Р.Ниғмәти “Ватан”. Родной язык и литература (башкирский) (3 класс)
план-конспект на тему
Скачать:
Предварительный просмотр:
“Йыл уҡытыусыһы – 2009” конкурсы. 4-се башҡорт гимназияһында уҙғарылған дәрес өлгөһө
18-се урта мәктәбенең
башҡорт теле һәм
әҙәбиәте уҡытыусыһы
Шәйхетдинова А.М.
Класс: III класс туған(башҡорт) тел
Тема: Р.Ниғмәти “Ватан”.
Маҡсат: башҡорт халыҡ шағиры Рәшит Ниғмәтинең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, яңы һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр өйрәнеү, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, шағир ижадына ҡыҙыҡһыныу, тыуған илгә, Ватанға һөйөү тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: мультимедия проекторы, Р.Ниғмәтигә арналған күргәҙмә, телевизор, видеодиск, аудиояҙма, карточкалар.
Дәрес тибы: таныштырыу.
Дәрес барышы:
- Ойоштороу моменты.
1.- Һаумыһығыҙ, балалар. Танышайыҡ: мин – Айгөл Мансур ҡыҙы.
- Һинең исемең нисек?
(Танышыу.)
2. Фонетик-орфоэпик күнегеү.
1-се слайд
(Башҡорт теленә хас өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтеү.)
II. Үткән теманы ҡабатлау. Дәрестең темаһын билдәләү.
-Нимә ул – Тыуған ил?
- Һеҙҙең тыуған илегеҙ нисек атала?
- Шиғырҙа ниндәй данлыҡлы тау тураһында һүҙ бара?
- Был тау тураһында халыҡ ниндәй эпос ижад иткән?
- Урал кем исеме булған?
Бөгөн Рәшит Ниғмәтинең “Ватан” тигән шиғырын уҡып үтербеҙ. Дәфтәргә бөгөнгө числоны, теманы яҙып ҡуйығыҙ.
Егерме алтынсы ғинуар.
Р.Ниғмәти
(1909-1959)
Ватан.
- Төп өлөш.
- Биографик белешмә.
2-се слайд
Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин)
а) 1909 йылда 9 февралендә хәҙерге Һамар өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә.
б) Ул шиғырҙар, поэмалар, сәхнә әҫәрҙәре яҙа, тәржемә эше менән шөғөлләнә.
в) Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр “Почет билдәһе” ордендары менән наградланған. 1959 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Ял минуты.
- Рәшит Ниғмәтинең был шиғыры “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар” тип атала. Бында шағир бәләкәй ҡыҙҙың һорауына яуап бирә. Миҫал өсөн В.Маяковскийҙың “Что такое хорошо, что такое плохо”, тигән шиғырын иҫкә төшөрһәк була.
3-сө слайд
Ҡапыл үҙенән оло
Бер һорау бирҙе ҡыҙым:
- Әйт әле, Ватан ни нәмә
Була ул?-тине ҡыҙым.
- Шиғыр өҫтөндә эш.
а) Һүҙлек эше.
4-се слайд
Ватан – Отчизна көн һайын – ежедневно
урын – место бөйөк – великий
зифа – матур һәр ваҡыт – постоянно
бейек – высокий
В башҡорт телендә нисек уҡыла?
В [уа] – [Уатан], [уаҡыт].
Һүҙҙәрҙе ҡулланып һүҙбәйләнештәр төҙөү. Бер-нисәһен дәфтәргә яҙыу. (зифа ҡайындар, бейек йорттар, һәр ваҡыт башҡарам, көн һайын йыуынам)
Таныш булмаған һүҙҙәрҙе һүҙлектәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
б) Аудиояҙманы тыңлау. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Әхәт Мортазин уҡый.
в) Шиғыр барығыҙға ла аңлашылдымы?
Тәржемә итеү.
г) Үҙ алға уҡып сығығыҙ. Һорауҙарға яуап бирергә әҙерләнегеҙ.
д) Һорауҙарға яуап биреү.
- Нимә ул Ватан?
- Тауҙары ниндәй?
- Урмандар ниндәй?
- Күлдәре нимәгә бай?
- Ҡоштар нимә эшләй?
- Ере нимәгә бай?
- Ватан ниндәй?
Йомғаҡлау.
Һығымта яһау.
- Был шиғырҙың маҡсаты ниндәй?
- Нимә ул Ватан? Һорауына яуап биреү.
- Рәшит Ниғмәти был шиғырын ниндәй формала яҙған?
- Һорауға яуап формаһында.
- Ул тыуған илебеҙ ниндәй тип әйтергә теләгән?
- Тыуған илебеҙ бай, шат, матур.
- Бындай матур һүҙҙәрҙе ниндәй кеше генә яҙа ала?
- Тыуған илен яратҡан, тыуған иле менән ғорурланған кеше генә яҙа ала.
Шиғырҙы йомғаҡлап тағы ла бер куплетын уҡып ишеттерәм:
слайд
Был илдә һәр ваҡыт яҡты,
Был илдә һәр саҡ ал таң.
Шул бына беҙҙең Тыуған ил,
Шул бына беҙҙең Ватан.
Бөгөн дәрестә әүҙем ҡатнашып,дөрөҫ яуаптар биреп ултырған балаларға 5-ле билдәһе ҡуям.
Өйгә эште көндәлектәрегеҙгә яҙып ҡуйығыҙ.
- 123-124-се биттәрҙе тасуири уҡырға.
- Шиғырҙы ятларға.
- Шиғырҙың эстәлеге буйынса һүрәт төшөрөргә.
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Егерме алтынсы ғинуар. Рәшит Ниғмәти. (1909-1959) Ватан.
Рәшит Ниғмәти (Рәшит Ниғмәтулла улы Ниғмәтуллин) 1909 йылдың 9 февралендә хәҙерге һамар өлкәһе Больше-Черниговский районы Диңгеҙбай ауылында тыуған. Йәшләй етем ҡалып, балалар йортонда тәрбиәләнә.
Эшмәкәрлеге Шиғырҙар яҙа Поэмалар ижад итә Сәхнә әҫәрҙәре яҙа Тәржемә менән шөғөлләнә
Хеҙмәтенең емеше Әҙәбиәт өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, ике тапҡыр “Почет билдәһе” ордендары менән наградланған. 1959 йылда Башҡортостандың халыҡ шағиры тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Ҡапыл үҙенән оло Бер һорау бирҙе ҡыҙым: - Әйт әле, Ватан ни нәмә Була ул? – тине ҡыҙым.
Ҡағиҙә! В [ уа ] [ уа ҡыт ] -ваҡыт [ Уа тан ] -Ватан
Был илдә һәр ваҡыт яҡты, Был илдә һәр саҡ ал таң. Шул бына беҙҙең Тыуған ил, Шул бына беҙҙең Ватан.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа по родному языку и литературе в 11 классе С(К)ОУ VIII вида
Рабочая программа по предмету "Родной язык и литература" в 11 классе специальной (коррекционной) школы VIII вида состоит из пояснительной записки и календарно-тематического планирования по двум модуля...
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)
Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....
Рабочая программа по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе
Рабочая програма по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе...
Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы""Конспект мастер-класса Валиуллина З.Н
Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы""Конспект мастер-класса Валиуллина З.Н...
Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы"Презентация мастер-класса Валиуллина З.Н
Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы"Презентация мастер-класса Валиуллина З.Н...
Использование информационно–коммуникационных образовательных ресурсов на уроках родного языка и литературы в начальных классах
Использование информационно–коммуникационных образовательных ресурсов на уроках родного языка и литературыв начальных классахСегодня компьютерные технологии можно считать тем новаторским способо...