Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.
план-конспект урока (7 класс) на тему

Шарафутдинова Айгуль Сабирьяновна

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.

2.Предмет буйынса белем: мәғрифәтсе- шағирҙың – Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың тормош  юлын һәм ижадына байҡау яһау, әһәмиәтен билдәләү. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау; киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ өндәүҙәре менән таныштырыу.

3.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштереү: үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; башҡарған эштәрҙе Вотум системаһы аша үҙ аллы һәм дөрөҫ баһалау.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл asyk_dres.docx24.28 КБ

Предварительный просмотр:

Тема. Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

Маҡсаттар:                

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хисе тәрбиәләү.

2.Предмет буйынса белем: мәғрифәтсе- шағирҙың – Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың тормош  юлын һәм ижадына байау яһау, әһәмиәтен билдәләү. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырының йөкмәткеһен үҙләштереү, анализлау; киләсәк быуынға фәһем булырлыҡ өндәүҙәре менән таныштырыу.

3.Универсаль эш төрҙәрен үҙләштереү: үҙ аллы белем алыу, мәғлүмәт йыйыу һәм уларҙы ҡуллана белеү, дәрес барышында уҡытыусы менән берлектә эшләү; дәрескә маҡсат ҡуйыу һәм уны дәрес һуҙымында күҙ уңынан ебәрмәй тормошҡа ашырыу, эште дөрөҫ планлаштырыу, эҙләнеү эше алып барыу; башҡарған эштәрҙе Вотум системаһы аша үҙ аллы һәм дөрөҫ баһалау.

Йыһазландырыу: проектор, дәрескә презентация (слайдтар), М.Аҡмулланың портреты,  М.Аҡмулла тураһында китаптар, карточкалар, аудиояҙма, һүҙлектәр, Вотум системаһы өсөн йыһаздар.

           Дәрес барышы:

1.Мобилизация этабы.

- Һаумыһығыҙ! Хәйерле көн! Уҡыусылар, һеҙ бөгөн мәктәпкә ниндәй кәйеф менән килдегеҙ? Кәйефегеҙҙе күрһәтегеҙ әле! ( Уҡыусылар матур итеп йылмаялар) . Ошо  матур кәйеф менән  дәресте башлап ебәрәйек. Бер-беребеҙгә ҡарата һәр ваҡыт шулай мөләйем, иғтибарлы булайыҡ. Йылы һүҙҙәребеҙҙе йәлләмәйек. Әҙәмде әҙәп, изгелек биҙәй, ә белем алам тип килгән кеше күңеле менән изге уйҙа була.

Мин, Айгөл Сабирйән ҡыҙы. Әбйәлил районы Асҡар ауылы Таһир Кусимов исемендәге гимназияла һеҙҙең кеүек уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем бирәм.  

2. Антиципация нигеҙендә яңы теманы билдәләү

- Һеҙгә тиҫтерҙәрегеҙ ҡайнар сәләм хаты ебәрҙеләр. Миңә шул хат-аманатты тапшырырға рөхсәт итегеҙ. Әйҙәгеҙ, йөкмәткеһе менән танышайыҡ. Кемегеҙ ярҙам итергә теләй?  (Хаттың йөкмәткеһен бер уҡыусы уҡый.)

Сәләм Әбйәлилдән,  Таһир Кусимов исемендәге Асҡар гимназияһының 7-се класс уҡыусыларынан!

Һеҙгә  иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, Башҡортостаныбыҙҙың лайыҡлы, белемле, рухлы, игелекле ул һәм ҡыҙҙары булыуығыҙҙы теләйбеҙ. Иң мөһиме: тырышып уҡығыҙ, сөнки “белемлелек арыҫландан көслө батыр, шуға атланмай һинең төшөң һис өн булмай”, – тигән шиғри юлдар беҙгә  өндәү булып торһон ине. Уңыштар һеҙгә!

- Уҡыусылар, һеҙҙе был хат юлдары нимәгә өндәй? Ә улар кемдең шиғри юлдарын күҙ уңында тотҡандар икән? (Яуаптар)    

- Эйе. Был М.Аҡмулланың шиғыры.  Тимәк, бөгөн беҙ кем тураһында һөйләшәсәкбеҙ? - Әйҙәгеҙ,  күмәкләп дәрестең маҡсатын да билдәләп китәйек. Һеҙгә асҡыс -  терәк  һүҙҙәр тәҡдим итәм, шуларҙы һөйләм итеп әйтегеҙ.(тормошо, ижады, танышыу),(шиғыр, анализлау), (белем, ғилем)      (Ошо һүҙҙәрҙән уҡыусылар дәрестең маҡсатын билдәләйҙәр)

3. Яңы материал

  • Дәрестең девизына күҙ һалайыҡ әле:

                                                                      Төнө генә түгел, көндәре лә

                                                                 Ҡара булған саҡта халыҡтың,

                                                                 Эҙләгәнһең наҙанлыҡты йырып,

                                                                 Ҡайҙа икәнлеген хаҡлыҡтың.                              

                                                                                                               Н.Яруллин.

Әйҙәгеҙ, Аҡмулланың тормош юлына байҡау яһайыҡ.  (Уҡытыусы М.Аҡмулланың тормош юлына, ижадына байҡау яһай.)

Һүҙлек эше:

Илтифат ит- иғтибар ит

Шәрафат – дан, хөрмәт

Яһиллыҡ –  белемһеҙлек, наҙанлыҡ

Афәттәр-  бәлә, һәләкәт

Кәрамәттәр –  мөғжизә

Шәйҙәр – әйберҙәр

Хәләл – файҙаланыуға  рөхсәт ителгән

Аңра-иҫәр

Шиғырҙы сиратлап тасуири уҡыу.    

Шиғырҙың идея – тематик йөкмәткеһен асыу өсөн һорауҙар тәҡдим итеү.

  • Аҡмулла башҡорттарҙы ни өсөн уҡырға, белем алырға саҡыра?
  • Белемдең кешегә файҙаһы бармы?
  • Ни өсөн шиғырҙа айыу, арыҫлан телгә алына.Ул һүҙҙәрҙең ҡулланышын аңлатығыҙ.
  • Шағир ниңә наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк, ти?
  • Автор шиғырҙа ниндәй өндәш һүҙҙәр ҡулланған?(Уҡыусылар табып уҡыйҙар)
  • Был шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһе нимәлә? Бөгөнгө көндә лә актуаль яңғыраймы?

 

     Төркөмдәр менән эшләйбеҙ. Йыр тыңлатыу. «Ҡаруанһарай» төркөмө башҡарыуында  М.Аҡмулла һүҙҙәренә «Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!» йыры.

1 – се төркөм -  Шиғырҙан һүрәтләү сараларын табығыҙ.

2- се төркөм -    Белем, ғилем хаҡында мәҡәл- әйтемдәр әйтергә.

3-сө төркөм  -   “Белем”  һүҙенә синквейн төҙөргә .

4- се төркөм -    “Белем” һүҙенә кластер төҙөргә.

5-се төркөм -     эҙләнеү проекты – Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса ниндәй эштәр башҡарыр инегеҙ?

4. Йомғаҡлау.

- Бөгөнгө дәрестә нимәләр эшләнек һәм нимәләр тураһында белдек?(Яуаптар тыңлана.)

Уҡытыусы: -Эйе, бөгөн дәрес бик фәһемле булды, күп файҙалы мәғлүмәттәр алдыҡ. Мәғрифәтсе-шағирыбыҙ Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла яҡты донъябыҙҙа юҡ, ләкин уның исеме, ижади емештәре мәңге беҙҙең арала йәшәйәсәк. Ошондай арҙаҡлы шәхестәрҙән өлгө алып, Тыуған илебеҙҙе алға алып барырлыҡ аҡыллы,белемле, тәртипле, саф күңелле, ҡыйыу уҡыусылар булып үҫегеҙ. Белем алыу еңел түгел ул, ләкин тырышырға кәрәк. Хатта халыҡ мәҡәлендә лә ошолай тип әйтелә: ”Белем алыу-энә менән ҡойо ҡаҙыу”. (Яңынан эпиграфҡа әйләнеп ҡайтыу)

5. Рефлексия.              Белемдәрен Вотум системаһы менән баһалау.

Һорауҙар:

1.Аҡмулланың  тыуыуына быйыл   нисә йыл  була? (185, 175, 195)

2.Аҡмулла һүҙе нимәне аңлата? ( а)уҡымышлы, тура һүҙле, ғәҙел; б) изге, иманлы, аҡыллы; в) инсафлы, саф, олпат.)

3.“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк” шиғыры нимә тураһында? (   а)дуҫлыҡ. б)әҙәп-әхлаҡ. в) ғилем.)

4.Аҡмулла ҡайһы яҡтарҙа мөғәллимлек иткән? ( а)ҡаҙаҡ далаларында; б) урыҫтар араһында; в)татарҙар араһында.)

5. Мәғрифәтсе-шағир иҫтәлегенә һәйкәл ҡайҙа урынлашҡан? (    а)БДУ алдында, б)БДПУ алдында,   в)Сибай ҡалаһында)

 6. Өйгә эш биреү.

   1.М.Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын ятларға (мотлаҡ).

   Һайлап алыуға:

  1. “Аҡмулла  аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары” - уйланыуға ҡоролған инша яҙырға.
  2. М. Аҡмулланың тормошо, ижады хаҡында викторина һорауҙары төҙөргә;


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби кисә

Аҡмулла... Был  исем күптән инде халыҡ уйына, хаҡлыҡҡа, ғәҙеллеккә, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән. Шағир 19 быуаттың икенсе яртыһындағы 3 халыҡ (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ) әҙәбиәтенең к...

«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...

Презентация.«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...