4 кластар өсөн башҡорт теленән олимпиада һорауҙары.
олимпиадные задания на тему

Закирова Лилиә Рамиловна

Олимпиада өсөн күнегеүҙәр.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Олимпиада өсөн һорауҙар.16.41 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары (4 класс)

1.”Башҡорт теле”   һәм “Әсә теле” төшөнсәләренең айырмаһы нимәлә?

    Аңлатма яҙ.

”Башҡорт теле” һүҙбәйләнеше аныҡ ҡына бер тел тураһында һүҙ барыуын аңлата.Ул  киң төшөнсә: башҡорт теле ғилеме, башҡорт теле тарихы, башҡорт телендә һөйләшеү һ.б. 

“Әсә теле” һүҙбәйләнеше бөтә телдәргә лә ҡағылышлы.Баланы тыуҙырған әсәнең һөйләшеү теле, ул һөйләшкән тел һ.б.

2.Һуҙынҡы хәрефтәрҙе тәүге юлға, икенсеһенә  өндәрҙе теҙеп

   яҙ.Һуҙынҡы хәрефтәр күберәкме әллә өндәрме?Был һорауға яуап яҙ.

   Һуҙынҡы хәрефтәр: ә,ө,ү,э,и,о,а,у,ы,е,ё,ю,я

    Һуҙынҡы өндәр: [ә],[ө],[ү],[э],[и],[о],[а],[у],[ы]

   Һуҙынҡы хәрефтәр  өндәрҙән күберәк.

3.Юя, таяу һүҙҙәренең өн моделен төҙө.Унан һуң транскрипцияларын

   яҙ. [йуйа]

[тайау]

4.Бирелгән схемаға ярашлы һүҙ яҙ.

т

у

л

ы

л

а

н

д

ы

р

м

а

я

с

а

ҡ

 

5.Йомаҡҡа төшөп ҡалған һүҙҙәрҙе өҫтәп яҙ.

   Бер тере    йомғаҡ

   Мамыҡтай йомшаҡ.

   “Мыр” ҙа “мыр” йырлап

   Алмаһын тырнап.

6.Ни өсөн аръяҡ  һүҙендә ҡалын айырыу билдәһе (ъ), ә бирьяҡ һүҙендә  

    нәҙек айырыу билдәһе(ь) яҙыла? Аңлатма яҙ.

 Ҡушма һүҙҙең беренсе һүҙе нәҙек булып, икенсе һүҙе я,е,ё,ю

   хәрефтәренән башланһа, ике һүҙ араһында нәҙек айырыу билдәһе

   (ь) яҙыла.

  Ҡушма һүҙҙең беренсе һүҙе ҡалын булып, икенсе һүҙе я,е,ё,ю

   хәрефтәренә башланһа, ике һүҙ араһында ҡалын айырыу билдәһе(ъ)

   яҙыла.

7.Үҙең тураһында ҡыҫҡа ғына мәғлүмәт яҙ. Ул тексҡа исем ҡуш.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Олимпиада һорауҙары

Олимпиадные задания по башкирскому (государственному) языку для учащихся 9 класса русскоязычных школ....

Туған башҡорт теленән 4 кластарҙа олимпиада һорауҙары.

Республика кимәле өсөн туған телдән олимпиада һорауҙары...

Олимпиада һорауҙары.

Ҡулъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.Һөйләмдә дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйырға: Көнгәк  юлсылар менән айырылышырға теләмәгәндәй улар барған ыңғайға әкрен генә боролоп шағирҙың уйҙарын үҙенә...

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын баһалау

Башҡорт  теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын  баһалау....

Олимпиада һорауҙары

5-6 кластар өсөн тәғәйенләнгән олимпиада һорауҙары һәм эштәр...

Олимпиада һорауҙары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға әҙерләнеүсе уҡыусылар өсөн тәғәйенләнә...