«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
план-конспект урока на тему
Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».
Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
Маҡсат:
М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;
уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү, үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә, сығыш яһарға өйрәтергә;
Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
glimova_f.f._yaktylykka_onduse_shagir.m.akmulla.docx | 28.3 КБ |
Предварительный просмотр:
Муниципальное бюджетное общеобразовательное учреждение
средняя общеобразовательная школа с. Павловка
муниципального района Нуримановский район
Республики Башкортостан
Башҡортостан Республикаһы
Нуриман районы муниципаль районының
Павловка ауылы урта дөйөм
белем биреү мәктәбе
муниципаль бюджет дөйөм белем
биреү учреждениеһы
Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».
Мифтахетдин Аҡмулланың
тормошо һәм ижады.
Провела: учитель
башкирского языка и литературы
Глимова Фаниля Фуатовна
Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».
Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
Маҡсат:
М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;
уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, һүҙ байлығын үҫтереү, үҙ фекерҙәрен аныҡ итеп әйтергә, сығыш яһарға өйрәтергә;
Аҡмулланың тормошо өлгөһөндә уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
УУЭ каммилаштырыу:
Шәхси: уҡыусыларҙа белемгә ынтылыш уятыу, әҙәп-әхлаҡ тәрбиәһе биреү.
Регулятив: ма3сатты 3уя 89м аны3 9йт9 беле7, 72 контроль, 72 ба8алау 89м тормош3а ашырыу;
Танып-белеү: к9р9кле м91л7м9тте 8айлап алыу, у3ыу, ты4лау, д9реслек, эш д9фт9р29ренд9ге материалдар2ы ү2 аллы табыу 89м баш3арыу;
Коммуникатив: ти4д9шт9ре мен9н аралашыу2ы 3ороу; телд9н 89м я2ма телм9р2е адекват 3абул ите7; 3уйыл1ан проблема буйынса 72 3арашы4ды те79л, д5р56, логик я3тан т525к 89м тасуири 9йтеп бире7.
Йыһазландырыу: М.Аҡмулланың портреты, китаптар күргәҙмәһе, интерактив та3та, компьютер, жетондар.
Дәрес барышы.
I.Ойоштороу мәле. Һаумыһығыҙ,уҡыусылар!
II. Уҡытыусының инеш һүҙе.
Дәрестең девизы:
Бик йәштән үк ата йортон
Мәжбүр булдың ташларға,
Халыҡтар араһына сығып,
Яңы тормош башларға.
Эй, Аҡмулла, Аҡмулла,
Сәсән телле бер мулла.
Яһилға һин дау мулла,
Халҡыңа һин аҡ мулла. (Ф. Рәхимғолова).
Яһил (ғәр.) – 1) аҫтыртын, үтә ныҡ уҫал; яуыз;
2) наҙан, уҡымаған, белемһеҙ.
Дау – 1) дәғүәле тауыш, ыҙғыш: дау ҡубыу;
2) шау-шыулы оло талаш, әрләш.
Бына шундай шиғыр юлдары арналған XIX быуаттың икенсе яртыһында йәшәгән һәм ижад иткән күренекле шағир М.Аҡмуллаға.Уны мәғрифәтсе-шағир тип йөрөтәләр.Мәғрифәт һүҙе нимәне аңлата һуң?
Әйҙәгеҙ белешмәнән ҡарап китәйек әле.
Мәғрифәт-ғәрәп теленән ингән һүҙ-аң-белем,культура
Мәғрифәтсе-аң-белем таратыусы-просветитель.
Аҡмулланың әҫәрҙәре башҡорттар араһында ғына түгел, ҡаҙаҡтар, татарҙар араһында ла яратып уҡыла, күп шиғырҙарын халыҡ яттан белгән. 2016 йылдың 14 декабрендә тыуыуына 185 йыл була. Бөгөн беҙ ошо мәшһүр шағирыбыҙҙың тормош юлы менән танышып китербеҙ. Ҡайһы бер шиғырҙарын да уҡырбыҙ.
III.Төп өлөш.
1-се уҡыусы. М.Аҡмулланың сығышы, ата-әсәһе хаҡында.
Мифтахетдин Камалетдин улы Аҡмулла 1831 йылдың декабрендә элекке Ырымбур губернаһының Бәләбәй өйәҙе, 12-се Башҡорт кантоны, Күлиле Мең олосоноң (Башҡортостан Республикаһының хәҙерге Миәкә районы) Туҡһанбай ауылында мулла ғаиләһендә тыуған. Атаһы Камалетдин Ишҡужа улы, әсәһе Бибиөммөгөлсөм Сәлимйән ҡыҙы — икеһе лә аҫаба башҡорттар. Камалетдин ауылда мулла була. Шуға ҡарамаҫтан, уларҙың ғаиләһе ишле булғас, фәҡирлек менән көн итәләр.
2 - се уҡыусы. Аҡмулланың бала һәм үҫмер сағы.
Мифтахетдин бәләкәйҙән бик шуҡ, тиктормаҫ, тынғыһыҙ бала булып үҫә. Әсәһе үлгәс, үгәй әсәһенең һәм өлкән ағаларының йәберләүен, һыйҙырмауҙарын да кисерә. Уның шуҡлығы ҡайһы ваҡытта эш боҙоуға ла килтерә.Ошо хаҡта ул яҙып китә: “оятымдан ҡара яндым хатта” тип.Был ваҡиғаларҙан һуң ҡышҡы һыуыҡта, мәҙрәсәнән ҡасып, тирмәндә йәшенгән һәм ошонда ҡолаҡтарын туңдыра.Аяҡ бармаҡтарын да өшөтә.
Башланғыс белемде ул үҙенең тыуған ауылында, ә унан һуң күрше ауылда Лоҡман тигән башҡорт муллаһынан ала. Мәнәүезтамаҡ һәм Әнәс мәҙрәсәләрендә уҡый. 1850 йылдар уртаһында Стәрлебаш мәҙрәсәһендә бер аҙ белем ала, билдәле суфый шағир Шәмсетдин Зәкиҙең шәкерте була.
Эҙләнеүсән,тынғыһыҙ Мифтахетдин был мәҙрәсәне лә ҡалдыра, тәүҙә Ырымбур яҡтарына бара, шунан Троицк мәҙрәсәһенә килеп уҡый башлай.Үҙ аллы фарсы,ғәрәп телдәрен өйрәнә, Көнсығыш әҙәбиәте менән ҡыҙыҡһына.
3-сө уҡыусы. Аҡмулла халыҡ араһында.
1850 йылдарҙың аҙағында тынғыһыҙ тәбиғәтле йәш шағир ил гиҙеп сығып китә. Башта Ырымбур тарафына йүнәлә, унан Яйыҡ, Миәс буйҙарына, Урал аръяғы далаларына юл тота. Башҡорт ауылдарында, ҡаҙаҡ йәйләүҙәрендә балалар уҡытып, алдынғы ҡарашлы мөғәллим, мулдәкә булып таныла.
Үҙенең тыуған илендә атаҡлы башҡорт шағиры һәм мәғрифәтсе булып дан ҡаҙанған Мифтахетдин мәғрифәт йырын йырлай, ғилемгә арҡыры төшкән иҫке ҡарашлы муллаларҙан көлә, байҙарҙы шелтәләй. Әҙип 1895 йылдың 8(20) октябрендә, Ҡаҙағстандан тыуған яҡтарына ҡайтып килгән сағында, Миәс ҡалаһы менән Һарыстан станцияһы араһында фажиғәле һәләк була. Мифтахетдин Аҡмулла Миәс ҡалаһының мосолмандар зыяратында ерләнгән.
4-се уҡыусы. Аҡмулланың автобиографик әҫәрҙәре.
Аҡмулла — XIX быуат башҡорт поэзияһында үҙенең ижады менән тотош бер поэтик мәктәп тыуҙырған иң ҙур мәғрифәтсе шағирҙарҙың береһе. Әҙиптең бик күп әҫәрҙәрендә уның мәғрифәтселек ҡараштары, халыҡ тормошонда яңылыҡҡа, донъяуи үҫешкә өлгәшеү өсөн аң-белемде, ғилем-һөнәрҙе хәл иткес көс тип раҫлаусы идеялары ғәйәт тәрән һәм үҙенсәлекле әйтеп бирелгән.
Үҙе иҫән саҡта Аҡмулланың бер китабы ғына баҫылып сыға. Ул 1892 йылда Ҡазанда сыҡҡан “Дамелла Шиһабетдин хәҙрәттең мәрҫиәһе” тигән китап.
Бынан һуң Аҡмулланың Ҡазанда тағы ике китабы донъя күрә. Береһе — 1904, икенсеһе — 1907 йылда. Аҡмулланың иң тулы йыйынтығы 1981 йыл Өфөлә башҡорт телендә баҫылып сыҡты. Уның китаптары татар, ҡаҙаҡ һәм урыҫ телдәрендә лә донъя күрҙе.
5-се уҡыусы.
Республикала Аҡмулла исемен мәңгеләштереү буйынса күп эштәр башҡарылды. Миәкә районы Туҡһанбай ауылында Аҡмулланың тыуыуына 150 йыл уңайы менән 1981йылда йорт-музей асылды.Аҡмулла исемендәге премия булдырылған.Ул исемгә Аҡмулланың тормошон,ижадын өйрәнеүселәр, уға арналған әҫәрҙәр яҙыусылар лайыҡ булған.( (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).
Шиғырҙары: “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).
IV. Ял минуты.
V.“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғыры.
Аҡмулла –мәғрифәтсе,быны беҙ әле генә тормошо тураһында һөйләшкәндә үк иҫбатланыҡ. “Ҡара төндөң яҡты йондоҙо”булып, халҡыбыҙҙы белемгә,яңы тормошҡа саҡырған.Уның һүҙҙәре бөгөнгө көндә лә актуаль, сөнки белемлеләргә генә һәр ерҙә юл асыҡ. Наҙанлыҡтан ҡурҡырға кәрәк , ти ул. Аҡмулла Салауаттан һуң икенсе булып, халҡыбыҙға “башҡорттарым”тип өндәшкән.
“Башҡорттарым,уҡыу кәрәк!”шиғыры менән танышыу.
Һүҙлек эше.
Наҙан – безграмотный;
Аңыра - невежда;
Илтифат ит (ғ.) – обрати внимание, запомни;
Шәрафәттәр (ғ.) – хөрмәт, почет;
Афәт (ғ.) – бәлә-ҡаза, бәхетһеҙлек;
Әүлиә (ғ.) – ясновидящий;
Кәрамәт (ғ.) – чуда (мөғжизә);
Жәләл булыр (ғ.) - рәхәт булыр, бөйөклөк.
Уҡыусыларҙы тасуири уҡытыу һәм һорауҙарға яуап алыу.
- Аҡмулла башҡорттарҙы ни өсөн уҡырға, белем алырға саҡыра?
- Белем-ғилемдең кешегә файҙаһы, ярҙамы нимәләрҙә күренә?
VI. Викторина.
Ә хәҙер беҙ һеҙҙең менән дәресебеҙҙең икенсе өлөшөнә күсәбеҙ. Викторина һорауҙарына яуап бирәйек. Был һорауҙарға яуап биреп, М. Аҡмулла ижады буйынса алған белемдәрегеҙҙе күрһәтерһегеҙ тип ышанам. Дөрөҫ яуаптарға жетондар биреләсәк.
Аҙаҡтан, уйын бөткәс, жетондарҙы һанап еңеүселәрҙе билдәләйәсәкбеҙ.
Һорауҙар:
- М. Аҡмулла нисәнсе йылдарҙа йәшәгән? (1831-1895).
- Ул ниндәй мәҙрәсәләрҙә белем алған? (Туҡһанбайҙа, Мәнәүеҙтамаҡта, Әнәстә, Стәрлебашта, Троицкиҙа).
- Ни өсөн уны Аҡмулла тип атайҙар? (Ҡаҙаҡтар уға тура һүҙлелеге, уҡымышлылығы өсөн Аҡмулла исемен бирәләр).
- Әҙиптең ниндәй шиғырҙарын беләһегеҙ? (“Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!”, “Минең ятҡан урыным – зиндан”, “Нәсихәттәр”, “Бәхет”, “Тиһеңме?”, “Донъя”, “Көн”, “Көҙ” һ.б.).
- Аҡмулла ҡайҙа ерләнгән? (Миәс ҡалаһында).
- “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырынан бер өҙөк һөйләгеҙ.
- Аҡмулла премияһы лауреаттары кемдәр? (Р.Шәкүр, Ә. Вәхитов, З.Басыров, Р.Сәхәүетдинова, З. Исмәғилев, Р. Солтангәрәева).
- Аҡмулланың исемен мәңгеләштереү өсөн республикала нимәләр эшләнгән? (1981 йылда Туҡһанбай ауылында М. Аҡмулла музейы асылды, 1980 йылда Миәкә район Советы ҡарары менән М. Аҡмулла исемендәге премия булдырылды, “Башҡортостан” киностудияһы “Аҡмулла” тигән документаль фильм төшөрҙө, З. Исмәғилев И. Дилмөхәмәтов либреттоһын “Аҡмулла” опера яҙҙы).
- Өфөләге ҡайһы уҡыу йорто Аҡмулла исемен йөрөтә? (Өфөлә, БДПУ)
Уҡытыусы: Ә хәҙер жетондарҙы һанап, еңеүсене билдәләйек.
VII. Йомғаҡлау.
VIII. Өйгә эш. “Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!” шиғырын тасуири уҡырға.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ноғман Мусиндың тормош юлы ижады
Урок по башкирскому государственному языку для учащихся 9 кл....
Урок "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат."
Урок на тему "Мостай Кәримдең тормош һәм ижад юлы. Ҡайын япрағы тураһында. Сифат." Һеҙҙең иғтибарығыҙға Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 95 йыллыҡ юбилейына арналған дәрес конспекты ...
Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары»
Мифтахетдин Аҡмулланың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Аҡмулланың аҡ юлдары». 8 класс у3ыусыларын М. А3мулланы4 торош юлы, кил9с9к быуын1а ф98ем булырлы3 5нд9729ре мен9н таныштырыу....
Конспект урока по башкирскому (государственному) языку в 9 классе по теме: Шәйехзада Бабич тормошо һәм ижады.. Йәнләндереү.
Конспект урока в 9-ом классе по башкирскому языку и литературе по теме: Жизнь и творчество Ш. Бабича...
Мифтахетдин Аҡмуллаға арналған әҙәби кисә
Аҡмулла... Был исем күптән инде халыҡ уйына, хаҡлыҡҡа, ғәҙеллеккә, юғары шиғриәткә тоғролоҡ символына әйләнгән. Шағир 19 быуаттың икенсе яртыһындағы 3 халыҡ (башҡорт, татар, ҡаҙаҡ) әҙәбиәтенең к...
Презентация.«Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир». Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.
Тема: «Яҡтылыҡҡа өндәүсе шағир».Мифтахетдин Аҡмулланың тормошо һәм ижады.Маҡсат:М.Аҡмулланың тормош юлы һәм ижады менән таныштырыу, өҫтәлмә мәғлүмәттәр биреү;уҡыусыларҙың һөйләү телмәрен, ...
Тема. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы.
Тема. Зәйнәб Биишеваның тормош һәм ижад юлы. Маҡсат: уҡыусыларҙы З.Биишеваның тормош юлы, ижады менән таныштырыу, тасуири уҡыу күнекмәләрен нығытыу, шағир менән ғорурланыу хисе тәрбиәләү.Йы...