IX-XI кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада эштәре.
олимпиадные задания (9, 10, 11 класс) на тему
Скачать:
Предварительный просмотр:
XI класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада эштәре.
- Тексты уҡы. Тәржемә итеп яҙ.
ФӘЙЗИ ҒӘСКӘРОВ.
Ғәскәров Фәйзи Әҙһәм улы 1912 йылдың 21 октябрендә тыуған.
Бәләкәйҙән етем ҡала, 1919-1925 йылдарҙа Бөрө һәм Смоленск өлкәһендәге Дорогобуж балалар йортонда тәрбиәләнгән. 1924 йылда Башҡорт академия театрының оркестр һәм бейеү ансамбленә өйрәнсек итеп алына, бер үк ваҡытта сәнғәт техникумында уҡый. 1928-1932 йылдарҙа В.Ғ.Иманский тәҡдиме буйынса хореаграфия техникумында А.А.Моисеевта уҡый; 1934-1936 йылдарҙа Ленинград хореаграфия училищеһының башҡорт бүлегенә етәкселек итә, шунда уҡ үҙе классик бейеү буйынса дәрес ала. Фәйзи Ғәскәров Башҡорт халыҡ бейеүҙәр ансамблен ойоштора, милли бейеүҙәр эстрадаһының өлгө булырлыҡ репертуарын төҙөй. Халыҡтың тормошонда, үҙешмәкәр сәнғәтендә йәшәп килгән бейеүҙәрҙе йыя һәм бер тәртипкә һала.
(Башҡортостан календарынан.)
- 2 һөйләмгә синтаксик анализ яһарға.
- 1 исемгә һәм 1 ҡылымға морфологик анализ яһарға.
- Күк Уралды,
Баш ҡаламды нурлап,
Күккә ашты мәрмәр монумент.
Ул – символы изге көрәштәрҙең,
Сал тарихтың һүнмәҫ даны бит…
(Ҡәҙим Аралбай)
- Шиғырҙа ниндәй монумент тураһында һүҙ бара?
- Был монумент нимәгә айҡанлы ҡуйылған?
- 4 башҡорт халыҡ яҙыусыһы, 10 башҡорт халыҡ шағиры исемен яҙырға.
- Мостай Кәримдең мәктәп курсынан бер-нисә әҫәрен яҙырға.
Предварительный просмотр:
IX класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
1. Тексты уҡы һәм тәржемә итеп яҙ.
ӘХМӘТЗӘКИ ВӘЛИДИ.
Әхмәтзәки Вәлиди Башҡортостандың хәҙерге Ишембай районы Көҙән ауылында 1870 йылда тыуған. Башланғыс белемде атаһының мәҙрәсәһендә, урта белемде Үтәш ауылы мәҙрәсәһендә алған.
1917-1920 йылдарҙа Ә.Вәлиди Башҡорт автономиялы республикаһын ойоштороу эшенә етәкселек итә.Башҡорт милли хөкүмәтенең рәйесе һәм хәрби министры вазифаларын башҡара. 1920 йылдың 29 июнендә Төркөстанға китә. Унда Урта Азия халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла. Хәрәкәт баҫтырылғас, философия фәндәре докторы, Манчестер университетының профессоры, почетлы докторы, бөтә донъяла танылыу тапҡан ғалим булып китә.
(Башҡортостан календарынан.)
2. 2 һөйләмгә синтаксик анализ яһарға.
3. Текста хәлдәрҙе табып,төрөн билдәләп яҙырға.
4. Бер аҙым алға баҫам да,
Әйләнәм мин артыма.
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип,
Күҙ һаламын халҡыма.
- Был шиғыр нисек атала?
- Шиғырҙың авторы кем?
- 4 башҡорт халыҡ яҙыусыһы, 10 башҡорт халыҡ шағиры исемен яҙырға.
- Нимә ул легенда?
Предварительный просмотр:
X класс өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада һорауҙары.
- Тексты уҡы һәм тәржемә итеп яҙ.
ДУҪ БУЛАЙЫҠ.
Бына оҙаҡламай аш та өлгөрҙө. Ибраһим бабай, Хәсән бабай әбейҙәре менән иң түргә мендәр өҫтөнә менеп ултырҙы. Юлдаштың атаһы Хәмит, Кинйәбай ағай ситтәнерәк урынлашты. Шунан һуң Хәмит ағайҙың Юлдаш кеүек ҡустыһы, ҡомғанға йылы һыу һалып, бик һәйбәт итеп ағартылған еҙ тасҡа ҡунаҡтарҙың ҡулдарын йыуҙырып сыҡты. Бөгөн ҡәҙерле ҡунаҡ килеү хөрмәтенә ашау тәртибендә ҡыҙыҡ өсөн боронғо йоланы һаҡларға тырыштылар. Ҡул йыуҙырып бөткәндән һуң, ҙур яңы ашъяулыҡ уртаға йәйелде. Һәр кем алдына ағас ҡалаҡтар ҡуйылды. Был – ашты әҙерләүҙә элекке тәртип һаҡланһа ла, хәҙер бер кемдең дә табаҡтан ҡул менән ашамаясағы билдәле ине.
(Зәйнәб Биишеванан.)
- 2 һөйләмгә синтаксик анализ яһарға.
- Текстан 5 ҡылым табып, заманын билдәләп яҙырға.
- “Һәҙиә Дәүләтшинаның “…………” романын белмәй тороп, башҡорт халҡының тормошон аңлау мөмкин түгел”.
- Был һүҙҙәрҙе кем әйткән?
- Һ.Дәүләтшинаның ниндәй романы тураһында һүҙ бара?
- Был роман өсөн Һ.Дәүләтшинаға ниндәй премия бирелә?
- 4 башҡорт халыҡ яҙыусыһы, 10 башҡорт халыҡ шағиры исемен яҙырға.
- Зәйнәб Биишеваға ниндәй ҙур күләмле әҫәре өсөн халыҡ яҙыусыһы исеме бирелә?
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Татар теле һәм әдәбиятыннан олимпиада биремнәре
ОЛИМПИАДА БИРЕМНӘРЕ...
“Туган телем-татар теле” (татар теле һәм әдәбиятыннан сыйныфтан тыш чара)
Укытучы һөнәренә хөрмәт, туган телгә, иҗатка мәхәббәт; туган авылыбыз, мәктәбебез, аның сәләтле укучылары белән горурлану, кызыксыну хисләре, әхлак сыйфатлары тәрбияләү....
2017 й. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән район олимпиадаһы йомғаҡтары
Олимпиада йомғаҡтары...
Интеграциялы дәрес "Үҙләштерелгән һүҙҙәр" ( рус теле, башҡорт теле, инглиз теле).
Республика кимәлендә уҙғарылған фәнни-практик конференцияла рус теле, инглиз теле уҡытыусылары менән берлектә "Үҙләштерелгән һүҙҙәр" тигән темаға асыҡ дәрес күрһәттек. Был дәрестә уҡыусылар ...
Татар теле буенча олимпиада биремнәре
Олимпиадные задания для учащихся 4-11 классов русской подгруппы....
2018-2019 уҡыу йылының башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиада протоколы
Муниципаль күләмдә үткәрелгән башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән республика олимпиадаһында 9-сы класс уҡыусыһы Шәһиева Юлиә һәм 11-се класс уҡыусыһы Исмәғилова Аида призлы урындар алдылар! Афариндар!...
Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән олимпиада өсөн тест һорауҙары 7-се синыф
1. Башҡорт алфавитында нисә тартынҡы хәреф бар?а) 36;б) 27;в) 21;г) 42....