5-9 кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы
рабочая программа (5, 6, 7, 8, 9 класс) на тему

Латыпова Расима Сагдатовна

Рабочая прорамма по башкирскому языку и литературе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 509_rodnoy.docx111.83 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 5-9  кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән  эш программаһы төҙөгәндә урта дөйөм белем биреүҙең яңы федераль дәүләт стандарттары, федераль һәм республика закондары талаптары, Мәғариф министрлығының ”Дәүләт белем биреү стандарттарының федераль компоненттарын раҫлау тураһында” Законы, «Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Башҡортостан Президентының 1999 йылдың 15 февралендәге Указы менән башҡорт теле республикабыҙҙа, рус теле менән бер рәттән, дәүләт теле итеп раҫланды. Ошо указға ярашлы һәм Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» законы нигеҙендә республика мәктәптәрендә уҡытыу һәм тәрбиә биреү концепцияһы төҙөлдө. Унда рус мәктәптәрендә туған телдәрҙе уҡытыуҙың мөһим проблемалары, бурыстары һәм юлдары билдәләнде.

Программа кимәле: базис.

Уҡыусылар  өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты

5-се класс.

Башҡорт теле; Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек-Өфө: Китап,2012.

6-сы класс.

Вилданов Ә.Х,.Хажин В.И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2012-

7-се класс.

Дәреслек; Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б.Ҡаһарманова Ғ.Ғ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2010.

8-се класс.

Дәреслек; Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2011-

9-сы класс.

Дәреслек. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2006

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған  “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн ) төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х.,  Дәүләтшина М.С.,  Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. - Ижевск; издательство “КнигоГрад , 2008 йыл нигеҙендә төҙөлдө.

   Башҡортостан республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан ресупубликаһы Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округының «3-сө лицей” муниципаль автоном дөйөм белем биреү учреждениеһының уҡыу планына ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән.

  1. Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү мөһим бурыс.
  2. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә ( интеграция).
  3. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә ( коммуникатив йүнәлеш).

.

Программаның  нигеҙендә  коммуникативлыҡ  принцибы   ята. Туған әҙәбиәт материалы еңелдән ауырға барыу принцибына ярашлы урынлаштырылды.Был кластарҙа фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған  иң күренекле әҫәрҙәре алынған.

Программаға ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар

1.Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында  башҡорт  әҙәби телен  практик  файҙаланырға өйрәтеү.

2.Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик  нормалары  буйынса белем  һәм күнекмәләр биреү.

3.Башҡорт телендә нәшер ителгән гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.

4.Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.

5.Балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы,бай мәҙәниәте, сәнғәте,әҙәбиәте,йолалары, күренекле шәхестәре, Тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу,уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына,уның теленә,үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

Уҡыу предметына дөйөм характеристика

         Башҡорт теле һәм әҙәбиәте курсында предмет ярҙамында түбәндәге үҫеш юлдары тормошҡа ашырыла:

предмет кимәлендә белемгә эйә булыу;

уҡыу техникаһын үҫтереү, текстарҙы анализлау юлдарына эйә булыу;

яҙма һәм һөйләү телмәренә эйә булыу;

тел һәм әҙәбиәт тураһында белем алыу һәм системалаштырыу;

орфография һәм пунктуацияны, морфологик  категориялары һәм синтаксик төҙөлөшөн

өйрәнеү;

башҡорт теленең тәрбиәүи потенциалын ҡулланыу;

9-сы класты тамамлаусы уҡыусы башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

фонетика һәм орфоэпия, башҡорт әҙәби теле, һүҙ төркөмдәре, ябай һөйләм һәм ҡатмарлы һөйләм төрҙәре, синтаксисы һәм пунктуация, морфология,һүҙбәйләнеш һәм һөйләм,һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Ябай һөйләм синтаксисы ,ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Ҡушма һөйләмдең төрҙәре .Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.Теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙе бәйләүсе теркәүестәр.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, улар тураһында төшөнсә.

Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең икенән артыҡ ябай һөйләмдәрҙән тороуы. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең төрҙәре.

9-сы класты тамамлаусы уҡыусы башҡорт әҙәбиәтенән түбәндәге компетентлыҡҡа эйә була:

Синтаксик- стилистик күнегеүҙәрҙе башҡарыу. Фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған  иң күренекле әҫәрҙәре үҙләштереү. Эпос, ҡобайыр, иртәктәр.

 Уҡыу  предметының ҡиммәттәр йүнәлеше

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнеү һөҙөмтәһенең бер йүнәлеше булып уҡыусылар тарафынан рухи ҡиммәттәрҙең системаһын үҙләштереү тора. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә түбәндәге рухи ҡиммәттәргә иғтибар бүлеү мотлаҡ.

Изгелек ҡиммәте - үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

Аралашыу ҡиммәте - аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу.

Матурлыҡ (гармония) ҡиммәте — башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

Хеҙмәт һәм ижад ҡиммәте - хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты, һәләте булыуын ҡабул итеү. Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур. Уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

Илһөйәрлек ҡиммәте - үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү.

Кешелеклелек ҡиммәте - үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоу, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Уҡыу предметы йөкмәткеһенең дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы (йүнәлеше).

5-9-сы кластарҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәтен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана; коммуникатив мәҙәниәте үҫә; дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә;

  1. Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
  2. Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
  3. Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
  4. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
  5. 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
  6. Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
  7. Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
  8. Текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте курсы дөйөм белем биреү мәктәбенең предметтар системаһында донъяны танып белеү һәм социомәҙәни маҡсаттарҙы тормошҡа ашыра.

     Донъяны танып белеү маҡсаттары уҡыусыларҙы тел һәм әҙәбиәт тураһындағы фәндең төп нигеҙҙәре менән таныштырыуҙы һәм уның менән бәйләп уларҙың билдә- символдар ярҙамында ҡабул итеүен, логик фекерләүен , күҙ алдына килтерә алыуын формалаштырыуҙы аңлата.

     Башҡорт телен, әҙәбиәтен өйрәнеүҙең социомәҙәни маҡсаттары кешенең дөйөм мәҙәнилеге үҫеше күрһәткесе булараҡ, уҡыусының коммуникатив компетенцияһын, һөйләү һәм яҙма телмәр үҫешен үҙ эсенә ала.

    5-9 кластарҙа башҡорт теле һә әҙәбиәтен өйрәнгәндә уҡыусыларҙың дөйөм телмәр үҫеше стимуляциялана, аралашыу мәҙәниәте үҫә, дөйөм ҡиммәттәргә ориентацияһы формалаша һәм дәрестә аралашыу процесында, балалар фольклоры үрнәктәре һәм текстар менән танышҡанда әхләҡи тәрбиә нигеҙҙәре барлыҡҡа килә, сит мәҙәниәткә ҡарата толерантлыҡ формалаша.

етында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;

тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;

социомәҙәни компетенция;

дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

Коммуникатив оҫталыҡтар.

Һөйләү телмәре

Диалогик форма:

типик ситуацияларҙа диалог алып барыу;

һорау-яуап рәүешендәге диалог.

Монологик форма:

- телмәрҙең төп коммуникатив төрҙәрен (хикәйәләү, ҡылыҡһырлау) ҡулланыу.

Тыңлап аңлау

        - уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен аңлауы;

өйрәнелгән тел материалына таянып эшләнгән аудиояҙмалағы ҙур булмаған текстарҙы аңлау.

Уҡыу

башҡорт теле материалына таянып эшләнгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу;

өйрәнелгән материалды һәм бер нисә яңы һүҙҙе үҙ эсенә алған тексты эстән уҡыу һәм аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу (персонаждарҙың исемдәре, географик атамалар һ.б.).

Яҙыу

текстан һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр һәм һөйләмдәрҙе күсереп яҙыу оҫталығы;

яҙма телмәр нигеҙҙәре: байрам менән ҡотлау, ҡыҫҡа шәхси хат яҙыу.

Уҡыусыларҙың ҡаҙаныштарын баһалау

Мәғлүмәт сығанаҡтары:

- уҡыусылар эшмәкәрлеге;

- статистик мәғлүмәттәр;

- уҡыусыларҙың эштәре;

Методтар:

- күҙәтеү;

- яуап һайлау;

- ҡыҫҡа яуап;

- башҡарыу процесын баһалау;

- башҡарыу процесын һәм һөҙөмтәһен баһалау;

Критерийҙар;

- баһалау ысулдарының дөрөҫлөгө;

- ҡуйылған баһаны тикшерә белеү;

- уҡыуҙың дөрөҫлөгө;

- уҡыуҙың темпы;

- әңгәмәлә ҡатнашыу;

- яуаптың дөрөҫлөгө;

  - яуаптың һәм баһаның төплөлөгө.

III.Уҡыу предметының уҡыу планында урыны

Уҡыу планында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуға 5-9 кластарҙа  сәғәт бүленгән ( аҙнаһына 3 сәғәт,  34 уҡыу аҙнаһы).

 Уҡыу предметын  үҙләштереүҙең шәхсән, метапредмет, предмет һөҙөмтәләре

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәтен 5-9 кластарҙа өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

-үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

 -телде   (шул иҫәптән башҡорт телен) төп аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү;

-дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кещенең индивидуаль мәҙәнилеге күрһәткесе;                                                

          -башҡортса үткәрелгән саралар ярҙамында  уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы

Метапредмет һөҙөмтәләр:

-уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү; элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү;

-5-9 класс уҡыусыларының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт теле һәм әҙәбиәтен  өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

-уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү.

        Предмет һөҙөмтәләре: башҡорт теле  нормалары -фонетика һәм орфоэпия, башҡорт әҙәби теле, һүҙ төркөмдәре, ябай һөйләм һәм ҡатмарлы һөйләм төрҙәре, синтаксисы һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Синтаксик- стилистик күнегеүҙәрҙе башҡарыу. Фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған  иң күренекле әҫәрҙәре үҙләштереү.

Универсаль эш төрҙәренә өйрәтеү: танып белеү, шәхси, ойоштороу һәм коммуникатив эшмәкәрлек. Шәхси эшмәкәрлек баланы уҡымышлы һәм аңлы шәхес итеп үҫтереү. Эшмәкәрлекте уның тормош һәм кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итеүеп, әйләнә- тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға шәхси ҡарашын формалаштырыуға йүнәлтеү.

Ойоштороу эшмәкәрлеге танып белеү процесы менән идара итеүҙе күҙ уңында тота: эшмәкәрлекте күҙаллау, планлаштырыу, башҡарыу, тикшереү, үҙгәрештәр индереү һәм баһалауҙы үҙ эсенә ала.

Аралашыу (коммуникатив) эшмәкәрлеге белем алыу процесында аралашырға өйрәнеүҙе ойоштороуға йүнәлтелгән. Ул башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлауҙы, мәғлүмәтте теүәл тапшырыуҙы үҙ эсенә ала.

Предмет кимәле. Уҡыу предметын өйрәнеүҙә яңы белем үҙләштереү, уны эшкәртеү һәм ҡулланыу өлкәһендә тейешле тәжрибә туплау.

ИКТ-кометентлығы. Компьютер технологияларының өҫтөнлөгө - күргәҙмәлелек, мәғлүмәттәрҙең график һүрәтләнеш (текст, төшөрөлгән графика, слайдтар, реалистик һүрәттәр), стереотауыш (музыка, төрлө тауыштар), анимация (һәрәкәтсән һүрәттәр, видео) берлегендә бирелеүе.

        Компьютер ярҙамында башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә бер төркөм дидактик мәсьәләләрҙе хәл итеп була: лексиканы өйрәнеү (компьютер һүҙлектәрен файҙаланыу); дөрөҫ әйтелеш өҫтөндә эш (башҡорт теле дәреслектәрен, тауыш яҙыу программаларын файҙаланыу); орфографик күнегеүҙәр (орфографик һүҙлекте һәм компьютерҙың орфографияны тикшереү программаһын файҙаланыу); грамматик күренештәрҙе үҙләштереү (тестар ярҙамында); эҙләнеү процесында яңы мәғлүмәт алыу, һөйләү телмәрен үҫтереү, һөйләмдәр һәм текстар төҙөү, редакторлау һ.б.

Проектлау технологияһы - педагогик процесты планлашырыуҙа ҡулланыла торған үҙенсәлекле методик система.

Проектлау технологияһының төрҙөре:

-уйын проекты;

-эҙләнеү поекты;

-ижади проект;

-информацион проект;

-логик-мәғәнәүи модель (ЛМН).

        Проект методы уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә, уҡыусылар фәнни-тикшеренү эшенә йәлеп ителә. Проет эше уҡыусының интеллектуаль үҫешен тәьмин итә, уның фекерләү һәләтен үҫтерә, үҙ эшенә баһа бирергә өйрәтә.

        Фәнни-тикшеренеү  эше.

        Фәнни-тикшеренеү эшен заманса уҡыу-уҡытыу технологияһы һәм аң-белем, ғилем алыуҙа уҡыусы менән уҡытыусының ижади хеҙмәттәшлеге итеп билдәләп, уҡыусыларҙы фәнни эш менән шөғөлләнергә өйрәтеү бурыстарын билдәләйбеҙ:

-балаларҙа һәр нәмәгә иғтибар менән ҡарау, ҡыҙыҡһыныу, эҙләнеү теләген арттырыу; ихтияр көсөн үҫтереү; йәш үҙенсәлектәренә тура килгәнсә, күңелгә яҡын ниндәйҙер күңелгә яҡын ниндәйҙер бер фән буйынса тәрәнерәк белем алыу мөһимлеген зиһенгә һеңдереү, ижади эшләү һәләтен үҫтереү;

-уҡыусыларға уйланырлыҡ, фекер йөрөтөрлөк,хыялдарын уятырлыҡ яңы һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәт алырға ярҙам итеү; донъяға ҡараштарын киңәйтеү;

-ҡыйыулыҡ, аныҡ фекерләү тәрбиәләү; һүҙ байлығын үҫтереү;  алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү алымдары менән таныштырыу;

-фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнергә йәлеп итеү; уның методикаһын үҙләштереү, практик күнекмәләр алыу ваҡытында фәнни культуралар тәрбиәләү;

-мәктәптә фәнни-тикшеренеү эше менән шөғөлләнеүҙең теоретик һәм практик нигеҙҙәрен булдырыу.

        Аңлы уҡырға өйрәтеү һәм текст менән эш.

Аңлы уҡыу - текстың йөкмәткеһен тулыһынса үҙләштереүҙе талап итә. Текст ашыҡмайынса, һәр абзац ентекләп уҡыла, аңлашылмаған урындар ҡабаттан уҡып сығыла.  Уҡыусыларға уҡыу өсөн практик яҡтан әһәмиәтле текстар тәҡдим итеү: рецепттар, эпистоляр текстар (хаттар, ҡотлау открыткалары, әҙәби әҫәрҙән өҙөктәр, комикстар, әкиәттәр, төрлө белдереүҙәр. Аңлы уҡырға өйрәткәндә түбәндәгеләргә иғтибар итеү:

-текстың темаһын билдәләү;

-коммуникатив бурысты асыҡлау;

-микротемаларға бүлеү;

-график моделләштереү.

        Аңлы уҡырға өйрәтеү - телмәр эшмәкәрлегенең мөһим этаптарының береһе. Уҡытыу маҡсатынан сығып, уҡытыусы дәрескә төрлө эштәрҙе һайлап ала, уҡыу техникаһын, уҡыу күнемәһен үҫтҫреү өстөндә сичтемалы эш алып барыла.

А. Коммуникатив сферала (башҡорт теле һәм әҙәбиәтен туған тел булараҡ өйрәнеүҙә)

    Телмәр эшмәкәрлегенең түбәндәге төрҙәрендә телмәр компетенцияһы:

   һөйләү телмәрендә:

- аралашыуҙың типик ситуацияларында этикет диалог алып барыу;

- уҡыусының предмет, картинаны һүрәтләүе; персонажды ҡыҫҡаса    ҡылыҡһырлауы һәм әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һөйләп биреү;

тыңлап аңлауҙа:

            -уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы текстарҙың, әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен аңлауы һәм һөйләүе;  

уҡыуҙа:

  • әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен ҡысҡырып уҡыу, аңлау һәм ҡыҫҡаса һөйләү;
  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

яҙма телмәрҙә:

  • яҙыу техникаһына эйә булыу;
  • уҡылған әҫәрҙәр буйынса бәләкәй хикәйә төҙөү;

Тел компетенцияһы (тел сараларын үҙләштереү).

  • башҡорт әҙәбиәтендә тексты дөрөҫ итеп аңлап уҡыу; һүҙҙәргә һәм фразаларға дөрөҫ баҫым ҡуйыу;
  • төрлө һөйләм төрҙәрен айыра белеү, телмәрҙә ҡулланыу;
  • фонетика һәм орфоэпия, башҡорт әҙәби теле, һүҙ төркөмдәре, ябай һөйләм һәм ҡатмарлы һөйләм төрҙәре, синтаксис һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм төрҙәрен практик рәүештә ҡулланыу. Синтаксик- стилистик күнегеүҙәрҙе башҡарыу..

Социомәҙәни компетенция.

  • географик атамаларҙы, билдәле  яҙыусыларҙың әҫәрҙәренең  исемдәрен, персонаждарын белеү, уларға характеристика биреү

Б. Танып белеү сфераһы:

  • айырым өндәр, хәрефтәр, һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, ябай һәм ҡатмарлы һөйләмдәр кимәлендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтендә  күренештәрҙе сағыштыра белеү;
  • 5-9 класс тематикаһы кимәлендә күнегеүҙәр эшләй белеү;
  • ҡағиҙәләр, таблицалар,һүҙлектәр менән эш итеү;
  • өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу
  • үҙ-үҙеңде 5-9 класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү;

В. Дөйөм ҡиммәттәргә йүнәлеш сфераһында:

  • башҡорт теле һәм әҙәбиәте әҫәрҙәре ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

Г. Эстетик сферала:

  • башҡорт телендәге хис-тойғо һәм эмоцияларҙы белдереүсе сараларҙы үҙләштереү;
  • башҡорт әҙәбиәте әҫәрҙәре менән танышҡанда персонаждарға, ваҡиғаларға ҡарата үҙ фекереңде әйтә белеү.

Д. Хеҙмәт сфераһында:

  • уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү.

                                           

Төп йөкмәтке линиялары.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте курсында түбәндәге йөкмәтке линияларын билдәләп була:

  • телмәр эшмәкәрлегенең төп төрҙәрендә коммуникатив оҫталыҡтар;
  • тел саралары һәм уларҙы ҡулланыу күнекмәләре;
  • социомәҙәни компетенция;
  • дөйөм уҡыу һәм махсус уҡыу оҫталыҡтары.

    Яҙма эштәрҙең төрҙәре, күләме һәм уларҙы баһалау нормалары.

Уҡытыу рус телендә барылған мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән яҙма эштәрҙең төрлө формалары ҡулланыла. Яҙма эштәр балаларҙың белем һәм күнекмәләрен тикшереү маҡсатында үткәрелә. 5-9  кластарҙа тикшереү эштәренән контроль күсереп яҙыу, һорауҙарға яуаптар, диктант, инша, изложение  үткәрелә. Уҡытыу рус телендә барылған мәктәптәрҙә башҡорт телеһәм әҙәбиәте дәрестәре лә, яҙма эштәр үткәреү методикаһы ла бик үҙенсәлекле. Шуға ла яҙма эштәр, уларға ҡуйылған баһалар балаларҙың телгә өйрәнеүендә дәртләндереү сараһы булып хеҙмәт итһен. Уҡыусыларҙың белем һәм күнекмәләр күләме, сифаты башҡорт теленән дәүләт стандарттарына яуап бирергә тейеш. Был иһә ижади эшләүҙе талап итә.

Телдән биргән яуаптарҙы билдәләү нормалары

    Үтелгәндәрҙе ҡабатлау, уҡыусыларҙан яуап алыу,уларҙың башҡорт теле һәм әҙәбиәте  буйынса белемдәрен, белеүҙәрен  һәм  күнекмәләрен тикшереү,иҫәпкә алыу,шуның  менән бергә,алған белемдәргә таянып, тел берәмектәренә,күренештәренә аңлатма бирергә өйрәтеү алымдарының береһе иҫәпләнә.

Уҡыусының  яуабын баһалағанда,түбәндәге критерийҙар менән эш ителергә тейеш:

  1. Яуаптың тулы һәм дөрөҫ булыуы;
  2. Үтелгәнде аңлы үҙләштереү,аңлау кимәле;
  3. Яуаптың  телмәр төҙөлөшө, әҙәби тел нормаларына ярашлы булыуы.

      Уҡыусының  телдән биргән яуабы үтелгән материалдың  уҡытыусы тәҡдим иткән өлөшөн логикә эҙмә-эҙлекле аңлатманы эсенә  алған бәйләнешле телмәр булырға,яуап биреүсе баланың өйрәнелгән ҡағиҙәләргә,билдәләмәләргә таянып эш итә белеүен күрһәтергә тейеш.

     Әгәр уҡыусы:

  1. тәҡдим ителгән теманы тулы аңлатһа, тел һәм әҙәбиәт  төшөнсәләренә  дөрөҫ  билдәләмә бирһә;
  2. үтелгән материалды тулы аңлауын, белемдәрен практик ҡуллана белеүен күрһәтһә;
  3. Материалды эҙмә-эҙлекле һәм әҙәби тел нормаларына ярашлы аңлатһа, уның яуабы «5» билдәһе менән баһалана.

    Әгәр  уҡыусы  «5»  билдәһен ҡуйыу талаптарына ярашлы яуап бирһә, ләкин  һирәк  яһала торған хаталар ебәреп тә уҡытыусы  иҫкәртеүенән  һуң уларҙы төҙәтеп барһа,телендә,телмәр төҙөлөшөндә һирәк-һаяҡ яңылышлыҡтар китһә,уның яуабы «4» билдәһе менән баһалана.

  Әгәр уҡыусы тәҡдим ителгән темаға ҡараған төп төшөнсәләрҙе аңлауын һәм белеүен күрһәтһә,ләкин

  1. Материалды тулы аңлата алмаһа, төшөнсәләрҙең  һәм ҡағиҙәләрҙең  билдәләмәһендә  хаталар ебәрһә;
  2.  әйткән фекерҙәрен тулы  һәм иҫбатлауҙы нигеҙләй белмәһә,үҙ  миҫалдарын килтерә алмаһа;
  3. Яуабында эҙмә-эҙлелек  һаҡланмаһа,телмәр төҙөлөшөндә хаталар булһа,уның яуабы «3» билдәһе менән баһалана.

Диктанттарҙы баһалау

Уҡытыусы башта тексты уҡып сыға. Өйрәнелмәгән орфограммалы һүҙҙәр алдан уҡ таҡтала яҙылған булырға тейеш. Уҡытыусы синыфтың әҙерлегенә ҡарап, әйтеп яҙҙырыу темпын үҙе билдәләй.

Тексты орфоэпия, әҙәби тел нормаларына ярашлы уҡыу талап ителә. Уҡытыусыға ярҙам итеү маҡсатында йыйынтыҡ авторҙары текстар аҙағында грамматик эш төрҙәре тәҡдим иттеләр.

Диктант яҙылып бөткәс, уҡыусыларға тексты уҡып һәм тикшереп сығыу рөхсәт ителә. Ләкин диктантты баштан уҡ уйлап, аңлап, иғтибарлы яҙырға өйрәтергә һәм һуңғы тикшертеү менән мауыҡмаҫҡа кәрәк. Уҡытыусы тексты икенсе тапҡыр тулы килеш уҡып сыҡҡас та, грамматик эш тәҡдим ителергә тейеш.

Контроль диктантты тикшергәндә, түбәндәге хаталар төҙәтелә, ләкин баһалағанда иҫәпкә алынмай:

1) мәктәп программаһына индерелмәгән ҡағиҙәгә яҙылыштар;

2) әле үтелмәгән ҡағиҙәгә яһалған хаталар;

3) автор ҡуйған ҡатмарлы пунктуацияға хаталар;

4) механик рәүештө бер хәреф урынына икенсеһен яҙыу (мәҫәлән: ата урынына аша).

Диктантҡа билдә ҡуйғанда шулай уҡ хаталарҙың характерына иғтибар итергә кәрәк. Хаталарҙы иҫәпләгәндә тупаҫ булмағандары, йәғни грамоталылыҡты билдәләү өсөн әһәмиәте юҡтары, айырым билдәләнә. Бындай хаталарҙың икеһе берәүгә иҫәпләнә.

Түбәндәге хаталар тупаҫ булмаған хаталарға инә:

 1) ҡағиҙәләрҙең иҫкәрмәләренә ҡараған хаталар;

2) бәйләү юлы менән яһалған ҡушма яңғыҙлыҡ атамаларҙа ҙур хәрефтең яҙылышына хаталар;

3) бер тыныш билдәһе урынына икенсеһен ҡуйыу;

4) үҙләштерелгән һүҙҙәрҙең ялғауҙары яҙылышына хаталар.

Диктант бер генә билдә менән баһалана.

 «5» билдәһе — тупаҫ булмаған 1 орфографик, 2 пунктуацион хата булған эшкә,

«4» билдәһе 4 орфографик, 3 пунктуацион йә 1 орфографик, 6 пунктуациоң, йә орфографик хатаһыҙ, 7 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла. Әгәр хаталар араһында бер типтағылар булһа, 5 орфографик хаталы эшкә лә «4» билдәһе ҡуйырға мөмкин.    

«3» билдәһе 6 орфографик, 6 пунктуацион йә 3 орфографик, 9 пунктуацион, йә 12 пунктуацион хаталы эшкә ҡуйыла. Әгәр эштә өс бер типтағы хата ебәрелһә, 8 орфографик, 8 пунктуацион хаталы эшкә лә «3» билдәһе ҡуйырға мөмкин.

«2» билдәһе 9 орфографик, 9 пунктуацион йә 8 орфографик, 10 пунктуацион хатаһы булған диктантҡа ҡуйыла..

Әгәр контроль диктанттан һуң өҫтәмә грамматик, орфографик, лексик эштәр тәҡдим ителһә, уларҙың һәр береһе айырым баһалана.

 Грамматик биремдәрҙе баһалағанда түбәндәгеләрҙе иҫәпкә алыу тәҡдим ителә:

«5» билдәһе бөтә эште лә теүәл йә бер хата булғанда,

«4» билдәһе эштең яртыһынан күберәге дөрөҫ эшләнгәндә,

«3» билдәһе яртыһынан әҙерәге дөрөҫ әшләнгәндә,

«2» билдәһе бер эш тә дөрөҫ эшләнмәгәндә ҡуйыла.

Иншаларҙы  һәм изложениеларҙы баһалау

Инша һәм изложениелар яҙҙырыу аша уҡыусыларҙың:

  1. теманы  аса белеүе, тел сараларын  инша йәки изложениеның  темаһына һәм уларҙағы төп фекерҙе аңлатыу бурыстарына ярашлы айлай белеүе,

яҙғанда,грамматик нормаларға һәм дөрөҫ  яҙыу ҡағиҙәләренә  таянып эш итеүе тикшерелә. Шуның өсөн иншаға ла,изложениеға ла һәр ваҡыт ике билдә ҡуйыла.Беренсе билдә менән – уларҙың  йөкмәткеһе  һәм  телмәр  төҙөлөшө, икенсе билдә  менән  грамоталылыҡ кимәле баһалана.

Эш төрҙәре

Кластар

5

6

7

8

9

Һорауҙарға яуап

2

1

1

1

1

Диктант

3

3

3

4

4

Изложение

1

1

2

2

3

Инша

2

3

3

4

4

8

8

9

11

12

 

                        Уҡыу предметының ( курс) йөкмәткеһе

5-се класс

Көҙ-38

Башҡорт теленең өндәр системаhы.Уларҙы белдергән хәрефтәр.

С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.(1 сәғәт).

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Б. Бикбай. Туған тел. (1 сәғәт).

Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә. Башҡорт теленең өндәр системаhын рус теленең өндәр системаhы менән сағыштырыу.

Р. Ғарипов. Туған тел.(1 сәғәт). Әкиәт тураһында төшөнсә.Уның төрҙәре.Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).(2 сәғәт).Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

К. Кинйәбулатова. Көҙ  еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал.Тартынҡы өндәр. Уларҙың һаны һәм

әйтелеше.к,г һәм һ, х тартынҡылары.. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.  

Тартынҡы  өндәрҙеңүҙгәреше.  Сингармонизм законы. Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. (2 сәғәт).

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.Синоним тураһында төшөнсә биреү. Башҡорт телендә ижектәр.Ижектәрҙең төрҙәре.

Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары.Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү ҡағиҙәләре.. А.Йәғәфәрова «Яҡшылыҡ». Ә.Ә.Хужа «Башҡорт теле».

 (4 сәғәт).

   Башҡорт телендә баҫым, уның үҙенсәлектәре, дөрөҫ ҡуйылышы.«Тыуған ер» ҡобайыры. Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Башҡорт телендә hүҙҙәрҙең тамыры hәм ялғауы. Ялғауҙарҙың төрҙәре, дөрөҫ яҙылышы.Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.(4 сәғәт).

   А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. АлмаБашҡорт теленең hүҙлек байлығы,

уның сығанаҡтары. (4 сәғәт).Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.Омоним тураһында төшөнсә биреү.

Ҡыш-40

С. Әлибаев. Ҡыш. Ҡ. Даян. Шыршы. Төп башҡорт hүҙҙәре. Үҙләштерелгән hүҙҙәр. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. «Матурлыҡтың ҡәҙерен белергә кәрәк». Бер мәғәнәле hәм күп мәғәнәле hүҙҙәр, hүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәһе.В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. . М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта. Башҡорт телендә нығынған hүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. (5 сәғәт).

Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр» әкиәте.,Һүҙ составы.   Тамыр. Нигеҙ.  «Ҡамыр батыр» әкиәте. Ялғауҙар. Һүҙ яhаусы, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар. (6 сәғәт).

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

Ялғау варианттарының барлыҡҡа килеү сәбәптәре.. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт.  Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте.(3 сәғәт).Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Рус теленән үҙләштерелгән hүҙҙәргә ялғау ҡушылыуы. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге. Рус теленән үҙләштерелгән hүҙҙәргә ялғау ҡушылыуы.М. Кәрим. Дан кәпәс түгел. (6 сәғәт).Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Ә. Әминев. Әсикмәк. Һүҙҙәрҙе парлау юлы менән исем яһалыу. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Һүҙҙәрҙе бәйләү  һәм ҡабатлау юлы менән исем яһалыу. Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.

Яҙ-22

К. Кинйәбулатова.Әсә күңеле. Һүҙҙәрҙе ҡыҫҡартыу юлы менән исем яһалыу. (5 сәғәт). Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү.

Р. Назаров. Яҙ  килә.С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ .Йәнләндереү тураhында төшөнсә. М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.

Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры. Төп башҡорт һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. (4 сәғәт).Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә.

«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр.Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.(4 сәғәт).

Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт.

М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр.(2 сәғәт).Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү. Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. А. Игебаев. Еңеү көнө.Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан.  К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре.В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай. (3 сәғәт).Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү.

М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?(1 сәғәт). Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.  Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә.

Йәй-1

С. Муллабаев. Йомарт йәй. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.(1 сәғәт) Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу.  

6 –сы класс

1.Йырым минең- Башҡортостан -4

Башҡортостан.  З. Биишева «Башҡортостан» Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре.

Р. Ғарипов. «Дан һиңә, дан, Башҡортостан». Тыуған илем- Башҡортостан.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, хәрефтәре һәм уларҙың дөрөҫ әйтелеше, яҙылышы.Ф.Туғыҙбаева.«Эй яҙмышым минең!». Ш.Бабич. «Башҡортостан»әҫәрҙәрендә  Тыуған ил темаһы.

2. Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер-5

Ә. Усманов. «Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте»,«Ҡолой кантон» Башҡорт халыҡ йыры. Күсереп яҙыу “Башҡортостан”. Ғ. Хөсәйенов. «Рудасы Исмәғил Тасим улы» әҫәрендә башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө. М. Ғафури. «Беҙҙең нәмәләрҙе һатҡанда» әҫәрендә  башҡорттарҙың элекке тормошон һүрәтләү.Исемдәрҙең һан,килеш менән үҙгәреүе. Хаталар өҫтөндә эш.

3.Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап-7

Башҡорт ихтилалдары.М. Иҙелбаев «Хушлашыу» әҫәрендә Салауат Юлаев, Пугачев образдары.Р. Бикбаев. «Салауат ҡылысы» шиғырында тарихи ваҡиғалар. «Салауат». Йырҙа батырға дан йырлау мотивтары.Исемдәрҙең эйәлек категорияһын ҡабатлау. Инша. А. Кузнецовтың “Салауаттан һорау алыу”картинаһы.С. Злобин. «Салауат Юлаев» әҫәрендә башҡорттарҙың көнкүреше, йәшәйеше.Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүен ҡабатлау. Хаталар өҫтөндә эш. Ғ.Ибраһимов. «Кинйә»әҫәрендә тарихи шәхестәр.

4.Төньяҡ амурҙары - 6

 “Рус- француз һуғышы бәйете”«Любизар», «Кутузов» башҡорт халыҡ йырҙарында Кутузовты данлау.Исемдәрҙең  хәбәрлек категорияһы.Я. Хамматов. «Төньяҡ амурҙары» әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе.Я. Хамматов. «Төньяҡ амурҙары»әҫәрендә башҡорттарҙың данлыҡлы хәрби хеҙмәте.Башҡорт телендә исемдәрҙең берлектә, күплектә ҡулланылыу үҙенсәлектәре.«Ҡаһым түрә» риүәйәтендә 1812 йылғы Ватан һуғышын тасуирлау.

5. Башҡорт автономияһы өсөн көрәш-6

Ә. Вәлиди Туған. Беренсе башҡорт ҡоролтайы. Башҡорттарҙың ирек өсөн көрәше. Ә. Вәлиди Туған. Беренсе башҡорт ҡоролтайы. Башҡорттарҙың ирек өсөн көрәше.

Исемдәрҙең һан менән үҙгәрешен ҡабатлау.Хитап тураһында төшөнсә.

Ш. Бабич. « Башҡорт халҡына көйлө хитап»шиғырында тарихи шәхестәр.

Р. Солтангәрәев. «Осто бөркөт…» әҫәрендә  башҡорттарҙың Граждандар һуғышында ҡатнашыуы.Р. Солтангәрәев. «Осто бөркөт…» әҫәрендә төп образдар.  

Исемдәрҙең хәбәрлек категорияһын ҡабатлау

6. Уралып ятҡан Уралтау- 7

Башҡортостан тауҙары.Башҡорт халыҡ йыры «Урал». Р. Бикбаев «Уралыма»

Я. Хамматов «Ғәйзулла»әҫәрендә һүрәтләнгән тарихи осор.Сифаттарҙың дәрәжә менән үҙгәреше.Я. Хамматов «Ғәйзулла»әҫәрендә һүрәтләү саралары.Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау.Инша. Урал- башҡорт иле.

7.Ағиҙелкәй алҡын,һыуы һалҡын -7

Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре.

Р. Бикбаев. «Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ!» Һыуһаҡлағыстарҙың файҙаһы.

Халыҡ хикәйәләре тураһында төшөнсә. Хаталар өҫтөндә эш.“Йәмле Дим буйы” Дим, Ағиҙел менән Яйыҡ. Халыҡ хикәйәләре тураһында төшөнсә. Ә. Вәхитов «Ир ҡанаты»Туған телгә булған мөнәсәбәт хаҡында һүҙ. Контроль диктант “Ағиҙел йырсыһы”.Хаталар өҫтөндә эш.Башҡорт телендә сифаттарҙың исемләшеү осраҡтары.

8. Тау башында балҡый бер ҡала-3

Башҡортостандың баш ҡалаһы - Өфө.Р. Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”. Өфө ҡалаһының матурлығын данлау.А. Камалов “Боронғо башҡорт ҡалалары”. Тарихи ҡомартҡыларҙың әһәмиәте.

9.Башҡорт йолалары-4

 А. Ҡобағошов “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме?” Тәбиғәткә бәйле йолалар.Алмаш

Т. Ҡарамышева “Кәкүк сәйе”. Йолаларҙың тәрбиәүи әһәмиәте.С. Агиш “Ҡунаҡ һәм намыҫ”. Әҫәрҙең идея – тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.Башҡорт телендә исемдәрҙең сифат урынында килә алыуы.

10. Башҡорт аштары -2

 Н. Сафин “Бишбармаҡ” Ҡ. Даян “Башҡорт ҡымыҙы”Ҡымыҙҙың файҙаһы. Һан.

М. Өмөтбаев “Башҡорт ҡорото”. В. Власов “Башҡорт балы”.Милли аштарға заманса ҡараш.

11.Әсәм теле- сәсән теле -6

З.Биишева.”Башҡорт теле” шиғырында сағыштырыуҙар.Башҡорт теле.Башҡорт халыҡ әкиәте “Яҡшы  һүҙ–йән аҙығы”. Алмаш.Алмаш төркөмсәләре.Ә. Вахитов “Һүҙ хаҡында баллада”. Дәүләтбай ағай образына характеристика биреү.

Ғ. Хөсәйенов “Әсәм теле – сәсән теле”.Туған телдең әһәмиәте.Ябай һәм ҡушма һандар.Инша”Туған телем”

12.Башҡорттар китте һуғышҡа-6

Ҡ. Даян “Шайморатов генерал”.Хаталар өҫтөндә эш.Я. Хамматов “Башҡорттар китте һуғышҡа” әҫәрендә Тыуған илде һөйөү тойғолары. Я. Хамматовтың “Башҡорттар китте һуғышҡа” әҫәрендә  112-се Башҡорт атлы девизияһының һүрәтләнеүе.Ж. Кейекбаев “Зөбәй Үтәғолов”. Үтәғолов образына характеристика биреү.Ә. Бикчәктаев “Бөркөт һауала үлә”. Текстағы һуғышҡа, хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе үҙләштереү. Изложение. “Ил балаһы Шакирйән”.

13. Башҡорт ауыҙ-тел ижады-8

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Көләмәс тураһында төшөнсә. Йомаҡтар.

Исемдәрҙе ҡабатлау.   Хаталар өҫтөндә эш.“Урал батыр” әкиәте. Әкиәттә яҡшылыҡ менән яманлыҡ сифаттарының сағылыуы.  Башҡорт халыҡ әкиәте “Алдар менән Шайтан”.Һан.Һандарҙың яһалышы, төркөмсәләре.“Ҡурай моңо” әкиәтенең идея- тематик йөкмәткеһе.М. Кәрим “Азамат”. Башҡорт халыҡ йырының  бөйөклөгө.  

“Башҡорт ауыҙ – тел ижады” буйынса һорауҙарға яуаптар.

14.Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ-9

Башҡорт әҙәбиәте тарихы. Архаизмдар, неологизмдар, варваризмдар тураһында төшөнсә. Хаталар өҫтөндә эш  Ҡол Ғәли “Йософ Ҡиссаһы”. Боронғо яҙма әҙәбиәткә хас үҙенсәлектәрен асыҡлау.“Ҡармасан менән Сәрмәсан” әҫәре. Ҡармасан менән Сәрмәсән образдарына характеристика биреү.С. Юлаев “Бүгәсәүгә ҡушылып, ир – батырға ҡуш булып...”. Ҡобайырҙа тарихи образдарҙың һүрәтләнеүе. “Ҡарабай менән Сарыбай” әҫәрендә башҡорт халҡының көнкүреше.М. Аҡмулла “Нәсихәттәр” шиғырың тәрбиәүи әһәмиәтен асыҡлау.Ҡушма һандарҙың яҙылышын ҡабатлау.Ҡобағыш сәсән .“Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағош сәсәндең әйтешкәне”.

Байыҡ сәсән .“Байыҡ сәсәндең ҡаҙаҡ аҡыны Бохар менән әйтешкәне”

15.Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, халыҡ яҙыусылары-16

М. Ғафури. “Бир ҡулыңды”. Р. Ниғмәти. “Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”.

М. Кәрим “Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа”. Шағирҙың тормош юлы һәм ижады.  

С. Ҡудаш “Сәй”; Р. Ғарипов “Аманат” Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау.Н Нәжми “Күлдәк”.Р. Бикбаев”Халҡыма хат” Ә. Атнабаев “Салауат менән Һөйләшеү”. Шағирҙың тормош юлы һәм ижадын өйрәнеү.Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә.Контроль диктант “Халыҡ хаҡ һөйләй”

Т. Йосопов “Күңел тула”. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау.

М. Кәримов “Фасылдар”. Шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Хаталар өҫтөндә эш.Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы З.Биишева.Ә. Хәкимов. “Сәләх ҡарт”.Хаталар өҫтөндә эш.Ҡушма һандарҙың дөрөҫ яҙылышын ҡабатлау.

Н. Мусиндың тормош юлы һәм ижады.Н. Асанбаев. “Ҡыҙыл паша” драмаһы.

Ғ.Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы. Ҡисса тураһында төшөнсә.Исем категорияларын ҡабатлау.

16. Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ-11

Ҡ. Аралбай “Дуҫлыҡ һәйкәле”. Шиғырҙа халыҡ – ара дуҫлыҡ, туғанлыҡ сифаттарының сағылыуы.М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме”.Бөйөк Ватан һуғышы тарихы.Изложение М. Кәрим “Беҙҙең өйҙөң йәме”.З. Биишева “Дуҫ булайыҡ”. Юлдаш менән Ҡыҙрас образдарына характеристика биреү.З. Биишева “Дуҫ булайыҡ”.Дуҫтың ҡәҙерен белергә кәрәк .Әҙәбиәт теорияһын ҡабатлау.Һүҙ төркөмдәрен ҡабатлау. Исем.Ҡылым.Һүҙ төркөмдәрен ҡабатлау. Сифат. Алмаш

Ҡ.Дәүләткилдиевтың “Һунарсы башҡорт” картинаһы буйынса инша

Хаталар өҫтөндә эш. Һандарҙы ҡабатлау

Йомғаҡлау. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

7-се класс

 Теле барҙың- иле бар. Әкиәттәр - 8 сәғәт.

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр. Хайуандар тураһындағы әкиәттәр. «Етем төлкө», «Айыу мөнән бал ҡорттары». Тылсымлы әкиәттәр. «Алтын алма», «Әбйәлил». Тормош-көнкүреш әкиәттәре «Алтын тамсы», «һаранбай менән Зиннәт ағай». Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү. Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

 Риүәйәт һәм легөндалар - 7 сәғәт.

 Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Ер-һыу, ырыу-ҡәбилә тарихы: «Етегән йондоҙ», «Ай менән Зөһрә». Ырым-ышаныу: «Сыңрау торна». Тарихи риүәйәттәр: «Бошман ҡыпсаҡ батыр». Тормош-көнкүреш риүәйәте: «Ғилмияза» Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формалары. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәре. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү. Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләтеү. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуы. Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреш.

 Йырҙар - 5 сәғәт.

Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Тарихи йырҙар («Эскадрон», «Урал»). Тыуған ил һәм халыҡ берҙәмлеге тураһында («Йәйләүек»). Ҡасҡындар тураһында («Буранбай», «Бейеш»). Кантон башлыҡтары тураһында («Тәфтиләү», «Ҡолой кантон»). Ҡатын-кыҙҙар яҙмышы тураһында («Зөлхизә», «Ғилмияза»). Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманы.

Таҡмаҡтар - 2 сәғәт.

Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы.

 Алтын көҙ - 4 сәғәт.

 М.Тажи «Алтын көҙ», Ф.Рәхимғолова «Көҙ» шиғырҙарында көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнеше. Әҙәбиәт теорияһы: Поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсә. М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүе.

 Уҡыу - белем шишмәһе - 5 сәғәт.

Раил Байбулатов. «Нурлы күҙҙәр». Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау. Теләк һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше. Дуҫлыҡта – берҙәмлек – 6 сәғәт.

 Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү. Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар. Ә.Бикчәнтәев. «Бакенщиктар илаҡ булмай». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда батырлыҡтың сағылышы. Ата һәм ул образдары. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәреше.

 Хеҙмәте юҡтың - хөрмәте юҡ - 8 сәғәт.

М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырында эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүе. М.Ямалетдинов. «Ураҡ өҫтө» шиғырында ураҡ ваҡытында иген урыусы комбайнерҙың хеҙмәте. Уйылдан образы. Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар. Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе. Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуы. Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүе. Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе. Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү. Ж.Кейекбаев. «Туғандар һәм таныштар» романынан өҙөк. Өҙөктөң йөкмәткеһен үҙләштереү. Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу. Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә. Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәреше. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау. Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б. Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

Башҡортостан-ғәзиз ерем - 4 сәғәт.

 Ә.Үтәбай. «Башҡортостан» шиғырында лирик геройҙың кисерештәрендә Башҡортостан, Тыуған ил образы. А.Игебаев. «Онотманым һине, ауылым» шиғырында хистәр байлығы, тыуған ерҙең күңелгә яҡын булыуын еткереү. Сифат ҡылым, унда бер үк ваҡытта сифатлыҡ һәм ҡылымлыҡ мәғәнәһенең булыуы, йәғни предметтың, заттың билдәһен уның эше, хәрәкәте буйынса белдереүе. Сифат ҡылымдың заман менән үҙгәреүе. Хәҙерге заман сифат ҡылымдың ике төрө, ябай һәм ҡушма формалары, менән практик таныштырыу, уларҙың барлыҡта йәки юҡлыҡта тора алыуы. Үткән заман сифат ҡылым, уның яһалышы, барлыҡта, юҡлыкта килә алыуы. Киләсәк заман сифат ҡылым, уның яһалышы, төрҙәре, мәғәнәләре. Сифат ҡылымдарҙың исемләшеүе, был осраҡта исемдәргә хас категориялар менән үҙгәреүе. Рус теленән айырмалы рәүештә, башҡорт телендә исем алдында килеүсе сифат ҡылымдарҙың һан, эйәлек, килеш ялғауҙарнын ҡабул итмәүе. Исем ҡылым, уның эш, хәл һәм хәрәкәттең исемен атауы, яһалышы. М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы. Ап-аҡ карҙар яуа - 7 сәғәт.

 К.Кинйәбулатова. «Һаумы, аҡ ҡыш!», Ш.Бикколов. «Урман», Ә.Әхмәт-Хужа. «Эй, Ҡыш бабай, Ҡыш бабай!», Г.Ғәлиева. «Ҡарһылыу». Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше. Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәре. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләре. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышы. Ә.ӘҺлиуллин. «Биҙәкле сана». Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Боронғо сана яһау һөнәренең сағылышы. Имаметдин ҡарттың һөнәре, халыҡ араһындағы абруйы. Әҫәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивы. Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү. Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.

 Ил намыҫы - ир күңелөндә - 11 сәғәт.

 Р.Шәкүр. «Һаҡта тора илдең улдары» шиғырында Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдары. Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше. Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре. В.Исхаков. «Кеше күңеле - тәрән даръя». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Исеменең мәғәнәһен асыҡлау. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеге. Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында төшөнсә. А.Баһуманов. «Ҡайҙа һин генерал?». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткәһен үҙләштереү. Проблемаларына, образдарына характеристика биреү. План төҙөп, план буйынса һөйләргә өйрәнеү. Рәүештәрҙең яһалышы: тамыр, яһалма, ҡушма рәүештәр. Дәрәжәләре. Рәүештәрҙеңтелмәрҙә ҡулланылышы.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр - 6 сәғәт.

Г.Юнысова «Әсәйҙәр байрамы», «Йырлайым әсәйҙәр тураһында» (йыр). Ф.Мөхәмәтдинов «Әсәйем ҡулы» шиғырҙарҙын һәм йырҙы тасуири уҡыу. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы. Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау. Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү. Г.Яҡупова. «Әсәйҙәр ниңә ҡартая?», «Мейес әбей». Әсә менән бала, ейән менән өләсәй мөнәсәбәттәрө тураһында әңгәмә ойоштороу. Теркәүестәр. Уларҙың һөйләм киҫәктәрен һәм ҡушма һөйләмдә ябай һөйләмдәрҙе бәйләп йөрөүе. Теркәүестәрҙең төркөмсәләре: теҙеү һәм эйәртеү теркәүестәре, уларҙың телмәрҙәгө ҡулланышын күҙәтеү. Теркәүес һүҙҙәр: парлы һәм яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр, уларҙың һөйләмдәрҙе һәм һөйләм киҫәктәрен бәйләүе күрһәтеү алмаштары менән белдерелә, яңғыҙ теркәүес һүҙҙәр: һорау һәм күрһәтеү алмаштары менән белдерелгән парлы теркәүес һүҙҙәр. Теркәүестәрҙең дөрөҫ яҙылышы, уларҙы телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

Эх, күңелле яҙ килә! - 7 сәғәт.

Р.Ниғмәти. «Яҙ килде, яҙ!» шиғырында яҙ килеү менән тәбиғәттең уяныуының, яҙғы эштәр башланыуының һүрәтләнеше. Р.Ғариповтың «Һабантурғай» шиғырында яҙ килтереүсе һабантурғай образы. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, төп идеяларын асыу. Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика. Бәйләүестәр. Уларҙың эйәреүсе киҫәк менән эйәртеүсе киҫәкте, эйәрсән һөйләм менән баш һөйләм араһындағы бәйләнеште барлыҡҡа килтереүе. Бәйләүестәрҙең төркөмсәләре, мәғәнәләре. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәте. Синоним бәйләүестәрҙе ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу. Бәйләүестәрҙең килештәргә мөнәсәбәте: 1) исемдәрҙең төп килештә, ә алмаштарҙың эйәлек килештә килеүен талап итеүсе бәйләүестәр; 2) исемдәрҙең төбәү килешен талап итеүсе бәйләүестәр; 3) исемдәрҙең сығанаҡ килештә тороуын талап итеүсе бәйләүестәр.

Тел - тере шишмә - 6 сәғәт.

Ҡ.Аралбай. «Башҡорт тел», Ғ. Байбурин. «Тыуған илемә» шиғырҙарында туған телгә, илгә, халыҡҡа ихтирам һәм дан йырланыуы. М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика. Киҫәксәләр. Уларҙың айырым һүҙгә йәки һөйләмгә ниндәй булһа ла мәғәнә төҫмөрләнеше биреүсе ярҙамсы һүҙ булыуы тураһында төшенсә. Киҫәксәләрҙең төркөмсәләре, уларҙың дөрөҫ яҙылышы, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу күнекмәләрен нығытыу.

 Йәмле йәй - 7 сәғәт.

М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы. Мөнәсәбәт һүҙҙәр. Уларҙың һөйләмдә хәбәр булып килеүе, шулай уҡ һөйләмгә төрлө модаллек мәғәнәләрен биреүгә лә хеҙмәт итеүе, дөрөҫ яҙылышы. Х.Назар. «Йәйге йәшен». Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше. Ымлыҡтар. Уларҙың кешеләрҙең хис-тойғоһон, теләк-ынтылыштарын белдереүе. Ымлыҡ төрҙәре, телмәрҙәге әһәмиәте, дөрөҫ яҙылышы. Ымлыҡтарҙың яңы һүҙҙәр яһауҙа нигеҙ булыуы. С.Әлибай. «Ямғыр теләү» шиғырында ямғыр теләүҙең һүрәтләнеше. Н.Игеҙйәнова. «Өйөрөлмәк» әҫәренең йөкмәткеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә һүрәтләнгән хәл-ваҡиғаларҙы баһалау. Әҫәрҙең төп идеяһын һәм образдарын асыу.

8-се класс

I. Мәктәп – белем шишмәһе(10)

С. Әлибайҙың “ Мәктәп юлы” шиғырында юл образы. Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Н. Мусиндың “Һабаҡ” әҫәрендә йәйге ялдың һүрәтләнеше. Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы һәм төҙөлөшө. һүҙбәйләнеш,уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһы. Р. Тимершиндың “Уйлап табыусы” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе. Һөйләмдә һүҙ тәртибе. Логик баҫым. Һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре. 

II. Халыҡ ижады – халыҡ  хазинаһы (2)

 “Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙарының идея-тематик йөкмәткеһе.

III. Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле-(7)

З. Биишеваның “ Көҙгө ямғыр”  Х. Назарҙың “Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын” шиғырҙарында   тәбиғәтте тасуирлау. Һөйләмдең баш киҫәктәре.Эйә менән хәбәр Хаталар әҫтөндә эш. Р. Ханнановтың “Икмәк ҡәҙере”, Р. Өмөтбаевтың “Әмир баҫыуы”  әҫәрендә  хеҙмәттең әһәмиәте. Хәбәрҙең төп билдәләре, уның составы һәм бирелеше.

IV. Башҡортостан – алтын бишек(6)

А. Игебаевтың “Башҡортостан ил генәм”, “Ҡырлас тауҙар иле – Башҡортостан”   И. Кинйәбулатовтың “ Дуҫлыҡ төйәге” шиғырында Тыуған ер образы. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре. Н. Нәжмиҙең  “Өфө йүкәләре” шиғырында образдар. Аныҡлаусылар. Өҫтәлмәлектәр.

V. Салауат батыр – ир ине(7)

 Хаталар өҫтөндә эш. “Салауат батыр” ҡ Ф. Күзбәков “Яу ораны бит һин, Салауат” обайыры Ф. Рәхимғолова “Салауат”, Т. Дәүләтбирҙина  “Салауат рухы” . Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре, телмәрҙәге роле. Я. Хамматовтың “Салауат” романында тарихи осор. Я. Хамматовтың “Салауат” романында Салауат образы. А. Лежневтың “Салауатты ҡулға алыу” картинаһы.

VI. Ҡыш-(11)

Ш. Бабич “Ҡышҡы юлда”,  Ф. Рәхимғолова “Ҡыш” шиғырҙары. Маҡсат хәле. Сәбәп хәле. Б. Рафиҡовтың “Бүреләр” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Күләм-дәрәжә хәле, Шарт хәле. Кире хәл. И. Теләүембәтовтың “Маралым таңы” әҫәренең   идея-тематик йөкмәткеһе. Контроль диктант “Нефть”. Хаталар өҫтөндә эш .А. Йәғәфәрованың “Кескәй шишмә” хикәйәһендә сағылған проблемалар.

VII. Данлы йылдар, шанлы йылдар(11)

М. Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһында образдар..Ябай һөйләм синтаксисы. Синтаксиз анализ. Үлмәҫбай, Теребай образдарына характеристика. Тиң киҫәкле һөйләмдәр, уларҙы бәйләү теркәүестәре. Н. Ғәлиевтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Н. Ғәлиевтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”  әҫәрендә сағылған проблемалар. Р. Өмөтбаевтың “Генерал Күсимов” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе.” 

VIII. Әсәйем – күңел ҡояшым(6)

Хаталар өҫтөндә эш. Ш. Бикҡолдоң “Әсәйемдең кәңәштәре” шиғырының идеяһы. Т. Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре. Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Т. Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәрендә күтәрелгән проблемалар. 

IX. Әҙәп барҙа – иман бар(5)

Хаталар өҫтөндә эш. Х. Назарҙың “Өс һүҙ” шиғырының идеяһы. М. Ямалетдиновтың “Иман” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе. З.Ғәлимовтың “Ялан сәскәләре” әҫәрендә атай һәм ул мөнәсәбәтенең сағылышы. Һөйләмдәрҙең айырымланған эйәрсән киҫәктәре.

X. Шаулап, гөрләп яҙ килә(7)

Р. Ғариповтың “Яҙғы йыр”, З. Ураҡсиндың  “Алмағас”  шиғырында тәбиғәттең һүрәтләнеше. Өҫтәлмәлектәрҙең, хәлдәрҙең айырымланыуы. З. Ураҡсиндың “Сәскә ғүмере” әҫәрендә матурлыҡ тойғоһо. Р. Сафиндың “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” шиғырында образдар. 

XI. Ай Уралым, Уралым!-(12)

Хаталар өҫтөндә эш. Ҡ. Аралбайҙың “Ер тураһында ете һүҙ”, Б. Бикбайҙың “Ер”  шиғырҙарында ерҙе һаҡлау проблемаһы. Өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре. Ж. Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”. Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, тыныш билдәләре. Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе. Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” әҫәрендә күтәрелгән проблемалар. К. Шафиҡованың “Уйна, ҡурай!”  әҫәрендә ҡурай образы..Тура һәм ситләтелгән телмәр, тыныш бидәләре, уларҙың айырмаһы. Ф. Рәхимғолованың “Бал ҡорто һәм күбәләк” шиғырында тәбиғәткә булған мөнәсәбәт.

XII. Йәй-(5)

Ш. Янбаевтың “Тегәнәк” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе. Ш. Янбаевтың “Тегәнәк” әҫәрендә сағылған проблема.  Р. Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе. Р. Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” әҫәрендә сағылған мөнәсәбәттәр. Р. Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” әҫәрендәге геройҙар. Ә. Хәмәтдинованың “Йәшел аптека” әҫәрендә үләндәрҙең әһәмиәте.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары ижадын ҡабатлау. Һүҙ төркөмдәре, һөйләм төрҙәре темаларын “Данлы йылдар, шанлы йылдар” темаһын ҡабатлау. “Әҙәп барҙа – иман бар” темаһын ҡабатлау.“

9-сы  класс

Башҡорт халыҡ ижады-(2)

Инеш. Башҡорт халыҡ ижады. Төрҙәре.5-8 синыфтарҙа үтелгәнде ҡабатлау.

Эпос, ҡобайыр, иртәктәрҙең айырмаһы. Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар (18)  

“Урал батыр” эпосында һүрәтләнгән ваҡиғалар. Ябай һөйләм синтаксисы буйынса ҡабатлау.

“Урал батыр” эпосында күтәрелгән мәсьәләләр.Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.Эпостағы фәлсәфәүи, әхләҡи, педагогик  мәсьәләләр. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә.Әҫәрҙә фантастика һәм реаллектең сағылышы. Ҡушма һөйләмдең төрҙәре.Ғаилә һәм тәрбиә мәсьәләләре.Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр.

“Урал батыр” эпосында күтәрелгән йәшәү һәм үлем проблемалары. Теҙмә ҡушма һөйләмдәр. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр .Эпоста Урал, Һомай һәм Шүлгән образдарының төп һыҙаттары. Теркәүесһеҙ теҙмә ҡушмаһөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Урал батыр” эпосында  Самрау батша иле һәм халыҡтың идеалы. Хаталар өҫтөндә эш.

“Урал батыр” эпосында изгелек менән яуызлыҡтың көрәше. Теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙе бәйләүсе теркәүестәр.“Урал батыр” эпосының   художество үҙенсәлектәре. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр, улар тураһында төшөнсә.Эпоста халыҡ традицияларының бирелеше. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙәге баш һәм эйәрсән һөйләмдәр.“Урал батыр” эпосы тураһында яңы фекерҙәр мәғлүмәттәр. Эйәрсән һөйләмдәрҙең мәғәнә һәм төҙөлөшө яғынан бүленеше.   “Урал батыр” эпосында халыҡтың рухи үҫеш кимәле. Эйәрсән һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар. Тыныш билдәләре. 

Эйәрсән эйә һөйләм.“Аҡбуҙат” эпосының   төп темаһын, идеяһын, проблемаларын асыу.  “Аҡбуҙат “  эпосында халыҡ  бәхете өсөн көрәш.  Эйәрсән аныҡлаусы һөйләм.“Аҡбуҙат” эпосында образдарҙың бирелеше. Эйәрсән тултырыусы һөйләм.Эпоста Урал батырҙың эшен дауам итеү мотивтарының сағылышы. Ҡобайыр жанрына төшөнсә. Эйәрсән хәбәр  һөйләм Боронғо әҙәби ҡомартҡылар  (1)    

Боронғо ҡулъяҙма китаптар. Китап күсереүсе Ғәденнасир. Эйәрсән рәүеш һөйләм.

 Ҡол Ғәли. Ҡисса-и Йософ (3)

 Ҡол Ғәлиҙең  “Ҡисса- и Йософ” ҡиссаһының идея- тематик йөкмәткеһе Эйәрсән сәбәп һөйләм. Ҡиссала Йософ, Зөләйха образдарының төп һыҙаттары.Эйәрсән шарт һөйләм. Ҡиссала хакимдар һәм халыҡ мөнәсәбәтенең сағылышы. Эйәрсән маҡсат һәм күләм-дәрәжә һөйләмдәр.

Йырауҙар (4)    

Йырауҙар тураһында төшөнсә. Һабрау йырау тураһында мәғлүмәт. Кире һөйләм.

“Һабрауҙың Уралға төбәп әйткәне”  Баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙең  урынлашыу тәртибе.

Ә. Хәкимдең “Думбыра сыңы” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе.Эйәрсән һәм баш һөйләмдәге мөнәсәбәт һүҙҙәр.

Һабрау  образының һүрәтләнеше. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең синонимлығы

Сәсәндәр ижады(3)

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә. Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Аҡмырҙа сәсән менән Ҡобағыш сәсәндең әйтешкәне. Эйәрсән кире һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар.Аҡмырҙа менән Ҡобағыш образдарының бирелеше.Әйтеш тураһында төшөнсә. Эйәрсән кире һөйләмдә тыныш билдәләре.

Шәжәрәләр  (3)    

Шәжәрәләр. Шәжәрәләр тураһында төшөнсә. Хаталар өҫтөндә эш.Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр. Юрматы ырыуы шәжәрәһе. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең икенән артыҡ ябай һөйләмдәрҙән тороуы.“Минең  шәжәрә ағасым”. Ата- бабаларҙың исемлеген төҙөү. Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең төрҙәре.

Салауат Юлаев(7)

Яугир- шағирҙың тормошо, яҙмышы. Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр.

С. Юлаевтың  Тыуған илгә арналған поэзияһы. Тиң булмаған эйәрсән һөйләмле ҡушма һөйләмдәрС.Юлаевтың “Уҡ”, “Яу”, “Егеткә” шиғырҙарында азатлыҡ һәм батырлыҡ мәсьәләләре. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр.

С. Юлаев.“Зөләйха” , “Юлһыҙ ғына ерҙән юлдар ярып...” шиғырҙарында мөхәббәт лирикаһы. Ҡатнаш ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре.

Тарихи шәхес, әҙәби герой.  Теҙемдәрҙең төрө,төҙөлөшө.

Урыҫ ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһы. Һөйләм аҙағындағы тыныш билдәләрен ҡабатлау.

М. Аҡмулла (8)      

М. Аҡмулланың тормош юлы, ижады. Өтөр һәм уның ҡуйылыу осраҡтары.

М. Аҡмулла. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” Ябай һәм ҡушма һөйләмдәрҙә өтөрҙәрҙең ҡуйылышы..М. Аҡмулланың философик лирикаһы. “Өмөт”, “Тел”, “Аҡыл” Һөйләмдә тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау.М. Аҡмулланың тәбиғәт тураһындағы лирикаһы. “Ел”, “Тупраҡ” Һыҙыҡ, уның ҡуйылыу осраҡтары. “Аттың ниһең маҡтайһың?”  “Бәхет” шиғырҡобайырҙарының идеяһы. Ике нөктәнең ҡуйылыу осраҡтары.

М. Өмөтбаев  (5)      

М. Өмөтбаевтың ғилми- ағартыу эшмәкәрлеге. Нөктәле өтөр һәм уның ҡуйылыу осраҡтары.М. Өмөтбаев.  “Ҡайыш илә йүкә”. “Көрәшсе”.  Ике нөктәнең ябай, ҡушма, тура телмәрле һөйләмдәрҙә ҡуйылышы.  

Р.Фәхретдин (3)        

Р. Фәхретдиндең “Аҫар”-әҫәрендә уҡымышлылар, дин әһелдәре тураһында белешмә.Хаталар өҫтөндә эш. Р. Фәхретдин “Сәлимә”, “Әсмә” повестарында күтәрелгән һорауҙар. Йәйәләр һәм тырнаҡтарҙың ҡуйылыу осраҡтары.

Сафуан Яҡшығолов  (4)    

С. Яҡшығоловтың тормош юлы, ижады. Синтаксис буйынса үтелгәнде ҡабатлау.

С. Яҡшығолов. “Бығаулы фил”, “Төлкө менән Торна” мәҫәлдәренең төп идеяһы. Ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен ҡабатлау.

Ф.Сөләймәнов(4)            

Ф. Сөләймәновтың “Тимербай ҡурайсы” хикәйәһенең төп идеяһы. Хат яҙыу ҡағиҙәләре.

Ф. Сөләймәновтың  “Тимербай ҡурайсы” әҫәрендә башҡорт халҡының яҙмышын һүрәтләү. Ғаризаяҙыу ҡағиҙәләре.

М. Ғафури (8)

Ғариза яҙыу ҡағиҙәләре. М. Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады.

М. Ғафуриҙың  “Юҡтырһың да, алла !”, “Баҙарға сыҡтым” әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлек. Акт яҙыу ҡағиҙәләре.М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәренең төп идеяһы. Протокол яҙыу ҡағиҙәләр.

М. Ғафуриҙың  “Шағирҙың алтын приискаһында” повесының идеяһы. Хаталар өҫтөндә эш.

М. Ғафури. “Шағирҙың алтын приискаһында” әҫәрендә ябай халыҡ вәкилдәре.  Йомғаҡлау, ҡабатлау.

Ш. Бабич (5)

Ш. Бабичтың тормош юлы һәм ижады. Ш.Бабич ижадында Башҡортостан темаһы “Беҙ”“Халҡымөсөн”, “Кем өсөн”Ш.Бабичтың  ижадында азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт лирикаһы.Расписка яҙыу ҡағиҙәләре.

Ҡобайыр, эпос жанрҙарының үҙенсәлектәрен ҡабатлау.

                 Уҡыу эшмәкәрлегенең төп төрҙәрен белдереүсе тематик план

5-се класс

№ п/п

Дәрес  темаһы

Программа буйынса сәғәттәр һаны

Контроль эштәр буйынса сәғәттәр һаны

Уҡыусыларҙың

эшмәкәрлеге

1.

     Көҙ

    34 сәғәт

4

Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу. Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышын курһәтеу. Тасуири уҡыу күнекмәләре булдырыу. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу.Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү. Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

Синоним ,антоним,омоним темаларын үҙләштереү. Башҡорт теленең өндәр системаһын иҫкә төшөрөү. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу.  Фонетик күнегеүҙәр эшләү.

Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.

Башҡорт телендә сингармонизм, уларҙың төрҙәрен үҙләштереү.

2.

Ҡыш

38 сәғәт

2

 

Шиғырҙарҙа, хикәйәләрҙә ҡышҡы тәбиғәттең матурлығын тасуирлау.  Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәрен,хикәйәләү тураһында төшөнсәне асыҡлау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика бирә белеү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәрен эшләү, телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу. Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү. Башҡорт һәм рус телдәрендәге һүҙьяһалыш юлдарын асыҡлау, уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын билдәләү. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.

3

Яҙ

20 сәғәт

2

Шиғырҙарҙа, хикәйәләрҙә миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири,шыма уҡыу күнекмәләрен нығытыу.  

Хикәйәләрҙең, әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләрен нығытыу. Яҙ тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу.

4

Йәй

2 сәғәт

Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса белемдәрҙе нығытыу.

Бөтәһе

94

8

6 –сы класс

№ п/п

Дәрес  темаһы

Программа буйынса сәғәттәр һаны

Контроль эштәр буйынса сәғәттәр һаны

Уҡыусыларҙың

эшмәкәрлеге

1.

Йырым минең- Башҡортостан

3  сәғәт

 Башҡортостан республикаһының үткәне, бөгөнгөһө, киләсәге менән танышыу. Республика тураһында тулы мәғлүмәт алыу.  “Башҡортостан” темаһы буйынса тәҡдим ителгән материалдың тулы һәм тарихи   яғын дөрөҫ сағылдырыуына иғтибар итеү. Үҙең йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың- тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡындағы белемдәрҙе системаға һалыу.

2.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер

 4 сәғәт

1

Исемдәрҙең һан, килеш менән үҙгәрешен ҡабатлау, һөйләмдә исемдәрҙең ниндәй килештә килеүен дөрөҫ билдәләү.  Әҫәрҙәрҙә башҡорт халҡының үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә ҡороу, башҡорттарҙың элекке тормошон һүрәтләү

3

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап

6 сәғәт

1

Исемдәрҙең эйәлек категорияһын ҡабатлау.  Уҡылған әҫәрҙәрҙә тарихи шәхестәр исемдәрен, тормош юлдарын һөйләй белеү,Салауат Юлаев тураһындағы әҫәрҙәрҙә батырҙың тормошо,  башҡорттарҙың көнкүреше, йәшәйеше тураһында фекер йөрөтә белеү. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреүен ҡабатлау

4

Төньяҡ амурҙары

 6 сәғәт

Исемдәрҙең  хәбәрлек категорияһы, башҡорт телендә исемдәрҙең берлектә, күплектә ҡулланылыу осраҡтарын үҙләштереү, әҫәрҙәрҙә башҡорттарҙың данлыҡлы хәрби хеҙмәте үҙенсәлектәре тураһында әңгәмә ҡороу , 1812 йылғы Ватан һуғышы тураһында мәғлүмәт туплау һәм уны ҡуллана белеү

, теманы

5

Башҡорт автономияһы өсөн көрәш

6 сәғәт

Башҡорттарҙың ирек өсөн көрәше тураһында фекер йөрөтә белеү, башҡорттарҙың Граждандар һуғышында ҡатнашыуына мөнәсәбәтеңде әйтеү,  исемдәрҙең һан менән үҙгәрешен ҡабатлау, хитап тураһында төшөнсә менән танышыу, исемдәрҙең хәбәрлек категорияһын  үҙләштереү, һүҙлек байлығын арттырыу өҫтөндә ентекле эш алып барыу.

6

Уралып ятҡан Уралтау

 

6 сәғәт

1

Сифаттарҙың дәрәжә менән үҙгәреше. Яңғыҙлыҡ исемдәрҙе ҡабатлау әҫәрендә һүрәтләү саралары. Үҙең йәшәгән ерҙең – Башҡортостандың- тарихы, уның байлығы, күренекле шәхестәре һ.б. хаҡындағы белемдәрҙе системаға һалыуяҙма телмәрҙә ҡуллана белеү

.

7

Ағиҙелкәй алҡын,һыуы һалҡын

6сәғәт

1

Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләләре тураһында фекер йөрөтә белеү, халыҡ хикәйәләре тураһында төшөнсәне  әҙәби хикәйәләрҙән айыра белеү, туған телгә булған мөнәсәбәт тураһында диалог төҙөү, башҡорт телендә сифаттарҙың исемләшеү осраҡтарын үҙләштереү.

8.

Тау башында балҡый бер ҡала

3сәғәт

Өфө ҡалаһының матурлығын данлау, диалог төҙөү, тарихи ҡомартҡыларҙың әһәмиәтен белеү, боронғо башҡорт ҡалалары тураһында проект эшләү.

9

Башҡорт йолалары

 

4сәғәт

Тәбиғәткә бәйле йолалар менән танышыу, йолаларҙың тәрбиәүи әһәмиәтен белеү, башҡорт телендә исемдәрҙең сифат урынында килә алыуын өйрәнеү. Алмаш темаһына күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү

10

 Башҡорт аштары

 

2сәғәт

Башҡорт аштары атамаларын белеү, милли аштарға заманса ҡараш тураһында диалог төҙөү, проект төҙөү

11

Әсәм теле- сәсән теле

5 сәғәт

1

Туған телдең әһәмиәте тураһында фекер йөрөтөү, ул фекерҙе һөйләү, яҙыу ябай һәм ҡушма һандарҙы яҙыу, әҫәрҙәге сағыштырыуҙарҙы таба белеү, һүҙлек байлығын арттырыу өҫтөндә ентекле эш алып барыу, алмаш төркөмсәләрен иҫкә төшөрөү

12.

Башҡорттар китте һуғышҡа

5 сәғәт

1

Тыуған илде һөйөү тойғоларын кисереү, Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әңгәмә төҙөү, һуғышҡа, хәрби хеҙмәткә ҡағылышлы һүҙҙәрҙе үҙләштереү уҡылған әҫәр буйынса изложение яҙыу, һүҙлек байлығын арттырыу өҫтөндә ентекле эш алып барыу, 112-се Башҡорт атлы девизияһының данлы юлын өйрәнеү

13

 Башҡорт ауыҙ-тел ижады

 

   

8 сәғәт

1

Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады төрҙәре:көләмәс, йомаҡтар, әкиәттәрҙең үҙенсәлеген белеү, әкиәттәрҙә яҡшылыҡ менән яманлыҡ сифаттарының сағылыуын таный белергә өйрәнеү, исемдәрҙе ҡабатлау, һандарҙың яһалышы, төркөмсәләрен белеү, хаталар өҫтөндә эште үҙ аллы эшләй белергә өйрәнеү,

14

Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ

6 сәғәт

Башҡорт әҙәбиәте тарихы менән танышыу, архаизмдар, неологизмдар, варваризмдарҙың үҙенсәлеген үҙләштереү,боронғо яҙма әҙәбиәткә хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау, был әҫәрҙәрҙә тарихи образдарҙың, башҡорт халҡының көнкүрешен, һүрәтләү сараларын өйрәнеү, Аҡмулланың “Нәсихәттәр” шиғырының тәрбиәүи әһәмиәтен асыҡлау, ҡушма һандарҙың яҙылышын ҡабатлау.

15

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, халыҡ яҙыусылары-

 

9 сәғәт

1

Шағирҙарҙың һәм яҙыусыларҙың тормош юлы һәм һәм ижадын өйрәнеү, биография һәм автобиография тураһында мәғлүмәтте  үҙләштереү, әҫәрҙәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау,ҡушма һандарҙың дөрөҫ яҙылышын ҡабатлау, ҡисса тураһында төшөнсәне өйрәнеү,исем категорияларын ҡабатлау.

 

16

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ

10 сәғәт

1

Әҫәрҙәрҙә халыҡ – ара дуҫлыҡ, туғанлыҡ сифаттарының сағылыуын күрә белеү, Бөйөк Ватан һуғышы тарихы тураһында әңгәмә ҡороу, әҙәбиәт теорияһын,һүҙ төркөмдәрен: исем,ҡылым, сифат, алмаштарҙы ,   һандарҙы ҡабатлау, хаталар өҫтөндә эште үҙ аллы эшләй белергә өйрәнеү,  

үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

Бөтәһе

94

8

7-се  класс

№ п/п

Дәрес  темаһы

Программа буйынса сәғәт һаны

Контроль эштәр буйынса сәғәттәр һаны

Уҡыусыларҙың

эшмәкәрлеге

1.

Теле барҙың- иле бар

 7 сәғәт

1

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәрҙе уҡыу. Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәнеү. Әҙәбиәт теорияһы. Эпитет, гипербола, аллегория төшөнсәләрен ҡабатлау.

2

Риүәйәт һәм легендалар

7 сәғәт

  Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктарын табыу.Ҡылымдарҙың затлы һәм затһыҙ, барлык-юҡлык формаларын билдәләү. Ҡылымдарҙың күләм һәм йүнәлеш категориялары менән практик таныштырыу күнегеүҙәрен эшләү. Төп йүнәлештән башҡа ҡылым йүнәлештәренең айырым ялғауҙары булыуын күрһәтеү һәм башҡорт телендә биш йүнәлеш: төп йүнәлеш, ҡайтым йүнәлеше, төшөм йүнәлеше, йөкмәтеү йүнәлеше һәм уртаҡлыҡ йүнәлеше барлығын практик миҫалдарҙа күрһәтеү. Ҡылымдарҙың затлы формаларының үҙенсәлектәрен: һан, зат, заман менән үҙгәрешен асыҡлау, уларҙы рус теленә тәржемә итеү күнегеүҙәрен эшләү. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәләре, заман формалары, һан, зат менән үҙгәреше, ниндәй һөйләм киҫәге була алыуын асыҡлау. Хәҙерге заман хәбәр һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың мәғәнәһе, яһалышы, үҙгәреше менән танышыу.

3

Йырҙар

4 сәғәт

1

Йыр тураһында төшөнсә белеү. Боронғо һәм хәҙерге йырҙарҙы сағыштырыу. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙарға бүлеү. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәтен

 аңлау. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленешен белеү. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың ролен асыҡлау. Хәбәр һөйкәлеше ҡылымдарының үткән заманын билдәләү.

4

Таҡмаҡтар

2 сәғәт

 Таҡмактар тураһында төшөнсәне системалаштырыу. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһын билдәләү.

5

Алтын көҙ

2 сәғәт

1 

 Шиғырҙарҙа көҙгө тәбиғәттең, көҙ билдәләренең һүрәтләнешен күреү. Әҙәбиәт теорияһы: поэтик телдәге һүрәтләү сараларын ҡабатлау. Метафора тураһында төшөнсәне өйрәнеү. Хикәйәләрҙә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивын булдырыу. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмәләшеү. Бойороҡ һөйкәлеше ҡылымдарының эш ҡушыуҙы, бойороуҙы белдереүе, яһалышы, һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡта йәки юҡлыҡта килеүен өйрәнеү.

6

Уҡыу- белем шишмәһе

4 сәғәт

1

Шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү. Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы билдәләү.. Шарт һөйкәлеше ҡылымдары, уларҙың яһалышы, мәғәнәһе, үҙгәрешен өйрәнеү.

7

Дуҫлыҡта -берҙәмлек

5 сәғәт

1

Хикәйәләрҙең идея-тематик яҡтан йөкмәткеһен үҙләштереү. Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүен асыҡлау. Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуын өйрәнеү. Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүен өәрәнеү. Исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүе.

Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу. Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә биреү. Уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәрешен системалаштырыу. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау. Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б. Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

8

Хеҙмәте юҡтың –хөрмәте юҡ.

7 сәғәт

1

 Шиғырҙарҙа эшсәнлек, дуҫлыҡ һәм дошманлыҡтың ҡапма-ҡаршы һүрәтләнеүен асыҡлау. Хикәйәләрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым, уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүен өйрәнеү. Исем ҡылымда ҡылымлыҡ билдәләре: барлыҡ - юҡлыҡ, ҡылым күләмдәре һәм йүнәлештәре ялғауҙарын ҡабул итә алыуын үҙләштереү. Исемлек билдәләре: килеш, һан, эйәлек категориялары менән үҙгәреүен, исем ҡылымдарҙың исемгә күсеүен өйрәнеү Исем ҡылымдарҙы рус теленә тәржемә итеү.

9

Башҡортос

тан - ғәзиз ерем

4 сәғәт

1

Төп образдарға характеристика биреү.Һорауҙарға яуаптар биреү, план төҙөп, уның буйынса һөйләү. Башҡорт халҡының йылҡысылыҡ, солоҡсолоҡ һөнәрҙәре тураһында әңгәмә ойоштороу, яҙма эштәр башҡарыу. Әҙәбиәт теорияһы: Герой тураһында төшөнсә, уртаҡ ҡылым, уның мәғәнәһе, яһалышы, барлыҡ-юҡлыҡ менән үҙгәрешен өйрәнеү. Рус телендәге уртаҡ ҡылымдың башҡорт теленә төрлө ҡылым формалары менән тәржемә ителеү мөмкинлектәрен миҫалдарҙа күҙәтеү. Киреһенсә, башҡорт телендәге уртаҡ ҡылым рус теленә төрлө ҡылымдар менән тәржемә ителә алыуын практик эштәр үтәлешендә асыҡлау. Башҡорт телендә уртаҡ ҡылымдарҙың икенсе бер ҡылымдарҙы асыҡлап килеүе ихтимал: бирешмәҫкә тырыша, күрергә теләй һ.б. Уртаҡ ҡылымдан һуң ярай, ярамай, тейеш, тейеш түгел, кәрәк, мөмкин модаль һүҙҙәре килеп, төрлө модаль мәғәнәләр белдерә алыуын практик күҙәтеү, уларҙы рус теленә тәржемә итеү.

10

Ап-аҡ ҡарҙар яуа

6 сәғәт

1

 Шиғырҙарҙа ҡыш миҙгеленең, тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнешентаба белеү. Хәл ҡылым, уларҙың яһалышы, мәғәнәләре, төрҙәре, үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Хәл ҡылымдар процестың билдәһен белдереүҙәре менән рәүештәргә оҡшай, ә уларҙың барлыҡ-юҡлыҡ, күләм, йүнәлеш ялғауҙары ҡабул итеүе - ҡылымлыҡ билдәләрен системалаштырыу. Хәл ҡылымдарҙың ҡулланышы һәм дөрөҫ яҙылышын өйрәнеү.Әҫәрҙәрҙә дуҫлыҡ, татыулык мотивын табыу. Ҡылым төркөмсәләренең рус теленә тәржемә ителеү үҙенсәлектәрен практик эштәр башҡарғанда күҙәтеү, уларҙы тәржемә итеү күнекмәләрен үҫтереү. Ҡылымдарҙы дөйөмләштереп кабатлау.

11

Ил намыҫы-ир күңелендә

10 сәғәт

1

 Шиғырҙарҙа Тыуған илде, тыныслыҡты һаҡлаусы ил улдары образдарын асыҡлау. Әҫәрҙәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнешен күрә белеү,идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Һуғыш осоронда тылда халыҡтың тормошо һәм эшсәнлеген аңлау. Рәүеш төркөмсәләре: төп рәүештәр, ваҡыт рәүештәре, урын рәүештәре, оҡшатыу-сағыштырыу рәүештәре, күләм-дәрәжә рәүештәре, сәбәп-максат рәүештәре тураһында белеү.Рәүештәрҙең телмәрҙә ҡулланылышын системалаштырыу.

Бөтәһе

93

9

8-се класс

Уҡыу курсының тематик планлаштырыуы

№ п/п

Дәрес  темаһы

Программа буйынса сәғәттәр һаны

Контроль эштәр буйынса сәғәттәр һаны

Уҡыусыларҙың

эшмәкәрлеге

1.

Мәктәп  белем шишмәһе

10 сәғәт

1

С. Әлибайҙың “ Мәктәп юлы” шиғырында юл образын асыҡлау. Н. Мусиндың “Һабаҡ” әҫәрендә йәйге ялдың һүрәтләй белеү. Р. Тимершиндың “Уйлап табыусы” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһен өйрәнеү.

Морфология буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Ябай һөйләм синтаксисы һәм пунктуация.  Һүҙбәйләнештәрҙең яһалышы һәм төҙөлөшө. һүҙбәйләнеш,уларҙың оҡшашлығы һәм айырмаһын таба белеү. Логик баҫым. Һөйләү маҡсаты яғынан һөйләм төрҙәре, һөйләмдә һүҙ тәртибен диктантта күрһәтеү. 

2.

Халыҡ ижады – халыҡ  хазинаһы

2 сәғәт

“Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙарының идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

3.

Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле

7 сәғәт

1

 З. Биишеваның “ Көҙгө ямғыр”  Х. Назарҙың “Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын” шиғырҙарында   тәбиғәтте тасуирлау өҫтөндә эшләү. Р. Ханнановтың “Икмәк ҡәҙере”, Р. Өмөтбаевтың “Әмир баҫыуы”  әҫәрендә  хеҙмәттең әһәмиәтен асыҡлау.

Эйә менән хәбәр ,хәбәрҙең төп билдәләре, уның составы һәм бирелеше, һөйләмдең баш киҫәктәре темаларын практик үҙләштереү.

4.

Башҡортостан – алтын бишек

6 сәғәт

1

А. Игебаевтың “Башҡортостан ил генәм”, “Ҡырлас тауҙар иле – Башҡортостан”   И. Кинйәбулатовтың “ Дуҫлыҡ төйәге” шиғырында Тыуған ер образын өйрәнеү. Н. Нәжмиҙең  “Өфө йүкәләре” шиғырында образдарға ҡылыҡһырлама биреү.

Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре, аныҡлаусылар, өҫтәлмәлектәр  темаларын үҙләштереү.

5.

Салауат батыр – ир ине

7 сәғәт

1

 “Салауат батыр” ҡ Ф. Күзбәков “Яу ораны бит һин, Салауат” обайыры Ф. Рәхимғолова “Салауат”, Т. Дәүләтбирҙина  “Салауат рухы” . Я. Хамматовтың “Салауат” романында тарихи осор. Я. Хамматовтың “Салауат” романында Салауат образына характеристика бирә белеү. 

Хәлдәр. Уларҙың төрҙәре, телмәрҙәге ролен өйрәнеү.

6.

Ҡыш

11 сәғәт

1

Т.ү

Ш. Бабич “Ҡышҡы юлда”,  Ф. Рәхимғолова “Ҡыш” шиғырҙары. Б. Рафиҡовтың “Бүреләр” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен,  И. Теләүембәтовтың “Маралым таңы” әҫәренең   идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү, Йәғәфәрованың “Кескәй шишмә” хикәйәһендә сағылған проблемаларҙы асыҡлау.

Маҡсат хәле. Сәбәп хәле Күләм-дәрәжә хәле, Шарт хәле. Кире хәл.- практик үҙләштереү

7.

Данлы йылдар, шанлы йылдар

11 сәғәт

1

М. Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһында образдар.. Үлмәҫбай, Теребай образдарына характеристика биреү,  Н. Ғәлиевтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен билдәләү. Н. Ғәлиевтың “Яуҙан ҡайтҡан ҡурай”  әҫәрендә сағылған проблемаларҙы асыҡлау. Р. Өмөтбаевтың “Генерал Күсимов” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү 

Ябай һөйләм синтаксисын өйрәнеү. Синтаксиз анализ яһау. Тиң киҫәкле һөйләмдәр, уларҙы бәйләү теркәүестәрен өйрәнеү.

8.

VIII. Әсәйем – күңел ҡояшым

6 сәғәт

1

Ш. Бикҡолдоң “Әсәйемдең кәңәштәре” шиғырының идеяһын, Т. Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен,  Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәрендә күтәрелгән проблемаларын асыҡлау.

 Бер составлы һөйләмдәрҙең төрҙәре, тулы һәм кәм һөйләмдәр темаһын практик үҙләштереү.  

9.

Әҙәп барҙа – иман бар

5 сәғәт

1

Х. Назарҙың “Өс һүҙ” шиғырының идеяһын,  М. Ямалетдиновтың “Иман” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһен өйрәнеү. . З.Ғәлимовтың “Ялан сәскәләре” әҫәрендә атай һәм ул мөнәсәбәтенең сағылышын асыҡлау.

 Һөйләмдәрҙең айырымланған эйәрсән киҫәктәрен өйрәнеү.

10.

Шаулап, гөрләп яҙ килә

7 сәғәт

1

Т.ү

Р. Ғариповтың “Яҙғы йыр”, З. Ураҡсиндың  “Алмағас”  шиғырында тәбиғәттең һүрәтләнешен күрһәтеү. З. Ураҡсиндың “Сәскә ғүмере” әҫәрендә матурлыҡ тойғоһон. Р. Сафиндың “Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе” шиғырында образдардар системаһын өйрәнеү. 

Өҫтәлмәлектәрҙең, хәлдәрҙең айырымланыуын практик үҙләштереү.

11.

XI. Ай Уралым, Уралым!

12 сәғәт

1

Ҡ. Аралбайҙың “Ер тураһында ете һүҙ”, Б. Бикбайҙың “Ер”  шиғырҙарында ерҙе һаҡлау проблемаһын асыҡлау. Ж. Кейекбаев “Урал тураһында ҡобайыр”, Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе, Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” әҫәрендә күтәрелгән проблемаларҙы асыҡлау. К. Шафиҡованың “Уйна, ҡурай!”  әҫәрендә ҡурай образын характеристикалау. Ф. Рәхимғолованың “Бал ҡорто һәм күбәләк” шиғырында тәбиғәткә булған мөнәсәбәтен асыҡлау.

Инеш һүҙҙәр, һүҙбәйләнештәр, тыныш билдәләре,  өндәш һүҙҙәр һәм улар эргәһендә тыныш билдәләре , тура һәм ситләтелгән телмәр, тыныш бидәләре, уларҙың айырмаһы темаларын үҙләштереү.

12.

Йәй

5 сәғәт

1

Ш. Янбаевтың “Тегәнәк” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһен асыҡлау. Ш. Янбаевтың “Тегәнәк” әҫәрендә сағылған проблемарҙы өйрәнеү.  Р. Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһен, Р. Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” әҫәрендә сағылған мөнәсәбәттәрҙе, Р. Солтангәрәевтың “Һуңғы һунар” әҫәрендәге геройҙарҙыөйрәнеү. Ә. Хәмәтдинованың “Йәшел аптека” әҫәрендә үләндәрҙең әһәмиәтен асыҡлау.

Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары ижадын ҡабатлау “Данлы йылдар, шанлы йылдар” темаһын ҡабатлау. “Әҙәп барҙа – иман бар” темаһын ҡабатлау.“

Һүҙ төркөмдәре, һөйләм төрҙәре темаларын ҡабатлау.

Бөтәһе

89

11+2

   9-сы класс

№ п/п

Дәрес  темаһы

Программа буйынса сәғәттәр һаны

Контроль эштәр буйынса сәғәттәр һаны

Уҡыусыларҙың

эшмәкәрлеге

1.

Башҡорт халыҡ ижады

2 сәғәт

Башҡорт халыҡ ижады мнән танышыуҙы дауам итеү Эпос, ҡобайыр, иртәктәрҙең айырмаһын , ғаилә һәм тәрбиә мәсьәләләрен  асыҡлау.

Морфология буйынса үтелгәнде ҡабатлау

2.

Башҡорт халыҡ эпосы йәки ҡобайырҙар

18 сәғәт

2

Т.ү

“Урал батыр” эпосын өйрәнгәндә уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген ,“Урал батыр” эпосында һүрәтләнгән ваҡиғаларҙы,  күтәрелгән мәсьәләләрҙе асыҡлау. Эпостағы фәлсәфәүи, әхләҡи, педагогик  мәсьәләләрҙе асыҡлау. Әҫәрҙә фантастика һәм реаллектең сағылышын күрһәтеү.

“Урал батыр” эпосында күтәрелгән йәшәү һәм үлем проблемаларын күтәреү.Эпоста Урал, Һомай һәм Шүлгән образдарының төп һыҙаттары. Урал батыр” эпосында  Самрау батша иле һәм халыҡтың идеалы. Урал батыр” эпосында изгелек менән яуызлыҡтың көрәше.“Урал батыр” эпосында халыҡтың рухи үҫеш кимәлен күҙәтеү.

Ябай һөйләм синтаксисы буйынса ҡабатлау.

Ҡушма һөйләм синтаксисы һәм пунктуация. Ҡушма һөйләм тураһында төшөнсә. Ҡушма һөйләмдең төрҙәре. Теҙмә һәм эйәртеүле ҡушма һөйләмдәр,

теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушма һөйләмдәр, теркәүесһеҙ теҙмә ҡушмаһөйләмдәрҙә тыныш билдәләре,

 теҙмә ҡушма һөйләмдәге ябай һөйләмдәрҙе бәйләүсе теркәүестәр,

эйәртеүле ҡушма һөйләмдәртемаларын практик үҙләштереү.

 ““Аҡбуҙат” эпосын өйрәнгәндә уҡыусыларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү , ғаиләнең  шәжәрә ағасын төҙөү

“Аҡбуҙат” эпосының   төп темаһын, идеяһын, проблемаларын асыу.  “Аҡбуҙат “  эпосында халыҡ  бәхете өсөн көрәш.  .“Аҡбуҙат” эпосында образдарҙың бирелешен..Эпоста Урал батырҙың эшен дауам итеү мотивтарының сағылышын күрһәтеү . Ҡобайыр жанрына төшөнсә биреү.

3.

Боронғо әҙәби ҡомартҡылар  

1   сәғәт 

Т.ү

Боронғо ҡулъяҙма китаптарҙы өйрәнеү. Китап күсереүсе Ғәденнасирҙың биографияһы менән танышыу.

Эйәрсән рәүеш һөйләм темаһын үҙләштереү.

4.

Ҡол Ғәли. Ҡисса-и Йософ 

3 сәғәт

1

Ҡол Ғәлиҙең  “Ҡисса- и Йософ” ҡиссаһының идея- тематик йөкмәткеһен, Ҡиссала Йософ, Зөләйха образдарының төп һыҙаттарын асыҡлау.

 Ҡиссала хакимдар һәм халыҡ мөнәсәбәтенең сағылышы.

Эйәрсән сәбәп һөйләм.Эйәрсән шарт һөйләм. Эйәрсән маҡсат һәм күләм-дәрәжә һөйләмдәр.

5.

Йырауҙар  

4 сәғәт

1

Йырауҙар тураһында төшөнсә. Һабрау йырау тураһында мәғлүмәт алыу.

“Һабрауҙың Уралға төбәп әйткәне Ә. Хәкимдең “Думбыра сыңы” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү.

Һабрау  образының һүрәтләнешен асыҡлау.  

Эйәрсән һәм баш һөйләмдәге мөнәсәбәт һүҙҙәр, кире һөйләм, баш һәм эйәрсән һөйләмдәрҙең  урынлашыу тәртибе,

эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙең синонимлығытемаларын практик үҙләштереү.

6.

Сәсәндәр ижады

3 сәғәт

1

Сәсәндәр ижады тураһында белешмә  алыу.

Эйәртеүле ҡушма һөйләмдәрҙә тыныш билдәләре, эйәрсән кире һөйләмде баш һөйләмгә бәйләүсе саралар,эйәрсән кире һөйләмдә тыныш билдәләре.

7.

Шәжәрәләр  

3 сәғәт

1

Т.ү

Шәжәрәләр, ата- бабаларҙың исемлеген төҙөү.

 Ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләр, ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең икенән артыҡ ябай һөйләмдәрҙән тороуы, ҡатмарлы синтаксик төҙөлмәләрҙең төрҙәре темаларын үҙләштереү.

8.

Салауат Юлаев

7 сәғәт

1

Яугир- шағирҙың тормошо, яҙмышы,шиғырҙары менән менән танышыуҙы дауам итеү.

Урыҫ ғалимдары һәм яҙыусылары ижадында Башҡортостан темаһын күрһәтеү.

Күп эйәрсәнле ҡушма һөйләмдәр, тиң булмаған эйәрсән һөйләм, ҡатнаш ҡушма һөйләмдәр,уларҙа тыныш билдәләре,

теҙемдәрҙең төрө,төҙөлөшө. Темаларын практик үҙләштереү

9.

М. Аҡмулла

8 сәғәт

Т.ү

М. Аҡмулланың тормош юлы, ижадын өйрәнеү.  М. Аҡмулланың“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Өмөт”, “Тел”, “Аҡыл” М. “Ел”, “Тупраҡ”. “Аттың ниһең маҡтайһың?”  “Бәхет” исемле әҫәрҙәренең йөкмәткеһен үҙләштереү.

Һөйләмдә тыныш билдәләренең ҡуйылышын ҡабатлау,

10.

М. Өмөтбаев        

5 сәғәт

1

М. Өмөтбаевтың ғилми- ағартыу эшмәкәрлеге  темаһын,  “Ҡайыш илә йүкә”. “Көрәшсе”шиғырҙарын өйрәнеү. Нөктәле өтөр,  ике нөктәнең ябай, ҡушма, тура телмәрле һөйләмдәрҙә ҡуйылышын үҙләштереү.  

11.

Р.Фәхретдин

3 сәғәт

Р. Фәхретдиндең “Аҫар”-әҫәрендә уҡымышлылар, дин әһелдәре тураһында белешмә биреү. Р. Фәхретдин “Сәлимә”, “Әсмә” повестарында күтәрелгән һорауҙарҙы асыҡлау. Йәйәләр һәм тырнаҡтарҙың ҡуйылыу осраҡтарын билдәләү.

12.

Сафуан Яҡшығолов  

4 сәғәт

С. Яҡшығоловтың тормош юлы, ижадын өйрәнеү.. Синтаксис буйынса үтелгәнде ҡабатлау.

С. Яҡшығолов. “Бығаулы фил”, “Төлкө менән Торна” мәҫәлдәренең төп идеяһын асыҡлау. Ҡушма һөйләмдәрҙең төрҙәрен ҡабатлау

13.

Ф.Сөләймәнов

4 сәғәт

1

Ф. Сөләймәновтың “Тимербай ҡурайсы” хикәйәһенең төп идеяһы асыҡлау. Хат яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү.

Ф. Сөләймәновтың  “Тимербай ҡурайсы” әҫәрендә башҡорт халҡының яҙмышын һүрәтләү. Ғариза яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү.

14.

М. Ғафури

8 сәғәт

1

Т.ү

М. Ғафуриҙың тормош юлы һәм ижады.

М. Ғафуриҙың  “Юҡтырһың да, алла !”, “Баҙарға сыҡтым” әҫәрҙәрендә социаль тигеҙһеҙлекте күрһәтеү. М. Ғафуриҙың “Ҡара йөҙҙәр” әҫәренең ,  “Шағирҙың алтын приискаһында” повесының идеяһын асыҡлау.

 Акт , протокол яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү.

15.

Ш. Бабич

5 сәғәт

1

.

Ш. Бабичтың тормош юлы һәм ижадын, унда  Башҡортостан темаһын “Беҙ”“Халҡым өсөн”, “Кем өсөн”шиғырҙарында  азатлыҡ өсөн көрәш, тәбиғәт, мөхәббәт лирикаһын асыҡлау. Расписка яҙыу ҡағиҙәләрен өйрәнеү.

Ҡобайыр, эпос жанрҙарының үҙенсәлектәрен ҡабатлау.

16.

Ҡабатлау

2 сәғәт

1

Үткән темаларҙы ҡабатлау.

Бөтәһе

82

12+5

   

 Уҡыу-уҡытыу ҡулланмалар исемлеге

Уҡыусылар өсөн төп  әҙәбиәт

1. Башҡорт теле; Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек-Өфө: Китап,2012.

2. Вилданов Ә.Х,.Хажин В.И. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 6-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2012-

3. Дәреслек; Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б.Ҡаһарманова Ғ.Ғ. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 7-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2010.

4. Дәреслек; Хөснөтдинова Ф.Ә., Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 8-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2011-

5. Дәреслек. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б., Хөснөтдинова Ф.Ә.Башҡорт теле һәм әҙәбиәте; Рус мәктәптәренең 9-сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек.- Өфө; Китап, 2006

Уҡыусылар өсөн өҫтәлмә  әҙәбиәт

1. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996.

2. Башҡортса – русса  һүҙлек.- Өфө: Китап, 1993.-231 бит.

3. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

4. Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге.- Өфө: Китап, 2006.- 344 бит.

5.  Урыҫса- башҡортса һүҙлек.- Өфө: Китап, 2007.

6. Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.

7.Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

8. Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.

9. Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.

10. Журналдар:  «Шоңҡар»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат

11. Интернет материалы.

Башҡортса сайттар.

  1. Башҡорт матбуғат саралары/BashPrәss/СМИ РБ  http://vҡ.ҫөm/bashmatbugat
  2. Халыҡ һүҙе - Башҡортостан мәғлүмәт гәзите  http://vҡ.ҫөm/publiҫ45700280
  3. “Ағиҙел” әҙәби-нәфис һәм ижтимағи-сәйәси журнал http://agidәl-rb.ru/
  4. “Ватандаш” журналы http://www.vataңdash.ru/
  5. “Шоңҡар” Башҡортостан йәштәре журналы журналы  http://www.шонкар.рф/
  6. “Аманат” Республика балалар-үҫмерҙәр журналы  http://www.amaңatrb.ru/
  7.  “ Тамаша”  Художественно-публицичтический журнал http://www.tamasharb.ru/
  8.  “Аҡбуҙат” Башҡортостан Республикаһының балалар журналы http://www.aҡbuҙat-br.ru/
  9.  “Йәншишмә” гәзите http://үaңshishma.ru/
  10.  “Киске Өфө” Ижтимағи-сәйәси-мәҙәни гәзит. http://ҡisҡәuғa.ru/
  11.  “Остаз” электрон журнал http://өstaҙ.ru/
  12.  “Башҡортостан уҡытыусыһы” http://www.uҫhbash.ru/
  13.  “Ҡомартҡы.ру” http://www.ҡөmartҡү.ru/
  14.  "Башҡортостан" гәзите  http://www.bashgaҙәt.ru/
  15.  “Йәшлек” Башҡортостан йәштәре гәзите http://www.үә02.ru/
  16.  “Ваҡыт” гәзите http://waҡүt.wөrdprәss.ҫөm/
  17.  “Ашҡаҙар” Стәрлетамаҡ ҡала гәзите http://ашкадар.ҫөm/
  18. “Башҡортостан ҡыҙы” журналы http://башкортостанкызы.рф/
  19. “Ашҡаҙар” радиоһы http://www.ashҡadarғm.ru/
  20.  “Юлдаш” радиоһы http://uldashғm.ru/
  21.  Балалар өсөн башҡортса әҫәрҙәр       http://vҡ.ҫөm/ҫlub25661061
  22. Башҡорт теле уҡытыусылары порталы  http://vҡ.ҫөm/ҫlub31352255
  23. Башҡорт мәҡәлдәре / Башкирские пословицы       http://vҡ.ҫөm/02bash
  24. Башҡорт фольклоры http://vҡ.ҫөm/publiҫ46622329
  25. Йәш шағир   http://vҡ.ҫөm/publiҫ48936466
  26. Башҡорт халыҡ йырҙары http://үir.atspaҫә.ҫөm/
  27.  Башҡорт халыҡ йырҙары һәм йыр-риүәйәттәре http://vҡ.ҫөm/halүҡ_үirҙarү
  28. Башкирский сайт http://ғ13.uҫөҙ.ңәt/
  29.  Бабич Шәйехзада Мөхәмәтзәкир улы. Шағирҙың иҫтәлегенә http://vҡ.ҫөm/publiҫ57509785
  30.   Рәми Ғарипов - Рами Гарипов http://vҡ.ҫөm/ramigaripөv
  31.  Мостай Кәрим - Мустай Карим http://vҡ.ҫөm/ҫarimөvmustai
  32.  Башҡорт.ком. (әҙәбиәт, мәҙәниәт һ.б.) http://www.bashqөrt.ҫөm/
  33.  Башҡорт сайты (әҙәби әҫәрҙәр, һүҙлектәр һ.б.)   http://ғ13.uҫөҙ.ңәt/
  34. “Ҡомартҡы” сайты (башҡорт халыҡ эпостары, йырҙары, мәҡәлдәре, әйтемдәре, башҡорт исемдәре, башҡорт арҙаҡлылары, китапхана һ.б.) http://www.ҡөmartҡү.ru/ғөlҡ/
  35. Башҡорт Терминдары http://vҡ.ҫөm/ҫlub56405585
  36.  ВикипедиЯ. Ирекле энциклопедия. http://ba.wiҡipәdia.өrg/wiҡi/
  37.  Официальный портал Республики Башкортостан http://www.bashҡөrtөstaң.ru/
  38.  Башҡортостан Республикаһының  мәғарифты үҫтереү институты http://irөrb.ru/
  39.  Башҡортостан Республикаһының белем биреү министрлығы http://www.mөrb.ru/
  40.  Приоритетные национальные проекты http://www.rөst.ru/
  41.  Министерство образования и науки Российской Федерации. http://минобрнауки.рф/
  42. Информационно-образовательный портал Республики Башкортостан http://өprb.ru/

5-9-сы  класс уҡыусылары төп белем биреү курсын үҙләштергәндән һуң түбәндәге һөҙөмтәләргә ирешергә тейеш:

 1. Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш.

      2.Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотелетапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование);

  •  башҡорт теленең  орфоэпик ҡағиҙәләрен үҙләштереп, уҡылған әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһе буйынса  үҙ-ара һөйләшергә, тәҡдим ителгән темалар, ситуациялар буйынса һөйләй белеү;
  • һәр класс өсөн махсус төҙөлгән дәреслектәрҙәге, уҡыу һәр ҡулланмаларындағы текстарҙы башҡорт телендә сыға торған “Йәншишмә”, “Аманат”, “Шоңҡар”, “Йәшлек” гәзит-журналдарын үҙ аллы һәм аңлы уҡый белеү;(чтение)
  • әҫәрҙәрҙе  уҡып, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу; (инша, изложениелар яҙыу)
  • башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланыу;

     -башҡорт халҡының тарихын, сәнғәтен, әҙәбиәтен, милли йолаларын, башҡорт халҡының күренекле шәхестәрен, уларҙың эшмәкәрлеген, ижадын белеү, йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү менән ҡарау. Үҙеңде һанап бөтөргөһөҙ бәйләнештәрҙән торған донъяның бер өлөшө итеп тойоу, кешеләрҙең тел ярҙамында бер-береһе менән бәйләнеше әҙәплелекте таныуға нигеҙләнеүен аңлау.

-аралашыуҙы йәмғиәттең, мәҙәниәттең әһәмиәтле бер өлөшө итеп таныу. Башҡорт теленең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү.

-хеҙмәт кешелек йәшәйешенең төп шарты булыуын ҡабул итеү.

Хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләүҙә уҡыу эшмәкәрлегенең әһәмиәте ҙур.

-уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡҡа, үҙаллылыҡҡа, яуаплылыҡҡа, хеҙмәтте һөйөргә өйрәнергә мөмкин икәнлеген аңлау.

- башҡорт телен һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоп үҫеү. Үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоп үҫеү, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау.

Башҡорт теле  нормалары -фонетика һәм орфоэпия, башҡорт әҙәби теле, һүҙ төркөмдәре, ябай һөйләм һәм ҡатмарлы һөйләм төрҙәре, синтаксисы һәм пунктуация, һүҙбәйләнеш һәм һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре. Синтаксик- стилистик күнегеүҙәрҙе башҡарыу. Фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған  иң күренекле әҫәрҙәре үҙләштереү.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5 - се кластар өсөн башҡорт теле дәресенә тематик-план

Календар-тематик материла 5 кластар өсөн тәғәйенләнгән...

8-се кластарҙа "Ҡобайырҙар" темаһын ҡабатлау.

Һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусының рухи донъяһына ниндәй ҙә кимәлдә йоғонто яһарға бурыслы. Был осраҡта уҡытыусы төрлө алымдар ҡуллана."Ҡобайырҙар" темаһын йомғаҡлаған осраҡта ил батырҙарын иҫкә алып, кешел...