З.Биишеваның "Йәшәү -хеҙмәт" шиғырын өйрәнеү
план-конспект урока (5 класс) по теме
Предварительный просмотр:
Тема: Зәйнәб Биишеваның «Йәшәү-хеҙмәт» шиғыры
Маҡсат:1) Зәйнәб Биишеваның тормош юлы, ижады, “Йәшәү-хеҙмәт” шиғырының йөкмәткеһе менән танышырға;
2) шиғырҙың йөкмәткеһе аша хеҙмәттең кеше тормошондағы роле тураһында әңгәмәләшергә;
3) уҡыусыларҙың фекерләүен һәм телмәрен үҫтереү
Йыһазландырыу: Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижадына арналған презентация, китаптары
Дәрес барышы:
I . Ойоштороу моменты
II Инеш.
Уҡыусыларҙың иғтибарын таҡтаға йүнәлтеү. Проектор аша төрлө һөнәрҙе белдергән Һүрәттәр күрһәтелә. Әңгәмә үткәреү.
-Уҡыусылар, был ниндәй һөнәр эйәләре төшөрөлгән? (уҡытыусы)
Был һөнәр кәрәкме? Кемдең уҡытыусы булғыһы килә?
- Ә был һүрәттә кем ? Был Һөнәр эйәләре ни өсөн кәрәк? (яҙыусы)
Һеҙ ниндәй яҙыусыларҙы беләһегеҙ? Һеҙгә ниндәй яҙыусылар оҡшай?
- Был һүрәттә кем төшөрөлгән? Ул нимә эшләп ултыра?(хәбәрсе, мөхәррир)
Уҡытыусы был эштең әһәмиәтен аңлатып китә.
-Бөгөнгө көндә балалар өсөн ниндәй баҫмалар сыға? Һеҙ ҡайһыларына яҙылдығыҙ?
Дүртенсе һүрәтте күрһәтеү.
- Был һүрәт ниндәй һөнәрҙе белдерә? Бындай һөнәр бармы? (әсәй)
Был һөнәр ауырмы? Бер нисә уҡыусынан фекерҙәрен әйттереү.
Уҡытыусы: Бөгөн дәрестә беҙ һеҙҙең менән беҙ һанап киткән һөнәрҙәрҙе үҙендә туплаусы билдәле башҡорт яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тормош юлы һәм ижады, бер шиғырының йөкмәткеһе менән танышасаҡбыҙ.
Төп өлөш
- Зәйнәб Биишеваның тормошона һәм ижадына арналған презентация менән танышыу.
1-се бит. Зәйнәб Биишеваның портреты.
Иғтибарҙы портретына йүнәлтеү.
-З. Биишеваның йөҙө ниндәй? Был йыйырсыҡтар нимә хаҡында һөйләй?
2-се слайд уның тыуған яғына арналған.Уҡытыусының һөйләп китеүе. Музейы тураһында һөйләү.
3-сө слайд уның бала сағына арналған. Уҡыусыларҙан уҡытыу.Зәйнәб Биишева ишле ғаиләлә бишенсе бала булып донъяға килә. Атаһы Абдулла Биишев балалар уҡытҡан. Әсәһе Фәғилә Ибраһимова ла уҡымышлы булған. Тормош йәштән Зәйнәб Биишеваны ауыр һынауҙар менән сыныҡтыра. 1911 йылда әсәһе үлә, 1919 йылда атаһы үлә.
4-се слайд. Ырымбур башҡорт педагогия техникумында уҡыуына арналған. Уҡытыусының һөйләүе.
5-се слайд. Хеҙмәт юлының башы.1929-1931 йылдарҙа Баймаҡ районы Темәс ауылында уҡытыусы булып эшләй. Көндөҙ балалар уҡытһа, кисен оло кешеләрҙе уҡыта. Эшен бик яратып башҡара.
6-сы слайд. Хеҙмәт юлының дауамы.1931 йылдан ул Өфөгә килеп, «Пионер» журналының баш мөхәррире булып ең һыҙғанып эшкә тотона. Балалар журналында эшләгәс, ул балалар өсөн хикәйә, шиғыр, повестар яҙа. Һәр ваҡыт уҡыусылар менән осрашыуҙарға йөрөй.
7-се слайд. Зәйнәб Биишева балалар араһында.
8-се слайд. Трилогияһына арналған. “Кәмһетелгәндәр” , “Оло Эйек буйында” , “Емеш” романдарынан торған трилогия үҙенең бала сағына, тормошона арналған.
9-сы слайд. Зәйнәб Биишеваның ижады лайыҡлы баһаланып килә.
10-сы слайд. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы.
11-се слайд. Ғаилә хәленә арналған. Ире Ғәзиз Әминев һуғыштан яраланып ҡайта.
12,13, 14-се слайдтар. Уларҙың улдарына арнала.Әминев Тельман Ғәзиз улы – химия фәндәре докторы, профессор.Әминев Юлай Ғәзиз улы – оҫта механик. Тәржемә менән шөғөлләнә, әсәһенең романдарын рус теленә тәржемә итә. Мәскәүҙә йәшәй.
Әминев Дарвин Ғәзиз улы- медицина университетын тамамлап, терапевт булып эшләй, студенттарға белем бирә. Буш ваҡытта һүрәт төшөрөү менән мауыға. Әсәһенең портреттарын да эшләй.
Бына ниндәй улдар үҫтергән Зәйнәб Биишева.
Дәрестең төп темаһына күсеү. Уҡыусылар, беҙ һеҙҙең менән Зәйнәб Биишеваның тормошо, ижады менән таныштыҡ. Ә хәҙер беҙ уның шиғыры менән танышасаҡбыҙ. Уның шиғырының исемен нисек дауам итер инегеҙ?Шиғырының башы “Йәшәү-…” тип башлана.Уның тормошонан, эшенән алып нисек дауам итергә булыр ине был шиғырҙы? Уҡыусыларҙың фекерҙәре.
-Ул кемдәргә хеҙмәт иткән? Эйе, беҙ бөгөнгө көндә уның ижад емештәрен уҡып ҡыуанабыҙ.
Уның шиғыры “Йәшәү-хеҙмәт” тип атала.
-Хеҙмәт һүҙен нисек аңлайһығыҙ?
Һүҙлектән хеҙмәт һүҙенең мәғәнәһен асыҡлау.
- Кешенең билдәле бер маҡсатҡа йүнәлтелгән эшмәкәрлеге, эш
- Рәсми урындағы эш һәм эш урыны
- Кем йәки ниҙер файҙаһына ярҙам рәүешендә башҡарылған эш
- Ниндәйҙер илдең ҡораллы көстәре
- Махсус эш өлкәһен башҡарған бүлек
- Маҡсатлы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе булараҡ кемдер тарафынан яҙылған хеҙмәт
Синонимдар һүҙлегендә:
Эш, шөғөл, эшмәкәрлек, һөнәр, ижад, ижадсылыҡ
Антонимдар:
Эшһеҙлек, ялҡаулыҡ, ғәмһеҙлек. Битарафлыҡ
Был һүҙ халыҡ ижадында ҡулланылғанмы?
Мәҡәлдәрҙә:
Ағасты япраҡ биҙәй, кешене хеҙмәт биҙәй.
Хеҙмәтенә күрә хөрмәте.
Хеҙмәте юҡтың хөрмәте юҡ.
Хеҙмәте ҡаты-емеше татлы.
Дәфтәрҙәргә яҙып алыу.
А)Һүҙлек эше: ҡырыҫ- неприветливый
Наҙлы-нежный, изнеженный
Ҡырыҫ нимәләр буларға мөмкин? Ел, кеше, халыҡ. Холоҡ, тәбиғәт
Наҙлы кеше, һүҙ, сәскә…
Һүҙбәйләнештәр, Һөйләмдәр төҙөтөү
Б)Шиғырҙы уҡытыусының тасуири уҡып ишеттереүе.
В) Уҡыусыларҙың эстән уҡыуҙары.
Г) Сылбыр буйынса ҡысҡырып уҡыу
Д) Өс рәт берәр строфаны хор менән уҡый
Шиғырҙың йөкмәткеһе буйынса эштәр:
Танһыҡ ҡанманы-любить не переставая
Ҡул ҡаушырып –сидеть сложа руки
Был һүҙбәйләнештәрҙе кемдең ишеткәне бар? Улар ниндәй мәғәнә аңлата?
Өс рәткә өс строфаны бүлеп биреү һәм ошо шиғыр юлдары уның тормошоноң ҡайһы осорона тура килеүен билдәләтеү.
Уҡыусыларға өс-дүрт минут ваҡыт бирелә.
Уҡыусыларҙың фекерҙәрен тыңлау.
1-се рәт беренсе строфа
2-се рәт икенсе строфа
3-сө рәт өсөнсө строфа
Һорауҙар: Һеҙ әсеһен дә күрҙем, сөсөһөн дә тип әйтә алаһығыҙмы?
Ни өсөн? Зәйнәб Биишева әйтә аламы?
Шиғырҙың исеме ни өсөн «Йәшәү - хеҙмәт» тип аталған?
Һеҙҙең өсөн йәшәү нимә ул?
Уҡыусыларҙың фекерҙәре: уҡыу, ата-әсәйгә ярҙам итеү…
Шиғырҙың теленә иғтибарҙы йүнәлтеү.
Әсе менән сөсө, ҡырыҫ менән наҙлы. Был һүҙҙәр мәғәнәһе буйынса ниндәй һүҙҙәр? Ни өсөн шағирә антонимдарҙы ҡулланған?
Йәшәү-хеҙмәт, көрәш, үҫеш бит ул юлдарында хеҙмәт, көрәш, үҫеш һүҙҙәре мәғәләләре нисек бирелгән?
Мәҫәлән, күптәр хеҙмәт итә, ә көрәшәме?
Күп кешеләр ауырлыҡтар алдында юғалып ҡалалар.
Күп кешеләр эшләй, ә үҫәләрме? Үҫеү тигәнде нисек аңлайһығыҙ?
Зәйнәб Биишева нисек үҫкән? Ябай ауыл ҡыҙынан халыҡ яҙыусыһына тиклем.
Был юлдар Зәйнәб Биишеваны нисек характерлай? Көслө характерлы, тырыш, маҡсатына ирешеүсән.
Зәйнәб Биишеваның тормош девизы ниндәй булған?
Һеҙҙең девизығыҙ ниндәй?
Һәр кешенең маҡсаты һәм шул маҡсатҡа ирешеү өсөн йәшәү девизы булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына кеше араһында йөҙ ҡыҙармаҫлыҡ, ҡартайғас, ни өсөн шуны эшләмәнем икән, тип үкенеп ултырырлыҡ булмаһын? Зәйнәб Биишева кеүек ғорур итеп әйтерлек һүҙҙәр булһын ҡартайғас.
-Шиғыр нисек уҡылырға тейеш? Ғорур, көр тауыш менән
Уҡытыусы шиғырҙы бер ҡат тасуири уҡып ишеттерә һәм уҡыусыларҙан уҡыта.
Йомғаҡлау.
Ҡабаттан презентациялағы һөнәр һүрәттәренә әйләнеп ҡайтыу .
Зәйнәб Биишеваның һөнәрҙәрен ҡабаттан ҡабатлау, был һөнәрҙәрҙе нисек башҡарыуына иғтибарҙы йүнәлтеү.
Халыҡ яҙыусыһы
Бына тигән улдар тәрбиәләп үҫтергән бөйөк әсә
Үҙенең әҫәрҙәре менән беҙҙе тәрбиәләгән уҡытыусы-тәрбиәсе лә
Өй эше биреү.
Мин кем булырға теләйем? темаһына инша яҙырға
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Зайнаб Биишева
Зайнаб Биишева...
Презентация о жизни и творчестве народного писателя Башкортостана Зайнаб Биишевой
Презентация о жизни и творчестве народной писательницы Башкортостана Зайнаб Биишевой на башкирском языке. ...
Рауил Бикбаев "Салауат ҡылысы" шиғырын өйрәнеү, 6-сы класс
Рауил Бикбаев -Башҡортостандың халыҡ шағиры....
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.
1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...
Ф.Туғыҙбаеваның “Эй, яҙмышым минең” шиғырын өйрәнеү
6 класс өсөн башҡорт әҙәбиәтенән дәрес өлгөһө...
Ф.Рәхимғолованың “Мин – Башҡортостандан “шиғырын өйрәнеү.
Ф.Р2хим4олованың “Мин – Баш7ортостандан “ши4ырын өйрәнеү....
Р. Шәкүрҙең “Урал батыр иле - сал Урал” шиғырын өйрәнеү.
Р. Шәкүрҙең тормошо һәм ижады менән таныштырыу, шиғырҙың идея-тематик йөкмәткеһен асыу, Уралдың матурлығын күрһәтеү, тасуири уҡырға өйрәтеү, уҡыусыларға тыуған ер төшөнсәһен тулыраҡ асып биреү, ...