Оҫталыҡ - дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект эшмәкәрлеге
методическая разработка на тему
Оҫталыҡ- дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект технологияһы
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
moy_master_klass.docx | 24.75 КБ |
Предварительный просмотр:
Мастер- класс на тему: Проектная технология в образовательном процессе в общем развитии детей
Оҫталыҡ дәресе
Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект эшмәкәрлеге.
Хөрмәтле коллегалар, оҫталыҡ дәресен башлар алдынан, теманы асыҡлағансы ошо слайдҡа иғтибар менән ҡарағыҙ, быларҙың бөтәһен дә нисек атарға була? (проект).(слайд 1)
- Ә ни өсөн ул проект? Үҙегеҙҙең яуаптарығыҙҙы иҫбатлағыҙ!(был эштәр балалар тарафынан эшләнгән).
- Бөгөн беҙ проекттар тураһында һөйләшәсәкбеҙ.(слайд 2).
- Проект эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса үҙебеҙҙең эш тәжрибәһен дөйөмләштерербеҙ. Оҫталыҡ дәресен рефлексиянан башлап ебәрәйек.(слайд).
- Мин был теманы яҡшы беләм.
- Беләм,тик тулыһынса түгел.
- Мин бер нәмә лә белмәйем.
Ҡағыҙҙарҙа үҙегеҙҙең фекерегеҙҙе яҙығыҙ,фекерегеҙ үҙгәргәнме,юҡмы оҫталыҡ дәресе аҙағында ҡарарбыҙ. Теорияға күсәйек. - Нимә ул проект?
Проект – ул уҡытыусы тарафынан махсус ойошторолған һәм уҡыусыларҙың үҙ аллы үтәгән комплекслы эшмәкәрлеге, ижад емеше менән тамамлана.
- Ә проект эшмәкәрлеге?
Проект эшмәкәрлеге – уртаҡ һөҙөмтәгә ирешеүгә йүнәлтелгән уҡыу- танып белеү, уйын, ижад эшмәкәрлеге.
- Был ике билдәлмәлә ниндәй уртаҡлыҡ бар?
(комплекслы эштәр продукты, эшмәкәрлек, һөҙөмтә). Ысынлап та, проект эшләү һөҙөмтәһендә продукт барлыҡҡа килә. Ул проект эшен эҙләнеү-тикшеренеү эшенән айыра.
-Хөрмәтле, коллегалар, проекттар менән эшләү Һеҙҙең дә профессиональ эшмәкәрлегеҙҙең бер өлөшөнә әйләнгәндер. Слайдтағы фотоларға ҡарап проекттарҙың ниндәй төрҙәрен беҙҙең балалар йышыраҡ үтәй?(слайд). Ошо һорауға яуап биреүе һеҙгә ҡыйынлыҡтар тыуҙырмайҙыр тип уйлайым.
Поллат классификацияһы буйынса түбәндәге төрҙәр бар :
- Мәғлүмәти
- Эҙләнеү-тикшеренеү
- Ижади
- Практик-йүнәлешле
- Логик-мәғәнәүи модель (ЛММ)
Проектлау технологияһы дүрт этаптан тора:
I проектҡа «сумыу» этабы. 1.1. Бында проекттың темаһы һайлана. Уҡытыусы уҡыусыларға темалар тәҡдим итә. Уҡыусылар кәңәшләшеп теге йәки был теманы һайлап алалар йә үҙҙәре тәҡдим итәләр. Проблема билдәләнә. Фәнни гипотеза тәҡдим ителә. 1.2. Тема һайланғас темасыҡтарға бүләләр һәм һәр уҡыусы үҙенең мөмкинлектәрен ҡарап темасыҡ һайлай. 1.3. Артабан ижади төркөмдәр билдәләнә.
II планлаштырыу этабы. 2.1. Тикшеренеү эшенә материалдар әҙерләнә, яуап бирелергә тейеш һорауҙар ҡуйыла, төркөмдәргә эш бүленә, әҙәбиәт һайлана. Проект ҙур булһа уҡытыусы алдан эштәр, һорауҙар әҙерләп ҡуя һәм уҡыусыларға тәҡдим итә. Ҙур булмаһа уҡыусылар был эштәрҙе үҙ аллы башҡаралар. 2.2. Технологик процесс планлаштырыла. Эҙләнеү эшмәкәрлегендә уҡыусылар бер береһенә эш барышы тураһында информация бирәләр, проблеманы бергәләп хәл итәләр. 2.3. Проектлау эшмәкәрлегенең һөҙөмтәләрен яҡлау формаларын билдәләнә. Уҡыусылар төркөмдәрҙә, һуңынан класта эҙләнеү һөҙөмтәләрен ниндәйерәк формала күрһәтәсәктәре, яҡлаясаҡтары тураһында кәңәшләшәләр. Эштең һөҙөмтәһе булып ҡағыҙҙа, мониторҙасхема, таблица, презентация, газета макеты, видеофильм, альбом, әҙәби сценарийҙар һ.б. тора ала.
- III технологик этап. Бында эш урыны һайлана, һәр уҡыусы үҙ эшмәкәрлеген үҙе актуалләштерә. Ғөмүмән, өсөнсө этапты иң мөһим этап тип әйтһәк тә яңылыш булмаҫ. Сөнки ул уҡыусыларҙың модель төҙөү, ижади эҙләнеү, социаль әһәмиәтле эшмәкәрлек этабы.
- IV йомғаҡлау этабы. Һөҙөмтәләрҙе алдан ҡабул ителгән форма буйынса тейешле рәүешкә килтереп проектты яҡлағас, һәр төркөм тәүҙә үҙ эшмәкәрлегенә, һөҙөмтәһенә анализ яһай. Һуңынан икенсе төркөм уҡыусыларының фекерҙәре, кәңәштәре тыңлана. Әгәр алдан эксперттар саҡырылған булһа уларҙың да баһаһын тыңлап китергә мөмкин. Эксперттар булып юғары йә парллель синыфта уҡыған уҡыусылар, ата-әсәләр, белгестәр сығыш яһай ала.
- Бындай дәрестәрҙә системалы рәүештә балаларҙа үҙ аллы белем алыуға ынтылыш тәрбиәләнә, тәнҡитле һәм ижади фекерләү һәләте формалаша, уҡыусының ораторлыҡ сифаттары үҫә. Логик яҡтан бәйләнешле, стилистик яҡтан дөрөҫ сығыш яһарға, аралашыу оҫталығына өйрәнә. Уҡыусыларҙың алған белемдәрен тормошта ҡуллана белеү һәләте үҫә.
Хәҙер хөрмәтле коллегалар, эшкә тотонайыҡ. Дыуан районы республика лицей-интернатында Башҡортостандың төнъяҡ көнсығыш райондарынан уҡыусылар уҡый. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрендә беҙ йыш ҡына ерле материалға мөрәжәғәт итәбеҙ. Шуға ла бөгөнгө оҫталыҡ дәресенең темаһын шул төбәккә бәйле алдыҡ. Хәҙер мин һеҙҙе өс төркөмгә бүленеүегеҙҙе һорайым. Беренсе төркөм “Төнъяҡ-көнсығыштың 7 мөғжизәһе тигән темаға коллаж эщдәй”, икенсе төркөм “Төнъяҡ-көнсығыштың шағир һәм яҙыусылары буйынса кластер эшләй”,
Өс төркөмгә бүленеү.
Оҫталыҡ дәресенә әҙерләнеү ваҡытында миңә проект һүҙенең ҡыҙыҡлы билдәләмәһе осраны. (Слайд). Проект – ул балалар үҙешмәкәрлеге, аҙым һайын алға барыу.
- Һеҙ тағы ла нимә өҫтәр инегеҙ йәки үҙгәртер инегеҙ? ( уҡытыусылар һәм ата- әсәләр ярҙамында балаларҙың үҙаллылығы)
Слайд Проект – балаларҙың үҙаллы эшмәкәрлегенә уҡытыусыларҙың һәм ата- әсәләрҙең булышлыҡ итеүе ярҙамында, аҙым һайын алға барыу. Ысынлап та, бер проектты ла бала үҙ аллы ғына үтәй алмай, сөнки уның аҙағына тиклем бер нисә этап үтергә кәрәк.
Үҙемдең сығышымды проект эшмәкәрлеге авторы,америка философы, педагог Джон Дьюи һүҙҙәре менән тамамлағым килә: “Беҙ балаларҙы элеккесә уҡытһаҡ, уларҙы киләсәктән мәхрүм итәбеҙ”.
Хәҙер рефлексияға кирегә ҡайтабыҙ, үҙ-үҙҙәрегеҙҙе баһалағыҙ.
Проект эшмәкәрлеге мәғарифтың киләсәге тип һанайым. Ә ни өсөн шулай икәнлеген бөгөн мин иҫбатлай алдым тип ышанам. Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Оҫталыҡ дәресе
"Аҡ" концептын ҡулланып төҙөлгән оҫталыҡ дәресе...
Мейес әбей. Г. Яҡупова. 7 класс. Оҫталыҡ дәресе.
7 класта өйрәнелгән Гөлнур Яҡупованың "Мейес әбей" әҫәре буйынса оҫталыҡ дәресе....
Оҫталыҡ дәресе (методический семинар)
оҫталыҡ дәресе...
Оҫталыҡ дәресе
З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте буйынса оҫталыҡ дәресе...
Оҫталыҡ дәресе
quot;Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә проблемалы уҡытыу алымдарын ҡулланыу"...
Оҫталыҡ дәресе.-Ғәйфуллина Ә,Т.
Уҡытыусыны баҡсасы менән сағыштырырға мөмкин. Баҡсасы үҙенең баҡсаһында еңел-елпе генә иренеп эшләһә, үҫентеләре лә үҫмәйенсә тәпәш ҡаласаҡ, емешен бирмәйәсәк. Уҡытыусы бейеклектәргә үрләгән, киләсәкк...
Башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлеге
Башҡорт теле дәрестәрендә проект эшмәкәрлеге...