21 февраль-Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрам сценарийы
методическая разработка
2016 йылда Ҡунаҡбай урта мәктәбендә үткәрелгән Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә арналған байрамға яҡташ ғалим-ғалимәләребеҙ ҡунаҡҡа килде.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
slmlu_2.docx | 28.22 КБ |
Предварительный просмотр:
Туған телдәр байрамы
Сәләмләү (09.30)
(Тантаналы ҡаршылау ҡурай моңонда)
Беренсе алып барыусы:
Һаумыһығыҙ!
Һаумы әле!
Шундай йылы һүҙ икән
Һәр күңелде иретерлек,
Һәр кемгә лә үҙ икән.
Икенсе алып барыусы
Тел асҡысы, иман биргән
Һөйөклө туған телем!
Үҙ телемдә һеҙгә сәләм
Әссәләмәғәләйкүм!
Өсөнсө алып барыусы: Нурзилә
Иң оло ризыҡ икмәктән
Тәүҙә ауыҙ итегеҙ
Һәр саҡ шулай байлыҡ,
Муллыҡ менән
Матур ғүмер итегеҙ!
(Бейеү өҙөк)
Алып барыусы- ШәһиеваЮлиә
Башҡортостан илендә
Шакирйән Мөхәмәтйәнов еренә,
Эй хөрмәтле ҡунаҡтар,
Рәхим итегеҙ беҙгә!
Мәктәп эсендә экскурсия, уҡытыусыларҙың дәрестәрен байҡау, күргәҙмә - (10.00-10.20.)
Төп өлөш (10.30)
Шиғыр:Башҡорт теле шиғыры - Х .Ғиләжев
-Беҙҙе илле иткән тел ул
Беҙҙе билле иткән тел ул
Беҙҙе йәнле иткән тел ул
Беҙҙе йүнле иткән тел ул
Һай афарин башҡорт теле! (бергә)
Беҙҙе батыр иткән тел ул
Беҙҙе матур иткән тел ул
Беҙҙе ғорур иткән тел ул
Беҙҙе сабыр иткән тел ул
Һай афарин башҡорт теле!
Уралды төйәк иткән тел ул
Беҙҙе һөйәк иткән тел ул
Беҙҙе көйөк иткән тел ул
Беҙҙе бөйөк иткән тел ул
Һай афарин башҡорт теле!
Йөҙ халыҡты аңлар тел ул
Изгелекте һанлар тел ул
Моңло йырлы сәсән тел ул
Утты һыуҙы кискән тел ул
Һай афарин башҡорт теле!
(концерт номеры- дәртле йыр ,туған тел,тыуған ер менән бәйле)
1.Һаумыһығыҙ, хөрмәтле ҡунаҡтар, туған телебеҙҙе - башҡорт телен фән күгендә яҡтыртыусылар, беҙҙең хөрмәтле ауылдаштарыбыҙ, яҡташтарыбыҙ, бөйөк фән юлындағы тәүге аҙымдарын ошо Ҡунаҡбай мәктәбендә башлаған һәм бөгөнгө көндә туған телебеҙҙе киң донъя кимәле бейеклегенә еткереүселәр!
2.Хәйерле көн, илем, телем, ерем тип, бар яҙмышын туған теленә,тыуған еренә бәйләгән коллегалар!
3. Бөгөн таланттарға бай, халыҡ-ара, бөтә Рәсәй, республика кимәлендә күп тапҡырҙар лауреат исемен яулаған, бихисап конкурс еңеүселәре булған уҡыусылары менән танылған Ҡунаҡбай мәктәбендә оло байрам – Халыҡ – ара туған телдәр көнөнә арналған күркәм сара.
4.1999 йылдың ноябрь айында ЮНЕСКО үткәргән конференцияла Туған телдәр проблемаһы ҡарала Шуға ла һәр халыҡтың ғөрөф-ғәҙәтен, йолаларын, йыр-моңдарын, ауыҙ-тел ижадын, ғөмүмән, телен һаҡлап ҡалыу маҡсатында 2000 йылдың 21 феврале Халыҡ-ара туған телдәр көнө тип иғлан ителә.
Сит телгә лә балам маһир тиеп,
Шатлығынан берәү һикерә.
Тик ни мәғәнә, үҙ әсәңдең теле
Сит телдән дә булғас ситерәк.
Ни мәғәнә гөлдәй баҡса төҙөү,
Ул баҡсаны яман ҡый алһа
Тиҫтерҙәре араһында бала
Башҡорт булыуынан оялһа.
Ни мәғәнә, батшаларҙың исемен,
Сит ил тарихтарын ятлауҙан,
Ил тарихы илгә бикле булһа,
Намыҫыбыҙҙы туҙан ҡаплаһа.
Ни мәғәнә, башҡорт китаптары
Сит илдәргә еткән бер мәлдә,
Күпме бала туған телкәйендә
Әлифба ла таный белмәгәс.
Туған телем гүзәллеге бер мөғжизә,
Һулытмайыҡ уны, берүк, һыу бибәйек.
Бар милләттәр берҙәм оло ғаилә булып
Тыныслыҡта һәм хөрлөктә көн күрәйек.
5.Бөгөн беҙҙә ҡунаҡта республикабыҙҙың иң дәрәжәле яҡташтарыбыҙ ғалим-ғалимәләребеҙ:
Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы
Нәбиуллина Гөлнур Мирза ҡыҙы
Хөсәйенова Гөлнур Рәүил ҡыҙы
Юнусова Фирҙәүес Барый ҡыҙы
Юлмөхәмәтов Миңдебай Бәхтиәр улы
Ҡазыева Зөһрә Иҙелмән ҡыҙы-
Байғарин Алик Һибәт улы
Галина Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы
Гордиенко Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы,БР атҡаҙанған уҡытыусыһы, Учалы районы МР хакимиәте башлығының ижтимағи сәйәсәт буйынса урынбаҫары.
Ләйсән Нурмөхәмәт ҡыҙы Фәзлетдинова- Учалы мәғариф бүлеге начальнигы,Учалы районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе,РФ почет
Зилә Ғизитдин ҡыҙы Шәрәфетдинова,Учалы мәғариф бүлеге начальниғының туған телдәр буйынса урынбаҫары,БР атҡаҙанған уҡытыусыһы.
6. Байрамды асыр өсөн һүҙ мәктәп директоры Ринат Хөснулла улына бирелә.
Алып барыусы:
Ҡәҙерле ҡунаҡтар,һеҙҙе сәләмләй ...
1 генә концерт номеры
Айһылыу Абдуллинаның “Башҡорт теле” шиғыры
Аҫыл ҡоштай ҡанатланып осам,
Һөйләшәм мин туған телемдә.
Атай-әсәй теле ҡәҙерлерәк
Сит телдәрҙән минең илемдә.
Туған телем- минең йөрәккәйем,
Күңелемде ныҡлап асасаҡ.
Хозурланып хайран ҡалып ҡуям,
Иҫкә килһә наҙлы бала саҡ.
-Һүҙ Сәфәр урта мәктәбе уҡытыусыһы Кәлимова Рәмзилә Әнүәр ҡыҙына бирелә.
Юлмөхәмәтов Миңдебай Бәхтиәр улы тураһында таныштырыу (слайд, презентация)
Зөһрә Ҡазыева ла һөйләй
Хөрмәтле Миңдебай Бәхтиәр улы, һеҙҙең өсөн, фәҡәт һеҙҙе ҡотлап ҡына сығыш яһай…….
Эй, туған тел! Ниндәй изге һүҙ ул!
Сылтырап аҡҡан шишмә сафлығы.
Башҡорт балы тәменән дә тәмле
Туған телем, һин иң татлыһы!
Мәңге йәшә, минең башҡорт телем!
Ул-ҡыҙҙарың һине данлаһын!
Ғүмер буйы, йәнле тарих яҙып,
Башҡорттарым һине һаҡлаһын!
Яҡташыбыҙ, филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Рәсәй тәбиғәтте өйрәнеү академияһы ағза-корреспонденты, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, һөйкөмлө ҡатын да, изге әсә лә ул- Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәтйән ҡыҙы.
Яныҙаҡова Гүзәл Риф ҡыҙы таныштырып китә.
Гәрәева Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы 1960 йылдың 25 октябрендә Учалы районы Илтабан ауылында тыуған.
-Хөрмәтле Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙы. Һүҙ һеҙгә бирелә.
Гөлфирә Ниғәмәт ҡыҙын тәбрикләп ………(концерт номеры)
Шиғыр
Туған телем!
Һинең хаҡта берәй
Яҙмай ҡалған бармы шиғырсы?
Һин бит беҙгә-мөғжизәләр иле,
һин булмышың менән- сихырсы.
Сихырлайһың, арбап зиһендәрҙе,
Затлы һүҙҙәр, моңло өн менән.
Ҡанат алып һинән, күккә осам,
Ҡеүәт алып, текә үр менәм.
Туған тел..Кеше тәү мәртәбә ошо телдә “әсәй”, “атай” һүҙҙәрен әйтә. Ошо тел ярҙамында үҙенең тирә-яғындағы төрлө төшөнсәләр, атамалар менән таныша. Әхлаҡ төшөнсәләрен әсә телендә аңына һеңдерә, күңеленә бекркетә. Туған тел аша кеше тәүге хәрефтәрҙе таный, уҡырға, яҙырға өйрәнә. Туған теле арҡаһында ул үҙ халҡының күңел хазинаһын-илаһи йырҙарын, мөғжизәле әкиәттәрен, тәрән аҡыллы мәҡәл-әйтемдәрен, серле йомаҡтарын белеү бәхетенә ирешә. Башҡортостандың халыҡ шағиры Р.Ниғмәти үҙенең бала сағы хаҡында ошолай тип яҙған: “Минең атайымдың эсе тулы хазина булып сыҡты: ул иҫәбенә сыҡмаҫлыҡ әкиәт белә ине. Йәйге кис һалҡынында өй эргәһендә, ут алмай торған ҡышҡы кистәрҙә, урындыҡҡа теҙелеп, беҙ атайымдың бер ваҡытта ла туйҙырмай торған әкиәттәрен сәғәттәр буйы тыңлай торғайныҡ”.
Хөсәйенова Гөлнур Рәүил ҡыҙы тураһында Магадеева Елена Рим ҡыҙы һөйләй.
"Туған телде һаҡлауҙа халыҡ ижадының әһәмиәте".
Тел,тарих һәм әҙәбиәт институты доценты Ф.Б.Юнысова менән Зарипова Гүзәл Мәүлит ҡыҙы таныштыра.
Сығыш: "Учалы яҙыусылырының әҫәрҙәрендә һүрәтләү саралары"
-Хөрмәтле яҡташтарыбыҙ, Ҡунаҡбай һәм Юлдаш ауылы һылыуҙары, һеҙҙе сәләмләй …….
(талғын ҡурай моңо аҫтында)
Күпме аҫыл һүҙебеҙ бар
Һөйөклө туған телдә.
Тыуған илһеҙ, туған телһеҙ
Йәшәй алмай бер кем дә.
Беҙҙең тел ул барыбер бөтә,-
Тимә,
Тел-мәңгелек, үлмәҫ, йәш, сикһеҙ
Туған тел бит һинән элек тыуған,
Һинән һуң да йәшәр, һис шикһеҙ!
М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты , филология фәндәре кандидаты Г.М.Нәбиуллина, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире Ғ.Ғ.Галина тураһында Зөлфиә Рафаэль ҡыҙы таныштырып китә.
“Федераль дәүләт стандарттары шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа инновацион алымдар” оҫталыҡ дәрестәре.
-Хөрмәтле Рысай һылыуыГөлнур Мирза ҡыҙы һәм Ғәлимә Ғәлимйән ҡыҙы, һеҙҙе тәбрикләп……
Моң шишмәһе һандуғастай моңло ла һин,
Һығылма бил тал сыбыҡтай нәфис тә һин,
Аллы-гөллө гөл- сәскәләй наҙлы ла һин,
Эй, илһамлы, эй, хөрмәтле башҡорт теле.
Иң тәү һин күрһәттең дуҫлыҡ юлын,
Минең өсөн һин бит-йәшәү, бәхет үҙең.
Мәңге йәшә, эй, һөйөклө башҡорт теле,
Атам теле, әсәм теле-минең телем!
Йомғаҡлау концерт номеры.
Халыҡ-ара туған телдәр байрамының
программаһы
1.Ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыу, сәләмләү. 9.30
2.Мәктәп , күргәҙмәләр менән танышыу-10.00
3. Асыҡ дәрестәргә байҡау.-10.00-10.20
4. Пленар ултырыш 10.30
-Тантаналы асыу
а) «Федераль дәүләт стандарттары шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыу методикаһы талаптары ».
Дәреслектәр һәм уҡыу ҡулланмалары авторы, педагогия фәндәре кандидаты, Башҡортостандың атҡаҙанған халыҡ мәғарифы хеҙмәткәре М.Б. Юлмөхәмәтов
З.Биишева исемендәге «Китап” нәшриәтенең дәреслектәр бүлеге мөхәррире З.И.Ҡазыева
б) «Туған телде һаҡлауҙа халыҡ ижадының роле”. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты , филология фәндәре кандидаты Г.Р. Хөсәйенова
в) “Федераль дәүләт стандарттары шарттарында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа инновацион алымдар” темаһына оҫталыҡ дәрестәре. М.Аҡмулла исемендәге БДПУ доценты , филология фәндәре кандидаты Г.М.Нәбиуллина, башҡорт әҙәбиәте һәм мәҙәниәте кафедраһы мөдире Ғ.Ғ. Галина
г) “Учалы яҙыусылырының әҫәрҙәрендә һүрәтләү саралары”.
Тел, тарих һәм әҙәбиәт институты доценты Ф.Б. Юнысова
д) “Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәте проблемалары”. Филология фәндәре докторы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры, Рәсәй тәбиғәтте өйрәнеү академияһы ағза-корреспонденты ”. Г.Н. Гәрәева
5.Тантаналы ябыу 13.30
6. Төшкө аш 14.00
7. Ҡунаҡтарҙы оҙатыу.15.00.
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ололар көнөнә арналған байрам сараһы
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы...
Әсәләр көнөнә арналған байрам сараһы
"Йырым булһын бүләгем"...
Туған тел көнөнә арналған байрам сараһы
Туған тел көнөнә арналған сара сценарийы...
Туған телдәр көнөнә арналған сценарий
Ерем, илем, телем. Туған көндәр байрамына арналған кисә.Үткәреү урыны: Мәсәғүт гимназияһының тамаша залы.Үткәреү ваҡыты:20 февраль 2015 йыл.Ойоштороусы: башҡорт теле һә...
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе. 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә,...
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе.1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ...
ӘСӘЙҘӘР КӨНӨНӘ АРНАЛҒАН БАЙРАМ.
Данный сценарий подготовлен для праздника мам, самых дорогих, близких и любимых людей на свете. Дети все активно участвуют на данном празднике, рассказывают о своей любви к ...