Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби кисә
презентация к уроку (9 класс) на тему

Аҡмулла... Был  исем күптән инде халыҡ уйына, хаҡлыҡҡа, ғәҙеллеккә, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән. Шағир 19 быуаттың икенсе яртыһындағы 3 халыҡ (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ) әҙәбиәтенең күренекле вәкиле. Профессор Әхнәф Харисов хаҡлы рәүештә: “ Туҡай менән Ғафуриға тиклем булған иң оло һәм күбеһенән юғары торған әҙип”,- тип атаны.

Скачать:


Предварительный просмотр:

Аҡмулла-яҡтылыҡ йырсыһы

(Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби кисә)

Маҡсат:

  1. Уҡыусыларҙа Мифтахетдин Аҡмулланың  яҙмышына, шәхесенә иғтибарҙы үҫтереү.
  2. Аҡмулланың исеме менән бәйле мәғлүмәттәрҙе тәрәнәйтеү.
  3.  Уҡыусыларҙа тыуған яғы, тарихы, мәҙәниәте, теле һәм әҙәбиәте менән ғорурланыу, уларға һоҡланыу тойғоларын тәрбиәләү.

Йыһазландырыу:

  1. М. Аҡмулланың портреты.
  2. Шағирҙың китаптары, Аҡмулла образы булған әҫәрҙәр  күргәҙмәһе.
  3. Мультимедия, Аҡмулла исемендәге премия менән бүләкләнеүселәр, Туҡһанбай ауылы тәбиғәте, шишмә, музей фотолары, З. Исмәғиловтың “Аҡмулла” операһы.

Сәхнәгә милли кейемдә 2 ҡыҙ сыға.

1-се уҡыусы:  Һәр халыҡтың шундай улдары һәм ҡыҙҙары була, уларҙы шул халыҡтың вәкилдәре үҙ төбәктәрендә, үҙ илендә генә түгел, сит яҡтарҙа ла, башҡа ҡитғаларҙа ла ғорурлыҡ тойғоһо менән телгә ала, уларға таянып, башҡалар кеүек үк, тыуған ере һәм халҡы, уның үткәне һәм бөгөнгөһө хаҡында һис кенә лә кәмһенмәй һүҙ әйтә ала. Бына шуға ла уларҙы туған халҡының ер йөҙөндәге үҙенсәлекле бер «танытмаһы», «визит карточкаһы» тип атап булыр ине.

2-се уҡыусы: Башҡорт халҡының тарихы бындай шәхестәргә шаҡтай бай: Ҡол Ғәли, Салауат Юлаев, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Мостай Кәрим, Зәйнәб Биишева һәм башҡалар. Халҡымдың арҙаҡлы улы Мифтахетдин Аҡмулла ла, - һис шикһеҙ, ана шундай шәхестәр рәтендә. Уны оло ихтирам тойғоһо менән телгә алабыҙ. 

Бик йәштән үк ата йортон

Мәжбүр булдың ташларға,

Халыҡтар араһына сығып,

Яңы тормош башларға.

Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,

Сәсән телле бер мулла.

Яһилға һин дау  мулла,

Халҡыңа һин аҡ мулла.

(Ф. Рәхимғолова)).

  • 2006 йылдан башлап йыл һайын декабрь айында беҙҙең республикала Халыҡ-ара Аҡмулла көндәре  үткәрелә.
  • Бөгөн беҙ һеҙҙе Мифтахетдин  Аҡмулланы иҫкә алырға, тормошона һәм  ижадына байҡау яһарға әҙәби кисәгә саҡырабыҙ.

Аҡмулла... Был  исем күптән инде халыҡ уйына, хаҡлыҡҡа, ғәҙеллеккә, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән. Шағир 19 быуаттың икенсе яртыһындағы 3 халыҡ (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ) әҙәбиәтенең күренекле вәкиле. Профессор Әхнәф Харисов хаҡлы рәүештә: “ Туҡай менән Ғафуриға тиклем булған иң оло һәм күбеһенән юғары торған әҙип”,- тип атаны.

 1-се уҡыусы: Аҡмулла үҙ заманының иң белемле, уҡымышлы шәхесе. Ул иҫке төрки телендә яҙған, ғәрәп, фарси телдәрен белгән. Ул көнсығыш шиғриәтенең яңы поэтик формаһын асҡан, ҡобайыр жанрында ла ижад иткән. Әҫәрҙәрендә авторҙың кисерештәре, уй-хистәре халыҡ кисерештәре менән бергә үрелеп барған.

(Презентация)

Аҡмулланың тормош юлы шаҡтай ҡатмарлы. Буласаҡ шағир 1831 йылдың 26 декабрендә Миәкә районы Туҡһанбай ауылында тыуған. Бәләкәйҙән үк бик шуҡ, теремек бала булып үҫә. Аҡмулланың атаһы Камалетдин ауылдарында мулла булып  торһа ла, ғаиләләре бик ишле 15 кешенән торғанлыҡҡа бик фәҡир йәшәйҙәр. Әсәһе бик йәшләй үлеп киткәс, Аҡмуллаға үгәй әсәһенең ҡыйырһытыуҙарын күреп үҫергә тура килә. Башланғыс белемде ул тыуған ауылында, унан һуң Мәнәүезтамаҡ, Әнәс, Стәрлебаш мәҙрәсәләрендә ала.Ләкин был мәҙрәсәләр Амулланы ҡәнәғәтләндереп бөтмәй. Ул төрлө мәҙрәсәләрҙә белем ала, йәй ҡаҙаҡ балаларын уҡыта. Шиғырҙар яҙа. 13 йылдан һуң Аҡмулла тыуған ауылына әйләнеп ҡайта, ләкин атаһы менән уртаҡ тел таба алмай. Оҙаҡламай ул атаһынан ат һәм арба алып тыуған ауылын бөтөнләйгә ташлап сығып китә. “Атайыма хат” шиғырында атаһына үпкә һүҙҙәрен белдереп былай ти:

 Атаҡайым, инде һеҙгә юҡ бүтән һүҙ,

Был донъя малына туя алмай күҙ.

Ун өс йылдан ҡайтып, үҙ итмәнең,

Инде һағынып ҡайтырҙай булманыҡ беҙ.

 Шул ваҡыттан алып, Аҡмулланың халыҡ араһында илгиҙәр тормошо башлана. Башта ул Урал арты башҡорттары араһында төрлө эштәр башҡарып көн күрә, ҡыш балалар уҡыта. Һуңынан ҡаҙаҡ далаларына сығып китеп, уҡытыусылыҡ эше менән генә шөғөлләнә.

Аҡмулланың тура, ғәҙел һүҙенән байҙар ҡурҡыр булған. Сөнки Аҡмулла ҡомһоҙ байҙарҙан, наҙан муллаларҙан әсе көлөп, сатирик шиғырҙар сығарған. Әсе теле өсөн уға күп тапҡырҙар эләгә. Тура һүҙҙәре өсөн ҡомһоҙ байҙар сәсәнде күрә алмай, нахаҡҡа ғәйепләп, төрмәгә ябалар. Ул Троицкиҙа 4 йылға яҡын төрмәлә ултырып сыға. Әммә бөйөк аҡһаҡалды яҡлаусылар һәр саҡ табыла. Төрлө михнәттәр уның рухын һындырмай, ә, киреһенсә, нығыта, яңы көс өҫтәй:  ҡайҙа ғына булмаһын, олоһон да, кесеһен дә белемгә өндәй. Аҡмулланың шиғырҙарын халыҡ шунда уҡ отоп алыр һәм яттан һөйләп йөрөр булған.Илгиҙәр шағир атаҡлы сәсәндәр һәм аҡындар менән осраша, йыйындарҙа әйтештәрҙә ҡатнаша. Уҡымышлылығы, тура һүҙлелеге, ғәҙеллеге өсөн халыҡ уны Аҡмулла тип йөрөтә башлай.Ул исем аҙаҡтан шағирлыҡ исеме булып китә ( “Өмөт” шиғырын Миндиярова Диана уҡый)

 Иркенлек яратыусы Аҡмулла тағы йыраҡ сәфәргә сығып китә, күренекле кешеләр менән осраша. Ризаитдин Фәхретдин менән үҙенең шиғырҙар китабын сығарырға килешә. Ләкин 1895 йылдың 8 октябрендә Миәс ҡалаһынан йыраҡ түгел байҙар яллаған кешеләр тарафынан үлтерелә.

Мифтахетдин Аҡмулла ҡаланан-ҡалаға, ауылдан-ауылға, йәйләүҙән-йәйләүгә йөрөп халыҡтың ауыр  тормошон күргән, шул яҙмышты үҙе уртаҡлашҡан, байҙарҙың рәхимһеҙлеген, ҡомһоҙлоғон күреп йөрәге әрнегән. Ярлы- ябағаны яҡлап, уны тырыш булырға белемгә ынтылырға саҡырып шиғырҙар әйткән. Аҡмулланың шиғырҙары ярлыларға-йыуаныс, байҙарға әсе һүҙ, киҫәтеү булып яңғыраған.

Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бер китабы баҫылып сыға. Ул 1892 йылда Ҡазанда сыҡҡан “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тип аталған.Бынан һуң Ҡазанда тағы ике китабы 1904 һәм 1907 йылдарҙа донъя күрә. Аҡмулланың тулы йыйынтығы 1981 йылда уның тыуыуына 150 йыл тулған көндәрҙә Өфөлә баҫылып сыҡты.Уның китаптары татар һәм ҡаҙаҡ телдәрендә лә сығарылды. Күп кенә шиғырҙары урыҫ теленә тәржемә ителә. (уҡый Нургалиева Вероника “Весна”, Гәзим Шафиҡов тәржемәһе)

2-се уҡыусы: Шағир белем, һөнәр төшөнсәләрен аҡыл, әхләҡ, әҙәп һәм, ғөмүмән, кешелеклелек төшөнсәләре менән тығыҙ бәйләнештә ҡараған, хатта һуңғыларына өҫтөнлөк тә биргән.  Иман, әҙәп, сабырлыҡ, ихласлыҡ кеүек сифаттарҙы юлдаш иткән кеше генә үҙен белемле, тәрбиәле итеп һанай ала тигән фекерҙәрҙе халыҡ тәрбиәһе үрнәге аша бирә. Аҡмуланың үҙ дәүеренән, быуаттар аша хәҙерге заман кешеләренә төбәп әйтелгән «Нәсихәттәр» шиғырында тапҡыр һүҙле юлдар бөгөнгө хәүефле заманда үҙе үк киҫәтеү булып яңғырай.(Нәсихәт – тәртип, тәрбиә, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән һүҙ, өгөт).

“Нәсихәттәр” йыры тыңланыла. (видео күрһәтелә)

Яйына, тыңлаусылар аудиторияһына ҡарап, Аҡмулла йә ҡобайырын әйтә, йә ҡыҫҡа тапҡыр шиғырҙарын яттан һөйләй. Аҡмулланың  күп шиғырҙары халыҡ араһында көйләп әйтелер булған. (Ҡобайыр тыңлау) диск

Аҡмулланы халыҡ онотмай. Тыуған ауылындағы шишмәне  «Аҡмулла шишмәһе» тип йөрөтәләр. Шул уҡ Туҡһанбай ауылында 1981 йылда уның яҡты иҫтәлегенә музей асалар.

(Экранда шишмә, музей фотолары).

1-се уҡыусы: Аҡмулла ижадын пропагандалаған, әҙәбиәтте һәм сәнғәтте үҫтереүгә тос өлөш индергән әҙиптәрҙе, халыҡты мәғрифәтселек идеяларында тәрбиәләүҙә ҙур уңыштарға өлгәшкән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен дәртләндереү маҡсатында 1989 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән Аҡмулла исемендәге премия булдырыла.

. Башҡорт дәүләт педагогия университеты  М.Аҡмулла исемен йөрөтә. 2008 йылдың 8 октябрендә  университет алдындағы скверға Аҡмуллаға һәйкәл ҡуйыла.

Ғ. Шафиковтың “Акмулла” повесы, Я. Хамматов “Һырдарья” романы,

К. Мәргән “Өҙөлгән көй” романы, Н. Ғәйетбаев “Аҡмулланың аҡ төндәре” трагедияһы, З. Исмәғилев “Аҡмулла” операһы һәм төрлө шиғырҙарҙа Аҡмулла образы асыҡ сағыла.

 ( Зыятдинова Айгөл Ҡәҙим Аралбайҙың“Аҡмуллаға” шиғырын уҡый)

1-се уҡыусы: Аҡмулла шиғриәтенең бөйөклөгөн юғары баһалап, профессор Ғ. Ҡунафин ошолой ти: «Аҡмулла әҫәрҙәре – ысын мәғәнәһендә кешеләрҙе уйландырыусы, ата-бабаларыбыҙҙың, тыуған еребеҙҙең рухи ауаздарын быуындарҙан быуындарға еткереүсе мәңге яңғырар хитап, аҫыл шиғриәт өлгөләре ул».

Персид халҡында шундай әйтем бар:” Был донъяны ташлап киткән кешене 50 йылдан һуң иҫкә алһалар, тимәк ул йәшәгән, әгәр ҙә инде 100 йылдан һуң да иҫкә алһалар, тимәк ул әле лә йәшәй.” Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы шәхесе, сәсән, шағир һәм мәғрифәтсе Мифтахетдин Камалетдин улы- шундай кешеләрҙең береһе ул.

2-се уҡыусы: Эйе, уның шиғриәте моңһоҙҙарға түгел, аҡыллы, һүҙ ҡәҙерен белер кешеләргә яҙылған. Ысынлап та, беҙгә, бигерәк тә киләсәк быуын кешеһенә, Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары, Аҡмулла шиғриәте бик тә ҡәҙерле, ул – тормош һабағы.

Ә хәҙер Мифтахетдин Аҡмуллаға биографияһына ҡағылышлы һорауҙарға яуап бирәбеҙ:

1.Мифтәхетдин Аҡмулла йәшәгән йылдар:

   а) 1762-1700 ;  б)  1831-1895; в)1901-1976;

2.Шағир тыуған урын

  а)Нуриман районы Яңыкүл ауылы; б)Миәкә районы Туҡһанбай ауылы; в)Салауат районы Малояз ауылы;

3.Аҡмулла ниндәй ҡалала төрмәлә ултыра?

  а) Өфөлә; б)Троицкиҙа; в)Ырымбурҙа;

4.Аҡмулланың атаһының исеме

    а)Камалетдин; б)Хәйретдин; в)Мөхәмәтдин;

5.М.Аҡмулла ниндәй шағир булараҡ билдәле?

     а)мәғрифәтсе-шағир; б)Суфый шағир; в)шағир-импровизатор;

6.Аҡмулла нисәнсе йылда фажиғәле һәләк була?

      а)1831; б)1895; в)1902;

7.Аҡмуллаға тыуған ауылында нисәнсе йылда музей асыла?

     а)1956: б) 1981; в) 1992

8.Шағирҙың ҡәбере ҡайҙа?

    а)Троицк ҡалаһында; б)Туҡһанбай ауылында; в)Миәс ҡалаһында;

9. Нисә йыл төрмәлә ултырырға мәжбүр була?

а) 3; б) 5; в)  4

10. Тәртип, тәрбиә, ҡылыҡ тураһында өйрәтеп әйтелгән шиғырының исеме нисек?

а) Өмөт; б) Нәсихәттәр; в) Бәхет


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»

Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....

Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулланың “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын өйрәнеү.

1.Шәхси сифаттарҙы үҫтереү: үҙ аллы эшләргә, белем алыу процесына етди һәм яуаплы ҡарарға күнектереү, аралашыу этикетын үҙләштереү, уҡыусыларҙа милли рух, халҡыбыҙҙың бөйөк улына ихтирам, ғорурлыҡ хис...

«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...

Презентация.«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.

Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла» Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»

Разработка внеклассного урока « Наш правдивый Акмулла»Дәрестән тыш сара « Аҡмулла – һәр заманда хаҡ мулла»...