙә ҡулланыу.
  2. Тәҡдим ителгән темалар буйынса балаларҙың һүҙлек составын арттырыу, телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу.
  3. Балаларҙың оптималь уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.
  4. Ситуациялар, темалар буйынса һорауҙар биреү, шул һорауҙарға һүрәт, картина, текст нигеҙендә ижади яуап бирә белеү.
  5. Темаға тап килгән шиғырҙар ятлау, йырҙар өйрәнеү һәм башҡарыу, экскурсияларҙа, уйындарҙа ҡатнашыу, концерттар әҙерләү һәм сығыш яһау. Һәр осраҡта ла телмәр төҙөү иғтибарға алына.
  6. Әйтелеше ҡатмарлы булмаған һүҙҙәрҙе, ябай һөйләмдәрҙе тәүҙә күсереп, шунан яттан яҙыу.
  7. Һәр тема буйынса эш барышында тыуған Республика менән танышыуҙы дауам итеү.
  8. Башҡорт халҡына, тарихына, Башҡортостан тәбиғәтенә, сәнғәтенә, әҙәбиәтенә ихтирам тәрбиәләү.

  1. Уҡыусының белем кимәленә талаптар

 1.Һөйләгәнде йәки уҡығанды аңлай алыу (аудирование):

  • уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;
  • иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);
  • текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

2. Уҡыған текст буйынса, күҙәтеүҙәр нигеҙендә һөйләй белеү, ситуацияға ярашлы һөйләшеү (говорение):

  • бәләкәй күләмле текстың йөкмәткеһен һөйләү,
  • һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү,
  • диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү,
  • үҙең, ғаилә ағзалары, уларҙың исемдәрен белеү, һөнәр-шөғөлдәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте һ.б. тураһында һөйләү,
  • ваҡиғаға, персонажға үҙ мөнәсәбәтеңде әйтеп биреү,
  • башҡорт теленән руссаға һәм киреһенсә тәржемә итеү.

3. Уҡыу (чтение):

  • тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар нигеҙендә),
  • поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу,
  • уҡыған текстың йөкмәткеһен билдәләй алыу, персонаждарын әйтеү,
  • текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

4. Яҙыу (письмо):

  • хәрефтәрҙе матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу,
  • ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу,
  • шундай уҡ текст буйынса йә картина нигеҙендә 2-3 һорауға яуап яҙыу,
  • бирелгән ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу,

ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу (программала күрһәтелгән нормалар күләменд

Уҡыу- уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштереүен баһалау.

Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре.
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға  пландар төҙөү.
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар.
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы  схемалар, проекттар.

Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы  контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалы үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә.  Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәртесте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

  1. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.  

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

(Требования к уровню подготовки обучающихся по предмету)

Шәхси һөҙөмтәләр (Личностные результаты): 

1. Үҙ аллы эш итеү, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарау;

2. Атай-әсәйгә, тиҫтерҙәренә, уҡытыусыларға, яҡындарына, мәктәп хеҙмәткәрҙәренә иғтибарлы һәм ихтирамлы булыу;

3. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл булыу;

4. Тыуған илде яратыу, ерҙе, телде һаҡлау;

5. Һаулыҡты нығытыу.

Метапредмет һөҙөмтәләре (метапредметные) 

1.Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

2.Башланғыс класс уҡыусыһының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

3.Уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

Предмет һөҙөмтәләре (предметные) 

1.Уҡытыусының һөйләгәнен йәки уҡығанын аңлай алыу: - тексты тыңлау һәм йөкмәткеһен һөйләү, йөкмәтке буйынса рәсем яһау; - текст буйынса иптәштәренә йәки уҡытыусыға һорауҙар биреү; - программала бирелгән шиғырҙарҙы яттан белеү.

 2.Тексты аңлы уҡыу һәм уның йөкмәткеһе менән бәйләнгән эштәрҙе эҙмә-эҙлекле үтәү. Уның нигеҙендә ҡоролған һөйләшеү йәки тикшереү эштәрен үтәү.

3.Уҡыу ситуацияһына ярашлы диалогта ҡатнашыу.

4.Тексты күсереп яҙыу, диктант яҙыу. Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү, юлдан юлға күсереү.

Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1.Үҙ аллы уҡыу, мәғлүмәтле булыу оҫталығын камиллаштырыу; тикшеренеү-эҙләнеү эшен планлаштырыу; парлап, төркөмләп, команда менән эшләү.

2.Алған мәғлүмәтте ҡағыҙға теркәү.

3.Билдәләмә, ҡағиҙә, алгоритм, һығымта һ.б. график схема, модель, таблица ярҙамында теркәү.

4.Диалог ҡороу, уҡыу материалын тикшереү, анализлау, һығымта яһау.

5.Мәҙәниле аралашыу этикетына өйрәнеү; үҙ фекереңде ҡыҫҡа һәм аңлайышлы итеп еткереү, уны яҡлай белеү.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә)

 Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

һөйләү телмәрендә:

-аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу; -элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса ҡылыҡһырлауы;

тыңлап аңлауҙа:

 -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

 уҡыуҙа:

-өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

-өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

 -яҙыу техникаһына эйә булыу;

-үрнәк буйынса байрам менән ҡотлау һәм ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

-башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;

-төрлө һөйләм төрҙәрен интонация менән уҡыу;

-башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән уҡыу һәм орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланыу; -башланғыс мәктәп курсында өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе (һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, баһалау лексикаһы, телмәр клишелары) һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу.

Социомәҙәни компетенция.

-географик атамаларҙы, билдәле балалар әҫәрҙәренең персонаждарын, популяр әкиәттәрҙең сюжеттарын, балалар фольклорының ҙур булмаған әҫәрҙәрен (шиғырҙар, йырҙар) белеү;

Б. Танып белеү сфераһы: -айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һөйләмдәр кимәлендә башҡорт һәм рус телдәренең күренештәрен сағыштыра белеү;

-башланғыс мәктәп тематикаһы кимәлендә өлгө буйынса күнегеүҙәр эшләй белеү;

-ҡағиҙәләр, таблицаларҙы ҡуллана белеү; -үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында: 

-башҡорт телен фекер, хис-тойғо, эмоцияларҙы белдереү сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-балалар фольклоры ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

 Г. Эстетик сферала: 

-башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;

-балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

 -уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

  1. Уҡытыу  предметының  төп йөкмәткеһе

  1. Танышыу- 9 сәғәт.

Иҫәнләшеү, танышыу диалогы, башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәре менән танышыу.

  1. Был мин –   6 сәғәт.

Тән өлөштәрен белдереүсе һүҙҙәр менән танышыу. Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу

  1. Минең ғаиләм – 9  сәғәт.

 Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү

  1. Мин нимә яратам – 5 сәғәт.

 Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү.  Килеш ялғауҙарын пратик үҙләштереү.

  1. Минең мәктәбем – 11 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

  1. Яңы йыл килә – 6 сәғәт.

  Яңы һүҙҙәр менән танышыу,шиғырҙар, йырҙар өйрәнеү.

  1. Мин дәрестән сыҡтым – 7 сәғәт

 Балаларҙың дәрестән һуң булған шөғөлдәре, түңәрәктәр,ҡылым ялғауҙары.

  1. Минең уйынсыҡтарым – 5 сәғәт.

 Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

  1. Мин уйнарға яратам - 6 сәғәт.

Ҡылымдың күплек яғауҙары.

  1. Мин уйнарға сығам – 2 сәғәт.

Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формаһын телмәрҙә ҡулланыу.

  1. Мин уйнарға сыҡтым – 6 сәғәт.

 Башҡорт телендә рәт һандарын  ҡулланыу.

  1. Минең кескәй дуҫтарым – 7 сәғәт.

Хайуандар исемдәре, башҡорт  телендә сифаттарҙы ҡулланыу

  1. Мин ял итәм – 19 сәғәт.

Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.

Ҡабатлау - 4 сәғәт

  1. Календарь -тематик план.

 Предмет: башҡорт теле

Класс: 2

Уҡытыусы: Фәсхетдинова Азалия  Әхәт ҡыҙы

Бөтәһе: 102 сәғәт

Аҙнаһына: 3 сәғәт

1 сирек- 29 с.

11 сирек -35 с.

111 сирек- 38 с.

IVсирек-

Эштәр төрө

1 сирек

11 сирек

III сирек

IV сирек

контроль күсереп яҙыу

1

1

    1

диктант  

1

1

1

     1

изложение

-

-

-

инша

-

-

-

һорауҙарға яуаптар

1

1

1

      1

Бөтәһе

3

3

2

        3

Дәреслек: Толомбаев  Х.А.   Башҡорт  теле:  Уҡытыу  рус  телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең     2-се  класы  уҡыусылары  өсөн  дәреслек.  – Өфө : “Китап”, 2014 й.

Дәрес темаһы

Сәғәт  һаны

Дата  план  буйынса

Дата

фактик

Иҫкәрмә

1-се  сирек. Танышыу.(9с.)

29 с.

1

Танышыу.

1

05.09

2

Һин кем? Әә хәрефе.

1

07.09

3

Һеҙ кем? Һһ хәрефе.

1

08.09

4

Һинең исемең нисек? ң хәрефе.

1

14.09

5

Һинең исемең нисек? ң хәрефе

1

15.09

6

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙҙ хәрефе.

1

19.09

7

Һин ҡайҙа йәшәйһең? Ҙҙ хәрефе.

1

21.09

8

Һиңә нисә йәш? Үү хәрефе.

1

22.09

9

Һорауҙарға яуаптар.Ҡабатлау дәресе.

1

26.09

Был мин. (6  с)

10

Тән өлөштәре. Ҡҡ хәрефе.

1

28.09

11

Тән өлөштәре. Ҡҡ хәрефе.

1

29.09

12

Р.Ураҡсина. “Был мин”.

1

3.10

13

Ауырта/ауыртмай. Ҡҡ хәрефе.

1

5.09

14

Контроль күсереү яҙыу.”Көҙ көнө”

1

6.10

15

Хаталар өҫтөндә эш. Диалог “Ауырта”

1

10.10

Минең ғаиләм. (9  с)

16

Минең, һинең, уның. Ғғ хәрефе.

1

12.10

17

Ф. Рәхимғолова “Матур менән көслө”

1

13.10

18

Бармы? Ғғ хәрефе.

1

17.10

19

Нимә эшләй? Өө хәрефе.

1

19.10

20

Нимә эшләй? Өө хәрефе.

1

20.10

21

 Ирекле диктант.”Көҙгө урман”.

1

24.10

22

Хаталар өҫтөндә эш.

1

26.10

23

Көҙ тураһында шиғыр. Г.Юнысова.

1

27.10

24

Уҡыу тиҙлеген тикшереү.

1

31.10

24 сәғәт

2-се сирек

Мин нимә яратам. (5 с)

25

Нимә менән?

1

7.11

26

С. Әлибай  “Икмәк”.

1

9.11

27

Нимә менән?

1

10.11

28

Нимә менән? Үтелгәнде нығытыу.

1

14.11

29

Йомғаҡлау дәресе.

1

16.11

Минең мәктәбем. (11 с)

30

Мәктәп ниндәй?

1

17.11

31

И. Ғүмәрова. “Уңған ҡыҙ”.

1

21.11

32

Минең класым.

1

23.11

33

Мин мәктәпкә йыйынам.

1

24.11

34

Һорауҙарға яуаптар.

1

28.11

35

Мин уҡыусы.

1

30.11

36

Йомаҡтар.

1

1.12

37

Мин дәрестә.

1

5.12

38

Контроль күсереү яҙыу.”Ат”.

1

7.12

39

Хаталар өҫтөндә эш.

1

         8.12

40

Ҡайҙа?

1

12.12

Яңы йыл килә. (6 с.)

41

Шыршы.

1

14.12

42

“Яңы йыл йыры”.

1

15.12

43

“Кәзә бәрәстәре”(экиәт).

1

19.12

44

Шыршы байрамы.

1

21.12

45

С.  Әлибай. “Яңы йыл йыры”.

1

22.12

46

Аңлатмалы диктант.Ҡыш башланды.

1

26.12

47.

Хаталар өҫтөндә эш.

1

28.12

48.

Һорауҙараға яуаптар

      1

29.12

.

49.  

24 сәғәт

3-сө сирек

Мин уйнарға сыҡтым 7с

Нимә эшләйем.

      1

        16.01

 50.

М. Ғәли. “Ҡурай”.

1

18.01

51

Нимә эшләйем?

1

19.01

52

Нимә эшләйем

1

23.01

53

Нимә эшләйбеҙ.

1

25.01

54

Ҡабатлау дәресе.

1

30.01

Минең уйынсыҡтарым. (5с.)

55

Нимә? Нимәләр?

1

2.02

56

Нимә эшләйбеҙ?

1

3.02

57

Ниндәй?

1

6.02

58

А. Йәғәфәрова. “Уйынсыҡтар магазины”.

1

         8.02

59

Нимә эшләмә?

1

9.02

Мин уйнарға яратам.(6 с)

60

Нимә эшләйбеҙ?

1

13.02

61

Ф.Туғыҙбаева “Ҡар бабай”.

1

15.02

62

Нимә эшләйбеҙ?

1

16.02

63

Ҡ.Даян “Тышта ҡар яуа!”

1

20.02

64

Нимә эшләйбеҙ?

1

22.02

65

Йомғаҡлау дәресе.

1

27.02

Мин уйнарға сығам.(2 с)

38 с.

66

Миңә нимә кәрәк?

1

1.03

67

Миңә нимә кәрәк?

1

2.03

Мин уйнарға сыҡтым. (6 с.)

68

Нисәнсе?

1

6.03

69

Нисәнсе?

1

9..03

70

Әсәйем.

1

13..03

71

Г. Юнысова “Март”.

1

15.03

72

Д. Лукичтан “Дүрт ҡыҙыҡай”.

1

16.03

73

К. Ушинскийҙан “Дарыу”.

1

20.03

74

Аңлатмалы диктант.”Яҙ башы”.

22.03

75

Хаталар өҫтөндә эш. Ниндәй?

27 сәғәт

1

      23.03

76..  

4-се сирек.

Минең кескәй дуҫтарым

Был нимә?

1      

1

3.04

77

Ни эшләй?

1

5.04

78

Ни эшләй?

1

6.03

79

Контроль күсереү яҙыу. .”Яҙ килә”.

1

10.04

80

Хаталар өҫтөндә эш.

1

12.04

Мин ял итәм. (23 с.)

81

Ҡайҙа?

1

13.04

82

Ҡайҙа?

1

       17.04

83

Ҡайҙан?

1

19.04

84

Ҡасан?

1

20.04

85

Ҡасан?

1

24.04

86

Ҡайҙа?

1

26.04

87

Ҡайҙа? Ҡасан?

1

27.04

88

 Йыр.Олатайым миҙалдары.

1

        3.05

89

Был нимә?

1

4.05

90

Был нимә?

1

        8.05

91

Нимәгә?

1

10.05

92

Ҡабатлау дәресе.

1

11.05

93

Һорауҙарға яуаптар.

1

15.05

94

Ҡасан?

1

17.05

95

Ҡасан?

1

18.05

96

Контроль диктант.Май.

1

22.05

97

Хаталар өҫтөндә  эш.Нимә эшләйбеҙ?

1

24.05

98

Г.Юнысова.Йәй.

1

25.05

99

Уҡыу тиҙлеген тикшереү.

1

29.05

100

Үтелгәнде ҡабатлау.

1

31.05

25 сәғәт

Бөтәһе 100 сәғәт

  1. Календарь-тематик планға ҡушымта

Контроль эштәр, 2 класс:     

Контроль эш төрҙәре

План буйынса

Фактик дата

1.

 Һорауҙарға яуаптар.

22.09

2.

Контроль күсереп яҙыу. «Көҙ көнө».

6.10

3.

Ирекле диктант. « Көҙгө урман».

24.10

4.

 Һорауҙарға яуаптар.

02.12

5.

Контроль күсереп яҙыу. “Ат”.

7.12

6.

 Иҫкәртмәле диктант. “Тупраҡ”.

21.01

7.

Аңлатмалы диктант.”Яҙ башы”.

17.03

8.

Контроль күсереп яҙыу.”Яҙ килә”

29.03

9.

Контроль  диктант. «Май».

17.05

  1. Уҡытыусының тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

  1. Усманова М. Г.  Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа һәм схемаларҙа.
  2. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  3. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.
  4. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.
  5. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.
  6. Башҡорт  теленән   диктанттар  йыйынтығы. 1-4-се  класс уҡытыусылары  өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова  С. Х. -  Өфө:   Китап, 1997.
  7. Ғәбитова З.М, Толомбаев Х.А Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙы ойоштороу буйынса методик кәңәштәр; Өфө: Башҡортостан.

Уҡыусылар өсөн тел буйынса  уҡыу-уҡытыу методик комплекты: : Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Толомбаев Х. А. — Өфө: Китап, 2011.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 7 класс. Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат.

Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат. Ши1ыр2ы4 й5км9тке8ен 72л9штере7.                   У3...