Оҫталыҡ дәресе.-Ғәйфуллина Ә,Т.
план-конспект урока

Альфия Тимерьяновна Гайфуллина Әлфиә Тимерйән ҡыҙы Ғәйфуллина

Уҡытыусыны баҡсасы менән сағыштырырға мөмкин. Баҡсасы үҙенең баҡсаһында еңел-елпе генә иренеп эшләһә, үҫентеләре лә үҫмәйенсә тәпәш ҡаласаҡ, емешен бирмәйәсәк. Уҡытыусы бейеклектәргә үрләгән, киләсәккә өмөт менән ҡараған балаларға ярҙам ҡулы һуҙмаһа, уҡыусыларҙың башҡа юлды һайлауы мөмкин, шул ваҡытта белемдәре түбән кимәлдә буласаҡ. Һәр бала ул бәләкәй генә донъя, үҫергә, үҙгәрергә тейешле, үҙ хаталарын төҙәтергә ынтылыусан кеше. Беҙ, уҡытыусылар, уның ҡулына ышаныс уты һалһаҡ, бер үк кәрәк ваҡытта ташламаҫҡа тейешбеҙ. Ул аңлауға, яҡлауға, һаҡлауға мохтаж.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл ostalyk_drese.-gyfullina_a.t.docx318.07 КБ

Предварительный просмотр:

Тема: «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу алымдары».

-Хәйерле сәғәттә, хөрмәтле жюри ағзалары, коллегалар! Һеҙҙең иғтибарығыҙға башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу алымдары менән(?  таныштырып үтәм.

         Бөгөнгө көн мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙың сифатын күтәреүҙә халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу дәресте бар яҡлап байыта, уҡыусыла предметҡа ҡарата ҡыҙыҡһыныу, ихтирам һөйөү тәрбиәләй. Фольклор үҙе үк тормош мәктәбе, башҡорт халҡының тере тарихы, милли паспорты. Телде өйрәнгәндә уны ҡоро күнегеүҙәр менән генә өйрәтеү артыҡ ҙур һөҙөмтәләр бирмәй. Милли традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йола поэзияһын, сәсәнлек мәктәбен, халыҡ медицинаһы, мәҙәниәте, халыҡтың кәсептәре кеүек темаларҙы грамматик темаға үреп алып барыу – дәрестә ҡуйылған маҡсатҡа ирешергә ярҙам итә.

        Ә бөгөн һеҙҙең алда минең маҡсатым – үҙ эшемдең һөҙөмтәле булыуын, актуаллеген күрһәтеү.

        Беҙ ғалимдарҙың хеҙмәттәрен тәрәндән өйрәнеп мәктәптә башҡорт халыҡ ижадын ҡулланыу уҡыусыларҙың әҙәби телен байытыуға, ошо телдә логик һәм образлы фекерләү һәләтен үҫтереүгә, шуның менән бергә туған тел сығанағы – фольклорға һөйөү тәрбиәләүгә алып килеүен белдек.

        Туғыҙаҡ Йәһүҙиндең методик хеҙмәттәренән  халыҡ ижады өлгөләрен ҡулланыу алымдарын дәрестең һәр этабында ла ҡулланып булыуын өйрәндек.  (Һигеҙ йыллыҡ мәктәптә башҡорт халыҡ ижадын өйрәнеү,Өфө, 1970) Слайд.

        Мин күрһәтәсәк алымдарҙы дәрестең өс этабында: ойоштороу мәлендә, яңы теманы аңлатҡанда,   рефлексия этабында ҡулланылыуын ҡарап үтербеҙ.

        Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен дөрөҫ, таҙа әйтергә өйрәтеү өсөн артикуляцион күнегеүҙәр үткәргәндә башҡортхалҡының «Тирәтләү»е бик тә отошло. Әйҙәгеҙ бергәләп тирәтләп алайыҡ. Слайд № (музыка менән).презентация ла өҫтәп сығарабыҙ.

Һәттә түрә, түрә ри, һәттә түрә –түрә ри (4 тапҡыр)

Һәттер-ҙөттөр, ҙөттөр ҙи, һәттер-ҙөттөр, ҙөттөр ҙи. (4 тапҡыр)

-Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле коллегаларым, халыҡ ижадынан тағын ниндәй жанрҙарҙы артикуляцион күнегеүҙәр үткәргәндә ҡулланып була? (Һай дилләү-дилләү, дегедәм, дегедәм, дегедәм, дәм-дәм).

        Уҡыусыларым был Тирәтләү жанрын йәштәр араһында киң танылған бит-боксҡа нимәһе менәндер оҡшауын әйттеләр.Һәм ошо йүнәлештә заманса жанр төрҙәре менән сағыштыра башланыҡ. Башҡорт халыҡ ижадының ҡобайырҙар, бәйеттәр, әйтештәр, робағиҙар бүлеген өйрәнгәндә уҡыусыларҙың ҡыҙыҡһыныуы һүрелә төшөүе күҙәтелә. Шуға күрә, дәресте заманса үткәрәм.  Уҡыусыларға Ҡобайырҙы – реп, әйтеште – реп-батл стилендә өйрәнеү һәм яттан һөйләү еңел һәм мауыҡтырғыс. Хәҙер, әйҙәгеҙ әле, үҙебеҙ сағыштырып ҡарайыҡ. (Ҡобайыр йырлайбыҙ - реп

        Уҡытыусы эшмәкәрлегендә мәҡәлдәр ауыҙ-тел ижадының иң эффектив универсаль материалы. Дәрестә беҙ мәҡәлдәргә бик йыш мөрәжәғәт итәбеҙ һәм ошо мәҡәлдәр өлгөһөндә һеҙҙе  Тәңҡитле фекерләү технологияһының   бер алым менән таныштырам.

Минең ҡулымда Нимә? (алма)

Ниндәй алма? ( төрлө яуаптар беҙ бирәбеҙ) Һәр кемдең үҙ ферере бар!

Ул синектика алымы.

Нимә ул синектика? (Слайд №) Синектика бурыстарҙы ҡуйыу һәм сисеүҙә төрлө төрҙәге предметтарҙы берләштереү тигән һүҙ, йәғни оҡшашлыҡтар нигеҙендә үткәрелә торған мейе штурмы. Әлеге алым менән эшләп алыу өсөн мин һеҙҙе яңы бер структура менән таныштырып китәм. (Слайд №  ). Ул “Ҡара, сағыштыр, һығымта яһа” тип атала.

    Минең арттан ҡабатлайыҡ әле. – Ҡара,сағыштыр, һығымта яһа! (2 тапҡыр)

        Хәҙер мин һеҙгә ошондай матур предметтар таратып сығам, һәм һеҙ парҙарҙа ҡулығыҙҙығы предметты мәҡәлдәргә оҡшаш яҡтарын табып фекерләшәһегеҙ һәм экрандағы тәҡдим ителгән тәртип буйынса яуап бирәһегеҙ. Был предметтар барыһы ла һеҙгә танышмы? Яҡшы. Бына миндә - кәрәҙле бал. Мин яуап бирәм, минең ҡулымда кәрәҙле бал. Мәҡәлдәр ҙә кәрәҙле балға оҡшаған, сөнки улар бал шикелле татлы, шифалы. Шулай итеп, мәҡәлдәрҙе ҡулланыу беҙҙең телебеҙҙе  балдай татлы итә, тәмләй. Тимәк мин уны  маҡтағанда,  сағыштырғанда, өйрәткәндә, аңлатҡанда                   ҡуллана алам, аңлашылдымы? Телмәребеҙҙә матур итеп, отошло  ҡулланыр кәрәк. Төркөмдәрҙә фекер йөрөтәбеҙ.   Әйҙәгеҙ, ниндәй фекерҙәр әйтерһегеҙ? Яуаптарығыҙ әҙерме?

-        Минең ҡулымда сәскәләр гөлләмәһе. Мәҡәлдәр нәҡ ошо сәскә бәйләме кеүек әйтергә теләгән фекеребеҙҙе матурлай тип уйлайбыҙ.

-        Беҙҙә аҡса янсығы тип уйланыҡ. Аҡса ул байлыҡ бит инде. Байлыҡ менән сағыштырабыҙ. Мәҡәлдәр беҙҙең телмәребеҙҙең байлығын күрһәтеп торалар. Улар ошо янсыҡтағы тәңкәләр кеүек беҙҙең телебеҙҙә бик күп һәм шундай һығымтаға килдек, туған телебеҙ бик бай, мәҡәлдәрҙе телмәрендә ҡулланған кешенең дә теле бай була.

-        Беҙгә борос тура килде. Борос бик әсе йәшелсә бит инде. Уны гел генә ашап йәки аш-һыуҙа күп ҡулланып булмай. Мәҡәлдәрҙе  беҙ әсе боросҡа оҡшаттыҡ, уны урынлы ҡулланғанда ғына яҡшы. Әйтер һүҙебеҙ тос, әсе, үткер, тапҡыр булһын өсөн дә ҡулланабыҙ.

ФДББС ярашлы, күп аңлатыуға ҡарағанда әҙ аңлатып, эҙләнеү юлдарын күрһәтеү, ул юлдарҙы табырға өйрәтеү уҡытыусының  бурысы. Бөгөнгө көндә уҡыусыларҙа телгә, әҙәбиәткә, башҡорт халыҡ ижадының өлгөләренә ҡыҙыҡһыныу уятыу иң төп маҡсаттарыбыҙҙың береһе. Шуға күрә, беҙ балаларға белемде уларҙың ҡыҙыҡһыныуынан һәм йәш үҙенсәлектәренән сығып бирергә тейешбеҙ.

Хәҙер инде эшебеҙҙе йомғаҡлау өсөн беҙ һеҙҙең менән “Алты түбәтәй” алымын ҡулланабыҙ. (8-се слайд)

Был алым рефлексия этабында ҡулланыла. Алдығыҙҙа түбәтәйҙәр ята, һәр кем “түбәтәйен кейеп ҡарай”, үҙебеҙҙең түбәтәйҙәргә тура килгән һорауҙарға яуап бирәйек.

Аҡ түбәтәй: ниндәй яңы мәғлүмәт белдегеҙ? Факттар.

Һары түбәтәй: өйрәнгән мәғлүмәттең ыңғай яктары. Позитив фекерҙәр.

Ҡара түбәтәй: ниндәй тиҫкәре яҡтар күренде.Тәңкит күҙлегенән ҡарау.

Ҡыҙыл түбәтәй: Һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙы? Эмоциональ ҡабул итеү.

Йәшел түбәтәй: иҗади фекерләү. Фараздар.

Зәңгәр түбәтәй: фекерләүҙе дөйөмләштереү, йомғаҡ яһау.

Яуаптар:

Аҡ түбәтәй:  Беҙ һеҙҙең менән нимәгә өйрәндек, нимә белдек? Беҙ был оҫталыҡ дәресендә артикуляцион күнегеүҙәр эшләтеү өсөн отошло булған Тирәтләү жанры менән таныштыҡ. Шулай уҡ Синектика алымы аша мәҡәлдәрҙең тотороҡло булыуы, уларҙың телебеҙҙе байытыуы, бик ҡыҫҡа һәм теүәл итеп үҙ фекереңде тыңлаусыға еткереү хаҡында белдек.

Һары түбәтәй: өйрәнгән мәғлүмәттең ыңғай яктары. Позитив фекерҙәр.Нимә яҡшы булды? Минең өсөн был оҫталыҡ дәресе мауыҡтырғыс булды, бергә йырлашып ултырыуҙары оҡшаны.

Ҡара түбәтәй: ниндәй тиҫкәре яҡтар күренде.Тәңкит күҙлегенән ҡарау.Мин шуны аңламаным тип башларға кәрәк яуабығыҙҙы. Шулай башларға кәрәктер ҙә ул, әммә ләкин миңә барыһы ла аңлашылды шул.

Ҡыҙыл түбәтәй: Һеҙҙә ниндәй хистәр тыуҙы? Эмоциональ ҡабул итеү.Миндә был оҫталыҡ класы ыңғай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Тирәтләү жанры телебеҙҙе шымарта, кәйефтәрҙе күтәрә. Мәҡәлдәр беҙҙең фекергә эмоция өҫтәйҙәр.

Йәшел түбәтәй: иҗади фекерләү. Фараздар. Нисек эшләр инем?

Мин был алымдарҙы үҙемдең дәрестәрҙә ҡулланыр инем.

Зәңгәр түбәтәй: фекерләүҙе дөйөмләштереү, йомғаҡ яһау. Был процеста нимәгә ирештек? Дәрестәрҙә башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен үткәндә ниндәй эш алымдарын ҡулланып була икәнен белдек һәм үҙебеҙҙең эшебеҙҙә лә ҡулланыу теләге тыуҙы.

Минең ҡулдағы  Алма кеүек һеҙҙең ғүмерегеҙ түңәрәк, сағыу янып торһон!

Фекерҙәрегеҙҙә төрлө булһын!

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!

Тәңҡитле фекерләү ул технология , ә         синектика? алым

Ҡалғандары бик шәп, үҙеңдең сығышыңдан үҙең ҡәнәғәтлек алырға тейешһең Давай кайфуй. Илһам һеҙгә китте !!! көт

https://arhivurokov.ru/multiurok/6/f/a/6fabb38aaf089f99ff76deafedcf0cee38e5dd14/img9.jpg

https://ds04.infourok.ru/uploads/ex/09cc/0007d1fb-bb68991e/img2.jpg


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Презентация к уроку по теме"Йолташем- тале футболист"

Презентация к уроку,с новыми словами,с вопросами....

Комплекс упражнений "Тонкий момент - талия"

Не секрет, что каждой женщине хочется нравиться мужчинам. Одни из самых притягательных областей женского тела – это, несомненно, талия и живот. Добиться идеальных изгибов вам помогут физические ...

Оҫталыҡ дәресе

"Аҡ"  концептын  ҡулланып  төҙөлгән  оҫталыҡ  дәресе...

Практическое занятие : Расчет тали электрической.

Разработка содержит содержание практического занятия: Расчет тали электрической....

Мейес әбей. Г. Яҡупова. 7 класс. Оҫталыҡ дәресе.

7 класта өйрәнелгән Гөлнур Яҡупованың "Мейес әбей" әҫәре буйынса оҫталыҡ дәресе....

Оҫталыҡ класы

"Яңы белем биреү технологияларын ҡулланыу - планлаштырылған һөҙөмтәләргә ирешеү шарты" темаһына оҫталыҡ класы...