Туған башҡорт теленән 4 кластарҙа олимпиада һорауҙары.
олимпиадные задания по теме

Закирова Лилиә Рамиловна

Республика кимәле өсөн туған телдән олимпиада һорауҙары

Скачать:

ВложениеРазмер
Файл Олимпиада өсөн һорауҙар.12.67 КБ

Предварительный просмотр:

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙары Республика кимәле өсөн (4 класс)

1. Ноябрь, календарь, кухня, декабрь, слесарь, меню һүҙҙәренә ялғау ҡушып яҙ.

Ноябрҙә, календарҙар, кухнялар, декабрҙә, слесарҙар, менюлар.

Сит телдән үҙләштерелгән һүҙҙәргә ялғау ҡушыу ҡағиҙәһен яҙып ҡуй.

Нәҙеклек билдәһенә бөткән һүҙҙәргә ялғау  ҡушылғанда нәҙеклек билдәһе төшөп ҡала, яҙылмай.

2. Бирелгән һүҙбәйләнештәрҙе мәғәнәһенә ярашлы булған бер ҡуш тартынҡылы һүҙ менән алмаштыр: тимер-томор( металл),  йоғошло сир (грипп), һыу инеү урыны(бассейн), ҡышҡы спорт уйыны(хоккей), йыуыныу урыны(ванна).

3. Башҡорт телевидениеһында башҡорт телендә алып барылған 7 тапшырыу исемен яҙ.

Яңалыҡтар, "Семәр", "Алтын тирмә", "Сулпылар", "Байыҡ", "Байтус", "Сәләм".

4 Түбәндә бирелгән нығынған һүҙбәйләнештәрҙе мәғәнәһенә ярашлы булған һүҙ уйлап яҙ йәки уларҙың һәр береһенә аңлатма яҙ.

Төп башына ултыртты(алданы),  ер тишегенә керерҙәй булды(оялды),  башы ҡатты(нимә эшләргә белмәй).

5. “Мине хайран ҡалдырған күренеш” темаһына 15-20 һөйләмдән торған текст төҙө.

6. Һуңғы ике йылда нисә китап уҡынығыҙ? 5-6 уҡыған китабыңдын исемен һәм авторын яҙ. Ул китаптағы ҡайһы әҫәр бигерәк тә оҡшаны? Ул әҫәрҙә ниндәй актуаль мәсьәлә күтәрелә? Яуап яҙ.


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Олимпиада һорауҙары

Олимпиадные задания по башкирскому (государственному) языку для учащихся 9 класса русскоязычных школ....

Олимпиада һорауҙары.

Ҡулъяулыҡ һүҙенә фонетик анализ эшләгеҙ.Һөйләмдә дөрөҫ итеп тыныш билдәләрен ҡуйырға: Көнгәк  юлсылар менән айырылышырға теләмәгәндәй улар барған ыңғайға әкрен генә боролоп шағирҙың уйҙарын үҙенә...

Башҡорт теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын баһалау

Башҡорт  теленән олимпиада һорауҙарының яуаптарын  баһалау....

Олимпиада һорауҙары

5-6 кластар өсөн тәғәйенләнгән олимпиада һорауҙары һәм эштәр...

Олимпиада һорауҙары

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса олимпиадаға әҙерләнеүсе уҡыусылар өсөн тәғәйенләнә...