Мин ҡайттым бит!.. ( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыу айҡанлы)
методическая разработка (8 класс) по теме
Маҡсат:
1. Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;
2. Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;
3. Бөйөк шағир тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу:мультимедиа, Р.Ғариповтың китаптары
күргәҙмәһе
Ҡатнашыусылар: 5-11-се класс уҡыусылары,
һәр командала 7 уҡыусы.
Скачать:
Вложение | Размер |
---|---|
min_kayttym_bit.docx | 26.03 КБ |
Предварительный просмотр:
Мин ҡайттым бит!..
( Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына
80 йыл тулыу айҡанлы)
Л.И.Ҡотошова,
Ейәнсура районы Яңыбай мәктәбе уҡытыусыһы
Маҡсат:
- Уҡыусыларҙы Рәми Ғарипов ижады менән тулыраҡ таныштырыу, белемдәрен тикшереү;
- Уйын эшмәкәрлегендә уҡыусыларҙың мөмкинлектәрен,фекерләү ҡеүәһен, һөйләү телмәрен үҫтереү;
- Бөйөк шағир тормошона һәм ижадына ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу, ғорурланыу тойғоһо тәрбиәләү.
Йыһазландырыу: мультимедиа, Р.Ғариповтың китаптары
күргәҙмәһе
Ҡатнашыусылар: 5-11-се класс уҡыусылары,
һәр командала 7 уҡыусы.
Ҡурай моңо ишетелә (Р.Ғарипов һүҙҙәренә халыҡ көйө
«Сыңрау торна» ).
Сәхнәгә уҡыусы- Рәми сыға:
-Киләсәгем! Ас һин ишегеңде!
Алып барыусы:
-Кем тупһамда? Кемде күрәм мин?
Рәми:
-Танымайһыңмы әллә?
Мин ҡайттым бит!..
Ас тиҙерәк!
Был мин-Рәми…
Слайд 1. Р.Ғарипов фотоһы-80 ,
Мин ҡайттым бит!
1-се алып барыусы:
- Хәйерле көн, хөрмәтле ҡунаҡтар, уҡытыусыларыбыҙ, уҡыусылар!
Бөгөн беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, С. Юлаев премияһы лауреаты, бөтәбеҙҙең дә яратҡан шағирыбыҙ Рәми ағай Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған әҙәби кисәгә йыйылдыҡ.
2- се алып барыусы:
- Рәми Ғарипов тормошо, ижады һәм шәхесе балаларға ла, урта һәм өлкән быуын кешеләренә лә берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле, сөнки уның әҫәрҙәренән ихласлыҡ, халыҡсанлыҡ, ғәҙеллек бөркөлөп тора. Беҙҙең өсөн Рәми Ғарипов образы Башҡортостанға , уның халҡына арымай- талмай хеҙмәт итеүҙең аҫыл өлгөһө ул.
1-се алып барыусы:
- Бөгөнгө кисәлә 2 команда ҡатнаша, рәхим итегеҙ!
( алҡыштар менән командаларҙы ҡаршылау)
2-се алып барыусы:
-Әйҙәгеҙ, командалар менән танышайыҡ!
Ҡыҙҙар командаһы исеме -«Туған тел».
Девизы: Әсәм теле миңә- сәсән теле,
Унан башҡа минең халҡым юҡ:
Йөрәгендә халҡы булмағандың
Кеше булырға ла хаҡы юҡ!
1-се алып барыусы:
-Рәхмәт! Ә хәҙер егеттәр командаһына һүҙ !
Егеттәр командаһы- «Уйҙарым».
Девизы: Ярты төндә уянһам да,
Ниҙе генә уйлаһам да-
Илем, һиндә уйҙарым,
Иртәгәңдә уйҙарым!
2-се алып барыусы:
- Рәхмәт, бик яҡшы! Ярышты хөрмәтле жюри баһалай( таныштырыу)
Слайд 2. «Онотолмаҫ әҙәби осрашыуҙар» исемле фотолар.
1-се алып барыусы:
-Бөйөк шағир тормошона һәм ижадына арналған ярышты башлайбыҙ !
2-се алып барыусы:
- Командаларға сиратлап һорауҙар бирелә, ҡыҫҡа һәм аныҡ яуаптар биреүегеҙ
һорала.
«Туған тел» командаһына «Уйҙарым» командаһына
1.Р.Ғарипов ҡасан,ҡайҙа тыуған? 1.Мәктәптә уҡығанда
ниндәй ҡушаматы булған?
Ни өсөн?
2.Р.Ғариповтың үҙегеҙгә оҡшаған берәй шиғырын һөйләп ишеттерегеҙ!
3.Шиғырҙарында йыш осраған ҡош? 3.Поэмаларын һанағыҙ!
4.Ниндәй китаптары бар? 4.Тәржемәләр китабы нисек
атала?
5.Был юлдар ҡайһы шиғырҙан? ( экрандан уҡыу һәм яуап биреү …Мин уларҙың моңон, көйөн беләм, 5. Ил тойғоһо иргә миҙал түгел-
Үҙ телемдә улар һөйләшә. Муйынына тағып йөрөргә.
Иҫ киткес һеҙ ҡунаҡ булған ерҙәр, Ил тойғоһо ирҙең намыҫында,
Тик,тыуған ер,йәшә, мең йәшә! Йөрәгендә йөрөй гел бергә.
(«Һағыш» шиғырынан) («Ил тойғоһо» ш.)
1-се алып барыусы:
- Шағир һүҙҙәренә бик күп йырҙар бар. Айгүзәл һәм Гөлзиә Мортазиналар башҡарыуында «Кәкүк» йырын тыңлайыҡ.
Слайд 3. Ғаилә фотолары: шағир әсәһе менән; ҡыҙы Гөлнара менән; ҡатыны, ҡыҙы,улдары менән.
2-се алып барыусы:
- Командалар бер аҙ ял итһен, ҡарап ултырыусыларға эш: кем ҡайһы командаға теләй, шуға Р Ғарипов шиғырын һөйләй, йырларға мөмкин. (уҡыусылар ағай- апайҙары өсөн тырышып шиғырҙар һөйләйҙәр, йырлайҙар)
1-се алып барыусы:
- Рәхмәт, уҡыусылар ! Рәми Ғарипов шиғырҙарын беләһегеҙ, яратаһығыҙ икән!
2-се алып барыусы:
- Ярышыбыҙҙы командирҙар дауам итә, рәхим итегеҙ. (Һәр командир
1 минут ваҡыт эсендә нисә һорауға яуап бирер икән. Белмәһәң «артабан» тип әйтергә)
«Уйҙарым» командаһы командирына :
1. Шлиссельбург тотҡоно кем? (Батырша)
2. «Туған тел» шиғыры нисәнсе йылда яҙылған? ( 1957 й.)
3. Шағирҙың ҡатынының исеме, милләте? ( Надя, украин ҡыҙы)
4. Ниндәй хикәйәттәрен беләһегеҙ?( «Урал йөрәге», « Салауат батыр»)
5. Шағирҙың берәй шиғырын һөйлә.
6. Р.Ғариповҡа музей ҡайҙа бар?( Өфөлә, Арҡауылда)
7. Нимә ул «1937»? ( «Табыныу» поэмаһы)
8.Халыҡ шағиры исеме ҡасан бирелгән? (1992 й.)
9. Был юлдар ҡайҙан?
Ил бәхете менән бәхетле бул,
Ил ҡайғыһы менән – ҡайғылы.
Иң ҙур бәхетһеҙлек булыр ине
Шул ҡайғынан һиңә айырылыу… ( «Йырҙарыма ҡайтам» шиғырынан)
10. Шағир үҙе һәм ижады хаҡында нимә әйткән?
( « Йырымда бит минең йөрәгем» ,- тигән)
« Туған тел» командаһы командирына:
1.Математик һан, кәсерҙәр ниндәй поэмала осрай? ( «Интегралдар»)
2.Шағирҙың балаларының исемдәре кемдәр? (Гөлнара, Азамат
Салауат)
3. «Аманат» ҡобайыры кемгә арналған? ( Телсе Ж.Кейекбаевҡа)
4.Ниндәй ҡобайырҙарын беләһең? ( « Уйҙарым», «Аманат»)
5.Шағирҙың берәй шиғырын һөйлә.
6.Рәми Ғариповҡа Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы ҡасан,ни өсөн бирелә? (1988 йылда «Табыныу» поэмаһы өсөн)
7.Шағир кемдәрҙең шиғырҙарын башҡортсаға тәржемә иткән? (Пушкин,Лермонтов, Есенин,Гете,..)
8. «Рәми» тигән китап авторы кем? ( Р. Бикбаев)
9.Был юлдар ҡайҙан?
Мин тик шуны беләм:
кешенең ул-
Бер ҡасан да туймаҫ нәмәһе!-
Бәхет ҡошоң- ошо тормошоң!.. ( «Бәхет» шиғырынан)
10.Шағир тураһында Р.Бикбаев нимә тигән? (Р.Ғарипов башҡорт һүҙ сәнғәтенең энәһенән ебенә тиклем ентекле өйрәнгән, донъя әҙәбиәте менән яҡшы таныш булған төплө әҙерлекле, киң ҡарашлы шағир ине)
1-се алып барыусы:
- Афарин, командирҙар ҡайһылай шәптәр ! Рәхмәт!
2-се алып барыусы:
- Әйҙәгеҙ әле бергәләшеп шағир һүҙҙәренә «Ай-һай, Салауат!» йырын башҡарайыҡ!
Слайд 4. Салауат Юлаев һәйкәле.
1-се алып барыусы:
- Барығыҙға ла рәхмәт!
2-се алып барыусы:
- Ярыштың аҙаҡҡы төрө «Мин-һиңә, һин- миңә» тип атала. Командалар сиратлап 2-шәр һорау бирәләр.
« Туған тел» командаһы башлай.
- «Һабантурғай йырҙары» китабы ҡасан донъя күргән? (1964)
- Р.Ғариповҡа ниндәй һыҙаттар хас?( тура һүҙлелек, ғәҙеллек, намыҫлы булыу, илен,халҡын, телен сикһеҙ яратыу)
«Уйҙарым» командаһы һорауҙары:
- Шағир исеме нисек мәңгеләштерелгән? ( Арҡауылда, Өфөлә музейҙары, үҙе уҡыған интернат-мәктәп исемен йөрөтә, бюст ҡуйылған, йырҙарын, шиғырҙарын яратып өйрәнәбеҙ)
- Шағирҙың тәүге китабы нисек атала, ҡасан донъя күрә? ( «Йүрүҙән» 1954 й.)
1-се алып барыусы:
- Командаларға рәхмәт! Бик яҡшы әҙерләнгәнһегеҙ ! Жюри баһаларҙы әҙерләгәнсе, 6- сы класс уҡыусыһы Ҡотошов Айбулаттың « Быны беләһегеҙме?» тигән сығышын тыңлап үтәйек.
Уҡыусы сығышы:
Минең Ишйегет Хәсәнов исемле шағир олатайым булған. Ул Өмбәт ауылынан. Бына минең ҡулымда уның фотоһы һәм « Утлы усаҡ», «Нағыш» исемле шиғырҙар китабы. Уның яҡын дуҫтары Рәми Ғарипов, Хәсән Назар, Тимер Йосопов, Рәшит Шәкүр булған. Бергә уҡығандар, эшләгәндәр. Олатайым дуҫтарын тыуған ауылы- Өмбәткә ҡунаҡҡа алып ҡайтҡан. Был турала миңә инәйҙәрем һөйләне. Минең шағир Шәйехзада Бабичтың Муйнаҡ ауылында булыуын ишеткәнем бар ине, ә хәҙер бөйөк шағир Рәми Ғариповтың да Өҫкәлек буйында булыуын ишетеп бик шатландым, ғорурландым да. Етмәһә -олатайымдың дуҫы ! Был турала киләсәктә яҡташыбыҙ Хәсән Назарҙан, ғалим Рәшит Шәкүрҙән һорашырға уйлайым.
2-се алып барыусы:
- Бына ниндәй яңылыҡ! Бик яҡшы бит был! Рәхмәт, Айбулат! Уңыштар һиңә!
Слайд 5. Салауат районы Арҡауылдағы йорт-музейы,
шағирҙың бюсы.
1-се алып барыусы:
- Һүҙ жюриға! Рәхим итегеҙ!( Уйын бик күңелле һәм фәһемле булды. Рәми Ғарипов ижадын яҡшы белеүегеҙ маҡтауға лайыҡ, афарин ! « Туған тел»… мәрәй, «Уйҙарым»… мәрәй йыйҙы. Ҡул сабыуҙар. ..)
Слайд 1.
2-се алып барыусы:
-Һүҙҙе башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Лилиә Илдус ҡыҙына бирәбеҙ!
Уҡытыусы:
- Бөгөнгө кисәлә беҙ Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәми Ғарипов тормошона һәм ижадына байҡау яһаныҡ.
Уҡыусыларым, һеҙгә ҡарап ҡыуанып ултырҙым, тырышҡанһығыҙ, бик яҡшы әҙерләнгәнһегеҙ, афарин! Тормошто өҙөлөп һөйгән ялҡынлы шағирҙың йөрәге тибеүҙән иртә туҡтаны, әммә ижады әҙәбиәтебеҙ күгендә сағыу йондоҙ булып балҡый, халыҡ күңелендә йәшәй. Намыҫлы, ғәҙел, кешелекле булырға, илеңде, халҡыңды, телеңде яратырға өйрәтә. Һеҙ ҙә шағир ғорурланған милләттең, илдең бер сатҡыһы бит! Уның өмөттәрен аҡлау- һеҙҙең эш. Уңыштар һеҙгә! Мин шағирға былай тип өндәшәм: тыныс йоҡла ,Рәми ағай! Һеҙ бөгөн дә беҙҙең арала!
Һүҙемде шағирҙың «Туған тел» шиғыры менән тамамлайым ( һөйләү)
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
По теме: методические разработки, презентации и конспекты
Башҡортостандың халыҡ шағирҙары һәм яҙыусылары
Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары һәм китапханасыларға, шағирҙар һәм яҙыусылар менән ҡыҙыҡһыныусы уҡыусыларға был хронологик таблицаның ярҙамы тейер тип ышанам...
Башҡортостандың халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың юбилейына арналған әҙәби-музыкаль композиция «Халҡың күңелендә ҡалдың мәңгегә»
М. Ғафуриҙың тормош һәм ижад юлы менән таныштырыу....
Презентация на тему"Башҡортостандың халыҡ шағиры Тимер Йосопов"
Презентация посвященная к юбилею башкирского народного поэта Тимера Юсупова....
«Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры . Исем" дәрес өлгөһө.
Тема: «Мостай Кәрим Башҡортостандың халыҡ шағиры» . Исем.Маҡсат: 1) Балаларҙы Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай...
Башҡортостандың халыҡ яҙыусылары һәм шағырҙары
Народные поэты и писатели Башкортостана...
Халыҡ-ара туған телдәр көнөнә һәм Рәми Ғариповтың тыуған көнөнә бағышланған ярыш-кисә.
Уҡыусыларҙа башҡорт теленә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү буйынса сара....
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 105 йыл тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры” (дәрес – ярыш)
Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваныңтыуыуына 105 йыл тулыуға арналған дәрес өлгөһө “Рухыбыҙ нуры”(дәрес – ярыш)...