Башҡорт теленән эш планы. 3- се класс(урыҫ төркөмө)
календарно-тематическое планирование на тему
Предварительный просмотр:
Йөкмәткеһе.
1.Аңлатма яҙыу…………………………………………………………………….2…
2.Программаның маҡсат һәм бурыстары………………………………………2..
3.Программаның йөкмәткеһе һәм бурыстары…………………………………3..
4.Уҡыусының белем кимәленә талаптар……………………………………….4..
5.Календарь- тематик план……………………………………………………….7..
6. Календарь- тематик планға ҡушымта………………………………………13…
7.Уҡыу- уҡытыу методик ҡулланмалар ………………………………………13…
8.Интернет- ресурстар……………………………………………………………14...
- Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3 – сө класы өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә. Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс-ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.
Программа кимәле : базис.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән
Программа башҡорт телен өс йүнәлештә – телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
- балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
- тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
- Программаның маҡсат һәм бурыстары:
- бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу;
- һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;
- һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;
- текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;
- программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;
- тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хаҡында әҫәрҙәр уҡыу, башҡорт филармония концерттарын ҡарау.
- Программаның йөкмәткеһе һәм бурыстары:
Тема | Сәғәт | Йөкмәткеһе |
Танышыу | 7 дәрес | Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы. Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? (Сәнғәтле һөйләшеү.) Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре һәм хәрефтәре. Хат яҙыу. |
Мәктәптә | 6 дәрес | Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу. Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу. |
Һөнәрҙәр. | 8 дәрес | Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Башҡорт телендә теләк мәғәнәһенең бирелеше, ул формаларҙы практик үҙләштереү. Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу. |
Йыл миҙгелдәре. | 20 дәрес | Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, һөйләм төрҙәре. Тасүирлау элементтары. |
Кейемдәр | 8 дәрес | Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау. Башҡорт телендәге йөкмәтеү йүнәлешен, шарт һөйкәлешен практик үҙләштереү. Был формаларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Матур теләктәр әйтергә өйрәтеү. |
Ғаилә. | 14 дәрес | Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Башҡорт телендә бойороҡ һәм шарт һөйкәлеше. Уларҙың формаларын телмәрҙә ҡулланыу. Яҙыу һәм һөйләү күнекмәләрен ҡамиллаштырыу. |
Тыуған көн . | 5 дәрес | Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү йолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү. Башҡорт телендәге бойороҡ, теләк һөйкәлеше формаларын практик үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Саҡырыу ҡағыҙы, ҡотлау. |
Тәбиғәт . | 9 дәрес | Кеше һәм тәбиғәт. Башҡортостан тәбиғәте. Беҙҙә йәшәгән кейектәр, үҡемлектәр, бөжәктәр. Кешенең уларға мөнәсәбәте. Тәбиғәткә һаҡсыллыҡ тураһында һөйләшеүҙәр. Башҡорт телендә синоним һүҙҙәрҙе сағыштырыу, ҡылымдарҙың заман формаларын, ҡаршы ҡуйыу теркәүестәрен практик үҙләштереү. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу. |
Башҡортостан. | 8 дәрес | Башҡортостан, уның дәүләт символдары, уларҙың мәғәнәһе.Башҡорт иле, уның халҡы,тарихы, ер-һыуы. Башҡортостандың данлы урындары. Исем, яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙе практик үҙләштереү, телмәрҙә ҡулланыу. |
Сәйәхәт. | 8 дәрес | Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Килеш ялғауһары, кире ҡағыу формаларын менән бәйләүесен телмәрҙә ҡулланыу. |
Ҡабатлау | 9 дәрес 102 сәғәт. | Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу. |
- Уҡыусының белем кимәленә талаптар:
- Уҡығанды, һөйләгәнде аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар, һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;
- Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу белеү;
- Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү,исем биреү, элементар план төҙеү;
- Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙе файҙаланыу;
- Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;
- Башҡорт халҡының мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;
- Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе матур , дөрөҫ яҙа белеү;
- Диктанттар яҙа белеү.
- Бәләкәй кластарҙа үҙләштерелгән диалогик, монологик телмәр күнекмәләрен камиллаштырыу;
- Һорау биреү, һорауҙарға үҙ һүҙҙәре менән яуап биреү;
- Һүҙлек һүҙҙәрен үҙләштереү, һүҙ байлығын арттырыу;
- Текст менән эшләү күнекмәләрен үҫтереү;
- Программаға ярашлы грамматик материалды үҙләштереү;
Тыуған төйәк, кешенең һәйбәт сифаттары хағында әҫәрҙәр уҡыу, башҡорт филармония концерттарын ҡарау.
- Уҡығанды, һөйләгәнде аңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙар, һәм шул һорауҙарға яуап бирә белеү;
- Прозаик текстарҙы дөрөҫ, шыма, аңлы уҡыу белеү;
- Уҡылған тексты өлөштәргә бүлеү,исем биреү, элементар план төҙеү;
- Текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәрҙе файҙаланыу;
- Башҡортостан тураһында мәғлүмәттәргә эйә булыу;
- Башҡорт халҡының мәҡәлдәре, йомаҡтарын белеү;
- Хәрефтәрҙе һәм һүҙҙәрҙе матур , дөрөҫ яҙа белеү;
- Диктанттар яҙа белеү.
Һөйләү телмәрен үҫтереү:
1. Картина буйынса һөйләү;
2. Уҡыған тексты аңлы һөйләү;
3. Шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;
4. Йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа
Диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;
- Үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең
мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.
Ишетеп аңлау (аудирование):
1. Уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау.
2. Әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү.
3. Тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу.
4. Әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау.
5 . Аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
6. . Уҡыу телмәрен үҫтереү.
7. Аңлы, дөрөҫ итеп уҡыу.
8. Текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү.
9. Тексты үҙ аллы аңлы уҡыу.
10. Кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу.
11. Бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
12. Яҙыу телмәрен үҫтереү.
13. Айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу.
14. Матур яҙыу күнекмәләре.
15. Байрам открыткалары яҙыу.
Уҡыу предметын өйрәнеү һөҙөмтәләре.
Шәхси һөҙөмтәләр: башҡорт телен 3 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр
инә: донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу; телде (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы
булараҡ ҡабул итеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар
әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән
танышыуы.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
Уҡыусының коммуникатив һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив
мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;
уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен
өйрәнеүгә мотивация булдырыу;
уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән
эшләргә өйрәтеү.
Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик,
грамматик) тураһында башланғыс белешмә; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф,
һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу һәләте.
Коммуникатив сферала (башҡорт телен аралашыу сараһы булараҡ өйрәнеүҙә).
Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.
1. Уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу
мәсьәләләрен сисә белеү;
2. Теге йәки был тема буйынса кәрәкле мәғлүмәт туплау, эҙләнеү эше алып барыу,
уның буйынса презентация эшләй белеү;
3. Мәҙәниәтле аралашыу оҫталығына, телмәр этикетына эйә булыу, үҙ фекерен
яҡлағанда, уй-тойғоларын еткерә алырлыҡ аныҡ, эҙмә-эҙ бәйән итеү, әңгәмәсенең уй-
тойғоларын аңларға тырышыу, уның менән иҫәпләшә һәм уртаҡ фекергә килә белеү.
4. Билдәле кимәлдә башҡорт теленең лексик-фразеологик минимумын үҙләштереү һәм
телмәрҙә ҡуллана белеү.
- Календарь-тематик план.
Предмет – башҡорт теле
Уҡытыусы-Хөснуллина Гөлшат Булат ҡыҙы
Класс- 3 в,г,д.
1-се триместр- 31 сәғәт
2-се триместр- 33 сәғәт
3 -сө триместр- 38 сәғәт
Бөтәһе - 102 сәғәт , аҙнаһына- 3 сәғәт .
Эш төрҙәре | 1-се триместр | 2-се триместр | 3-сө триместр | бөтәһе |
Күсереп яҙыу | 1 | 1 | 2 | |
Диктант | 1 | 1 | 2 | 4 |
Изложение | 1 | 1 | 2 | |
Инша | 1 | 1 | 2 |
Эш программаһының йөкмәткеһе түбәндәге программа менән планлаштырылды: “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы”. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн. Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев, Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. Ижевск: издательство «КнигоГрад». Төҙөүселәре: .Ғәбитова З.М.,Толомбаев Ә.Х.,М.С.Дәүләтшина , М.Г.Усманова.
Дәреслек: “ Башҡорт теле”, 3 классуҡыусылары өсөн дәреслек,төҙөүселәре А.Х.Толомбаев, М.С.Дәүләтшина Ө.: Китап, 2010 й.-бит.
№ | Дәрестең темаһы | сәғәт һаны | Дата план буйынса | Фактик дата | Иҫкәрмә | ||
1-се триместр 30 с. Танышыу (7 сәғәт) | |||||||
1. | Таныш булайыҡ. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре. | 1сәғәт | 2.09 |
| |||
2. | Иҫәнләшеү. Һин ҡайҙа йәшәйһең? Килеш ялғауҙары. | 1сәғәт | 3.09 | ||||
3. | Хәлдәрең нисек?. Ҡайҙан? Сығанаҡ килеш ялғауы. | 1сәғәт | 4.09. | ||||
4. | Хәлдәрен беләм. Күплек ялғауҙары. | 1сәғәт | 9.09. | ||||
5. | Кире ҡағыу. Күплек ялғауҙары. | 1сәғәт | 10.09. | ||||
6 | Диалог. «Танышыу». | 1сәғәт | 11.09. | ||||
7 | Рәхмәт һүҙе. | 1сәғәт | 16.09. | ||||
Мәктәптә | 7с | ||||||
8 | Мәктәптә.Мөнәсәбәт һүҙҙәр. | 1сәғәт | 17.09 | ||||
9 | Ф.Туғыҙбаева. “Полиглот”. | 1сәғәт | 18.09. | ||||
10 | Көн тәртибе. | 1сәғәт | 23.09. |
| |||
12 | Шатлыҡты белдереү. “Ялҡау Зилә”. | 1сәғәт | 24.09. | ||||
13 | Башҡорт телендә өндәрҙең әйтелеше һәм яҙылышы.Уҡыуҙар башланды. | 1сәғәт | 25.09. | ||||
14 | Һандар.Кәңәштәр. | 1сәғәт | 30.09 | ||||
Һөнәрҙәр | 8 с. | ||||||
15 | Үҫкәс,кем булаһың?.Башҡорт телендә теләк мәғәнәләренең бирелеше. | 1сәғәт | 1.10 | ||||
16 | Контроль күсереп яҙыу.”Халыҡ шағиры” | 1сәғәт | 2.10 | ||||
17 | Хаталар өҫтөндә эш. Кем? Нимә?һорауҙары. | 1сәғәт | 9.10 | ||||
18 | Һинең төп эшең нимә.Ялғауҙарҙың яҙылышы. | 1сәғәт | 14.10 | ||||
19 | Табип булам. Килеш ялғауҙары. | 1сәғәт | 15.10 | ||||
20 | Иғландар менән танышыу. Килеш ялғауҙары. | 1сәғәт | 16.10 | ||||
21 | Ата-әсәйемдең һөнәре.Булып эшләй һүҙбәйләнешен ҡулланыу. | 1сәғәт | 21.10 | ||||
22 | Һорауҙарға яуаптар.Тәржемә итеү. | 1сәғәт | 22.10 | ||||
Йыл миҙгелдәре. | 20 с. | ||||||
23 | Көҙ етте.Һөйләм төрҙәре. | 1сәғәт | 23.10 | ||||
24 | Диктант. Көҙгө урман. | 1сәғәт | 28.10 | ||||
25 | Хаталар өҫтөндә эш. Көҙҙөң дә үҙ матурлығы була. | 1сәғәт | 29.10 | ||||
26 | Йомарт алмағас.Килеш ялғауҙары. | 1сәғәт | 30.10 | ||||
27 | Һөйләм төрҙәре. Был ниндәй миҙгел? | 1сәғәт | 5.11 | У | |||
28 | Һөйләм төрҙәре.Алтын көҙ. | 1сәғәт | 6.11 | ||||
29 | Т.ү. Инша. « Көҙ». | 1сәғәт | 11.11 | ||||
30 | Беҙҙең ҡышҡы уйындар. | 1сәғәт | 12.11 | ||||
31 | Ф.Туғыҙбаева. Тәүге ҡар. Сифат. | 1сәғәт | 13.11 | ||||
2-се триместр 33 с. | |||||||
32 | Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.Ҡылым. | 1сәғәт | 25.11. | ||||
33 | Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар.Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 1сәғәт | 26.11. | ||||
34 | Ф.Иҫәнғолов. Чемпион. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. | 1сәғәт | 27.11. | ||||
35 | Г.Батталова.”Ҡыш .” | 1сәғәт | 2.12. | ||||
36 | Контроль күсереп яҙыу. “Ҡышҡы баҡсала”. | 1сәғәт | 3.12. | ||||
37 | Хаталар өҫтөндә эш.Г.Зәйнәшева.”Ҡыш”. | 1сәғәт | 4.12. | ||||
38 | Ҡ.Даян.”Шыршы”. Ҡылым. | 1сәғәт | 9.12. | ||||
39 | Ҡотлау открыткаһын яҙыу. | 1сәғәт | 10.12. | ||||
40 | Тиҙҙән Яңы йыл.Йырҙар өйрәнеү. | 1сәғәт | 11.12. | ||||
41 | Яңы йыл тураһында шиғырҙар өйрәнеү. | 1сәғәт | 16.12. | ||||
42 | Кластан тыш уҡыу. М.Кәрим.”Ҡыш бабай әкиәте”. | 1сәғәт | 17.12 | ||||
Кейем-һалым. | 8с. | ||||||
43 | Кейем -һалым.Ҡыш көнө кейә торған кейемдәр.Һөйләм нығытыу. | 1сәғәт | 18.12. | ||||
44 | Көҙ, яҙ көнө кейә торған кейемдәр.Г.Мөхәмәтдинова. “Күлдәк”. | 1сәғәт | 23.12 | ||||
45 | Йәй көнө кейә торған кейемдәр.Ф.Туғыҙбаева.” Минеке!” | 1сәғәт | 25.12 | ||||
46 | Ф.Рәхимғолова. “Яңы күлдәк”. | 1сәғәт | 30.12 | ||||
47 | В.Исхаков. Бер һүҙ. Һөйләм нығытыу. | 1сәғәт | 13.01 | ||||
48 | Ф.Туғыҙбаева.”Яңы күлдәк”. | 1сәғәт | 14.01 | ||||
49 | Н.Носов.”Тере эшләпә”. | 1сәғәт | 15.01 | ||||
50 | “Кейем-һалым” темаһы буйынса ҡабатлау, нығытыу. | 1сәғәт | 20.01 | ||||
Ғаилә. | 14 с. | ||||||
51 | Ғаилә ағзалары.Л.Азамат. «Йәшәмеш үҫә.» | 1сәғәт | 21.01 | ||||
52 | Беҙҙең ғаилә. Шәжәрә менән танышыу. | 1сәғәт | 22.01 | ||||
53 | М.Кәрим. Беҙҙең өйҙөң йәме (өҙөк) | 1сәғәт | 27.01 | ||||
54 | Ә.Ихсан.Әсә рәхмәте.Теләкте, шатлылыҡты белдереүсе һүҙҙәр. | 1сәғәт | 28.01 | ||||
55 | Н.Сәлимов. Кемдәр маладис була? Теләкте, шатлылыҡты белдереүсе һүҙҙәр. | 1сәғәт | 29.01 | ||||
56 | Т.ү. Изложение. “Өләсәйем”. | 1сәғәт | 3.02 | ||||
57 | “Ҡуян балаһы.” Әкиәт. | 1сәғәт | 4.02 | ||||
58 | Минең көн тәртибем. | 1сәғәт | 5.02 | ||||
59 | Минең ғайләм. | 1сәғәт | 10.02 | ||||
60 | А.Йәғәфәрова.” Әсәйемә сәскә.” | 1сәғәт | 11.02 | ||||
61 | Диктант “Әсәйем.” | 1сәғәт | 12.02 | ||||
62 | Хаталар өҫтөндә эш.Тиҙҙән байрам.Әсәйҙәргә ҡотлау открыткаһын яҙыу. | 1сәғәт | 17.02 | ||||
63 | Д.Талхина. Әсәй.Байрамға әҙерләнеү. | 1сәғәт | 18.02 | ||||
64 | Ғаилә темаһы буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һорауҙарға яуап. | 1сәғәт | 24.02 | ||||
3-сө триместр 39 с. Тыуған көн. 5с. | |||||||
65 | Тыуған көн. Теләк һөйкәлеше. | 1сәғәт | 25.02 | ||||
66 | М.Дәүләтшина.Байрам. Ҡотлау һүҙҙәре. | 1сәғәт | 26.02 | ||||
67 | Тыуған көнгә саҡырыу."Аҡ ҡалас" уйыны. | 1сәғәт | 2.03 | ||||
68 | Тыуған көнгә әҙерләнеү. Миңә нимә эшләргә? | 1сәғәт | 3.03 | ||||
69 | Ҡотлау открыткаһын яҙыу.Ф.Ғөбәйҙүллина. “Беҙҙең дуҫ”. | 1сәғәт | 4.03 | ||||
Тәбиғәт. | 8с. | ||||||
70 | Тәбиғәт һәм кеше. Ә теркәүесе. | 1сәғәт | 9.03 | ||||
71 | Т.ү. Изложение.”Сыйырсыҡ ояһы”. | 1сәғәт | 10.03 | ||||
72 | Әкиәт. Эш табылды. Ымлыҡтар. | 1сәғәт | 11.03 | ||||
73 | Ф. Туғыҙбаева. Бер генә һүҙ. Ә теркәүесе. | 1сәғәт | 16.03 | ||||
74 | Әкиәт. “Ҡуян”.” Ике ҡуян балаһы”. Заман формалары. | 1сәғәт | 17.03 | ||||
75 | Беҙҙәге бөжәктәр. Үләндәр.Йәшел аптека. Үткән, хәҙерге,киләсәк заман формалары. | 1сәғәт | 18.03 | ||||
76 | “Тәбиғәт” темаһы буйынса ҡабатлау, нығытыу.Һорауҙарға яуап. | 1сәғәт | 23.03 | ||||
77 | Диктант. «Шыршыҡай». | 1сәғәт | 24.03 | ||||
Башҡортостан. | 8с. | ||||||
78 | Хаталар өҫтөндә эш. Башҡортостан | 1сәғәт | 25.03 | ||||
79 | Башҡортостан символдары.Исем. | 1сәғәт | 30.03 | ||||
80 | Башҡортостандың байлығы. Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. | 1сәғәт | 31.03 | ||||
81 | С.Юлаев .Уртаҡлыҡ һәм яңғыҙлыҡ исемдәр. | 1сәғәт | 1.04 | ||||
82 | Музейҙар.Исемдәрҙең күплек ялғауҙары. | 1сәғәт | 13.04 | ||||
83 | Өфөнөң иҫтәлекле урындары. | 1сәғәт | 14.04 | ||||
84 | Башҡортостандың ете мөхжизәһе. | 1сәғәт | 15.04 | ||||
85 | Һорауҙарға яуап. Башҡортостанды беләһеңме? Һүҙлек диктанты. | 1сәғәт | 20.04 | ||||
Сәйәхәт. | 8с. | ||||||
86 | Европа – Азия. Килеш ялғауҙары. | 1сәғәт | 21.04 | ||||
87 | Сәйәхәт итеү. Килеш ялғауҙары. | 1сәғәт | 22.04 | ||||
88 | Өфө урамында. Сағыштырыу ялғауҙары. | 1сәғәт | 27.04 | ||||
89 | Сәфәргә йөрөгөҙ — сәләмәт булырһығыҙ. | 1сәғәт | 28.04 | ||||
90 | Ғ. Ибраһимов. Хәйлә. Кире ҡағыу формалары. | 1сәғәт | 29.04 | ||||
91 | Хәрәкәттә-бәрәкәт. Кире ҡағыу формалары. | 1сәғәт | 4.05 | ||||
92 | Спорт һәм мин. “Белә”, “белмәй”, һүҙен ҡулланыу. | 1сәғәт | 5.05 | ||||
93 | Т.ү. Инша. Минең яратҡан спорт төрөм. | 1сәғәт | 6.05 | ||||
Ҡабатлау. | 9с. | ||||||
94 | М. Кәрим. Урманда.Исем. | 1сәғәт | 11.05 | ||||
95 | Р. Ниғмәти. Ватан. Сифат. | 1сәғәт | 12.05 | ||||
96 | Кластан тыш уҡыу.Ф. Иҫәнғолов. Урманда ни өсөн йылы?Ҡылым. | 1сәғәт | 13.05 | ||||
97 | Ф. Рәхимғолова. Яҡшы һүҙҙәр.Һан. | 1сәғәт | 18.05 | ||||
98 | Ж. Кейекбаев.” Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ?” Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. | 1сәғәт | 19.05 | ||||
99 | Контроль диктант.”Йәй”. | 1сәғәт | 20.05 | ||||
100 | Хаталар өҫтөндә эш. А. Игебаев, К. Кинйәбулатова ижадтары. | 1сәғәт | 25.05 | ||||
101 | Хаталар өҫтөндә эш.С. Әлибай. Хәрефтәр теҙәм.Һөйләм төрҙәре. | 1сәғәт | 26.05 | ||||
102 | Йомғаҡлау дәресе. Ф. Туғыҙбаева. “Һаумы, йәй!” | 1сәғәт | 27.05 |
- Календарь- тематик планға ҡушымта.
Уҡыу йылында үткәреләсәк контроль эштәр.
Контроль эш төрҙәре | План буйынса | Фактик дата | |
1 | Контроль күсереп яҙыу. «Халыҡ шағиры». | 2.10 | |
2 | Аңлатмалы диктант. «Көҙгө урман». | 28.10 | |
3. | Инша. « Көҙ». | 11.11 | |
4. | Контроль күсереп яҙыу. «Ҡышҡы баҡсала». | 3.12 | |
5. | Изложение. « Өләсәйем». | 3.02 | |
6. | Ирекле диктант. « Әсәйем». | 6.05 | |
7 | Изложение. «Сыйырсыҡ ояһы». | 10.03 | |
8. | Иҫкәртмәле диктант. «Шыршыҡай». | 24.03 | |
9. | Инша. «Минең яратҡан спорт төрөм». | 6.05 |
7. Уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалар исемлеге:
Уҡытыусыларға:
М.С. Давлетшина, А.Х. Тулумбаев. Электронное пособие для 3 –го класса. У.- 2012
Ф.А.Хуснутдинова Башкирский язык.ru.
.Электронный учебник «Башкирский язык. ru».
Электронное пособие. Самоучитель по башкирскому языку.
Өҫтәлмә әҙәбиәт:
1. Суфьянова Н.Ф., Сиразитдинов З.Ә., Ураҡсин З.Ғ. Башҡорт теленең аңлатмалы
һүҙлеге. – Өфө: Китап, 2011.
2. Әүбәкирова З.Ф. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә.
3. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009
4. Давлетшина М. С. Методика преподавания башкирского языка(1часть) - Уфа,
2010г.
5. Давлетшина М. С., Габитова З.М. Методика преподавания башкирского языка (2
часть) - Уфа,2011г.
6. Нафикова З.Г., Валеева В.В. Наглядно-дидактическое пособие по усвоению
башкирского языка (на баш.яз.) Эдвис, 2008 г.
7. Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым
– Өфө: Китап, 2007.
8. Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф.,
Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
9. «Аҡбуҙат» журналы.
10. Баһауетдинова М.И., Йәғәфәрова Г.Н. Күңелле минуттар. 2-се баҫма. – Өфө:Китап, 2010.
Нафиҡова З.Ғ., Аҙнабаева Ф.Ғ. Тылсымлы өндәр. Методик ҡулланма. Өфө:Китап, 2010
8. Интернет ресурстар :
1. Сайт, посвященный изучению башкирского языка -http://tel.bashqort.com/home
2. Электронный журнал учителей башкирского языка и литературы -
http://ostaz.ru/
3. Башкирский языковой портал - http://bashkort-tele.narod.ru/
4. Башкирский форум - http://www.bashforum.net/ http://bashkorttele.
livejournal.com/
5. www.morb.ru Официальный сайт Министерства образования Республики
Башкортостан
6. www.edu.ru Федеральный портал "Российское образование"
7. www.минобрнауки.рф.минобрнауки.рф Министерство образования и науки РФ
8. http://www.pravitelstvorb.ru/ Официальный сайт Правительства Республики
Башкортостан
9. www.apkpro.ru Академия повышения квалификации и профессиональной
переподготовки работников образования
10. www.ege.edu.ru официальный информационный портал ЕГЭ
11. www.zankov.ru Образовательная система Л.В.Занкова
12. kpolyakov.narod.ru Методические материалы и программное
обеспечениедля школьников и учителей
13. window.edu.ru информационная система "Единое окно доступа к образовательным ресурсам"
14. school-collection.edu.ru единая коллекция цифровых образовательных ресурсов
15. fcior.edu.ru федеральный центр информационно-образовательных ресурс
VII. Уҡытыу – тематик план
VIII. Материаль-техник ҡулланмалар
1.Компьютер
2.Интерактив таҡта
3.Мультимедиа проекторы
4.СD проигрыватель
5.Телевизор
6.Баҫма пособиялар: таблицалар, портреттар.
7.Ишетеп- күреү (экранно – звуковые) пособиялар: видеофильмдар, аудиояҙмалар.
- практик ҡоролмалар: магнитлы класс таҡтаһы
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 7 класс. Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат.
Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат. Ши1ыр2ы4 й5км9тке8ен 72л9штере7. У3...
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 5 класс. "Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе"
Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе....
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 3 класс. "Йыл миҙгелдәре. Ҡыш миҙгеле. [Ҡҡ] өн-хәрефтәре. Сифат".
Йыл миҙгелдәре. Ҡыш миҙгеле. [Ҡҡ] өн-хәрефтәре. Сифат....
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект 3 класс. Биҙәктәр. Исемдәрҙең күплек формаһы.
Урок разработан в соответствии с требованиями ФГОС....
Башҡорт теленән эш планы. 4- се класс (рус группаһы)
рус группаһы...
Башҡорт теленән эш планы. 4- се класс(башҡорт төркөмө)
башҡорт төркөмө...
Башҡорт теленән эш планы. 3- се класс(башҡорт төркөмө)
башҡорт төркөмө...