Эш программаһы, әҙәбиәт, 5-се-9-сы кластар
рабочая программа (5, 6, 7, 8 класс)

Шәмсетдинова Гөлшат Йәүҙәт ҡыҙы

Программа

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл 5_-_9_rp_liter_2017.docx40.37 КБ

Предварительный просмотр:

Аңлатма яҙыу

“Туған әҙәбиәте”  курсының эш программаһы Саҡмағош ауылы гимназияһының 5 – 9 сы класс уҡыусылары өсөн тәғәйенләнгән. Федераль Дәүләт белем биреү стандарттарының талаптарына тура килә. Программа түбәндәге сығанаҡтарға нигеҙләнә:

Саҡмағош ауылы гимназияһының уҡыу программаһы;

17.12.2010 йылда РФ- ның фән һәм мәғәриф тарафынан раҫланған (31.12.2015 йылғы  №1577 приказы менән индерелгән үҙгәрештәрҙе иҫәпкә алп) Федераль Дәүләт белем биреү стандарттары;

«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;

Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы;

«Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы;   Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы.

Башҡортостан Республикаһы  Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған «Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән  программа» (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн) . ). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М.  – Ижевск: «КнигоГрад», 2014йыл .

Эш программаһы биш уҡыу йылына тәғәйенләнгән.

Һәр класта аҙнаһына 1 сәғәт, ярты уҡыу йылына иҫәпләнгән.

Уҡыу предметын өйрәнеүҙең һөҙөмтәләре.

Шәхсән һөҙөмтәләр:

-үҙеңде илдең гражданины итеп тойоу;

-башҡортса үткәрелгән саралар ярҙамында  уҡыусының башҡорт халҡының тормошо,  әҙәбиәте һәм мәҙәниәте менән танышыуы;

-башҡорт халҡының фәһемле тарихы,бай мәҙәниәте, сәнғәте,әҙәбиәте,йолалары, күренекле шәхестәре, Тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән таныштырыу;

-уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына,уның теленә,үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.

- үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоу, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңлау; 

-уҡыусыны үҙ эшмәкәрлеген күҙалларға, планлаштырырға, башҡарырға, тикшерергә, үҙгәрештәр индерергә һәм баһаларға өйрәтеү; 

-үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнеү, ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойоу;

- уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтереү.

Метапредмет һөҙөмтәләр:

регулятив универсаль эшмәкәрлек: 

уҡытыу-методик комплекcтың төрлө компоненттары (дәреслек, аудиодиск һ.б.) менән эшләргә өйрәтеү; 

- уҡыусыларҙы фәнни-тикшеренү эшенә йәлеп итеү;

-төрлө стилдәге һәм жанрҙағы тексты төрлө уҡыу төрҙәрендә ҡабул итеү;

-уҡыу мәҫьәләһен хәл итә белеү;

 коммуникатив уҡыу эшмәкәрлек: 

-уҡыусының коммуникатив  һәләттәрен үҫтереү;

-белем алыу процесында аралашырға өйрәтеү, башҡа кешеләрҙе тыңлай белеү һәм аңлау, мәғлүмәтте теүәл тапшырыу;

-тыңланған һәм уҡылған тексты бирелгән эш төрҙәре (план, йөкмәткеһен

-һөйләү, конспект) менән яңынан һөйләй белеү;

танып-белеү эшмәкәрлеге: 

-5-9 класс уҡыусыларының танып белеү һәм эмоциональ сфераларын үҫтереү; 

-кешелеклелек ҡиммәттәрен, әхлаҡи һәм мораль нормаларҙы аңлап ҡабул итергә өйрәтеү, әйләнә-тирәләге күренештәргә һәм ваҡиғаларға үҙ ҡарашын формалаштырыу;

-хеҙмәт- кешелек йәшәйешенең төп шарты, һәләте булыуын ҡабул итеү.

 -хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү;

- уҡыу эшмәкәрлеге барышында ойошҡанлыҡ, үҙаллылыҡ, яуаплылыҡ, хеҙмәткә  һөйөү тәрбиәләү;

-уҡыу маҡсатын үҙ аллы асыҡлай белеү;

-үҙ аллы анализ эшләү;

-үҙ аллы һәм төркөмдә эшләй белеү;

-бәхәсле ситуацияларҙы хәл итә белеү;

Предмет һөҙөмтәләре:

- туған  әҙәбиәтте  өйрәнеүгә мотивация булдырыу;

- уҡылған әҫәрҙәр буйынса бәләкәй хикәйә төҙөү;

-фольклор әҫәрҙәренән һуң башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙарының туған тел, тыуған ер, дуҫлыҡ, хеҙмәт, ил яҙмышы, азатлыҡ өсөн көрәш темаларына арналған  иң күренекле әҫәрҙәре үҙләштереү.

- башҡорт теле һәм әҙәбиәте әҫәрҙәре ярҙамында башҡорт халҡының рухи ҡиммәттәрен үҙләштереү.

-проет эше аша уҡыусының интеллектуаль үҫешен, уның фекерләү һәләтен үҫтереү;

 - һүҙ байлығын үҫтереү;  алға ҡуйған маҡсатҡа өлгәшеү;

-әҙәбиәттең теоретик һәм практик нигеҙҙәрен үҙләштереү;

-текстың йөкмәткеһен тулыһынса үҙләштереү, аңлы уҡырға өйрәтеү; -текстың темаһын билдәләү;

- уҡыусыларҙың уҡыу техникаһын, уҡыу күнемәһен үҫтҫреү;

-предмет, картинаны һүрәтләргә, персонажға ҡыҫҡаса    ҡылыҡһырлама бирергә өйрәнеү, һәм әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен һөйләй белеү;            

-әҙәби әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен ҡысҡырып уҡыу, аңлау һәм ҡыҫҡаса һөйләү;

-текстарҙы эстән уҡыу һәм уларҙың төп йөкмәткеһен аңлау, текстан кәрәкле информацияны табыу;

- башҡорт теле һәм әҙәбиәтенең матур, яғымлы халыҡ байлығы булыуын аңлап үҙләштереү;

-әҙәбиәт жанрҙарын практик айыра белеү.

Уҡыусы белергә тейеш: 

-башҡортса үткәрелгән саралар ярҙамында  уҡыусының башҡорт халҡының тормошо,  әҙәбиәте һәм мәҙәниәтен;

-башҡорт халҡының фәһемле тарихы,бай мәҙәниәте, сәнғәте,әҙәбиәте,йолалары, күренекле шәхестәре, Тыуған илдең тәбиғәте һ.б. менән танышырға;

- үҙең һәм башҡалар өсөн яуаплылыҡ тойоу, кешенең йәшәү урыны булған тәбиғәтте һаҡлау кәрәклеген аңларға;

 -үҙ телеңде һәм халҡыңды хөрмәт итеү, халыҡтың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен өйрәнергә;

өйрәнергә тейеш:

 -уҡыусыны үҙ эшмәкәрлеген күҙалларға, планлаштырырға, башҡарырға, тикшерергә, үҙгәрештәр индерергә һәм баһаларға; 

мөмкинселек ала:

-үҙеңде илдең гражданины итеп тойорға;

- уҡыусының ихтыяр көсөн, ижади мөмкинлектәрен үҫтерергә;

-ғаилә, ил алдында бәләкәйҙән үк яуаплы булыуҙы тойорға;

- башҡорт халҡына,уның теленә,үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү хисе тойорға.

Уҡыу-уҡытыу ҡулланмаһы:

  1. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х., Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев, З.Р.Әминев Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 5 –се класы өсөн туған(башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу  ҡулланмаһы – Өфө:Китап, 2017.
  2. Вилданов Ә.Х., Хажин В.И. Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 6 –сы класс уҡыусылары өсөн  башҡорт теле һәм уҡыу  ҡулланмаһы – Өфө:Китап, 2005.
  3. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х., Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев, З.Р.Әминев Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 7 –се класы өсөн туған(башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу  ҡулланмаһы – Өфө:Китап, 2017.
  4. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х., Ф.Ә.Аҡҡужина, М.И.Ҡарабаев. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 8 –се класы өсөн туған(башҡорт) телен һәм әҙәбиәтен өйрәнеү өсөн уҡыу  ҡулланмаһы – Өфө:Китап, 2017.
  5. Тикеев Д.С., Ғафаров Б.Б. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 9 –сы класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн ҡулланма – Өфө: Башҡортостан “Китап”нәшриәте, 2007.

Өҫтәмә уҡыу-уҡытыу ҡулланмаһы:

  1. Ф.Ә. Хөснөтдинова, Ә.Б. Һөйәрғолова. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” дәреслегенә методик ҡулланма: 7 –се класс. -Өфө: Китап, 2010
  2. Ф.Ә. Хөснөтдинова, Ә.Б. Һөйәрғолова. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте” дәреслегенә методик ҡулланма: 8 –се класс. -Өфө: Китап, 2011
  3.  Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө, 2004.
  4.  Русса-башҡортса һүҙлек. Ураҡсин З.Г., Саяхова К.Г. – Өфө, 1997.
  5.  Башҡорт теленең фразеологик һүҙлеге. Ураҡсин З.Г. – Өфө:Китап, 2006.
  6. Электрон дәреслек. Башҡорт әҙәбиәте. 5-9 класс – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.
  7.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видео әсбаптар.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы. 2005.
  8.  «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Йәншишмә», «Аҡбуҙат», «Аманат», «Йәшлек» гәзит-журналдары.
  9.  Башҡортса-русса этнокультурологик лексик һүҙлеге.Баһауетдинова М.И. – Өфө: Китап,2012
  10. Башҡортса-русса синонимдар һүҙлеге. Башкирско- русский словарь синонимов/төҙ. Усманова М.Ғ – Өфө:Китап, 2010
  11.  Материаль-техник ҡулланмала

 телевизор;

 компьютер;

  DVD-проигрыватель,

 Аудио-видеомагнитофон.

Курстың йөкмәткеһе:

5 –се класс.

Көҙ

 С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә.

Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу.

Әкиәттәр тураһында төшөнсә. Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте). Ауыҙ-тел ижадының иң боронғо һәм иң  киң таралған жанрҙарының береһе икәнен төшөндөрөү. Әкиәттәрҙең төрҙәрен иҫкә төшөрөү. Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш.

КН. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.

Көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙы тасуири уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.

М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы.

Әҫәрҙәрҙең  йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.

 «Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү.

          А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү.

Ҡыш – 6 сәғәт.

Ҡыш тураһында шиғырҙар. (С. Әлибаев. Ҡыш. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы) Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.

 Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар.

Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү.

З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау.

Д. Бүләков. Яралы китап. Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге.

Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә.

Әсә йөрәге (ҡобайыр).

Яҙ

Яҙ тураһында шиғырҙар. М.Кәрим. Һеңлемдең төшө. Йәнләндереү тураһында төшөнсә. М.Кәрим. Өс таған. В.Исхаҡов. Миҙал һәм малай. М.Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?

Йәй

С.Муллабаев. Йомарт йәй.

6-сы класс

Йырым минең- Башҡортостан.

З. Биишева.” Башҡортостан”. Р. Ғарипов. “Дан һиңә, Дан Башҡортостан”. С. Ярмуллин. “Башҡорт аты”.

Уҙған ғүмер- ҡалған хәтер.

Ә. Усманов “ Башҡорттарҙың ғәскәри хеҙмәте”(өҙөк). “Ғ. Хөсәйенов. “Рудасы Исмәғил Тасим улы“(повестан өҙөктәр).

Ил һаҡлап, азатлыҡ даулап.

 Ә. Бейеш. “Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше”. Б. Рафиҡов.” Һөйәнтүш фажиғәһе”. Башҡорт халыҡ йыры «Тәфтиләү». Ғ. Хөсәйенов. “Алдар батыр ҡиссаһы”.

Башҡорт Автономияһы өсөн көрәш.

Әхмәтзәки Вәлиди Туған. “Башҡорт ҡоролтайы”. Ш. Бабич. “Башҡорт халҡына көйлө хитап “(өҙөктәр). Р. Солтангәрәев. “Осто бөркөт”. Хитап тураһында төшөнсә.

Уралып ятҡан Уралтау.

Башҡорт халыҡ йыры “ Урал”. Б. Бикбай. “Урал”. “Уралтау”.

Ағиҙелкәй алҡын, һыуы һалҡын.

 Башҡортостан йылғалары тураһында белешмә.  Башҡорт халыҡ йыры «Йәмле Ағиҙел буйҙары». Р. Бикбаев.” Һыуһаным һыуҙар бирегеҙ”. «Ағиҙел менән Яйыҡ» риүәйәте. Риүәйәт тураһында төшөнсә.

Тау башында балҡый бер ҡала.  

Р.Янбулатова “Гүзәл Өфөм – баш ҡалам”(йыр). А. Камалов. “Боронғо башҡорт ҡалалары”.

Башҡорт йолалары.

 А. Ҡобағошов. “Ҡарға бутҡаһы тәмлеме”? “Т. Ҡарамышева.” Кәкүк сәйе”. Башҡорт йолалары тураһында белешмә.

Башҡорт аштары.

 Ҡ. Даян. “Башҡорт ҡымыҙы”. М. Өмөтбаев.” Башҡорт ҡорото”. Н. Сафин. “Бишбармаҡ”. Башҡорт халҡының милли аштары тураһында белешмә.

Әсәм теле- сәсән теле

 З. Биишева. “Башҡорт теле”. Башҡорт халыҡ әкиәте «Яҡшы һүҙ- йән аҙығы».

Башҡорттар китте һуғышҡа

 Я. Хамматов.” Башҡорттар китте һуғышҡа…” Ҡ. Даян. “Шайморатов генерал” (йыр).

Башҡорт ауыҙ-тел ижады

 Башҡорт халыҡ әкиәттәре (белешмә). «Аҡъял батыр» башҡорт халыҡ әкиәте. «Ҡурай» башҡорт халыҡ йыры. Йомаҡтар.

Боронғо әҙәби ҡомартҡыларыбыҙ

Юлаев. Бүгәсәүгә ҡушылып, ир- батырға ҡуш булып…

           Башҡортостандың халыҡ шағирҙары, яҙыусылары.  

Халыҡ шағирҙарының тормош юлы менән танышыу, ижадтарына ҡыҫҡаса күҙәтеү яһау, уларҙың башҡорт әҙәбиәте тарихында урыны тураһында фекер алышыу. Биография һәм автобиография тураһында төшөнсә биреү. Р. Ниғмәти.” Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар”.  З. Биишева. “Кәмһетелгәндәр “(өҙөк).  Р. Ғарипов.” Аманат”. Н. Мусин. “Күҙ йәше”.Р. Бикбаев. “Халҡыма хат”. Ә. Атнабаев.” Салауат менән һөйләшеү”.

Дуҫлыҡ менән көслөбөҙ.

Ҡ. Аралбай. “Дуҫлыҡ һәйкәле”. М. Кәрим. “Беҙҙең өйҙөң йәме”.

7 – се класс

Теле барҙың – иле бар

Әкиәттәр тураһында түбән кластарҙа үткәнде иҫкә төшөрөү. Тематик яҡтан әкиәттәрҙең төркөмдәре: тормош-көнкүреш, тылсымлы, батырҙар һәм хайуандар тураһындағы әкиәттәр.

Әкиәттәрҙе мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү. Исемдәр биреп план төҙөргә өйрәтеү.

Риүәйәт һәм легендаларға төшөнсә биреү. Уларҙың тематик бүленеше, оҡшаш һәм айырма яктары. Йыр тураһында төшөнсә. Боронғо һәм хәҙерге йырҙар. Оҙон һәм ҡыҫҡа йырҙар. Йырҙарҙа көй һәм моңдоң әһәмиәте. Тематикаһы һәм йөкмәткеһе яғынан йырҙарҙың төркөмдәргә бүленеше. Халыҡтың рухи тормошонда йырҙың роле. Тарихи һәм лирик йырҙар. Таҡмактар тураһында төшөнсә. Бейеү таҡмаҡтары. Уйын таҡмаҡтары. Таҡмаҡтарҙың башҡарылыу үҙенсәлектәре, уларҙың йырҙарҙан айырмаһы. М.Ғафури. «Ҡыр ҡаҙы» хикәйәһенең идея-тематик йөкмәткеһе. Малайҙың һәм уның атаһының ҡыр ҡаҙына ҡарата мөнәсәбәте. Хикәйәлә ҡоштарға, хайуандарға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү һәм ярҙам итеү мотивы. Кеше һәм тәбиғәт темаһына әңгәмә үткәреү.

Уҡыу - белем шишмәһе

Н.Мусин. «Тайғаҡ баҫма». Әҫәрҙә дуҫлыҡ, тырышлыҡ, тоғролоҡ, намыҫлылыҡ һәм әхлаҡ проблемаларының сағылышы. Хәмзә һәм уҡытыусы, һуғыш ветераны Уғатар ағай образдары. Рәхмәт менән Әсҡәт дуҫлығы. Рәхмәткә хас сифаттар. Хәмзәнең ҡылығын баһалау.

Дуҫлыҡта – берҙәмлек

Б.Бикбай. «Рус теле», Р.Сафин. «Дуҫлыҡ», Ш.Бикҡол. «Дуҫлыҡ», М. Кәрим. «Миләш». Был шиғырҙарҙа дуҫлыҡты данлау. Ысын дуҫлыҡты баһалау. Рус һәм башҡорт халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа һоҡланыу, ғорурланыу тәрбиәләү.

Р.Байбулатов. «Һарыбай». Әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда дуҫлыҡтың сағылышы. Төп геройҙарҙың характерҙарына хас сифаттар.

Хеҙмәт төбө - хөрмәт

М.Ғафури. «Гөлдәр баҡсаһында» шиғырын тасуири уҡыу.

Ж.Кейекбаев. «Оморҙаҡ бабай». Хикәйәнең идея-тематик йөкмәткеһен үҙләштереү. Оморҙаҡ бабай образына хас сифаттар. Ҡылымдарҙың затһыҙ формалары: сифат ҡылым, хәл ҡылым, исем ҡылым, уртаҡ ҡылым. Уларҙың зат, һан менән үҙгәрмәүе.

Башҡортостан-ғәзиз ерем

М. Кәрим. «Ҡайын япрағы тураһында» Шиғырҙа ҡайын һәм япраҡ образы. Башҡортостандың данлы тарихының сағылышы.

Ил намыҫы - ир күңелөндә

Ф.Акбулатова. «Атай икмәге» хикәйәһе. Йөкмәткене үҙләштереү. Әҫәрҙә Бөйөк Ватан һуғышының һүрәтләнеше.

Рәүештәр. Уларҙың мәғәнәләре.

Ғәзиздәрҙән-ғәзиз әсәләр

Ф.Иҫәнолов. «Бер ҡаҙаҡ май». Әҫәрҙә әсә һәм бала араһындағы мөнәсәбәтте баһалау. Әсәйҙәр изгелегенең, бөйөклөгөнөң сағылышы.

Ә.Бикчәнтәев. «Яраланған бүре күҙҙәре». Әҫәрҙә әсәнөң ҡыҙын үҙаллы тормошҡа әҙерләүе. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһөн үҙләштереү. Һорауҙарға яуап биреү, план төҙөп һөйләргә өйрәнеү.

Эх, күңелле яҙ килә!

Һ.Дәүләтшина. «Айбикә» повесы (өҙөк). Әҫәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Унда азатлыҡ өсөн көрәштең, ҡатын-ҡыҙҙың рухи үҫешенең һүрәтләнеше. Ауыл кешеһе йәшәйешенең сағылышы. Образдарға характеристика.

Тел - тере шишмә

М.Кәрим. «Оҙон-оҙак бала саҡ» повесы (өҙөк). Идея-тематик йөкмәкеһен үҙләштереү. Әҫәрҙә әҙәп-әхлаҡ мәсьәләләре. Оло инәй, Кендек образдарына яҙма характеристика.

Йәмле йәй

М.Ғафури. «Болон» шиғырында йәйге болон матурлығының тасуирланыуы. Әҫәрҙә йәйге тәбиғәт күренештәренең һүрәтләнеше.

8 –се класс

Мәктәп – белем шишмәһе

С. Әлибайҙың “ Мәктәп юлы” шиғырында юл образы.

Н. Мусиндың “Һабаҡ” әҫәрендә йәйге ялдың һүрәтләнеше.

  Халыҡ ижады – халыҡ  хазинаһы

 “Ике сәсән”, “Сура батыр” ҡобайырҙарының идея-тематик йөкмәткеһе.

 Көҙ – хеҙмәт һәм байлыҡ миҙгеле

З. Биишеваның “ Көҙгө ямғыр”  Х. Назарҙың “Көҙгө көн. Болотло. Һалҡын”  Р.Өмөтбаевтың  “Әмир баҫыуы” әҫәрҙәрендә  хеҙмәттең әһәмиәте.

Уҡытыусы - ниндәй гүзәл исем.

Рауил Шаммастың «Күперһеҙ йылғалар әҫәрҙәрендә тормошта уҡытыусының роле.

 Башҡортостан – алтын бишек

А. Игебаевтың “Башҡортостан- ил генәм” шиғырында Тыуған ер образы. Салауат батыр – ир ине

 Я. Хамматовтың “Салауат” романында тарихи осор. “Салауат” романында Салауат образы. 

         Ҡыш

 Бабич “Ҡышҡы юлда” шиғырын тасуири уҡыу.Б. Рафиҡовтың “Бүреләр” әҫәренең   идея-тематик йөкмәткеһе. 

 Данлы йылдар, шанлы йылдар

М. Кәрим ижады. “Үлмәҫбай” поэмаһында образдар. Үлмәҫбай, Теребай образдарына характеристика. Нур Ғәлимов ижады. «Яуҙан ҡайтҡан ҡурай» әҫәрендә ҡурай образы.

         Әсәйем – күңел ҡояшым

Ш. Бикҡолдоң “Әсәйемдең кәңәштәре” шиғырының идеяһы. Т. Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе. Тулы һәм кәм һөйләмдәр. Т. Ғиниәтуллиндың “Әсә һәм бала” әҫәрендә күтәрелгән проблемалар. 

         Әҙәп барҙа – иман бар

Хаталар өҫтөндә эш. Х. Назарҙың “Өс һүҙ” шиғырының идеяһы. М. Ямалетдиновтың “Иман” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе.

Шаулап, гөрләп яҙ килә

Р. Ғариповтың “Яҙғы йыр” шиғырында тәбиғәттең һүрәтләнеше. Рафаэль Сафиндың «Тол ҡатындар һәм аяҡһыҙҙар бейеүе» шиғырында һуғыш фажиғаһы.

 Ай Уралым, Уралым!

Баязит Бикбайҙың « Ер» әҫәренең идея-тематик йөкмәткеһе.

Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе. Н. Мусиндың “Һуңғы солоҡ” әҫәрендә күтәрелгән проблемалар. 

Йәй

Ш. Янбаевтың “Дегәнәк” әҫәренең  идея-тематик йөкмәткеһе, әҫәрҙә сағылған

мөнәсәбәттәр,проблема.  Рәшит Солтангәрәевтың « Һуңғы һунар» әҫәрендә тәбиәғәт темаһы.

9 –сы класс

Тере шишмәләр.

Художестволы әҙәбиәт һәм фән. Р.Ғарипов. Тел. Б. Бикбай “Тере шишмәләр”. Р. Мифтахов. Мираҫ.

Кендегемде киҫкән ер.

Р. Мифтахов “Күрҙем һине”. К. Шафикова “Тыуған яҡ”. М. Әбсәләмов. Йомағужа тирәктәре.

Төйәк булған тыуған ер.

Ф. Аҡбулатова “Тәбиғәт беҙҙеңярҙамға мохтаж”. А.Ғарифуллина . Гөрләүек. З.Алтынбаева. Балан. М.Кәрим. Айыу мажараһы. В. Ғүмәров “Башҡорт халыҡ медицинаһында дарыу үҫемлектәре”.

Данлы тарих.

Ә.Бейеш.Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ көрәше.Ш. Бабич “Халҡым өсөн”. Б.Рафиҡов. Һөйәнтуҙ фажиғәһе. Ғ.Хисамов. Алдар һәм Тәфтиләү.

Рухи тамырҙарыбыҙ.

“Урал батыр” эпосы. Ҡ. Ғәли “Йософ ҡиссаһы”. Башҡорт шәжәрәләре. М. Аҡмулла ижады.

Ир егеткәй менән ат башы.

С. Ярмуллин “Башҡорт аты”. Т.Ғиниәтуллин. Буян. Ғ. Вәлиуллин “Ҡәлғә хужаһы һәм тотҡон”. Повесть тураһында төшөнсә.

                Байрам, байрам…

Байрамдарыбыҙ тарихынан.З. Әминев “Башҡорт һабантуйы”. Д. Мәһәҙиев “Науруз байрамы”.

Уралымда үҫкән, ай, ҡурайым.

М. Ямалетдинов “Мираҫ”.Ш.Бабич “Ҡурайҡайға”.Ҡ. Аралбай “Мәшһүр ҡурайсы”. Р. Солтангәрәев “Ишмулла ҡурайсы”.

Ватанға хеҙмәт – изге бурыс.

Р. Мифтахов “Ҡалҡан”. Р. Назаров “Һалдат”. Ә.Үтәбай. Һаҡмар аға бит. Н. Асанбаев “Ҡыҙыл паша”.

Айға ла ғына.ю көнгә тиңләмәйем.

И. Кинйәбулатов “Һеҙҙең йәшәү менән”. Р. Мифтахов “Әсә”. Р. Кинйәбаев “Мин ҡайтырмын, әсәй!”. Ә. Еники “Матурлыҡ”. “Умырзая”(риүәйәт).

Мәңгелек ут

Ә. Моратов “Тере хәтер”. Р.Мифтахов. Боҙлоҡуҙ. Н. Нәжми “Ҡайтманығыҙ тыуған ерҙәргә”.Әҙәби процесс тураһында төшөнсә.

Берҙәмле – мәңге һаҡлар хазина.

Х.Ғиләжев. Россияға йыр. М. Ямалетдинов. Думбыра. Ғ. Вәлиуллин. Салауат.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

5 - се кластар өсөн башҡорт теле дәресенә тематик-план

Календар-тематик материла 5 кластар өсөн тәғәйенләнгән...

5-9 кластар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы

Рабочая прорамма по башкирскому языку и литературе...

8-се кластарҙа "Ҡобайырҙар" темаһын ҡабатлау.

Һәр әҙәбиәт дәресе уҡыусының рухи донъяһына ниндәй ҙә кимәлдә йоғонто яһарға бурыслы. Был осраҡта уҡытыусы төрлө алымдар ҡуллана."Ҡобайырҙар" темаһын йомғаҡлаған осраҡта ил батырҙарын иҫкә алып, кешел...

Туған башҡорт теленән 4 кластарҙа олимпиада һорауҙары.

Республика кимәле өсөн туған телдән олимпиада һорауҙары...