Рабочая программа по башкирскому (родному) языку и литературе в 1-4 классах (ФГОС)
рабочая программа по теме

Хабибуллина Василя Абдулловна

Программа ү6енсәлектәренең характеристикаһы:

1класс:

- Эш программаһы Баш7ортостан Республикаһы Мәғариф  Министрлығы тарафынан ра9ланған «Баш7орт теле һәм ә6әбиәте программаһы»  (У7ытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәр6ең I-IX  кластары  өсөн) Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.,  Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл;

- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләнде. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф.,Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

2класс:

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы:

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

- Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн “Башҡорт теле” ҡулланмаһына программа. Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015. – 40 бит.

- Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.

- "Башҡорт теле" уҡыу ҡлланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - 2-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016.-84 бит.

3класс:

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләнде. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

- Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус  телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Х.А. Толомбаев,  М.М.Нәбиуллина. – Өфө: Китап, 2010.

4класс:

- Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус  телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Х.А. Толомбаев. – Өфө: Китап, 2011.

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл rp-nv-1-4klassy-brya-2016-2021uch.g.g.docx259.85 КБ

Предварительный просмотр:

  I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-се класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

                 Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ  1-се класта база  кимәлендә өйрәнелә, 99 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 2- һорауға яуап, 2-диктант үткәреү ҡарала.

Программа ү6енсәлектәренең характеристикаһы:

- Эш программаһы Баш7ортостан Республикаһы Мәғариф  Министрлығы тарафынан ра9ланған «Баш7орт теле һәм ә6әбиәте программаһы»  (У7ытыу рус телендә алып барылған  мәктәптәр6ең I-IX  кластары  өсөн) Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А.,  Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И.- Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл;

- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләнде. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф.,Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-баш7ортса телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм камиллаштырыу,

-баш7орт теленең фонетик, лексик, грамматик ү6енсәлектәрен аңлау һәм үәштереү,

-бәйләнешле текст менән эш итә белергә өйрәтеү.

Программаның йөкмәткеһе һәм тө6өлөшө:

Программа  һөйләшеү, телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу һәм ү9тереүҙе кү6 уңында тот7ан тематиканы, у7ыу өсөн ә6әби ә9әрҙәрҙе, орфоэпия һәм орфография, элементар грамматик һәм пунктуацион материалдар6ы ү6 эсенә ала. Шулар менән бер рәттән мә7әлдәр, йома7тар, ти6әйткестәр, көләмәстәр, һанашма7тар, уйындар өөндә эш үткәреү 6ә кү6 уңында тотола.

1 класта туған (баш7орт) телен у7ытыу материалының йөкмәткеһе түбәндәгесә билдәләнде:

1. Грамотаға өйрәтеү һәм телмәр ү9тереү.

2. Грамотаға өйрәтеү һәм у7ыу, я6ыу, телмәр ү9тереү.

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Танып белеү маҡсаты

           Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

            Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

            Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

          Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
  1. Тәрбиәүи маҡсат

             Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

          Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.

Уҡыу телмәрен үҫтереү:

  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары  яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

1) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008.

2) Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләндә. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

3) Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х -Өфө: Китап, 1997.- 255 бит.

4) Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡыусылары өсөн ҡулланма – Өфө: Китап, 2006.

5) Дәреслек: Толомбаев  Х.А.,  Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2013.

6) 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. (Төҙәүселәре:Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф.,Ғәлиуллина Г.Б.). Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары нигеҙендә төҙөлдө. Башҡорт теленән уҡытыусылары өсөн ҡулланма.–Өфө: Китап, 2011.-192 бит.

7) Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн), Өфө, “Китап”, 1996.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.–  Өфө, 2006.

4. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

6. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

7. Интеллектуаль уйындар.

8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11. Ту4ы6баева Ф. Мин у7ыр4а яратам.-)ф0: Китап,2009.

12.Ту4ы6баева Ф.Бе6 у7ыр4а 0йр2н2бе6.-)ф0: Китап,2008.

13. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005

14. Интеллектуаль уйындар.

15 Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

2) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

3) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

4) Дәреслек: Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.  Бүләк: Рус мәктәптәрендә уҡыусы башҡорт балалары өсөн әлифба. – Өфө: Китап, 2013.

5) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

6) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

7) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001

8) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005

9) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

10) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: 2004

3). Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

а) Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

б) Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

в) Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

2. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

3. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

1. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

2. Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

3. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

4. Дөйөм һүҙлек. 

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:

А. Шәхси сифаттарҙы үҫтереү.

1. Уҡыу процесында белем алыуға ҡарата яуаплылыҡ булдырыу, уҡыу эшмәкәрлегенә өйрәнергә; тиҫтерҙәренә, уҡытыусыға ҡарата ихтирамлы булыу;

2. Мәктәп йыһаздарына, уҡыу әсбаптарына һаҡсыл ҡараш булдырыу;

3. Тыуған ил, ер, тел төшөнсәләре тураһында аң-белем биреү;

4. Һау-сәләмәт йәшәү рәүешен үҙләштереү.

Б. Предмет һөҙөмтәләре.

У7ыу йылы а6ағында 1-се класс у7ыусылары түбәндәге белем һәм күнекмәләргә эйә булырға, һаналған эштәр6е үтәй  белергә тейештәр:

1.Баш7орт теленең бөтә өндәре һәм хәрефтәре, өн менән хәрефтең айырмаһы.

2. Һүә өн анализы яһау, 7алын һәм нә6ек һу6ын7ылар, тартын7ыларҙы айыра алыу, улар6ы дөрө9 әйтеү, шулар ниге6ен-дә һү66әр тө6өү.

3. Кем? Нимә? Кемдәр? Нимәләр? Һорау6арына һәм уларға яуап булған һү66әрҙе белеү, телмәр6ә 7улланыу.

    Ни эшләй? Ни эшләне? Һорау6арын 7уллана белеү.

    Ниндәй? 7айҙа? Нисә? Һорау6арының мәғәнә ү6енсәлектәрен аңлау, уларға яуап биреү.

    Минең, һинең, уның, һе66ең, улар6ың алмаштарының мәғәнәләрен төшөнөү, улар6ы телмәр6ә 7улланыу.

4. Һү66әрҙе ижекләп дөрө9, аңлы у7ыу.

5. Әки2т, шиғыр, хикәйә, йома7тар, көләмәстәр тыңлау, у7ыу, кәрәк са7та яуаптарын табыу һәм йөкмәткеһен һөйләү. У7ыған, ишеткән, ү күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

6. Таныш темаға телдән хикәйә тө6өп һөйләү, у7ытыусы биргән һорауға яуап я6ыу.

7. Я6ма һәм ба9ма текстар6ы  күсереп я6ыу. Я6ылышы ауыр булмаған һү66әрҙе, 2-3 һү66ән торған типик һөйләмдәр6е тәү6ә күсереп, унан диктант итеп я6ыу.

8. Һөйләм а6ағында нөктә, һорау билдәһе 7уя белеү.

9. №166е юлдан-юл4а к1сере1 0с0н ижект2рг2 б1ле1

10.!6л2штерелг2н 7а4и62л2р яр6амында 31662р6е д0р09 я6ыу, орфографик хталар6ы табып т062те1

11.Кешел2р6е8 исем- фамилияларын,хайуандар6ы8 7ушаматын,географик атамалар6ы баш х2реф мен2н я6ыу

12.Интонация я4ынан 30йл2м т0р62рен айыра беле1 32м улар6ы телм2р62 7улланыу

№0йл21

-у7ыусы диалог т060рг2,

-картина буйынса 30йл2рг2,

-16е, 4аил23е й2 ду9тары тура3ында б2й2н итерг2,

-у7ы4ан тексты а8лы 30йл2рг2,

-6ур булма4ан ши4ыр,3анашма7ты яттан 30йл2рг2 белерг2 тейеш.

Аудиоя6ма ты8лау

-аудиота6мала4ы 2ки2т.хик2йне ишетеп а8лау,

-таныш 31662ре бул4ан тексы контекстуаль я7тан а8лау.

У7ыу

-6ур булма4ан текста баш7орт 0нд2рен д0р09 итеп 7ыс7ырып у7ыу,

-был тексты 16 аллы а8лы у7ыу,

-унан к2р2кле м24л1м2тте табып у7ыу,

-текста4ы а8лашылма4ан 31662рг2 и4тибар итм2й ген2 у7ып 7арау.

Я6ыу

-текстан 31662р6е, 316б2йл2нешт2р6е ,30йл2мд2р6е к1сереп я6ыу,

-0лг0г2 7арап 7отлау хаттары я6ыу.

В. Универсаль уҡыу эш төрҙәрен үҙләштереү.

1.Үтенес менән уҡытыусыға, класташыңа, өлкәндәргә өндәшеү.

2. Уҡыу объектын өйрәнеү процесында күҙәтеү, сағыштырыу, анализлау һәм һығымта яһау.

3. Аралашыу оҫталығын шымартыу, кеше фекерен ихтирам итеү.

4. Диалог, монолог ҡора белеү.

5. Мәғлүмәт алыу сығанаҡтары менән эш итә белеү.

6. Парлап, төркөмдә эшләгәндә этикет ҡағиҙәләрен үтәү. Эште планлаштырыу, уны тормошҡа ашырыу.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Телдән ә6ерлек курсы  (45сәғәт)

          Төрлө белем менән килгән у7ыусыларҙы баш7ортса һөйләшергә, баш7орт ә6әби теленең ү6енсәлекле өндәрен танырға, ишетә һәм әйтә белергә, элементар формала диалог тө6өргә, һөйләгәнде һәм у7ығанды аңларға өйрәтеү төп урында тора. Хәрефтәр6е өйрәнеүгә ә6ерлек эше: моделдәр, схемалар, терәк сигналдар яр6амында ижектәр, һү66әр тө6өү, ижектә, һү66ә  нисә өн (хәреф) булыуын, өндәр6ең нә6ек һәм 7алын булыуын билдәләү, улар6ың дөрө9 әйтелешен үәштереү.  

Әлифба осоро (19 сәғәт)

           Баш7орт теленең ү6енсәлекле өндәрен дөрө9 әйтергә, хәрефтәрен дөрө9 я6ырға өйрәтеү. Ижектәр6е, һү66әрҙе дөрө9 әйтеүгә, улар6ың мәғәнәләрен аңлай  һәм айырыра белергә күнектереү.    

Әлифбанан һуңғы осор  (35 сәғәт)

          Балалар6ы уғырға, я6ырға, текст менән эшләргә өйрәтеү. Дәреслектә бирелгән материалды дөрө9 итеп ижекләп, һуңға табан һүәп у7ырға күнектереү. Текстар6ы матур итеп, дөрө9, тейешле интонация менән у7ырға өйрәтеү, йөкмәткене аңлау һәм һөйләү күнекмәләре формалаштырыу.

Тематик планлаштырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Темалар

Сәғәт һаны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

лексик

грамматик

1

Башҡортостан.

Предмет. Тирә-йүндәге предметтар.

1

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләрҙе тоташтырыу элементтарына өйрәнеү. Картина буйынса һөйләү, таныш предметтарҙы табып әйтеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. Башҡортостан тураһында мәғлүмәтте ҡабул итеү. (Картинала нимәләр курәһегеҙ? Төп халҡы кем? Башлсорт халҡы ниндәй? тигән һорауҙарға яуап биреү.)

2

Танышыу.

Предметтың атамаһын белдергән һүҙҙәр. Предметтарҙы тамғалау.

2

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләрҙе тоташтырыу элементтарына өйрәнеү. Тирә-яҡтағы предметтарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу. Үҙең менән таныштыра белеү. Аудиояҙманан диалог-һорауҙы аңлау, һорауҙарға яуап биреү. Ғ. Ғүмәрҙең «Башҡортостан» шиғырын уҡыу. тарҙы атау, рус телендәге атамалар менән сағыштырыу. Үҙең менән таныштыра белеү. Аудиояҙманан диалог-һорауҙы аңлау, һорауҙарға яуап биреү. Ғ. Ғүмәрҙең «Башҡортостан» шиғырын уҡыу.

3

Уйындар

Кем ни эшләй? Предметтың атамаһын, хәрәкәтен белдергән һүҙҙәр.

2

Өлгө буйынса һүрәт элементтарын эшләү. Һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларга яуап биреү. (Артур ни эшләй?) 3. Биишеваның «Башҡорт теле» шиғырын үҙләштереү.

4

Беҙ - уҡыусылар

Һөйләмдәрҙе шартлы билдәләр ярҙамында тамғалау. Һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу.

3

Өлгө буйынса эш дәфтәрендә нөктәләрҙе тоташтырыу элементтарына өйрәнеү. Һөйләм төҙөй белеү, һөйләмде һүҙҙәр йыйылмаһынан айыра белеү. Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. Уҡытыусының(Балалар ни эшләйҙәр? Укыусылар ниндәй булырға тейеш?) һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү.

5

Беҙ - мәктәптә.

Һөйләмде киңәйтеү, тулыландырыу. Һорау һөйләмдәге интонация.

2

Шартлы билдәләрҙе дәфтәргә төшөрөү. Мәктәп темаһы буйынса һүҙҙәрҙе үҙләштереү, һөйләмдәр төҙөй белеү. Һөйләм һорау, өндәү, хәбәр итеүҙе үҙ эсенә алыуын күҙәтеү һәм билдәләү. Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һөйләмдәр төҙөү. Аудиояҙманан диалог-һорауҙы аңлау, һорауҙарға яуап биреү.

6

Уҡыу әсбаптары.

Һүҙ. Һүҙ моделе. Һүҙҙәге ижектәр. Нимә? Ҡайҙа? һорауҙары.

3

Һүҙ, ижек моделдәрен белдергән шартлы билдәләрҙе дәфтәргә төшөрөү. Уҡыу әсбаптарын дөрөҫ атау. Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Шартлы билдәләргә ярашлы һүҙҙәр табып, ижектәргә бүлеү. Уҡытыусының һорауҙарын аңлап, уларға яуап биреү. (Был нимә? Туп кайҙа ята? )

7

Уйынсыҡтар.

Һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеү. 3 ижекле һүҙҙәр.

2

Һүҙ, ижек моделдәрен белдергән шартлы билдәләрҙе дәфтәргә төшөрөү. Һүҙ менән ижекте айыра белеү. Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеп әйтеү. Рус телендә һәм башҡорт телендә һүҙҙәрҙе ижеккә бүлеүҙе өйрәнеү һәм сағыштырыу. Уйынсыҡтарҙы дөрөҫ атау. Уйынсыҡтар темаһына бәйләнешле текст төҙөү. Картина буйынса һөйләү. Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға яуап биреү. (Магазинда ниндәй уйынсмҡтар һатыла? Магазинда үҙецде нисек тоторға кәрәк?)

8

Беҙ һанай беләбеҙ.

Нисә? Күпме? һорауҙары. 1-10-ға тиклемге һандар.

2

Эш дәфтәрендә һандар бирелгән һүрәттәрҙе буяу. Башҡортса һанарға өйрәнеү. Картина буйынса һөйләү. Диалог төҙөү. «Кан + исем (берлектә)» формулаһы буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

9

Ниндәй төҫ матур?

Предметтың билдәһен белдергән һүҙҙәр. Ниндәй? һорауы. Төҫтәрҙе сағыштырыу.

2

Эш дәфтәрендә бирелгән һүрәттәрҙе төрлө төҫкә буяу. Бирелгән предметтарҙы һүрәтләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

10

Йәшелсәләр.

Нимә? Нимәләр? Нимә менән? һорауҙары.

2

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу. Картина буйынса һөйләү, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға яуап биреү. (Баҡсала нимәләр үҫә? Картуфты нимә менән йыйҙың? Һеҙ ата-әсәйегеҙгә ярҙам итәһегеҙме? )

11

Емеш-еләктәр.

Өн. Тартынҡы өндәр. Өн моделе.

2

Өн моделен төшөрөү. Өндәрҙе айыра белеү. Емеш-еләктәр исемдәрен үҙләштереү, уларҙың кеше организмына файҙалы яҡтарын билдәләү. Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау.

12

Магазинда.

Телмәр үҫтереү. «Һөйләшеү».

2

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу. Картина буйынса һөйләргә, һорау бирергә, һорауҙарға яуап бирергә, диалог төҙөргә өйрәнеү. Аудиояҙманан диалогты аңлау, һорауҙарға (һин магазинға икмәккә бараһыңмы?) яуап биреү.

13

Ҡоштар.

Һуҙынҡы өндәр. Нәҙек, ҡалын өндәр. Уларҙың моделе.

2

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу. Рус телендәге өндәр менән сағыштырыу. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Башҡортостандағы ҡоштар, уларға ярҙам итергә кәрәклеккә төшөнөү. Уҡытыусы уҡыған йомаҡты аңлау.

14

Тән өлөштәре

Нәҙек, ҡалын ижектәр. Уларҙың моделе, һөйләм киҫәктәре. Уларҙың моделе.

2

Һөйләм киҫәктәре булған һөйләм моделен төҙөү. Ҡалын, нәҙек ижектәрҙе айыра белеү, һөйләмдә һөйләм киҫәктәренең тәғәйен урыны булыуын үҙләштереү. Һүрәттәр буйынса һөйләү. Уҡытыусы уҡыған һөйләмде аңлау. Тән өлөштәре атамаларын дөрөҫ әйтә белеү.

15

Көн режимы.

Һөйләмдә  һүҙҙәрҙең килеү тәртибе.

1

Эш дәфтәрендә өлгө буйынса нөктәләрҙе тоташтырыу. Һөйләмдә һүҙҙәрҙең килеү тәртибен үҙләштереү. Көн режимы тураһында әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекерен әйтергә өйрәнеү. Һөйләмдә һүҙҙәр һанын билдәләй белеү. Айырым һөйләмдәрҙе айыра белеү. Тел шымарт- ҡысты һөйләү. Аудиояҙманан тексты аңлау, һорауҙарға яуап биреү. (Һин иртәнсәк зарядка яһайһыңмы? Уның сәләмәтлеккә ниндәй файҙаһы бар?) Тел шымартҡыс ятлау.

16

Ғаилә.

Баҫым, һүҙҙең өн моделе. Телмәр үҫтереү: «Беҙҙең ғаилә».

3

Эш дәфтәрендә яҙыу. Ғаилә ағзалары тураһында һөйләү. Баҫым төшөнсәһе менән танышыу, башҡортса һүҙҙәрҙә баҫымдың ҡуйылышын төшөнөү һәм телмәрҙә ҡулланыу. һорау һүҙҙәренә баҫымды дөрөҫ ҡуйыу. Рус телендәге баҫым менән сағыштырыу һәм һығымта яһау. Һорау интонацияһын дөрөҫ ҡуйыу.

17

Өҫ кейемдәре.

Логик баҫым. Хәбәр һөйләмдәр.

2

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу. Интонацион һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, әҫәрҙән таба белеү. Тема буйынса уҡытыусы һөйләгәндәрҙе иҫтә ҡалдырыу һәм ҡабатлау.

18

Аяҡ кейемдәре.

Логик баҫым. Һорау һөйләмдәр.

2

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу. Телмәрҙә логик баҫым ҡуллана белеү. Тема буйынса мәғлүмәтте ҡабул итеү. һорау һөйләмдәрҙе дөрөҫ интонация менән әйтә белеү һәм һорау һөйләмдәр төҙөй белеү. Интонацион һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, әҫәрҙән таба белеү.

19

Йорт хайуандары.

Логик баҫым. Өндәү һөйләмдәр.

2

Һөйләмдең тамамланған уйҙы белдереүен аңлау һәм практикала ҡулланыу. Өндәү һөйләм төрҙәренә миҫалдар килтереү, әҫәрҙән таба белеү. Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен айыра белеү. Йорт хайуандарын ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау.

20

Йорт ҡоштары.

Текст менән танышыу. Нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәр.

1

Текстың тамамланған уй-фекерҙе аңлатыуын төшөнөү. Башҡорт телендә рус теленән айырмалы рәүештә нимә? һорауының бирелеү үҙенсәлеген билдәләү. Бәйләнешле телмәр үҫтереү. Йорт ҡоштарының исемдәрен үҙләштереү һәм уларҙы ҡарауҙа яуаплылыҡты аңлау.

21

Кейектәр.

Текст һәм мәғәнә яғынан бәйләнеше булмаған һөйләмдәр. Текстағы һөйләмдәрҙең мәғәнәүи бәйләнеше.

1

Тәҡдим ителгән текст буйынса һүрәттәр төшөрөү. Рус телендәге кейек атамалары менән башҡорт телендәге атамаларҙы сағыштырыу. Башҡорт телендә нимә? һорауына яуап биреүсе һүҙҙәрҙе айыра белеү. Кәйләмдә һүҙҙәр тәртибе үҙгәреү барышында мәғәнә үҙгәреүен күҙәтеү.

22

Ҡыш. Яңы йыл. Уйын.

Ҡабатлау. Бәйләнешле телмәр үҫтереү.

3

Тема буйынса һүрәттәр төшөрөү. Ҡыш миҙгеленең үҙенсәлектәрен билдәләү. Тәҡдим ителгән тема буйынса бәйләнешле текст төҙөү. Милли уйындар өйрәнеү.

23

Йыр.

Башҡорт алфавиты.

1

Алфавит тәртибендә хәрефтәрҙе дөрөҫ әйтеү. Үҙең йәшәгән ҡала, ауыл, урамдың исемдәрен яҙыу, дөрөҫ яҙылышын иптәшеңә аңлатыу. Кластағы уҡыусыларҙың исемдәрен алфавит тәртибендә яҙыу. Тормошта алфавитты белеүҙең ҡасан һәм ҡайҙа кәрәклеген аңлау. Йырҙар өйрәнеү.

24

Оҫтаханала. Олатайым - осоусы. Тимурсылар.

Эшсе.

А хәрефе ике телдә.

0 хәрефе ике телдә.

Ы хәрефе ике телдә.

Э хәрефе ике телдә.

1

1

1

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу. Артикуляцион күнекмәләрҙе нығытыу. Башҡорт һуҙынҡыларын рус телендәге һуҙынҡылар менән сағыштырыу һәм айырмаһын күрһәтеү.

25

Мәҡәлдәр.

Әкиәт.

Ә өнө һәм хәрефе.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Артикуляцион күнекмәләрҙе автоматлаштырыу. Мәҡәл һәм әкиәттәрҙең тормоштағы әһәмиәтен билдәләү. Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү. Күҙлек запасын байытыу.

26

Рәссамдар.

Ө өнө һәм хәрефе.

1

Артикуляцион күнекмәләрҙе ятлау. Ө өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Тема буйынса әңгәмәлә ҡатнашырға өйрәнеү. Был һәнәр кешеләренең хеҙмәте менән танышыу. Данлыҡлы рәссамдар тураһында һөйләшеү.

27

Егәрле балалар.

Ү өнө һәм хәрефе.

1

Ү өнөн дөрөҫ әйтеү күнекмәләрен үҙләштереү. Ү өнөн рус телендәге У өнөнән айыра белеү. Ү өнө менән һүҙҙәр уйлау. Уҡытыусы ярҙамында һығымта эшләү. Күҙҙә һуҙынҡы өндәрҙе үҙенсәлекле яҡтары менән айыра белеү. Текст буйынса һығымта эшләй белеү. Күҙлек запасын байытыу.

28

Ҡасим - ҡурайсы.

Ҡ өнө һәм хәрефе.

1

Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Өн менән хәрефте айыра белеү. Көйләгәнде тыңлау һәм кәрәкле һүҙҙәрҙе айыра белеү. Башҡорт халҡының милли музыкаль инструменты тураһында белемдәрен байытыу. Хәрефтең башҡа хәрефтәр менән тоташыуын үҙләштереү.

29

Яланда.

Ғ өнө һәм хәрефе.

1

Ғ өнөн дөрөҫ әйтеү, һүҙҙәр уйлау. Рус телендәге Г өнөнән айырмалы яҡтарын билдәләү. Текстан алған тәьҫораттарың менән уртаҡлашыу.

30

Һәйкәл.

Һ өнө һәм хәрефе

1

Өн менән хәрефте айыра белеү. Әйтелгән һүҙҙе яҙылған һүҙгә әйлән- дереү. Һ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Текст өҫтөндә эшләү күнекмәләренә өйрәнеү.

31

Айҙар.

Ҙ өнө һәм хәрефе.

1

Ҙ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Күҙҙә билдәләре буйынса тартынҡы өндәрҙе айырыу. Башҡорт исемдәре менән танышыу.

32

Миңлебай ағай.

ң өнө һәм хәрефе.

1

ң өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Текст буйынса әңгәмәлә ҡатнашыу.

33

Оҫта.

ҫ өнө һәм хәрефе.

1

ҫ өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Башҡа өндәрҙән айырмалы яҡтарын билдәләү. Кем ул оҫта? тигән һорауға яуап биреү. Үҙ фекереңде әйтә белеү.

34

Ф. Туғыҙбаева. Бик мәрәкә.

В өнө һәм хәрефе.

2

В өнөнөң әйтелеү үҙенсәлектәрен үҙләштереү. Рус телендә һәм башҡорт телендә өндәрҙең әйтелешен сағыштырыу, өндәрҙең айырмалы яҡтарын билдәләү. Өндөң һүҙҙә килеү урынына ҡарап, әйтелешен күҙәтеү. Автор әҫәре менән танышыу. Уҡыу күнекмәләрен үҫтереү.

35

Ҡабатлау һәм нығытыу.

Башҡорт өн-хәрефтәрен ҡабатлау.

3

Өндө хәрефтән айыра белеү. Тартынҡы һәм һуҙынҡы өндәрҙе дөрөҫ әйтеү. Һабын, йомаҡ тигән һүҙҙәрҙә өн һәм хәреф һанын билдәләү. Һүҙҙә бер өндөң (хәрефтең) үҙгәреүе һүҙҙең лексик мәғәнәһен үҙгәртеүен күҙәтеү, сағыштырыу, билдәләү. Башҡортса уҡырға өйрәнеү, һүҙлек запасын байытыу.

36

Ф. Рәхимғолова.

Яҙыу таныған кеше. Әсәйгә бүләк. Яҡшы һүҙҙәр. Ағай менән ҡусты.

Предметтың исемен

белдереүсе һүҙҙәрҙең

мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау).

4

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙе һөйләмдәрҙән йәки текстан таба белеү һәм һорауҙар ҡуйыу. Һүҙҙәрҙе ижекләп, дөрөҫ уҡыу. Текст буйынса эшләү күнекмәләрен үҙләштереү. Етеҙ, шыма уҡырға өйрәнеү.

37

М. Ғафури. Туғайҙа.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау).

2

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең төрлө миҡдарҙа килеүен төшөнөү, бер-береһе менән сағыштырыу һәм уларҙы телмәрҙә ҡулланыу. Халыҡ шағиры, уның әҫәре менән танышыу. Текст буйынса ойошторолған әңгәмәлә ҡатнашыу.

38

Башҡортостан. Герб. Өфө. Матур Өфө ҡалаһы.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау).

3

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе телмәрҙә ҡулланыу, һүҙҙәрҙе шыма, аңлы һәм тасуири уҡыу. Башҡортостан Республикаһы тураһында яңы мәғлүмәттәр менән танышыу.

39

Г. Ғәлиева. Йүкә балы. Ҡымыҙ.

Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнә үҙенсәлектәре (ҡабатлау).

3

Тирә-яҡтағы предметтарҙың исемен атау. Предметтың исемен, билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе айыра белеү. Бал, ҡымыҙ тураһында һөйләү.

40

Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай?

Диалог.

2

Диалог төҙөү. Йөкмәткеһен һөйләү. Бер-береңдең фекерен тыңлау, аңлау, яуап биреү. Уҡылған әҫәргә үҙеңдең уй-фекереңде әйтеү.

41

М. Кәрим. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы? Һанашмаҡтар.

Һүҙҙәрҙе юлдан юлға күсереү.

2

Һүҙҙәрҙе ижектәргә бүлеү, һүҙҙәрҙе юлдан юлға дөрөҫ күсереү ҡағиҙәһен формалаштырыу. М. Кәрим тураһында биографик белешмәне үҙләштереү. Текст йөкмәткеһен һөйләү күнекмәләрен үҙләштереү. Һанашмаҡтар менән танышыу. Рус телендәге һанашмаҡтар менән сағыштырыу.

42

3. Биишева. Ҡарға менән Төлкө. Валсыҡ.

Яңғыҙлыҡ Һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

2

Яңғыҙлыҡ Һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу һәм айырмаһын күреү, телмәрҙә ҡулланыу. Текст менән һөйләмде айыра белеү. Яҙыусының биографияһын белеү, һөйләү.

43

К.Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти. Йомош. Ҡарар.

Яңғыҙлыҡ Һәм уртаҡлыҡ исемдәр.

3

Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ төшөнсәләре менән танышыу, уларҙы текстан табыу һәм айырмаһын күреү, телмәрҙә ҡулланыу. Шағирәнең биографияһын белеү. Тасуири уҡыу күнекмәләрен үҙләштереү.

44

А. Игебаев. Ҡурайым. Аҡ төҫ. Аҡтүш.

Сағыштырыу.

2

Нимә ул сағыштырыу тигән һорауға яуап биреү. Төҫтәрҙе сағыштырыу.

А. Игебаев тураһында биографик белешмә менән танышыу, уны үҙләштереү. Шиғырҙарын тасуири уҡыу. Әҫәрҙән һорауҙарға яуап табыу.

45

Р. Ғарипов. Тыуған ил һәм тыуған ер.

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу.

1

Тексты дөрөҫ күсереп яҙыу күнекмәләрен булдырыу. Р. Ғариповтың биографик белешмәһе менән танышыу. Текст буйынса уҙғарылған әңгәмәлә ҡатнашыу, үҙ фекереңде әйтә, дәлилләй белеү.

46

Әкиәттәр. Алдар. Ҡомһоҙ эт. Шалҡан. Кәкүк.

Һүрәт буйынса эш.

4

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөргә өйрәнеү. Әкиәттәрҙе һөйләй белеү, һорауҙарға яуап биреү. Әкиәттәрҙе сәхнәләштереү үҙенсәлектәренә төшөндөрөү.

47

Салют. Еңеү. Асылыкүл.

Һүрәт буйынса эш.

2

Һүрәт буйынса бәйләнешле текст төҙөү. Бөйөк Ватан һуғышы вете- рандары тураһында һөйләшеүҙә ҡатнашыу. Тәбиғәт ҡомартҡыларын белеү.

48

Ҡалалар.

Ҡала исемдәре башҡорт һәм рус телдәрендә.

3

Башҡортостан ҡалалары тураһында белемдәрен байытыу, картанан таба белеү. Үҙ белгәндәрен аудиторияға башҡорт телендә еткереү.

49

Ҡабатлау,

йомғаҡлау.

Бөтә үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

4

Уҡыу йылында үтелгән грамматик темаларҙы системаға килтереү. Таныш темаға хикәйә төҙөп һөйләү. Таныш китаптың исемен, авторын әйтеү. Интонация буйынса һөйләм төрҙәрен айыра белеү, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу. Предметты, предметтың билдәһен, эш-хәрәкәтен белдергән һүҙҙәрҙе үҙләштереү, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Дөрөҫ итеп һөйләм төҙөй белеү. Рус телендәге һөйлөмдәрҙә һүҙҙәрҙең килеү тәртибе менән башҡорт телендәге һөйлөмдәрҙә һүҙҙәр тәртибен сағыштырыу, айырыу. Уҡыған, ишеткән, үҙе күргәндәр тураһында бәйләнешле итеп һөйләү.

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 1-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Эш күләме

Текст күләме

Күсереп яҙыу

2

Һорауҙарға яуаптар

2

10-15

Контроль диктант

2

35-40

Һүҙлек диктанты

5-6

Изложение

-

Инша

-

 Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

1. Класта һәм өй6ә баш7арыла торған я6ма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр тө6өү;

- һү6лек диктанты;

- һөйләмдәр тө6өү;

- һү6лек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

2.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

          Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

2.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

2.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

          Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1. Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

2. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

3. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

4. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

5. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек.  Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 2-се  класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

                       Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

           Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ  2 класта база  кимәлендә өйрәнелә, 136  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 4 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 1- һорауға яуап, 4-диктант, 2- изложение, 2- инша  үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

- Рус мәктәптәренең 2-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн “Башҡорт теле” ҡулланмаһына программа. Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015. – 40 бит.

- Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.

- "Башҡорт теле" уҡыу ҡлланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - 2-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016.-84 бит.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.
  2. 4-се класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Танып белеү маҡсаты

           Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

           Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

           Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

          Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
  1. Тәрбиәүи маҡсат

        Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

        Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:
  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары  яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

1) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008.

2) Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләндә. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф.,Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

3) Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х -Өфө: Китап, 1997.- 255бит.

4) Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.

5) 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. (Төҙәүселәре:Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф.,Ғәлиуллина Г.Б.). Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары нигеҙендә төҙөлдө. Башҡорт теленән уҡытыусылары өсөн ҡулланма.–Өфө: Китап, 2011.-192 бит.

6) Башҡорт  теленән  изложение  текстары  йыйынтығы. 1- 4 - се  класс уҡыусылары өсөн ҡулланма – Өфө: Китап, 2006.

7) Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн), Өфө, “Китап”, 1996.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм  әйтемдәр һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

4. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

6. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

7. Интеллектуаль уйындар.

 8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11. Ту4ы6баева Ф. Мин у7ыр4а яратам.-)ф0: Китап,2009.

12.Ту4ы6баева Ф.Бе6 у7ыр4а 0йр2н2бе6.-)ф0: Китап,2008.

13. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005

14. Интеллектуаль уйындар.

15 Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

2) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

3) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

4) "Башҡорт теле" уҡыу ҡлланмаһына эш дәфтәре: уҡытыу рус телендә алып барылған  дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф. Ф. Мортазина, З. Ғ. Нафиҡова. - 2-се баҫма. - Өфө : Китап, 2016.-84 бит.

5) Дәреслек: Башҡорт теле: уҡытыу рус  телендә алып барылған дөйөм белем биреү ойошмаларының 2-се класы өсөн уҡыу ҡулланмаһы (башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүселәр өсөн). Ф.Ф.Мортазина, З.Ғ. Нафикова. – Өфө: Китап, 2015.

6) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

7) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

8) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001

9) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005

10) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

11) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: 2004

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

Тыңлап аңлау:

- уҡытыусының, иптәшенең һөйләгәнен, уҡығанын аңлай алыу;

- иҫәнләшеү, һаубуллашыу, рәхмәт әйтеү, ғәфү үтенеү, үтенесте белдереү, рөхсәт һорау (телмәр этикеты);

- текста ҡапма-ҡаршы йәки бер үк мәғәнәле һүҙҙәрҙе таба белеү;

- текстың йөкмәткеһе, ситуация буйынса һорау биреү.

Ьөйләү:

- ишеткәндәр, башҡарған эштәр, күҙәтеүҙәр буйынса һөйләү;

- бәләкәй күләмле тексты уҡып, йөкмәткеһен һөйләү;

- һүҙлек һүҙҙәрен белеү, уларҙы дөрөҫ ҡулланып һөйләү;

- диалог төҙөү, төркөмдәрҙә һөйләшеү;

- ябай ғына кимәлдә монолог ҡора башлау;

- үҙе тураһында, ғаилә ағзаларының туғанлыҡ мөнәсәбәте буйынса атамаларын, яҡындарының исем-фамилияларын белеү, һөнәри шөғөл-дәре һ.б. тураһында һөйләү;

- башҡорт теленән руссаға һәм руссанан башҡортсаға тәржемә итеү;

- һөйләшеүҙә өндәш һәм әҙәплелек һүҙҙәрен ҡуллана белеү;

- ике куплетлы шиғырҙар (5-6), йырҙар (3-4), уйындар белеү. Уҡыу:

- тексты дөрөҫ, шыма, талғын уҡыу (орфоэпик нормалар ниге-ҙендә);

- поэтик әҫәрҙәрҙе дөрөҫ интонация менән уҡыу;

- уҡылған текстың йөкмәткеһен билдәләү, персонаждарын әйтеү;

- текстың исеме буйынса уның башҡарған ролен аңлата белеү;

- тексҡа исем ҡушыу өсөн терәк һүҙҙәрҙе таба белеү;

- текстан һорауҙарға яуаптар табыу, уҡып күрһәтеү.

Яҙыу:

- ҙур һәм юл хәрефтәрен матур, дөрөҫ, тейешле кимәлдә тоташтырып яҙыу;

- ҙур булмаған тексты күсереп яҙыу;

- текст, картина буйынса 2-3 һорауға яуап яҙыу;

- ситуация буйынса 2-3 һөйләмдән торған текст яҙыу;

- ныҡлы әҙерлектән һуң өйрәтеү характерындағы диктант, изложение яҙыу.

  1. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:
  1. шәхси һөҙөмтәләр:
  • башҡорт теленең кешеләр менән аралашыу ҡоралы икәнлегенә төшөнөү;
  • башҡорт телен һәм әҙәбиәтен халыҡтың милли ҡомартҡыһы, мәҙәни байлығы итеп ҡабул итеү;
  • яҙма һәм һөйләү телмәрен үҙ телендә үҙләштереү кимәле һәр бер кешенең мәҙәни яҡтан үҫешен баһалаусы билдә икәнлеген аңлау;
  • үҙенең туған телендә һөйләшеү кимәлен баһалай белеү;

  1. метапредмет һөҙөмтәләр:
  • уҡыу мәсьәләләрен сискәндә туған телдә төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәтте табып, ҡуллана белеү;
  • маҡсатына, мәғәнәһенә тап килтереп, аралашыуҙың төрлө ситуатив шарттарын һаҡлап, башҡорт телендә диалог ҡора белеү;
  • аралашыу өсөн тейешле һүҙҙәрҙе табып, уларҙан һөйләм төҙөп, һорау бирә, үҙенә ҡарата бирелгән һорауға яуап ҡайтара белеү;
  • үҙенең уй-фекерен әңгәмәсеһенә тулыһынса еткерә белергә тырышыу һәләтенең формалаша башлауы;
  • һорауҙар бирә һәм бирелгән һорауҙарға яуап ҡайтара белеү оҫталығын үҫтереү;

  1. предмет һөҙөмтәләр:
  • башҡорт әҙәби теленең орфоэпик, лексик, грамматик нормалары тураһында ябай ғына төшөнсәләрҙе үҙләштереү;
  • аралашҡанда башҡорт өндәрен һүҙ эсендә, һөйләмдә дөрөҫ әйтә, яҙма телмәрҙә дөрөҫ яҙа белеү;
  • үҙ-ара аралашыу ҡағиҙәләрен үҙләштереү;
  • орфография һәм пунктуация ҡағиҙәләрен үҙләштереү (программаға ярашлы);
  • өйрәнелгән кимәлдә өн, хәреф, һүҙ, һүҙ өлөшө, һөйләм киҫәге, ябай һөйләм кеүек тел берәмектәрен таба, сағыштыра белеү;
  • төрлө телмәр эшмәкәрлегендә (тыңлау, һөйләү, уҡыу, яҙыу) үҙ эшен баһаларға, кәрәк булһа, хатаһын төҙәтә белергә күнектерә башлау.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Танышыу - 4 сәғәт        

Һаумыһығыҙ! Хәлдәрең нисек? Ғәфү итегеҙ!        

Минең мәктәбем - 26 сәғәт

Был кем? Был нимә? Яңы уҡыу йылы менән! Бөгөн кем дежур? Мәктәптә нимә бар? Класта нимә бар?         Уҡыу кәрәк-яраҡтары. Миңә нимә кәрәк? Һанайыҡ әле! Һиңә нисә йәш? Аҙнала нисә көн? Аҙна көндәре. Дәрестәр теҙмәһе        . Дәрестә. Тәнәфестә        

Минең республикам - 8 сәғәт

Мин Башҡортостанда йәшәй ем. Мин Өфөлә йәшәйем . Мин ҡалала йәшәйем. Мин ауылда йәшәйем        . Өфөлә экскурсияла        . Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

Мин һәм минең ғаиләм - 48 сәғәт

Беҙ — татыу ғаилә. Кем булып эшләй? Үҫкәс, кем булаһың? Тән өлөштәре        . Ҡайһы ерең ауырта? Дауаханала.        . Дарыуханала. Таҙалыҡ — беҙҙең һаулыҡ. Минең көн тәртибем. Мин — ярҙамсы . Аҙыҡ-түлек        . Тәмле, тәмле... Емеш-еләк. Йәшелсәләр. Яратам, яратмайым        . Иртәнге аш. Төшкө аш. Баҙарҙа. Аҙыҡ-түлек магазинында. Һауыт-Һаба. Сәй табыны янында. Нимә менән? Ҡайҙан? Ҡунаҡҡа килегеҙ! Күлдәгең матур икән. Ниндәй туҡыманан?         Магазинда нимәләр һатыла? Һеҙгә нимәне күрһәтергә? Үлсәме ниндәй? Хаҡы күпме? Яңы кейем — яңы шатлыҡ. Ҡасан кейәм?         Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

Мин һәм мирең дуҫтарым - 26 сәғәт

Минең әхирәтем. Минең дуҫым. Дуҫым Аҡтүш        . Йорт хайуандары. Йорт ҡоштары. Минең ҡомағым. Дуҫымдың йәнлектәре. Зоомагазинда. Дуҫыма хат. Байрам менән! Байрамдар. Яңы йыл байрамы. Әсәләр нур сәсәләр. Уйынсыҡтар. Уйынсыҡтар магазины. Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

Мине уратып алған донъя - 24 сәғәт

Беҙҙең фатир        . Минең бүлмәм. Светофор тора юлда. Ҡала урамында. Йорт алды. Беҙҙең өй. Һayа торошо. Көн ниндәй? Миҙгелдәр        . Яратҡан миҙгелем. Ҡар яуа. Сана шыуабыҙ. Тылсымлы кәштә. Яҙ килә. Баҡсалағы эштәр. Түтәлдә нимә үҫә?

Йәмле йәй . Ағастар. Урманд. Нимә ҡайҙа үҫә? Ялан үҫемлектәре. Ҡырағай хайуандар. Ҡырағай ҡоштар          Нимә белдек? Нимәгә өйрәндек?

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 2-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Эш күләме

Текст күләме

Күсереп яҙыу

2

Һорауҙарға яуаптар

1

Контроль диктант

4

15-20

Һүҙлек диктанты

6-8

Изложение

2

15-20

Инша

2

15-20

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

2.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

           Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

2.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

2.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

          Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

2. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

3. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

4. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

5. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек.  Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

I. Аңлатма яҙыу.

1. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙә 3-сө класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

          Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

              Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ  3-сө класта база  кимәлендә өйрәнелә, 136  сәғәткә бүленгән (аҙнаға 4 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 2- күсереп яҙыу, 2- һорауға яуап, 6-диктант, 2- изложение, 3- инша  үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф  министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләнде. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

- Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус  телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Х.А. Толомбаев,  М.М.Нәбиуллина. – Өфө: Китап, 2010.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреү стандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

    Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.
  2. 3-сө класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 4-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Танып белеү маҡсаты

         Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

        Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

        Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

        Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
  1. Тәрбиәүи маҡсат

        Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

  Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:
  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары  яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д. С., Толомбаев Х. А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә., Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” н9шри9те , 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

 Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләнде. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы: Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡытыусылары өсөн ҡулланма.-Өфө:Китап, 1997.- 255бит.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

2. Башҡортса – русса  мәҡәлдәр  һәм  әйтемдәр  һүҙлеге. –  Өфө: Китап, 1994.

3. Башҡорт  теле  таблицаларҙа,  схемаларҙа  hәм  ҡағиҙәләрҙә.  Әүбәкирова  З.Ф.–  Өфө, 2006.

4. «Башҡортостан  уҡытыусыһы»,  «Аҡбуҙат»,  «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

6. Ғәбитова З.М. Телмәр  үҫтереү дәрестәре.  – Өфө: Китап, 2009.

7. Интеллектуаль уйындар.

 8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11. Ту4ы6баева Ф. Мин у7ыр4а яратам.-)ф0: Китап,2009.

12.Ту4ы6баева Ф.Бе6 у7ыр4а 0йр2н2бе6.-)ф0: Китап,2008.

13. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005

14. Интеллектуаль уйындар.

15 Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

 2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1)Башҡорт теле: Рус мәктәптәренең 3-сө класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн дәреслек. Толомбаев Х. А., Нәбиуллина М. М.- Өфө: Китап, 2010.

2) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

3) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

4) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

5) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

6) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

7) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001

8) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005

9) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

10) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: 2004

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:
  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.
  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:
  • ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;
  • ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекеңде иҫбатлау;
  • тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.
  1. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:
  • тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:
  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;
  • Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
  1. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:

I. Шәхси һөҙөмтәләр

  • башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;
  • башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;
  • аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;
  • башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;
  • төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

II. Предмет һөҙөмтәләре.

  • яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;
  • һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;
  • бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;
  • әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу, тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;
  • таныш булған орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;
  • үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;
  • ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалары яҙыу; иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
  • төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;

      -  мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу. 

III. Уҡыуҙа универсаль эш төрҙәре

  • телмәрҙе телдән ҡабул итеү һәм төп йөкмәткене аңлау;
  •  башҡорт теленең фонетик төҙөлөшөнөң төп берәмектәрен белеү; тартынҡы һәм һуҙынҡыларҙы, өн һәм хәрефтәрҙе айыра белеү, ижектәргә бүлеү, дөрөҫ әйтеү һәм баҫым;
  • рус телендә булмаған өндәрҙе һәм өн ҡушымсаларын дөрөҫ әйтеү;
  • һүҙҙәрҙе, грамматик формаларҙы һәм уларҙың барлыҡҡа килеүҙәрен, элементар синтаксик конструкцияларҙы һәм уларҙың һөйләмдә һәм бәйләнешле телмәрҙә ҡулланылышын үҙләштереү;
  •  баш хәрефтең яҙылышын, һүҙҙәрҙең ижеккә бүленеүен, тыныш билдәләрен яҙыу ҡағиҙәләрен белеү;
  •  уҡыу һәм көндәлек аралашыу шарттарында үҙләштерелгән белем һәм күнекмәләрҙе ҡулланыу; диалогты дауам итеү; үҙләштерелгән лексиканы ҡулланып һорауға яуап биреү һәм үҙ аллы һорау биреү, тексты һөйләп биреү, картина буйынса һөйләм төҙөй белеү, тематик өлгө буйынса төрлө темаға монологик текст төҙөй белеү;
  • ҡысҡырып һәм үҙ аллы уҡый белеү, айырым һөйләм һәм тулыһынса тексты тасуири уҡыу;
  • тексты өлөштәргә бүлә белеү, уларға исем биреү, план төҙөү, биремде яҙып бөтөрә һәм әйтеп бирә белеү, предметты һәм картинаны һүрәтләй белеү һ. б;
  • уҡыу процесына яуаплы ҡарау, маҡсат ҡуйыу, эште планлаштыра белеү, уҡыу мәсьәләләрен сисә белеү.
  • телдең милли мәҙәниәттең сағылышы һәм аралашыу ҡоралы булыуын ҡабул итеү; башҡорт теленең дәүләт теле булараҡ әһәмиәтен аңлау.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тематик планлаштырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Темалар

Сә               ғәт һа ны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

лексик

грамматик

1

Һаумы, мәктәп!

Р. Ниғмәти. Беренсе сентябрь. Ғ. Рамазанов. Хәйерле сәғәттә.

А. Игебаев. Еҙ ҡыңғырау.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Фонетика. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өндәре. Тел берәмеге булараҡ өндәр. Һуҙынҡы (баҫымлы - баҫымһыҙ, нәҙек - ҡалын) һәм тартынҡы өндәр (парлы - парһыҙ, яңғырау - һаңғырау), уларҙың дөрөҫ әйтелеше һәм яҙылышы. Сингармонизм законы.

4

Тел.

Башҡорт теленең үҙенсәлекле хәрефтәрен яҙыу. Тема буйынса күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Бирелгән һүҙҙәрҙең транскрипцияһын яҙыу.

Уҡыу.

План буйынса эшләргә өйрәнеү, үҙ эшмәкәрлегеңде дәрестең маҡсаты менән сағыштыра белеү, хаталарҙы табыу һәм төҙәтеү, үҙҙеңде баһалау. Әңгәмә ҡора белеү, икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу оҫталығы. Текстан кәрәкле мәғлүмәт таба алыу оҫталығы, төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү. Башланғыс класс уҡыусыларының рухи ҡиммәттәрен билдәләү, уларҙы уратып алған мөхиттең төрлө әлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу: «Мәктәп, мәктәптә үҙеңде нисек тоторға кәрәк?» темаһына әңгәмә ҡороу.

2

Йәйҙе иҫкә төшөрөү.                                                          Д. Бүләков. Йәмбиргән ауылының йәме.

А. Мөхәмәтшина. Миҙгелдәр.

X. Түләкәев. Ярҙам.

Г. Ғәлиева. Йәйге болонда.

Башҡорт теленең алфавиты.

Үтелгәндәрҙе ҡабатлау.

5

Тел.

Алфавит тәртибендә һүҙҙәр яҙыу.

Уҡыу.

Һүрәт йәки кроссворд буйынса, мәҡәлдәрҙең мәғәнәләрен аңлатып, дәрес темаһын билдәләү.

12-се күнегеүҙәге һорауҙарға таянып диалог, «Хәтерҙә ҡалған көн» темаһына 18-се биттәге һүрәттәр буйынса текст төҙөргә.

X. Түләкәевтең «Ярҙам» әҫәренә таянып, уҡыусыларҙың иғтибарын кеше һәм йәнлек мөнәсәбәтенә йәлеп итеү, уларҙа хайуандарға ҡарата мәрхәмәтлелек тәрбиәләү.

3

Алтын көҙ килә еремә.

Н. Мусин. Иртә көҙ.

С. Муллабаев. Болот.              

А. Ғирфанов. Ҡайын.

М. Ғәли. Көҙ килде.

Ш. Бикҡол. Башҡортостан икмәге.                                             Ш. Янбаев. Көҙ.

Ф. Рәхимғолова.Көҙ биҙәктәре.

Б. Ноғоманов. Беҙ - игенсе ғаиләһе.

Р. Байбулатов. Рекорд.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең (исемдәрҙең) берлек, күплек, яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ һ. б. мәғәнәләре.

14

Тел.

Тема буйынса яҙма күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең дөрөҫ яҙылышы. Күплек ялғауҙарының дөрөҫ яҙылышы өҫтөндә эш.

Уҡыу.

Әңгәмә ҡора белеү, икенсе кешенең фекерен тыңлап аңлау, текстан ниндәйҙер мәғлүмәт таба алыу күнекмәһен булдырыу, үҙ фекереңде кешегә еткерә алыу, төрлө текстарҙы уҡыу һәм логик һығымтаға килеү.

4

Кешене кеше итеүсе — хеҙмәт.

А. Йәғәфәрова. Бәләкәй өй.

Ф. Иҫәнғолов. Тәрбиәсе.

М. Ғәли. Гөлсинә доктор булған.

Ғ. Шәрипов.Һабаҡ булды.

М. Сиражи. Аҡ айыу. Ф. Туғыҙбаева. Шаҡмаҡлы дәфтәр.

Йомаҡтар. Мәҡәлдәр.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр (сифаттар). Билдәнең төрлө миҡдарҙа икәнен (сифат дәрәжәләрен) белдереүсе һүҙҙәр менән танышыу, телмәрҙә ҡулланыу.

7

Тел.

Предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәр темаһы буйынса яҙма күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Предметты белдереүсе һүҙҙәр янына тейешле предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе яҙыу. Сифат дәрәжәләрен үҙләштереү өҫтөндә эш. 

Уҡыу.

Хеҙмәт, һәнәрҙәр тураһында мәғлүмәт алыу. Уҡыған әҫәрҙәрҙе тормош менән бәйләү.

5

Нимә яҡшы, нимә насар?

Иренгән ике эшләр (Әкиәт).

Ғ. Ғүмәр. Алтын балта.

М. Ғәли. Ял итеп кенә алам.

Г. Юнысова. Ялтыр боҙ.

X. Хәйретдинов. Дуҫың кем?

М. Дилмөхәмәтов. Суртан, тиһәм...                    Ҡоштар ҡайтып барғанда (Балыҡсы иҫтәлегенән).

Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр, эш башҡарыусының (эйәнең) затын, берлеген, күплеген, ваҡыт һ. б. мәғәнәләр белдереүен күҙәтеү.

7

Тел.

Эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәр, һөйләмдәр яҙыу. Картина буйынса һөйләмдәр яҙыу. Текстан эште, хәрәкәтте белдереүсе һүҙҙәрҙе айырып яҙыу. Бындай һүҙҙәрҙең һөйләмдәге урынын дөрөҫ билдәләү. Уҡыу.

Әҫәрҙәрҙе аңлы, тиҙ, тасуири уҡыу; уларға ҡарата үҙ фекереңде әйтеү.

6

Әкиәттәр.

Йомарт ҡуян. Бойҙай бөртөгө. Юлдыбай.

Ж. Кейекбаев. Бал ҡорттары ниңә кешегә эйәләшкән?                                            

Н. Ғәйетбаев. Аҡбулат.

М. Садиҡова. Ялҡау кәзә.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мәғәнәләре.

9

Тел.

Предметты белдереүсе һүҙҙәрҙең өҫтәлмә мәғәнәләре өҫтөндә эш, уның һөйләм эсендәге урынын билдәләү.

Уҡыу.

Әкиәт жанрын өйрәнеү, уларҙы интонация менән уҡыу. Кире һәм ыңғай образдарҙы билдәләү, характерҙарын сағыштырыу.

7

Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа.

Ф. Рәхимғолова. Тәүге ҡар.

Ә. Вәли. Ҡыш килде.

С. Ҡудаш. Ҡар бөртөктәре.

3. Биишева. Ҡотолдо.

К. Кинйәбулатова. Йондоҙҙар бейей.

С. Агиш. Яланда ҡыш.

Р. Бикбаев. Зәп-зәңгәр күк, ап-аҡ ҡар.

С. Сурина. Көләкәс Ҡарбабай.

С. Әлибаев. Оҙайтылған каникул.                                 Й. Солтанов. Һоҡланғыс ай.

Ғ. Рамазанов. Яңы йыл менән.

М. Садиҡова. Ҡар тотҡанда.

С. Муллабаев. Хикмәтле ҡар.

Д. Бүләков. Һыңар саңғы.

Н. Ҡотдосов, X. Әйүпов. Аттың аҡылы бармы?

Предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең һөйләмдәге мәғәнәләрен һәм функцияларын практик үҙләштереү.

15

Тел.

Предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә эш. Кәйләмдә предметтың билдәһен, эшен белдереүсе һүҙҙәрҙе табыу, аҫтына һыҙыу. Текстан предметтың билдәһен белдереүсе һүҙҙәрҙе үҙҙәре асыҡлап килгән һүҙҙәр менән айырып яҙыу.

Уҡыу.

Ҡыш миҙгеле тураһындағы әҫәрҙәр менән танышыу. Йыл миҙгелдәрен сағыштырыу

8

Уралып ятҡан Уралда...

Д. Бураҡаев. Урал.

Р. Ниғмәти. Ватан.                            

3. Биишева. Йыр.

А. Иҙелбаев. Башҡорт ырыуҙары. Бөрйән ырыуы.

С. Галин. Ҡыпсаҡтар.

А. Иҙелбаев. Юрматылар.

Р. Ниғмәти. Илемдең халыҡтары.

Р. Шаммас. Тыуған яғым.

К. Кинйәбулатова. Ватаным тауыштары. Стәрлетамаҡ («Пионер» журналынан).                       Р. Бикбаев. Туған тел.

  1. Карнай. Ишембай.                                                                    М. Әмир. Ағиҙел.

С. Әлибаев. Илем, тиһәм...

М. Кәрим. Дим буйы.

Мәжит Ғафури. Аҡкүл.

Н. Дәүләтшина. Бәхет ҡошо.

  1. Ғәлимов. Халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәков.

С.Шәрипов. Рәссам Әхмәт Лотфуллин.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәрҙең мәғәнәләрен, функцияларын күҙәтеү һәм практик үҙләштереү. Предметтың иҫәбен, эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр.

29

Тел.

Предметтың эшен белдереүсе һүҙҙәр өҫтөндә эш. Уларҙы һөйләмдән табып билдәләү. Башҡорт телендә һөйләм структураһы, унда предметтың эшен, иҫәбен белдереүсе һүҙҙәрҙе билдәләү. Картина буйынса һөйләмдәр төҙөү. Тәҡдим ителгән темаға бәйләнешле текст төҙөү.

Уҡыу.

Ватан, ырыуҙар тураһында мәғлүмәт менән танышыу, әҫәрҙәрҙе уҡыу, һорауҙарға яуап биреү.

9

Ҡаһарманлыҡ юлынан.

М. Хәй. Беҙҙең армия.

Р. Хәкимов. Башҡорт атлылары.                                                        Ә. Моратов. «Катюша» ны йырлай ҡарттар.

Н. Иҙелбай. Ел, ерәнем.

Г. Юнысова. Һалдат әсәләре.

Д. Бүләков. Ҡояш ярсығы.

Эштең билдәһен (рәүеш) белдергән һүҙҙәр.

12

Тел.

Эштең билдәһен белдереүсе һүҙҙәр менән дәфтәрҙә күнегеүҙәр башҡарыу. Теманы үҙләштереү һәм нығытыу өҫтөндә күнекмәләр үткәреү. Уҡыу.

Бөйөк Ватан һуғышы тураһында әҫәрҙәр уҡыу. «Еңеү көнө» темаһына инша яҙыу.

10

8 март — халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

Н. Иҙелбай. Әсәкәйем.

Батыр Банат («Башҡортостан ҡыҙы» журналынан).

Ф. Чанышева. Бала өсөн.

Предметты (кешене) күрһәтеүсе һүҙҙәрҙең телмәрҙәге (һөйләмдәге) роле һәм үҙенсәлектәре.

6

Тел.

Тема буйынса дәреслектәге яҙма күнегеүҙәрҙе башҡарыу. Предметты (кешене) күрһәтеүсе һүҙҙәр менән һөйләмдәр төҙөү. Бәйләмдәр ярҙамында бәйләнешле текст төҙөү. Уҡыу.

«Ғаиләлә - ҡатын-ҡыҙ» темаһына әңгәмә. «Эсәйем – бергенәм» тигән проект әҙерләү.

11

Яҙҙар килә шаулап-гөрләп...

М. Дилмөхәмәтов. Яҙ.

К. Дәүләтшина. Яҙғы күренештәр.

  1. Әхмәҙиев. Яҙ килә.

Ә. Хәмәтдинова. Тамсы менән Тамсыҡай.

Р. Ғарипов. Сыйырсыҡ.

3. Биишева. Ҡанатлы ярҙамсыларыбыҙ.

  1. Юлаев. Һандуғас.

Башҡорт телендә һөйләмдең интонацион төрҙәре. Уларҙа тыныш билдәләре.

15

Тел.

Интонация яғынан һөйләм төрҙәрен дәфтәргә яҙыу, тыныш билдәләрен дөрөҫ ҡуйыу. Һөйләмдең баш киҫәктәре.

Уҡыу.

Яҙ миҙгеленә бәйле әҫәрҙәр уҡыу. Шиғырҙы ятлау.

12

Тиҙҙән йәй етә.

Ф. Рәхимғолова. Шатлыҡлы байрам. Мәҡәлдәр. Йомаҡтар.

7

Тел.

Һөйләмдәге һүҙ тәртибен төшөнөү, баш киҫәктәрҙе таба белеү.

Уҡыу.

Йәй миҙгеленә бәйле мәғлүмәттәр менән танышыу.

М. Садиҡова. Тура һүҙ.

Ф. Рәхимғолова. Яҡшы һүҙҙәр.

Юҡ ерҙә тиңең.

Һөйләмдең баш киҫәктәре, уларҙы телмәрҙә ҡулланыу күнекмәләре.

6

Тел.

Һөйләмдәр өҫтөндә эш. Һөйләмдәге һүҙҙәргә һорауҙар ҡуйыу.

Уҡыу.

Әҫәрҙәр менән танышыу. Балаларҙың тормошона бәйле диспуттар ойоштороу.

13

Йәй.

М. Дилмөхәмәтов. Илемдә.

Ә. Вәли. Гүзәл ваҡыттар.

Д. Исламов. Ауылда һабантуй.                                                Я. Ҡолмой. Башҡортостан.

Ф. Иҫәнғолов. Яңғырау бикә.

М. Ғәли. Ҡурай.

3. Биишева. Күл буйында.

А. Игебаев. Йәйге аҡланда.

Ш. Бикҡолов. Лагерға.

Үтелгән темаларҙы ҡабатлау, тәрәнәйтеү.

6

Тел.

Ҡабатлау темаһына тәҡдим ителгән күнегеүҙәр өҫтөндә эшләү. Контроль диктант яҙыу.

Уҡыу.

Уҡыусыларҙың рухи ҡиммәттәрен билдәләү, уратып алған мөхиттең төрлө әлкәләренә ҡарата мөнәсәбәтен формалаштырыу.

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 3-сө класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Эш күләме

Текст күләме

Күсереп яҙыу

2

Һорауҙарға яуаптар

2

Контроль диктант

6

25-30

Һүҙлек диктанты

8-10

Изложение

2

20-30

Инша

3

25-35

Һайланма диктант

1

Аңлатма диктант

1

 Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡара-мағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

- карточкалар менән эш;

- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек диктанты;

- һөйләмдәр төҙөү;

- һүҙлек менән эш;

- һүрәтләү иншаһы;

синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

3.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

            Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

3.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

3.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

          Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

2. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

3. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

4. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

5. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек.  Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

I. Аңлатма яҙыу

1. Уҡытыу  рус телендә  алып  барылған  мәктәптәрҙең 4-се  класы өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы.

Уҡытыу предметының уҡытыу планында тотҡан урыны.

           Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәләүез районы муниципаль районы Ергән ауылы урта дөйөм белем биреү мәктәбе муниципаль дөйөм белем биреү бюджет учреждениеһының төп белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаһы нигеҙендә төҙөлдө.

           Дөйөм белем биреү ойошмаларында башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү буйынса программа федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар һәм һөҙөмтәләр нигеҙендә төҙөлдө. Эш программаһы туған (башҡорт) теле һәм әҙәбиәте булараҡ  4-се класта база кимәлендә өйрәнелә, 102 сәғәткә бүленгән (аҙнаға 3 сәғәт), шул иҫәптән контроль эштәр өсөн: 1- күсереп яҙыу, 2- һорауға яуап, 5-диктант, 2- изложение, 2- инша үткәреү ҡарала.

Программа үҙенсәлектәренең характеристикаһы: 

- Эш программаһы Башҡортостан Республикаһы Мәғариф министрлығы тарафынан раҫланған “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы” (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте, 2008 йыл  нигеҙендә төҙөлдө.

- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләнде. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф., Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

- Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус  телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Х.А. Толомбаев. – Өфө: Китап, 2011.

Был эш программаһында федераль һәм республика закондары талаптары тормошҡа ашырыла:

1. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының №1089 бойороғо менән 5.03.2004 10.11.2011 йыл раҫланған Дәүләт белем биреүстандарттарының Федераль компоненты, Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм Фән министрлығының 10.11.2011 йыл №2643 31.01.2012 йыл № 69 бойороғо менән үҙгәртелгән.

2. Рәсәй Федерацияһының “Рәсәй Федерацияһында Мәғариф тураһында” Федераль законы 29.12.2012 №273-ФЗ.

3. Башҡортостан Республикаһының”Башҡортостан Республикаһының Мәғариф тураһында” законы 01.07.2013 №696-3

4. ”Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында” законы 25 октябрь 1991 №1807-1 (24.07.98, 11.12.2002 йыл үҙгәртелгән)

5. ”Башҡортостан халыҡтары телдәре тураһында” законы 15.02.1999йыл №216-3

6. Башҡортостан Республикаһында Милли мәғарифты үҫтереү концепцияһы 31.12.2009 йыл №УП-730

Программа йөкмәткеһе 3 йүнәлештән тора:

-телмәр эшмәкәрлеген формалаштырыу;

-телдең системаһын (фонетика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) өйрәнеү;

-бәйләнешле текст менән эшләргә өйрәтеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ унда милли тәрбиә  тураһында ла мәсьәлә күтәрелә.

Программаның йөкмәткеһе һәм төҙөлөшө.

      Рус һәм башҡа мәктәптәрҙә телде белмәгән балаларға башҡорт телен өйрәтеүҙең байтаҡ үҙенсәлектәре бар. Уларҙың иң мөһимдәре:

  1. Балаларҙы башҡортса һөйләшергә өйрәтеү  үҙәк урынға ҡуйыла.
  2. 4-се класта башҡорт телен өйрәнеү өсөн уҡытыу планында аҙнаға 3-әр сәғәт ваҡыт бирелә. Был дәрестәрҙә балаларҙы башҡортса һөйләшергә, уҡырға, элементар яҙырға өйрәтеү бергә алып барыла. Тел менән әҙәби материал бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
  3. Башҡорт теле мотлаҡ практик рәүештә өйрәнелә. Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).

2. Программа буйынса башҡорт теленә өйрәтеүҙең маҡсаты һәм бурыстары:

  1. Танып белеү маҡсаты

     Уҡыусылар  башҡорт  халыҡ мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, тарихи үткәнен, бөгөнгөһөн, киләсәген белергә һәм аңларға, хөрмәт итергә, әҙәбиәт-сәнғәт вәкилдәренең ижади ҡаҙаныштары менән үҙенең рухи үҫешен байыта алыу мөмкинлеген файҙаланырға тейеш.

            Күп милләтле Башҡортостан Республикаһы, уның халҡы, башҡорт халҡының республикала төп, ерле халыҡ булыуы, башҡорт халыҡ ижады, билдәле шәхестәр, уларҙың эштәре, ижады менән таныштырыу башланғыс этапта танып белеү маҡсатының йөкмәткеһен тәшкил итә.

2. Үҫтереү маҡсаты

            Белем биреү маҡсаты методика фәнендә бик оҙаҡ йылдар буйы иң беренсе маҡсат итеп һаналды. Ләкин башҡа дидактик маҡсаттарҙы икенсе  урында ҡарау белем биреү маҡсатының тейешле дәрәжәлә тормошҡа ашырылмауына килтерә. Шәхестең белемле булыуы уның фекерләү һәләте үҫешенән тора. Уҡытыу процесында үҫтереү, тәрбиә маҡсаттарын даими күҙаллап эшләү - сифатлы белем биреүҙең беренсе шарты (Л.С.Выготский). Был хәҡиҡәтте бигерәк тә башланғыс кластарҙа, балаларҙың белем алыу эшмәкәрлеге башланған осорҙа иҫтә тотоу мөһим.

         Башланғыс этапта балаларҙың психик үҫешен түбәндәге йүнәлештәрҙә үҫтереүгә айырыуса иғтибар талап ителә:

  • Фекерләүҙе үҫтереү менән бәйле психик функциялар: логик фекерләү, сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен табыу, индуктив, дедуктив фекерләү;
  • Хәтерҙе үҫтереү (ихтыярлы, ихтыярһыҙ), иғтибарлылыҡты үҫтереү;
  • Аралаша белеү һәләтен үҫтереү (аралашыусанлыҡ, хислелек, эмпатия хистәре);
  • Ихтыяр көсө, маҡсатлылыҡ , әүҙемлек кеүек һәләттәрҙе үҫтереү.
  1. Тәрбиәүи маҡсат

          Уҡыусыларҙың тейешле дәрәжәләге тәрбиәһенән башҡа уҡытыу процесын ойоштороу мөмкин түгел. Әлбиттә, уҡытыусының шәхси сифаттары, уҡыусы менән махсус ойошторолған мөғәләмәһе уҡытыу һәм тәрбиә процесында ҙур роль уйнай. Ләкин тәрбиә процесы беренсе сиратта уҡытыуҙың йөкмәткеһе һәм методтары менән бәйле. Тимәк, уҡытыуҙың йөкмәткеһен һайлағанда, материалдың тәрбиәүи мөмкинлектәрен иҫәпкә алыу - программа һәм дәреслек авторҙары өсөн төп талап. Балаларҙың йәш үҙенсәлектәренә тура килгән, уларҙы ҡыҙыҡһындырған, әхләҡи проблемаларҙы үҙ эсенә алған йөкмәтке, беренсенән, уҡытыу процесында тәрбиәүи функция башҡарһа, икенсенән, туранан-тура коммуникатив мотивация тыуҙырыу менән бәйле. Программаға балалар араһындағы мөнәсәбәттәрҙе сағылдырған, әхләҡи проблемаға эйә булған бәләкәй күләмле әҙәби әҫәрҙәр һәм автор текстары индерелде.

4. Белем биреү маҡсаты

          Уҡыусыларҙың башҡорт теле буйынса лексик, грамматик күнекмәләре, филологик белемдәре сиктәрендә генә ҡалмайынса, телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрендә лә ҡулланырлыҡ кимәлдә булырға тейеш. Шул ваҡытта ғына башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеү бурысы үтәлә.

  • Һөйләү телмәрен үҫтереү:

1) картина буйынса һөйләү;

2) уҡыған тексты аңлы һөйләү;

3) шиғыр, тиҙәйткестәрҙе яттан һөйләй белеү;

4) йәштәштәре, ололар менән билдәле бер аралашыу сфераларында, ситуацияларҙа диалогик һәм монологик телмәр ойоштора белеү;

5) үҙенең һәм йәштәштәренең эшмәкәрлеге, тирә-яҡ мөхит хаҡында үҙенең мөнәсәбәтен белдереп, бәйләнешле һөйләй белеү.

  • Ишетеп аңлау (аудирование):
  1. уҡытыусының дәрес, уйын ситуациялары менән бәйле һорауҙарын, күрһәтмәләрен аңлау;
  2. әңгәмәләштәшенең таныш материалға нигеҙләнгән һөйләмен аңлау, уға мөнәсәбәтен белдереү;
  3. тыңлағанда һөйләм, һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү, интонацияны айырыу;
  4. әҙәби әҫәрҙәрҙең, текстарҙың йөкмәткеһен тыңлап аңлау;
  5. аудиотаҫмалағы әкиәт, хикәйәне ишетеп аңлау.
  • Уҡыу телмәрен үҫтереү:
  1. аңлап, дөрөҫ итеп уҡыу;
  2. текстағы тыныш билдәләренә ҡарап, тейешле пауза һәм интонацияларҙы үтәү;
  3. тексты үҙ аллы аңлы уҡыу;
  4. унан кәрәкле мәғлүмәтте табып уҡыу;
  5. бәләкәй күләмле шиғырҙарҙы яттан һөйләү.
  • Яҙыу телмәрен үҫтереү
  1. айырым һөйләмдәрҙе, бәләкәй текстарҙы үҙгәрешһеҙ, дөрөҫ итеп күсереп яҙыу;
  2. матур яҙыу күнекмәләре;
  3. байрам открыткалары  яҙыу;
  4. һүҙлек диктанты яҙыу.

3. Уҡытыу-методик ҡулланмалар исемлеге

1) Уҡытыусының тел буйынса уҡыу - уҡытыу методик комплекты:

Төп әҙәбиәт

1) Башҡорт теле һәм әҙәбиәте программаһы. (Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Тикеев Д.С., Толомбаев Х.А., Вилданов Ә.Х., Дәүләтшина М.С., Хөснөтдинова Ф.Ә, Хажин В.И. – Ижевск, “КнигоГрад” нәшриәте , 2008.

2) Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнеүсе башланғыс кластар өсөн башҡорт теленән эш программалары. Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С., Нәбиуллина М.М. авторлығында сыҡҡан 1-4 кластар өсөн “Башҡорт теле” дәреслектәре нигеҙендә эшләндә. Төҙәүселәре: Ғәбитова З.М., Абдуллина М.Ф.,Кинйәбаева Н.Н., Насырова Н.Я., Солтанова Л.И., Хажиева З.Ф..

3) Башҡорт теленән диктанттар йыйынтығы. Башҡорт теленән 1-4-се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма. Сәлихова М.Т., Шафикова С. Х -Өфө: Китап, 1997.- 255 бит.

4) Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Толомбаев Х.А. – Өфө : Китап, 2011.

5) 1-4 кластар өсөн диктанттар йыйынтығы һәм тикшереү эштәре. (Төҙәүселәре:Сынбулатова Ф.Ш., Нурыева Р.Ф.,Ғәлиуллина Г.Б.). Дөйөм белем буйынса дәүләт федераль стандарттары нигеҙендә төҙөлдө. Башҡорт теленән уҡытыусылары өсөн ҡулланма.–Өфө: Китап, 2011.-192 бит.

6) Башҡорт  теленән изложение текстары йыйынтығы. 1- 4 - се класс уҡыусылары өсөн ҡулланма – Өфө: Китап, 2006.

7) Толомбаев Х.А.,Нәбиуллина М.М. “Башҡорт теле ” дәреслегенә методик ҡулланма ( рус телле мәктәптәрҙең башҡорт теле уҡытыусылары өсөн), Өфө, “Китап”, 1996.

Өҫтәлмә әҙәбиәт

1. Аслаев Т.Х., Исламғолова Ы.Ә. Уйнат, уйлат баланы: Уҡытыусы өсөн ҡулланма. – Өфө, 1993.

2. Аслаев Т. Х., Атнағолова С.В. Телмәр үҫтереү буйынса сюжетлы картиналар.-Өфө:Китап, 1996.

2. Башҡортса – русса мәҡәлдәр һәм  әйтемдәр һүҙлеге. – Өфө: Китап, 1994.

3. Башҡорт теле таблицаларҙа, схемаларҙа hәм ҡағиҙәләрҙә. Әүбәкирова З.Ф.– Өфө, 2006.

4. «Башҡортостан уҡытыусыһы», «Аҡбуҙат», «Аманат» журналдары, “Йәншишмә” гәзиттәре.

5. Башҡорт алфавиты һүрәттәрҙә.

6. Ғәбитова З.М. Телмәр үҫтереү дәрестәре. – Өфө: Китап, 2009.

7. Интеллектуаль уйындар.

8. Нафиҡова З.,Аҙнабаева Ф.. Тылсымлы өндәр (методик ҡулланма) .- Өфө, Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап”нәшриәте, 2010

9. Сынбулатова Ф.Ш. “Туған тел” дәреслегенә методик ҡулланма. 1-2 кластар. – Өфө, 2008.

10.Тел  төҙәткестәр, тиҙәйткестәр, һанамыштар. Төҙөүселәр: Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008.

11. Ту4ы6баева Ф. Мин у7ыр4а яратам.-)ф0: Китап,2009.

12.Ту4ы6баева Ф.Бе6 у7ыр4а 0йр2н2бе6.-)ф0: Китап,2008.

13. Ураҡсин З.Ғ., Сиразетдинов З.Ә., Суфьянова Н.Ф. Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге: Башланғыс класс уҡыусылары өсөн. – Өфө, 2005

14. Интеллектуаль уйындар.

15 Ял минуттары өсөн күнегеүҙәр. Методик ҡулланма. Төҙөүселәр:  Иҫәнғолова Ә.Ф., Дәүләтҡолова Г.Ш. – Өфө: Эшлекле династия, 2008

2) Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:

1) Башҡорт теле: Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 4-се класында уҡыусы башҡорт балалары өсөн тел һәм уҡыу дәреслеге. Толомбаев  Х.А. – Өфө: Китап, 2011.

2) Башҡорт теленең аңлатмалы һүҙлеге, башланғыс синыф уҡыусылары өсөн, З.Ғ.Ураҡсин, З.Ә.Сиразитдинов, Н.Ф.Суфьянова, Өфө: Китап, 2005

3) Башҡорт теленең антонимдар һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2009

4) Башҡортса- русса мәҡәлдәр һәм әйтемдәр һүҙлеге, И.Ғарипов, Өфө: Китап, 1994

5) Омонимдар (аҙаш һүҙҙәр) һүҙлеге, М.Х.Әхтәмов, Өфө: Китап, 2006

6) Русса- башҡортса уҡыу- уҡытыу тематик һүҙлеге, З.Ф.Әбүбәкирова, Өфө: Аукцион+, 2007

7) Русско- башкирский учебный словарь, Саяхова Л.Г., Ураксин З.Г., Асадуллина Ф.Ф., Сахипова З.Г., Уфа: Китап, 2001

8) Урыҫса- башҡортса һүҙлек, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: Башҡорт энциклопедияһы, 2005

9) Учебный словарь, башкиро-русский русско-башкирский,Усманова М.Г.,Саяхова Л.Г., Киньягулова З.И., Уфа: 2006  

10) Хәҙерге башҡорт әҙәби теленең аңлатмалы һүҙлеге, З.Ғ.Ураҡсин, Өфө: 2004

II. Уҡыу йылы аҙағына планлаштырылған һөҙөмтәләр

1. Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар:

  1. Һүрәтләү, хикәйәләү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеү:
  • текстың планын төҙөү;
  • текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, билдәле ситуацияла тексты ижади дауам итеү.
  1. Бирелгән тема буйынса диалог төҙөү, диалогты дауам итеү:
  • ҡараған фильм, картина, ишеткәндәр, бирелгән ситуация буйынса хикәйә төҙөп һөйләү;
  • ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекеңде иҫбатлау;
  • тестағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын, мәҡәлдәрҙе табыу, телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу;
  • тексты икенсе телгә тәржемә итеп һөйләү;
  • 10-12 шиғырҙы яттан тасуири итеп һөйләй белеү.
  1. Тексты дөрөҫ, аңлы, тасуири уҡыу:
  • тексты мәғәнәүи өлөштәргә бүлеү, уларға исем биреү, план төҙөү;
  • гәзит-журналдарҙан, китаптарҙан материал йыйып, хикәйә төҙөү;
  • әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү;
  • текстан аңлашылмаған һүҙҙәрҙе табыу, һүҙлектәр менән эш итә белеү.
  1. Хәрефтәрҙе дөрөҫ һәм матур яҙыу, дөрөҫ тоташтырыу:
  • Ижади диктанттар, өйрәтеү изложениелары һәм иншалар яҙыу;
  • Иптәшең яҙғанын һәм үҙ яҙмаларыңды тикшереү, камиллаштыра белеү күнекмәләре.
  1. Өйҙә башҡортса гәзит-журналдар, китаптар уҡыу һәм класта шулар тураһында фекер алышыу (кластан тыш уҡыу күнекмәләре).

2. Уҡытыу һөҙөмтәләренә талаптар:

I. Шәхси һөҙөмтәләр:

- башҡорт теленең БР-да дәүләт теле булыуын аңлау һәм төшөнөү;

- башҡорт теленән алынған белем һәм күнекмәләрҙе мәктәптә һәм көндәлек тормошта ҡулланыу;

- аралашыуҙа рус теленән алған белемде башҡорт телендә тәржемә итеп ҡуллана белеү;

- башҡорт телен башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи байлығын өйрәнеү сараһы булараҡ ҡулланыуҙы аңлау;

- төрлө социаль ситуацияларҙа оло кешеләр һәм үҙ тиңдәштәрең менән хеҙмәттәшлек күнекмәләрен үҫтереү.

- Тыуған илгә, уның теленә, мәҙәниәтенә, тарихына  һөйөү һәм хөрмәт;

- әҫәрҙәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына дөрөҫ баһа биреү;

- хислелек, үҙеңдең хис-тойғоларыңды  аңлай һәм билдәләй (әйтә) белеү;

- башҡа кешеләрҙең хис-тойғоларын аңлай һәм билдәләй белеү, уртаҡлаша алыу;

- матурлыҡ тойғоһо – тәбиғәт матурлығын күрә белеү, йәнле тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш;

- нәфис һүҙҙең матурлығын тоя белеү,үҙеңдең телмәреңде камиллаштырыуға ынтылыу;

- ғаилә ҡиммәттәрен аңлау, үҙеңдең яҡындарыңа ҡарата ихтирам, рәхмәт, яуаплылыҡ тойғолары;

- текст авторы менән диалог ҡороуға  ҡыҙыҡһыныу,уҡыуға ихтыяж;

- мораль тәртип ҡағиҙәләрен көйләүсе этик тойғолар – намыҫлана, ояла белеү, ғәйебеңде танып ғәфү үтенеү.

II.  Метапредмет һөҙөмтәләре (Универсаль уҡыу эшмәкәрлеген  формалаштырыу сараһы булып һөҙөмтәле уҡыу технологияһы һәм уҡыусыларҙың уҡыуҙағы уңыштарын баһалау технологияһы тора).:

1. Көйләүсе универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- дәрестең темаһын һәм маҡсатын үҙ аллы табып әйтә  белеү;

- уҡытыусы менән берлектә уҡыу проблемаһын сисеүҙең планын төҙөү;

- ҡуйылған маҡсатҡа ирешеү өсөн планды тормошҡа ашырыу, кәрәк осраҡта үҙеңдең эшмәкәрлегеңә төҙәтмәләр индереү;

- уҡытыусы менән берлектә баһалау критерийҙарын билдәләү һәм шуға ярашлы үҙеңдең һәм иптәштәреңдең эшенә баһа бирә белеү.

  2. Танып-белеү универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- текстағы мәғлүмәттең бөтөн төрҙәрен дә иҫәпкә алыу;

- уҡыу төрҙәрен маҡсатҡа ярашлы файҙаланыу: текст менән танышыу өсөн уҡыу, күҙ йүгертеп уҡып сығыу, мәғлүмәт алыу өсөн ентекләп уҡыу;

- телмәр ситуацияһына ярашлы үҙеңдең фекереңде телдән әйтеү төрлө формала бирелгән мәғлүмәтте таба белеү (тотош текст, иллюстрация, схема, таблица);

- мәғлүмәтте бер форманан икенсе формаға үҙгәртә белеү (план, схема, таблица төҙөү);

- һүҙлектәр, белешмә материал менән менән файҙалана белеү;

- анализлай һәм синтезлай белеү;

- сәбәп-һөҙөмтә бәйләнештәрен урынлаштыра белеү;

- фекерләй белеү;

Танып-белеү УУЭ үҫтереү сараһы булып дәреслектең текстары һәм уның методик аппараты, һөҙөмтәле уҡыу технологияһы тора.

3. Коммуникатив  универсаль уҡыу эшмәкәрлеге:

- телдән һәм яҙма формала яуап бирә белеү;

- телмәр сараларын төрлө коммуникатив мәсьәләләрҙе сисеүҙә дөрөҫ ҡулланыу, телмәрҙең диалогик һәм монологик формаларын яҡшы белеү;

- үҙеңдең фекереңде нигеҙләй белеү һәм дөрөҫ итеп башҡаларға еткерә алыу;

- башҡаларҙы ла ишетә һәм тыңлай белеү, уларҙың ҡараштарын аңларға тырышыу, кәрәк булғанда үҙеңдең ҡарашыңды төҙәтә белеү;

- дөйөм эшмәкәрлек барышында  ҡарар ҡабул итә белеү;

- һорауҙар бирә белеү.

III. Предмет һөҙөмтәләре.

-яңғыраған телмәрҙе (ололарҙың һәм тиңдәштәреңдең әйтеүе, балалар тапшырыуҙары, аудиояҙмалар һәм мәғлүмәти технологияның башҡа формаларын) адекват ҡабул итеү;

- һүҙҙәрҙе, ижектәрҙе, өндәрҙе һәм һөйләмде төҙөү, әйтеү буйынса белем һәм күнекмәләр;

- бирелгән тема буйынса диалог төҙөй белеү; һорауҙарға ҡыҫҡа һәм тулы итеп яуап биреү, диалогты башлай һәм тамамлай белеү;

- әҙерләнеп һәм әҙерләнмәй етеҙ, аңлап һәм тасуири уҡыу, тексты ҡыҫҡа һәм һайлап һөйләй белеү;

- таныш булған орфографик ҡағиҙәләрҙе ҡулланып, уҡытыусы ярҙамында һәм үҙ аллы өйрәнеүҙә контроль характерҙа яҙма эштәрҙе башҡара белеү;

- үҙ аллы эшен тикшерә һәм башҡорт теленән предмет-ара (башҡа предмет дәрестәрендә) үҙ белемеңде анализлай белеү;

- төп предметтан предмет-ара аңлатмаларҙы үҙләштереү;

- мәктәптә һәм мәктәптән тыш ҡыҙыҡһыныуҙарынан сығып, башҡорт телендә аралашыу. 

- әҙәбиәттең дөйөм һәм милли мәҙәниәтте сағылдырыусы күренеш  булыуын, әхлаҡи ҡиммәттәрҙе, традицияларҙы һаҡлау һәм быуындан быуынға еткереү сараһы икәнлеген аңлау;

- уҡыуҙың шәхси үҫеш өсөн әһәмиәтен аңлау, Тыуған ил һәм уның кешеләре , тирә-яҡ донъя тураһында хәбәрҙар булыу;

- уҡытыусы, уҡыусылар башҡарыуында текстарҙы тыңлап ҡабул итә белеү;

аңлап, дөрөҫ, тасуири итеп ҡысҡырып  уҡыу;

- текстың исеменә, авторҙың фамилияһына, иллюстрацияларға, терәк һүҙҙәргә ҡарап уның йөкмәткеһен күҙаллау.

- таныш булмаған тексты эстән уҡыу, һүҙлек эшен үткәрә белеү;

- тексты өлөштәргә бүлеү, ябай план төҙөү;

- текстың төп фекерен үҙ аллы билдәләй белеү;

- текстан геройҙы ҡылыҡһырлаусы материалды таба белеү;

- тексты тулыһынса һәм һайланма һөйләй белеү;

- еройға ҡылыҡһырлама бирә белеү;

- телдән һәм яҙма һүрәтләй белеү;

- уҡыу барышында картиналарҙы күҙ алдына килтереп һөйләй белеү;

- уҡылғанға ҡарата үҙеңдең мөнәсәбәтеңде белдереү, нимәнең ни өсөн оҡшағанын (оҡшамағанын) аңлата алыу;

- асыҡланған билдәләре буйынса әҫәрҙәрҙе хикәйә, повесть, пьеса жанрҙарына бүлә белеү;

- проза әҫәрендә геройҙы, авторҙы һәм һөйләүсене айыра белеү;

- нәфис әҙәбиәттә сағыштырыуҙарҙы, эпитеттарҙы, йәнләндереүҙәрҙе күрә белеү;

- уҡылған әҫәрҙәрҙә авторҙы, геройҙарҙы һәм әҫәрҙең исемен дөрөҫ атау.

III. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

1. Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе

Тематик планлаштырыу

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлегенә характеристика

Темалар

Сәғәт һаны

Уҡыусыларҙың эшмәкәрлеге

лексик

грамматик

1

Мәктәп, Ватан.

К. Кинйәбулатова. Белем көнө.

М. Кәрим. Ватан.

Башҡорт теленең алфавиты. Башҡорт теленең үҙенсәлекле өн-хәрефтәре.

2

Тел.

Башҡорт теленең алфавитын иҫкә төшөрөү. Үҙенсәлекле өн-хәрефтәрҙе ҡабатлау, белемдәрен тәрәнәйтеү, күнегеүҙәрҙән һүҙҙәр табыу, миҫалдар килтереү. Бирелгән һүҙҙәрҙе алфавит тәртибендә яҙыу. Я, ю хәрефтәренең яҙылыу ҡағиҙәһе һәм нәҙек һүҙҙәрҙә улар урынына йә, йү хәреф-бәйләнештәренең килеүен үҙләштереү. Бер төрлө тартынҡыларҙың йәнәш яҙылыу осрағына аңлатма биреү. Ьөйләм төрҙәре (хәбәр, һорау, өндәү) тураһында иҫкә төшөрөү.

Уҡыу.

Белем көнө, Ватан хаҡында йөкмәткеле мәғлүмәт менән танышыу. 

Тасуири уҡыу алымдары: дөрөҫ баҫым, интонация. Уҡытыусы уҡығанды тыңлау һәм ҡабул итеү, бирелгән һорауҙарға телдән яуап биреү. «Белемле кеше - Ватаныбыҙ киләсәге» икәнен аңлатыу. Ватандың данлыҡлы үткәненә иғтибарлы булыу һәм ғорурлыҡ тойғоһо тәр¬биәләү. «Мәктәп. Белем» тигән проект әҙерләү.

2

Йәйге хәтирәләр.

Ғ. Сәләм. Республика иртәһе.

Р. Солтангәрәев. Йылы ямғыр.

Р. Бикбаев.Ҡолон кеүек.

М. Ғәли. Әйтеп бирсе.

Н. Мусин. Мәңге йәшеллек.

М. Хисмәтуллина. Бесәй китте еләккә.

Башҡорт телендә исем. Уның аңлатҡан мәғәнәләре. Берлек һәм күплек һандары. Шул мәғәнәләрҙе белдереүсе саралар (ялғауҙар).

10

Тел.

Исем һәм уның берлек, күплек мәғәнәләре тураһында үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Сингармонизм талаптарына таянып, ялғауҙар ҡушыу үҙенсәлектәре менән таныштырыу. Яңғыҙлыҡ һәм уртаҡлыҡ исемдәрҙең яҙылы- шындағы айырманы иҫкә төшөрөү. Үҙҙәре йәшәгән ҡала, ауыл, тау, йылға, күл исемдәрен дөрөҫ яҙыу, хеҙмәт батырҙарының исемдәре менән таныштырыу. Уртаҡлыҡ исемдәргә миҫалдар килтереү. Кеше исемдәре, хайуандарҙың ҡушаматтары һәм уларҙың яҙылышы тураһында мәғлүмәт биреү. Үҙҙәре йәшәгән урындағы ҡош, үлән, ағас исемдәрен башҡортса яҙҙыртыу, уларҙы күплектә ҡуйыу.

Уҡыу.

Башҡортостандың йәйге тәбиғәте, балаларҙың йәйге эштәре, ялы тураһында хикәйәләр, шиғырҙар, әкиәттәр, мәҡәләләрҙе уҡытыусы уҡыуы һәм үҙ аллы уҡыу аша аңлау, һәр әҫәрҙең темаһын һәм төп фекерен билдәләү күнекмәләре. «Ҡоштар», «Ағастар», «Йәнлектәр» тигән темалар буйынса рефераттар әҙерләү.

3

Тәбиғәт бүләктәре.                   Д. Юлтый. Көҙ.

И. Насыри. Ҡараңғы төн ҡосағында.

X. Кәрим.

Көҙгө картиналар.                      Р. Сәғәҙиев. Икмәк тәме.

Исем. Уның мәғәнәләре. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәләрен күрһәтеүсе саралар (ялғауҙар).

 6

Тел.

Исем. Исемдең мәғәнәләре. Исемдәрҙең килеш менән үҙгәреше, килеш мәғәнәләрен күрһәтеүсе 4 төрлө ялғауҙарҙы ғәмәлдә ҡулланыу, килеш менән үҙгәреш таблицаһын ятлатыу, айырым һүҙҙәрҙең килеш ялғауҙарын ҡуйырға өйрәтеү аша уҡыусыларҙың тырыу. Эйәлек һәм төшөм килеш ялғауҙарында 0, Ө хәрефтәренең яҙылышы. Сингармонизм законының үҙенсәлектәрен асыу. Ҡуш тартынҡыға бөткән һүҙҙәрҙе килеш менән үҙгәрткәндә, тартынҡыларҙың береһе яҙылмай тигән ҡағиҙәне аңлатыу. Ь билдәһенә бөткән һүҙҙәргә ялғауҙарҙы дөрөҫ ҡушырға өйрәтеү. «Тәбиғәт. Йәнлектәр» темаһы буйынса, күнегеүҙәр ярҙамында, һүҙ запасын арттырыу. Кроссворд һ. б. уйын технологияларын ҡулланыу. Темаларҙы эре блоклы өйрәнгәндә, ҡулланыу өсөн бирелгән терәк схемалар буйынса эшләү.

 Уҡыу.

Уҡылған әҫәрҙәр буйынса план төҙөү, план буйынса һөйләү һәм яҙыу. Картиналар буйынса, һорауҙарға яуап биреп, әңгәмә ҡороу, ҡыҫҡа инша яҙыу. Тәьҫораттар буйынса һорауҙар ярҙамында план төҙөү, уларға яуаптар табыу. Әҫәрҙең йөкмәткеһен тыңлап аңлау, аңлы, тасуири уҡыу, тәҡдим ителгән һорауҙарға яуап биреү. Мәҡәл- әйтемдәрҙең йөкмәткеһен аңлатыу. Текстағы образлы һүҙҙәрҙе, һүрәтләү-тасуирлау сараларын телмәрҙә дөрөҫ ҡулланыу. Башҡортса баҫмалар: «Аманат», «Йәншишмә» һ. б. буйынса «Көҙ» темаһына шиғыр, хикәйә, мәҡәлә табыу, альбом төҙөү, реферат яҙыу.

4

Илем тарихы — халҡым тарихы.

Ғ. Хөсәйенов. Алдар батыр.

Б. Рафиҡов. Ярлыҡ ҡағыҙы.

 3. Биишева. Кәмһетелгәндәр.                               Я. Хамматов. Ҡаһым түрә.

Д. Юлтый. Бәләкәс көрәшсе.

Исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәреше. Уның мәғәнәләре. Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге роле.

9

Тел.

Предметтың кемдеке йәки нимәне- ке булыуын белдереүсе тел күренеше - исемдәрҙең эйәлек заты менән үҙгәрешен күнегеүҙәргә таянып өйрәнеү. Эйәлек заты ялғауҙары ҡушҡанда, сингармонизм күренеше һәм ҡайһы бер һүҙҙәрҙең тамырында һуҙынҡы хәрефтәрҙең төшөп ҡалыуы тураһында аңлатыу (холоҡ-холҡо, халыҡ-халҡы, ирек- ирке). «Исем» темаһын йомғаҡлау. Терәк конспект буйынса исемдәрҙе анализлау.

Сифат, уның мәғәнәләре, һөйләмдәге ролен билдәләү. Терәк конспект ҡулланып сифатты анализлау, уйын технологияларын ҡулланыу.

Уҡыу.

Халҡыбыҙҙың ауыр үткәне, михнәтле тормошо, азатлыҡ өсөн көрәше, билдәле шәхестәре тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү.

Предметты һүрәтләү, хикәйәләү, фекер йөрөтөү тибындағы текстарҙы тыңлау һәм аңлап ҡабул итеп, текстың планын төҙөү, текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү, ваҡиғаға, геройҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекереңде иҫбатлау, әҫәрҙән кәрәкле өлөштәрҙе һайлап ала белеү. Газета-журналдарҙан темаға ярашлы материалдар йыйыу, альбом төҙөү. «Шәжәрә» темаһына проект әҙерләү.

5

Тормош — ижад.

Т. Ҡарамышева. Һүҙ.

Данының сиге юҡ                     (А. Айытҡолов тураһында). Башҡорт сәхнәһенең ынйыһы               (Р. Туйсина тураһында).

М. Кәрим. «Бөжәк» апа.

Е. Кучеров. Башҡортостанда иҫтәлекле урындар (Шүлгәнташ).

Д. Бүләков. Һәйкәл.

Сифат дәрәжәләре, уларҙың мәғәнәләре. Ҡылым, уның һөйләмдәге роле. Һан, зат менән үҙгәреше.

  9

Тел.

Сифаттың аҙһытыу дәрәжәһен һәм ҡушымсаларын айырып аңлатыу.Артыҡлыҡ дәрәжәһендә ҡулланылған ҡап-, ҡоп-, һоп-, йоп-, төп-, күм-, ап-, йәп- кеүек ҡушымсаларҙың сингармонизм законына яраҡлашҡанын һәм уларҙың ролен күрһәтеү. Эпитеттарҙы, күп мәғәнәле, күсмә мәғәнәле һүҙҙәрҙе аңлатыу. Ҡылым, уның һөйләмдәге ролен асыу. Ҡылымдарҙың һан, зат менән үҙгәрешен ҡабатлау. Уйын технологияларын ҡулланыу.

Уҡыу.

Күренекле ижад кешеләре, сәнғәт әһелдәре тураһында уҡып аңлау, улар тураһында һөйләй белеү. Улар тураһында материалдар йыйыу, альбом, стендтар эшләү, урындағы материал буйынса кисәләр үткәреү. Ябай кешеләрҙең яҡшы сифаттары тураһында мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. «Халыҡ бәхете өсөн ҡорбан булған кешеләр һәйкәлдәргә, мәңгелек хәтергә лайыҡ» тип фекер йөрөтөргә өйрәтеү. Йомаҡтар сисеү, кешеләр араһындағы ыңғай мөнәсәбәттәр, яҡшылыҡ тураһында уйланыу. Уҡытыусы һәнәренә иғтибарлы, ихтирамлы булыу тура-һында хикәйәләр төҙөү. Бирелгән ситуациялар буйынса бәләкәй хикәйәләр төҙөү һәм яҙыу (инша элементтары).

6

Йәшәү — Ватанға хеҙмәт итеү.

Ғ. Дәүләтов. Яңы һыуһаҡлағыс.

Я. Ҡолмой. Тыныслыҡ йыры.

Р. Солтангәрәев. Ҡараболаҡ тарлауығында. Гөрләп үтә ҡала урамын («Аманат» журналынан).

Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүе. Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен практик үҙләштереү. Заман мәғәнәләрен белдереүсе саралар (ялғауҙар).

7

Тел.

Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәреше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүен аңлатыу. Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен күнегеүҙәр ярҙамында практик үҙләштереү. Заман мәғәнәләрен белдереүсе саралар - ялғауҙар - менән таныштырыу. Ҡылымдарҙың үҙ-ара омонимлығы. Ҡылым-исем омонимияһы тураһында мәғлүмәт биреү (яҙҙ, керҙе-керҙе). Ҡылымдарҙы төрлө замандарҙа ҡулланып, тексты үҙгәртеп һөйләү. Текстарҙың йөкмәткеһен төрлө заманда һөйләү. Текстағы һүрәтләү саралары. Текст өлөштәрен бер-бер артлы урынлаштырыу, бирелгән текстарҙы яҡшыртыу, ижади алымдар файҙаланыу. Уҡылған тексты анализлай белеү. Изложение һәм инша яҙыу өсөн материал йыйырға өйрәтеү. Текст төҙөлөшө, уның өлөштәре тураһын¬да белем биреү. Тәҡдим ителгән һүҙҙәр ярҙамында текстар төҙөү.

Уҡыу.

Илебеҙ халыҡтарының хеҙмәте, уларҙың Тыуған илгә, хеҙмәткә, уҡыуға ҡарашы; балаларҙың хеҙ¬мәте тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Данлы кешеләр менән осрашыу, әңгәмәләр үткәреү, уҡылған әҫәрҙәр буйынса һүрәттәр төшөрөү. Бирел¬гән тема, ситуация буйынса хикә¬йә, диалог төҙөү. Ваҡиғаға, герой¬ҙарҙың эштәренә, ҡылыҡтарына баһа биреү, үҙ фекереңде иҫбатлау. «Минең олатай», «Беҙҙең өләсәй» тигән хеҙмәт ветерандары тураһын¬да рефераттар.

7

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә.

Ирәндек (Әкиәт).                       Ж. Кейекбаев. Терпе менән йылан.                             Төлкө менән ҡуян («Аманат» журналынан).

Йомаҡтар.

Мәҡәлдәр.

Көләмәстәр.

Алдар менән хан (Әкиәт).

Тиҙәйткестәр.

Ҡылымдың зат, һан, барлыҡҡлыҡ, заман менән үҙгәрешен практик үҙләштереүҙе дауам итеү.

  6

Тел.

Ҡылымдың һан, зат менән үҙгәре¬ше, барлыҡ һәм юҡлыҡта килеүе.Ҡылымдарҙың заман мәғәнәләрен практик үҙләштереүҙе дауам итеү. Иптәшеңдең яҙғанын тикшереү һәм камиллаштырыу күнекмәләре. Зирәклекте үҫтереү маҡсатында уйын технологиялары (ребус, кроссворд, сканворд). Тестар.

Уҡыу.

Кешенең яҡшы һәм насар сифаттары тураһындағы әкиәттәр уҡыу, йомаҡтар ҡойоу, мәҡәлдәр, көләмәстәр менән эште дауам итеү. Шуларға нигеҙләнеп, һығымталар яһарға өйрәтеү, яҡшы сифаттар тәрбиәләү. Текстан образлылыҡ сараларын һайлап ала белеү һәм уларҙы ҡулланыу. Тексты бүлектәргә бүлеү, исем биреү. Әкиәт образдарын ҡылыҡһырлау, йөкмәткеләрен тасуирлау сараларын анализлау. Билдәле ситуацияға әкиәт тексын ижади дауам итеү, халыҡ ижадының афористик жанрҙары менән танышыу. Әкиәттәр буйынса инсценировкалар төҙөү, сығыш яһау, әкиәттәргә, йомаҡ-мәҡәлдәргә бағышланған иртәлектәр ойоштороу.

8

Бурай-бурай ҡарҙар яуа.

Ғ. Дәүләтшин. Ҡышҡы урман.

Н. Нәжми. Ҡыш.

Ф. Иҫәнғолов.

Урман һаҡсылары.                           А. Игебаев.

Ҡыш та ҡоштар һайратаһың.

3. Хисмәтуллин. Тәүәккәллек.

Г. Юнысова. Ҡыш бабай.

Ғ. Рамазанов.

Яңы йыл менән!

Һан һәм уның төшөнсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен биреү.

8

Тел.

Нан һәм уның төркөмсәләрен практик үҙләштереү. Цифрҙар менән бирелгән һандарҙы һәм уларҙың ялғауҙарын дөрөҫ яҙыу күнекмәләрен биреү. Сама, бүлем, йыйыу һандары менән танышыу. Мәҡәлдәрҙә һандар ҡулланылышы. Рәт һандарының ялғауҙары. Ябай, ҡушма һан. Аҙна көндәре атамалары, рәт һаны. Автобиографияңды һөйләү һәм яҙыу күнекмәләрен формалаштырыу. Тексты бүлектәргә бүлеү, исем биреү. Һорауҙарға яуап формаһында диалогтар төҙөү. Уйын технологиялары (ребус, сканворд, эшлекле уйын «Диспетчер»).

Уҡыу.

Башҡортостанда ҡыш, уның билдәләре. Ололарҙың һәм балаларҙың ҡышҡы эштәре, уйындары: ҡышҡы байрамдар тураһында мәҡәләләр, хикәйәләр, шиғырҙар уҡыу һәм һөйләү. Картина буйынса эш ойоштороу, телмәр үҫтереү (хикәйәләү, тасуирлау). Яңы йыл, ҡышҡы уйындар, авторҙар тарафынан темаға ҡарата эшкәртелгән материалдар. «Урман һаҡсылары», «Тәүәккәллек» әҫәрҙәрендәге геройҙарҙың ҡылыҡтарына баһа биреү. Ҡышҡы тәбиғәткә экскурсия ойоштороу, аль-бомдар әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү.

9

Берҙәмлек, дуҫлыҡ, тыныслыҡ.

М. Кәрим. Ғүмергә бергә.

Р. Ниғмәти. Тыныслыҡ.

Й. Солтанов. Ҡурай моңо.

К. Кинйәбулатова. Дуҫтарым күп.

Алмаш. Зат алмаштары. Алмаштың килеш менән үҙгәреше.

5

Тел.

Алмаш. Зат алмаштарын, уларҙың килеш төрҙәрен күнегеүҙәр ярҙамында практик ҡулланырға өйрәтеү. Уйын технологиялары ҡулланыу (йомаҡтар, ребустар).

Уҡыу.

Тыныслыҡ, халыҡтар араһында дуҫлыҡ, үҙ-ара ярҙам, берҙәмлек тураһында шиғырҙар, мәҡәләләр, хикәйәләр уҡыу һәм һөйләү. Текстан кәрәкле урындарҙы һайлап уҡыу. Хикәйәне дауам итеү - «Йә, шул буламы инде дуҫлыҡ?!» Иптәшең йәки үҙең яҙғандарҙы камиллаштырыу өҫтөндә эште дауам итеү. «Беҙгә тыныслыҡ кәрәк!» темаһына альбом төҙөү. Ижади һәләттәрен үҫтереү (шиғыр, хикәйә, һүрәтләмә яҙыу). Афоризмдар (мәҡәлдәр) аңлатҡан төшөнсәләр өҫтөндә эш. Халыҡтар дуҫлығы тураһында әңгәмә. Халыҡтар дуҫлығына бағышланған осрашыуҙар, саралар уҙғарыу. «Беҙ дуҫлыҡ менән көслө» тигән проект әҙерләү, конкурстарҙа ҡатнашыу.

10

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр.

Б. Байымов. Сәсәндәр.

Ай Уралым, Уралым.                         3. Биишева.

Халыҡ сәсәне, ғалим һәм яҙыусы Мөхәмәтша Буранғолов.

Ни ҡалыр? (Ҡобайырҙан.)

Рәүеш. Рәүеш аңлатҡан мәғәнәләр.

3

Тел.

Рәүеш, улар аңлатҡан мәғәнәләрҙе практик үҙләштереү. Рәүештәрҙе ҡапма-ҡаршы мәғәнәлә ҡулланыу (антоним). Ьүҙ байлығын арттырыу, тасуирлау сараһы булараҡ өйрәнеү. Тестар.

Уҡыу.

Сәсәндәр тураһында белешмә. Күренекле сәсәндәрҙең тормошо һәм ижады. Балаларҙың сәсәнлек ижады. Сәсәндәр ижады буйынса альбом төҙөү, ҡыҫҡа проекттар әҙерләү.

11

Балдай татлы һыуҙарым.

Йәмле Ағиҙел буйҙары (Халыҡ йыры).

С.Агиш.Ҡариҙел.                                       3. Биишева.Талҡаҫ күле.

Дим йылғаһы. Асылыкүл («Аманат» журналынан). Р.Ниғмәти. Беҙ тыныслыҡ яҡлы.

И. Кинйәбулатов. Киләсәк.

Ярҙамсы һүҙҙәр. Уларҙың мәғәнәһе, һөйләмдәге роле.

6

Тел.

Ярҙамсы һүҙҙәр, уларҙың мәғәнәләре: ҡаршы ҡуйыу, йыйыу, сәбәп, оҡшатыу, ваҡыт, көсәйтеү, бәйләү. Бәйләмдәге роле: бер һүҙҙе йә һөйләмде икенсеһенә бәйләү.

Шиғырҙа хис-тойғо көсәйтеү сараһы. Мәҡәлдәрҙең мәғәнәһен аңлатыу, уларҙа ҡулланылған ярҙамсы һүҙҙәр. Исем, ҡылым омонимияһы (киләсәк-киләсәк).

Уҡыу.

Башҡортостандың йылғалары һәм күлдәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Текст өлөштәренең урынлашыу тәртибен яҡшыртыу. Әҫәрҙәрҙәге геройҙарға элементар ҡылыҡһырлама бирергә өйрәтеү. Тыуған төйәктәге йылға, күлдәр, шишмәләр тураһында альбом әҙерләү, һүрәттәр төшөрөү. Бәләкәй тикшеренеү эше - проект әҙерләү.

12

Башҡортостандың

ҡалалары.

Башҡорт ҡалалары һөйләй (Өфө, Салауат).

Сибай.

М. Кәримов. Күмерселәр ҡалаһы

Ымлыҡтар, уларҙың мәғәнәләре, һөйләмдәге роле.

2

Тел.

Ымлыҡтар. Уларҙың мәғәнәләре. Бәйләмдәге роле (практик үҙләштереү). Урынды һүрәтләргә өйрәтеү. Тексҡа исем биреү. План буйынса һөйләү, абзацтарға бүлеү.

Уҡыу.

Башҡортостан ҡалалары тураһында әҫәрҙәр уҡыу, белешмәләр алыу һәм һөйләү (Өфө, Салауат, Сибай, Күмертау ҡалалары тураһында авторҙар эшкәрткән материалдарҙан). Башҡортостан ҡалаларына арнап альбомдар төҙөү, стендтар эшләү. Тикшеренеү эше - проекттар, рефераттар яҙыу.

13

8 Март - халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө.

3. Биишева.

Хәйерле көн!

Д. Бүләков. Күстәнәс.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр өҫтөндә практик эштәр.

3

Тел.

Һөйләм. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәрҙе практик күнегеүҙәр ярҙамында үҙләштереү. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү. Әсәйҙәр тураһында һөйләү (хикәйәләү, тасуирлау, фекер йөрөтөү).

Уҡыу.

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың әсәлек хистәре, күркәм сифаттары, уҡыусы ҡыҙ бала тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. «8 Март - әсәйҙәр байрамы» темаһына иртәлек ойоштороу, лайыҡлы әсәләр менән осрашыуҙар үткәреү. Әсәләргә ҡотлау открытка-лары яҙыу, ижади эштәр (шиғыр, һүрәт).

Сюжетлы һүрәт буйынса хикәйәләр төҙөү. Тексты киңәйтеп, тарҡау һөйләмдәр ҡулланып яҙыу. «Минең әсәйем» (индивидуаль проект).

14

Башҡортостандың

мәҙәниәте.

3. Биишева. Һөнәрсе менән Өйрәнсек.

Ә. Лотфуллин тураһында белешмә.                                             Р. Ниғмәтуллин.

Ҙур талант эйәһе.

(X. Әхмәтов тураһында.)

Башҡорт һандуғасы. (М. Хисмәтуллин тураһында.)

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре.

7

Тел.

Һөйләм. Һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәре менән практик танышыу һәм уларҙы практик ҡулланыу. Бәйләнешле телмәр өҫтөндә эште дауам итеү. Ижади күнегеүҙәр: йыйнаҡ һөйләмде тарҡауға әйләндереү, белешмәлә бирелгән һүҙҙәрҙе өҫтәргә. Һүрәттәр буйынса хикәйәләр төҙөү.

Уҡыу.

Башҡортостандың мәҙәниәте, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Уларҙың ысын һәнәрсе булыуҙарына һоҡланыу, улар менән ғорурланыу. 3. Биишеваның «Һөнәрсе һәм Өйрәнсек» әҫәре буйынса үҙ фекерҙәрен әйтте-реү. Һүрәт төшөрттөрөү. Ә. Лотфуллиндың «Өс ҡатын» картинаһы буйынса кескәй инша яҙыу.

Проект төҙөү: «Сәхнәбеҙҙең йөҙөк ҡашы Р. Туйсина», «Ҡурайсы Р. Юлдашев» (индивидуаль эш).

15

Тәбиғәттең теле асылған саҡ.

М. Ғәли. Яҙ саҡыра.                   И. Насыри. Яҙғы ташҡын.

X. Ғиләжев. Яҙ.

Б. Дәүләтшина. Яҙғы тантана.

Р. Бикбаев. Тәбиғәттең теле асылған саҡ.

Б. Ишемғол. Яҙ.

Р. Назаров. Яҙ килә.                 М. Тажи. Боҙҙар китте...

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Уларҙың телмәрҙәге роле.

7

Тел.

Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр, уларҙың телмәрҙәге роле. Интонация тураһында белешмә биреү, күнегеүҙәр өҫтөндә эш. Һүрәттәр буйынса үҙҙәренең ҡараштарын әйтеү, хикәйә төҙөү. Яҙ тураһында диалог.

Уҡыу.

Башҡортостандағы яҙғы тәбиғәт күренештәре. Ололарҙың һәм балаларҙың яҙғы эштәре. Ҡоштар, хайуандар һәм үҫемлектәр тормошо. Яҙғы байрамдар тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү.

«Яҙғы моңдар» темаһына әҙәби монтаж әҙерләү һәм сығыш яһау. Тәбиғәткә экскурсия, шуның бу- йынса әңгәмәләр үткәреү, һүрәттәр төшөрөү. «Ҡарға бутҡаһы», «Кәкүк сәйе», «Бабантуй» хаҡында рефераттар төҙөү.

16

Кеше матур булһын.

С. Әлибаев. Дуҫтарым.

Ф. Туғыҙбаева.

Кем уңған?

Ф. Рәхимғолова. Сер.

Ғ. Хисамов. Аҡъяурын сал бөркөт.

Һөйләм киҫәктәре. Һөйләмдең тиң киҫәктәре.

5

Тел.

Башҡорт телендә һөйләм киҫәктәренең килеү тәртибе. Бәйләмдең тиң киҫәктәре менән танышыу һәм уларҙы үҙләштереү, практик ҡулланыу. Урынды һәм ваҡытты күрһәткән эйәрсән киҫәктәр. Ижади эштәр.

Уҡыу.

Кешеләрҙең һәйбәт һәм яман сифаттары, тәрбиәлелек, кешеләргә һәм тәбиғәткә яҡшы мөнәсәбәт тураһында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Геройҙарға ҡылыҡһырлама. Ҡараштарын белдереү, үҙ фекерҙәрен иҫбатлау. «Кеше һәр яҡтан да камил булырға тейеш» темаһына альбом төҙөү, әңгәмәләр үткәреү. Бәйләнешле текст өҫтөндә эштәрҙе дауам итеү. Хикәйәләр төҙөү, мәҡәлдәрҙең өлөштәрен тоташтырыу. «Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш нимә ул?» һорауына арналған диа¬логтар ҡороу.

17

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы.

А. Игебаев. Беренсе Май.

Г. Юнысова. Тәбиғәтте шулай яраталармы?

С. Әлибаев. Тыныслыҡ.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр.

3

Тел.

Ябай һәм ҡушма һөйләмдәр буйынса ғәмәли эштәр. Уларҙың телмәрҙәге әһәмиәтен күҙәтеү һәм үҙләштереү. Ижади эштәр: бирелгән һөйләмдәргә ябай һөйләмдәр өҫтәп яҙыу. Бер нисә ябай һөйләмде ҡушма һөйләм итеп үҙгәртеү, бер уҡыусының иншаһын төҙәтеп яҙыу.

Уҡыу.

Беренсе Май - дуҫлыҡ, хеҙмәттәшлек көнө. Халыҡтарҙың дуҫлыҡҡа ынтылышы. Тыныслыҡ хаҡында әңгәмә (Еңеү байрамына бәйләп). «Беренсе Май» темаһына әҙәби монтаж, сығыш яһау. «Еңеү көнө» исемле альбом төҙөү.

18

Һаумы, йәмле йәй!                      Д. Юлтый. Йәйге таң.

Ғ. Ибраһимов. Ямғыр (кл. тыш).

К. Мәргән. Урманда.                       Н. Ҡотдосов, X. Әйүпов. Ҡырмыҫҡалар.

Г. Юнысова, Һay бул, мәктәп!

Йомғаҡлау.

Башҡорт теле буйынса үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Һөйләм. Хәбәр, һорау, өндәү һөйләмдәр. Интонация. Омоним һүҙҙәр. Баш киҫәктәр. Йыйнаҡ һәм тарҡау һөйләмдәр. Яңғыҙлыҡ, уртаҡлыҡ исемдәр. Ҡылымдар. Сифаттар. Тиң киҫәктәр.

4

Тел.

Башҡорт теле буйынса бөтөн үтелгәнде ҡабатлау, йомғаҡлау. «Урманда» хикәйәһенең планын төҙөү, ҡыҫҡаса изложение яҙыу. Көндәлек алып барырға өйрәтеү. Әсә теле тураһындағы күнегеүҙәрҙең тәрән йөкмәткеһен өйрәнеү. Һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен аңлатыу. «Бер телдән дә телем кәм түгел» темаһына инша яҙыу.

Уҡыу.

Йәйге күренештәр. Уҡыу йылының һөҙөмтәләре, йәйге эштәр хаҡында әҫәрҙәр уҡыу һәм һөйләү. Тыуған ил тураһында әҫәрҙәр уҡыу. Тәбиғәткә экскурсия, уның һөҙөм¬тәләре буйынса әңгәмәләр үткәреү. Туған телгә, туған башҡорт теленә бағышланған текстарҙы анализлау.

2. Уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүен баһалау

1. Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.

Уларға түбәндәгеләр инә:

  • башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
  • тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
  • дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
  • һорауҙарға яҙма яуаптар һәм иншалар;
  • тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.

2. Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау контроль эштәре үткәрелә. Ағымдағы контроль эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы контроль эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.

3. Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау контроль эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Контроль эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.

Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана. Бының өсөн башҡорт теленән 4-се класта түбәндәге күләмдә контроль эштәр, яҙма эштәр үткәреү ҡарала:

Яҙма эштәрҙең төрҙәре

Эш күләме

Текст күләме

Күсереп яҙыу

1

Һорауҙарға яуаптар

2

Контроль диктант

5

35-40

Һүҙлек диктанты

10-12

Изложение

2

30-40

Инша

2

35-45

Һайланма диктант

2

Аңлатма диктант

2

              Яҙма эш төрҙәре (изложение,инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:

-карточкалар менән эш;

-тест;

-һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;

-текста һөйләмдәрҙә һүҙҙәр тәртибе;

-терәк текстар менән инша яҙырға өйрәнеү;

-һүҙлек диктанты;

-һөйләмдәр төҙөү;

-һүҙлек менән эш;

-һүрәтләү иншаһы;

-слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләм…

3. Уҡытыу процесында уҡыу-уҡытыу программаһында планлаштырылған һөҙөмтәләрҙең үҙләштерелеүендә ҡулланылған:

2.1. Уҡытыу процесында ҡулланылған технологиялар

Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа отошло тип һаналған инновацион технологиялар: белем биреүҙә үҫтереүсе уҡытыу технологияһы, проектлау технологияһы, проблемалы уҡытыу, информацион технологиялар - үҫтереүсе уҡытыу системаһы - уҡыусының үҙенең ижади эшмәкәрлегенә, һәр яҡлап үҫешкән шәхес булып формалашыуына алып килеүсе тенологияларҙы ҡулланам.

2.2. Материаль-техник ҡулланмалар

Телевизор; видеоплеер; магнитофон; DVD; компьютер; проектор; демонстрацион экран.

2.3. Уҡытыу процесында ҡулланылған уҡытыу электрон ресурстар

          Бының өсөн бөгөнгө көндә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса компьютерға һалынған программалары, әсбаптары бар.

1.  Башҡорт әҙәбиәте буйынса аудио-видеоәсбап.- Өфө: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф  министрлығы, 2005.

2. Башҡорт теленән электрон һүҙлектәр:

3. Урыҫса- башҡортса һүҙлек (Ураксин З.Г. Русско- башкирский китабы буйынса төҙөлгән)

    2). Аңлатмалы һүҙлек. УраксинЗ.Ғ.

    4). Дөйөм һүҙлек. 

4. Орфография һүҙлеге. Суфьянов Н.Ф.

5. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М. С., Сиразетдинов З. Ә. Башҡортса өйрәнәйек. Урыҫ мәктәптәренең 1-4 – се синыфтары өсөн башҡорт теленән электрон дәреслек. – Өфө: Мәғариф министрлығы, 2003.

IV. Туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән

тематик планлаштырыу

(1 -4 кластар)

Бүлек (сәғәт)

Класс

1

2

3

4

1

Башҡортостан -1

Танышыу -4

Һаумы, мәктәп!- 4

Мәктәп, Ватан -2

2

Танышыу -2

Минең мәктәбем -26

Йәйҙе иҫкә төшөрөү -5                                                          

Йәйге хәтирәләр -10

3

Уйындар -2

Минең республикам -8

Алтын көҙ килә еремә -14

Тәбиғәт бүләктәре -6                  

4

Беҙ – уҡыусылар -3

Мин һәм минең ғаиләм -48

Кешене кеше итеүсе — хеҙмәт  -7

Илем тарихы - халҡым тарихы -9

5

Беҙ – мәктәптә -2

Мин һәм мирең дуҫтарым -26

Нимә яҡшы, нимә насар? -7

Тормош - ижад -9

6

Уҡыу әсбаптары -3

Мине уратып алған донъя - 24

Әкиәттәр - 9

Йәшәү - Ватанға хеҙмәт итеү -7

7

Уйынсыҡтар -2

Тәңкә-тәңкә ҡарҙар яуа -15

Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә - 6

8

Беҙ һанай беләбеҙ -2

Уралып ятҡан Уралда...- 29

Бурай-бурай ҡарҙар яуа -8

9

Ниндәй төҫ матур?-2

Ҡаһарманлыҡ юлынан - 12

Берҙәмлек,дуҫлыҡ, тыныслыҡ -5

10

Йәшелсәләр -2

8 март - халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө -6

Сәсәндәрҙән тел ҡалыр -3

11

Емеш-еләктәр -2

Яҙҙар килә шаулап-гөрләп...-15

Балдай татлы һыуҙарым -6

12

Магазинда -2

Тиҙҙән йәй етә -7

Башҡортостандың ҡалалары -2

13

Ҡоштар -2

Йәй -6

8 Март - халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө -3

14

Тән өлөштәре -2

Башҡортостандың мәҙәниәте -7

15

Көн режимы -1

Тәбиғәттең теле асылған саҡ-7

16

Ғаилә -3

Кеше - матур булһын -5

17

Өҫ кейемдәре -2

Яҙ һәм хеҙмәт байрамы -3

18

Аяҡ кейемдәре -2

Һаумы, йәмле йәй! -4                    

19

Йорт хайуандары -1

20

Йорт ҡоштары -1

21

Кейектәр -1

22

Ҡыш. Яңы йыл. Уйын -3

23

Йыр -1

24

Оҫтаханала - 1

25

Тимурсылар -1

26

Эшсе -1

27

Мәҡәл. Әкиәт -1

28

Рәссамдар - 1

29

Егәрле балалар -1

30

Ҡасим – ҡурайсы -1

31

Яланда -1

32

Һәйкәл -1

33

Айҙар -1

34

Миңлебай ағай -1

35

Оҫта -1

36

Ф. Туғыҙбаева. Бик мәрәкә -2

37

Ҡабатлау һәм нығытыу -3

38

Ф. Рәхимғолова.

Яҙыу таныған кеше. Әсәйгә бүләк. Яҡшы һүҙҙәр. Ағай менән ҡусты -4

39

М. Ғафури. Туғайҙа -2

40

Башҡортостан. Герб. Өфө. Матур Өфө ҡалаһы -3

41

Г. Ғәлиева. Йүкә балы. Ҡымыҙ -3

42

Ж. Кейекбаев. Айыу ниңә ҡойроҡһоҙ? Айыу ниңә ҡыш буйы өңөнән сыҡмай? -2

43

М. Кәрим. Теге яҡҡамы, был яҡҡамы? Һанашмаҡтар -2

44

3. Биишева. Ҡарға менән Төлкө. Валсыҡ -2

45

К.Кинйәбулатова. Әсәйем, ҙур үҫкәнһең, ти. Йомош. Ҡарар -3

46

А. Игебаев. Ҡурайым. Аҡ төҫ. Аҡтүш -3

47

Р. Ғарипов. Тыуған ил һәм тыуған ер -1

48

Әкиәттәр. Алдар. Ҡомһоҙ эт. Шалҡан -4 Кәкүк.

Салют. Еңеү. Асылыкүл -3

49

Ҡалалар -3

50

Ҡабатлау.

Йомғаҡлау -4

Бөтәһе: 99

Бөтәһе: 136

Бөтәһе: 136

Бөтәһе: 102

По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Рабочая программа по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе

Рабочая програма по башкирскому ( родному) языку и литературе в 8 классе...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку во 2 классе (ФГОС)

Рабочая программа по  башкирскому (государственному) языку во 2 классе по учебнику Тулумбаева Х.А....

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 2-3 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт (дәүләт) теленән эш программаһы. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 2-3 кластары өсөн башҡорт теленән эш програм...

Рабочая программа по башкирскому (государственному) языку в 1-4 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4 – се кластары өсөн башҡорт теленән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған талаптар,...

Рабочая программа по (родному) башкирскому языку и литературе в 3-4 классах (ФГОС)

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 3-4 – се кластары өсөн туған (башҡорт) телдән эш программаһы икенсе быуын башланғыс дөйөм белем биреүҙең Федераль дәүләт стандарттарында ҡуйылған та...

Родная литература (русская) 6 класс рабочая программа и КТП. Родной язык (русский) 6 класс рабочая программа и КТП

Родная литература (русская)  6 класс рабочая программа и КТП.  Родной язык (русский) 6 класс  рабочая программа и КТП...

Комментарии

Хабибуллина Василя Абдулловна

Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-4-се кластары өсөн туған (башҡорт) телдән һәм әҙәбиәттән эш программаһы