Мейес әбей. Г. Яҡупова. 7 класс. Оҫталыҡ дәресе.
методическая разработка (5, 7 класс) на тему

Гарфутдинова Флорида Тимергазиевна

Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 2

Гөлнур Яҡупова

Слайд 3

Башҡортостандың ғафури районы Сәйетбаба ауылында 1948 йылдың 24 июнендә тыуған

Слайд 4

Сәйетбаба мәктәбен Салауат педагогия училищеһын Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлай.

Слайд 6

Китаптары

Слайд 7

Аҡ кейем кейгән, Башы түшәмгә тейгән . (Мейес)

Слайд 8

мейес

Слайд 10

Уҫал Яуыз Көс күрһәтергә ярата Ҡомһоҙ

Слайд 11

Кәүҙәгә бик ҙур Алпан-толпан атлай Кешеләр менән аралашып бармай

Слайд 12

Хәйләкәр Кешеләргә ярамһаҡланырға ярата Әйтәкән һүҙендә тора белмәй

Слайд 13

Ҡурҡаҡ Бик һаҡ Кешеләргә ышанып бармай

Слайд 14

Иртә тора Тик тормаҫ Эшсән

Слайд 15

Иртә тора Маҡтанырға ярата Матур кейенеп, күкрәк киреп йөрөргә ярата

Слайд 16

Иртә тора, һуң ята Йылмайып ҡына йөрөй Тик яҡшылыҡ эшләргә ярата



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

Ҡушма һүҙҙәр. «Әсә йөрәге”

(Ҡобайыр)

 (5-се класс өсөн дәрес өлгөһө)

Ғарфутдинова Флорида Тимерғәзе ҡыҙы, Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай 1-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

2015 йыл


Тема: Ҡушма һүҙҙәр. “Әсә йөрәге”. З. Биишева.

Маҡсат: 1. Ҡушма һүҙҙәр тураһында төшөнсә биреү.

2. “Әсә йөрәге” ҡобайырының йөкмәткеһен һәм төп фекерен асыҡлау, уҡыу техникаһын камиллаштырыу, логик фекерләү һәм аралашыу һәләтен үҫтереү.

3. Әсә кешегә һөйөү тәрбиәләү, әсә мөхәббәтенә һоҡланыу тойғоһо уятыуҙы күҙ алдында тотоу.

Йыһазландырыу:  компьютер, проектор.

Дәрес барышы.

  1. Ойоштороу моменты.

1.  - Хәйерле иртә, балалар!

Хәйерле иртә, ҡунаҡтар!

2. Таҡтала һеҙгә өс ҡар бөртөгө ҡарап тора: берәүһе – ихлас йылмая, икенсеһе – тыныс, ә өсөнсөһө – ниңәлер күңелһеҙ. Шул ҡар бөртөктәренең ҡайһыһы менән дуҫлашыр инегеҙ?

- Яңы дуҫыбыҙға беҙ ҙә йылмайыу бүләк итәйек. Бер-беребеҙгә йылмаяйыҡ. Ә хәҙер шул наҙлы йылмайыуыбыҙҙы ысын күңелдән ҡунаҡтарға оҙатайыҡ. Рәхмәт! Ултырығыҙ.

  1. Дәрес маҡсатыy билдәләү.
  1. Ребус.

Ребусҡа күҙ һалайыҡ. (слайд)

  • Был һүҙҙәр нисек яһалды
  • Ҡушыу юлы менән.
  • Тимәк. Был һүҙҙәр ҡушыу юлы менән яһала.
  • Дәфтәрҙәрҙе астыҡ. Число, тема яҙабыҙ.
  1. Карточкалар менән эш.

– сылбырлап эшләйбеҙ. Һүҙҙе уҡыйбыҙ, ҡайһы төргә ҡарауын әйтәбеҙ һәм карточкаларға яҙабыҙ.

  1. 256-сы бит, 120-се күнегеү.
  • Минең уҡыусым Айгүзәл ошо күнегеүҙе  “5” билдәһенә эшләне. Иғтибар менән ҡарағыҙ. Аңлатығыҙ: ниндәй осраҡтаъ, ь билдәләре яҙыла?
  • Һығымта: икенсе тамыры я, ю хәрефенә башланһа ике тамыр араһына йә ь, йә ъ ҡушыла. Беренсе тамыр ҡалын һуҙынҡы булһа ъ, нәҙек һуҙынҡы булһа – ь ҡуйыла.

(слайд)

  1. Төп өлөш

“Әсә йөрәге”. Ҡобайыр.

  1. Алдағы дәрестәрҙә халыҡ ижады менән таныштыҡ. Ниндәй жанрҙар беләһегеҙ? (слайд)
  • Ҡайҙа бында ҡушма һүҙ?
  • Ҡобайыр. “Дан йыры” тигәнде аңлата.
  • Кемдәр ижад иткән?
  • Сәсәндәр.
  • Нисек башҡаралар?
  • Думбра сиртеп, 2-3 нотаға һалып көйләп әйтәләр.
  • Бөгөн дәрестә “әсә йөрәге” ҡобайыры менән танышасаҡбыҙ.

  1. Һүҙлек эше. (слайд)

– Яңы һүҙҙәргә иғтибар итәйек. Минең арттан һүҙҙәрҙе дөрөҫ ҡабатлағыҙ.

-Үҙегеҙгә оҡшаған һүҙҙәр менән һөйләм төҙөгөҙ.

3. Уҡытыусы уҡыуы.

- Мин ҡысҡырып уҡыйым, ә һеҙ күҙәтеп, тыңлап ултырығыҙ.

4. Уҡыусылырҙан һорауҙарға яуап алыу.

1) Һеҙгә ҡобайыр оҡшанымы?

2) Йәйләү нисек көн итә?

3) Илгә ниндәй хәбәр таралған? Табып уҡы.

4) Ҡыҙҙың шарты менән ризаһығыҙмы?

5) Йөрәк әйткән һүҙҙәрҙе табығыҙ. Нисек аңлайһығыҙ?

6) Таш араһына осоп төшкән әсә йөрәге кемде ҡайғырта? (Әсә кеше үҙе әллә ниндәй язалар алһа ла, балаһын ҡайғырта)

7) Был ҡобайырҙа кемдең ярятыуы көслөрәк?

8) Егет әсәһен яратамы икән?

9) Ә һеҙ әсәйҙәрегеҙҙе нисек яратаһығыҙ?

- Әсәйҙәргә ҡарата йылы һүҙҙәрҙе йышыраҡ әйтегеҙ. Хис-тойғоларығыҙҙы белдереүҙән тартынмағыҙ.

5.Мәҡәлдәр менән эш.

- ҡобайырҙан мәҡәлдәрҙе табып уҡы.

- Тағы ниндәй мәҡәлдәр беләһегеҙ?

(слайд)

6. Әсәләргә һәйкәлдәр.(слайд)

- Ҡобайырҙа төп образ кем

(Әсәләргә ҡуйылған һәйкәлдәр тураһында һөйләп китәм)

  • Дуҫлыҡ монументы. Бында ла ҡатын-ҡыҙ һынландырған. 2011 йыл – милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы.

Һығымта: мәҙәниәттә лә, сәнғәттә лә әсә образы – төп урында тора.

7. Синквейн.

- Аңлатыу.

- Төҙөү.

Һыҡымта: әсә – һәр кеше өсөн бәхет, шатлыҡ сығанағы.

8. Өйгә эш биреү.

Әсәйҙәр тураһында үҙегеҙ шиғыр, йә булмаһа әҙер шиғыр дәфтәрегеҙгә күсереп килтерергә.

  1. Йомғаҡлау. Тест.

– Белемдәрегәҙҙе тикшереү өсөн тест һорауҙарына яуап бирегеҙ.

-Эштәрҙе алмашып тикшерәйек. Баһалайыҡ.

V. Баһалау.

- Күршегеҙҙе нисек баһаланығыҙ.

Дәрестән һуң көндәлектәрегеҙҙе килтерегеҙ. Билдә ҡуйырмын.

Һау балығыҙ, рәхмәт!



Предварительный просмотр:

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы

В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда

(5-се класс. Оҫталыҡ дәресе)

Ғарфутдинова Флорида Тимерғәзе ҡыҙы, Балаҡатай районы Яңы Балаҡатай 1-се һанлы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

2011 йыл

 Минең дәрестәремдең төп маҡсаты: баланың фекерләү ҡеүәһен һәм ижади һәләтлектәрен үҫтереү, белемен арттырыу. Проблемалы һорауға яуап тапҡас, уҡыусылар үҙҙәрен асыш яһаусылар итеп хис итә. Бындай эш төрҙәре балаларҙа дәрес материалына ҡарата ҡыҙыҡhыныу уята. Бала күңелендә эҙләнеү ниәте, эҙләнеү теләге асыла.

Тема: В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда.

Маҡсат: 1. В. И. Әхмәҙиевтың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу.

2. Шиғырҙың йөкмәткеһен үҙләштереү, тасуири уҡыу, телмәр үҫтереү өҫтөндә эш.

3. Тәбиғәткә, ҡоштарға, урман хайуандарына ҡарата һөйөү, һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: проектор, компьютер, кроссворд.

Дәрес барышы.

I

Ойоштороу моменты

  1. Дежур уҡыусы менән әңгәмә.
  • “Уңыш” ситуацияһын булдырыу.

II

Ҡабатлау

  1. Артикуляцион күнегеү.

(Таблица)

  • Ижектәрҙе дөрөҫ уҡыу.
  • Һүҙҙәр төҙөп әйттереү.

III

Төп өлөш

  1. Тема иғлан итеү.
  • Балалар, бөгөн беҙ ҡайҙа юлланасаҡбыҙ? (кроссворд)
  • Дәрес темаһына ҡыҙыҡһыныу уята.
  • Ҡышҡы урман һүрәте.

  1. Вафа Әхмәҙиев (1937 – 1983)
  • Ҡыҫҡаса биографик белешмә
  • Карта
  • Уҡыусыларҙың БР райондары тураһында күҙаллауҙары киңәйә.

  1. Шиғыр өҫтөндә эш.
  1. Уҡытыусының өлгөлө уҡыуы.

 -

  1. Һүҙлек эше:

- парлап уҡыу

              - күсереп яҙыу

- уҡыусыларға шиғырҙың йөкмәткеһен ҡабул итергә ярҙам итә

- һүҙ байлығын арттыра

  1. Шиғыр уҡыуға әҙерлек:

1-се строфа – тиҙәйткес темпында

2 –се строфа – ҡармаҡҡа эләкмә (ҡайһы бер һүҙҙәр дөрөҫ яҙылмаған, төҙәтеп уҡыу.

3-сө строфа – һикереүҙәр (һүҙ аша уҡыу)

4- се строфа – бинарлап уҡыу (уҡытыусы теләһә ниндәй урындан уҡый башлай, уҡыусылар дауам итә)

  • Тасуири уҡыуға әҙерлектең нигеҙе.
  • Йөкмәткеһен үҙләштереүгә ярҙам итә

  1. Визуалләштереү
  • китаптағы иллюстрациялар күрһәтеү менән генә сикләнмәй
  • картиналы план баланың күҙ алдына баҫа, шул уҡ ваҡытта шиғыр уҡыла
  • күреү хәтере үҫешкән балаларға ҡулайлы

  1. һөйләмдәрҙе тултырып яҙыу

- 1 уҡыусы таҡтала

-  Шиғырҙан кәрәкле һүҙҙәрҙе табып, һөйләмдәрҙе тултырып яҙыу

  1. Шиғырҙы тасуири уҡыу.
  1. Уҡыуға әҙерлек (уҡтарға ярҙамында - тауышты күтәреп, йә түбән төшөрөп уҡыу)
  • Дөрөҫ интонация менән уҡыу һәләтлектәрен үҫтерә

  1. Яңғарауыҡлы уҡыу (уҡытыусыға эйәреп, ҡысҡырып)

  1. Нығытыу
  • Утты үҙемә алам (уҡыусылар шиғыр буйынса һорауҙар уйлап, иптәштәренән яуаптар алалар)
  • Йөкмәткеһен үҙләштерергә ярҙам итеүсе отошло алымдарҙың береһе

IV. Йомғаҡлау.

  1. Кластер – график системалаштырыу (француз. Тәлгәш, шәлкем)

Уҡыусылар шиғырҙан темаға ярашлы  һүҙҙәрҙе айырым ҡағыҙға яҙып алалар. Һөҙөмтәлә ҡышҡы урманды асыҡлаусы мәғлүмәт йыйыла.

  1. Синквейн.

5 юллыҡ шиғыр. Дәрес материалын үҙләштереү кимәлен күрһәтә.

  1. Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар

Урман кейектәре

Беҙҙең яҡ ҡош-кейектәрен танып-белеү һәләтлектәрен үҫтереүгә ярҙам итә

  1. Тағараҡтар

Ҡоштарға ҡарата һаҡсыл ҡараш, эклолгик тәрбиә

  1. Халыҡ ижады - мәҡәлдәр

Кеше элек-электән тәбиғәтте өйрәнгән, күҙәткән. Кеше тормошо – тәбиғәт менән бәйле.

V. Өйгә эш.

Шиғырҙы тасуири уҡыу


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Яңы балаҡатай 1-се һанлы урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ғарфутдинова Флорида Тимерғәзе ҡыҙының оҫталыҡ дәресе Вафа Әхмәҙиев Ҡышҡы урманда

Слайд 2

Бөгөн дәрестә кем дежур? Бөгөн нисәһе? Аҙнаның ниндәй көнө? Класта кем юҡ? Һауа торошо ниндәй?

Слайд 3

һа ба ра ҡа та ла ңа ҙа ға ҫа һә бә рә ҡә тә лә ңә ҙә ғә ҫә һө бө рө ҡө тө лө ңө ҙө ғө ҫө һу бу ру ҡу ту лу ңу ҙу ғу ҫу һү бү рү ҡү тү лү ңү ҙү ғү ҫү һи би ри ҡи ти ли ңи ҙи ғи ҫи һо бо ро ҡо то ло ңо ҙо ғо ҫо һе бе ре ҡе те ле ңе ҙе ғе ҫе һы бы ры ҡы ты лы ңы ҙы ғы ҫы

Слайд 4

Ер аҫтында ерән ат Уның тиреһе ете ҡат. Һуйырһың, тунарһың Тунағанда иларһың.

Слайд 5

“ Тей” тиһәң, теймәй, “Теймә”, тиһәң, тейә.

Слайд 6

Көтәләр, көтәләр Килһәм – ҡасып бөтәләр.

Слайд 7

Аҡ кейемен кейгән, Йәшел суғын элгән.

Слайд 8

Аяҡһыҙ-ҡулһыҙ – күлдәк кейә.

Слайд 9

һ у ғ а н и р е н я м ғ ы р ҡ а й ы н м е н д ә р

Слайд 10

Вафа исхаҡ улы әхмәҙиев (1937-1983)

Слайд 11

Ишембай районы ғүмәр ауылы

Слайд 12

тирәк – тополь бойоғоу – скучать бәҫ – иней үс – месть ҡыу – засохший һуҫар – куница шаңҡытыу – глушить ҡуныу – садиться(на дерево)

Слайд 13

Тиҙәйткес темпында уҡы: Ала ҡарға аҡ тирәктә Ултыра бик бойоғоп, Елдәр иҫһә, бәҫтәр оса, Ботаҡтарҙан ҡойолоп.

Слайд 14

“Ҡармаҡҡа эләкмә” Йәш ҡараманы шаңҡыта Кистән сыбар тумыртҡа, Шул тиклем шат булыр икән Ағас ашаусы ҡортҡа!

Слайд 15

Һикереүҙәр Ана, һуҫар һикереп менде Ҡарт йүкә ҡыуышына, Кейек ҡорт балына туйғас, Иҫе китмәй ҡышыңа!

Слайд 16

Бинарлап уҡыу Ҡыу еректең ботағына Ҡунып алған һайыҫҡан, Кем килгәнен, кем киткәнен Күҙәтә ул алыҫтан.

Слайд 21

Тумыртҡа ……. . … ….. ултыра. …… оса. Һуҫар …… ….. . …….. ҡунып алған.

Слайд 22

Вафа Әхмәҙиев // Ҡышҡы урман // Ала ҡарға аҡ тирәктә / Ултыра бик бойоғоп / Елдәр иҫһә/ бәҫтәр оса/ Ботаҡтарҙан ҡойолоп// Ҡарт ҡараманы шаңҡыта / Таңдан сыбар тумыртҡа / Шул тиклем үс булыр икән / Ағас йырыусы ҡортҡа// Ана /һуҫар һикереп менде/ Ҡарт йүкә ҡыуышына / Кейек ҡорт балына туйғас / Иҫе китмәй ҡышыңа // Ҡыу еректең ботағына / Ҡунып алған һайыҫҡан / Кем килгәнен / кем киткәнен / Күҙәтә ул алыҫтан //

Слайд 23

ҡышҡы урман ерек һуҫар тумыртҡа йүкә ҡарама бәҫ аҡ тирәк һайыҫҡан ала ҡарға

Слайд 24

Синквейн Исем Ике сифат Өс ҡылым Исемде асыҡлаусы фраза . Төп мәғәнәһен белдереүсе һүҙ 1. Тумыртҡа 2. Сыбар, матур. 3. Шаңҡыта, таҙарта, оса. 4. Тумыртҡа – урман докторы. 5. Файҙа.

Слайд 25

Беҙҙә ҡышлаусы ҡоштар: тумыртҡа һайыҫҡан ала ҡарға турғай ҡарабаш турғай ҡыҙылтүш күгәрсен

Слайд 26

ҡышҡы урман хужалары бүре төлкө ҡуян һуҫар тейен мышы ҡоралай

Слайд 27

тағараҡтар

Слайд 28

һынамыштар Ағасҡа бәҫ күп төшһә , емеш уңыр , бал күп булыр . Ҡарға ҡарҡылдаһа , буран сығыуға . Ҡышҡы урман ныҡ шаулаһа , йылы көндәр килеүен көт .

Слайд 29

Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Ҡушма һүҙҙәр “Әсә йөрәге” Ҡобайыр Ғәрфутдинова Флорида Тимерғәзе ҡыҙы

Слайд 3

Балаҡатай районы

Слайд 4

Ай + гөл = Айгөл

Слайд 5

ҡулъяулыҡ

Слайд 6

алмағас

Слайд 7

ҠУШМА ҺҮҘҘӘР Ҡушыу Бәйләү Парлау Ҡабатлау Ҡыҫҡартыу Ағиҙел тимер юл бала-саға матур-матур БР аҡҡош Яңы Балаҡатай малай-шалай шәп-шәп РФ

Слайд 8

ҠУШМА ҺҮҘҘӘР Ҡушыу Бәйләү Парлау Ҡабатлау Ҡыҫҡартыу Ағиҙел тимер юл бала-саға матур-матур БР аҡҡош Яңы Балаҡатай малай-шалай шәп-шәп РФ Ҡариҙел “Аманат” журналы аҙыҡ-түлек тиҙ-тиҙ БДУ һабантуй Балалар баҡсаһы ата-әсә йүгерә-йүгерә БДИ

Слайд 9

120-се күнегеү Ҡулъяҙма, юлъяҙма, алъяпҡыс, ашъяулыҡ, көньяҡ, төньяҡ, аръяҡ. 5

Слайд 10

Ь Ъ КӨНЬЯҠ ТӨНЬЯҠ ҠУЛЪЯҘМА ЮЛЪЯҘМА АЛЪЯПҠЫС АШЪЯУЛЫҠ АРЪЯҠ

Слайд 11

ХАЛЫҠ ИЖАДЫ ҠОБАЙЫР ӘКИӘТ ЙЫР ЙОМАҠ МӘҠӘЛ

Слайд 12

Әсә йөрәге Ҡобайыр

Слайд 13

йәйләү – летовка йәр – любимый человек арғымаҡ – беговая лошадь мөһабәт – величественный биртенеү – обессилеть абыныу – споткнутья осҡон – искра ялҡын – пламя уҡталыу - устремиться

Слайд 14

Ана күңеле балала, Бала күңеле далала.

Слайд 15

Әсә хаҡы Әсә янында Әсәһендә ҡыҙ ҡайғыһы ҡыҙында үҙ ҡайғыһы тәңре хаҡы бала етем булмай

Слайд 16

Һалдат әсәһенә һәйкәл Һамар өлкәһе

Слайд 17

Һалдат әсәһенә һәйкәл Омск ҡалаһы

Слайд 18

Һигеҙ улының алтыһын һуғышта юғалтҡан әсә Т. Николаеваға һәйкәл

Слайд 19

Осетия. Һуғыштан ҡайтмаған 7 ағалы-энеле Газдановтарға һәйкәл

Слайд 20

Дуҫлыҡ монументы

Слайд 21

2011 йыл – Милләт-ара татыулыҡты нығытыу йылы

Слайд 22

Синквейн Исем Ике сифат Өс ҡылым Исемде асыҡлаусы фраза Төп мәғәнәһен белдереүсе һүҙ 1.Китап 2.Яҡшы, ҡыҙыҡлы 3.Өйрәтә, уҡыта, үҫтерә 4. Китап – белем шишмәһе 5. Аҡыл

Слайд 23

Әсәй Яғымлы, матур Ярата, түҙә, иркәләй Әсәй – иң ҡәҙерле кеше Бәхет

Слайд 24

Дөрөҫ яуаптар 1 – в 2 – г 3 – а 4 – б 5 – Ана күңеле балала, Бала күңеле далала.

Слайд 25

Яҡынлашып килгән байрамдар менән!


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Ризаэддин Фәхреддинне беләбезме?.9 класс әдәбият дәресе

9 класс әдәбият дәресендә Р.Фәхреддиннең тормышы һәм иҗаты буенча ярыш....

Оҫталыҡ дәресе

"Аҡ"  концептын  ҡулланып  төҙөлгән  оҫталыҡ  дәресе...

Оҫталыҡ - дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект эшмәкәрлеге

Оҫталыҡ- дәресе. Балаларҙың дөйөм үҫешендә проект технологияһы...

Оҫталыҡ дәресе

З.Биишеваның "Һөнәрсе менән Өйрәнсек" хикәйәте буйынса оҫталыҡ дәресе...

Оҫталыҡ дәресе

quot;Башҡорт әҙәбиәте дәрестәрендә проблемалы уҡытыу алымдарын ҡулланыу"...

Оҫталыҡ дәресе.-Ғәйфуллина Ә,Т.

Уҡытыусыны баҡсасы менән сағыштырырға мөмкин. Баҡсасы үҙенең баҡсаһында еңел-елпе генә иренеп эшләһә, үҫентеләре лә үҫмәйенсә тәпәш ҡаласаҡ, емешен бирмәйәсәк. Уҡытыусы бейеклектәргә үрләгән, киләсәкк...