Ололар көнөнә арналған байрам сараһы
материал по теме
Предварительный просмотр:
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе.
1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!
2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Һеҙҙе ошо байрамға арналған кисәлә тәбрикләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ, алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!
4. Хәҙер байрам менән ҡотлау өсөн һүҙебеҙҙе мәктәп профсоюз ойошмаһы рәйесе Сәғитдинова Вәлиә Сабирйән ҡыҙына бирәбеҙ.
(ҡотлау, бүләктәр тапшырыу)
5. Ошо бөгөнгө кисәнең ҡунаҡтары ғүмере буйына халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе, төрлө өлкәләрҙә, шулай уҡ Тирәкле мәктәбендә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе замандаштарыбыҙ. Һеҙҙе бөгөн алтын көҙҙөң матур көнөндә һау-сәләмәт, яҡшы кәйефтә күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
6. Сәскә эҙләп йөрөнөм ҡырҙарҙа,
Белмәйем һеҙҙе нисек ҙурларға.
Теләйбеҙ һеҙгә изге теләктәр,
Йондоҙ булып яна йөрәктәр, -
тип байрам концертын башлайбыҙ.
Тәүге байрам бүләге оло кеше Ҡаранаева Гөлғәширә Хәсән ҡыҙына юллана. Гөлғәширә Хәсән ҡыҙы 1933 йылда Хәсән һәм Сәмсибаныу ғаиләһендә бишенсе бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән йор һүҙле, алсаҡ, егәрле булып үҫә. Атаһы бөйөк Ватан һуғышында һәләк була. Атай наҙын күреп үҫмәһә лә, әсәһенә оло терәк булып, апайҙары һөйөүенә һыйынып үҫә. Ошо ауыл егете менән ғаилә ҡороп, биш балаға ғүмер бүләк итә. Улдары, ҡыҙҙары күптән инде башлы-күҙле булып, балалар тәрбиәләп, татыу ғүмер итәләр. Гөлғәширә әбей оҙаҡ йылдар мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға, хеҙмәт ветераны. Тормошонда ниндәй генә ауыр мәлдәргә тарымаһын, һәр саҡ сабыр, түҙемле, хәстәрлекле кеше булып ҡала белә. Ғүмер юлын лайыҡлы үткән Гөлғәширә әбейгә ноябрь айында 70 йәш тула. Беҙ һеҙгә һаулыҡта, бәхетле ҡартлыҡта, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең уңыштарын, шатлыҡтарын күреп, оҙон-оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйбеҙ.
Хөрмәтле Гөлғәширә әбей! 2 класс уҡыусылары башҡарыуында “Төймә тағам” йырын уҡыусыларҙың байрам бүләге итеп ҡабул итеп алығыҙ.
7. Киләһе һүҙебеҙ Зәйнуллина Лилиә Шаймөхәмәт ҡыҙы тураһында. 1948 йылда Өфө ҡалаһында тыуып, Тирәкле, Абҙан мәктәптәрендә белем ала. Яҙмыш уны төрлө тарафтарға юллата. Өфөлә моторҙар эшләү заводында, станокта полировщица, ауылда художество етәксеһе булып эшләргә тура килә Лилиә апайға. Концерттар ойоштороп, гармунға ҡушылып йырлашып, клуб иҙәндәренә һыу һибеп, ярышып бейегән саҡтарығыҙ һәм шул уҡ ваҡытта арымай-талмай төрлө саралар ойошторған йылдарығыҙ күңелегеҙҙә уйылып ҡалғандыр. 1978 йылда ул Үзбәкстан яҡтарына сығып китеп заводта эшләй.Тырыш хеҙмәте өсөн маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Һуңынан кейәүгә сығып, 4 балаға ғүмер бирә. Әлеге көндә өс ейәнсәргә, ике ейәнгә өләсәй булып матур тормош көтөп ята. Лилиә апай Тирәкле мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға китә. Заман ауырлыҡтарына бирешмәйсә, алдағы тормошҡа өмөт менән ҡарап йәшәй. Ейәнсәрҙәренә оло терәк, кәңәшсе лә, дуҫ та, иптәш тә Лилиә апай. Ә ҡулының ниндәй алтын икәнен әйтеп тораһы ла юҡ. Хөрмәтле, Лилиә апай, һеҙгә иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ һәм 7 класс уҡыусылары башҡарыуында бейеү бүләк итәбеҙ. Ҡабул итеп алығыҙ.
8. Артабанғы һүҙебеҙ ветеран уҡытыусы Рәхимҡолова Лена Мазһар ҡыҙы тураһында. 1930 йылда Ҡырмыҫҡалы районы Сахай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә донъяға килә. Сахай мәктәбен тамамлаған ҡыҙҙы уҡытыусы булыу теләге 1951 йылда Стәрлетамаҡ педагогия училищеһына алып килә. Рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерә, Тирәкле ауылына ҡайтып, хеҙмәт юлын башлай. Оҙаҡ йылдар балаларға рус теле һәм әҙәбиәте буйынса белем бирә. Лена Мазһар ҡыҙы ситтән тороп педагогия институтында юғары белем ала. Тынғыһыҙ уҡытыусы, мәктәптә лә өлгөрә, балаларын да тәрбиәләп үҫтерә. халыҡ араһында ла эш алып бара. Уҡыусылары уны һәр ваҡыт хөрмәт менән телгә ала. 1980 йылда телсе уҡытыусы хаҡлы ялға сыға. Лена Мазһар ҡыҙын бөгөнгө байрам уңайынан ҡайнар ҡотлайбыҙ. Бәхетле ҡартлыҡ, иҫәнлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ һәм 3 класс уҡыусылары башҡарыуында “Өләсәйем ветеран” йырын бүләк итәбеҙ.
9. Байрамыбыҙ дауам итә. Киләһе ҡотлау һүҙҙәре Ҡәнзәфәров Ғәйсәр Хәбибрахман улына. Тырышып-тырмашып донъя көткән, балалар тәрбиәләгән, уңған һәм эшһөйәр кеше ул Ғәйсәр Хәбибрахман улы. 1946 йылдың йәмле яҙында тыуған Ғәйсәр ағай күп балалы ғаиләлә тәрбиә ала. Тирәкле ете йыллыҡ мәктәбен тамамлағас, Абҙан ауылы мәктәбендә уҡый. Юғары белем алыу теләге менән Стәрлетамаҡ педагогия институтына юллана. Күп тә үтмәй Екатеринбург ҡалаһында хәрби бурысын үтәп ҡайта. Яҙмыш елдәре уны төрлө ерҙәргә йөрөтә. Урман хужалығы, Сәғит, Көмәрле, Михайловка, Баҡалды мәктәптәрендә уҡытыусы һәм директор. 1980 йылда тыуған Тирәкле мәктәбенә ҡайтып төшә һәм рус теле, хеҙмәт, физкультура дәрестәрен уҡыта. 1985-1996 йылдарҙа мәктәп директоры вазифаһын үтәй.
Бөгөнгө көндә Ғәйсәр Хәбибрахман улы хаҡлы ялда, ең һыҙғанып шәхси эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә. Магазин асып, тыуған ауылы халҡын аҙыҡ-түлек һәм көнкүреш тауарҙары менән тәьмин итә. Тормош иптәше Флүзә апай менән матур тормош ҡороп, балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр. Тырыш, ихлас, алсаҡ кеше ғүмер юлын лайыҡлы үтеп, башҡаларға үрнәк булып донъя көтә.
Хөрмәтле Ғәйсәр Хәбибрахман улы! Байрам уңайынан изге теләктәребеҙҙе 9 класс уҡыусыһы Ғәниев Таһир башҡарыуындағы көй-моңдарға ҡушып еткерәбеҙ. Рәхим итеп, ҡабул итегеҙ!
10. Артабанғы һүҙебеҙ Тирәкле ауылында тыуып-үҫкән, матур ғүмер кисергән Мозафаров Нуретдин Имаметдин улы тураһында. Һуғыш осоронан һуң 1946 йылдың матур көҙ айында тыуған Нуретдин Имаметдин улы күп балалы Имаметдин һәм Гөлзәйнәб ғаиләһендә тәрбиәләнә. Тирәкле мәктәбенең ете класын тамамлап, совхозда эшләргә тура килә уға. Йәше еткәс, Архангел өлкәһендә әрме сафтарында хеҙмәт итеп ҡайта. Һуңынан тормош юлын Ғәзимә Иҡсан ҡыҙы менән бәйләп, оҙаҡ йылдар матур тормош көтәләр. Ике ул һәм өс ҡыҙға атай була. Оло йәшкә тиклем Баҡалды совхозында тракторсы булып хеҙмәт юлын үтә. Тырыш хеҙмәте өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар менән бүләкләнә. Бер ни тиклем Тирәкле мәктәбендә техник хеҙмәткәр була. Бөгөнгө көндә яратҡан олатай булып, ейән-ейәнсәрҙәренә һөйөнөп, тормош көтә.
Хөрмәтле, Нуретдин Имаметдин улы, Оло йәштәгеләр көнө менән ҡотлап, изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Йылдар үтә тиеп борсолмағыҙ-
Йылдар үтеү бер ни түгел ул.
Һау- сәләмәт булып оҙаҡ йәшәү-
Үҙе бәхет, үҙе шатлыҡ ул.
Һеҙҙең өсөн йырлай 6 класс уҡыусылары. Йыр “Ялан улы”. Ҡабул итеп алығыҙ.
11. Байрам менән ҡотлау һүҙҙәре Мозафарова Шәрғинур Фәхретдин ҡыҙына. Шәрғинур әбей 1942 йылдың һалҡын ҡышында Әйтмәмбәт ауылында тыуып үҫкән, мәктәптә белем алған. Егерме йәшлек кенә ҡыҙҙы тормош иптәше Рафаил бабай Тирәкле ауылына килен итеп төшөрә. Шул ваҡыттан бирле тигеҙ тормошта, матур итеп донъя көтәләр. Мал-тыуар аҫрайҙар, совхозда эшләйҙәр. Шәрғинур әбей 27 йыл мәктәптә йыйыштырыусы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға. Тыйнаҡ та, һөйкөмлө лә, эшсән дә әбей әлеге көндә ауыл халҡына иман нуры тарата. Быйыл улар бергә тормош көтөүҙәренең 50 йыллығын билдәләй. Байрам уңайы менән ҡайнар ҡотлап, иң изге теләктәрҙе еткерге килә.
Эй һеҙ, башҡорт әбейҙәре,
Нур һибә йөҙҙәрегеҙ.
Шуға күрә лә яҙ һымаҡ
Һеҙҙең ал йөҙҙәрегеҙ.
Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа,
Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә,
Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап
Һоҡланырлыҡ тормош көтөргә.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Барыһына терәк булып,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта.
Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ҡартлыҡта.
Хөрмәтле Шәрғинур Фәхретдин ҡыҙы, һеҙгә музыкаль бүләккә - 10 класс уҡыусыһы Хәсәнова Айһылыу башҡарыуында «Кәкүк” бейеүе.
12.Киләһе байрам бүләге хеҙмәт ветераны, бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған юғары категориялы уҡытыусы Моратова Флүзә Сәйфулла ҡыҙына арнала. 1944 йылда тыуып, сабый ғына сағында һуғыш осоро ауырлыҡтары аша үткән ҡыҙ. Архангел урта мәктәбендә тырышып уҡып сығып, Өфөләге Башҡорт дәүләт педагогия институтында белем ала. Йәш кенә ҡыҙ хеҙмәт юлын башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлай. Тырыш, талапсан уҡытыусы һәр ваҡыт алға ынтылырға, кешегә ярҙам итергә һәм кешегә яҡшылыҡ теләргә девизы менән янып йәшәй һәм эшләй. Һуңынан Тирәкле мәктәбендә балаларға математика серҙәрен аса. Тырыш уҡытыусының эш һөҙөмтәһен күреп, 1981 – 1986 йылдарҙа уға Тирәкле мәктәбе директоры вазифаһын йөкмәтәләр. Бында ла ул алдынғы рәтте биләй. Хеҙмәтенә күрә - хөрмәте, ти халҡыбыҙ. Флүзә Сәйфулла ҡыҙының да хеҙмәте лайыҡлы баһалана. Өлкән уҡытыусы, хеҙмәт ветераны исеме бирелә. Башҡортостан мәғариф министрлығының Почет грамотаһына лайыҡ була.
Бөгөнгө көндә Флүзә Сәйфулла ҡыҙы хаҡлы ялда. Тормош иптәше Ғәйсәр ағай менән ике ул, бер ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, ейән-ейәнсәрҙәренә яратҡан өләсәй. Флүзә Сәйфулла ҡыҙы! Һеҙгә тик шатлыҡ-ҡыуаныстар, ғаилә именлеге теләп, Ғәниев Заһир башҡарыуында йыр бүләк итәбеҙ. Рәхим итеп, ҡабул итегеҙ!
13. Байрам менән ҡотлау һүҙҙәре Фәйзуллина Бибинур Сәйфетдин ҡыҙына арнала. Тирәкле ауылының матур бер ғаиләһендә донъяға килеп, Тирәкле, Баҡалды мәктәптәрендә белем ала. 1975 йылда Михайловка һөнәрселек училищеһына юллана. Йәшелсә үҫтереүсе һөнәрен үҙләштергәс, Өфө районының Алексеевка совхозында ҡыяр һәм помидор үҫтерә. Ошо ауыл егете Мәүлит ағай менән тормош ҡороп, дүрт балаға әсәй була. Балалары яҡшы белем, тәрбиә алып, үҙ юлдарын таптылар. Бибинур апай бер аҙ Тирәкле һөтсөлөк фермаһында ла эшләп ала. Алсаҡ, йор һүҙле Бибинур апай һәр ерҙә лә үҙ кеше була. 1997 йылдан Тирәкле мәктәбендә йыйыштырыусы булып эшләп, 2011 йылда хаҡлы ялға сыҡты. Хеҙмәте өсөн мәктәп администрцияһының рәхмәт хатына лайыҡ булды.Тормошонда ауыр мәлдәр булһа ла, сабыр, түҙемле буып ҡала белгән кеше ул. Алдағы тормошонда ла Бибинур апайға шатлыҡ-ҡыуаныстар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ.
Йәшәгеҙ һеҙ мәңге йәш булып,
Тыуған йортоғоҙға йәм булып.
Һеҙ булһағыҙ таҙа-сәләмәт,
Ғаиләгеҙгә булыр бик рәхәт!
Һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк – 5 класс уҡыусылары башҡарыуында бейеү.
13. Киләһе музыкаль бүләк Ғәлиәкбәров Мәхәмәт Шәймөхәмәт улына бағышлана. Мәхәмәт Шәймөхәмәт улы 1951 йылда Тирәкле ауылында тыуып үҫә. Ғаиләлә ике ҡыҙ һәм ике егет үҫәләр. Тирәкле мәктәбен тамамлағандан һуң унынсы класҡа Абҙан мәктәбенә йөрөй. Бәләкәй сағынан уҡ тракторсы булырға теләй. Хыялы уны урта профессиональ-техник училищеның Валентиновка ауылындағы филиалына алып килә. Тракторсы һөнәрен үҙләштергәс, оҙаҡ йылдар совхозда тырышып эшләй. Һуңынан мәктәптә оператор булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Тормош иптәше Хөснә апай менән дүрт ул һәм ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр. Балалары бөгөн мәктәпте тамамлап, һөнәр үҙләштереп, донъя көтәләр.Балалар белем алһындар, белемле кеше хур булмаҫ, тигән теләктә йәшәй Мәхәмәт Шәймөхәмәт улы. Беҙ ҙә һеҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткерәбеҙ.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Һәр көнөгөҙ үтһен шатлыҡта.
Йәшәү йәме, донъя именлеге
Юлдаш булһын һеҙгә тормошта.
4 класс уҡыусылары Шәрәфетдинов А. һәм Хальфеева Р. башҡарыуындағы был матур йыр һеҙгә байрам бүләге булһын.
14. Киләһе музыкаль бүләк Фәйзуллин Мәүлит ағайға арнала. 1952 йылда Приураловка ауылында тыуып үҫеп, Ырныҡшы мәктәбендә белем ала. Һигеҙенсе класты тамамағандан һуң училищеға уҡырға инә. Хеҙмәт юлы армия сафтарында үҙ бурысын үтәп ҡайтҡандан һуң, төҙөлөш ойошмаһында башлана. 1983 йылда Тирәкле ауылына ҡайтып, тормош иптәше Бибинур апай менән донъя ҡороп ебәрәләр. Бер-бер артлы дүрт балаһы донъяға килә. Бөгөнгө көндә балалары белем алып, тормошта үҙ юлдары менән баралар. Мәүлит ағай менән Бибинур апай ейән-ейәнсәрҙәренә ҡыуанып, матур итеп йәшәп яталар. Киләсәктә тормош ауырлыҡтарына осрамай, иҫәнлектә-һаулыҡта оҙон ғүмер кисереүҙәрен теләп, Ғәниев Инсаф башҡарыуында музыкаль бүләк.
. Бер һыҙҙырып ебәр әле,
Ҡулдарыңда гармуның.
Күңелгә һеңгән көйҙәрҙең
Онотолаһы юҡ уның.
Рәхим итеп ҡабул итегеҙ!
15. Киләһе байрам бүләге – Ғафаров Вәкил Мотаһар улына. 1952 йылда Тирәкле ауылында тыуып үҫкән егет, белем алып, Кемеров өлкәһендә һөнәр үҙләштерә. Архангел леспромхозында мастер, склад мөдире булып эшләй. Тырыш хеҙмәте бушҡа булмай. Төрлө йылдарҙа Почет грамоталары менән бүләкләнә. Альфира апай менән ғаилә ҡороп, ике балаға ғүмер биргәндәр, белем, тәрбиә биреп, үҙ аллы тормош юлына сығарғандар. Балалары бөгөн етеш тормош ҡороп, йәшәп яталар. Вәкил ағай мәктәптә оператор булып эшләп, пенсияға сыға. Мал-тыуар ҡарап, йәшелсә-емеш үҫтереп, гөрләтеп донъя көтәләр. Байрам менән ҡотлап, һеҙгә лә изге теләктәр:
Ҡайғы – хәсрәт урап үтһен,
Мәңге типһен һеҙҙең йөрәк.
Оло шатлыҡ, таҙалыҡ һәм бәхет,
Оҙон ғүмер – һеҙгә шул теләк!
Ғафаров Вәкил Мотаһар улы, һеҙҙең өсөн бейей 8 класс ҡыҙҙары. “Яулыҡтар менән бейеү”ҙе рәхим итеп ҡабул итегеҙ!
16. Хөрмәтле, ветерандарыбыҙ! Йәмле кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙҙе тағын берҙе ихлас күңелдән Ололар көнөн менән ҡотлайбыҙ!!! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!
Һаулыҡта тағы ла осрашыуҙар теләп, хушлашабыҙ, һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Әсәләр көнөнә арналған байрам сараһы
"Йырым булһын бүләгем"...
Туған тел көнөнә арналған байрам сараһы
Туған тел көнөнә арналған сара сценарийы...
Мәктәп юбилейына арналған сара
quot;Мәктәп юбилейы" сценарийы...
21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрам сценарийы
2016 йылда Ҡунаҡбай урта мәктәбендә үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрамға яҡташ ғалим-ғалимәләребеҙ ҡунаҡҡа килде....
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе. 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә,...
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе.1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ...
ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.
Данный сценарий подготовлен для праздника мам, самых дорогих, близких и любимых людей на свете. Дети все активно участвуют на данном празднике, рассказывают о своей любви к ...