Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
классный час
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе.
1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!
2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
den_pozhilyh.doc | 35.5 КБ |
Предварительный просмотр:
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе.
1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!
2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!
3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә, Халыҡ-ара Ололар көнөн билдәләйбеҙ. Һеҙҙе ошо байрамға арналған кисәлә тәбрикләйбеҙ. Шуныһы ҡыуаныслы - был байрам яҡшы традицияға, изге йолаға әүерелде. Ваҡыт тиҙ уҙа, өлкәндәр көнө лә үтер ҙә китер, тик үҙ яҙмыштары менән беҙгә үрнәк булған ололарға хөрмәтебеҙ генә берүк һүрелмәһен. Хөрмәтле ветерандарыбыҙ, алдағы тормошоғоҙҙа ҡоростай сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр, оҙон, тыныс, мул, татыу тормош теләйбеҙ!
4. Ҡотлау, бүләктәр тапшырыу
5. Ошо бөгөнгө кисәнең ҡунаҡтары ғүмере буйына халҡына, милләтенә хеҙмәт итеп, тынғыһыҙ хеҙмәтенән ләззәт, ҡыуаныс, тәм, йәм табып йәшәүсе, төрлө өлкәләрҙә, шулай уҡ Аллабирҙе мәктәбендә эшләп, тыуған еребеҙҙең данын арттырыуға тос өлөш индереүсе замандаштарыбыҙ. Һеҙҙе бөгөн алтын көҙҙөң матур көнөндә һау-сәләмәт, яҡшы кәйефтә күреүебеҙгә бик шатбыҙ.
6. Сәскә эҙләп йөрөнөм ҡырҙарҙа,
Белмәйем һеҙҙе нисек ҙурларға.
Теләйбеҙ һеҙгә изге теләктәр,
Йондоҙ булып яна йөрәктәр, -
тип байрам концертын башлайбыҙ.
Бәхетле ҡартлыҡ, иҫәнлек, шатлыҡ-ҡыуаныстар ғына теләйбеҙ һәм 3 класс уҡыусылары башҡарыуында “Өләсәйем ветеран” йырын бүләк итәбеҙ.
Һеҙҙең өсөн йырлай 6 класс уҡыусылары.
Эй һеҙ, башҡорт әбейҙәре,
Нур һибә йөҙҙәрегеҙ.
Шуға күрә лә яҙ һымаҡ
Һеҙҙең ал йөҙҙәрегеҙ.
Сәстәргә аҡ ҡарҙар ҡунһалар ҙа,
Яҙҙар йәшәй һеҙҙең күңелдә,
Өйрәнһендәр йәштәр һеҙгә ҡарап
Һоҡланырлыҡ тормош көтөргә.
Сәләмәтлек ташламаһын һеҙҙе,
Барыһына терәк булып,
Йәшәгеҙ һеҙ шатлыҡта.
Сәләмәтлек, аҡ бәхеттәр
Юлдаш булһын ҡартлыҡта.
Йәшәгеҙ һеҙ мәңге йәш булып,
Тыуған йортоғоҙға йәм булып.
Һеҙ булһағыҙ таҙа-сәләмәт,
Ғаиләгеҙгә булыр бик рәхәт!
Һеҙҙең өсөн музыкаль бүләк –
16. Хөрмәтле, ветерандарыбыҙ! Йәмле кисәбеҙ аҙағына ла яҡынлашты. Һеҙҙе тағын берҙе ихлас күңелдән Ололар көнөн менән ҡотлайбыҙ!!! Ҡояшлы көндәр, аяҙ күктәр, рух ныҡлығы һәм күңел көрлөгө теләйбеҙ!!!Тормошобоҙҙа ошондай йырлы-моңло осрашыуҙар күберәк булһын, бер-беребеҙҙең ҡәҙерен белеп, бергә-бергә йәшәргә насип итһен!
Һаулыҡта тағы ла осрашыуҙар теләп, хушлашабыҙ, һау булығыҙ!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Ололар көнөнә арналған байрам сараһы
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы...
Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа
Арктика сылыгар аналаах концерт сценарийа...
„Кәкүк сәйе“ байрамының сценарийы.
Кәкүк сәйен электән алып май айында, кәкүк килгәс, үткәрәләр....
"Чаа-чылдын аалчызы -Колобок" оюн-хоглээшкиннин сценарийи
Сценарий Нового года для учащихся с 1-7 классы на тувинском языке.Главные герои персонажи из сказки "Колобок"...
Ололар көнө (сценарий)
Ололар көнө байрамын үткәреү сценарийы...
Ололар көнөнә арналған байрам сценарийы
Ҡыҙҙар башҡарыуында “Бәхетле бала саҡ” бейеүе. 1. Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле ҡунаҡтарыбыҙ!2. Хәйерле көн, лайыҡлы хеҙмәт юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ!3. Бөгөн, көҙҙөң матур бер мәлендә,...