Р. Ғариповтың "Аманат" ҡобайыры буйынса дәрес
презентация к уроку (8 класс)

8 класс

Скачать:


Предварительный просмотр:

Рәми Ғариповтың “Аманат” ҡобайыры буйынса дәрес

( 8 класс)

Маҡсаттар:  “Аманат” ҡобайырың идея-тематик йөкмәткеһе менән танышыу;  тел, халыҡ, ил тойғоһо төшөнсәләренең һәр кемгә ғәзиз булыуын аңлатыу, уларҙы һаҡлау-изге бурыс икәнлеген төшөндөрөү; Тыуған ил, тел яҙмышына битараф булмаған, уның киләсәген ҡайғыртыусы аңлы, белемле  киләсәк быуынды тәрбиәләү.

Йыһазландырыу: слайдтар, ноутбук, проектор, тал сыбығы.

Дәрес барышы:

- Хәйерле көн, һигеҙенселәр! Бына ошо тал сыбығына иғтибар итегеҙ әле, ниндәй ул?  (уҡытыусы тал сыбығына күрһәтә)

-ҡороған, кипкән...

-Ә ни өсөн ул шундай хәлгә килгән икән?(яуаптар)

Балалар, беҙ  тал сыбығына дәрес аҙағында әйләнеп ҡайтырбыҙ.

Ә хәҙер бөгөнгө дәрестең темаһы менән танышайыҡ.

Экран: Рәми Ғариповтың “Аманат” ҡобайыры.

Уҡыусылар, мин һеҙгә аманат һүҙенең мәғәнәһен аңлатып үтәм.

Экран:

Аманат - һаҡларға ҡушып бирелгән нәмә; әйтеп ҡалдырылған һүҙ, үтәлергә тейеш васыят.

-Бөгөн дәрестә, шағир Рәми Ғариповтың беҙгә, киләсәк быуынға әйтелгән аманаты хаҡында һүҙ алып барасаҡбыҙ. Мин һеҙҙең уй-фекерҙәрегеҙҙе ишетергә теләйем. “Аманат” ҡобайырын Рәми Ғарипов 1959 – 1969 йылдарҙа яҙа. Тимәк, уға ҡат-ҡат әйләнеп ҡайтып, был әҫәргә туған тел хаҡында ошо йылдарҙағы борсолоуҙарын туплай. Туған теле, халҡы өсөн шағир янып-көйөп йәшәй.

Экран:

Рәми Ғарипов:

...Халkым теле миңә - хаkлыk теле,

Унан башkа минең илем юk;

Илен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ,

Иле юkтың ғына теле юk!..         

-Бөгөнгө дәресебеҙҙең эпигарфы ла шулай яңғырай.  Ә хәҙер уның “Аманат” ҡобайыры менән танышайыҡ (уҡытыусы тасуири уҡып ишеттерә).

-Әйҙәгеҙ, бергәләп уҡыйыҡ (күмәкләп хор менән уҡыу).

Ҡобайырҙан беренсе строфаны бер уҡыусы уҡып ишеттерә.

Телең барҙа илең бар,

Илең барҙа иркең бар,

Иркең барҙа күркең бар,

Ил биҙәргә дәртең бар,

Ерең, күгең – икең бар,

Утың, һыуың – дүртең бар!

Шул дүртәүҙән башҡа заттан

Кешегә һуң ни кәрәк?..

- Дүрт күҙ менән бағып торған байлыҡ нимәлә? (Ерең, утың, һыуың, күгең бар булыуҙа).

-Кешенең бар булыуын, таяныр терәген шағир Рәми Ғарипов нимәлә күрә? (Илендә, телендә, иркендә, халҡы булыуында).

-Ни өсөн ер, һыу, ут, һауа кеүек төшөнсәләр ил, тел, ирек, дәрт һүҙҙәре менән берлектә яңғырай тип уйлайһығыҙ? (Кеше ерһеҙ, һыуһыҙ, утһыҙ, һауаһыҙ йәшәй алмаған кеүек, уның барлығы ла иле, теле, ирке, дәрте, халҡы булыуында).

-“Бәпләп-әрләп, тел менән...”- тигән юлдарҙы табып уҡып ишеттерәбеҙ. (Теләк буйынса, бер уҡыусы ошо юлдарҙы дауам итә.)

Тел асҡысы-ил асҡысы,

Күҙ өҫтөндә ҡаш һымаҡ.

Ҡаштан яҙған күҙҙән яҙып,

Ҡатып ҡалыр таш һымаҡ,

Ятып ҡалыр таш һымаҡ...

-Был шиғри юлдарға ниндәй мәғәнә һалынған? (Тел-kаш, күҙ-ил, телдән яҙһаң, илдән яҙырһың, ятып, kатып kалырhың).

Һай, таш булма, таш булма,

Аң ғына бул телеңә,

Аң булмайса, туң булһаң,

Бер имгәк һин илеңә,

Бер түңгәк һин илеңә!

-Нимә ул имгәк, түңгәк? (Имгәк- бәлә, михнәт. Түңгәк- һаҙлыҡта, түбән урында сурайып торған, өҫтө үләнле бәләкәй генә урын, ер).

-Шағир ниндәй булырға өндәй? (Аңлы булырға; имгәк, түңгәк булмаҫҡа илеңә; ).

Тел төпкәйе-тал төпкәйе,

Тал төпкәйе-тамыр ул,

Тамырынан тумырҙыңмы,

Талың ҡороп ҡалыр ул;

-Был һүҙҙәр нимә тураһында һөйләй? Ни өсөн ҡороған? (Ҡороған тал сыбығын күрһәтеү.  Уҡыусылар үҙ фекерҙәре менән уртаҡлаша. Тел төбө-тал төбө, тал төбөн сапһаң kорой, түңгәк булып kала).
- Тал төбөндә ни үҫер? Ошо юлдарҙы табып уҡып ишеттерәбеҙ. (Тел булhа, ғөрөф-ғәҙәт алмашып, халkың ырыҫ таратыр, дуҫы булыр, әсә теле булhа, кәм-хур булмаҫ, йөҙө kыҙармаҫ, йырлар моңло йырын да).

-Шағир Киләсәкте, һеҙҙе ниндәй итеп күрергә теләй? (Уҡыусылар уй-фекерҙәрен еткерә).

- Шағир Рәми Ғарипов аманатына нисек тоғро ҡалып була? (Яуаптар)

Экран:

    Аманат уҙғандар өсөн әйтелмәй. Аманат киләсәк өсөн әйтелә... Рәми Ғарипов барыһынан элек киләсәк шағиры, киләсәк быуындың кәңәшсеһе...

     Рәми Ғарипов аманатына тоғро булыу-үҙ-үҙебеҙгә талапсан булыу, халыҡҡа тоғро булыу, ғәҙел булыу ул.

                    Рауил Бикбаев,  Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,

             Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты,

           Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты

Рәми Ғариповтың ошо шиғыр юлдары уҡып ишеттерелә:

Иң бөйөк һүҙ әле әйтелмәгән,

Иң бөйөк көн әле ул алда.

Килер бер көн, килер ул ҙур байрам,

Туй яһарбыҙ шаулап урамда.

Ул туйға мин, бәлки, барып етмәм,

Ярһыу атым янып йығылыр.

Тик минһеҙ ҙә тулы булыр ул туй,

Мин белмәгән дуҫтар йыйылыр.

Һөйләшһәләр әгәр туған телдә,

Телгә алыр улар мине лә,

Сөнки мин киләсәк менән бергә

Һаҡлап саптым, телем, һине лә.

Экран:

     Рәми Ғарипов-йырсы-шағир. Уның һәр шиғыры йырлап-көйләп яҙылған. Йырсы шағирҙың шиғриәте музыкаль әҫәрҙәрҙә өр-яңы тормош башларға тейеш!

 Абрар Ғабдрахманов, композитор

Экран:

       Рәми Ғарипов үҙенең бөтә булмышын үҙе хаҡында түгел, ә иле, халҡы өсөн янып-ярһып йәшәүгә, илен, халҡын ҙурлауға бирҙе. Үҙе хаҡында түгел, иң элек һөйгән халҡы, уның йыры, моңо, теле хаҡында ҡайғыртты.

             Зәйнәб Биишева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы,

             Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты

-Шағир  намыҫлы йәшәргә, кешелекле булырға өндәп:

Әйтерһең дә еңдем кешелектең

Иң әшәке яуыз дошманын

Һәм үтәнем намыҫ ҡушҡанын.

Ҡараңғы төн булған тормошом

Яҡты йондоҙ булып балҡыны

Күңел күктәрендә халҡымдың,-

            тип яҙа.

Ысынлап та, Рәми Ғарипов бөгөн халҡыбыҙ күңелендә яҡты йондоҙ булып балҡый.

                                           


Предварительный просмотр:


Подписи к слайдам:

Слайд 1

Рәми Ғариповтың “ Аманат” ҡобайыры

Слайд 2

Аманат - һаҡларға ҡушып бирелгән нәмә; әйтеп ҡалдырылған һүҙ, үтәлергә тейеш васыят

Слайд 3

Рәми Ғарипов : ... Халkым теле миңә - хаkлыk теле, У нан башkа минең илем юk; И лен һөймәҫ кенә телен һөймәҫ, И ле юkтың ғына теле юk!..

Слайд 4

Аманат уҙғандар өсөн әйтелмәй. Аманат киләсәк өсөн әйтелә... Рәми Ғарипов барыһынан элек киләсәк шағиры, киләсәк быуындың кәңәшсеһе... Рәми Ғарипов аманатына тоғро булыу-үҙ-үҙебеҙгә талапсан булыу, халыҡҡа тоғро булыу, ғәҙел булыу ул. Рауил Бикбаев, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Рәми Ғарипов исемендәге премия лауреаты

Слайд 5

Рәми Ғарипов-йырсы-шағир. Уның һәр шиғыры йырлап-көйләп яҙылған. Йырсы шағирҙың шиғриәте музыкаль әҫәрҙәрҙә өр-яңы тормош башларға тейеш! Абрар Ғабдрахманов, композитор

Слайд 6

Рәми Ғарипов үҙенең бөтә булмышын үҙе хаҡында түгел, ә иле, халҡы өсөн янып-ярһып йәшәүгә, илен, халҡын ҙурлауға бирҙе. Үҙе хаҡында түгел, иң элек һөйгән халҡы, уның йыры, моңо, теле хаҡында ҡайғыртты. Зәйнәб Биишева, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты


По теме: методические разработки, презентации и конспекты

Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)

Маҡсат: 1.    Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;2.    Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һ...

“Рәми Ғарипов тормошо. “Аманат” ҡобайыры” темаһы буйынса дәрес планы

Предмет:  башҡорт теле һәм әҙәбиәте, яңы тема өйрәнеү дәресеТема : Рәми Ғарипов. “Аманат” ҡобайыры.Дәрес дауамы: 1 дәрес - 45 минут.Класс: 6АҠулланылған технологиялар:компьютер,проектор, интеракт...

Тема: Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһының идея-тематик йөкмәткеһе

Методическая разработка урока на тему: Рәми Ғариповтың “Батырша” балладаһының идея-тематик йөкмәткеһе...

Тема: Һәр бер кеше аҙ ғына булһа ла Дон Кихот. ( Рәми Ғариповтың “Дон Кихот” әҫәре буйынса)

Дәрестә символ образдар тураһында һүҙ алып барыла. Ер шарында Рәми Ғарипов кеүек “һәр йөрәккә изге ут” яғыусы шағирҙар, хаҡлыҡ яулар Дон Кихоттар булғанда донъяла хаҡлыҡ – ғәҙе...

Рәми Ғариповтың "Торналар" шиғыры буйынса дәрес

Урок разработан по  изучению стихотворения "Торналар" ("Журавли") Рами Гарипова и предназначен для учащихся 5 класса.. Использованы различные формы и методы усвоения темы....