Оҫталыҡ дәресе
материал по теме

Сагитова Алия Мавлитовна

"Аҡ"  концептын  ҡулланып  төҙөлгән  оҫталыҡ  дәресе

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Оҫталыҡ дәресе15.09 КБ

Предварительный просмотр:

Мастер-класс

Хәйерле   көн,   хөрмәтле   коллегалар,   жюри   ағзалары!

Хөрмәтле   коллегалар,   был   нимә?   (ҡағыҙ   күрһәтеү)

  • Ниндәй   ҡағыҙ?
  • Тағы   ниндәй?
  • Нимәгә  оҡшаған?
  • Һеҙгә   был   ҡағыҙ   нимә   һөйләй?    (өнһөҙ, буш,  күңелһеҙ)
  • Ә   был   ҡағыҙҙың   өҫтөнлөгө   нимәлә   тип   уйлайһығыҙ?

Был   ҡағыҙҙың   өҫтөнлөгө  уның    таҙа,   аҡ   булыуында.   Тимәк,   ижад   итеү,   хыялды   эшкә   ҡушыр   өсөн   урын   бар. Был   ҡағыҙ   илһамландыра.

Шулай   итеп,  мин   мастер-класымдың   темаһын   «Аҡ   ҡағыҙ» тип  алдым.

Бөгөн  беҙ  “аҡ”  концепты  менән, шул  концепттың  бер  тармағы «ҡағыҙ» менән   эшләйәсәкбеҙ.

«Аҡ»  сифаты   ниндәй   исемдәр   эргәһендә  йыш   ҡулланыла?

                                 Миҫалдар  килтертеү

Хуплау   һүҙҙәре:  афарин,  дөрөҫ   уйлайһың,   мин   дә   шулай   уйлайым,  бигерәк   күп   беләһең   икән, эйе,  тағы, тағы…

Мин   дә   шулай   уйлайым,  беҙҙең   миҫалдарыбыҙ   тура   килде.

Слайд:

Аҡ  ҡар

Аҡ  уй

Аҡ  өй, тирмә

Аҡ  икмәк

Аҡ  бәхет

Аҡ  йылан

Аҡ   юл

Аҡ  сәс

  Аҡ  һөйәк

Аҡ  билет

Аҡ  ҡағыҙ

Ә   хәҙер   эште   ҡатмарлаштырабыҙ. Ошо  һүҙбәйләнештәрҙең  мәғәнәһен   аңлатабыҙ  һәм   мөмкин   булһа,  һөйләм   төҙөйбөҙ.  

Аудитория   менән   эшләү. Һәр  береһен   берәр   кешенән   һорау.

Аҡ  ҡар - таҙа

Аҡ  уй- изге

Аҡ  өй, тирмә- ҡунаҡ  өйө

Аҡ  икмәк- юғары  сортлы  ондан   бешерелгән

Аҡ  бәхет-шатлыҡ, ҡыуаныс

Аҡ  йылан-йыландар  батшаһы

Аҡ   юл-хәйерле  юл

Аҡ  сәс-сал  сәс

  Аҡ  һөйәк- юғары ҡатлам  кешеһе; эш   яратмаған  кеше

Аҡ  билет-хәрби  хеҙмәткә   яраҡһыҙлыҡ

Аҡ  ҡағыҙ- ?

Аҡ   ҡағыҙ     һәм   һорау   билдәһе. Беҙгә   аҡ   ҡағыҙҙы   тулыһынса   асырға   кәрәк.

Был  ҡағыҙҙың   тәғәйенләнеше   нимә   өсөн?

Әйҙәгеҙ,  әүҙемерәк   булығыҙ.

  • Был   ҡағыҙҙы   нимә   эшләтергә   мөмкин?

Йомарлап   күрһәтәм.

                                   Слайдтарҙа   күренә

  • Хәҙер   ул  ниндәйгә  әйләнде? (йомарланды. Бөгәрләнде, таушалды, )

Йыртып   күрһәтәм

  • Ә  хәҙер? (йыртылды, бүленде, ҡырҡылды)
  • Һеҙ   килешәһегеҙме  аҡ   ҡағыҙҙың  ошондай   хәлгә   ҡалыуына?
  •    һеҙгә  аҡ  ҡағыҙҙың ошондай   хәлгә   ҡалыуы,   төшөүе   оҡшаймы?
  •  (Йомарланған, йыртылған   ҡағыҙҙы  күрһәтеү)

Әйҙәгеҙ.  Беҙ   аҡ   ҡағыҙҙы   икенсе   тәғәйенләнеш   өсөн   ҡулланайыҡ.

Ап-аҡ   ҡағыҙ   бите… Буш   һәм   өнһөҙ. Әммә…таҙа .   Ә   бит   был   уның   төп   өҫтөнлөгө.Тимәк,  ижад   итеү,   хыялды   эшкә   ҡушыу   өсөн   урын   бар.

Һәр  береһенә  ҡағыҙ,  ябай   ҡәләм,  линейка,   юйғыс   таратып   биреү

                   Уларға   ике-өс  минут,  музыка    биреү

Шунан  уҡыусыларға  һүҙ   биреү,  бына  бит   ябай  ҡағыҙҙан   ниндәй һоҡланғыс   сәнғәт   әйберҙәре   эшләргә   мөмкин.

Әйҙәгеҙ,  ҡыйыуыраҡ  булығыҙ.   Кемдән   башлайбыҙ.

  • Ә   халыҡ   ижадында   нимәне   аҡ   ҡағыҙ   менән   сағыштыралар?

Бала   күңеле  -   аҡ   ҡағыҙ.

  • Һеҙ   уның   менән   килешәһегеҙме?

                                    Берәйһенә   һүҙ   биреү

  • Ә   һеҙ   тормошоғоҙҙо   иртәгәнән аҡ   таҙа   ҡағыҙҙан  башлай   алыр   инегеҙме? Мөмкинме улай?

Ә  минең   һигеҙенсе   класс   уҡыусылары   былай   тип   яуап   ҡайтарҙы.

Ун   уҡыусының  бишәүһе   эйе,  башларға  мөмкин  тип   яуап   ҡайтарҙы, ә бишәүһе  юҡ  тигән.  Бигерәк  тә   миңә  киләһе  яуап  оҡшаны:

Юҡ,  мөмкин   түгел,  тормош   ул  шул  тиклем   ҡыҫҡа  тигән  бер   ҡыҙыҡайым. Ә  икенсе  уҡыусым Тормош   кешегә  һынау  бирә   икән.  Беҙ   ул   һынауҙы  еңеп   сығырға  тейешбеҙ,  ә   тормошто   яңынан  башларға   түгел,  тине.

  •   Ә   һеҙ?

                          Был   һорау   уйланыу   өсөн.

Аҡ   ҡағыҙ   тураһында   һөйләшкәндә   ирекһеҙҙән     талантлы   яҡташыбыҙ   Ғилман   Ишкинин      күҙ   алдына         баҫа. Әгәр   иҫән   булһа   уға   ошо   көндәрҙә   50   йәш  тулыр    ине. Күпме   шиғырҙары   аҡ   ҡағыҙға   төшөрөлмәй   ҡалды…


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мейес әбей. Г. Яҡупова. 7 класс. Оҫталыҡ дәресе.

7 класта өйрәнелгән Гөлнур Яҡупованың "Мейес әбей" әҫәре буйынса оҫталыҡ дәресе....

Оҫталыҡ - дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект эшмәкәрлеге

Оҫталыҡ- дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект технологияһы...

Оҫталыҡ дәресе

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте буйынса оҫталыҡ дәресе...

Оҫталыҡ дәресе

quot;Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә проблемалы уҡытыу алымдарын ҡулланыу"...

Оҫталыҡ дәресе.-Ғәйфуллина Ә,Т.

Уҡытыусыны баҡсасы менән сағыштырырға мөмкин. Баҡсасы үҙенең баҡсаһында еңел-елпе генә иренеп эшләһә, үҫентеләре лә үҫмәйенсә тәпәш ҡаласаҡ, емешен бирмәйәсәк. Уҡытыусы бейеклектәргә үрләгән, киләсәкк...