Башҡорт теленән эш планы. 3- се класс(башҡорт төркөмө)
календарно-тематическое планирование на тему
Предварительный просмотр:
- Аңлатма яҙыу
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3–сө класы өсөн (башҡорт төркөмө) туған (башҡорт) телдән эш программаһы. Билдәле булыуынса, белем биреүҙең маҡсаты йәмғиәт тарафынан ҡуйылған социаль заказ менән билдәләнә.Башҡортостан Республикаһының мәғариф системаһы алдында ҡуйылған төп бурыс-ижади фекерләүсе, инициативалы, ижтимағи тормошта әүҙем ҡатнашыусы, белемле һәм үҙ телендә иркен аралашыусы шәхестәр тәрбиәләү. Мәғариф системаһы алдында ҡуйылған стратегик маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуҙа башланғыс мәктәп беренсе баҫҡыс булып тора.
Программа кимәле : базис.
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:
- Телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу, телдең системаһын (фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү, бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота.
- Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
1)Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006
2) Грамматика һүҙлеге (һүҙ үҙгәреше), М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап,2007
3) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005
4) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001
5) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005
6) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007
7) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө:2004
8) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009
9) Омонимдар ( аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006
10) Башҡорт аш- һыуҙары терминдарының башҡортса- русса аңлатмалы һүҙлеге, Ф.С.Аминева, Өфө: 2002
11) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) нигеҙендә төҙөлдө. Төҙөүселәре Толомбаев Х. А., Дәүләтшина М.С., Ғәбитова З. М., Усманова М. Г.- Ижевск: «Книгоград», 2008.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
- «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы;
- Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
- телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;
- телдең системаһын ( фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;
- бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.
Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.
3-сө класта башҡорт теле һәм уҡыу материалдарының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнә:
- аралашыу, һөйләшеү өсөн диалог темалары;
- класта һәм өйҙә уҡыу өсөн әҙәби һәм фәнни-популяр текстар;
- фонетик, орфоэпик, орфографик, грамматик материал;
- уҡыусыларҙың телмәр күнекмәләренә талаптар;
- уҡыусылар үҙләштерергә тейеш булған һүҙҙәр теҙмәһе.
3 класс өсөн программала һөйләшеү, уҡыу (класта һәм өйҙә), практик үҙләштереү өсөн тел (грамматик) материал тематик принципта урынлаштырыла. Был принцип тейешле һүҙҙәрҙе, типик һөйләмдәрҙе өйрәнеүҙә, телмәр үҫтереү эштәрен ойоштороуға ыңғай йоғонто яһай, класта уҡытыу- тәрбиә эштәрен системалы, эҙмә- эҙ ойоштороуға, уҡыу материалын тормош менән бәйләргә, балаларҙың торош һәм телмәр тәжрибәһен байытырға һәм киңәйтергә ярҙам итә.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Һаумы, мәктәп!- 2 сәғәт
1 сентябрь- Белем байрамы. Мәктәп, балаларҙың белем алыуы тураһында әҫәрҙәр уҡыу, әңгәмәләр үткәреү. Уҡыу һәм ятлау өсөн материалдар.Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен иҫкә төшөрөү. Һорауҙарға һөйләмдәр менән яуап биреү.
Йәйҙе иҫкә төшөрөү- 3 сәғәт
Йәйге тәбиғәт, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре, ялы хаҡында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Йәйге тәьҫораттар тураһында әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. Авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән мәҡәләләр. Башҡорт телендә алфавит. Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә күнегеү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм һөйләү.
Алтын көҙ килә еремә- 9 сәғәт.
Башҡортостанда, тыуған төйәктә көҙгө тәбиғәт, ундағы буяуҙар байлығы, көҙгө муллыҡ, ололарҙың һәм балаларҙың көҙгө эштәре, осар ҡоштар, йәнлектәр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.
Көҙ темаһына альбом төҙөү, әҙәби монтаж әҙерләү, тәбиғәткә экскурсия үткәреү, тәбиғәтте һаҡлау буйынса конкрет эштәр башҡарыу, әңгәмәләр үткәреү, тәбиғәт һәм уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ, урын, ваҡыт, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүе (күҙәтеү, иҫкә төшөрөү, практик үҙләштереү)
Кешене кеше итеүсе- хеҙмәт- 8 сәғәт.
Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте, яҡшы сифаттар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү, мәҡәлдәр әйтеү.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. Билдәнең төрлөмиҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе сараларҙы күҙәтеү, практик үҙләштереү.
Абзацтың темаһын билдәләү. Абзацты һөйләмдәргә бүлеү. Айырым һөйләмдәрҙән бәләкәй хикәйә төҙөү.
Нимә яҡшы, нимә насар?- 10 сәғәт.
Кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәте, намыҫлы, егәрле кешеләр һәм уларҙың эштәре; ҡурҡаҡ, алдаҡсы, ялҡау кешеләр тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү; балаларҙа яҡшы сифаттар тәрбиәләү.
Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, улар тураһында альбомдар төҙөү, ишеткәндәр буйынса һүрәттәр төшөрөү.
Эште, процесты белдереүсе һүҙҙәр (ҡылым, хәбәр), уларҙың төп мәғәнәләренән тыш, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ.б. мәғәнәләр белдереүҙәрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Әҫәрҙәге предметты һәм геройҙы (персонажды) һүрәтләү элементтары.
Әкиәттәр- 7 сәғәт.
Башҡорт халыҡ әкиәттәрендә кешеләрҙең яҡшы һәм насар сифаттарының сағылышы. Халыҡ әкиәттәре һәм яҙыусылар ижад иткән әкиәттәр.
«Әкиәт геройҙары» темаһына альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү, инсценировкалар әҙерләү һәм күрһәтеү.
Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) һөйләмдә эш башҡарыусы булып килеүен, урын, ваҡыт, эйәлек, объект һ.б. мәғәнәләрҙе белдереүен практик күҙәтеү һәм үҙләштереү.
Әкиәт, хикәйә, йомаҡ, мәҡәлдәрҙе бер- береһенән айырыу. Бирелгән ситуацияға ярашлы бәләкәй әкиәттәр төҙөү, шул әкиәттәргә һүрәттәр төшөрөү.
Тәңкә- тәңкә ҡарҙар яуа...- 14 сәғәт.
Башҡортостанда ҡышҡы тәбиғәт, һауа торошо, үҫемлектәрҙең һәм йәнлектәрҙең ҡышлауы; ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, балаларҙың уйындары һәм эштәре тураһында хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.
Уҡылған әҫәрҙәр буйынса Яңы йылға ҡарата һүрәттәр төшөрөү, шыршы байрамына әҙерләнеү һәм уны үткәреү. Әҙәби геройҙарға характеристика элементтары.
Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Текст. Тексты өлөштәргә бүлеү, өлөштәргә исем биреү. Текстың темаһын һәм төп фекерен практик үҙләштереү.
Уралып ятҡан Уралда..- 15 сәғәт
Урал, уның тәбиғәте, байлығы, йылғалары, күлдәре, тауҙары, ҡалалары, экономикаһы, башҡорт әҙәбиәте, сәнғәте, күренекле кешеләре тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. “Башҡортостан- тыуған төйәгем” темаһына әҙәби монтаж, альбомдар әҙерләү, уҡылған әҫәрҙәр, тәьҫораттар буйынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү.
Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Бутап бирелгән һөйләмдәрҙән текст төҙөү. Изложение һәм инша элементтары менән практик танышыу һәм үҙләштереү.
Ҡаһарманлыҡ юлынан- 6 сәғәт
Һалдат хеҙмәте- һәр ир-егеттең изге бурысы. Халҡыбыҙҙың ил дошмандарына ҡаршы героик көрәше тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.
Ветеран һәм йәш һалдаттар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, һалдаттарға бағышланған альбом төҙөү.
Предметтың иҫәбен (һан), эш- хәлдең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр. Шул һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен һәм телмәрҙә ҡулланылышын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү.
Автобиография элементтары. Изложение һәм инша элементтарын өйрәнеү.
8 март- ҡатын- ҡыҙҙар көнө- 3 сәғәт
Илебеҙҙә ҡатын- ҡыҙҙар хеҙмәте, республикалағы данлы ҡатын- ҡыҙҙар, уларға ихтирам тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.
Алдынғы ҡатын- ҡыҙҙар менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү; “8 март- әсәйҙәр байрамы” тигән иртәлек әҙерләү һәм үткәреү, альбом төҙөү, һүрәттәр төшөрөү.
Предметтың эшен, билдәһен, эш хәлдең билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре (ҡабатлау, тәрәнәйтеү).
Текста элементар һүрәтләү саралары.
Яҙҙар килә шаулап- гөрләп…- 12 сәғәт
Башҡортостанда яҙғы тәбиғәт, уның күренештәре, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошондағы үҙгәрештәр, кешеләрҙең яҙғы хеҙмәте тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү.
Ҡоштарҙы ҡаршылау, бүлмә гөлдәре үҫтереү, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү, темаға ҡарата һүрәттәр төшөрөү.
Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре, тасуири уҡыу (иҫкә төшөрөү, ҡабатлау, нығытыу).
Текст. Уның өлөштәре, өлөштәргә исем биреү. Ябай план менән практик танышыу.
Тиҙҙән йәй етә - 3 сәғәт
Балаларҙың тормошо һәм эштәре-2 сәғәт
Йәйге уйындар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.
Йәй- 10 сәғәт
Йәйге күренештәр, балаларҙың йәйге эштәре һәм ялы. Уйындар тураһында шиғырҙар, хикәйәләр, мәҡәләләр уҡыу һәм һөйләү.
Тәбиғәткә экскурсиялар ойоштороу, әңгәмәләр үткәреү, йәй күренештәре тураһында һүрәттәр төшөрөү.
Грамматик күнекмәләрҙе тәрәнәйтеү, ҡабатлау.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙе уҡыған тексты аңлай алыу:
-3-6 һөйләмдән (репликанан) торған диалогты аңлай һәм уны дауам итә белеү;
- уҡытыусыға йәки иптәштәренә уҡыған йәки ишеткән текст буйынса һорауҙар биреү;
- текстың темаһын, төп фекерен әйтә белеү.
2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм, билдәле ситуация буйынса әңгәмәлә ҡатнаша алыу:
- текстың йөкмәткеһен һөйләү һәм уны дауам итеү;
- предметты, күренеште, персонажды элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтен белдерә алыу;
- хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу һәм һөйләү;
- текстағы образлы һүҙҙәрҙе; һүрәтләү сараларының мәғәнәләрен аңлатып биреү һәм ҡуллана алыу;
- билдәле ситуация буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөй алыу;
- 4-5 шиғырҙы тасуири итеп яттан һөйләй алыу.
3. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу; логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү:
- тексты тасуири уҡыу;
- ваҡиғаларға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү;
- текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе һүрәтләү, тасуирлау таба алыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
- текстың өлөштәренә, иллюстрацияларға исем бирә алыу, өҙөк буйынса план төҙөү;
- хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү.
4. Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу:
- текст, күҙәтеүҙәр, экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу;
-3-6 һөйләмдән торған текстың йөкмәткеһен яҙыу;
- бер телдән икенсеһенә тәржемә итеү;
- өйрәтеү характерындағы 1- изложение, 1-инша яҙыу;
- яҙғанды элементар рәүештә камиллаштыра алыу.
5. Гәзит- журнал материалдарын, дәреслектә билдәләнгән әҫәрҙәрҙе кластан тыш уҡыу һәм һөйләү.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәреләПрограмма материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 3-сө класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
күсереп яҙыу – 2, һорауҙарға яуап – 2, диктант – 4 , изложение-2, инша-2
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
- карточкалар менән эш;
- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
- һүҙлек диктанты;
- һөйләмдәр төҙөү;
- һүҙлек менән эш;
- һүрәтләү иншаһы;
- синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш;
-тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-һүҙлек диктанты;
-һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленең ағымдағы, триместр йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Уҡыу йылы башында инеү диктанты, триместр һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Календарно-тематическое планирование
Урока башкирского языка_____________________
Класс 3 а б в г д __ Учитель Фасхутдинова Азалия Ахатовна
Количество часов на 1 четверть ______31___
Количество часов на 2 четверть ______33___
Количество часов на 3 четверть ______38__
Количество часов на 4 четверть
Всего ___102 , в неделю ______3________часа.
Плановых контрольных работ,самостоятельных работ
__ диктанты-4,изложения-2,сочинения-2, контрольных списываний-2, _ответов на вопросы-2___________________________________________
Административных контрольных работ_____________________________
Планирование составлено на основе Программа по башкирскому языку для учащихся I-XI классов с русским языком обучения, Д.С. Тикеев, Х.А.Тулумбаев, Ижевск – 2008г .
Учебник: «Башҡорт теле», 3 класс, Х.А. Тулумбаев. Уфа -2010 г.___________
Уҡытыусы-Фәсхетдинова Азалия Әхәт ҡыҙы.
Башҡорт теле.
Класс-3-сө Б В Г Д
1-се сирек 25 сәғәт.
2-се сирек 24 сәғәт
3-сө сирек 29 сәғәт
4-се сирек 24 сәғәт
Бөтәһе - 102 ,аҙнаһына 3 сәғәт .
Эш төрҙәре | 1-се сирек | 2-се сирек | 3 -сө сирек | 4-се сирек | Бөтәһе |
Күсереп яҙыу | 1 | 1 | 2 | ||
Диктант | 1 | 1 | 1 | 1 | 4 |
Изложение | 1 | 1 | 2 | ||
Инша | 1 | 1 | 2 | ||
Һоруҙарға яуаптар | 1 | 1 | 1 | 3 |
№ | Дәрестең темаһы | Сәғәт һаны | Дата план буйынса | Дата фактик | Иҫкәрмә |
1-се сирек 25 сәғәт. Һаумы,мәктәп! | 31 сәғәт 2 сәғәт | ||||
1. | Р.Ниғмәти.”Беренсе сентябрь”. | 1 сәғәт | 2.09 | ||
2. | Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. | 1 сәғәт | 6.09 | ||
Йәйҙе иҫкә төшөрөү. | 3 сәғәт | ||||
3. | Д.Бүләков.”Йәмбиргән ауылының йәме”. | 1 сәғәт | 8.09 | ||
4. | Башҡорт теленең алфавиты. | 1 сәғәт | 9.09 | ||
5. | Х. Түләкәев. “Ярҙам”. | 1 сәғәт | 13.09 | ||
Алтын көҙ килә еремә. | 9 сәғәт | ||||
6. | Н.Мусин.”Иртә көҙ”. | 1 сәғәт | 15.09 | ||
7. | А.Ғирфанов.”Ҡайын”. | 1 сәғәт | 16.09 | ||
8. | Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ мәғәнәһе. | 1 сәғәт | 20.09 | ||
9. | Контроль күсереп яҙыу.”Көҙ биҙәктәре”. | 1 сәғәт | 22.09 | ||
10. | М.Ғәли. “Көҙ килде”. | 1 сәғәт | 23.09 | ||
11. | Ф.Рәхимғолова.”Көҙ биҙәктәре”. | 1 сәғәт | 27.09 | ||
12. | Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең берлек һәм күплек мәғәнәһе. | 1 сәғәт | 29.09 | ||
13. | Б.Ноғоманов.”Беҙ- игенсе ғаиләһе”. | 1 сәғәт | 30.09 | ||
14. | “Көҙ” темаһын йомғаҡлау.Инша.Көҙ. | 1 сәғәт | 4.10 | ||
Кешене кеше итеүсе- хеҙмәт. | 8 сәғәт | ||||
15. | Ф.Иҫәнғолов.”Тәрбиәсе”.(тексты абзацтарға бүлеү. | 1 сәғәт | 6.10 | ||
16. | Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. | 1 сәғәт | 7.10 | ||
17. | М.Ғәли. Гөлсинә доктор булған”. | 1 сәғәт | 13.10 | ||
18. | Ғ.Шәрипов.”Һабаҡ булды”. | 1 сәғәт | 14.10 | ||
19. | Сифат дәрәжәләре. | 1 сәғәт | 18.10 | ||
20. | Ф.Туғыҙбаева.”Шаҡмаҡлы дәфтәр”.Теманы йомғаҡлау. | 1 сәғәт | 20.10 | ||
21. | Контроль диктант.”Көҙгө урман”. | 1 сәғәт | 21.10 | ||
Нимә яҡшы, нимә насар? | 10 сәғәт | ||||
22. | Хаталар өҫтөндә эш .“Иренгән ике эшләр”. | 1 сәғәт | 25.10 | ||
23. | Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. | 1 сәғәт | 27.10 | ||
24. | Ғ.Ғүмәр.“Алтын балта”. | 1 сәғәт | 28.10 | ||
25. | Эште,хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр. | 1 сәғәт | 1.11 | ||
Һорауҙарға яуап. 2-се сирек. 24 сәғәт. | |||||
26. | ”Яҡшы иптәштәр”.Иншаға әҙерлек. | 1 сәғәт | 8.11 | ||
27. | Инша.”Минең дуҫым”. | 1 сәғәт | 10.11 | ||
28. | М.Ғәли.”Ял итеп кенә алам”. | 1 сәғәт | 11.11 | ||
29. | Г.Юнысова.”Ялтыр боҙ”. | 1 сәғәт | 15.11 | ||
30. | Х.Хәйретдинов.”Дуҫың кем?” | 1 сәғәт | 17.11 | ||
31. | Кластан тыш уҡыу. | 18.11 | |||
Әкиәттәр. | 7 сәғәт | ||||
32 | “Йомарт ҡуян”. | 1 сәғәт | 22.11 | ||
33. | “Бойҙай бөртөгө”. | 1 сәғәт | 24.11 | ||
34. | “Юлдыбай”. | 1 сәғәт | 25.11 | ||
35. | “Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән?” | 1 сәғәт | 29.11 | ||
36. | Н.Ғәйетбаев.”Аҡбулат”. | 1 сәғәт | 1.12 | ||
37. | М.Садиҡова.”Ялҡау кәзә”. | 1 сәғәт | 2.12 | ||
38. | Һорауҙарға яуап.”Әкиәтте беләһеңме?” | 1 сәғәт | 6.12 | ||
Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа. | 14 сәғәт | ||||
39. | С.Әлибаев.”Ҡыш”. | 1 сәғәт | 8.12 | ||
40. | Контроль күсереп яҙыу.Ҡышҡы баҡсала. | 1 сәғәт | 9.12 | ||
41. | Ф.Рәхимғолова.”Тәүге ҡар”. | 1 сәғәт | 13.12 | ||
42. | Ә.Вәли.”Ҡыш килде”. | 1 сәғәт | 15.12 | ||
43. | С.Ҡудаш.”Ҡар бөртөктәре”. | 1 сәғәт | 16.12 | ||
44. | З.Биишева.”Ҡотолдо” | 1 сәғәт | 20.12 | ||
45. | Предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәр. | 1 сәғәт | 22.12 | ||
46. | М.Ғәли.”Беҙҙең елка”. | 1 сәғәт | 23.12 | ||
47. | С.Сурина.”Көләкәс Ҡарбабай”. | 1 сәғәт | 27.12 | ||
48. | Изложение .Ҡупшы сана. | 1 сәғәт | 29.12 | ||
49. | Хаталар өҫтөндә эш С.Әлибаев.”Оҙайтылған каникул”. 3-сө сирек.29 сәғәт. | 1 сәғәт | 30.12 | ||
50. | .Инша . “Күңелле каникул көндәре.” | 1 сәғәт | 17.01 | ||
51. | Д.Бүләков .Һыңар саңғы. | 1 сәғәт | 19.01 | ||
52. | “Ҡыш” тураһында шиғырҙар.. | 1 сәғәт | 20.01 | ||
Уралып ятҡан Уралда. | 15 сәғәт | ||||
53. | Д.Бураҡаев.”Урал”. | 1 сәғәт | 24.01 | ||
54. | Р.Ниғмәти.”Ватан”. | 1 сәғәт | 26.01 | ||
55. 56. | Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр. Кластан тыш уыу | 2 сәғәт | 27.01 31.01 | ||
57. | А.Иҙелбаев.Башҡорт ырыуҙары. Бөрйән ырыуы.Юрматылар. | 1 сәғәт | 2.02 | ||
58. | С.Ғалин.Ҡыпсаҡтар. | 1 сәғәт | 3.02 | ||
59. | Аңлатмалы диктант.”Шыршыҡай”. | 1 сәғәт | 7.02 | ||
60. | Хаталар өҫтөндә эш.Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр. | 1 сәғәт | 9.02 | ||
61. | Р.Шаммас.”Тыуған яғым”. | 1 сәғәт | 10.02 | ||
62. | Башҡортостан ҡалалары.Стәрле- тамаҡ.Ишембай. | 1 сәғәт | 14.02 | ||
63. | Предметтың иҫәбен белдереүсе һүҙҙәр.М.Әмир.”Ағиҙел | 1 сәғәт | 16.02 | ||
64. | М.Ғафури.”Аҡкүл | 1 сәғәт | 17.02 | ||
65 | Һ.Дәүләтшина.”Бәхет ҡошо”. | 1 сәғәт | 21.02 | ||
66. | . Уралып ятҡан Уралда” темаһын йомғаҡлау. Ҡаһарманлыҡ юлынан 7сәғәт | 1 сәғәт | 24.02 | ||
67. | Р.Хәкимов.Башҡорт атлылары. | 1 сәғәт | 28.02 | ||
68 | Ә.Моратов.”Катюшаны” йырлай ҡарттар. | 1 сәғәт | 2.03 | ||
8 март-ҡатын-ҡыҙҙар көнө. | |||||
69. | Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр. | 1 сәғәт | 3.03 | ||
70. | Н.Иҙелбай.”Әсәкәйем”.Иншаға әҙерлек. | 1 сәғәт | 7.03 | ||
71. | Инша.”Минең әсәйем”. | 1 сәғәт | 9.03 | ||
72. | Кластан тыш уҡыу | 1 сәғәт | 10.03 | ||
73. | Һорауҙарға яуаптар | 1 сәғәт | 14.03 | ||
74. | Ҡояш ярсығы | 1 сәғәт | 16.03 | ||
75. | Предметты (кешене ) күрһәтеүсе һүҙҙәр. | 1 сәғәт | 17.03 | ||
76 | Яҙҙар килә шаулап-гөрләп… | 12 сәғәт | 21.03 | ||
77. | Диктант.”Яҙ килде”. | 1 сәғәт | 23.03 | ||
78. | Хаталар өҫтөндә эш. М.Дилмөхәмәтов.”Яҙ”. 4-се сирек. 24 сәғәт. | 1 сәғәт | 24.03 | ||
79 | Һ.Дәүләтшина.”Яҙғы күренештәр”. | 1 сәғәт | 4.04 | ||
80. | Кластан тыш уҡыу.Яҙ тураһында шиғырҙар. | 1 сәғәт | 6.04 | ||
81. | Ә.Хәмәтдинов.”Тамсы менән Тамсыҡай”. | 1 сәғәт | 7.04 | ||
82 | Р.Ғарипов.”Сыйырсыҡ”. | 1 сәғәт | 11.04 | ||
83. 84. | Һөйләм.Уның төрҙәре. Үтелгәнде ҡабатлау. | 2 сәғәт | 13.04 14.04 | ||
85. | Изложение.”Сыйырсыҡ ояһы”. | 1 сәғәт | 18.04 | ||
86. | Хаталар өҫтөндә эш. З.Биишева.”Ҡанатлы ярҙамсы- ларыбыҙ”. | 1 сәғәт | 20.04 | ||
87. | С.Юлаев.”Һандуғас”. | 1 сәғәт | 21.04 | ||
88. | Мәҡәлдәр, йомаҡтар. | 1 сәғәт | 25.04 | ||
Тиҙҙән йәй етә. | 3 сәғәт | ||||
89. | Ф.Рәхимғолова.”Шатлыҡлы байрам”. | 1 сәғәт | 27.04 | ||
90 91. | Һөйләмдең баш киҫәктәре. М.Садиҡова.”Тура һүҙ”. | 2 сәғәт | 28.04 2.05 | ||
Балаларҙың тормошо һәм эштәре. | |||||
92. | Ф.Рәхимғолова.”Яҡшы һүҙҙәр”. | 1 сәғәт | 4.05 | ||
93. | Минең яратҡан шөғөлөм. | 1 сәғәт | 5.05 | ||
Йәй. | 10 сәғәт | ||||
94. | М.Дилмөхәмәтов.”Илемдә”. | 11.05 | |||
96. | Ә.Вәли.”Гүзәл ваҡыттар”. | 1 сәғәт | 12.05 | ||
97. | Д.Исламов.”Ауылда һабантуй”. | 1 сәғәт | 16.05 | ||
98. | Ф.Иҫәнғолов.”Яңғыраубикә”. | 1 сәғәт | 18.05 | ||
99. | Контроль диктант.Йәй. | 1 сәғәт | 19.05 | ||
100. | Хаталар өҫтөндә эш. | 1 сәғәт | 23.05 | ||
101 | Кластан тыш уҡыу.Йәй тураһында. | 1 сәғәт | 25.05 | ||
102. | Тәбиғәткә экскурсия | 1 сәғәт | 26.05 | ||
Бөтәһе 102 сәғәт |
Календарь- тематик планға ҡушымта.
Контроль эш төрҙәре | План буйынса | Фактик дата | |
1 | Контроль күсереп яҙыу.Көҙ биҙәктәре. | 22.09 | |
2 | Инша Көҙ. | 4.10 | |
3. | Контроль диктант. Көҙгө урман. | 21.10 | |
4. | Инша. Минең дуҫым | 10.11 | |
5. | Контроль күсереп яҙыу.Ҡышҡы баҡсала | 9.12 | |
6. | Изложение Ҡупшы сана. | 29.12 | |
7 | Аңлатмалы диктант.Шыршыҡай. | 7.02 | |
8. | Инша. Минең әсәйем. | 9.03 | |
9. | Диктант Яҙ килде | 23.03 | |
10. | Изложение Сыйырсыҡ ояһы | 18.04 | |
11. | Контроль диктант.Йәй. | 19.05 | |
10. | Һорауҙарға яуаптар | 1.11 6.12 16.02 |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 7 класс. Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат.
Мин һәм беҙҙең ғаилә. К. Шафиҡова «Әсәй күҙҙәре». Сифат. Ши1ыр2ы4 й5км9тке8ен 72л9штере7. У3...
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 5 класс. "Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе"
Кеше. Тән ағзалары. Шәхси гигиена. Башҡорт телендә эйәлек төшөнсәһе....
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект. 3 класс. "Йыл миҙгелдәре. Ҡыш миҙгеле. [Ҡҡ] өн-хәрефтәре. Сифат".
Йыл миҙгелдәре. Ҡыш миҙгеле. [Ҡҡ] өн-хәрефтәре. Сифат....
Башҡорт (дәүләт) теленән план-конспект 3 класс. Биҙәктәр. Исемдәрҙең күплек формаһы.
Урок разработан в соответствии с требованиями ФГОС....
Башҡорт теленән эш планы. 4- се класс (рус группаһы)
рус группаһы...
Башҡорт теленән эш планы. 4- се класс(башҡорт төркөмө)
башҡорт төркөмө...
Башҡорт теленән эш планы. 3- се класс(урыҫ төркөмө)
урыҫ төркөмө...