2-се-4-се кластар өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы
календарно-тематическое планирование

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

КТП

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 2_-4_blok_rp_gos_b.ya_._2017.docx38.64 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән эш программаһы

  Аңлатма яҙыу

         Эш программаһы Саҡмағош ауылы гимназияһының 2 –4 се класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Федераль Дәүләт белем биреү стандарттарының талаптарына яраҡлаштырып төҙөлдө. Программа түбәндәге сығанаҡтарға нигеҙләнә:Саҡмағош ауылы гимназияһының уҡыу программаһы;

17.12.2010 йылда РФ- ның фән һәм мәғәриф тарафынан раҫланған (31.12.2015 йылғы  №1577 приказы менән индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алынған) Федераль Дәүләт белем биреү стандарттары;

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;   Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теленән  программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) . Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.  – Ижевск: «КнигоГрад», 2014йыл .

Эш программаһы өс уҡыу йылына иҫәпләнгән.

2- се класта аҙнаһына 1 сәғәт, 3- сө класта аҙнаһына 1 сәғәт, 4- се класта аҙнаһына 1 сәғәт ҡаралған.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхсән  һөҙөмтәләр:

    башҡорт телен 2-4 класта өйрәнеүҙең шәхси һөҙөмтәләренә түбәндәгеләр инә:

Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын аңлау;

башҡорт телен ғәмәлдә ҡулланыуға әҙерлек: үҙ-ара аралашыуҙа толерантлыҡ;

донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итеү; үҙеңде республика  гражданины итеп тойоу; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен)  аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итеү; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнеү; башҡорт теле саралары ярҙамында (балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәре) уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән танышыуы.

            Метапредмет һөҙөмтәләр:

коммуникатив универсаль эшмәкәрлек:

телдән һәм яҙма хәбәр ителгән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү; тыңлаған һәм уҡылған тексты бирелгән эш төрҙәре менән яңынан һөйләй белеү; үҙ телмәреңде баһалау күнекмәләрен үҙләштереү;   уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү;

регулятив универсаль эшмәкәрлек:

элементар коммуникатив мәсьәләне сисеү өсөн адекват тел һәм телмәр сараларын һайлау һәләтен үҫтереү; уҡыусының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; башҡорт телен өйрәнеүгә мотивация булдырыу; уҡыу ҡулланмаһы менән эш итергә өйрәнеү;

танып- белеү эшмәкәрлеге:

уҡыусыларҙың алған белемдәрен танып-белеү, социаль практикала ҡулланыу һәләтен үҫтереү, уҡыу эшмәкәрлеген планлаштырыуҙа һәм тормошҡа ашырыуҙа үҙаллылыҡ тәрбиәләү, педагог һәм тиҫтерҙәре менән уҡыу хеҙмәттәшлеген ойошторорға өйрәнеү.

                                                Предмет һөҙөмтәләре:

башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белешмә алыу; (курс йөкмәткеһе кимәлендә) өн, хәреф, һүҙ кеүек тел берәмектәрен табыу һәм сағыштырыу күнекмәләрен булдырыу; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәрҙе ҡуллана белеү;

аудирование:

аралашыуҙың типик ситуацияларында элементар этикет диалог алып барыу;

элементар кимәлдә уҡыусының үҙе, ғаиләһе, дуҫы тураһында һөйләүе; предмет, картинаны һүрәтләүе; уҡыусының уҡытыусы һәм класташтарының телмәрен тыңлап аңлауы; аудиояҙмаларҙағы ҙур булмаған текстарҙың йөкмәткеһен аңлауы;

уҡыу:

өйрәнелгән тел материалына таянып төҙөлгән ҙур булмаған текстарҙы ҡысҡырып уҡыу; өйрәнелгән тел материалы менән бер рәттән яңы һүҙҙәрҙе лә үҙ эсенә алған текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу; башҡорт теленең өндәрен дөрөҫ әйтеү һәм айырыу; өйрәнелгән лексик берәмектәрҙе һәм грамматик күренештәрҙе таныу һәм телмәрҙә ҡулланыу; үҙ-үҙеңде башланғыс класс уҡыусыһы кимәлендә баһалай белеү; уҡыу процесында билдәләнгән планға ярашлы эшләй белеү;

яҙыу: дөрөҫ яҙыу техникаһына эйә булыу, иптәшеңә хат яҙыу; текстарҙы күсереп яҙа белеү;

Башҡорт дәүләт теле курсын өйрәнгәндән һуң уҡыусы түбәндәгеләрҙе эшләй белергә тейеш: башҡорт телен элементар кимәлдә ҡуллана; тыңлаған һәм уҡылған тексты бирелгән эш төрҙәре менән яңынан һөйләй белә; уҡыу ҡулланмаһы менән эш итә белә;

белергә тейеш: Башҡортостан Республикаһында башҡорт теленең дәүләт теле булыуын; донъяны күп телле һәм мәҙәниәтле йәмғиәт булараҡ ҡабул итә; үҙ телмәреңде баһалай белә;   башҡорт теле саралары ярҙамында балалар фольклоры, балалар әҙәбиәтенең ҡайһы бер үрнәктәрен белә, уҡыусының башҡорт халҡының тормошо менән таныша; телдән һәм яҙма хәбәр ителгән мәғлүмәтте адекват ҡабул итә; башҡорт теле нормалары (фонетик, лексик, грамматик) тураһында башланғыс белемгә эйә;

Башҡорт дәүләт теле курсын өйрәнгәндән һуң уҡыусы мөмкинселек ала;

 үҙ-ара аралашыуҙа толерантлыҡ; үҙеңде республика  гражданины итеп тоярға; телде   (шул иҫәптән башҡорт телен)  аралашыу сараһы булараҡ ҡабул итергә; балалар әҙәбиәте үрнәктәре менән танышҡанда матурлыҡты танырға өйрәнергә; төрлө төрҙәге лингвистик һүҙлектәрҙе ҡуллана белергә;

                                   

                                 

                                      Уҡыу-уҡытыу методик ҡулланмалары.

Төп уҡыу-уҡытыу ҡулланмаһы:

1.Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Бикбова Н.С. Башҡорт теле.Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2- се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы.-Өфө: Китап, 2012.

2. Дәүләтшина М.С. Кинйәбаева Н.Н., Садыҡова Г.М. Башҡорт теле:уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен 2- се йыл өйрәнеүсе 3-сө класс уҡыусылары өсөн уҡыу ҡулланмаһы.-Өфө: Китап, 2015.

3. Дәүләтшина М.С. Кинйәбаева Н.Н., Садыҡова Г.М. Башҡорт теле:уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 4- се класы өсөн башҡорт телен (дәүләт теле булараҡ) өйрәнеүсәләр өсөн уҡыу ҡулланмаһы.-Өфө: Китап, 2015.

Өҫтәлмә әҙәбиәт:

1.Әүбәкирова  З.Ф., Әүбәкирова  Х.E.,  Дилмөхәмәтов М.И. Мин  башҡортса уҡыйым –  Өфө: Китап, 2007.

2.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

3.«Аҡбуҙат» журналы.

4.Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

5.Башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Дәүләтшина М.С. // Өфө, Китап, 2010.

6.Дәүләтшина М.С. Кинйәбаева Н.Н., Садыҡова Г.М. “Башҡорт теле”дәреслегенә методик ҡулланма:уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 3 –сө - 4- се кластары өсөн (башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнеүсәләр өсөн)Өфө:Китап, 2016.

7.Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 1  - 4- се кластары өсөн “Башҡорт теле” (дәүләт теле булараҡ) предметы буйынса белем биреү өлгө программалары (авт.- төҙ. Дәүләтшина М.С.) -Өфө:Китап, 2016.

8. Күңелле минуттар. М.И. Баһаутдинова. Өфө: Китап, 2003

9. Ураксин З. Г. Русско-башкирский словарь. Уфа, 2005.

10. Саяхова Л.Г., Усманова М.Г. Башкирско-русский словарь. Санкт- Петербург, 2005 г.

  • 1-4 –се кластар өсөн электрон дәреслек.
  • Самоучитель башкирского языка. Базовый уровень.Учебное электронное издание.
  • Башкирско- русский, русско-башкирский словарь. Учебное электронное издание.

Курстың  йөкмәткеһе

2-се класс

Туған Башҡортостан.

Башҡортостандың ҡалалары, ауылдары, йылғалары, күлдәре тураһында  мәғлүмәт биреү. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау, темаға ҡараған башҡорт һүҙҙәрен дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен камиллаштырыу.

Һаумы, мәктәп.

Балаларҙың үҙҙәре уҡыған мәктәп, уның үҙенсәлекле билдәләрен, урынлашыуын, кабинеттарын белеүе. Һүҙҙәрҙең предметты, билдәне, эште белдереүе.

Мәктәп баҡсаһы.

Мәктәп баҡсаһы, еләк-емештәр, уларҙың ҡыуаҡтары, балаларҙың баҡсалағы эштәре. Ошо темаға ҡараған һүҙҙәр, уларҙы дөрөҫ әйтеү.

Беҙҙең класс – 3 сәғәт.

Мәктәп, класс бүлмәләре, дәрестәр, кластағы уҡыусылар, уларҙың эштәре. Темаға ҡараған һүҙҙәрҙе өйрәнеү. Һүҙҙәрҙә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Ғаилә.

Үҙенең ғаиләһе, ғаилә ағзалары, уларҙың эштәре, туғанлыҡ мөнәсәбәте тураһында һөйләшеү. Башҡорт телендә эйәлек ялғауҙарын практик үҙләштереү.

Аҙыҡ – түлек.

Аҙыҡ-түлек атамалары менән танышыу, башҡорт халыҡ аштары тураһында һөйләшеү.  Ялғауҙарҙы   үҙләштереү.

Ҡайҙа?Ҡайҙан?.

Аҙыҡ-түлек, һауыт-һабаның атамалары. Уларҙы йыйыштырыу, таҙа тотоу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең урыны.

Нимә менән?

Аш-һыу, аҙыҡ-түлек темаһына бәйле һүҙҙәр, уларҙың үҙенсәлектәрен белдереү. Аш-һыу әҙерләгәндәге ҡоралдар.  

Һанай беләһеңме?

Аҙыҡ-түлек, кейем-һалым хаҡы, уларҙың үлсәме, уларҙы һатып алыу, тәртипле тотоноу. Телмәрҙә һандарҙы практик ҡулланыу.

Кейем-һалым.

Кейем-һалым исемдәре, уларҙың үлсәме, кейем һатып алыу, уларҙы бөхтә тотоу. Башҡорт телендә килеш һәм зат ялғауҙарын ҡулланыу.

Уйындар, уйынсыҡтар.

Уйынсыҡ исемдәре, билдәләре, уйындар. Башҡорт  телендә ҡалын һәм нәҙек ялғауҙар.

Һөнәрҙәр.

Кешеләрҙең һөнәрҙәре тураһында мәғлүмәт. Һөйләмдә хәбәрҙең урыны.

Тән өлөштәре.

Кешенең организмы, тән өлөштәре атамаларын үҙләштереү, тәнде таҙа тотоу, һаулыҡты һаҡлау. Эйәлек алмаштарын һәм ялғауҙарын практик ҡулланыу.

Таҙалыҡ. Көн тәртибе.

Шәхси гигиена, таҙалыҡты һаҡлау тураһында мәғлүмәт. Уҡыусының көн тәртибе, бөхтәлек, йыйнаҡлыҡ сифаттары тәрбиәләү.  Башҡорт телендә юҡлыҡ ялғауҙары. Һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урыны.

                                

3-сө класс

Һаумы, мәктәп!

Уҡыу эшмәкәрлеге, уҡыу әсбаптары, уларҙы бөхтә тотоу. Көн режимы,таҙалыҡ, йыйнаҡлыҡ. Класта дуҫлыҡ, берҙәмлек, иман тураһында һөйләшеүҙәр,әҫәрҙәр уҡыу.Башҡорт телендә өндәрҙең, хәрефтәрҙең дөрөҫ эйтелеше һәм яҙылышы. Ярай, ярамай, мөмкин һүҙҙәренең ҡулланышын активлаштырыу.

Мин танышам .

  Иҫәнләшеү. Танышыу диалогы.  Һин ҡайҙан? Һиңә нисә йәш? Һинең туғандарың бармы? Һорауҙарына яуаптар бирергә өйрәнеү.(Сәнғәтле һөйләше)

Мин белем алам.

Мәктәпкә ҡараған предмет исемдәре менән танышыу. Был атамаларҙы үҙләштереү. Был нимә? Бармы? Нимәһеҙ? Һорауҙарын телмәрҙә ҡулланырға өйрәнеү.

Мин һәм минең ғаиләм.

  Ғаилә ағҙалары, уларҙың үҙеңә туғанлыҡ мөнәсәбәттәре. Был атамаларҙы үҙләштереү. Темаға бәйләнешле яҡындарҙың эш-шөгөлдәре, уй-хыялдары, киләсәккә пландары. Ғаилә шәжәрәһе, уның әһәмиәте хаҡында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

Кем? Нимә эшләй? Нимә эшләргә тейеш? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү.

                                Мин һөнәр һайлайым.

Һөнәр атамалары, таныш һәм яҡын кешеләрҙең шөғөл-һөнәрҙәре, уларҙың яҡшы сифаттары тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Туғанлыҡ мөнәсәбәттәре.Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү. Кем ҡайҙа эшләй? Һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Телмәрҙә ҡулланыу.

                                Мин тәбиғәтте яратам.

Башҡортостанда, үҙебеҙ йәшәгән төйәктә көҙ, ҡыш, яҙ, йәй миҙгелдәре, уларҙың билдәләре. Тәбиғәттең төрлө күренештәре. Миҙгелдәргә ярашлы балаларҙың эштәре, уйындары тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу, мәҡәлдәр, һынамыштар менән танышыу. Көн торошона бәйле һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡулланыу, телмәр күнекмәләрен үҫтереү, Тасуирлау элементтары.Нимәләр? Нимә эшләйҙәр? Һорауҙарына яуап бирергә өйрәнеү һәм телмәрҙә ҡулланыу.

                                   Минең гардеробым.

   Кейем исемдәрен үҙләштереү, элек өйрәнгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Кейемде һаҡлап, ҡәҙерләп тотоу, һәр береһен үҙ урынына ҡуйыу. Кейем һәм шәхси гигиена. Кейем һәм матурлыҡ, тыйнаҡлыҡ  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу. Шиғырҙар ятлау.Ниндәй? һорауына яуап бирергә өйрәнеү. Телмәрҙә ҡулланыу.

                                   

                                   

Минең тыуған көн .

Балаларҙың тыуған көн байрамы, уға әҙерлек мәшәҡәттәре. Тыуған көн байрамын үткәреү әолаһы. Ҡунаҡтар саҡырыу, уларға хөрмәт күрһәтеү, мәжлестә үҙеңде тотоу  тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу, шиғырҙар ятлау.Итәғәтлелек нормаларын үҙләштереү.Әҙәплелек нормаларын белдереүсе һүҙҙәр һәм һөйләмдәр. Ҡасан? Һорауын телмәрҙә ҡулланыу.

Мин сәйәхәтсе.

   Сәйәхәт, уның кешегә файҙаһы, әһәмиәте, сәйәхәт урындары, йүнәлештәре, спорт һәм сыныҡыу тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.

   Нимә  менән? Нисек? Һорауҙарын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланырға өйрәнеү.

Ҡабатлау.

 Уҡыу йылы буйынса өйрәнелгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе ҡабатлау, белгәндәрҙе тәрәнәйтеү, һүҙлекте байытыу. Телмәр күнекмәләрен ҡамиллаштырыу.

4-се класс

Көн дә мәктәпкә барам.

Бөтә балалар өсөн ҙур байрам – 1 сентябрь, уҡыу, йәйге каникул, белем көнө, класс, ундағы уҡыусылар, уларҙың эштәре тураһында һөйләшеүҙәр, әҫәрҙәр уҡыу . Мин мәктәпкә ни өсөн йөрөйөм? Мин нимә уҡырға яратам? Мәктәптәге дуҫтарым менән таныштырайыммы? Беҙ мәктәптә нимә тураһында һөйләшәбеҙ? Маҡсаты буйынса төрлө типтағы һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү. Исем тураһында     башланғыс белешмә биреү.

Мин ғаиләмде яратам. .

Ғаилә ағзалары, уларҙың эш-шөғөлдәре. Ололарҙың һәм балаларҙың хеҙмәте. Һәр кешенең яратҡан шөғөлө, төп эше була. Бынан тыш кеше ниндәйҙер эште ҡыҙыҡһынып башҡара. Балаларҙың башҡарған эштәре. Файҙалы эштәр. Кешеләргә ярҙам, киң күңеллелек тураһында һөйләшеүҙәр, текстар уҡыу.Үҙеңдең бүлмәңде һүрәтләргә өйрәнеү. Сифат тураһында башланғыс белешмә биреү. 

Үҙем йәшәгән ер тураһында һөйләйем.

Мин йәшәгән ер, йорт, урам, яратҡан урындарым, күршеләрем темаһы буйынса әңгәмә ҡороу. Тыуған ерҙең матурлығын асҡан текстар уҡыу.  Һан тураһында башланғыс белешмә биреү.

Йыл миҙгелдәре һәм һауа торошо тураһында һөйләшәбеҙ.

Йыл миҙгелдәренең исемдәре менән таныштырыу. Йәнлектәр, бөжәктәр донъяһын күҙәтеү. Һауа торошондағы үҙгәрештәрҙе әйтергә өйрәнеү. Рәүеш тураһында башланғыс белешмә биреү.

Төрлө хәлдәр тураһында һөйләшәбеҙ.

Уҡыусылар тормошондағы булған ҡыҙыҡлы хәлдәр, үҙҙәренең хыялы, кумирҙары тураһында һөйләргә өйрәтеү. Ҡылым тураһында башланғыс белешмә биреү.

Һатып алырға өйрәнәм.

Уҡыусыларҙы магазин, модалы кейем-һалымға ҡараған лексика менән таныштырыу. Ситуатив диалогтар төҙөү. Бүләк һайлйғанда ҡуллана торған клишеларҙы өйрәтеү. Башҡортса аҡса берәмектәрен әйтергә өйрәнеү. Ҡылым тураһында белемдәрҙе тәрәнәйтеү.

                                

Контроль -тикшереү эштәре.

2-се класс

                                                 Дөйә.

Сүлдәрҙә һыу бик аҙ була. Унда ағас, үләндәр ҙә бик һирәк осрай. Сүлдә кешеләргә дөйә ҙур хеҙмәт күрһәтә. Дөйә - сыҙамлы хайуан. Ул бер нисә көн буйына ашамай , эсмәй йөрөй ала.

                                                  Еләк

Малайҙар еләк йыйырға барҙы. Сәғит менән Вәли тырыздарын тиҙ генә тултырҙы. Улар иптәштәренә лә еләк тиреште. Һауыттар тулды. Малайҙар ашап алды.

3-сө класс

Беренсе лә түгел беҙ,

Икенсе лә түгел беҙ.

Өс йыл бергә уҡығас,

Бер ҙә булмаҫ күңелһеҙ.

Бөтәбеҙ ҙә уңғанбыҙ,

Әйтерһең, бер туғанбыҙ.

Бәләкәстәр өсөн беҙ

Ағай, апай булғанбыҙ.

                                                Беҙҙең дуҫ.

Олатайым атайымдың тыуған көнөнә компьютер алып бирҙе. Мин дә, атайым да быға бик ҡыуандыҡ. Атайым компьютерҙы өҫтәлгә ҡуйҙы ла:

-Был беҙҙең яҡшы дуҫ булыр, - тине.

Хәҙер атайым компьютерҙа нимәлер иҫәпләй, әсәйем шиғыр баҫа.

                                         

4-се класс

Контроль күсереп яҙыу.

Уңыш байрамы.

Уңыш байрамын барыбыҙ ҙа көтөп алдыҡ. Һәр кем йәй буйы үҙҙәренең баҡсаларында ҡарап үҫтергән йәшелсә, емештәрҙе килтергән. Уларҙы өҫтәлгә төрлөсә биҙәп ҡуйҙыҡ. Һәр класс алдан әҙерләнде. Алтын көҙгә бағышлап берәүҙәр шиғыр һөйләне, икенселәре бейене, йырланы.

Контроль диктант.

Тере китап.

Тәбиғәт – тере китап ул. Уның хәрефтәре- йәнлектәр, ҡоштар. Ә бүлектәре – урмандар, йылғалар, тауҙар. Һәр бер йән эйәһен, үҫемлекте белгән, урмандарҙы үткән кеше генә ул китапты уҡый һәм аңлай ала.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Башҡорт мәктәптәре өсөн башҡорт теленән эш программаһы (5 класс)

Башҡортостан Республикаһының Нуриман районы муниципаль районының Иҫке Күл ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбемуниципаль бюджет белем биреү учреждениеһы   Ҡаралған...

5-9 синыфтар өсөн туған (башҡорт) теленән эш программаһы

5-се  класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт). Аңлатма яҙыуДәреслек: Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 5-се класынд...

башҡорт теленән эш программаһы (2 класс)

М.С.Дәүләтшина, Х.А.Толомбаев. Башҡорт теле 1-2 кластар өсөн дәреслек....

башҡорт теленән эш программаһы (3 класс)

Рус мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытҡан уҡытыусылар өсөн...

башҡорт теленән эш программаһы (4 класс)

Рус мәктәптәрендә эшләгән башҡорт теле уҡытыусылары өсөн...

5-9 кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы

Рабочая прорамма по башкирскому языку и литературе...

10-сы класта туған (башҡорт) теленән эш программаһы

Уҡыу әсбабы: Әсә теле: Урта мәктәптең 10-11-се  кластар өсөн.Автор-төҙөүселәре: В.Ш.Псәнчин һәм Ю.В. Псәнчин, Өфө: Китап, 2014.Программа кимәле : базисV—IX синыфтарҙың программаһы әсә телен...