Гөрләп үтә ҡала урамын.С.И.Зорин Һәйкәле Родной язык и литература (башкирский) (4 класс)
план-конспект урока на тему


Предварительный просмотр:

Октябрьский ҡалаһы туған тел уҡытыусыларының методик  семинарына  асыҡ дәрес

4 “а”,”б” кластар, туған(башҡорт) тел. 2 сирек.

Тема: Гөрләп үтә ҡала урамын. С.И.Зорин һәйкәле.

Маҡсат: 1.Өфө ҡалаһында транспорттың үҫеше менән таныштырыу.

2. Һөйләү телмәрен, тасуири уҡыу күнекмәһен үҫтереү, һүҙлек байлығын байытыу.

3. Ҡыҙыҡһыныусанлыҡ, ҡаланың үткәненә ихтирам тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: дәреслек, карточкалар, слайдтар.

Дәрес тибы: ҡатнаш.

Дәрес барышы:

I Ойоштороу моменты.

Һаумыһығыҙ, балалар. Башҡорт теле дәресен башлайбыҙ. Бөгөнгө дәресебеҙ сәйәхәт формаһында үтәсәк. Беҙ иркен автобусҡа ултырып Өфө ҡалаһына юлланасаҡбыҙ. Беҙҙең  сәйәхәтебеҙҙең маҡсаты: Өфө  ҡалаһында булған трамвай тарихын күберәк белеү.

II Беренсе туҡталыш.

Артикуляцион күнегеү. Бына Өфө ҡалаһына еттек.

Өфө

Өфө бейек тау башында,

Бейек уның йорттары.

Бейектәргә әйҙәп тора,

Яҡты яна уттары.

(Р.Шәкүр.)

Шиғырҙы тасуири уҡыу, тәржемә итеү.

III Икенсе туҡталыш.

Һорауҙарға-яуаптар:

  • Өфөгә тағы нимә менән барып була?
  • Һорауҙарға тулы итеп яуап бирегеҙ. (Өфөгә автобус менән барырға була. Беҙ Өфөгә машина менән барҙыҡ. Атайым Себергә Өфө аша бара. Унан ул самолетта оса.)

(Машина, автобус, тимер юл, самолет.)

Көньяҡ автовокзал.

  • Өфө буйлап ниндәй транспорт менән йөрөргә була?

(Өфө урамдарында автобустар, трамвайҙар, троллейбустар йөрөй. Мин трамвайҙа ултырып йөрөнөм.һ.б.)

(Маршрут автобусы, такси, йәйәү, троллейбус, трамвай.)

-Дөрөҫ, бөтә һорауҙарға ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ.

IV Өсөнсө туҡталыш. Трамвайҙың тарихы  менән танышып үтәйек.

Разведчиктар уйыны. Яуапты текстан табып уҡығыҙ.

- Өфөлә ҡасан ҙур транспорт йөрөй башлай?

1924 йылда Өфөгә иң беренсе автобустар килтерелә. 11 автобус ҡалала аттар менән ярышып кеше ташый.

- Өфө урамдарында ҡасан трамвайҙар йөрөй башлай?

1937 йылдың ғинуарында ҡала урамдарында тәүге трамвайҙар сыға. Уға тиклем тимер юл буйлап ат егелгән вагондар кеше ташыған.

  • Тимәк, Өфө урамдары буйлап трамвай ебәреүгә нисә йыл булған?

Хәҙер уйлап ҡарайыҡ әле:

  • Трамвай бөгөнгө көндә бик уңайлы транспортмы?
  • Ни өсөн?
  • Сөнки электр транспортының бөгөнгө көндә конкуреттары булып тиҙ йөрөшлө еңел машиналар, маршрут автобустары тора. Улар өсөн ҡайһы бер урамдарҙан тимер юлдарҙы ҡутарып ташлағандар, юлдарҙы киңәйткәндәр.
  • Шулай ҙа әлеге көндә тауышһыҙ, перспективала – тиҙ йөрөшлө трамвайҙар төҙөү тора. Бер нәмә асыҡ: трамвай әле күп йылдар экономиялы һәм ышаныслы транспорт төрө булып ҡалыр.

V Дүртенсе туҡталыш.

“Сергей Иванович Зорин” исемендәге трамвай депоһы.

Сергей Ивановия Зорин - Өфөләге трамвай юлын ебәреүсе кешеләрҙең береһе. Ул Бөйөк Ватан һуғышында танкист булып ҡатнаша, тиңдәшһеҙ батырлыҡ күрһәтә. Уға Советтар Союзы геройы исеме бирелә.

Өфө халҡы, уны хөрмәт итеп, ҡалалағы бер депоға уның исемен бирә. Депо алдында уға һәйкәл ҡуйғандар.

VI Бишенсе туҡталыш.

Юл хәрәкәте инспекторҙары беҙгә шундай эш әҙерләп ҡалдырғандар.

Бында шиғыр бирелгән, уны тәржемә итергә кәрәк.

Если свет зажегся красный,

Значит двигаться опасно.

Желтый цвет – предупрежденье:

“Жди сигнала для движенья”.

Свет зеленый говорит:

“Проходите , путь открыт”.

(Ҡыҙыл ут янһа -  туҡта,

Тимәк йөрөү хәүефле.

Һары төҫ иҫкәртә:

“Көт сигнал”,- ти,-“ үтергә”.

Йәшел төҫ әйтә:

“Үтегеҙ,  юл асыҡ”.)

VII Алтынсы туҡталыш.

Был туҡталыштан ҡуҙғалып китер өсөн, отҡорлоҡ кәрәк. Эрудиттар яуап бирә.

  • Трамвайҙарҙы кемдәр йөрөтә икән?
  • Трамвай йөрөтөү өсөн нимә белергә кәрәк?
  • Трамвай йөрөһөн өсөн нимә кәрәк?
  • Трамвай ҡайҙа йоҡлай?
  • Һорауҙарға тулы яуап бирегеҙ.

VIII Етенсе туҡталыш.

Бына күп нәмә белдек: трамвай тураһында ла, Сергей Иванович Зорин тураһында ла. Хәҙер класташтарыбыҙға кроссворд төҙөйөк. Кроссвордың нигеҙе итеп трамвай һүҙен алайыҡ.

Т

Р

А

М

В

А

Й

Мәҫәлән:

  1. Ҡалала тиҙ йөрөшлө, ҡыйбатлы транспорт.
  2. Ҡала транспортын ойоштороуға кем етәкселек иткән?
  3. Зорин Бөйөк Ватан һуғышында кем булып ҡатнаша?
  4. Трамвай ниндәй юл буйлап йөрөй?
  5. Беҙ Өфөгә ниндәй транспорт менән барҙыҡ?
  6. Сергей Ивановичҡа батырлығы өсөн ниндәй орден биргәндәр?
  7. Зорин исемендәге депо алдында нимә тора?

       

1.т

а

к

с

и

2

о

р

и

н

3

а

н

к

и

с

т

4.т

и

м

е

р

5.а

в

т

о

б

у

с

6.а

л

т

ы

н

7

ә

й

к

ә

л

IX Йомғаҡлау. Баһалау.

Барыһына ла дөрөҫ яуап бирҙегеҙ, кроссворд та төҙөнөк,  афарин. Хәҙер кире ҡайтырға ваҡыт етте. Беҙҙең сәйәхәттә кем күберәк  белде, әүҙем ҡатнашып ултырҙы, шуға “биш” билдәһе ҡуям.

X Өй эше.

1. 92-93-сө биттәр, транспорт исемдәрен күсереп яҙырға.

2. 92-се бит, өсөнсө абзацты һөйләргә әҙерләнергә.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по родному языку и литературе в 11 классе С(К)ОУ VIII вида

Рабочая программа по предмету "Родной язык и литература" в 11 классе специальной (коррекционной) школы VIII вида состоит из пояснительной записки и календарно-тематического планирования по двум модуля...

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе (ФГОС)

Рабочая программа по родному (башкирскому) языку и литературе в 1 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе

Рабочая програма по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе...

Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы""Конспект мастер-класса Валиуллина З.Н

Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы""Конспект мастер-класса Валиуллина З.Н...

Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы"Презентация мастер-класса Валиуллина З.Н

Республиканский конкурс «Мастер-класс» учителей родного языка и литературы"Презентация мастер-класса Валиуллина З.Н...

Использование информационно–коммуникационных образовательных ресурсов на уроках родного языка и литературы в начальных классах

Использование информационно–коммуникационных образовательных ресурсов на уроках родного языка и литературыв начальных классахСегодня компьютерные технологии можно считать тем новаторским способо...