Рабочая программа по башкирскому языку и литературе 8 класс
календарно-тематическое планирование (8 класс) на тему
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе 8 класс
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
8-_se_klass_oson_esh_programmahy_22015.docx | 51.01 КБ |
Предварительный просмотр:
- Аңлатма яҙыу.
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8– се класы өсөн башҡорт теленән эш программаһы түбәндәге хоҡуҡи - норматив документтар нигеҙендә төҙөлдө:
- Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №165-Ф3,11.12.2002
- Рәсәй Федерацияһының «Мәғариф тураһында» Законы ( статья 47, 5-се п.)
- «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законы, №289-з, 14.07.2010
- Башҡортостан Республикаһының «Мәғариф тураһында» Законы,1.07.2013.
- Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластары өсөн программалары (төҙ.: З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. // Ижевск: “Книгоград” , 2008. – 120 б.)
- Бишбүләк ауылы 1-се һанлы дөйөм урта белем биреү мәктәбенең 2015-2016 уҡыу йылына уҡыу планы.
- Туған тел һәм әҙәбиәт, башҡорт (дәүләт) телен уҡытыуҙы ойоштороу тураһында ( БР ММ хаты № 13-05 / 498, 11.09.2014)
Был эш программаһы дөйөм белем биреү буйынса федераль дәүләт стандарттары талаптарынан сығып төҙөлдө.
Эш программаһы бөтәһе 34сәғәткә планлаштырылған. Аҙнаһына 1сәғәт иҫәбенән.
Дәреслек: Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класс уҡыусылары өсөн дәреслек. З.М. Ғәбитова, М.Г. Усманова. – Өфө: Китап, 2008
Программа кимәле : базис
Программаның йөкмәткеһе 3 йүнәлештә төҙөлгән:
- Балаларҙы һөйләшергә өйрәтеү үҙәк бурыс.
- Тел менән әҙәби материалдары бергә ҡушып өйрәнелә (интеграция).
- Лингвистик һәм әҙәби күренештәр, уҡыу материалы нигеҙендә, практик ҡулланыу маҡсатынан сығып өйрәнелә (коммуникатив йүнәлеш).
Маҡсаттар һәм бурыстар:
- Уҡыусыларҙа башҡорт телендә һөйләгәнде, уҡығанды, радиотапшырыуҙар тыңлағанды аңлау күнекмәләре булдырыу (аудирование).
- Аралашыуҙа кәрәк була торған типик һөйләмдәрҙе күсереп, үҙ фекерҙәрен билдәле кимәлдә үҙ аллы яҙыу күнекмәләрен булдырыу.
- Башҡорт телен өйҙә, йәмәғәт тормошонда, хеҙмәт процесында практик файҙаланырға өйрәтеү.
- Башҡорт телен практик өйрәнеүгә бәйләп, балаларҙы башҡорт халҡының тарихы, мәҙәниәте, сәнғәте, әҙәбиәте, милли йолалары, башҡорт халҡының күренекле шәхестәре, уларҙың эшмәкәрлеге, ижады һәм башҡалар менән таныштырыу, балаларҙы башҡорт донъяһына алып инеү, башҡорт халҡына, үҙҙәре йәшәгән төйәккә ихтирам һәм һөйөү тәрбиәләү. Текстағы яңы һүҙҙәр, фразаларҙы аңлатыу, һүҙлек эше үткәреү мотлаҡ.
- Әҫәрҙе өлөшләп, һайлап, ролдәргә бүлеп, сылбыр буйынса уҡыу, тексты магнитофон яҙмаһынан тыңлау, йөкмәтке буйынса һорауҙарға яуап биреү кеүек эштәр башҡарғанда, һүҙлек эше иғтибар үҙәгендә тора.
- 5-7-се кластарҙа алған белемдәр тулыландырыла. Темалар буйынса яҙыусылар, шағирҙар ижады менән таныштырыу, яңы текстар уҡыу, диалог һәм монолог ярҙамында бәйләнешле һөйләм төҙөү дауам итә.
- Туған тел, белем, уҡытыусы, мәктәп һәм көҙгө байлыҡ тураһында һөйләшеү күберәк урын ала.
- Бәйләнешле текст төҙөү, бер телдән икенсе телгә тәржемә итеү күнегеүҙәре башҡарыла.
2. Уҡыу предметына дөйөм характеристика
Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптә башҡорт теле курсының йөкмәткеһе белем биреү процесында метапредметлы һәм предметлы уҡытыуҙың маҡсаттарына өлгәшеүгә йүнәлдерелгән. Был үҙ йәһәтендә, коммуникатив, тел, лингвистик һәм мәҙәни компетенцияны үҫтереүҙе күҙ уңында тота.
Коммуникатив компетенция телмәр эшмәкәрлегенең төрҙәре, һөйләү һәм яҙма телмәр төрҙәрен үҙләштереүҙе иҫәптә тота, телде төп белем һәм күнекмәләрҙе кәрәкле ситуацияларҙа һәм үҙ йәштәрендә тейешле мөһим ситауцияларҙа ҡуллана алыу. Коммуникатив компетенция коммуникацияның маҡсатын билдәләй белеүҙә, телмәр ситуацияһын баһалай белеү, аралашыусының коммуникация ысулдарын һәм ниәттәрен иҫкә алыу, стратегик адекват аралашыуҙы һайлауҙы һәм үҙ телмәреңде аңлы рәүештә үҙгәртеүгә әҙер булыуҙы күҙ уңында тота.
Тел һәм лингвистик компетенция тамға системаһы һәм йәмғиәт күренеше булараҡ тел тураһында тейешле белемде үҙләштереү нигеҙендә уның төҙөлөшөн, үҫешен, хәрәкәттә булыуын формалаштырыуҙы аңлата, башҡорт әҙәби теленең төп нормаларын үҙләштереү, һүҙлек запасын һәм уҡыусы телмәренең грамматик төҙөлөшөн байытыу, фән булараҡ лингвистика тураһында тейешле белем, уның төп бүлектәре һәм аңлатмаларына кәрәкле булған тел күренешен һәм факттарын анализлау һәм баһалау мөмкинлеге формалаштырыу, төрлө лингвистик һүҙлектәр менән ҡуллана белеү.
Мәҙәни компетенция туған телдең мәҙәни культураны сағылдырыусы форма булараҡ, аңлауҙы күҙ алдында тота, тел һәм халыҡ тарихының бәйләнештә булыуын, башҡорт теленең милли-мәҙәни үҙенсәлеген аңлау, башҡорт телмәр этикет нормаларын үҙләштереү, халыҡ-ара аралашыу мәҙәниәтен үҙләштереү, милли мәҙәни компетентлы һүҙҙәр мәғәнәһен аңлатыу.
Башҡорт теле курсының коммуникатив- эшмәкәрлекле йүнәлешен көсәйтеү, уны белем алыуҙа предмет-ара һөҙөмтәләргә йүнәлтеү функциональ грамоталыҡты формалаштырыуҙың мөһим шарттары булып тора һәм кешенең тышҡы мөхиткә тиҙ яраҡлашыуға һәләте һәм унда актив эшмәкәрлекте дауам итеүҙән ғибәрәт.
3. Башҡорт ( туған) теленең базислы уҡыу планындағы урыны
Башҡортостан Республикаһының уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең 1-11-се кластар өсөн уҡыу планы 8-се класта башҡорт (дәүләт) телен 34 сәғәт күләмендә уҡытыу күҙ уңында тота. Аҙнаһына 1 сәғәт күләмендә уҡытыла. 1сәғәт- резерв
1-се сирек | 2-се сирек | 3-сө сирек | 4-се сирек |
9 сәғәт | 7 сәғәт | 10 сәғәт | 8 сәғәт |
4. Туған ( башҡорт) тел предметының өйрәнеү һөҙөмтәләре
Шәхсән һөҙөмтәләр:
- тел кешеләрҙең аралашыу сараһы икәнде аңлау, үҙләштереү;
- башҡорт телен милли мәҙәниәттең бер күренеше тип ҡабул итеү;
- дөрөҫ һөйләү теле һәм яҙма тел кешенең индивидуаль мәҙәнилеген күрһәткесе;
- үҙ телмәренә иғтибарлы булып үҙ-үҙен баһалау һәләтлелеге;
- аралашыу-телмәр процесында кәрәкле һүҙлек запасына эйә булыу,т үҙ фекереңде еткереү өсөн тейешле грамматик сараларҙы үҙләштереү.
Метапредмет һөҙөмтәләр:
телмәр эшмәкәрлегенең бөтә төрҙәрен үҙләштереү:
аудирование һәм уҡыу:
- телдән һәм яҙма хәбәр иткән мәғлүмәтте адекват ҡабул итеү;
- төрлө төрҙәге уҡыуҙы( ҡарап сығыу, танышыу, өйрәнеү), төрлө стилдәге, жанрҙағы текстарҙарҙы үҙләштереү;
- төрлө сығанаҡтарҙан мәғлүмәтте һайлап алыу һәләтлеге, шулай уҡ матбуғат сараларынан, Интернет ресурстарҙан, төрлө типтағы һүҙлектәр менән иркен ҡулланыу, белешмә өсөн әҙәбиәт, шулай уҡ электрон ҡулланмаларҙан һайлап алыу һәләте; белем алыу өсөн бурыстарын хәл итеү өсөн төрлө сығанаҡтарҙан кәрәкле мәғлүмәт табыу маҡсатында, телде ҡулланыу оҫталығы;
һөйләү һәм яҙыу:
- тыңланған йә уҡылған тексты тәҡдим ителгән кимәлдә ( план, һөйләү, конспект) һөйләй алыу;
- телмәрҙе һәм аралашыу ситуацияһын иҫәпкә алып, коммуникатив бурыстарҙы ( диалог, монологик телмәр, яҙма текстар) уңышлы атҡарыу маҡсатында, адекват телмәр сараларын һайлап ала белеү;
- аралашыуҙың маҡсаты, бурысы, сараһы, тел шарттарында ориентирлашыу;
- үҙ фекереңде һәм позицияңды мөмкин тиклем теүәл итеп аңлатырға ынтылыу; телдән һәм яҙма формала үҙ фекереңде еткерә алыу;
- һорауҙар биреү оҫталығы;
5. Төп йөкмәткеле йүнәлеш
Туған ( башҡорт) теленең төп йөкмәтке йүнәлештәре:
- коммуникатив компетенцияны формалаштырыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке;
- тел һәм лингвистик компетенцияны формалаштыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.
- мәҙәни компетенцияны формалаштыуҙы тәьмин итеүсе йөкмәтке.
Беренсе йөкмәткеле йүнәлеш: телмәр һәм аралашыу телмәре
( тыңлау, уҡыу, яҙыу, телмәр үҫтереү).
Икенсе йөкмәткеле йүнәлеш: телдең системаһын ( фонетика, лексика, орфография, орфоэпия, грамматика, пунктуация) практик, әҙәби текстар нигеҙендә өйрәнеү,
Өсөнсө йөкмәткеле йүнәлеш: Тел һәм мәҙәниәт, телде тарих һәм халыҡтың мәҙәниәте менән бәйләнештә өйрәнеү, милли тәрбиә биреү.
Уҡыу процесында күрһәтелгән йөкмәткеле йүнәлештәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә һәм интеграцияланған.
Уҡытыу предметының төп йөкмәткеһе
Мәктәпкә барабыҙ (5 сәғәт).
Был тема буйынса 5-7-се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау, һүҙлек байлығын арттырыу. Тема буйынса эҙмә-эҙлекле һөйләмдәр төҙөтөү, ҡыҫҡа ғына хикәйә төҙөргә өйрәтеү. Текст өҫтөндә эшләү,план төҙөү, план буйынса һөйләү. Мәктәп, класс торошо һ.б. хаһында әңгәмәләр ойоштороу. Белем, китап тураһында мәҡәлдәр ҡойоу. 5-6 класта үтелгәндәрҙе иҫкә төшөрөү. Һөйләмдә һүҙҙәр тәртибе. Өндәрҙе дөрөҫ әйтеү.
Көҙгө эштәр һәм көҙгө күренештәр ( 4сәғәт)
Көҙгө үҙгәрештәрҙе бергәләп күҙәтеү, кешеләрҙең көҙгө хеҙмәтен күҙәтеү. Темаға ҡағылышлы текстар уҡыу. Муллыҡ, хеҙмәт тураһында мәҡәл, әйтемдәр менән танышыу. Һынамыштар уҡыу. Синтаксис. Маҡсаты буйынса һөйләм төрҙәре. Логик баҫым. Исем менән ҡылымды ҡабатлау.
Өфө - Башҡортостандың баш ҡалаһы ( 4 сәғәт )
Өфө - башҡортостандың баш ҡалаһы. Өфө ҡалаһы, уның үткәне, бөгөнгөһө тураһында әңгәмә үткәреү. Уның иҫтәлекле урындары тураһында һөйләшеү, һүрәттәр ҡарау. Һөйләм телмәрен үҫтереү. Рефераттар яҙҙырыу һәм уны класс алдында ҡыҫҡаса һөйләтеү кеүек эштәр ҡулланырға мөмкин. Башҡорт ҡылымдарының төҙөлөшө. Барлыҡ төшөнсәһе һәм уның бирелеше.
Хеҙмәт төбө - хөрмәт ( 4 сәғәт )
Кеше тормошонда хеҙмәттең роле, тигән темаға әңгәмә ҡороу. Данлыҡлы хеҙмәт ветерандары менән осрашыу ойоштороу. Уҡыусыларға ниндәй һөнәр оҡшауы тураһында һөйләтеү, яңы мәғлүмәттәр биреү. Һөнәрҙәр тураһында шиғырҙар, хикәйәләр уҡыу. Хеҙмәт , һөнәрҙәр тураһында мәҡәлдәр өйрәнеү. Ябай һөйләм. Һөйләмдең баш киҫәктәре. Эйә менән хәбәрҙең ярашыуы. Юҡлыҡ, булмағанлыҡ төшөнсәләре.
Ҡыш дауам итә ( 6 сәғәт )
Ҡыш миҙгеле тураһында белгәндәрҙе системалаштырыу, һүҙлек байлығын арттырыу кеүек эштәр ентекле алып барыла. Ҡыш тураһында текстар, шиғырҙар, мәҡәлдәр, һынамыштар уҡыу яңы йылға бағышланған йырҙар, мәҡәл һәм әйтемдәр. Яңы йыл менән ҡотлау открыткаһы яҙырға өйрәнеү. Уҡытыусы һайлаған текст буйынса изложение яҙыу. Үтелгәндәрҙе ҡабатлау. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ.
Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры ( 3 сәғәт)
С.Юлаевтың биографияһы, ижады менән танышыу. Уның шиғырҙарын ятлау, шиғырҙарының һаҡланыу тарихы тураһында әңгәмә ойоштороу. С.Юлаевтың тормошо, батырлығы, ижады тураһында уҡыусыларҙан төрлө ижади эштәр эшләтеү. ( һүрәттәр төшөрөү, инша яҙыу, стенгәзит сығарыу)һ.б. Һөйләмдең эйәрсән киҫәктәре тураһында төшөнсә. Аныҡлаусы.
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! ( 4 сәғәт )
Яҙ миҙгеле тураһында белемдәрҙе системалаштырыу. Яҙғы байрамдар- 1 Май һәм Еңеү байрамы тураһында һөйләшеү. Яҙғы тәбиғәт күренештәре, ҡоштарҙы ҡаршылау, баҡса эштәре тураһында әңгәмәләр үткәреү. Тултырыусы.
Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ ( 2 сәғәт )
Башҡорт халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы ҡаһарманлығы. Ветерандарға, батырҙарға ҡарала ихтирам, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү. Данлыҡлы кешеләр менән кисәләр, осрашыуҙар ойоштороу. Хәл. Һүҙлек менән эш күнек мәләре үткәреү.
Ай Уралым, Уралым...( 2 сәғәт )
Башҡортостан, уның үткәне, бөгөнгөһө хаҡында әңгәмә үткәреү. Республикабыҙҙың күренекле урындары менән таныштырыу. Йәйге тәбиғәтте күҙәтеү, ололарҙың һәм балаларҙың йәйге эштәре тураһында диолог һәм монологтар төҙөү. 8- се класта үтелгәндәрҙе ҡабатлау.
Яҙма эштәрҙең төрҙәре:
Диктант- 4 Күләме – 80-85 һүҙ
Изложение – 2 Күләме - 55-60 һүҙ
Инша – 2 Күләме – 65-70 һүҙ
№ | Тема | Сәғәт һаны | Дата | Иҫкәрмә | |||||||
план. | үткәр. | ||||||||||
1-се сирек – 9 сәғәт. | |||||||||||
Мәктәпкә барабыҙ (5 сәғәт). | |||||||||||
1 | Мәктәпкә барабыҙ. | 1 | 2.09 | ||||||||
Көҙ күренештәре. Ҡылымдар темаһын ҡабатлау. | |||||||||||
Мәктәптә. Ҡылымдарҙың зат ялғауҙары. | |||||||||||
2 | Б.Бикбай. Туған тел. Исемдең һан, зат менән үҙгәреше. | 1 | 9.09 | ||||||||
3 | Б. Рафиҡов. Илем, Башҡортостаным! Ҡушма һүҙҙәр | 1 | 16.09 | ||||||||
4 | С. Ғәбиҙуллин.Йәшлек дуҫым. Ҡушма һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышы. | 1 | 23.09 | ||||||||
5 | Зирәк ҡуян. Сифат дәрәжәләре. | 1 | 30.09 | ||||||||
Көҙгө эштәр һәм көҙгө тәбиғәт (4 сәғәт). | |||||||||||
6 | Күсмә ҡоштар. Көҙгө эштәр. Һөйләм төрҙәре. | 1 | 7.10 | ||||||||
7 | С. Муллабаев. Көҙгө урман. Һорау һөйләмдәр. Инша №1 | 1 | 14.10 | ||||||||
8 | Контроль диктант №1 | 1 | 21.10 | ||||||||
9 | Хаталар өҫтөндә эш. Р.Игнатьев. Башҡорт халыҡ йырҙары. | 1 | 28.10 | ||||||||
2- се сирек – 7 сәғәт. | |||||||||||
Өфө – Башҡортостандың баш ҡалаһы (4 сәғәт). | |||||||||||
10 | Өфө - беҙҙең баш ҡалабыҙ.Ябай һәм ҡушма ҡылымдар. | 1 | 11.11 | ||||||||
11 | Н. Дәүли. Өфө ни өсөн матур? Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары. | 1 | 18.11 | ||||||||
12 | Мин театрға барҙым! Ҡылымдың барлыҡ һәм юҡлыҡ формалары. | 1 | 25.11 | ||||||||
13 | Инша №2 Башҡортостандың баш ҡалаһы- Өфө. | 1 | 02.12 | ||||||||
14 | Хаталар өҫтөндә эш. Ябай һөйләм төрҙәре. Башҡорттар әрме хеҙмәтендә | 1 | 09.12 | ||||||||
Хеҙмәт төбө – хөрмәт | |||||||||||
15 | Контроль диктант №2 | 1 | 16.12 | ||||||||
16 | Хаталар өҫтөндә эш. А. Насиров. Көслө сабаҡ. Һөйләмдең баш киҫәктәре. | 23.12 | |||||||||
3-сө сирек – 10 сәғәт. | |||||||||||
Ҡыш дауам итә | |||||||||||
17 | Ҡышҡы байрамдар. Эйә менән хәбәр араһында һыҙыҡ. | 1 | 20.01 | ||||||||
18 | С.Әлибай. Ҡышҡы урман. Тел – аралашыу сараһы. | 1 | 27.01 | ||||||||
19 | Буран. Һүҙлек менән эшләү. | 1 | 3.02 | ||||||||
20 | Ҡыш темаһы буйынса изложение №1 яҙыу. | 1 | 10.02 | ||||||||
Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры | |||||||||||
21 | Салауат Юлаев – халҡыбыҙҙың милли батыры. Риүәйәт. | 1 | 17.02 | ||||||||
22 | Б.Вәлид. Салауат маршы. Аныҡлаусы. | 1 | 24.02 | ||||||||
23 | Салауат һәйкәле. Ябай һөйләмгә синтаксик анализ. | 1 | 2.03 | ||||||||
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! | |||||||||||
24 | Г.Яҡупова. Өмөтлө яҙ. Тултырыусы. | 1 | 9.03 | ||||||||
25 | Контроль диктант №3 | 1 | 16.03 | ||||||||
26 | Хаталар өҫтөндә эш. Рус матрешкаһы.Һүҙлек менән эшләү. | 1 | 23.03 | ||||||||
4-се сирек (8 сәғәт) | |||||||||||
Йәмле яҙ, һағындыҡ һине! | |||||||||||
27 | Тәүге космонавт. Тултырыусы. | 1 | 6.04 | ||||||||
28 | Изложение.Яҙ. | 1 | 13.04 | ||||||||
Беҙ йондоҙҙар булып ҡайтырбыҙ | |||||||||||
29 | С.Әлибай. Сәскәле ай. Хәл тураһында төшөнсә. | 1 | 20.04 | ||||||||
30 | Ладога – “Йәшәү юлы”.Урын, ваҡыт хәле. | 1 | 27.04 | ||||||||
Ай Уралым, Уралым… | |||||||||||
31 | Тыуған ерем биҙәктәре. Үҙ аллы һүҙ төркөмдәре. | 1 | 04.05 | ||||||||
32 | Н.Нәжми. Башҡортостан. Һөйләмдең баш киҫәктәре. | 1 | 11.05 | ||||||||
33 | Контроль диктант № 4 | 1 | 18.05 | ||||||||
34 | Хаталар өҫтөндә эш. Р.Бикбаев. Уралыма. | 1 | 25.05 | ||||||||
35 | Үткәндәрҙе ҡабатлау. Йомғаҡлау. |
- Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы уҡыу- уҡытыу методик комплекты һәм техник саралар
Уҡытыусының уҡыу- уҡытыу методик комплекты :
- Башҡорт теленән программа. (Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең I – XI кластары өсөн). Төҙөүселәре: Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Ижевск: «КнигоГрад», 2008.
- Башҡорт теленән диктанттар һәм изложениелар йыйынтығы. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2009.
- Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-8-се кластары өсөн «Башҡорт теле» дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Усманова М.Ғ., Ғәбитова З.М. – Өфө: Китап, 2006.
- Рус телле мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыу. Методик күрһәтмә. Ғәбитова З.М.,Баһауетдинова М.И.,Йәғәфәрова Г.Н.,Йәғәфәров Р.Ғ. БМҮИ нәшриәте.Өфө-2008.
- “Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы.
Уҡыусылар өсөн тел буйынса уҡыу-уҡытыу методик комплекты:
Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 7-се синыф уҡыусылары өсөн дәреслек. Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2008.
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетындағы техник саралар:
- Уҡытыусының персональ компьютеры.
- Мультимедиапроектор.
- Телевизор.
- Видеомагнитофон.
- Уҡыусыларҙың белем кимәленә талаптар
8-се класс өсөн телмәр күнекмәләре:
- Художестволы, фәнни-популяр һәм публицистик текстарҙы ҡысҡырып етеҙ уҡыу;
- художестволы әҫәрҙәрҙе тасуири уҡыу;
- ҙур булмаған хикәйәләрҙе, уларҙың өҙөктәрен дөрөҫ һөйләп биреү;
- Өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең авторын, исемен, мәғәнәһен белеү;
- өйрәнелгән әҫәрҙәрҙең төп темаһын аңлау;
- 8-10 шиғырҙы яттан тасуири һөйләй белеү;
- Яҙыусы һүрәтләгән художестволы картиналарҙы уй менән күҙ алдына килтереү;
- текстың планын төҙөү;
- текстың йөкмәткеһен план буйынса һөйләү;
- Төрлө тип һөйләмдәрҙә тыныш билдәләрен ҡуйыу;
- һөйләмдең баш һәм эйәрсән киҫәктәрен айыра белеү;
- үҙ аллы һәм ярҙамсы һүҙ төркөмдәре; исем, сифат, һан, теркәүес тураһында белешмәләр;
- өйрәтеү характерындағы диктант, изложение, инша яҙыу.
Уҡыу-уҡытыу программаһында үҙләштереү өсөн планлаштарылған һөҙөмтәләргә ирешеүҙе баһалау
- Класта һәм өйҙә башҡарыла торған яҙма эштәр өйрәтеү һәм тикшереү характерында була.
Уларға түбәндәгеләр инә:
- башҡорт теленән төрлө типтағы күнегеүҙәр;
- тәржемә эштәре (башҡорт теленән рус теленә һәм киреһенсә);
- дәреслектәрҙәге әҙәби текстарға пландар төҙөү;
- һорауҙарға яҙма яуаптар;
- тел һәм әҙәби материалдар буйынса аналитик һәм дөйөмләштереү тибындағы схемалар, проекттар һ.б. төҙөү.
- Башҡорт теленең ағымдағы, сирек йәки йыл аҙағында, шулай уҡ уҡыу йылы башында инеү диктанты, ҙур темаларҙан һуң йомғаҡлау яҙма эштәре үткәрелә. Ағымдағы яҙма эштәр программаның өйрәнелгән материалын үҙләштереүҙе тикшереү маҡсатында уҙғарыла. Уларҙың төрө һәм үткәреү йышлығы өйрәнелә торған материалдың ҡатмарлылығынан, уҡыусыларҙың белем кимәленән сығып билдәләнә. Ағымдағы яҙма эштәр өсөн уҡытыусы йә тотош дәресте, йә уның бер өлөшөн генә файҙалана ала.
- Уҡыу йылы башында инеү диктанты, сирек һәм йыл аҙағында йомғаҡлау яҙма эштәре мәктәп администрацияһы менән берлектә төҙөлгән график буйынса үткәрелә. Яҙма эштәрҙе сиректең беренсе көнөндә һәм дүшәмбелә үткәреү тәҡдим ителмәй.
Программа материалының үҙләштереү кимәле уҡыусыларҙың дәрестәрҙә телдән биргән яуаптарына һәм яҙма эштәренә ҡарап баһалана.
Яҙма эш төрҙәре (изложение, инша) яҙыу уҡыусыларҙың уҡыу кимәленә, белеменә, мөмкинселегенә ҡарап уҡытыусы ҡарамағына ҡалдырыла һәм улар урынына шул уҡ күләмдә түбәндәге яҙма эштәр үткәрергә мөмкин:
- карточкалар менән эш;
- һүрәт буйынса һөйләмдәр төҙөү;
- һүҙлек диктанты;
- һөйләмдәр төҙөү;
- һүҙлек менән эш;
- һүрәтләү иншаһы;
- синквейн төҙөү (слайд төҙөү: шәжәрәләр, минең ғаиләмде…)
Ҡулланылған әҙәбиәт
- Башҡорт теленән программа. Уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәрҙең I-XI кластары өсөн. Толомбаев Х.А., Дәүләтшина М.С.,
Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ .- Ижевск: КнигоГрад,2008. -120 б.)
- Башҡорт теле: Уҡытыу урыҫ телендә алып барылған мәктәптәрҙең 8-се класс балалары өсөн дәреслек. Ғәбитова З.М., Усманова М.Ғ. – Өфө: Китап, 2007.
- З. М. Ғәбитова. Башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән эш программаһы төҙөү буйынса методик кәңәштәр. ИРО РБ, 2014
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Рабочая программа по башкирскому языку для 5 класса
Рабочая программа по 2 линии учебников...
Рабочая программа по башкирскому языку для 6 класса
Программа для 2 линии учебников...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 5 класс
Рабочая программа создана по учебнику "Башкирсикй язык и литература" для 5 класса. Авторы учебника: В. И. Хажин, А. Х. Вильданов, Уфа-2012.По программе дается и календарно-тематическое планирование...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 6 класс
Рабочая программа по предмету "Башкирский язык и литература" для 6 класса, авторы: А. Х.Вильданов, В. И. Хажин, Уфа-2012. Прилагается календарно-тематическое планирование...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе по учебнику "Башкирский язык и литература", 7класс
Рабочая программа составлена для 7 класса по учебнику "Башкирский язык и литература" (авторы: Ф. А. Хуснутдинова, Д. С. Тикеев, Б. Б. Гафаров, Г. Г. Кагарманов), Уфа - 2010.Прилагается календарно-тема...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе...
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе
Рабочая программа по башкирскому языку и литературе...