Презентация.«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
презентация к уроку на тему
Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».
Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
Маҡсат:
М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;
уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү, үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә, сығыш яһарға өйрәтергә;
Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
glimova_f.f._yaktylykka_onduse_shagir._m._akmulla.pptx | 1.85 МБ |
Предварительный просмотр:
Подписи к слайдам:
Яһил ( ғәр .) – 1) аҫтыртын , үтә ныҡ уҫал ; яуыз ; 2) наҙан , уҡымаған , белемһеҙ . Дау – 1) дәғүәле тауыш , ыҙғыш : дау ҡубыу ; 2) шау-шыулы оло талаш , әрләш .
Мифтахетдин А ҡмулла 1831-1895
Аҡмулла ( ысын исеме - Камалетдинов Мифтахетдин Камалетдин улы ) (1831— 1895) — күренекле башҡорт һәм татар шағиры , мәғрифәтсе . Башҡорт шиғриәтенә тос өлөш индергән , милләттең XIX быуаттағы иң атаҡлы һүҙ оҫтаһы тип һанала . Башҡорт менән бер рәттән , башҡа төрки халыҡтар – ҡаҙаҡтар , уйғырҙар , ҡарағалпаҡтар ҙа уны үҙ тип күрә .
Мәғрифәт - ғәрәп теленән ингән һүҙ - аң-белем,культура Мәғрифәтсе - аң-белем таратыусы-просветитель.
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың 14 декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған.
Туҡһанбай ауылы
Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була. Эҙләнеүсән, тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра, тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара, шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә, Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына.
1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.
Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫке ҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй.
1892 йылда шағир үҙе иҫән сағында нәшер ителгән берҙән-бер « Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе » китабы донъя күрә . Бында уҡытыу һәм тәрбиә биреү системаларын үҙгәртеп ҡороу тураһындағы ҡараштарҙы сағылдыра .
Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Хәтер
Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды .
Музейҙан фрагменттар
Миәкә районының Әнәс , Мәнәүезтамаҡ ауылдары мәктәптәрендә Аҡмуллаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған ; Туҡһанбайҙа , Ҡырғыҙ-Миәкәлә һәм башҡа торама пункттарҙа , Мейәс ҡалаһы урамдарына Аҡмулла исеме бирелгән .
1989 йылда Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия булдырылған .
Ғәзим Шафиҡов Зилфәт Басиров Заһир Исмәғилев Розалия Солтангәрәева Нурия Ирсаева Рәшит Шәкүр Риф Абдуллин
«Баш ҡортостан » гәзитенең « Аҡмулла » тигән әҙәби -юмористик ҡушымтаһы һәм Миәкә районында « Аҡмулла төйәге » гәзите баҫылып сыға .
1986 йылда композитор З. Ғ. Исмәғилев « Аҡмулла » операһын яҙа һәм тәүге тапҡыр 1996 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә ҡуйыла .
2006 йылда Башҡорт дәүләт педагогия университетына Мифтахетдин Аҡмулла исеме бирелә . 2008 йылда уның төп корпусы алдында һәйкәл ҡуйылған
2006 йылдан алып « Аҡмулла нәсихәттәре » Республика фольклор байрамы ойошторола , 2007 йылдан алып был байрам йыл һайын үткәрелгән Халыҡ ‑ара Аҡмулла көндәре сиктәрендә уҙғарыла .
Аҡмулланың художестволы образын Кирәй Мәргән (« Өҙөлгән моң », 1966), Ғ. Шафиҡов (« Аҡмулла », 1986), Я. Хамматов (« Һыр-Даръя », 2000) һ. б. үҙҙәренең әҫәрҙәрендә тергеҙгәндәр .
Башҡорттарым , уҡыу кәрәк , уҡыу кәрәк ! Арабыҙҙа наҙандар күп , уҡыу һирәк . Аңғыра айыуҙан Уралдағы ҡурҡҡандай , Эй , туғандар , наҙанлыҡтан ҡурҡыу кәрәк ! Илтифат ит : уҡыуҙалыр шәрафәттәр , Яһиллектән килә ятыр ҙур афәттәр . Уҡығандар күктә осор , һыуҙа йөҙөр , Юҡтыр унда әүлиәлек , кәрамәттәр . Уҡығанға был донъяла жәләл булыр , Харам тигән күп шәйҙәр хәләл булыр . Ырыҫ , дәүләт шишмәһен асам тиһәң , Ғилем-һөнәр берҙән-бер әмәл булыр . Алтыға берҙе ҡушып , һан ун булмай , Сәғәтте алға бороп , төн көн булмай . Белемлелек — арыҫландан көслө батыр, Шуға атланмай , һинең төшөң һис өн булмай .
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ноғман Мусиндың тормош юлы ижады
Урок по башкирскому государственному языку для учащихся 9 кл....
Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."
Урок на тему "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...
Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»
Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....
Конспект урока по башкирскому (государственному) языку в 9 классе по теме: Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады.. Йәнләндереү.
Конспект урока в 9-ом классе по башкирскому языку и литературе по теме: Жизнь и творчество Ш. Бабича...
Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби кисә
Аҡмулла... Был исем күптән инде халыҡ уйына, хаҡлыҡҡа, ғәҙеллеккә, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән. Шағир 19 быуаттың икенсе яртыһындағы 3 халыҡ (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ) әҙәбиәтенең к...
«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...
Тема. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы.
Тема. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы. Маҡсат: уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, шағир менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү.Йы...