Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс
рабочая программа (5 класс) на тему
Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.
По программе дается и календарно-тематическое планирование
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
rabochaya_programma_po_bashkirskomu_yazyku_i_literature_5_klass.docx | 39.55 КБ |
Предварительный просмотр:
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе – вторая линия
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012
5-се класс өсөн туған (башҡорт) теленән һәм әҙәбиәтенән эш программаһы.
Эш прогаммаһы 68 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 2 сәғәт).
Аңлатма яҙыу
Дәреслек: Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012
Программа кимәле: базалы
Уҡытыусының тел буйыса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. Өфө: Китап,1996.
Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу- уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И.,
Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012
Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:
Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы (Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, 2008) нигеҙендә төҙөлгән.
Башҡортостан Мәғариф Министрлығы тарафынан тәҡдим ителгән программа Башҡортостан Республикаһы Баҡалы районының Яңы Маты төп дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм бюджет белем биреү учреждениеhының «Уҡыу планы»на ярашлы рәүештә тормошҡа ашырыла.
Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:
«Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы, «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы, Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы.
Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:
- башҡортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу;
- башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик үҙенсәлектәрен аңлау һәм үҙләштереү;
- бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.
Программала ҡуйылған маҡсат һәм бурыстар:
- Уҡыусыларҙы башҡорт әҙәби телендә дөрөҫ һөйләшергә, өйҙә, йәмәғәт урындарында, хеҙмәт процесында башҡорт әҙәби телен практик файҙаланырға өйрәтеү.
- Башҡорт теленең фонетик, лексик, грамматик нормалары буйынса белем һәм күнекмәләр биреү.
- Башҡорт телендә нәшер ителә торған гәзит-журналдарҙы, әҙәби китаптарҙы үҙ аллы уҡып аңлау күнекмәләрен биреү.
- Үҙ фекереңде билдәле кимәлдә бәйләнешле итеп һөйләй һәм яҙа алыу күнекмәләрен формалаштырыу.
- Телде өйрәнеү барышында балаларҙы башҡорт халҡының фәһемле тарихы, бай мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, башҡорт йолалары, күренекле шәхестәре, тыуған илдең тәбиғәте менән таныштырыу, уларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, уның теленә, үҙе йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү.
- Бөтә һаналғандарға таянып, рус һәм башҡорт телдәрен, әҙәбиәтен өйрәнеү нигеҙендә, балаларҙа туған телгә ихтирам тәрбиәләү, уларға илһөйәр һәм интернациональ тәрбиә биреү.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә-1 сәғәт
Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Уҡыусыларҙың йәйге тәьҫораттары менән уртаҡлашыу, уҡыу, белем, яңы уҡыу йылы тураһында әңгәмә ойоштороу. Тел буйынса башланғыс синыфтарҙа үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Фонетика һәм орфоэпия. Өн һәм хәреф. Башҡорт теленең өндәр системаһы. Уларҙы белдергән хәрефтәр. Башҡорт теленең өндәр системаһын рус теленең өндәр системаһы менән сағыштырыу. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре, уларҙы белдергән хәрефтәр.
Б. Бикбай. Туған тел. Р. Ғарипов. Туған тел.-2 сәғәт
Шиғырҙарҙа туған телде данлау, хөрмәтләү мотивтарының сағылышы. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Туған телдең ҡәҙере, уны белеүҙең мөһимлеге тураһында әңгәмә.
Әминбәк (башҡорт халыҡ әкиәте).-2
Әкиәттең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр. Һуҙынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелешен рус телендәге һуҙынҡы өндәрҙең әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
Тартынҡы өндәр, уларҙың һаны һәм әйтелеше. Башҡорт телендәге тартынҡыларҙың әйтелешен рус телендәге тартынҡыларҙың әйтелеше менән сағыштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс. Ф. Рәхимғолова. Көҙгө Урал. Р. Ғарипов. Торналар. Н. Иҙелбай. Дүрт миҙгел.
Б. Ноғоманов. Йәйбикә менән Көҙбикә.-2
Әҫәрҙәрҙә көҙгө тәбиғәттең тасуирланыуын ҡарау, уны үҙең күргәндәр менән сағыштырыу. Шиғырҙарҙы тасуири
уҡыу, һүрәттәр төшөрөү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Сағыштырыу тураһында төшөнсә биреү.
М. Кәрим. Сыйырсыҡ балаһы. А. Йәғәфәрова. Яҡшылыҡ. -2
Башҡорт телендәге к-г, һ-х, н-ң, с-ҫ, з-ҙ тартынҡыларының дөрөҫ әйтелешенә күнекмәләр үткәреү, фонетик күнегеүҙәр эшләү.
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү. Үҙ һүҙҙәрең менән һөйләү күнекмәләре үткәреү. Хикәйә менән әкиәтте сағыштырыу.
Н. Әминева. Тыуган ер. Д. Бураҡаев. Урал тауҙары. Тыуған ер (ҡобайыр). Т. Ғәниева. Уралиә тигән ил (әкиәт).
Р. Ниғмәти. Йәмле Ағиҙел буйҙары (поэманан өҙөк). Ф. Рәхимғолова. Мин – Башҡортостандан. Ә. Вахитов. Аҡһаҡал аманаты.-2
«Минең тыуған төйәгем» темаһына әңгәмә. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Тыуған ер, тыуған төйәк, Башҡортостан, Урал тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙе иҫкә төшөрөү. Телмәр ағышында өндәрҙең бер-береһенә йоғонтоһо. Тартынҡы өндәрҙең үҙгәреше. Башҡорт теленең ҡанундарына ярашлы һөйләү күнекмәләре үткәреү.
А. Йәғәфәрова. Дуҫлыҡ менән шаярмайҙар (әкиәт). Ф. Мөхәмәтйәнов. Ҡыҙыҡ һүҙ. Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере. Йылмайыу. Р. Ғарипов. Алма. - 4
Шиғырҙар өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әкиәттәрҙең һәм хикәйәнең йөкмәткеһен үҙләштереү, уларҙа дуҫлыҡ, хеҙмәт темаһының сағылышын ҡарау. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәр үҙләштереү. Башҡорт телендә сингармонизм. Башҡорт телендә сингармонизм, уҡыусыларҙы уларҙың төрҙәре менән таныштырыу. Фонетик күнегеүҙәр.
С. Әлибаев. Ҡыш. Н. Мусин. Ҡоралайҙар. В. Әхмәҙиев. Ҡышҡы урманда. Ҡ. Даян. Шыршы. М. Кәрим. Ҡыш бабай бәләкәй саҡта.- 3
Шиғырҙарҙа ҡышҡы тәбиғәттең матурлығының, шыршы байрамының тасуирланыуы. Тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Образдарға характеристика биреү. Яңы һүҙҙәрҙе, һүҙбәйләнештәрҙе үҙләштереү. Шиғри телмәр һәм проза телмәре. Хикәйәләү тураһында төшөнсә.
Башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижады. «Аҡъял батыр», «Ҡамыр батыр» әкиәттәре. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар. Таҡмаҡтар. Йырҙар. - 5
Башҡорт халыҡ ауыҙ-тел ижады тураһында дөйөм белешмә биреү, уның традицион жанрҙарын барлау, һәр жанрға хас үҙенсәлектәрҙе асыҡлау. Әкиәттәрҙең тематик төркөмдәрен ҡарау. Әкиәттәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, әкиәт стилендә һөйләү күнекмәләре үткәреү. Әкиәт геройҙарына характеристика биреү. Мәҡәлдәрҙең, йомаҡтарҙың, таҡмаҡтарҙың, йырҙарҙың жанр үҙенсәлектәренә төшөнөү. Башҡорт телендә ижектәр. Ижектәрҙең төрҙәре. Башҡорт һәм рус телдәрендәге ижектәрҙе сағыштырыу. Һүҙҙәрҙе юлдан-юлға күсереү ҡағиҙәләре менән танышыу.
Р. Солтангәрәев. Эшләп ашаһаң. З. Биишева. Йәшәү – хеҙмәт. Ф. туғыҙбаева. Яңы күлдәк. «Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән» әкиәте. - 3
Әҫәрҙәрҙә хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләү, һөнәр һайлау. «Минең буласаҡ һөнәрем» темаһына әңгәмә. Төрлө һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр йыйыу, йырҙар тыңлау. Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
Д. Бүләков. Яралы китап. Ғ. Рамазанов. Ағайым хаты. Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай. М. кәрим. Дан кәпәс түгел.
Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге. -7
Хикәйәләрҙә һуғыш темаһының бирелеше. Фронтта һәм тылда ил азатлығы өсөн көрәш. Образдарға характеристика. Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен тасуири һөйләргә өйрәнеү. Һүҙлек өҫтөндә эш. Тәржемә күнекмәләре үткәреү. Хикәйә тураһында төшөнсә. Башҡорт һәм рус телендә интонация һәм уның төрҙәре, төп өлөштәре: логик баҫым, пауза, фраза баҫымы, телмәр мелодикаһы, тойғо баҫымы.
Ә. Әминев. Әсикмәк. Ф. Мөхәмәтйәнов. Әсәйем ҡулы. Әсә йөрәге (ҡобайыр). Ғ. Аллаяров. Таҫтамал.
К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле. -2
Әҫәрҙәрҙә әсә образының бирелешен асыҡлау. Шиғырҙарҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләргә өйрәнеү. Башҡорт һәм рус телдәрендә интонацияның үҙенсәлектәрен асыҡлау. Башҡорт телендәге ябай һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡырға өйрәтеү күнекмәләре биреү.
Р. Назаров. Яҙ килә. З. Хисмәтуллин. Сыйырсыҡ. С. Әлибаев. Яҙҙы кем килтергән? М. Кәрим. Һеңлемдең төшө.
Ҡ. Даян. Торналар. Р. Ғарипов. Һабантурғай йыры. -2
Әҫәрҙәр өҫтөндә тасуири уҡыу күнекмәләре үткәреү. Шиғырҙарҙа миҙгелдәр алмашыныуы, тәбиғәттең уяныуы, яҙ килеүе, ҡоштарҙың, хайуандарҙың тормошондағы үҙгәрештәрҙе күҙәтеү. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, тәржемә күнекмәләре үткәреү. Яҙ тураһында әңгәмә үткәреү, ижади эштәр башҡарыу. Йәнләндереү тураһында төшөнсә. Башҡорт теленең һүҙлек байлығы, уның сығанаҡтары. Төп башҡорт һүҙҙәре һәм үҙләштерелгән һүҙҙәр. Бер мәғәнәле һәм күп мәғәнәле һүҙҙәр. Һүҙҙәрҙең күсмә мәғәнәлә ҡулланылыуы.
«Айыу менән бал ҡорттары» башҡорт халыҡ әкиәте. Б. Ноғоманов. Ҡарһылыу менән Яҙһылыу. Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.- 4
Әҫәрҙәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, һөйләү, һүҙлек, тәржемә эшен башҡарыу. Әкиәт геройҙарының эштәрен барлау. Ауыҙ-тел ижады һәм әҙәбиәт. Башҡорт телендә нығынған һүҙбәйләнештәр, улар аңлатҡан мәғәнәне асыҡлау. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙе һүҙҙәр менән сағыштырыу, алмаштырыу күнегеүҙәре. Нығынған һүҙбәйләнештәрҙең телмәрҙәге ролен билдәләү. Башҡорт һәм рус телендәге һүҙбәйләнештәрҙе сағыштырыу, тәржемә итеү, улар менән һөйләмдәр төҙөү.
М. Кәрим. «Өс таған» повесынан өҙөктәр. 2
Өҙөктәрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, ҡысҡырып, дөрөҫ интонация менән уҡыу күнекмәләре үткәреү. Әҫәрҙә ысын дуҫлыҡтың сағылышын ҡарау, дуҫлыҡ тураһында әңгәмә ойоштороу. Ғабдулла, Вәзир, Айҙар образдарына характеристика биреү. Башҡорт телендә һүҙьяһалыш. Һүҙ составы. Башҡорт теленең агглютинатив тел булыуына күнегеүҙәр. Тамыр. Нигеҙ. Ялғауҙар. Ялғауҙарҙың төрҙәре: һүҙ һәм төр яһаусы ялғауҙар, үҙгәртеүсе ялғауҙар. Ялғауҙарҙың варианттары менән практик таныштырыу, ул варианттарҙың барлыҡҡа килеү сәбәптәрен аңлатыу, практик күнегеүҙәр башҡарыу.
А. Игебаев. Еңеү көнө. К. Мәргән. Ҡурайсының үлеме. Р. Ниғмәти. Еңеүселәргә дан. В. Исхаҡов. Миҙал һәм малай. 4
Еңеү көнөнә арналған шиғырҙарҙы тасуири уҡыу. Шағирҙарҙың был иҫтәлекле тарихи ваҡиғаға, еңеүселәргә мөнәсәбәтен, ватансылыҡ тойғоларының сағылышын күҙәтеү, Еңеү көнө, Бөйөк ватан һуғышы, халҡыбыҙҙың ил азатлығы өсөн һуғышта күрһәткән батырлығы тураһында әңгәмәләр ойоштороу, ижади эштәр башҡарыу. Яңы һүҙҙәрҙе үҙләштереү, тәржемә эштәре башҡарыу. Еңеү тураһында йырҙар өйрәнеү. Рус теленән үҙләштерелгән бер төркөм һүҙҙәрҙә ялғау ҡушҡанда һүҙ аҙағындағы тартынҡы өндөң төшөп ҡалыуын, йәки һуҙынҡылар өҫтәлеүен практик үҙләштереү.
Ялғауҙар ҡушҡанда ҡайһы бер һүҙҙәрҙә өндәрҙең сиратлашыуы. Практик танышыу
Р. Назаров. Тракторсы йыры. З. Хисмәтуллин. Урман ҡунағы. С. Агиш. Турыҡай. М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған?-3
Шиғырҙы тасуири итеп уҡыу күнекмәләре үткәреү. Үҙ һөнәреңә, хеҙмәткә һөйөү, ил, халыҡ, киләсәк алдында бурыс төшөнсәләре тураһында фекер алышыу. Сәсмә әҫәрҙәрҙе тасуири итеп уҡыу үҙенсәлектәренә төшөнөү. Мәҫәлдәрҙең мәғәнәһенә төшөнөү, йөкмәткеһен үҙ һүҙҙәреү менән һөйләп өйрәнеү. Әҫәрҙе ролдәргә бүлеп уҡыу, образдарға характеристика биреү.
Аллегория һәм мәҫәл тураһында төшөнсә. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын үҙләштереү, иҫтә ҡалдырыу, нығытыу буйынса практик эштәр башҡарыу.
С. Муллабаев. Йомарт йәй. Б. Рафиҡов. Йондоҙ һанаусы малай. М. Кәрим. Ап-аҡ мөғжизә.-4
Шиғырҙа йәйге тәбиғәттең тасуирланыуы. Үҫемлектәрҙең, бөжәктәрҙең тормошон күҙәтеү. Йәй, йәйге каникул, йәйге эштәр тураһында әңгәмәләшеү, ижади эштәр башҡарыу. Тасуири уҡыу күнекмәләре. Хикәйәләрҙең йөкмәткеһен үҙләштереү, образдарға характеристика биреү, яҙма эштәр эшләү. Йәйге тәбиғәткә экскурсия ойоштороу. Башҡорт теле буйынса йыл буйына үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Орфоэпик ҡағиҙәләрҙе дөрөҫ ҡулланыуға, тексты интонация менән уҡыуға күнегеүҙәр.
Эш ҡағыҙҙары төрҙәренән белешмә биреү. Хат яҙырға өйрәтеү.
Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
- Уҡытыусы уҡыған йәки һөйләгән, үҙең уҡыған тексты аңлай алыу;
- Уҡыған әҫәр, картина, экскурсия, ҡараған фильм буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу;
- Предметты, күренеште элементар рәүештә һүрәтләү, уға үҙ мөнәсәбәтеңде белдереү;
- Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәрҙе, поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән һөйләү;
- 8 – 10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
- Тексты шыма, аңлы, дөрөҫ, тотош һүҙләп уҡыу, логик баҫымдарҙы, паузаларҙы дөрөҫ әйтеү; тасуири уҡыу; текстың өлөштәренә, иллюстрацияларына исем биреү, өҙөк буйынса план төҙөү; текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе, һүрәтләү, тасуирлау сараларын табыу, мәғәнәләрен аңлатыу, һүҙлектәр менән эш итеү;
- Хикәйә, әкиәт, мәҡәл, йомаҡ жанрҙарын практик айыра белеү;
- Ҙур булмаған һөйләмдәрҙе күсереп һәм яттан яҙыу; текст, күҙәтеүҙәр йәки экскурсия буйынса һорауҙарға яуап яҙыу; бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү;
- Өйрәтеү характерындағы изложение, иншалар яҙыу; яҙғанды элементар формала камиллаштыра алыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштарылған һөҙөмтәләрҙе үҙләштерелеүен баһалау
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән һәр класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:
- контроль күсереп яҙыу – 1,
- һорауҙарға яуап – 1,
- контроль диктант – 5,
- изложение – 2;
- инша – 2.
Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
-карточкалар менән эш; -тест;
-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү; -текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;
-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү:
-һүҙлек диктанты; -һөйләмдәр төҙөү;
-һүҙлек менән эш; -һүрәтләү иншаһы;
-синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)
Туған (башҡорт) телен өйрәнеү өсөн уҡыу - уҡытыу методик ҡулланмалар.
- Ғафаров Б.Б. Әҙәбиәт уҡытыу методикаһы. – Өфө: Китап, 2008.
- 5-9 кластарҙа башҡорт телен уҡытыу методикаһы. Аҙнағолов Р.Ғ. һ.б. Өфө: Китап,1996.
- Башҡорт теленән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
- Башҡорт әҙәбиәтенән урта мәктәп, гимназия, махсус урта белем биреүсе уҡыу йорттары уҡыусылары өсөн күргәҙмә әсбап. – Өфө, 2005.
- Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап. - Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы, 2005.
- Башҡорт теле. 5 – 6 кластар өсөн электрон дәреслек.
- Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө: Китап, 1996
- Башҡорт теле грамматикаһы таблицаларҙа. Фонетика. Морфология. - Башҡортостандың бәләкәй даһийы. Өфө : «Эдвис» уҡытыу – методика үҙәге, 2008.
Материаль – техник ҡулланмалар.
- телевизор
- видеомагнитофон
- DVD плеер
- компьютер
Төп һәм өҫтәлмә әҙәбиәт.
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012
- Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.
- Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.
- Әүбәкирова З.Ф., Әүбәкирова Х.E., Дилмөхәмәтов М.И. Мин башҡортса уҡыйым – Өфө: Китап, 2007.
- Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.
- Тел төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
- Журналдар: «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат».
- Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.
Календарно-тематическое планирование
5 класс Башҡорт теле һәм әҙәбиәте: Рус мәктәптәренең 5-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн өсөн дәреслек. Хажин В.И., Вилданов Ә.Х. – Өфө: Китап, 2012
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте икенсе линия
№ п\п | тема | Сәғәт һаны | Үтеләһе ваҡыт | Үтелгән ваҡыт | маҡсат | һүҙлек | йыһазлау | Ижади эш |
1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 11 12 13 14 15 16 17 18 19 20 21 22 23 24 25 26 27 28 29 30 31 32 33 34 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 51 52 53 54 55 56 57 58 59 60 61 62 63 64 65- 66 67- 68 | С. Муллабаев. Шатлыҡлы иртә Р. Ниғмәти. Хәйерле юл, һеҙгә Уҡытыусыбыҙ Б. Бикбай. Туған тел. Рус теле Фонетика. Орфоэпия Р. Ғарипов. Туған тел. Өн, хәреф. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре Инша «Әсәм биргән ҡорал - тел» Игенсе тураһын да шиғырҙар. Һуҙынҡы һәм тартынҡы өндәр Һүрәт буйынса эш. И. Левитан. «Алтын көҙ» К. Кинйәбулатова. Көҙ еткәс Тартынҡы өндәр Н. Иҙелбай Дүрт миҙгел Тартынҡы өндәр Ш. Бабич. Беҙҙең баҡса. Сағыштырыу тураһында Изложение Башҡорт халыҡ ижады Ҡамыр батыр Сингармонизм законы Әминбәк Синоним, антоним, омоним Ҡәмән менән Сәмән, картуф сәскән Сәлмән Һүҙҙең тура һәм күсмә мәғәнәһе Диктант Хаталар өҫтөндә эш Йомаҡтар Мәҡәлдәр Ижек. Һүҙҙе юлдан юлға күсереү Башҡорт халыҡ йырҙары Баҫым Күсереп яҙыу С. Юлаев ижады, тормошо Шиғырҙары Ғ. Усман. Егет булһаң Я. Ямаев. Шәкерт С. Яҡшығолов. Дим буйында Һүҙлектәр м-н эш Ғ. Туҡай. Иҫемдә ҡалғандар Ғ. Туҡай. Шүрәле Изложение Хаталар өҫтөндә эш Ш. Бабич. Кем өсөн Ш. Бабич. Беҙ Эпитет тураһында Диктант Хаталар өҫтөндә эш М. Ғафури ижады, тормошо М. Ғафури. Һарыҡты кем ашаған Кластан тыш уҡыу. М. Ғафури Тормош баҫҡыстары Ат менән эт Аллегория Инша Д. Юлтый. Бәләкәй Ҡотош Башҡорт телендә интонация Ябай һөйләмдә интонация Изложение В. Әхмәҙиев. Уҡлығая Р. Назаров. Башҡорт Шиғри телмәр, проза телмәре Р. Ғарипов. Халҡым хаҡында Р. Ниғмәти. Ҡыҙымдың һорауҙарына яуаптар Йәнләндереү Һүҙлектәр менән эш Н. Нәжми. Тыуған ҡалама. Тыуған ауылыма Инша. Тыуған ауылым Ф. Иҫәнғолов. Хәмит күпере Характеристика тураһында Ф. Иҫәнғолов. Йылмайыу Диктант Тыуған яҡ әҙәбиәтен өйрәнеү Д. Бүләков. Яралы китап Кластан тыш уҡыу Ә. Вахитов. Өс бөртөк бойҙай Кластан тыш уҡыу. Ә. Вахитов. Шәжәрә Р. Өмөтбаев. Әмир баҫыуы Хикәйә тураһында Н. Мусин. Атайымдың ос һәнәге Кластан тыш уҡыу Нығынған һүҙбәйләнештәр К. Кинйәбулатова. Әсә күңеле Ҡ. Аралбай. Кисер, әсәй Ҡ. Аралбай. Әсәйҙең таҡта сәйе Х. Назар. Таҡта сәй Диктант М. Кәрим. Өс таған Өс таған Хикәйә төҙөү. Минең дуҫым Әҙәбиәттән үтелгәндәрҙе ҡабатлау Телдән үтелгәндәрҙе ҡабатлау | 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 1 2 2 | 1.09 5.09 8.09 12.09 15.09 19.09 22.09 26.09 29.09 3.10 6.10 10.10 13.10 17.10 20.10 24.10 27.10 31.10 7.11 10.11 14.11 17.11 21.11 24.11 28.11 1.12 5.12 8.12 12.12 15.12 19.12 22.12 26.12 19.12 16.01 19.01 23.01 26.01 30.01 2.02 6.02 9.02 13.02 16.02 20.02 27.02 1.03 5.03 12.03 15.03 19.03 22.03 2.04 5.04 9.04 12.04 16.04 19.04 23.04 26.04 30.04 3.05 7.05 10.05 14.05 17.05 21.05 24.05 | Уҡыу йылының башын тасуирлау м-н танышыу Уҡыу тураһында әңгәмә ҡороу Яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙтереү Үтелгән темаларҙы нығытыу Туған телдең кеше тормошондағы ролен асыу Туған телде белеүҙең мөһимлеген асыу Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәрен ҡабатлау Туған телгә, башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү Көҙгө тәбиғәт матурлығының әҙәби әҫәрҙә бирелеше менән танышыу Яттан тасуири һөйләү күнекмәләрен үҫтереү Изложение яҙыу ҡағиҙәләрен иҫкә төшөрөү Башҡорт халыҡ ижадына дөйөмм төшөнсә биреү Ир-егеттәргә хас һыҙаттарҙы асыу Әкиәт төҙөлөшө м-н танышыу Өндәрҙе дөрөҫ әйтергә өйрәнеү Һүҙлек м-н эшләргә өйрәтеү Белемдәрҙе тикшереү Ҡыҫҡа теҙмә әҫәр м-н танышыу Әҙәбиәт теорияһы м-н танышыу Үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү Оҙон, ҡыҫҡа йыр, таҡмаҡ м-н танышыу Баҫым үҙенсәлеген асыу Каллиграфия өҫтөндә эш Милли батырыбыҙ тур. белгәндәрҙе дөйөмләштереү Тыуған яҡ, уның тәбиғәтен һөйөү мотивы бирелешен асыу Тыуған яҡты һағыныу мотивтары бирелешен асыу Тел байлығын үҫтереү Әҫәр теленең байлығы, образлығын асыу Яҙма телмәрҙе үҫтереү Шағирҙың үҙ халҡы м-н бәйләнешен әҫәрҙәрендә күҙәтеү Милләт һәм ер яҙмышының сағылышын асыу Мәҫәлдәр тур. төшөнсә биреү Мәҫәлдәрҙе тасуири уҡыу күнекмәләрен үҫтереү Үҙ аллы уҡыуҙы күҙәтеү Ролләп уҡыу күнекмәләрен үҫтереү Әҙәбиәт теорияһы м-н танышыу Инша яҙырға өйрәтеү Әҫәрҙе анализларға өйрәтеү Әҫәрҙе бүлектәргә бүлеү, исем биреү күнекмәләрен үҫтереү Балаларҙа башҡорт халҡына ихтирам тәрбиәләү Тасуири уҡыу өҫтөндә эш Әҫәрҙәр аша тыуған илгә, халҡына, еренә һөйөүен асыҡлау Ватвн тур. әңгәмәләшеү Телмәрҙе яңы һүҙҙәр м-н байытыу Баш ҡалабыҙ Өфөгә һөйөү тәрбиәләү Тыуған ауыл тарихы, кешеләре, тәбиғәте тур. белемдәрҙе байытыу Әҫәр аша хеҙмәттең әһәмиәтен асыу Характеристика биреү күнекмәләрен нығытыу Тыуған яҡҡа һөйөү тәрбиәләү Яҡташ яҙыусыларының әҫәрҙәрен өйрәнеү Һуғыш осоро балаларының ауыр бала сағы, егәрлек, ауырлыҡтарға бирешмәү сифаттарын асыу Туғандарҙы ҡәҙерләргә өйрәтеү Шәжәрә мөһимлеген асыу Тормошта яуызлыҡ булыуын аңлатыу Бесән әҙерләү кеүек ауыл эштәренең мөһимлеген асыу Тулы яуап биреү күнекмәләрен үҫтереү Үҙ аллы уҡыуҙы күҙәтеү Тел байлығына ихтирам тәрбиәләү Әсәйҙәргә ихтирам, һөйөү тәрбиәләү Әсәй-тыуған ер – икеһенең дә йәнгә яҡын булыуын асыу Белемдәрҙе тикшереү Дуҫлыҡ, намыҫ тур. әңгәмәләшеү Характеристика биреү күнекмәләрен үҫтереү Үтелгәндәрҙе системалаштырыу, дөйөмләштереү | Сыуаҡ Арина Оло тойғо Тере шишмә Мәҡәл Тере шишмә Тимерсе Юшатыр Уртаҡ Ынйы Кәрәҙ Сәсән Ғәжәйеп Тәңкә Сыуыҡ Һәндерә Сут Ер йөҙө Афористик жанр Афарин Ҡойошҡан Ҡонан Юха Үртәкә Зәҡат Уң Һемәйтеү Моң Моңланыу Баҫма Ғәйеп Йылҡы Әйҙәү Мөһәбәтлек Саҙаҡа Яфа Ҡөҙрәт Сәхрә Тартай Шәкер Яңаҡ Хәлфә Хәтме Көтөп Кәләпүштауис Ташаяҡ Сүрәимам Яйыҡ Хзур Берлә Ғәнжәләр Садаи хушлары Ҡәрәим Инсан Фөрьәт Асла ат Мәрхәмәт Кәтип, рәис Йыһан Золом Реал Верстка Матбуғат Һалмаҡ Төйөнсөктәр Һике Үксә Хөр Ҡая Яу уҡ Ғорур Моңло Хуш Сәсән Көй Хис Ҡорҙаш Йофар Тирәк Тоҡсай Бойоға Урам саты Төйәк Остаз Дан Әүәе Батрак Мираҫ Зиһенғилем Ыҙа Сал баш Ишара Ҡасаба Бейем Обелискбайраҡ Урт Йомош Хәтер Ҡиәфәт Пилотка Әтлек Етек Күңел Мәшәҡәт Бәғзе Шәүлә Рухиәт Туғай Сафлыҡ Таҡта сәй Ыуылдырыҡ Мөшкөл Сират Һәләмәләр Мәсхәрә Һөлгө өҙлөгөү | ЭД Мәҡәлдәр Фонояҙма Таблица Дид. Материал Тест Һүрәттәр
Карточка Һүрәт Таблица ЭД ЭД Мәҡәлдәр Фонояҙма Таблица Дид. Материал Тест Һүрәттәр
Карточка Һүрәт Таблица ЭД ЭД Мәҡәлдәр Фонояҙма Таблица Дид. Материал Тест Һүрәттәр
Карточка Һүрәт Таблица ЭД ЭД Мәҡәлдәр Фонояҙма Таблица Дид. Материал Тест Һүрәттәр
Карточка Һүрәт Таблица ЭД ЭД Мәҡәлдәр Фонояҙма Таблица Дид. Материал Тест Һүрәттәр
Карточка Һүрәт Таблица ЭД ЭД Мәҡәлдәр Фонояҙма Таблица Дид. Материал Тест Һүрәттәр
Карточка Һүрәт Таблица | Шиғыр яҙыу Проект төҙөү Инша Һүрәт Шиғыр конспект Шиғыр яҙыу Проект төҙөү Инша Һүрәт Шиғыр конспект Шиғыр яҙыу Проект төҙөү Инша Һүрәт Шиғыр конспект Шиғыр яҙыу Проект төҙөү Инша Һүрәт Шиғыр конспект Шиғыр яҙыу Проект төҙөү Инша Һүрәт Шиғыр конспект Шиғыр яҙыу Проект төҙөү Инша Һүрәт |
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа и календарно-тематическое планирование к УМК «Английский язык нового тысячелетия» /New Millennium English для 9 класса».
Рабочая программа ориентирована на использование учебника «NewMillenniumEnglish9/ Английский язык нового тысячелетия для 9 класса общеобразователь...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс
Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 7класс
Рабочая программа составлена для 7 класса по учебнику "Башкирский язык и литература" (авторы: Ф. А. Хуснутдинова, Д. С. Тикеев, Б. Б. Гафаров, Г. Г. Кагарманов), Уфа - 2010.Прилагается календарно-тема...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе...
Рабочая программа по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе
Рабочая програма по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе 8 класс
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе 8 класс...
Рабочая программа по башкирскому (родному) языку и литературе в 1-4 классах (ФГОС)
Программа ү6енсәлектәренең характеристикаһы:1класс:- Эш программаһы Баш7ортостан Республикаһы Мәғариф Министрлығы тарафынан ра9ланған «Баш7орт теле һәм ә6әбиәте программаһы» (У...