Главные вкладки
Сагитова Алия Мавлитовна
сайт учителя башкирского языка и литературы
Профессия: учитель
Профессиональные интересы: Туған телгә һөйөү, балаларҙы яратыу уҡыусыларҙа милли рух тәрбиәләү, туған телен, илен, ерен яратҡан уҡыусылар тәрбиәләү
Увлечения: Әҙәби әҫәрҙәр уҡыу, энә менән бәйләү, тәбиғәт ҡосағында ял итеү
Регион: Республика Башкортостан
Населенный пункт: с.Исянгулово, Зианчуринский район
Место работы: МОАУ Сош №2 с.Исянгулово Зианчуринского района Р.Б.
Навигация
Ссылка на мой мини-сайт:
https://nsportal.ru/sagitova-aliya-mavlitovnaЧтобы быть хорошим преподавателем, нужно любить то, что преподаешь, и любить тех, кому преподаешь.
Изге һөнәр
Һүҙемде риүәйәт менән башларға теләйем: “ Бер ваҡыт кешеләр араһында кемеһе иң талантлыһы икәнен асыҡларға булалар. Берәү бик оҫта йырлай, уға “иң талантлыһы - һин”, тиҙәр. Икенсеһе иҫ китмәле итеп бейей, ул да “иң талантлыһы” исеменә лайыҡ була. Шулай итеп һөнәрен күрһәткән һәр кем талантлы булып таныла. Тик араларында бер кеше үҙ һөнәрен күрһәтмәй, бер эш тә башҡармай. Уның өсөн уҡыусылары эшләй: береһе моңло итеп йырлай, икенсеһе өҙҙөрә баҫып бейей, өсөнсөһө халҡының бөйөклөгө тураһында шиғыр һөйләп барыһын да таң ҡалдыра. Шул саҡ барыһы ла бер тауыштан “иң һәләтлеһе - уҡытыусы” , тип уның хеҙмәтенә юғары баһа бирә». Ысынлап та, уҡытыусы эшенең һөҙөмтәһе уҡыусыларында күренә. Үҙең нимәгәлер өйрәнеү еңел түгел, ә башҡаларҙы өйрәтеү икеләтә ауыр.
Эйе, Уҡытыусы - бөтә һөнәр эйәләрен әҙерләүсе. Ил башлыҡтарын да, тарихта эҙ ҡалдырыусы батшаларҙы ла, президентттарҙы ла, Нобель премияһы лауреаттарын да бит ябай һөнәр эйәһе - уҡытыусы уҡыта. Тимәк, Ер яҙмышы, киләсәк уның ҡулында.
Уҡытыусы һөнәренең яуаплы, ауыр, ҡатмарлы икәнен белһәм дә ошо изге һөнәрҙе үҙем теләп һайланым. Яратҡан уҡытыусым Зилә Хәйерзаман ҡыҙының : «Ниндәй һөнәр һайлаһағыҙ ҙа, илебеҙгә лайыҡлы хеҙмәт итегеҙ, эшегеҙҙе яратығыҙ, ысын кеше булып ҡалығыҙ», -тигән һүҙҙәре һәр саҡ иҫемә төшә.
Мөғәллимә булыу теләге мине Башҡорт дәүләт университетының башҡорт теле һәм әҙәбиәте факультетына алып килде. Университетты тамамлағас, ун өс йыл буйы уҡыусыларыма башҡорт теленең нескәлектәрен төшөндөрәм, бөйөк яҙыусы-шағирҙарыбыҙ ижады менән таныштырам. Мәктәптә, уҡыу йортонда алған белемең менән хәҙерге прогресс осоронда әллә ни алға барырмын тимә - уҡытыусы бер туҡтауһыҙ үҙ өҫтөндә эшләргә, камиллашырға бурыслы. Талантлы уҡыусыларҙы күрә белеү, үҫтереү, тәрбиәләү - уҡытыусының мөҡәддәс бурысы. Ә бының өсөн педагог үҙе янып эшләргә тейеш. Ижади эшләгән уҡытыусы ғына талантлы балалар тәрбиәләй ала, үҙе маяҡ булып алдан юл күрһәтһә генә , уҡыусылары уның артынан эйәрә. Педагог балаға үҙ-үҙенә ышаныс көсө табырға ярҙам итергә, уны үҙ аллы эшләргә өйрәтергә тейеш.
Үҙ тәжрибәмә килгәндә , беҙ уҡыусыларҙың һәләтен үҫтерегә ярҙам иткән төрлө конкурстарҙа , интернет-конкурстарҙа, дистанцион олимпиадаларҙа ҡатнашабыҙ, ғилми-тикшереү эштәре үткәрәбеҙ. Класс менән “Йәншишмә” гәзитенә, “Аманат” журналына яҙылыуҙы ойошторам. Уҡыусылар тиҫтерҙәренең ижады менән генә танышып ҡалмай, үҙҙәре лә шиғыр, әкиәт ижад итәләр.Район буйынса үткәрелгән фәндәрҙең кесе академияһы ултырыштарында үҙ проекттарын, ғилми-тикшереү эштәрен лайыҡлы яҡлай. Олимпиадалар һәм төрлө конкурстар уҡыусының ихтыяр көсөн тәрбиәләй, донъяны танып-белеү һәләтен үҫтерә.
Уҡыусылар менән китапханаларға, музейҙарға, төрлө ойошмаларға экскурсиялар ойошторам. Балалар төрлө һөнәр эйәләре менән таныша, уларға үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙар бирә.
Шулай уҡ Башҡортостаныбыҙҙың билдәле урындарына походтарға йөрөйбөҙ. Баймаҡ районындағы Талҡаҫ күле, Үрге Муйнаҡ ауылындағы мәмерйә, Һыусыҡҡан шишмәһе, Ибрай ауылы эргәһендәге Шауҙым, Нөгөш һыуһаҡлағысы, Ямашлы быуаһына сәйәхәт яҡшы һөҙөмтәләр бирә - уҡыусылар үҙҙәрен үҙ еренең ысын хужаһы, патриоты итеп тоя. Уҡыусыларым менән башҡортса фильмдар ҡарайбыҙ, әңгәмәләр ойошторабыҙ, башҡортса тапшырыуҙарҙы ла күҙәтеп барабыҙ. Матур йырҙар өйрәнәбеҙ, спектакль-концерттарға йөрөйбөҙ.
Эйе, тел уҡытыусыһының эше күп ҡырлы. Аҡ ҡағыҙҙай бала күңеленә ни сәсһәң, шуны урырһың , ти бит халыҡ. Эшеңдең һөҙөмтәһен күреү үҙе ҙур ҡыуаныс. Элекке сығарылыш уҡыусыларымдың урамда осрап, матур итеп башҡортса һаулыҡ һорашып, хәл белешеүе күңелгә дауа. Үҙҙәренең уңыштары тураһында һөйләп, ихлас рәхмәт һүҙҙәрен әйтеүе лә уҡытыусы хеҙмәтенең емеше. Улар мәктәпкә осрашыуҙарға килеп, уҡыусыларға кәңәштәрен биреп китәләр.
Бына быйыл да яңы уҡыусылар ҡабул иттем һәм көн һайын яратҡан уҡыусыларыма ашҡынам.
О себе
замужем
Книги, которые сформировали мой внутренний мир
М.Кәрим "Оҙон-оҙаҡ баласаҡ", Һ.Дәүләтшина "Ырғыҙ" , З.Биишева "Кәмһетелгәндәр", И.Бураҡаев "Башҡорт көсө"
Мой взгляд на мир
Һәр кеше, ергә тыуған икән, үҙенән һуң ниндәйҙер эҙ ҡалдырырға тейеш
Мои достижения
"Йыл уҡытыусыһы-2006" конкурсында "Халыҡ йолаларына тоғролоҡ" номинацияһында еңеүсе (район кимәлендә)
"Йыл уҡытыусыһы-2014" конкурсында II урын (район кимәлендә)
Моё портфолио
Эссе "Изге һөнәр"
О себе
Книги, который сформировали мой внутренний мир
Мой взгляд на мир
Мои достижения
Достижения моих учеников
Родной язык и литература
Классное руководство
Творческие работы учащихся
Литературное творчество
Добавить творческую работу ученика
Код для вставки списка публикаций на другие сайты